Иртәнге мәлдәрҙә һәр саҡ шулай: мәшәҡәте күп, ана өлгөрәм, бына өлгөрәм, тип йөрөй торғас, ҡояш та арҡан буйы күтәрелеп өлгөрә, һил урамдар ҡош-ҡорт, бала-саға өнө менән тула. Нәфисә әбейгә күңелле бындайҙа: донъя уртаһында, эш араһында ҡайнай.
Әүен артынан күл буйына төшөп, биҙрә-ялғашын йыуа. Моңға-хискә батып ултыра әле. Еҙ батмустарын, тоноҡ ялғаштарын йыша: Миңлебикәһен, Гөлбикәһен, Гөлъямалын көтә. Белешәһе, төпсөп һорашаһы ине йәнә. Йыйыналар микән?
Яйлап ултырып, әбей яр башын күҙләй. Батмустарын онотоп, алйып тора. Күренмәй әхирәттәре. Тәрән көрһөнә. Оҙаҡ уйлана. Шулай барыһын бер епкә теҙә. Үткәне лә, бөгөнгөһө лә – ҡаршыһында ғына, яҡшыһы ла, яманы ла иҫенән сыҡмай. Үткәндәренә ҡайтып, элекке дуҫтары, туғандары янында була. Тыныслыҡ, еңеллек килә күңеленә.
Бер көн тыуып, уның ошо хәтер иле емерелһә, нишләр ине икән? Бөгөнгөһөнөң дә йәме, ҡәҙере-ҡото китер ине. Хоҙай ярай бәндәләрҙе камил заттар итеп яратҡан, үткәндәрен дә, бөгөнгөһөн дә уларға тигеҙ ҡушып биргән.
Тыуған көнөндә яңы хәбәр алғас, ололарса, әбейҙәрсә ҡыланырға кәрәк тә, әммә аҡылына буйһона алманы йөрәге. Холоҡ-фиғеле, килеш-килбәте ҡарсыҡтарса булһа ла, күңеле менән ун ете йәшлек бикәгә әүерелде лә ҡуйҙы. Тилебәрән орлоғо йотҡан диуаналай ҡыланыуы яҡшыға микән?
Ауыр һулай Нәфисә әбей, ҡарашы – күл буйында. Күренмәйҙәр. Күҙҙәре талсығып, билдәре ҡатып бөтә – көтә. Ә өйҙә һөртөнәһе, һылайһы-һыйпайһы эше етерлек. Бөтә йорт эсен һыпырып сығараһы бар: ау-һауы, сүбе-һәбе ҡалмаһын, донъяһы бөгөн ялтырап торһон!
Эшен түрҙән башлай. Иң таҙа һыу – иң ҡәҙерле әйберҙәрен һөртөргә. Тәҙрә тупһаһындағы гөлдәрҙе иҙәнгә төшөрҙө, комодҡа ябылған селтәрҙе алды. Уның өҫтөнә тубыҡланып фоторәсем яңаҡтарын һөртөргә тотондо. Ана, балаларының һүрәте, улар күберәк. Иң юғарыла – икәүһенең рәсеме. Иҫкеләр инде, һарғайғандар. Тәү ҡауышҡан мәлдәрендә төшкәйнеләр. Әсхәл үҙе талап итте; ул, өй кешеһе, гонаһынан да өрккәйне, хәҙер бына хәжәте тейә.
Нәфисә әбей уны сирышҡан, ҡалтыранған устары менән һыпыра. Һаҡ ҡылана ул. Үҙенсә тере йәндәргә ҡағыла ла баһа. Ҡайһылай итһәң, уларға йомшағыраҡ, ауыртыуһыҙ булыр тигәндәй, бер тына, ғәзизе йөҙөнә текәлеп, икеләнеп тә ҡала. Сепрәген ҡуйып, түшенән биҙәкле ҡулъяулығын ала, шуның менән һөртөү иплерәк тә, килешлерәк тә.
Бынау фотола хәрби кейемдәге Әсхәле – теп-тере... Тыныс, ипле ҡалай! Бер ҙә батыр түгел дә, тыйнаҡ ҡына, әммә һапалы үҙе. Орденын нисек алды икән? Сырайы ла сабыр, аяуһыҙ ҙа түгел. Ҡағылырға ҡыймай. Ныҡлап тотонһа, йә быялаһы сатнар, йә бахыры йөҙөндә майлы таптар ҡалыр төҫлө. Әсхәле терелер ҙә ҡуйыр йә. Унан ни ҡылыр?
Ҡояш йомартланып ишек алдын нурға ҡойондора. Өйрәктәре лә ихатала, себештәре лә шунда ураңҡылаған була – ем сүпләйҙәр. Ниндәй ғәмһеҙлек, ауаңҡылыҡ донъяла! Хафа ла, хәсрәт тә, көйөк тә юҡ бисараларыңа – шулай моңһоҙ көйө йөрөп ята бирәләр.
Ҡарсыҡ, эшем бар бит әле, тип тағы тертләп китә. Ҡомғанын эләктереп, аласығына ашыға. Күтәрмәлә ултыра теҙелешеп, ҡояшта янып еҙ ҡомғаны, батмусы, ялғашы. Кешеләрме ни – йөҙҙәрендә нурҙар уйната. Һауыттарын ҡушарлап тотоп, йәнә әйләнеп килһә, ни күрә: аласығына һары ялҡын тоҡанған! Һары балауыҙ күтәрмәһе хәс тә ҡояшта иреп бөтөп бара. Нурҙар аҫтында ялтырап ятҡан баҫҡысҡа баҫырға ла ҡыймай тора. Баҫһа, балауыҙ күтәрмә иҙелер, йәмшәйер ҙә ҡуйыр.
Әбейҙең сырайы ла асыла төшкәндәй итә. Инде мейесенә ут һалырға ла ваҡыт: шәңкәләрен, мөшниктәрен ултыртып алыр. Оло мәжлескә йыйынғанһың, тип көлмәһәләр инде. Шул күңелен ҡыра. Әллә нисек ҡыйын кеүек тағы олоғайып бөткәс. Хуп күрерҙәрме, яманға юрамаҫтармы?
Мейесемдең йөҙө килһен, тип көтә. Күҙе – шунда, ә күңелендә, яҙғы шытымдарҙай, хәтирәләре терелә.
Бер шулай Әсхәле менән күл буйын ҡыҙырҙылар. Йәш бөрө, тупраҡ еҫе менән тулған һауа күкрәкте ярып инеп килә, үпкәгә тула, баштарын әйләндерә. Бөтә булмыштарын биләп ала. Өйҙәренә ингәс тә әле уларҙан бөрө еҫе, быулы тупраҡ еҫе аңҡый ине. Бәхетле инеләр...
Ә йүгерә-йүгерә мәтрүшкә йыйғандары һуң! Таштығул битләүендә мәтрүшкә сәскәһе өйөм-өйкөм үҫкәйне, йыя торғас, саҡ ҡоластарына һыйҙырҙылар. Һөйгәне, ауыр һөйәк, артта ҡала. Нәфисә үҙе ҡауырыйҙай еңел ҡош кеүек алға талпына. Әсхәл Нәфисә-нескә билде ҡосаҡлайым тип ҡулын һона, ә ҡыҙ тайшана: «Туҡта, ауаңҡы мыштымым! Туҡта, алда – ер ярығы!..»
Нәфисә тертләп китә, ҡалҡынып, ян-яғына ҡарана. Юҡ, бер ни юҡ. Шул уҡ усаҡ алды, нисә йылдар текләп күҙҙәре тексәйеп бөткән мейес ауыҙы. Һаман шул уҡ туҡал ултырғыс, өҫтөндә – һыулы сапсаҡ (Заманында Әсхәле үҙе оҫталағайны). Бөтә нәмә элеккесә, Әсхәле ваҡытындағыса...
Нәфисә әбей өтәләнеп ҡаластарын сығара. Май йомғағылай йомроҡайҙар көн нурын ҡаршылап, мейес буйына теҙелә. Уларҙы лыпын итеп һалмай өҫтәлгә, һыуына бирһен берүк, ҡайта бирһен тип, һөйәй бара. Эҫе тимерҙәрен соланына сығарып тәгәрәткәс кенә, еңел һулағандай итә. Хәҙер шәңкәләре, ҡаластары әҙер, ашын ҡайтҡас һоҫор. Йәһәтләп кенә усаҡ алдын һепереп ҡуйһа. Шунан баш осондағы гере аҫыулы сәғәтенә төбәлә. Ваҡыты ла урынында тормай икән: әйләнеп өлгөрмәй, мәле килтереп тә һуға. Төш ауҙырыбыраҡ күтәрелерһегеҙ, тигәйнеләр. Яйҙарын белмәҫһең инде уларҙың, тағы шуныһы раҫ: ваҡытында йөрөмәү килешеп бөтмәҫ оло кешегә. Нәҡ тултырып, сәғәте һуҡҡанда ғына барып инер.
Бәрхәт камзулын балитәкле оҙон төҫлө күлдәге тышынан кейгәс, һыйға тип кенә тотҡан ситеген дә эләктереп алғас, көҙгө алдына баҫа. Хатта үҙгәрмәгән: биҙәкле яулығы ла, йәшкелт бәрхәт камзулы ла, күлдәге лә үҙенә ярап тора, бөтә тегелеше, биҙәлеше үҙенә килгән. Тик бына йөҙө генә... Буй-буй йыйырсыҡтар күбәйгән, урттары һурылып киткән, күҙҙәре төпкә батҡан. Электән дә «йөҙөңдө көҙгө боҙа» тиерҙәр ине; боҙоп, йәмһеҙ итеп күрһәтә икән. Нәфисә әбейҙең уң яҡ бите эскәрәк батҡан, шунда әллә ниндәй яра эҙе лә уйылып ҡалған. Әхирәттәренә тештәрем ҡойолоп бөтөүҙән тип аңлата. Шуға ҡарамаҫтан бик һөйкөмлө ул: тулған айҙай түңәрәк битенә килешле һорғолт күҙҙәре, дуға ҡаштары, бит алмалары ике алҡалай яна. Уны һылыу күрәләр ине. Әсхәл дә ике һүҙенең береһендә: «Ай ҡалпағы һин!» тип ҡабатларға яратты. Аяҙ көндә күккә эленгән һары ҡалпаҡ, йәнәһе лә. Тик ул нур һипһә лә, йылытмай. Нуры ла үҙенеке түгел, ҡояштан үтескә алынған.
Ай ҡалпағының үҙ нуры булмай микән ни?.. Ҡалай мәрхәмәтһеҙ исем ҡушҡан уға Әсхәле.
Нәфисә әбей ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына бахырына күҙ төшөрөп ала. Үпкәһе лә юҡ кеүек, нисектер моңһоу. Шатлығы ла, яҙғы ташҡын ише, шулай таша ла ҡайта. Күңелендә һуңынан, төйөр булып, бары әрнеү, үкенестәре ҡала.
Әле лә йәһәтләп кенә нисек күтәрелеп сығып китһен ул? Нисек барһын унда бер үҙе? Ни тиерҙәр юлда осратҡан тиңдәштәре? Алтмыш алтыһын үткән кәләш тип көлмәҫтәрме унан?
Элгәре көн секретарь ҡыҙ янына һуғылғайны. Уның ише тол ҡатындарға, һалдаткаларға инде, пенсия арта, имеш. Бының өсөн Нәфисә әбейгә, әхирәттәренә законлы никахҡа инеү хуп. Тәьминәт бүлегенә никах танытмаһы тигән ҡағыҙ тейешле. Шуның өсөн саҡыра уларҙы ауыл советы. Ауылдан улар дүрт бөртөк кенә, ти, «ҡыҙ»: Миңлебикә, Гөлбикә, Гөлъямал, тағы Нәфисә – үҙе...
Бөгөн Нәфисә әбейҙең туй көнө. Йүнһеҙкәйҙәр, мәлендә уйламағандар. Аҡылһыҙҙар, ҡырағайҙар... Ҡайҙа инде никах ҡайғыһы: Әсхәл менән ҡауышып, бергә йәшәнеләр ҙә киттеләр, бер ниндәй ҡағыҙы ла кәрәкмәне. Унһыҙ ҙа түңәрәк ине донъялары.
Үҙ алдына шулай һөйләнә-һөйләнә, никахҡа инмәүҙәрен мең төрлө сәбәп менән аҡлай-аҡлай атлай Нәфисә әбей. Ҡайтҡас әхирәттәрен, һалдаткаларын табынға алыр. Әйҙә, шатлыҡтары, туй табындары уртаҡ булһын. Әсхәлдәре, ғүмерлек иштәре, иҫтәлегенә...
Фото: интернет селтәренән