Һуңынан күркәм кафела туй кисәһе дауам итте, беҙгә иң өлкәндәр өҫтәлендә урын тәғәйенләнгән ине, табындаштарыбыҙ менән танышып, шау-гөр килеп байрам иткәндә лә тирә-яҡҡа ихтибар бирмәнем, йә йәштәрҙе тикшереп, күҙәтеп ултыра тиерҙәр.
. Йәштәрҙе ҡотлап, тормош юлын башлап китергә ярҙам йөҙөнән һәр кем бүләктәрен тапшыра башланылар. Көтмәгәндә таныш фамилия, исемде иғлан иттеләр, шул бит, минең яҡын дуҫым даһа, һуңлап килгәндәрҙер күрәһең. Йөрәкһеүҙән уларҙың кейәүгә нисек туғанлығын да ишетмәнем, тартыныуҙы ла онотоп уларға төбәлгәнмен.
. Ярты быуатҡа яҡын ғүмер үтһә лә бер ҙә үҙгәрмәгән, һаман да нескә бил, нәфис кәүҙәгә килешеп торған оҙон еңле күлдәк, был уның тыйнаҡлығын ғына биҙәй төҫлө, нурлы йөҙөндәге йылмайғанда соҡорайып торған урындары ла шул көйө, тик сәстәрен генә киҫтергән икән, икегә үрелгән толомдар урынында килешле причёска уның сибәрлеген тағы ла арттыра төшә.
. -Вәсиләәәә...-ирекһеҙҙән ауыҙымдан сыҡҡан исемен ул дә ишетте буғай, һәр хәлдә миңә шулай тойолдо, телмәрен һөйләп бөтөү менән беҙҙең өҫтәл яғына ыңғайланы, мин дә уға ҡаршы сыҡтым. Бер беребеҙ менән ҡосаҡлашып байтаҡ торғанбыҙҙыр, һөйләшергә һүҙҙәр ҙә юҡ ине. Йәштәрҙе ҡотлар өсөн хәҙер беҙҙе саҡырҙылар, беҙ бабай менән алға сыҡтыҡ, улар үҙ өҫтәленә юнәлделәр. Тәьҫораттарҙан әйтер һүҙҙәрҙе лә онотоп ябай ғына һүҙҙәр менән йәштәрҙе ҡотланыҡ.
. Өҫтәл артында ултырғанда ла уйҙарым тик Вәсилә тирәһендә булды, хәтер төпкөлөнән хәтирәләр ҡалҡып сыҡты.
. Бәләкәй саҡтан бергә үҫмәнек беҙ, бары алтынсы синыфта ғына интернат мәктәптә осраштыҡ, икебеҙ ике ауылдан килеп уҡығайныҡ. Ҡапма ҡаршы холҡло булһаҡ та ниңәлер эстәге биреләребеҙ килешкәндәрҙер, тәүҙән үк бер беребеҙҙе яҡын күрҙек. Ул тура һүҙле, оҡшамағанын кешенең күҙенә бәреп әйтер ҡыҙ ине, ғәҙел, намыҫсан, тырыш, сәмсел ҡыҙ булып урта мәктәпте тамамланы. Ауылдан бергә килеп уҡыған ауылдаштары унан бер аҙ шөрләгәндәрҙер ҙә, ниңәлер улар араһында яҡын әхирәттәре булғанын да хәтерләмәйем. Ә бына ҡылыҡ-фиғелдәребеҙ төрлө булһа ла бер беребеҙгә тартылғанбыҙҙыр, һәр саҡ бергә була инек. Ул үҙенә оҡшаған зауыҡлы кейемдәрҙе генә кейергә тырыша, мин кәүҙәмә һыйғанына, уңайлы булғанына ихтибар итәм. Миңә уҡыу еңел бирелһә лә уҡыуға илтифат бирмәйем, Вәсилә тырышып ентекле дәрестәргә әҙерләнә, сәмләнеп ярыштарҙа ҡатнаша, мин яңғыҙлыҡты үҙ күрәм.Ул мине тәртипкә, эштәрҙе эҙмә-эҙлекле башҡарырға өйрәтергә тырышһа ла, минең быға һис теләгем дә булмағандыр, йыш ҡына унан әрләнеп үпкәләп йөрөгән саҡтарым да булды, әммә уның һүҙенең дөрөҫлөгөн тойоп һәр саҡ уға тартылдым.
. Туй мәжлесендә осрашып һөйләшергә бер аҙ яйын таптыҡ шулай ҙа, һуңынан мин уларҙы үҙебеҙгә саҡырҙым, балаларҙың өйҙә юҡ сағы, үткәндәрҙе хәтерләп һөйләшеп ултырырға ниәтләнек.
. Туй күстәнәстәре менән тәмләп сәй эскәс ирҙәр йоҡларға яттылар, беҙ Вәсилә менән таңға ҡәҙәр һөйләшһәк тә хәбәрҙәребеҙ бөтмәне.
. Минең тормош юлым ябай ғына, һәммәһенә таныш ауыл тормошо, ә Вәсилә үҙ тормошон бәйәнләгәндә күкрәгенән сыҡҡан иңрәү йөрәктәргә үтте, яҙмышынан әрнеүҙән йәне илай төҫлө, юҡ, күкрәге менән генә һулҡылдап, күҙ йәштәрен түкмәй генә һөйләне ул, эске һағыш, һағыныу, һыҙланыу аша, оло мөхәббәтен һөйләне ул үткән тормошондағы.
. Үтә сибәр булды ул мәктәп йылдарында, кисәләрҙә өйөрөлөп-өйөрөлөп бейергә яратты, тура һүҙле, теҙгенде һәр саҡ ҡыҫҡа тотҡан ҡыйыу ҡыҙға егеттәр артыҡ яҡынлай алманылар, әммә Вәсилә һәр береһе менән ихлас аралашты, алсаҡ һөйләшә ине. Сибәр булһа ла тәкәбберлекте ене һөймәне, матурлығы менән һауаланманы.
. Мәктәпте тамамлағас та юлдарыбыҙ айырылды, урыҡ-һурыҡ ике ҡыҙҙары тыуған, иптәше мәрхүм булған, икенсегә кейәүгә сыҡҡан тигән хәбәрҙәр генә ишетелде, бәлки үҙем дә тормош мәшәҡәттәре менән ҡыҙыҡһынмағанмындыр.
. Төҙөлөш һөнәрен үҙләштергәс ҙур ҡалала эш башлай Вәсилә, ошонда уҡ бергә эшләгән егеткә ғашиҡ була. Башҡалаға осоусы булырға хыялланып килгән егет һынауҙарҙан үтмәгәс киләһе йылға имтиханға ҡәҙәр эшләп торорға төҙөлөшкә эшкә килә, Вәсиләне осратҡас уның сибәрлегенә башкөлләй ғашиҡ булып, бөтә булмышын эшкә егеп үҙенеке итә.
. Йәшлек хыялы, осоусо булырға теләүе тормошҡа ашмай, Вәсилә ауырға уҙғас, егеттең ауылына ҡайтып бәләкәй генә кисә үткәрәләр, бөгөнгө туй кисәһендә аҡ күлдәк кейгән, уртала бейегән кәләш менән кейәүгә һоҡланып, күҙ йәштәре менән күҙәткәнен абайлағайным, үҙенә яҙмаған туй күлдәген кейергә.
. Башҡалала яңы өйләнешкән, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтарҙан ғына күрһәткән, бер береһенә ғашиҡ йәштәргә үҙҙәре эшләгән ойошма бер бүлмәле фатир бирә, йорт төҙөүселәргә сиратһыҙ бүленә. Икенсе ҡыҙҙары тыуғас өс бүлмәлеһе тәғәйенләнә, унда барлы-юҡлы мебелдәре менән күсенгәс, туғандарын йыйып өй туйларға йыйыналар.
. Әҙерләнгән ваҡытҡа ҡунаҡ йыйырға насип булмай уларға, шул уҡ башҡалала йәшәгән иренең бер туған апаһы тыуған көнөнә мәжлес йыя, ауылдан ҡайны-ҡәйнәһе лә килергә йыйына икән.
. Ниңәлер күңелем һиҙенгәндәй барғым килмәне, тип һөйләне Вәсилә, ирем эштән йыш һалмыш ҡайта башлағайны, шуныһынан да биҙерәгәнмендер, төҙөлөштә бергә эшләгән дуҫтары күп, кемеһенең тыуған көнө, кемдер премияһын йыуҙыра, береһенең балаһы тыуған.Осоусо булырға хыялланһа ла имтиханға башҡаса бара алманы, эштән китһә фатир мәсьәләһе ҡалҡасаҡ, икәүләп бер ойошмала эшләгәс тиҙерәк биреләсәген белә инек. Шулай ҙа иремдең бөтә һөйләгәне ,, осоу" һүҙенә бәйле булды, ,, Кәләш, яныңа осоп ҡайттым", йәки ,, Күҙемдән генә осоп бараһың" тигәндәй һүҙҙәрҙе ҡабатларға яратты. Ныҡ көнләшә ине, быны үҙе яратыуымдан тип аҡлана килде, һәр осраған кешенән, аралашҡан ирҙәрҙән ҡыҙғанып йәнемә тейҙе, һуңға табан ҡул күтәрергә лә тартынманы, аҙаҡтан был ғәҙәти хәлгә әүерелде.
. Хәҙер үҙем дә аптырайым, бер кешенең күңелендә шул тиклем ярһып яратыу, бар күҙәнәгең менән бәйләнгәнлек, туймаҫтай булып һөйөп-һөйөлөү, һәм шул уҡ ваҡытта ышанмаусылыҡ, асыу, нахаҡҡа рәнйетеү, кәмһетеү, ҡол итеп тоторға теләү нисек яраштылар икән. Булмаған сәбәп табып ҡыҙғанып туҡмағандан һуң төндәр буйы ярһып яратырға һәләтле ине, эштән арып-талған саҡта ла икмәк алырға сыҡҡанда ла көнләшеүҙән эйәреп магазингә сығыр булды, йәнәһе минең кем менәндер осрашыуым мөмкин. Нисә тапҡыр уны ғына яратыуым, хыянат итергә уйымда ла юҡлығын аңлатып ҡараным, ғәфү үтенә, артынса уҡ насар һүҙе менән йәнемде рәнйетә.
. Ул ваҡытта ҡунаҡҡа дәртләнеп йыйынды, ҡәйнәмдәрҙең ауыл күстәнәсен тейәп килере билдәле ине, киләһе ялға үҙебеҙгә саҡырып ҡайтырға һөйләштек.
. Балаларҙың береһен күтәреп, икенсеһен етәкләп автобуста барырға сыҡтыҡ, бер ҡалала йәшәһәк тә аралар алыҫ ҡына, һуңға ҡаласағыбыҙҙы белгәнлектән йоҡлап ҡайтырға ла килештек.
. Беләһең бит, электән бейергә яраттым, кейәүгә сыҡҡас әҙәп һаҡлап иремдең туғандары алдында бер ваҡытта ла бейегәнем булманы, ҡорһаҡлы йөрөгәндә нисек бейейһең, унан бәләкәй имсәк бала менән, был юлы ҡайынбикәләрҙә ниңәлер дәртләнеп бейергә төштөм, миңә ҡаршы сәпәкәйләп өй хужаһы бейене, ирем шул саҡта бер туған еҙнәһенән ҡыҙғанып минең битемә килтереп һуҡты. Минең ғәрләнеп илауым бары уны ярһытты ғына, бөтөнләй ҡыҙып китеп мине типкеләй башланы. Ҡайным, ҡәйнәм мине саҡ аралап алдылар, ул мине һаман да еҙнәһе менән уйнашлыҡта ғәйепләп насар һүҙҙәр менән һүгенеп әрләй, туҡмарға ынтыла башлағас, апаһы мине күмәк балалар йоҡлаған бүлмәгә индереп улар араһына йәшереп, ишекте тыштан бикләне.
. Уның ярһып мине эҙләгәне, һүгенгәне оҙаҡ ҡына тынманы әле, кемдер тынысландырырға тырышып араҡы ҡоя, йәнәһе иҫерһә йоҡлар, икенсеһе, мине тышҡа ҡурҡып сығып китте, тиеп уны әүрәтә. Хәҙер был мине эҙләп сығырға тышҡа ынтыла, уға инәләләр, тоторға, тынысландырға тырышалар, ҡапыл бөтәһе лә тынып ҡалды, минең күҙ алдымда ирем пәйҙә булды, ,,Мин остом..."Асыҡ ишеттем был һүҙҙәрҙе, өнөммө, әллә төшөммө, фатирҙа тынлыҡ.
. Аһ-зар, сеңләп илау, ишектәрҙең асылып ябылыуынан күңелем ниҙер булғанын һиҙҙе, ишек тыштан бикле булғанлыҡтан сыға ла алмайым, туҡылдатырға, һөрәнләргә йоҡлап ятҡан балаларҙы уятырмын тип ҡурсыйым.
. Ишек асылыу менән ҡайынбикәнең ағарынған йөҙө күҙгә салынды, телем аңҡауыма йәбешкәнлектән һораша ла алмайым.
. -Ҡустым осто, тәҙрәнән һикерҙе, туғыҙынсы ҡат....-аңһыҙ булған ҡайынбикәне аша ашатлап аш һыу бүлмәһенә югерҙем. Тәҙрә өлгөһө ярылған, бөтәһе лә тышҡа сыҡҡандарҙырмы, береһе лә күҙемә салынманы. Башҡаһын хәтерләмәйем, нашатыр еҫенә аңыма килдем, өйгә милиция, табибтар тулған, һәммәбеҙҙән һорау алып ҡағыҙҙар тултыралар.
. Ишектән сыға алмағас мине эҙләп сыҡмаҡсы булғанмы, иҫерек булғанлыҡтан тәҙрәнән һикергәнме, бәлки үҙе үк үлергә теләгәндер, асыҡлыҡ индерә алманыҡ, барыһы ла яҡын туғандарының күҙ алдында. Туғыҙынсы ҡаттан ергә төшкәнсе стенаға ҡан таптары сәсерәгән ине, быны тәҙрә быялаһына йоҡо артерияһы ҡырҡылған булыуы менән аңлаттылар, ергә төшкәндә үк үлгән булыуы ихтимал.
. Ғүмер буйы үҙен көнләшкән ир менән йәшәп һаулығын бөтөргән ҡәйнәм ауыр кисерҙе улының аңһыҙ үлемен, шулай ҙа миңә терәк булырға тырышты, балаларымды ташламаны, ярҙамынан өҙмәне.
. Өй туйларға йыйынған табынға иремдең ҡырҡын үткәрҙем, ерләүҙе ҡайнымдар ауылда ойошторҙо.
. Үлгәс тә тыңғы бирмәне, йоҡларға ятыу менән шәүләһе осоп килә ине, төндәр буйы яратып сыға, уның бөтмәҫ дәртенән таңғаса йоҡлай алмайым, иртәнсәк бөтә тәнем иҙелеп, арып торам. Һуңға табан нервыларым ҡаҡшай башлағанын тоя башланым,. балаларҙың ҡылыҡтарына ла һис сәбәпһеҙ асыулана, ярһый инем.Кешенән ипләп кенә, артыҡ асылмай ғына һорашам, ҡырҡ көнө тулһа китә ул тип тынысландырҙылар, китмәне, илле бер көнө үтте, һаман килә. Шуныһы әле, хәҙер уның килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам, уның бөтмәҫ наҙҙары бар булмышымды биләй, ярһыу дәртенең туҡтамауын теләйем.Былай мәңге булмаҫҡа тейешлеген күңелем аңлай, мәсеткә барып хәйер биреп аяттар бағышлатам, ул көнө тағы ла асыулыраҡ, аяуһыҙыраҡ ҡылана, һуңға табан уның менән аралаша, һөйләшә үк башланым.
Башҡалаға юлдары төшкәндә ҡайным менән ҡайным балаларҙы күрергә тип килгәндәр. Минең һарғайып һурыҡҡан йөҙөмдө, балалар туҙыратҡан бола өйөмдө күргәс, һораша, төпсөшә башланылар. Истерикаға бирелеп уларға мәрхүм улдарының килеүен, төндә осрашыуыбыҙҙы һөйләнем. Мине үҙ ауылдарына бергә барырға күндерҙеләр, уларҙа саҡта ниңәлер һәр ваҡыт тәнемә көсөм етмәй йоҡом ғына килде. Беренсе тапҡырға уларға килгәс бер ярҙамым теймәй өс көн, өс төн йоҡлағанмын, улар балаларҙы тәрбиәләгән. Шунан һуң ғына тынысланып ҡалдым, күҙем асылып йәшәүгә әйләнеп ҡайттым. Йылдар үтеү менән генә уларҙың һөйләүе буйынса көслө мулла саҡыртып мине өшкөртөүҙәрен, улдарының ҡәберенә ағас ҡаҙаҡ ҡаҡтырыуҙарын белдем, үҙемдең хәтеремдән юйылған. Ҡайнымдың туғандары балаларға атай булырҙай яҡшы тормош юлдашы табырға кәңәш иттеләр. Ирем менән улыбыҙ тыуыуын теләгәйнек, хәҙерге аҡылым менән ярай холҡо менән уға оҡшаған ир бала тыумаған тип ҡыуанам, тормошомдо тик ҡыҙҙарыма арнаным.
. Балалар үҫеңкерәгәс үҙ эшемә сыҡтым, әммә бергә эшләгән яҡын дуҫ ҡатындарымдың миңә ҡараштары ҡырҡа үҙгәрҙе. Яңғыҙ ҡатын булараҡ ҡасан минең исемем сығыуын көттөләр, ғаиләлеләр ирҙәрен ҡыҙғанды, өндәшмәй уйсан йөрөһәм һауалы, үҙ яйыма йәшәһәм эре, көлһәм ирҙәргә ҡыйшаңлай, һүҙ ҡушҡан ирҙәр менән һөйләшһәм, уйнашлыҡта ғәйепләнеләр. Үҙемде нисек тоторға белмәнем, улай ҙа ярамай, былай ҙа килешмәй. Төндәрен ғәрләнеүҙән илап сыға инем, артымдан йөрөгән егеттәр булды ул, тик күңел үҙ ишен һайлай, йән тартҡанды һайлағы килә.Шул уҡ ваҡытта иргә арҡа терәп, ҡурсалаулы йәшәге лә килә.
. Был иремдең ғаиләле икәнлеген белә инем, аралашырға теләһә лә баштан яҡынлатманым. Йылдар үткәс кенә минең әкренләп күңелемде яуланы. Әлбиттә уның ғаиләһе алдында ғәйебемде таныйым, әммә уйнашлыҡҡа барманым, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Уға ла ҡаты талабымды ҡуйҙым, көнләшмәйһең, ҡыҙғанмайһың, әммә мин һиңә тоғро ҡатын буласаҡмын, уртаҡ бала тапмаясаҡмын, һинең үҙеңдең улың, ҡыҙың бар , минең үҙемдең ҡыҙҙарым бар, шулар өсөн йәшәйсәкбеҙ, әлбиттә минең фатирыма күсенеп килһәң генә. Бына утыҙ биш йылдан артыҡ бергә ғүмер һөрәбеҙ, балаларҙың үҙ ояларын булдырыуҙа ярҙам иттек, уның балалары менән дә аралашып торабыҙ, минекеләрҙе лә үҫтереште.Ҡыҙғанғанын һиҙәм, әммә ул да белдермәй, мин дә сәбәп бирергә тырышмайым. Ҡайным менән ҡайныма ла рәхмәтлемен, аралашып торабыҙ, иремде кейәү, мине килен тинеләр, хөрмәтләп һуңғы юлдарына оҙатыштым, балаларым ҡартатайлы, ҡәртәсәйле булып үҫтеләр.
. Бына бар ваҡытта ла кешегә һөйләмәгән серемде һиңә астым, ышанһаң ышан, ышанмаһаң юҡ.
. Кафела ҡосағыңа алғас та һинән ниндәйҙер тартыу көсө, йылылыҡ килгәнен тойомланым, шул тиклем һағынғанлығымды аңланым, бына осрашып һөйләшкәс күңелем бушаны, йәнемә еңеллек килде.
. Иртәнсәк улар үҙ юлдары менән юлланды, һаман да йәш күренгән, күпме ауырлыҡтар кисерһә лә һөймәлекле, үҙе булып ҡала белгән дуҫымды һоҡланып оҙаттым, тағы ла иҫәнлектә күрешергә яҙһын ине.