Все новости
Проза
24 Июня , 10:29

Әсәйемдең иҫтәлектәре. Рәйлә Нурмөхәмәтова

Кеше ышанмаҫ хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла, һөйләмә тиҙәр. Ә мин тәүәккәлләп ҡарайым әле...1972 йылдың яҙы ине.Боҙ китеп, һыу таҙара ғына башлаған мәл. Ун литрлыҡ биҙрәләремде көйәнтәмә элеп, Нөгөшкә һыуға килдем. Һыуҙы һоҫоп алып, ҡайтырға сыҡҡайным, берәүҙең:- Подожди, подожди! - тигәнен ишетеп ҡалдым.Мин уға иғтибар итмәй, тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡараным.Русса өндәшкәс, үҙебеҙҙең ауыл ҡатындары шаярталыр тип уйланым.

Әсәйемдең иҫтәлектәре. Рәйлә Нурмөхәмәтова
Әсәйемдең иҫтәлектәре. Рәйлә Нурмөхәмәтова
Артымдан ҡыуып еткәс кенә, ситтән килгән ҡатын икәнен күрҙем.
Өҫтөнә иҫке, шыма йөнлө бишмәт, ҡалын күлдәк кейгән. Башында бәйләнгән ҡара башлыҡ, ҡыҫҡа сәстәре шәпкә аҫтынан әҙерәк күренеп тора . Йөҙө ҡояшҡа янған аҡ кешенеке һымаҡ. Аяғындағы ҡыҫҡа кейеҙ итек (боты) лысма һыу булып, атлаған һайын шарҡ- шорҡ килә. Бәләкәй генә бысраҡ моҡсайын таяҡҡа элеп алған.

- Кем менән йәшәйһең? Кемдәрең бар? - тип тәфсилләп һораша башланы ул.
Мин, хәбәргә әүрәмәй, тиҙерәк ҡайтып етергә тырышам. (Өсөнсө балама йөклө инем.)

Тауға мендем, ҡапҡа яғына боролдом. Осраҡлы юлдашым һаман минән ҡалмай. Һыуҙы, көйәнтәмде аласыҡта ҡалдырып, өйгә индем. Артымдан теге ҡатын да килеп инде. Үҙ өйөнә килгән кешеләй, кейемен сисеп, сөйгә элде.

Мин уға аптырап ҡарап:
- Нишләйһегеҙ ул? Сығып китегеҙ! - тип ҡаршылашып маташтым.
- Зинһар өсөн миңә тас менән йылы һыу, һабын бирегеҙ әле. Аяҡтарым юлда өйкәлеп, иҙелеп бөттө! - тип үтенде ул.

- Минең ғаиләм, ирем бар. Ашарға бешерергә кәрәк. Эшем күп! - тип ҡарайым, теге мыжый, талап итә. Тасҡа йылы һыу ҡойоп бирҙем, ҡулына һабын тоттороҙом. Аяҡтарын күргәс, «ах» иттем: ысынлап та, ныҡ «боҙолған» икән .

Әмир эштә, ә ҡәйнәм менән ҡайным өйҙә, ғәҙәттәгесә, төпкө бүлмәлә ине.
Мин аласыҡ менән өй араһында йөрөп, ыумас ыуып, бәпкә турап, йомортҡа эретеп, өйрә бешереп индерҙем. Теге ҡатын сығып китергә уйламай ҙа. Инәйгә хәбәр һөйләп ултыра.
- Минең дә ҡәйнәм бар, - тигән була.

Уғаса булмай, ирем эштән ҡайтты. Теге ҡатын да, беҙҙең менән өҫтәл артына ултырып, аш ашаны. Әмир алып ҡайтҡан йыуаны оҡшатты. Ҡорот менән балды ла маҡтай-маҡтай ашап, ихласлап сәй эсте.
Киске эштәрҙе бөтөрөп, өйгә ингәс, төп яҡҡа урын һалып бирҙем. (Нисек кешене тота килеп ҡыуып сығараһың инде? Йөклө булғас, ҡарғышы төшөп ҡуймаһын, тип тә ҡурҡыта).

Урталағы ишекте ябып, йоҡларға яттыҡ.
Иртәнсәк һыйыр һауып -ҡыуып, һөт айыртып, ҡош-ҡорт ҡарап, сәй эсергә ингәндә, "ҡунаҡ" ҡатын сығып киткәйне инде.
- Теге әбей төнө буйы аяғы һыҙлап, йоҡлай алмай ыңғырашып сыҡты,- тине инәй уны йәлләп.

Күп тә үтмәй, сельсовет председателе Абдулхаҡ ағай Ҡаһарманов, Тимерғәли ағай (Әмирҙең ағаһы) һәм башҡа бер-нисә кеше килеп инде.
- Теге ҡатын ҡайҙа булды? Нишләп уны индерҙегеҙ?- тип һоранылар улар.
- Йәлләнек. Ә нишләп улайтып һорашаһығыҙ?
- Ул бит шпион булған.
- Ах, ах!- тип аптырашып ҡалдыҡ.

Уның кем булыуы, ҡайҙан килеүе, нимә эшләп йөрөүе тураһында яҡшылап белешеп тә ҡалмағайным. Инәй менән бик ихласлап һөйләшеп ултырҙы инде. Бәлки уға үҙе тураһында һөйләгәндер. Ә өҫтәл артында көндәлек мәшәҡәттәр тураһында һүҙ барҙы...

Нисек инде шпион?
Сит ил кешеһе түгел икәне күренеп тора. Һатлыҡйән булдымы?
Улай тиһәң, ЦРУ-ға йәшерен информация табыу һымаҡ яуаплы эш башҡарғас, сифатлы, һис юғы уңайлыраҡ кейеме булманымы икән?

Ҡыҙыҡ, нисек миңә һыу буйында осраны һуң әле ул? Бөрйән йәки Шүлгән яғынан йәйәү килдеме икән?

Аҙаҡ беҙҙең «ҡунаҡ» «Шүлгән» ҡурсаулығы яғына сығып киткән тип ишеттек.
Уны аэропорт тауы яғына менеп, ҡайҙалыр, нимәлер хәбәр иткән тип тә һөйләнеләр.

«Һалҡын һуғыш» йылдарында СССР-ҙың төпкөл райондарына ҡыҙыҡһыныу ҙур булған. Дошмандар (сит илдең махсус разведка хеҙмәте) самолеттан төшөрөү хәүефле булғас, ядро йәки ракета ҡорамалдарының йәшерен объекттарын эҙләргә ябай сәйәхәтселәрҙе ебәргәндәр, ти.
Шундайыраҡ информация таптым Интернет селтәрендә.
(Иҫбатланмаған мәғлүмәт!)

Ә шулай ҙа ...Бәлки, көтөлмәгән ҡунаҡ ысынлап та шпион булғандыр?
 
Рәйлә Нурмөхәмәтова сәхифәһенән.
 
Автор:Рәйлә Нурмөхәмәтова
Читайте нас: