Все новости
Проза
26 Июня , 12:20

Уйҙар.Тормош.Хәҡиҡәт

- Беләһегеҙме, ҡартайыуҙа иң ҡурҡынысы нимә?- Нимә?- Һин күренмәй башлайһың. Йәш сағыңда матур, көслөһөң, һиңә урамда иғтибар итәләр. Йәш барған һайын был сифаттар бөтә һәм кеше иҫке күлдәктәге ҡарт ҡарсыҡҡа, үтә күренмәле, үҙенә иғтибар йәлип итмәгән күләгәгә әйләнә.Был шулай. Әбей-бабайҙарҙың тик өлкән кешеләргә генә хас йәш үлсәме... Иғтибар иткәнегеҙ бармы, улар тураһында бер ваҡытта ла: ул – инженер, ул – уҡытыусы, тип әйтмәйҙәр. Уға 76, йә 80 йәш тип кенә ебәрәләр...

Уйҙар.Тормош.Хәҡиҡәт
Уйҙар.Тормош.Хәҡиҡәт

Ҡарт кеше тураһында, ваҡыт үткән һайын, һирәк кенә уның ниндәй һөнәр кешеһе булғанын, нимә эшләй белгәнен, нимә яратҡанын, нисек йәшәүе менән ҡыҙыҡһыныусы кешеләр һаны күпкә ҡыҫҡара. Уның дуҫтары, коллегалары йә үлгән, йә ҡартайып түшәктән тормайҙар. Ҡайһылары өйҙән яҡындағы кибеткә барып киләү өсөн генә сыға. Урамда уларҙың йәштәштәре лә, ваҡыт үткән һайын, аҙыраҡ осрай...

Балалары ла үҙ ғаиләләрен ҡороп, дуҫтары менән ҡаланың икенсе башына күсеп китеп йәшәйҙәр. Оло йәштәге ата-әсәһен мобил телефон аша ғына яраталар.
Ҡарттар йәшәгән подъезд яйлап яңы йәш ғаиләләр менән тула.
Ишек алдында ҡарттарҙы тик фатир номерҙары буйынса ғына беләләр. Юҡ-юҡта берәйһе магазиндан алып ҡайтҡан сумкаһын ишеге төбөнә илтеп ҡуйып китергә мөмкин. Ә был фатир эсендә нимә, бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай.
Ҡарттар тормошо – ул өнһөҙ донъя.
Ҡартайған ата-әсәйҙәребеҙҙе яйлап ниндәй вакуум үҙ эсенә алғанын беҙ аңлап та етмәйбеҙ. Ни өсөн әсәйебеҙҙең эшкә көнөнә 5 – 6 тапҡыр шылтыратып ҡамасаулауын да аңлап еткермәйбеҙ. Ә атай?.. Ҡарттар бары ике араны бәйләп торған нескә епте өҙөлөп ҡуймаһын тип ҡурҡып шылтыраталар. Шул нескә еп өҙөлөп ҡуймаһын, тип өлгөрөп ҡалырға тырышалар...

Бала саҡта мин ҙур йортта йәшәнем. Һәр подъезда беҙҙә лә шундай "әбей" бар ине. Кемдеңдер өләсәһе, ә бөтә подъезд кешеләре өсөн, айырыуса беҙ - балаларға, уның ярҙамы, файҙаһы айырыуса ҙур булды..
Ата-әсәләре эштә саҡта, мәктәптән ҡайтҡан кескәйҙәре өсөн, ата-әсәләр асҡыстарын тик уға ҡалдыралар ине. Әбей асҡыстарҙы коридорҙағы фанеранан эшләнгән өҫтәлгә һала. Уға балалар өсөн фатир номерҙарын да яҙып ҡуя. Сөнки балалар һәр ваҡыт барыһын да онота. Әле өй телефондары бөтәһендә лә юҡ осор... Әбей ҙур хәрефтәр менән ҡағыҙ киҫәгенә асҡыстар бәйләме өсөн һандар яҙа һәм уларҙы шул уҡ фанеранан эшләнгән өҫтәлгә ентекләп теҙә.
Кире ҡайтарып биргәндә, ул асҡыстарҙы һәр ваҡыт өгөт-нәсихәттәр әйтеп бирә ине. Ҡәләм кеүек ябыҡ дуҫыма гел: "Төшкө аш ашарға онотма, әсәйең плитә өҫтөндә ҡалдырҙы!" - тип иҫкәртә торғайны. Ә миңә, өйгә ҡайтҡас, мәктәп формаһын алмаштырыр һәм көндөҙгө сәғәт 3-сө яртыла скрипка түңәрәгенә барырға онотма, тигән ҡәтғи бойороҡ бирер ине..

Мин музыка студияһында скрипкала уйнарға өйрәндем. Ул беҙҙең хаҡта ата-әсәләребеҙҙән күберәк белә ине. Һәм һәр кис уларға отчет бирә. Берһенең төймәһе өҙөлгән, был портфелһеҙ өйөнә ҡайтҡан, ә тегенеһе " бер туҡтауһыҙ йүткерә " ...
Ул икенсе ҡатта йәшәй ине. Йәйгеһен, үҙ фатирыбыҙға күтәрелмәҫ өсөн, ихатанан уның янына йүгереп килә инек:
- Һыу эсергә бир! Әбей беҙгә эмаль көрөшкәне тултырып, тәмле һыуын алып сыға торғайны.

Аҙаҡ беҙ үҫтек. Ата-әсәләр инде асҡыстарыбыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡмай... Төшкө ашты үҙебеҙгә үҙебеҙ әҙерләргә өйрәндек. Подъезда әбейҙең тороуы инде кәрәкмәй... Шуға күрәлер, ахры, беҙ уның нисек, ҡасан тормошобоҙ юлынан төшөп ҡалғанын, юғалғанын иҫкә лә алманыҡ...

Ә хәҙер мин уның исемен дә белмәүем тураһында белдем... Эх!..

Миләүшә Ғәйфуллина
Тәржемә

Фото: интернет селтәренән

 

Автор:
Читайте нас: