Все новости
Проза
18 Июля , 10:21

Рәйлә Нурмөхәмәтова. Әсәйем хәтирәләре

Мәктәп йылдары аҡҡан һыу һымаҡ тиҙ генә үтте лә китте. Бына мин дә 7 йыллыҡ мәктәпте тамамланым.Класс етәксем Әминә Арслановна характеристикама:"Хәрәкәтсән, етеҙ. Яҡшы уҡый, дәрес ҡалдырмай. Иптәштәренә ярҙам итә. Таҙа йөрөй. Класта уны яраталар. Тик ауыр һүҙҙе күтәрә алмай, илап бара"- тип яҙған.Ауыр һүҙҙе күтәрә алмаһам да, ауыр эштәрҙә эшләргә тура килде.

Рәйлә Нурмөхәмәтова. Әсәйем хәтирәләре
Рәйлә Нурмөхәмәтова. Әсәйем хәтирәләре

Матди яҡтан әсәйемә ярҙам итеү теләге менән, 14 - 15 йәшлек кенә үҫмер булыуыма ҡарамаҫтан, "Ҡыҙыл байраҡ" артеленә эшкә сыҡтым. Ҡыш көндәре өйҙә әсәйем менән, ә йәй көнө туғайҙа, мастерскойҙа Сания, Нәзирә, Әминә менән ҡап һуғабыҙ.

Мастерскойҙың бер өлөшөндә ағастан мискә эшләйҙәр ине. Икенсе өлөшөндә ҡап һуғыу өсөн ҡулайлама бар. Был эш өсөн әллә ни күп нәмә кәрәкмәй: стенаға беркетелгән таяу, урҙа, тараҡ, ҡалаҡ һәм һоҫа - барлыҡ ҡоралдар шунан ғибәрәт.

Иң мөһиме- материал- йүкә булыуы шарт. Июнь айында йүкә делянкаларында ағасты ҡырҡалар, ботайҙар. Ап-ак йомшаҡ олонон, һөйәнде, алып ҡайтып, урҙа итеп тотоналар йәки, юнып, фигуралар эшләйҙәр.

Ҡайырын һыҙырып алып, бер урынға өйәләр. Ҙур-ҙур бәйләмдәр (кәшмәктәр) бәйләп, өҫтөн баҫтырып, ебетергә һыуға һалып ҡуялар.

Сентябрь айында һалабаш һыҙырыу эшенә тотонабыҙ. Ауырайып киткән һалабашты һыуҙан ат менән һөйрәп сығаралар.
Ҡайырынан айырғас, лайлалы йүкәне киптерергә, ә ҡайырын төҙөлөшкә алып китәләр. Уның менән өй башы ябырға була.
Яҡуп, Әптерәхим, Мөхәмәт бабайҙар йүкәне бейек, оҙон урҙаларға элеп ҡуя.
Кипкәс, һыҙырып алабыҙ ҙа, ҡап һуғыу эшенә тотонабыҙ.

Ә яҙ еткәс, ҡыуғын башлана.
Ҡыуғын - сезон эше. Йылға көслө саҡта ғына бүрәнәләрҙе һыуға төшөрәләр. Был эшкә артель эшселәре генә түгел, ситтән дә кешеләр йәлеп итәләр. 1961, 1962 йылдарҙың яҙ айҙарында мин дә шул эштә булдым.
Әсәйем минең эшкә төшөүемә ҡаршы булманы. Үҙемдең дә барғым килә - кешеләр менән аралашып, яңы тәьҫораттар алырмын, аҡса эшләрмен тип дәртләнеп йөрөнөм.

Башта беҙҙе, ҡыш көнө ҡырҡҡан ағасты Нөгөшкә төшөрөү өсөн, Үмәр ыҙмаһы тигән ергә алып киттеләр. Үмәр ыҙмаһында өс-дүрт кис утарҙарҙа йоҡлап йөрөргә тура килде. Әсәйем сепрәктән тоҡ тегеп биргәйне. Сания менән беҙ, тоҡ эсенә тетеп, йүкә тултырып алдыҡ та, өҫтөндә йоҡлап йөрөнөк. Шуға ла өшөмәнек. Унда хәтлем күп нәмә алып барып булмай, алыҫ.

Ағасты ауҙарып бөткәс, ярға сыҡҡанын багор менән төртөп төшөрә-төшөрә, йылға яры буйлап киттек.

Сплавта Әнүәр, Ишбулды, Әхәт, Кинйәбулат ағайҙар менән, Йәмилә, Миңнүрә, Сәфәр, Сания, Сәрүәр, Рәхилә, Әҡсән, Әмир, Ғәлимә апайҙар менән бергә эшләнек. Тағы Сәғиҙулла, Ямаш Сабирйән, Ғәйшә, Бибинур, Зәлифә, Шәмсинур апайҙар булды.
Ҡыуғын башлығы булып Әхмәҙинур ағай, Шәкир ағай Ишмөхәмәтов, Рафиҡ, Ағзам ағайҙар сыҡты.

Ҡыуғын эше мәшәҡәтле генә икән. Ағастар тигеҙ генә, ыңғай ғына аҡмай. Йыш ҡына тыҡлығып тора. Беҙ, үҫмерҙәр, шул бүрәнәләрҙе багур тигән ҡорал менән этеп ебәрәбеҙ.
Ағастар күпләп ташҡа терәлеп ятһа, заторҙы оло ағайҙар ағыҙа.

Май айында, һыу йылынгас, теге ярҙан был ярға сығыу өсөн ике бүрәнәне бот менән ҡыҫып, бәләкәй кәшмәк һымаҡ итеп йөрөй башланыҡ.
Бер мәлде Зифа апай ике бүрәнәгә ултырып килгән саҡта, егеттәрҙең береһе бер бүрәнәне багур менән тартҡан да алған. Зифа апай һыуға ҡолап төшкән. (Бер генә бүрәнә тотороҡло түгел, өйөрөлөп тик тора). Батмай, йөҙөп килеп сыҡҡан алай ҙа. Һуңынан ҙур кәүҙәле апай, теге егеттең үҙен батырып, үсен алған.

Көслө ел булғанда, диңгеҙҙәге һымаҡ тулҡындар көсәймәй, ә киреһенсә, аҡмай, зымбырлап тик ята. Беҙ ундай көндәрҙә ял итәбеҙ. Оҫҡон йыйып алабыҙ. Ҡыҙҙар менән Сауҡа тигән тигеҙ матур туғайҙа галдун (калдун), билге, туп уйнайбыҙ. Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, Зифа, Шәмсинур апайҙар ҙа ҡушыла.


Ә ир-егеттәр балыҡ тота. Басир ағай ҙур суртан тотто бер мәл. Оҙонлоғо ике метр тирәһе, ҡап-ҡара арҡаһы мүкләнеп бөткән. Ирҙәрҙең күмәкләп һөйрәүен күргәс, ҡабыҡ сығара икән тип уйлағайныҡ. Кеше буйы суртан булып сыҡты. Ҡыҙыҡ өсөн эргәһенә һуҙылып ятып ҡаранылар егеттәр. Балыҡ йоморо, һимеҙ. Балта менән сабып ҡырҡтылар ҙа, ҙур табын ҡороп, ҡырҡ- ҡырҡ биш кеше ултырып ашаныҡ.

Бүтән ваҡытта төркөмләп-төркөмләп ашарға әҙерләйбеҙ, төркөмләп ултырып ашайбыҙ. Сания булғанда - Ғафар ағайҙар, Миңнүрә апай булғанда - Тимерғәли ағайҙар менән бергә ашап йөрөнөк.
Шәкир ағай менән Кинйәбулат ағай ҙа беҙҙең менән. Китер саҡта: "Шәкир ағайыңды ашат!"- тип әйтеп тә ебәргәйне Ғәйшә апай.

Йылға түбәненә аҡҡан һайын, бөтәбеҙ бергә йоҡлап йөрөгән ҡырҡ-ҡырҡ биш кешелек ҙур палатканы күсереп йөрөтәбеҙ.

Өйрәкташ, Әсебар, Үткәл, Яҙыулы ҡая, өйөр айғырҙары талашып килеп осҡан Ҡашка айғыр һәм башҡа иҫ киткес гүзәл ҡаяларға ҡарап, бейеклегенә, матурлығына һоҡланабыҙ. Күңелле лә, ҡыҙыҡ та...

 

Автор:Рәйлә Нурмөхәмәтова
Читайте нас: