Все новости
Проза
26 Июня , 11:38

Ағайыбыҙҙың Стәрленән нисек итеп автобуста һыйыр алып ҡайтҡаны тураһында

Әле Өфө менән һөйләшеп алдым. Башҡалала ҡустым йәшәй. Һүҙ артынан һүҙ сығып, бынан ике йыл элек фажиғәле һәләк булған яҡын ғына туғаныбыҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Фәһим Әхмәтйәнов ағайҙы иҫкә алып киттек. Туғанды туған итә белгән кеше ине мәрхүм. Ябай, шул уҡ ваҡытта ғәҙел, эскерһеҙ йән ине. Урыны ожмах түрҙәрендә булһын. Был юлы беҙ ағайыбыҙҙың Стәрленән нисек итеп автобуста һыйыр алып ҡайтҡанын иҫкә төшөрөп көлөшөп алдыҡ.

Ағайыбыҙҙың Стәрленән нисек итеп автобуста һыйыр алып ҡайтҡаны тураһында
Ағайыбыҙҙың Стәрленән нисек итеп автобуста һыйыр алып ҡайтҡаны тураһында

Ағайыбыҙ мал йәнле кеше ине. Был һыйырҙы Стәрлелә йәшәгән оло ағаһы Зөфәр ауылға ебәрергә булғас, Фәһим ағай күп уйлап тормай йәйәүләп юлға сыға. Һыйыр мөгөҙөнә арҡан эләктерә, ҡалала аҫыраған мал етәккә өйрәнеп бөткән. Һыйыр бау артынан тыныс ҡына эйәреп ҡаланан сыға.


Ә беҙҙең ауылға 60 саҡырым ара бар.Ҡаланан сыҡҡас, һыйыр етәкләгән ағайым юл һыртынан яйлап ауыл яғына атлай. Былар бара торғас Ишәйгә тиклем етә. Бахыр мал арый. Туҡтап ял итеп торған ерҙә, эргәнән елдереп Стәрлетамаҡ - Маҡар автобусы уҙып бара. Һыйыр етәкләп торған ағайҙы автобус водителе Петровск егете Толик танып шып туҡтап ҡала. Толик күп уйлап тормай үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Тиҙ арала автобус ишектәре асыла. Ағайыбыҙ малды алдан, Толик һәм бер нисә пассажир арттан автобусҡа этеп индерәләр. Халыҡ әллә ни күп түгел ине тип һөйләгәне хәтерҙә ағайҙың. Ҡалған 50 саҡырымды һыйырыбыҙ, һә тигәнсе ауылға ҡайтып етә. Ауылда өй эргәһенә килеп туҡтаған автобусты ҡаршы алырға сыҡҡан инәйебеҙ, күрше-күләндәр һыйырҙың автобустан ашыҡмай ғына сығыуын күргәс ғәжәп ҡалған!
Бына шундай ҡыҙыҡ һәм матур иҫтәлек!

Ильшат Алеворян сәхифәһенән. 

Автор:Ильшат Алеворян
Читайте нас: