Все новости
Проза
10 Октября , 20:03

Көндәштәр. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова

Иренең икенсе ҡатын алырға ниәтләүен ишеткән Ҡәнифәнең ҡулынан һөтлө биҙрәһе төшөп китә яҙҙы. Силәк ҡылысын тотоп ҡалһа ла, ағы ярайһы сайпылып, итәген сылатты.

Көндәштәр. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова
Көндәштәр. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова

Ике быуаттан ашыу ултырған, яртылаш ергә һеңгән таш келәт бөгөн дә хужаларына хеҙмәт итә. Унда һаман да донъялыҡта кәрәкле булған мал-мөлкәтте, ҡулланылыуҙан сығып та, ташларға ярамаған монаяттарҙы һаҡлайҙар. Төп йортҡа ҡайтып төшкән һәр береһе, унан ҡалһа был затҡа бәйләнеше булған туған-тумаса берәй яйын табып ошонда инеп сығыуҙы әллә ни күрә. Үҙе бер музей булған келәттә, ысынлап та, нимә генә юҡ?! Ә асылда һәр береһе шунда – ағас кәштәләрҙең иң түрендә ултырған еҙ самауырҙы - ырыу тарихында йәшәгән ғибрәтле вә һоҡланғыс риүәйәттең берҙән-бер тере шаһитын күреп ҡалырға итә. Еҙ самауыр, үҙ дәүерен йәшәп үткәргән, бер ҡолағы өҙөлөп сыҡҡандан ҡабаттан иретеп йәбештерелгән, ҡасандыр ялтыр булған йөҙө лә тоноғайып ҡалған, урыны-урыны менән тут алған ҡомартҡы, килеүселәргә лә, оҙайлы тексәйеп тороусыларға ла, һыйпап-һыпырып ҡараусыларға ла рыя ҡалып ултыра бирә. Бында түгел уның уйҙары ла, йәне лә, был замандың әлеге көнөндә уның тик ошо бошонҡо кәүҙәһе генә тора. Ә күңеле уның теге заманда – бәхетле лә, михнәтле лә үҙ дәүерендә. Сөләймәне янында, Ҡәнифәһе менән Кинйәбикәһе түрендә...

Иренең икенсе ҡатын алырға ниәтләүен ишеткән Ҡәнифәнең ҡулынан һөтлө биҙрәһе төшөп китә яҙҙы. Силәк ҡылысын тотоп ҡалһа ла, ағы ярайһы сайпылып, итәген сылатты. Башынан йәшен тиҙлеге менән “Нимәгә? Ни өсөн?” тигән һорауҙар үтһә лә, бисә асылы алдараҡ бәреп сыҡты:
— Кемде?
Шулай тине лә телен тешләне. Был һорау үҙе үк ризалыҡ белгеһе ине. “Нимәгә һиңә икенсе ҡатын?” тип сәрелдәп илап йәки һис юғы арҡыры ҡарап ҡарышыу урынына... ҡыҙыҡһынып тора. Ҡыҙыҡһынды ла шул. Сөләймәне, йәшләй генә йәрәшкән йәндәй күргән ире, уның янына кемде тиң итеп ҡуя ала икән тигәнде белергә теләүе бөтөн башҡа уй-теләк-хистәрен тапап алға йүгереп үткән дә киткәйне шул.
— Ғәҙелгәрәй ағайҙың Кинйәбикәһен.
— Кин... йә-бикәне?..
— Эйе, - ир ҡатынының юғалып ҡалған, хатта ҡупшы ауыҙы асылып киткән һылыу йөҙөнә төбәлә биреп ҡараны ла, өҫтәп ҡуйҙы, — һинең ризалыҡһыҙ түгел инде.
— Ә-ә-ә... – Ҡәнифә уны ишетмәгән кеүек өйгә атланы. Иренә аңлайышлы итеп нимәлер әйтер ҙә, кәңәшләшер хәлдә лә түгел ине ҡатын.

Артабанғы көндәрҙә лә иренең ниәтенә ҡаршы сығыр һүҙ ҙә, дәлил дә тапманы Ҡәнифә. Уны телһеҙ һәм сараһыҙ иткәне – уртаҡ балалары юҡ. Уҡымышлы, абруйлы, хәлле Сөләймәнгә – эргә-тирәлә берҙәй булған, көрәштәрҙә бил бирмәгән, кәрәк ерҙә һүҙ ҙә әйтә, эшен дә башҡара белгән мәртәбәле, ғәйрәтле абышҡаға дүрт бисә алғанда ла гонаһ түгел икәнен дә аңлай. Заманында үҙе лә бит, ҡайҙалыр Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә уҡып ҡайтҡан был һөлөк кеүек белемле егеткә бер күреүҙән ғашиҡ булды. Сөләймән дә уның нескә һынын, муйыл ҡара күҙҙәренең иркә ҡарашын, йөҙөн аса биреп йәшерен йылмайып үтеүҙәрен аңғарманы түгел. Сибәр ҡыҙҙың ыңғайларын һиҙемләне лә, яусылап алып та ҡуйҙы. Бер көн дә үкенгәне юҡ шунан алып. Ире иркәләп-һөйөп, ҡурсып-тәрбиәләп кенә тора. Үҙе лә уны бер көн күрмәһә лә һағынып өлгөрә. Йәшәүҙәренә ете йылдан ашһа ла, аралары һаман да ҡайнар әле. Барыһы ла бар, бөтөн нәмә етеш кеүек. Тик ниңәлер балаға ғына уҙа алмай. Шунлыҡтан, иренең икенсе ҡатын тип ауыҙ асҡанын да кире ҡағыр хоҡуғы юҡ. Әммә йөрәген үтә лә яндырған бер нәмә бар бында. Ире күҙ һалған ҡыҙ – ауылда бер тигән сибәркәй. Уртаса ғына көн иткән Ғәҙелгәрәйҙең иркә кинйәбикәһе. Үткәндә йылғала кер сайҡағанда ғына ҡыҙҙар араһында һомғоллоғо, нәфислеге һәм әллә ниндәй бер илһамлы теремеклеге менән айырылып торған ҡыҙ баланы “Был ни еткән икән, кем бәхетенә үҫкәндер” тип күҙәтә биреп торғайны. Ә ул бына кем бәхетенә булмаҡсы! Тимәк, Сөләймән дә күреп-аңғарып йөрөгән һылыуҡайҙы... Ошо уйҙарынан үҙ алдына үҙе тоҡанып янып киткәндәй була Ҡәнифә. Бар һин, бүлешеп ҡара иреңде!

Бүлеште... Оло бикә булараҡ кырандаста ире менән ҡушарлап ултырып барып ҡыҙ йортонда никах уҡытып, мәһәр һалып, аяҡ аҫтына аҡ мендәрҙәр ташлап оҙатып алып, башлап йөрөп ихата эсендәге бәләкәй өйгә күсерешеп, урынлаштырышып бирҙе әле. Йола ҡушҡандың барыһын да үтәне. Артыҡ түшәлеп тә китмәне, әммә ирен кәмһетерлек, уның күңеленә хуш килмәҫлек бер ҡараш, бер ым да күрһәтмәне. Ире ҡуйынына йәш кәләш алған төндө түгелеп илап үткәрһә лә, ул оло йортҡа килеп ингәндә, урындыҡ ашъяулығына тәғәм-ризығын теҙеп сәйгә көтә ине инде.
Сөләймән бер нәмә лә булмағандай аяҡ салып ҡаршыға ултырҙы ла, нимәлер тип һүҙ башламаҡсы булып башын күтәргәс, оло ҡатынының ҡыҙарып шешенгән йөҙөн аңғарып ҡалды.
— Нимә булды һиңә, Ҡәнифә?
Нәфисә өндәшмәҫтән серәшеп сәй яһай ине лә, һатлыҡ йәштәре “суп-суп” итеп кәсәһенә тамды.
— Йә-йә... – иренең ошо йомшаҡ һүҙе таман ғына булды, ҡатын яурын аша һалған һөлгөһө менән битен ҡаплап сеңләп ебәрҙе. Ахырҙа Сөләймән тороп килеп ҡатыны янына ултырҙы. Яурынан һөйҙө. Унда ла тынысланмағас, кескәй бала шикелле итеп күтәреп алып алдына ултыртты ла, күкрәгенә ҡыҫты:
— Илама, Ҡәнифәм... Һин минең ошонда, йөрәгемдә генәһең. Илама, матурым... Һинең өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Йә, улайтма... Һин бит аҡылы ҡатын.
Ярһыуы баҫылып тынысланғас та иренең түшенә һарылып ултыра бирҙе Ҡәнифә. Тик артыҡ онотола алманы. Һиҙгер танауы абышҡаһының яурын, муйын тирәһенән ят еҫте тойҙо. Әскелтем-шәрбәтле бер хуш еҫ ине ул. Сит ҡатын еҫе...
— Мин сәйҙе эҫетәм. Бар һин теге... көндәшемде алып ин... Бөгөн ашлыҡ ташый башлайҙар тигәйнең бит, аҙыҡ йүнәтәһе бар.
Шулайтып һәүетемсә генә йәшәп киттеләр. Бығаса нисә быуын атай-олатай ошолай ғүмер иткәнде, ир нигеҙендәге бисә көнө шулай булғанды, яҙылған йолаһы ҡушҡанды, ир кәре көҫәгәнде бер Ҡәнифә генә үҙгәртә алмай ине.

Сөләймән әйткән һүҙендә торҙо. Йәш ҡатыны булһа ла Ҡәнифәһенә ҡарашын үҙгәртмәне. Элеккесә ҡалды. Шаштырып осондороп та ебәрмәй, теҙгенде ҡаты ғына тота, әммә иркә-наҙға һыуһатмай, иғтибарһыҙ ҡалдырмай ине. Кәңәшләшергә лә һәр ваҡыттағыса уны саҡыра, табын артында ла ғаилә мәсьәләләрен уға төбәп аңлата, күрһәтмәләрҙе, бойороҡтарҙы уның яуаплылығына һала. Ә иркә Кинйәбикәгә балаға ҡараған кеүегерәк көлөмһөрәп ҡарай. Тегеһе инде шундуҡ баштарын ҡыйшайтып наҙланып китә, керфектәрен төшөрөп ебәргән була. Аңғармай ҡаламы инде Ҡәнифә? Әммә сер бирмәй. Иренең алдында был тәтәй ҡурсаҡтан күпкә мөһимерәк, кимәле юғарыраҡ икәнде белдерә булып, әңгәмәне дауам итә:
— Ярай, шулайтырбыҙ. Әйткәнеңсә әҙерләп ҡуйырмын барыһын да.
Сөләймән дә уның баһаһын төшөрмәҫкә икәнде белә. Ҡарашына яһалма етдилек биреп, йәш ҡатынына ҡатыраҡ өндәшкән була:
— Оло көндәшеңде тыңла. Ҡушҡандарын теүәл үтә.
Тегеһе көндәшенә һиҙҙермәҫтән, күҙ ҡойороҡтары менән генә шаян ҡараш ата:
— Йә.

Ҡала баҙарында ашлыҡ, ағас һатып, сауҙа итеп, аҙна ятып ҡайтҡан ирҙе ҡатындары тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп көтөп алды. Ҡайҙа барғанда ла бүләкһеҙ ҡайтмаҫына өйрәнгән, унан бигерәк, үҙ-ара ла бүлешкеләре килмәгән абышҡаларының ситтә тағы берәйһенә күҙ һалып ҡуйыуынан ҡурҡып борсолған ҡатындарҙың күңеле тыныс түгел. Һәр береһе үҙ йортонда ултырһа ла, күҙҙәре оло урам ҡапҡаһында.
Алты мөйөшлө өй тәңгәленә яҡынлашып килгән пар аттар егелгән кырандасты, уның артынан эйәргән буш ылауҙарҙы ялсы булып йөрөгән үҫмер егет ҡапҡа асып ҡаршы алып тора. Ике ҡатын ике яҡтан тупһаларына сығып баҫҡан. Олоһо сабыр булырға тырышып, шәле менән түшен ҡымшыған. Йәше талпынып осорҙай булып алаҡанлай.
Сөләймән бер төктө бер ҡатынына, икенсе төйөнсөктө икенсе ҡатынына тотторҙо, бер төргәкте береһенә, икенсене икенсеһенә һуҙҙы. Шулайтып арбаһындағын таратып бөтөп барғанда, төктәр аҫтынан һуш китерлек ялтыр самауыр килеп сыҡты. Ҡатындары “Аһ!” итеп ҡалды.
— Самауыр алдым бит мин һеҙгә! – ир был ҡупшы бүләкте алып өҫкә күтәрҙе, — Ҡарағыҙ, ҡалай шәп!
Ҡатындары күҙҙәрен селт-селт иттереп үргә, уның ҡулындағы мөғжизәгә ҡарап ҡалды.
— Күрҙем дә, был нәмәне, хаҡына ҡарамай, бисәкәйҙәремә алып ҡайтайым әле, тинем, - тип ҡулын аҫҡа төшөрөүе булды, ике ҡатын ике яҡтан самауырҙың ҡолаҡтарын эләктреп тә алды. Береһе бер яҡҡа тартты. Икенсеһе үҙенә. Береһе ҡабаттан һөйрәне. Икенсеһе ысҡындырманы. Өлкәне дәрәжәһен белеп, һелкетәһенән йолҡоп алмаҡсы ине, йәше еңмешләнеп ике ҡуллап сат йәбеште. Бахыр самауыр аптыраған ирҙең күҙ алдында улай-былай ялпылданы. Тик көндәш көнөндәге бисәләрҙең алдына сығырлыҡ түгел ине, улар әр-тауышһыҙ ғына ышылдашып самауырға тартҡылаша торғас, уның бер ҡолағы айырылып китте лә, Кинйәбикә самауыр ҡосаҡлап артына ҡоланы. Шул ваҡыт ирҙең дә шаңҡыуын асыу алыштырҙы:
— Ы-ых! Албаҫтылар! – уның ҡулындағы ҡамсы һауала шыйлауға, бисәләре ике яҡҡа тороп ҡасты. Бары һыңар ҡолаҡлы еҙ самауыр ғына сиҙәме кибә башлаған ихата алдында аунап ҡалды. Баяғы кәштәлә ултырған еҙ самауырҙың был ғаиләгә килеп ингән көнө ине был. Ҡәнифә менән Кинйәбикә бүләк булып килгән көнө. Самауыр тарихтың башланған көнө...

Кинйәбикә ҡыҙ бала тапҡас, Ҡәнифә һыр бирмәйем тиһә лә, шул бәләкәй өйгә тартылды ла торҙо. Ахырҙа көндәшен сәңгелдәге-ние менән оло йортҡа күсереп алды, уныһы хәҙер үҙ өйөнә йоҡларға ғына сығып йөрөй башланы. Йәш ҡатын баланы еткерә ҡарамай кеүек булды ла торҙо олоһона. Шуға бәпесте күберәген үҙе бәпләне. Урындыҡ түрендәге көймәле бишектән саҡ ҡына өн сыҡҡанда ла көндәшенән алда ул барып етте һәм тырнап алып һамаҡлай ҙа башланы:
— Ә-әй, беҙҙең Сәлимәкәй уянған бит... Беҙҙең алтын балабыҙ ҙа һуң! Беҙҙең ҡупшыҡайыбыҙ...
Кинйәбикәнең икенсе ҡыҙына кендек инәй ҙә булып ҡуйҙы Ҡәнифә. Уныһын да биләп-бәпләп, һылап-һыйпап үҫтереп баралар ине, йә, Хоҙай (!) үҙе ауырға ҡалды...
— Көндәшем, - тине ул ҡыҙсыҡтарҙы мунса йыуындырып алып сығып, майлап-биләп ултырған бер кисте, — әллә мин йөклө инде...
Бәләкәсен имеҙергә тип һыңар түшен сығарған Кинйәбикә, балаһына имсәген ҡаптырырға онотоп уға төбәлде:
— Ыстағайым! – унан төҙәтә һалды, — Әлхәмдуллила!
Ҡәнифә ҡыйыуһыҙ ғына дауам итте:
— Нимәгә был билем ҡата ла ҡуя тиһәм... Эсем дә үҫкән һымаҡ. Һин берәй нәмә аңғармайыңмы миндә?
— Аңғарам да ул. Әле мунсала ла өндәшергә уйланым да, әллә оҡшатмаҫһың тинем, — Кинйәбикә эйгән һөткә сәсәп киткән сабыйының түбәһендәге йомшаҡ еренә өрҙө. Ҡәнифә уның был бәпәй имеҙгән илаһи мәлен күҙәтә биреп ултырҙы ла, хыялланып әйтеп ҡуйҙы:
— Бирһәсе Хоҙай миңә лә ошондайҙы...

Бирҙе. Бер-бер артлы өс ҡыҙ бирҙе уға ла Хоҙай. Бер-нисә йылдан биш ҡыҙҙың сар-соронан йорт ҡына түгел, ихата геүләп торҙо. Бар ине шәп саҡтар! Өй алдындағы сиҙәмдә ашъяулыҡ йәйеп ебәреп ризыҡланған, түшәктәрҙә балларҙы аунатып уйнатҡан, түрҙәге аҫыл ирҙе ике яҡтан һылап-һыйпап һыйлаған, иретеп йәбештерелгәндән бер ҡолағы саҡ ҡына ҡыйышыраҡ күренгән ялтыр еҙ самауырҙы пар борхотоп йырлатҡан, донъя хәл-әүәлдәрен һәүетемсә һөйләшеп, күңелдәре бәхеткә, йөрәктәре һөйөүгә мөлөдөрәм тулы булып көн иткәндәре... бар ине.

Уйламағанда ерҙә буталыш китте. Һәр хәлдә бисә тормошо менән йәшәгән Ҡәнифә менән Кинйәбикәгә был хәл көтөлмәгәндә кеүек булды. Илгә баҫып инеп, тапап килгән яңы хакимлыҡ – Совет власы, уларҙың ирен ҡабул итмәне. Уларҙың, типһә тимер өҙөрҙәй, бер усы менән ҡуй муйынын һындыра тоторҙай көслө, Ҡөръәнде яттан белгән уҡымышлы, оло ҡалаларҙа урыҫ-мишәр менән сауҙа итә алған таҫыллы ирҙәрен, тамаҡтары мәңге ашҡа туймаған, бер аршын ерҙе лә эш итеп тотона белмәгән, әлепте таяҡтан айырмаған, бығаса мәңге көнлөксө булып йөрөгәндәр дошман итте. Дошман итеп кенә лә ҡалманы, колхоздарына бер алып, бер сығарып этләй торғас, һөргөнгә һөрҙөләр.
Яҙмыштары хәл ителеп, иртәгә оҙатылалар тигән кисте Сөләймәндәргә бер егет менән урта йәштәрҙәге ир килеп инде. Төйөнсөктәрен төйнәү, кейем-һалым барлау менән булған ҡатындарын саҡырып алды Сөләймән.
— Бына ошо егеткә Сәлимәне биреп китәм. Был минең балалыҡ дуҫым Абдрахман, Абдулла уның улы, - тине.
Ҡәнифә ауыҙын ғына баҫты, Кинйәбикә илауланы:
— Ун дүрт йәшлек баламды... Ҡуй, ҡалдырмайыҡ!
Тик Сөләймән был эште хәл иткән һәм кире уйлайһы түгел ине:
— Ҡайҙа алып китерҙәрен дә белмәйбеҙ. Ҡайҙа, нимә көтә? Исмаһам бер балабыҙ бында ҡалһын. Абдрахман ҡыҙымды ҡаҡмай-һуҡмай ҡарармын тине, мин уға ышанам.
Етди ҡиәфәтле ир ҙә, баҙыҡ ҡына сырайлы буйсан егет тә уның һүҙҙәрен йөпләп баш ҡағып торҙолар.
— Ни күрһәк тә бергә күрер инек әле... – Кинйәбикә сигенмәҫтән ине, ире өҙә һуҡты:
— Булды. Тамам. Әҙерләгеҙ ҡыҙҙы, никахты үҙем уҡыйым.
Ике ҡатын зар илашып өлкән балаларын ете-ят кешеләрҙең санаһына ултыртты ла ебрәҙе. Төн йөҙөндә йәшереп кенә ҡылынды был эш. Ә иртәнсәгенә уларҙың үҙҙәрен ике сана итеп тейәп алып сығып киттеләр. Эт күрмәгәнде күреп, михнәт һурпалары эсә-эсә, асығып-туңып, ай һуҙымында йөрөнөләр юлда. Барып ҡолаған ерҙәре Иркутск өлкәһенең бер ҡаласығы ине.
Ҡайғы-михнәттән былай ҙа миктәгән ҡатындарҙы тағы ла шаңҡыта һуҡҡан аяуһыҙ бер хәл көтә булып сыҡты бында. Лагер начальнигы Сөләймәнгә ҡатындарының береһен айырырға ҡушты. “Совет власында күп ҡатынлылыҡ юҡ”, - тине ул. Ир баҙап ҡалды. Ҡатындарына алмаш-тилмәш баҡты. Русса аңламаған улары тексәйешеп тора бирҙе. Аңлатып әйткәйне лә, һаман күҙҙәрен киң асып төбәлеп тороуҙарын дауам иттеләр. Был хәбәр уларҙың баштарына ла, аңдарына ла һыймай ине! Ахырҙа начальник иртәгәгә тиклем мәсьәләне хәл итергә ҡушып, барыһын бергә ҡыйшайған алама йортҡа индерҙе.
Күптән хужаһыҙ торған өйҙө йыйыштырып, мейесен төтәтә-төтәтә яғып, балаларҙың тамағын ялғатып һалғас, ҡатындар ирҙәре ҡашына килеп ултырҙы. Өсөһө лә үҙ алдына төбәлеп тынып ҡалды. Күпмелер ваҡыттан һуң Ҡәнифә телгә килде:
— Мине айыр, Сөләймән.
Сөләймән һуңғы көндәрҙә ярты ғүмергә ҡартайып ҡалған, хәсрәтенән ҡарайып ҡатҡан йөҙөн күтәрҙе:
— Нишләп һине?
Ҡатын дауам итте:
— Кинйәбикә йәш. Уға яңғыҙ ауыр буласаҡ...
— Һин дә унан ете йәшкә генә оло. Һин дә бисә кеше.
— Мин бит ҡатыраҡ... Мин түҙә алырмын ул.
Ир ҡатындарына тағы ла алмаш-тилмәш ҡарап алды.
— Берегеҙҙе лә айырмайым. Һеҙ минең хәләл бисәләрем.
Кинйәбикә түгелеп илап уҡ ебәрҙе:
— Мин бер көн дә йәшәй алмам һинһеҙ... Йылғаға төшәм дә батам...
— Сеү! Юҡты һөйләп! Ана, балларҙы уятаһың, — Ҡәнифә уҫал шыбырлап уны тыйҙы. Унан иренә өндәште, — Ҡалайтабыҙ улайһа?
— Һине икенсе ергә күсерергә кәрәк булыр, Ҡәнифә. Балалар бында ҡалыр. Тик талаҡлап айырмайым. Һин минең ҡатыным булып ҡалаһың һәм, онотма, мин теге донъяға китмәйсә, һиңә минән ирек юҡ.
Тағы ла тынлыҡ урынлашты. Унан был һөйләшеүҙе Ҡәнифә йомғаҡлап ҡуйҙы:
— Ярай, Сөләймән, шулай булыр.

Сөләймән күмер шахтаһында эшләне. Таң ҡараһынан китте лә, төн йөҙөндә арманһыҙ булып, тештәре генә йылтырап ҡайтып инде. Кинйәбикәне урам һепереүсе итеп ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар уға ярҙамлашып эргәһендә йөрөнө. Ҡәнифәне ҡаланың икенсе осондағы ҡатын-ҡыҙҙар барагына алып барып тыҡтылар. Ул тимер юлдары һаҡсыһы булып китте. Ял тура килеү менән көндәше, балалары янына йүгерҙе, әллә ниҙә бер танһыҡҡа ғына ирен дә тура килтерҙе. Һағынышып күрештеләр ҙә, йән өҙөшөп тағы айырылыштылар. Бер мәлгә генә теге еҙ самауырҙы тирәләп йыйылдылар ҙа, тағы бүленешеп киттеләр. Шулай йылдан ашыу йәшәгәс, Ҡәнифә ауырға ҡалды. Инде хәлде йәшереп булмай башлағас, Сөләймән уны етәкләп алып әлеге начальникка инде.
— Иптәш начальник, ҡатыным төнгө ҡарауылда йөрөрлөк хәлдә түгел. Зинһар, уны минең яныма кире ҡайтарығыҙ, - тине.
Начальник берсә инде ҡорһағы бүлтәйеп сыҡҡан ҡатынға, берсә иргә баҡты:
— Һин был ҡатынды айырғайның түгелме һуң?
— Мин айырыу менәнме ни... Аллаһы Тәғәлә айырмағас, - тине лә һалды Сөләймән.
Ҡулындағы тәмәкеһен өйөрөлтөп нимә тип яуапларға белмәне начальник та. Был мәсьәләлә ул да көсһөҙ ине.
— Ҡалайтаң... Алаһың инде кире. Был хәлдә һинең ҡатының кемгә кәрәк?
Ҡайтып еткәнсе иренең беләгенә аҫылынып, һөйөнөсөнән илай-көлә килде Ҡәнифә. Ә өйҙә уны зыу ҡубып көндәше менән ҡыҙҙары ҡаршы алды. Ике бисәһенең ҡосаҡлашып илашҡандарын күреп Сөләймәндең дә күҙҙәренә йәш тулды.

Бәлә тағы ла көтөлмәгәндә килде ҡатындарға. Бер көн Сөләймән киткән еренән ҡайтманы ла ҡуйҙы. Иртәнсәккә Ҡәнифә менән Кинйәбикә ҡара таңдан урамда торалар ине инде. Улар кеүек ирҙәрен көтөп ала алмай һағайып завод юлын күҙәткән ҡатын-ҡыҙ ҙа аҙ түгел. Ике көнлөк билдәһеҙлектән һуң шахта емерелгән дә, эшселәрен баҫҡан тигән дәшһәтле хәбәр таралды. Көндәштәр был яңылыҡты ҡабул итмәне. Уларҙың бәһлеүән ирҙәренә нимәлер булыуы мөмкин түгел ине. Бер ниҙән дә ҡурҡмаған, хатта әллә ниндәй начальниктарҙың да йөҙөнә тура ҡарап һөйләшә алған, бер үҙе биш кешенең нормаһын тапшырып йөрөгән абышҡаларына нимә булһын?.. Тип һөйләшкән булдылар үҙ- ара. Бер-береһен тынысландырҙылар. Наҡыҫ ҡына тамаҡтарын ҡырҡ йылытып, ирҙәренең алмаш кейем-һалымын ҡырҡ тотоп ҡарап - һалып, йә ултырып ашай, йә йоҡлай алмай йөрөшкәндә, Сөләймәндең алаптай кәүҙәһен индереп иҙән уртаһына һуҙып һалып киттеләр...
Ҡәнифә ирен нисек итеп ерләгәнен дә, нисек йыназалар уҡытып-тәрбиәләп ҡуйғанын да яҡшылап хәтерләмәй. Бөтөн был мәшәҡәттәрҙе үҙе ойоштороп башҡарһа ла, нескә генә иңдәрендә күтәреп сыҡһа ла, аңы томаланған хәлдә булғайны ла ҡалғайны. Ә Кинйәбикә ҡырҡылған кеүек булып Сөләймәндең өҫтөнә ҡолаған булһа, шунан тора алмай ятты ла ҡуйҙы. Аяҡтары тыңламаҫ булды ҡатынды. Шулай итеп Ҡәнифә ҡулындағы дүрт ҡыҙ бала, өс йәшлек кенә улы һәм түшәктә ятҡан көндәше менән тороп ҡалды.
Әммә афәт яңғыҙ килмәгән булып сыҡты. Шул яҙ ҡалала көслө ҡыҙылса ауыры таралып, бер-бер артлы ҡыҙҙарҙың икәүһен алып китте сир. Шул ҡайғыларҙан баш ҡалҡытып та өлгөрмәнеләр, берҙән-бер улдары һалҡын алдырыуҙан мандый алмай һыҙылып ҡына йән бирҙе.
— Эй, Хоҙайым... Сөләймәнебеҙҙең төҫ кенәһен ҡалдыр инде... Алма инде, Хоҙайым, улыбыҙҙы... – тип баланың ике яғында сеңләгән ҡатындарҙың зарын нишләптер ишетмәне күктәге. Улай тиһәң, ил буйынса шулайтып зар булғандар аҙ түгел ине шул ул заманада. Ҡайһыһын аярға, ҡайһыһын алырға ла белмәгәндер инде ул да.

Тағы ла ике йылдан Ҡәнифәгә ярлыҡау килде. Ғәйебе юйылған булып сыҡтымы? Һәр хәлдә ҡатын үҙенең һәм ғөмүмән уларҙың һәм үҙҙәре кеүек ошонда михнәт сиккән меңәрләгән халыҡтың нимәлә ғәйепле икәнлеген дә төшөнә алмай ине ул. Ҡалай ҙа уға ҡайтырға рәхсәт булды. Аяҡҡа баҫып эшләп йөрөгән Кинйәбикәгә был ҡағыҙ юҡ ине әле. Ҡатындар ултырып кәңәшләштеләр ҙә, Ҡәнифә булған ғына аҡсаларын төйнәп тотоп, ике ҡыҙын эйәртеп юлға сыҡты. Ә Кинйәбикә буҫлығып илап поезд артынан йүгерә торғас, һөрлөгөп ҡолап ятып ҡалды...

Сәлимә ҡыҙҙары килен булған йортҡа ҡайтып төштө Ҡәнифәләр. Сөләймәндең балалыҡ дуҫы булған Абдрахман уларҙы бер мөйөшөнә һыйындырҙы. Сәлимәләре Кинйәбикә кеүек һылыу ҡатын төҫөнә инеп, туптай ике бала әсәһе булып йәшәп ята ине. Уға ҡарап бер һөйөндө, тегендә ҡалған көндәшен уйлап бер көйөндө ҡатын. Тик ҡалайтырға ла сараһы юҡ.

Ҡайтҡас та колхозға эшкә сыҡты. Үҫмер ҡыҙҙары ла ҡул аҫтына инде. Яйлап саман өй һалып алдылар. Һауын кәзәһе һатып алдылар. Тинләп аҡса йыйҙылар. Уларҙың нимәгә йыйғандарын белгән Абдрахман да, кейәүҙәре Абдулла ла хәлдәренән килгәнсә ҡушылды. Тағы ла ике йыл тигәндә, ярайһы хаҡ йыйылып, Кинйәбикәгә ебәрелде. Ул был аҡсаға “вульный” ҡағыҙы һатып алып, көндәше иптәшкә тип ҡалдырған еҙ самауырҙы төрөп ҡосаҡлап, ҡанатланып ҡайтыу яғына осто. Тағы ла нисәлер көндән, көндәштәр саман өй иҙәнендә бергәләп сәй эсә, Сөләймәндәрен иҫләп, хәтирәләрен яңыртып, илашып-йырлашып, һөйләшеп туя алмайҙар ине.

Йәш үк булмаһалар ҙа, оло ла түгел ине әле ҡатындар. Икеһе лә төҫ һалмаған. Яҙмыштарына үс иткән шикелле, һаман һомғоллоҡтарын да, йөҙ-төҫ нәфислектәрен дә ташламаған инеләр. Күҙ ҡараштарында ла осҡон, сәм бар. Өҙә баҫып, яндыра ҡарап йөрөйҙәр әле. Ҡайһы ирҙәр уфтанып: “Ҡатын һайлай белгән бит был Сөләймән”, - тип ҡуймай ине шул бушҡа ғына.
Ел ҡапҡаларын яусылар ҙа аҙ асманы. Бигерәк тә Кинйәбикәне һоратты бер әҙәм. Өҙмәне лә ҡуйманы. Тамсы тама-тама таш тишә тигәндәй, димсе әбей Ҡәнифәне лә көндәшен өгөтләргә күндерҙе.
— Көндәшем, икәүләшеп ултырып ҡартаймайыҡ инде улайтып. Яҡшы ғына ир һората, донъяһы теүәл... Ҡыҙҙар минең менән ҡалыр, күрше ауыл ғына, килеп йөрөрһөң, - тип әйтә-әйтә, ризалатып ҡуйҙы. Бер көн килеп теге ир арбаһына тейәп алып китте Кинйәбикәне. Йөрәгенән әллә нимәһен өҙөп биреп ебәргәндәй булһа ла, шулай кәрәк, йәшәү дауам итә, тип уйлап йыуанды Ҡәнифә. Икәүһенең берәүһе бәхетле була алырға тейеш тә һуң!

Ай самаһынан, таң алдынан, ҡатындың ишеген һаҡ ҡына итеп кемдер ҡаҡты. Ҡәнифә ишек ярығына ауыҙын терәп шыбырланы:
— Кем ул?
Тыштан яуап юҡ.
— Кем тейем? Хәҙер тәртешкә тотоп сығам!
— Мин, көндәшем, ас.
Келәне ырғытып ебәрһә, тупһала Кинйәбикә ултыра. Ҡәнифә уның янына сүгәләне:
— Ни булды? Нишләп былай?
Кинйәбикә уға ҡарамай ғына ауыр көрһөндө:
— Ҡайттым... бына. Йәшәй алмайым уның менән. Йәнем дә, тәнем дә тартмай... Ҡыума мине. Күҙ алдымда Сөләймән тик тора... Уның кеүеге юҡ та, булмаҫ та.
Ҡатындар шымып ҡалды. Икеһенең дә ҡарашы һыҙылып яҡтыра башлаған офоҡҡа төбәлгән.
— Сөләймән мине кисерә алыр микән?.. Нисек уйлайһың? – ултыра торғас шундай һорау бирҙе Кинйәбикә.
Ҡәнифә башын бороп уның ҡыҙарған йөҙөнә баҡты. Юл буйына зыулап илап килгәндер инде. Илаҡ ҡына бит уның йәш көндәше.
— Кисерер, нигә кисермәһен. Был донъяла кисермәй торған хәл юҡ... – унан тегеһенең һыуланып сикәһенә йәбешкән сәстәрен һыпырып ҡуйҙы ла, йылмайып өҫтәне, — Үҙем һөйләшермен Сөләймән менән, мин өгөтләп башын бутаным, кисерә күр беҙҙе, тип әйтермен.
Сәлиха оло көндәшенең яурынына терәлде.

Ҡәнифә менән Кинйәбикә әбейҙе ауылда күптәр апалы-һеңлеле тип уйланы. Улар яҙмышын белмәгән йәш быуын, ғүмер буйы бергә йәшәгән, бөтә ергә лә парлашып йөрөгән был ике ҡарсыҡты бер-береһенә нимә бәйләгәнен дә төшөнмәне. Ҡыҙҙарынан таралған быуындар сылбырында ла улар тарихы бер риүәйәт кенә булып ҡалды. Бүлә-бүләсәләре ҡаһы саҡ кем кемдең өләсәһе икәнлекте асыҡламаҡсы булып һорашҡанда ла, ҡарсыҡтар өҙә генә яуап бирмәне.
— Өләпсәгеҙ кемебеҙ булғанда ла, олатағыҙ Сөләймән ине. Донъяла бер тигән ир ине!
— И-ий, беҙҙең Сөләймән ул ҡандай ине! Килеп инһә түбәһе өрлөккә төкөп торор ине...
— Икебеҙҙе ике беләген ултыртып күтәреп алыр ине...
— Уның кеүек аҙаматтар юҡ шул хәҙер...
— Э-эй, беҙҙең Сөләймән ине... мирҙа берәү ине...

...Шуларҙың барыһын да иҫләй еҙ самауыр. Бер нәмәһен дә, бер көнөн дә, бер генә мәлен дә онотмаған. Ете-ят ерҙәр ҡуйынында ятып ҡалған Сөләймәнен, бындағы зыяратта йәнәш ерләнгән көндәштәрен һағына. Асылда, таш келәттә уның ҡоро кәүҙәһе генә тотҡон булып ултыра. Ә йәне күптән икенсе донъялағы, бәхетле донъялағы хужалары янында.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: