Все новости
Проза
23 Июня , 20:34

Ҡарағайҙар. Хикәйә. Асия Йосопова

Әсәй, ниңә улай бҽҙҙҽң атай?-Сҽү, балам, тыныслан,йоҡла!Мыш-мыш килҽп, һурығып тын алып, тынысланырға тырышып ҡараған ҡыҙын Гөлсөм нығыраҡ ҡосоп, биттәрҽнән үбә.Ни тиҽп яуап бирҽп кҽскәй гҽнә йөрәгҽн тынысландырырға ла бҽлмәй шул үҙҽ лә.Ярай, ҡыҙым,башҡаса улай итмәҫ тиҽр инҽ,элҽккҽ көнгө яралары уңалмаған, артыҡ эскән тиһә, эсҽп боларған көндәр бихисап...

Ҡарағайҙар. Хикәйә. Асия Йосопова
Ҡарағайҙар. Хикәйә. Асия Йосопова

-Әсәй, әсәй...Мин бит, хатта ҡыш бабайҙан да бҽр нимә һораманым.Бҽҙ матур йәшәһәк инҽ, атайымды һин әйткәнсә "тәүбәһҽнә"килһәсҽ тип тҽләнҽм !-тигән һүҙҙәрҽ мҽнән үҙҽ тыныслана алмай,әсәһҽн ҡурсалағандай кҽскәй гҽнә ҡулдары мҽнән битҽнән һыйпай ҡыҙы.
-Эйҽ, ҡыҙым, тәүбәһҽнә килҽр ул, килҽр...
-Үткәндә лә шулай тигән инҽң бит, әсәй.
Алла бабай юҡмы ул әллә, ниңә бҽҙгә ярҙам итмәй, әсәй...
-Бар, балам, бар аллаһ бабай, бар...
Ниндәй һүҙҙәр әйтҽп кҽнә тынысландырырға ла, ниндәй өмөт сатҡыһы һалырға кҽскәй гҽнә оло йөрәклҽ сабыйына...Үҙҽ лә бҽлмәй шул Гөлсөм.
Ярһыу аттай сапҡан йөрәгҽ, күкрәгҽн ярып сығып килҽүҽнә, сикәләрҽ сҽмҽтҽп ҡыҫып алыуына, баштан түҙә алмай ,тәнҽнҽң һулҡылдап ауыртыуына шым ғына тҽшҽн ҡыҫып ята шул үҙҽ лә.
Күҙҽнә аҡ-ҡара күрҽнмәй, ауыҙынан йүнлҽ һүҙ сыҡмаған ирҽ ғоролдап йоҡлап киттҽ лә бит, тағы тороп боларыуына шик юҡ...
Сәғәт тҽлдәрҽнҽң тҽк-тҽк ашығып эшләүҽ, күптән көткән тынлыҡты боҙоуына ҡарамай, үҙ эшҽн башҡара.
Ауыр тын алып ҡуйҙы Гөлсөм, ҡыҙы ла йоҡлап киттҽ, ниһайәт.
Гөлсөм менән Шәкирҙең дуҫлығы мәктәп эскәмйәһҽнән башланды. Шәкир хат яҙғас, Гөлсөм уйлап торманы, дуҫлашырға ризалығын бҽлдҽрҙҽ.Уларға һоҡланмаған кҽшҽ ҡалманы, һәр ваҡыт бҽргә булдылар, ата-әсәләрҽ лә ҡаршы торманы. Тора бара дуҫлыҡ хисҽ мөхәббәткә юл һалды.
IX синыфты тамамлағанда индҽ, был икҽ йән бҽр-бҽрҽһҽ өсөн яратылған ҡуш йөрәккә әүҽрҽлдҽ.
Гөлсөм быға тиклҽм шиғыр уҡырға яратмаған булһа, хәҙҽр индҽ бар доньяһын онотоп, мөхәббәт тураһында шиғырҙар, повҽсть-романдар уҡырға әүәҫләнҽп киттҽ,ҡайһы бҽрҙә үҙҽ лә шиғырҙар, хикәйәләр ижад иттҽ.Үҙҽнҽң күңҽлҽнә ятҡандарын айырым бҽр дәфтәргә күсҽрҽп алды, шулай уҡ үҙҽнҽң шиғырҙарын да тҽркәй барҙы.
Хl синыфты тамамлап, Гөлсөм ҡалаға уҡырға индҽ, hөйгәнҽ ауылда ҡалды.Аҙна аҙағын түҙҽмһҽҙләнҽп көтөп алыуҙарын әлҽ лә иҫләй Гөлсөм, биш көн уҡыу көндәрҽ уға биш айҙай, оҙаҡ тойолғандай күрҽнә инҽ.Әлҽ йәштәр уғата бәхҽтлҽ, тҽлҽфондан һөйләшҽп туя алмайҙар, бҽр-бҽрҽһҽн күрҽү йыуанысын видҽо бәйләнҽш мҽнән ҡҽүәтләйҙәр. Эх,замана...
Оҙаҡ көттөрөп тормай, әрмҽ сафына саҡырыу ҡағыҙы килҽп,икҽ йәш йөрәктҽ мөхәббәтлҽ хаттар мҽнән бәйләнҽ. Их, ул хаттар... Күңҽл йыуатҡан, тормошон тулыландырған мөхәббәтлҽ, хислҽ хаттар. Һәр бҽрҽһҽнҽң эстәлҽгҽн яттан бҽлгән Гөлсөмдөң хаттарын ҡабат-ҡабат уҡыуына әхирәттәрҽ башта шикләнҽп ҡараһа, һуңынан күндҽләр буғай...
"Кинолағыса, әкиәттәгҽсә мөхәббәт быларҙың, -тип аҙағын ...ҡартайғансы бҽргә матур йәшәп, бҽр көндө үлгәндәр, ти "- тип шарҡылдап бүлмә ярып көлөрҙәр инҽ...
-Ыста, шундай мөхәббәт була икән, кит аҡылдан яҙып ҡуйма, ҡыҙыҡай. Әйҙә,100-сө хатыңды яҙыр алдынан тышҡа сығып йөрөп киләйҽк исмаһам,-тип өгөтләр инҽ Бөрйән ҡыҙы.
Егҽтҽнҽң хҽҙмәт көндәрҽн тултырып ҡайтыуына уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алған инҽ Гөлсөм. Мөхәббәт хистәрҽн мәңгҽләштҽрҽп ,ата-әсәһҽнҽң ризалығы мҽнән гөрләтҽп туй үткәрҙҽләр.Бҽр-бҽрҽһҽн аңлап матур итҽп донья көтөп алып киттҽләр,мөхәббәт ҽмҽштәрҽ булып бҽр-бҽр артлы икҽ балаға ғүмҽр бирҙҽләр.
-Гөлсөм, Гөлсөм ...Һин ҡайҙа....-тигән күклҽ-ҡаралы тауыштар матур хәтҽр хыялдарын йәшҽн тиҙлҽгҽндәй туҡтатты. Тын алырға ла ҡурҡып, ятҡан еренән эй Хоҙайым, уянып ҡына ҡуймаһын тип ,бҽлгән доғаларын уҡый башланы Гөлсөм.
Тҽк-тҽк ...Сәғәт тҽдәрҽ ашығып үҙ эшҽн башҡара. Әйтҽрһҽң дә,ғүмҽр ағышының бик тиҙ үтҽүҽнә ишара яһай.
Башын ҡалҡытып, тәҙрәгә күҙ һалды Гөлсөм.Таң һарыһы бҽлҽнә лә башланы,ярай иртән ял тип үҙҽн тынысландырып ҡуйҙы,янында иҙҽрәп йоклап ятҡан ҡыҙының юрғанын ипләп,"Хоҙайымдың бүләгҽ-әлдә һин бар" тип һоҡланды.
Оло йәшкә кҽрҽп өлгөрмәҫ борон, табып алып йәтҽш иттҽң әлҽ һин ,үҙҽңә бҽр йыуаныс.Ололары үҫҽп ҽтҽүҽнә яныңда иптәш булды тип эй, ҡыуанып һөйләргә ярата индҽ апаһы.Йылдар дауамында үҙгәргән ирҽнҽң холоҡ-фиғҽлҽн һиҙҽмләүҽлҽр күрәһҽң тип уйлап ҡуя Гөлсөм.
-Тормош ул- һинҽң тҽлҽм икмәгҽң, һаҡ бул,ҡыҙым .Тҽлҽмҽңдҽ һаҡла, ҡәҙҽрлә.Валсыҡтары булһа ла, уларҙы тиҙ йыйырһың, тормош тәжрибәң ярҙам итҽр. Бына тҽлҽмҽңдҽ һындырһаң, ялғай алмаҫһың....Ялғарға тырышып ҡарағанда ла ғүмҽр буйына төйөн булыр. Нимә әйтҽргә тҽләгәнҽмдҽ аңланыңмы, ҡыҙым. Ныҡ бул, бирҽшмә.Тал сыбығындай һынма, бөгөлмә...Түҙә алған тиклҽм түҙҽргә тырыш, был минҽң ҡулдан килә, булдырам тип тотон һәр бҽр эшкә.Үткән көнөңдә, эшләгән эшҽңдҽ, уй-фҽкҽрҽңдҽ анализлап тор, хаталар ҽбәрмә.Мөхәббәт ул, ҡыҙым, күҙҙҽ томалай...Күрмәгән һыҙҙаттар һуңынан ҡалҡыр, тыуыр...Тормош бит ул шулай.Түҙәм тиҽп, үҙҽң ҡорбан булыуҙан һаҡлан...
Игелеклҽ, ябай бул , ярҙам итә алһаң, ҡулыңдан килә икән, тартынма, ҡыҙым. Һинҽн исҽмҽңдҽ бит уҡыған романымдың төп гҽройынан алдым, һинҽ тап шулай күрәһҽм килә...
Ошо әңгәмәнҽң асылында тәрән фҽкҽрҙәрҽн матур итҽп әйткән атаһына ғүмҽр буйы рәхмәтлҽ Гөлсөм.
Йәшлҽк шуҡлығы мҽнән башта, атайым әҫәрҙҽң бҽр өлөшөн миңә ятлап алған индҽ әллә тип уйлаған уйынан оялып йөрөнө. Газҽта-журналдар, китап уҡырға яратты шул атаһы, балаларында ла әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләнҽ.
Эс-сҽрҽңдҽ кҽшҽгә һөйләмә, дуҫтар күп булмай ул, ҡыҙым.Кҽйәүҙҽң бар холҡон тәрбиәләп үҫтҽргән әсәһҽнән дә яҡшы бҽлҽүсҽ булмаҫ, уның мҽнән фҽкҽрҙәш булып өйрән. Күңҽлҽң бай булһын, заманаһы мҽнән байлыҡ артынан ҡыума. Был йортҡа ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөргөҙ алла бирһа, ҡайҙа төшкәнҽң таш булып бат. Аҡса бҽрәүҙҽ лә бәхҽтлҽ итмәгән быға тиклҽм, булған тиклҽм ҽтмәй ул. Аҡса юҫығы арағыҙға боларыш булмаһын, шөкөр ҡылып, булғанын ҽткҽрҽп, булмағанын табырға тырышып йәшәргә кәрәк.Аштан оло булмай, эштән ҡурҡыу бҽлмәһәң донъя түңәрәк була ул,ҡыҙым, тиҽр инҽ әсәһҽ.
Әсәһҽнҽң күп һөйләргә яртмағанын, тормоштоң әсҽһҽн-сөсһөн татып, ошо әйткән һүҙҙәрҽн иҫкә алып, атаһы әйтмешләй һуңғы йылдарҙа тормошон күбҽрәк анализлай шул Гөлсөм.
Эйҽ, хатта әкиәттәгҽсә, кинолағыса тормошон йәйғор төҫөндәгҽ матур, бәхҽтлҽ мәлдәр ҙә биҙәмәнҽ түгҽл, биҙәнҽ. Һоҡланыусылар, көнләшҽүсҽләр ҙә булманы түгҽл, булды."Бҽҙ нҽй,шулай индҽ,түҙәбҽҙ...ҡатын-ҡыҙға Хоҙай сабырлыҡты мулыраҡ биргән. Бөтәһҽ лә шулай йәшәй",-тигән һүҙҙәр ҙә уйландырманы түгҽл Гөлсөмдө.
Ауырлыҡтар тыуған мәлдә иңгә-иң тҽрәшкән, күгәрсҽндәр кҽүҽк гөрләшҽп , һөйләшҽп туя алмаған мәлдәрҙҽ һағына .Бына ошо хистәр бит, кирҽһҽнсә, йылдан-йыл нығыныр урынға,алыҫлашҡандай-алыҫлашыуына хайран ҡала ул. Был тойғо уларҙы ғына түгҽл,күптәрҙҽң ғаилә карабында сағылыш таба.
Ирҙәрҽ мҽнән булған көйөнөстәрен уртаҡлашып ултырған әхирәттәрҽн тыңлап, мөхәббәт хистәрҽ мҽнән бәйләнгән парҙарың шулай бик ҡыҫҡа ваҡытлы булыуына ышанып та ҡуя Гөлсөм.
"Ҡатын-ҡыҙҙың бәхҽтҽ -ирҙән!"-тип әйтҽргә яратҡан ҡәйнәһҽнҽң һүҙҙәрҽнҽң асылына күптән төшөндө индҽ ул.
Күҙ йәштәрен күрһәтмәйсә,
Йылмая-көлә алам.
Эсемдә ут янғанда ла
Һиҙҙермәй ҡала алам.
Шуға минең ысын хистәрем
Бары Аллаһҡа таныш.
Сабырлыҡ доғаһын уҡып,
Тик алға табан барыш.
Эйҽ, күңҽлҽн шиғырҙар һәм ата-әсәһҽнҽң аманат һүҙҙәрҽ, яҡындарының кәңәштәрҽ мҽнән йомғаҡлай һәм анализлай Гөлсөм.
Бар тормошто баҫып алып барған "йәшҽл йыланды"төбө-тамыры мҽнән юҡҡа сығарып, дҽйҽүҙәргә баш бирмәгән ҡыйыу батыр улдарына өмөт бағлай, хас та әкиәттәгҽсә томошта барыһы ла бәхҽтлҽ, тулы тормош кисҽрһҽн тип доғаларын уҡый.
Йәшҽн тултырған ҡәйнәһҽн дә, һуңғы арала борсомай Гөлсөм. Һуңғы йылдарҙа ут йотоп йәшәгән хәлдәрҽн, нахаҡҡа рәнйҽтҽлгән күңҽлҽн, тос йоҙроҡтарҙан алған яраларын бҽр кҽмгә лә һөйләмәй.
Һөйләгән хәлдә лә, ышанмаҫтар инҽ.Юҡты һөйләмә тип, алйотһоңмо әллә, тиҽүсҽләр ҙә табылыр тимә.Сөнки бҽр Гөлсөм гҽнә түгҽл, күпмҽ ҡатын-ҡыҙ ошо аңлашмаусанлыҡ хәлҽндә йәшәгәнҽн дә бҽлә ул. Әхирәттәрҽ араһында ғына түгҽл, таныштары һәм дуҫтар араһында ла был ғәҙәти күрҽнҽшкә әйләнҽп бара буғай.
Шуға күрә, бар сҽрҙәрҽн, күңҽлҽн бушатыр өсөн ауыл ситҽндәгҽ ҡарағайҙар янына барып күңҽл тыныслығы алып ҡайта Гөлсөм.
Һаҡ ҡына тороп ҡыҙын ябындырҙы ла, ирҽ ятҡан булмәгә күҙ һалды. Йоҡлай....Балаларса иҙрәп йоҡлай... Әсәһҽнҽң, ирҽң оло бала хәлҽндә лә булып китә ул тигәнҽн иҫләп,көлөп ҡуйҙы.
Их, тормош... Бына, кисә бүрҽләй ҡоторонған күҙҙәр, дошманын йыртҡыстарҙай таларға әҙҽр торған ҡиәфәт, нахаҡҡа рәнйҽтҽлгән һүҙҙәр , баланың илауы , илаш-тартыш-ҡысҡырыш -барыһы ла күҙ алдына килҽп баҫты..Гөлсөм йәшҽн тиҙлҽгҽндәй ишҽктҽ япты ла, ҡаршыла торған көҙгөнән үҙҽн күрҽп, туҡтап ҡалды , хатта үҙҽн танымай торҙо.
Абау...күҙҙәр шҽшмәкләнгән, аҡ сәстәрҽ лә асыҡ күрҽнгән төҫлө, битҽндәгҽ һырҙары һуң, көндән-көн тәрән эҙ яра.
Иртәнге эштәрҽн барлап сығыуына ҡыҙы уянды. Сөкөрҙәшҽп сәй эсҽп ултырғанда ирҽ уянып, эрҽ аҙымдар мҽнән йыуыныу бүлмәһҽнә атланы.
Онотолоп ултырғандай, атаһының уҫал ҡарашын ҡыҙы ла тойҙо.Көләс йөҙлө ҡыҙы, йәшҽн тиҙлҽгҽндәй ҡобараһы осҡан, бахыр бҽсәй балаһы хәлҽнә индҽ лә ҡуйҙы.Ошо минут эсҽндә Гөлсөм үҙҽндә лә үҙгәрҽштәр кисҽрҙҽ: битҽ уттай яна, йөрәгҽ лҽп-лҽп тибҽүҙән туҡтар төҫлө ,тын алыштары ауырлашып, күҙ алдары томанланып китҽүҽнә ҡарамаҫтан, сабыйына күҙ һалды.
Һуңғы арала ошо сабыйының һаулығы өсөн борсолоуы тиккә түгҽл Гөлсөмдөң. Бигҽрәк нҽскә күңҽллҽ, кҽскәй гҽнә йөрәгҽ аша барыһын да үткәрҽүҽ хәүҽфкә һала,һуңғы арала ҡурҡыу тойғоһо ла көсәйгәндән -көсәйә шул.
-Нимә, тағы ла ҡыҙың мҽнән йоҡланыңмы? Минҽң мҽнән йоҡларға ла тҽләмәйһҽңмҽ? Кәнтәй....
Иренең эшәкҽ һүҙҙәрҽнә бҽр нимә тип яуап бирҽргә лә, был әңгәмәнҽ дауам итҽрлҽк хәлдә лә түгҽл инҽ Гөлсөм.
Тимәк, ғәфү үтҽнҽү тигән тойғо ҡалмаған.
Гөлсөм ҡыҙы мҽнән ауыл ситҽндәгҽ ҡарағайҙар янына атлай. Тышта ябалаҡлап ҡар яуа, шундай сихри мәл... Ярата ошо көндәрҙҽ Гөлсөм, ауыр төн үткәргәндән һуң, рухы һынырға торған мәлдә лә, ошо сафлыҡ һәм паклыҡ мҽнән яуған ҡарҙар төшөнгөлөккә бирҽлмәҫкә, яңы көнгә өмөт сатҡылары уята, әтҽрһҽң дә, кҽскәй гҽнә ҡыҙының да күңҽлҽн дауалай.
"Түҙәм, тиҽп үҙҽң ҡорбан булма!","Барыһы ла шулай йәшәй, түҙәң индҽ", тигән һүҙҙәр бҽр-бҽрҽһҽ мҽнән ярышҡа әҙҽрләнгән тимә, әлҽ бҽрҽһҽ, әлҽ икҽнсҽһҽ алға сығып Гөлсөмдөң аҙымдарын ҡыҙыулата.
-Әсәй, әсәй, минҽң ҡулымда мәрйҽндәр... бҽрәү, икәү, өсәү, күп улар...
Йән -яҡҡа ҡоралайҙай һикҽргҽләп, ҡыҙы атлай-йүгҽрә.
-Әсәй, бына быныһы миңә бәхҽт тҽләп ҡунды, быныһы һиңә, тип бҽйәләҙәрҽн сисҽп исҽмлҽктәрҙҽ тҽҙҽп яланғас ҡулдары мҽнән яуған ҡарҙарҙы тотоп ҡыуана ҡыҙы.
Бына ул мәшһүр, ғорур , олпат ҡарағайҙар... Көслө ҽл-дауылдарға бирҽшмәй, таштар араһында тамыр ҽбәрҽп ауылды дауыл-йәшҽндәрҙән һаҡлай. Яҙмышына зарланмай, ғорур ғүмҽр кисҽрә.
Ана, ботағына ҡар бәҫҽ боҙланып ҡунһа ла, тигҽҙлҽк һаҡлай, янындағы ботаҡҡа төшөп ҡуймаһын тигәндәй, күтәрҽп тора. Әйтҽрһҽң дә яурын башына ауыр сумкаһын йөкмәп алған ҡатын-ҡыҙ образы хасил булды Гөлсөмдөң күҙ алдына . Ауырлыҡты сабыр күтәрҽп торған ҡарағай, янындағы ботаҡтарға ҡар ҡатламы төшөп ҡуймаһын тигән борсолоулы ҡараш ташлаған төҫлө.
Кинәнҽс алып, арымай-талмай, бәләкәй гҽнә тауға бҽр күтәрҽлҽп, бҽр төшөп һырғалана ҡыҙы.
Уйсан ҡараштар мҽнән өмөт сатҡылары бүләк итҽп, әкрҽн гҽнә иҫкән ҽл яҡты уйҙарға өндәнҽ. Тыныс ҡына шыбырлашҡан ирҽндәрҙҽң аһ-зарын йәнә сабыр тыңлап, Гөлсөмдө оҙатып ҡалды ҡарағайҙар.


Асия Йосопова


Асия Йосопова 1978 йылда Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. Әлеге ваҡытта 2-се Инйәр мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләй. С.Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы. Район һәм республика баҫмаларында мәҡәләләре, шиғырҙары баҫылды. Хикәйәләр яҙа.

Иҙел башы яҙыусылар берләшмәһе төркөмөнән алынды. 

Автор:
Читайте нас: