Все новости
Проза
20 Июня , 14:27

Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 3-сө өлөш. Рәсүл Байгилдин

Мин күргән Оленёк йылғаһы Өфө тапҡырындағы Ағиҙел самаһы булыр. Ул бейек ҡаялар, балсыҡлы текә һәм ҡырсынлы һөҙәк ярҙарға һуғылып аға. Экспедиция тәүге туҡтау урыны өсөн уның бейеклеге ике метр самаһы яр хасил иткән киң үҙәнен һайланы. Оленёк йылғаһының оҙонлоғо 2292 км, 219 мең квадрат км майҙандан һыу йыя. Сағыштырыу өсөн, Ағиҙелдең башынан тамағына тиклем — 1430 км, һыу йыйған майҙаны — 142 мең квадрат км. Июнь уртаһы булһа ла ярҙарында ташҡындан ҡалған ике метр ҡалынлыҡтағы боҙ киҫәктәре ята. Яр буйында ҡыуаҡлыҡтар үҫә, ҡарағас урманы ла алыҫ түгел.

Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 3-сө өлөш. Рәсүл Байгилдин
Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 3-сө өлөш. Рәсүл Байгилдин

Оленёк йылғаһы

Йылға балыҡҡа иҫ киткес бай. Ярҙан тороп ябай ҡармаҡ менән ярты сәғәт эсендә алты кеше туйғансы ашарлыҡ балыҡ тотоп була ине. Сиг, ленок шәп ҡапты. Сиг утыҙ сантиметрға тиклемге сабаҡ шикелле ялтыр балыҡ. Ә ленок үткер тешле, көрән төҫлө шундай уҡ ҙурлыҡтағы һыу йыртҡысы. Өлкән геолог Валера спиннинг ташларға яратты. Ул был тирәләге батша балыҡ — тайменгә һунар итте. Йылға шаршыһына барып тора ла арығансы спиннинг һелтәй. Бер нисә тапҡыр эләктерҙе хыял иткән трофейҙы. Иң ҙуры ете-һигеҙ килограмлыҡ булды.

Таймень — ҡыҙыл балыҡ. Төҫө ҡарағусҡыл ҡыҙғылт, күкһел-йәшкелт сағылышы ла бар. Ҡойроғо, артҡы ҡанаты ҡуйы ҡыҙыл. Ите йомшаҡ, ныҡ майлы. Ике метрға тиклем ҙурлыҡта, һикһән килограмға тиклем ауырлыҡта булыуы ихтимал. Беҙҙең күҙ алдында шундайҙарҙың береһе ҡарпыны — һыуҙа йөҙөп барған өйрәкте тотто, буғай. Һыу өҫтөндә күренеп ҡалған ҡойроғо икмәк табаһылай бар ине.

 Шуныһы ғәжәп: таҙа тәбиғәттә, һыуыҡ һыуҙа йәшәһә лә ҡайһы бер балыҡтарҙың эсе ҡортло. Улай гельминт менән зарарланған балыҡты башҡа урында осратырға тура килмәне. 

Оленёк йылғаһын тәүге тапҡыр Рәсәй сәйәхәтселәре 1874 йылда тикшерә. Уның буйында халыҡтың бик һирәк йәшәүен билдәләй. Совет власы осоронда ғына Оленёк, Харыялах, Таймылыр, Усть-Оленёк ҡасабалары барлыҡҡа килә.

Ғөмүмән, география фәнен иҫкә төшөргәндә, Оленёк йылғаһы аҡҡан тәбиғәт зонаһы урманлы тундраға тап килә.

Экспедиция

Ниһайәт, экспедиция тураһында яҙырға ла сират етте.

Түбәнге Оленёк алмас районы тип аталған зонала үткән быуаттың 50-се йылдары аҙағы — 60-сы йылдары башында уҡ геологтар эҙләнеү эштәре башлай, байтаҡ кимберлит төрөпкәләре таба. Оленёк йылғаһы бассейнының беҙ эҙләнеүҙәр алып барырға тейешле участкаһында диаметрҙары 10—200 метр ҙурлыҡтағы 11 төрөпкә картаға төшөрөлгәйне. Геологтарҙың тәүге тикшереүе был төрөпкәләрҙә алмастың булмауын күрһәтһә лә, йылғаның түбәнге ағымында алынған пробаларҙа алмас, тау тоҡомдарында уның менән гел йәнәш йөрөгән пироп, ильменит, пироксен тигән минералдар даими сыҡҡанға күрә, бай ятҡылыҡ асыу өмөтө юҡ түгел ине. Шуға 80-се йылдарҙа был төбәктә тағы геологик эҙләнеүҙәр башлана.

Экспедицияға, кәмәләрҙә йөҙөп, Оленёкка ҡойған эреле-ваҡлы һәр йылғаны тикшереү, пробалар алыу бурысы ҡуйылғайны. Шулай уҡ картала билдәләнгән, йылғанан 15—20 км алыҫлыҡтағы кимберлит төрөпкәләрен яңынан һүрәтләргә һәм уларҙан да пробалар алырға тейешбеҙ.

Өс төркөмгә бүленеп эшләнек. Кискеһен начальник ҡайһы төркөм ҡайһы йылғаға сығырға тейеш икәнен, осрашыу нөктәһен билдәләй. Иртәнсәк, әйберҙәрҙе йыйып, тамаҡ ашап, төшкөлөгөнә тигәнен рюкзактарға һалып, кәмәләрҙә һәр ҡайһыбыҙ үҙ йылғаһына табан йөҙөп китә. Барлыҡ мөлкәтте бүлешеп кәмәләргә тейәгәнбеҙ. Бәләкәй йылғасыҡтарға биш километрға тиклем үрләп, 500 метр һайын пробалар алабыҙ. Куойка, Беенчим кеүек ҙурыраҡ ҡушылдыҡтарҙың тамағында аҙна-ун көн ятып, 15 километрға тиклем араны тикшерҙек.

Көн һайын дежур төркөм билдәләнә. Улар эштәрен алдараҡ тамамлап, башҡалар килеп еткәнсе, осрашыу урынында аш бешереп торорға тейеш. Күмәкләп палаткаларҙы ҡорабыҙ ҙа, йоҡлап алғас, тағы юлға ҡуҙғалабыҙ. Биш-алты көн маршруттарҙа йөрөгәс, ике-өс көн ял итәбеҙ, пробаларҙы эшкәртәбеҙ. Вероника Петровна көн һайын рациянан база менән бәйләнешкә сыға, имен-аман эшләүебеҙ тураһында хәбәр итә. Рацияның антеннаһын ғәҙәттә ағас башына күтәрәбеҙ.

Йылғалар, ҡайһыһына сыҡһаң да, көмөштәй таҙа. Куойка, Беенчим сағыштырмаса мул ғына һыулы, ә үҙәндәре шул тиклем бормалы, ҡойроғона баҫҡан йылан гүйә.

Тәүге экспедициялар тарафынан табылған кимберлит төрөпкәләрен эҙләгәндә тундра урманы буйлап байтаҡ гиҙергә тура килде. Ер өҫтөндә аныҡ ҡына билдәләр булмағас, ике-өс тапҡыр маршрутҡа күмәкләп сығып, саҡ өҫтөнә баҫтыҡ. Ҡасандыр геологтар ҡаҙған шурф соҡорҙары ғына нәҡ шунда төрөпкәләр булыуын күрһәтә ине.

Куойка йылғаһы тамағынан алты-ете саҡрым үрҙә, йылға өҫтөндә ун биш метр бейеклектәге ҡая булып эленеп торған, ҙур өлөшө көнгә асылған «Обнаженная», йәғни «Яланғас» тип аталған кимберлит төрөпкәһе бар. 1957 йылда геолог И.Н.Галкин тапҡан уны. Аҫыл ташы юҡ — ҡыҫыр төрөпкә. Уның ҡарауы ҡыҙыл пиропҡа бик бай. Ҡаяла төртөк-төртөк булып, балдаҡ ҡашындай ҡыҙарып торалар.

Шуны өҫтәргә кәрәк: Обнаженная кимберлит төрөпкәһе бөтә донъя
кимәлендәге минералогия тибына ҡараған геологик тәбиғәт һәйкәле исемлегенә ингән. Шуға күрә ул тарафтарға йүнәлгән тау белгестәре уны күреп китеүҙе мотлаҡ һанай.

Тундра урманы кейек һуҡмаҡтары менән сыбарланған. Һуҡмаҡтар күп йылдар даими тапалғанға күрә ергә уйылып инеп, таҡырланып бөткән. Беҙ күберәк шул һуҡмаҡтарҙан йөрөнөк. Сөнки урман тундраһы түмгәкле, тигеҙ түгел.

Урман һирәк ағаслы, үтәнән-үтә күренеп тора. Ҡарағастан башҡа ағас юҡ. Уның тамыры төпкә инеп үҫә алмай, йәйгеһен ер ирегән тиклем генә тәрәнлектә тарбаҡланып йәйелә. Көслө ел булһа, айырымыраҡ ултырғандары тамыры менән аҡтарылып ҡолай ҙа ҡуя. Тундра урманында байтаҡ ағас шулай, тотош тамыры аҡтарылып, ҡолап ята.

Тундра — тәбиғи һыуытҡыс. Тәжрибәле геологтар осраған теләһә ҡайһы күләүектән сирҡанмай һыу эсә. Беҙ ҙә быға өйрәнеп алдыҡ — көрөшкәне сығараһың да, күләүектән һыу һирпеп эсәһең дә китәһең.

Йыш ҡына был төбәктә элек эшләп киткән геологтар эҙе осрап ҡуя. Яр башында үҙ йөрөшлө быраулау станогына юлыҡтыҡ. Ул тимер сылбырға ултыртылған вездеход ине. Әлбиттә, иң кәрәкле тимерҙәрен сисеп алғандар.

Беенчим йылғаһы тамағында ташланған геологтар ауылына барып сыҡтыҡ. Ҡарағастан бурап эшләнгән биш-алты өй, келәт һәм мунсаһы бар. Өйҙәр нигеҙләп ташлы урынға күтәрелгән. Инеп йәшәрлек, мунса яғып төшөрлөк булып сыҡты. Бер аҙналай шул ауылда яттыҡ. Мунса төштөк, пробаларҙы эшкәрттек, махсус журналдарға теркәнек.

Йәй уртаһы еткәс, балыҡ бөтөнләй ҡапмай башланы. Анатолий менән йылға үҙәнендәге күлгә (ундай күлдәр йылға буйында байтаҡ) ау ҡорҙоҡ. Һыу ташҡанда күлдәргә балыҡ инеп ҡала. Икенсе көндә иртә менән ауҙы ҡараныҡ. Биш-алты суртан һәм ҙур чир тигән, беҙҙең оптоға оҡшаған, әммә күпкә тосораҡ, балыҡ эләккәйне. Суртандар төртөк-төртөк тимгелле сыбар ине. Русса «пятнистая щука» тигәндәре шул була инде. Анатолий: «Суртанды беҙ ашамайбыҙ. Эшкинмәгән балыҡ ул, ите ҡаты», — тип алманы, тереләрен кире ебәрҙе, үлгәндәрен ярға ташланы. Башҡортостанда ундай балыҡ эләктерһәң, үҙеңде бәхетле балыҡсы һанар инең.

Куойка йылғаһын өҫкә ун биш саҡрым күтәрелеп тикшерҙек. Йылға тамағында аҙна-ун көн торҙоҡ. Көндәрҙең береһендә кәмәләрҙә унлап кеше килеп туҡтаны. Улар Мәскәү геологоразведка институты студенттары булып сыҡты. Уҡытыусылары етәкселегендә практикала йөрөйҙәр икән. Кис беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Иртәгеһенә юлдарын дауам иттеләр.

Июль ул тарафтарҙа ла бик эҫе. Тик еңелсә йөрөргә форсат юҡ — серәкәй шунда уҡ һырып ала. Ел иҫһә, йылға буйында ғына уларҙан ҡотолоп була. Башҡа ваҡытта штормовка, селтәр битлекте сисермен тимә. «Дэта» майын да әйләнгән һайын күп итеп һөртөп булмай, тирене киптерә.

Август баштарында аҙлап ямғыр яуа башланы. Ғәҙәттәгесә, маршруттарҙы үтеп, кискә билдәләнгән урынға йыйылдыҡ. Кәмәләрҙе бәләкәй генә ҡултыҡҡа индереп бәйләп ҡуйҙыҡ, палатка ҡорҙоҡ, ашап алғас, йоҡларға яттыҡ. Был ваҡытта быҫҡаҡлап ямғыр яуа башлағайны. Иртә уянған Валерий тревога күтәрҙе — йылға, ямғырҙан ҡалҡып, ярға бәйләп ҡуйылған бер кәмәне һыуға әйләндереп һалған икән. Йән фарман йылға буйына йүгерҙек. Бауы ҡыҫҡа итеп бәйләнгән кәмә, һыу күтәрелгәс, балыҡ тартҡан ҡармаҡ ҡалҡыуысы ише күтәрелгән дә, һыуға ауған. Кәмәне ысҡындырып кире әйләндереп ултырттыҡ. Тик өҫтөндәге йөк лысма һыуланғайны. Ризыҡтан киптерелгән картуф тәләфләнгән булып сыҡты. Аҙаҡтан беҙ уны мейес өҫтөнә йәйеп кире киптереп алдыҡ.

Кәмәләрҙе ысҡындырып ярға һөйрәп ҡуйҙыҡ, бауҙарын мөмкин тиклем алыҫҡа бәйләнек.

Ямғыр көнө буйы туҡтаманы. Палаткала һыуыҡ. Кәмәләр менән булашҡанда һыуланып бөттөк. Мейес яғып йылынмай, кибенмәй булмай ине.

Тимер мейестәрҙе сығарып ҡороп ултырттыҡ, яғып ебәрҙек. Тик уның йылыһына кинәнә алманыҡ, сөнки төтөн торбанан сығыу урынына кире һуға. Палатканың ауыҙын асһаң, аҙыраҡ һөйрәй, япһаң — барлыҡ төтөн эскә тула. Тышҡа сығып торған мейес торбаһын — ул ярты метрлыҡ бы­уындар ярҙамында метр ярым самаһы күтәрелә — төрлө яҡҡа борғослайбыҙ, әммә файҙа бик самалы. Ҡырыҫыраҡ фиғелле Валерий палатка эсендә төтөн араһында күренмәй ҙә ултыра, өҫтәүенә, ауыҙында тәмәке. «Палатка ауыҙын ябығыҙ», — тип команда бирә беҙгә, улай ҙа, былай ҙа сабыулаған практиканттарға. Тора биргәс: «Юҡ, булманы, кире асығыҙ», — ти. Түҙмәне, ул да тышҡа килеп сыҡты.

Ауылда беҙҙең өй мейесе ел булһа төтәй торғайны. Торбаһын, күршеләрҙеке менән сағыштырып, шундай һығымтаға килгәйнем: беҙҙеке атламаһынан түбәндәрәк ултыра, ә башҡаларҙыҡы аша ҡарап тора.

Ике мейестең булған быуындарын да ялғаныҡ та, торбаны палатканан юғарыраҡ күтәреп ҡуйҙыҡ. Бигерәк оҙонайып киткән конструкцияны терәп нығытырға тура килде. Уның ҡарауы, мейесебеҙ гөлтләп янып китте, ҡырағай тормошобоҙға йәм керҙе.

Ямғыр һаман яуҙы. Төндә Валерий тағы уятты. Ун метрҙай алыҫлыҡта ятҡан йылға тағы ла нығыраҡ күтәрелгән һәм палаткаға килеп еткән икән. Был юлы эш күберәк булды: палатканы йыйып урманға еткереп ҡороп ултырттыҡ, кәмәләрҙе тағы күсерҙек. Оленёк йылғаһы шулай мәкерле булып сыҡты — ямғырҙан ул ҡапыл һәм ныҡ күтәрелә икән. Туң ер һыуҙы һеңдермәй, һәм булған ямғыр һыуы йылғаға ағып төшә.

Ямғырҙан һуң балыҡ кире ҡаба башланы. Ялыҡтырған консерваларҙы ситкә ҡуйып тороп, балыҡ ашына күстек. Анатолий: «Ысын балыҡсы уха балығының тик башын ғына ашай», — тип фәлсәфә һата торғайны. Шуға уха бешергән һайын балыҡ баштарын уға өйөп һалабыҙ. Ул өндәшмәй генә баш һөйәгендә соҡона, ә беҙ итен генә ашайбыҙ.

Оҙайлы привалға туҡтағанда Вероника Петровна ондан икмәк бешерә ине. «Ландорик» тип атай ине ул үҙенең өшәһен. Ҡамырҙы шыйыҡ итеп әсетә лә, табаға ҡойоп, таш менән кәртәләп эшләнгән усаҡтың көлөнә күмә. Хәҙер магазиндарҙа һатылған үзбәк ләүәшенә оҡшаған тәмле икмәк килеп сыға торғайны. Башҡа ваҡытта гел сохари кимерҙек.

Экспедицияның башынан алып аҙағына тиклем бер нисә өйрәк, ағуна, ике болан атып алдыҡ. Йәйгеһен болан бөтөнләй күренмәне. Август аҙаҡтарында улар, ҙур-ҙур көтөүгә тупланып, төньяҡҡа ҡарай үтә башланы. Оленёк йылғаһы ла кәртә түгел уларға — ҡурҡмайынса һыуға ташланалар һәм арғы ярға йөҙөп сығалар.

 

Вертолет көткәндә

Экспедиция август аҙаҡтарына эшен тамамланы. Оленёк йылғаһының ян-яғын гиҙеп, июнь башында вертолет ҡалдырып киткән урындан йөҙ саҡрым самаһы йылға буйлап түбәнләнек: маршруттар буйлап үттек, билдәләнгән урындарҙан пробалар алдыҡ, проба алған урындарҙы һүрәтләп журналға теркәнек, шлихты (проба, йәғни йыуылған йылға ҡомоноң ауыр фракцияһын) эшкәртеп, айырым моҡсайҙарға һалдыҡ, уларға бирка беркеттек, моҡсайҙарҙы махсус ағас ҡумталарға рәтләп урынлаштырҙыҡ…

Инде ҡайтырға ла мөмкин.

Вертолет көтәбеҙ. Экспедиция туҡтаған һуңғы урын башҡа ойошма геологтарының ваҡытлы базаһы ине. Ике-өс ағас өй ултыра, бер нисә палатка ҡоролған. Унда ҡарауылсынан башҡа бер кем дә юҡ. Бәлки, алдан килешелгән булғандыр, ул беҙҙе риза булып ҡаршы алды.

Палаткалар икешәр урынлыҡ. Эстән һырылған ҡалын буҫтау менән көпләнгән. Ята торған урындарға, ерҙән ҡалҡытып, бер яғы юнып шымаланған ҡарағас һайғауҙарҙан һәндерәләр эшләнгән. Мейес тә ҡалын тимерҙән. Йәғни палаткалар һыуыҡ миҙгелгә яраҡлаштырып ҡоролған. Беҙгә бик йәтеш булды улар, сөнки йәйҙең аҙағына ҡарай көндәр һалҡынға тартҡайны.

Эш бөткәс уйнарға ярай, ти халыҡ мәҡәле. Быға тиклем алда торған бурыстар артыҡ ирәйеп китергә форсат бирмәһә, хәҙер инде бер ниндәй хәстәр юҡ — «Х» сәғәтен, йәғни вертолеттың килеүен көтөп, ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, тип тик ят. Өлкән коллегаларыбыҙ нисек кисергәндер эшһеҙлекте, беҙ, йәштәр, йонсоманыҡ — ҡырағай тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иттек.

Иркенлектең, сикһеҙлектең нимә икәнен белдем Яҡут иле киңлектәрендә. Өс ай буйы һәр саҡ хәрәкәттә, юлда булдыҡ, урындан-урынға күсенеп йөрөнөк, Мәскәүҙән экзотика эҙләп килгән ун студенттан һәм ошо базаның ҡарауылсыһынан башҡа әҙәм затын осратманыҡ. Оленёк йылғаһы буйында кешенең әҫәре лә юҡ, ул — ҡырағайлыҡ һәм иркенлек төбәге!

Тау үренә менеп ҡараһаң, йәшел ҡарағастар үҫкән уба артынан уба тартыла. Уларҙың артында ла тик ҡыр кейектәре генә! Беҙ, материк кешеләре (Себер һәм Алыҫ Төньяҡта йәшәүселәр, илдең заман ҡанундарына ярашлы, үҫешкән үҙәк төбәктәрен шулай атай), алыҫлыҡты ауылдар һәм ҡалалар араһы менән үлсәйбеҙ, киңлекте улар менән сикләйбеҙ. Өфөнән тороп, мәҫәлән, тура тыуған ауылым Матрайға уй йүгертә алмайым. Үтәсәк юлды ғына күҙ алдына килтерәм: Стәрле, Салауат, Мәләүез, Мораҡ, Иҫәнғол, Йылайыр, Юлдыбай, тип теҙеп алып китәм. Киңлеккә, иркенлеккә уйымда ла хатта урын юҡ. Илле-алтмыш йыл элек ҡоролған таш юл, тимер сым тартылған бағаналар теҙелеп киткән, йөҙ, ике йөҙ, биш йөҙ йыл элек нигеҙләнгән ауыл-ҡалалар мине ҡоршауға алған, уларҙан ситлек ҡороп, булмышымды ла, фиғелемде лә бер йырға көйләгән, асылда, бикләп ҡуйған. Программаға һалынған, ҡалыпланған тормош менән шулай йәшәп тик ятабыҙ. Ысын йәшәйеш, бәхет ошо була икән тип уйлайбыҙ, башҡаһына ымһынмайбыҙ. Ымһынһаҡ та ҙурыраҡ һәм бейегерәк йорт, еллерәк машина, мулыраҡ өҫтәл тураһында уйлайбыҙ, хыялланабыҙ — үҙебеҙҙе ҙур йоҙаҡлы алтын ситлеккә башҡаса сыҡмаҫлыҡ итеп бикләргә ашҡынабыҙ.

Ошо базаның ҡарауылсыһы яңғыҙ, ике эте менән нишләп был төпкөлдә йәшәп ята?

Яуап төрлөсә булыуы ихтимал.

Материкта эш боҙған да ер ситенә ҡасҡан — башҡа килгәндең тәүгеһе был.

Бисәһенән айырылып, сараһыҙҙан килеп эләккән бушлай торлаҡ, ашау булған төпкөлгә — тағы хилаф ғәмәлгә һуҡтырған яуап.

Ҙур аҡса вәғәҙә иткәндәр — булыуы ихтимал, аҡсаны барыбыҙ ҙа яратабыҙ.

Көсләп алып килеп ҡалдырғандар, ҡол итеп тоталар — дөрөҫ яуап түгел был. Сөнки Совет власы осоронда кеше кешене ҡол итә алманы, тик дәүләттең генә быға хоҡуғы, монополияһы, булды.

Бәхетен эҙләп килгән һәм уны тапҡан был кеше, тиһәм бот сабып көлөр бар ғәм. Бәхетте беҙ башҡараҡ күҙ алдына килтерәбеҙ: үрҙә әйтелгәнсә, байлыҡта, байманлыҡта. Ҡырағай төбәктә яңғыҙ үҙе бәхетле була алмай әҙәм балаһы, тигән фекерҙәбеҙ күбебеҙ.

Ҡайһылай булғанда ла, ҡарауылсы бошонған, йонсоған, яңғыҙлыҡтан яфаланған кешегә оҡшамағайны. Тимәк, ул бында йәм, ҡот тапҡан, тип фаразларға урын ҡала.

Нишләп йәштәр геолог һөнәрен һайлай ине элек? Элек, тием, сөнки хәҙерге заманда кешене был профессияға алып килгән сәбәптәрҙе белмәйем.

Совет власы осоронда романтиктар һайлай торғайны был һөнәрҙе. Романтика — билдәһеҙ бейеклеккә, сафлыҡҡа ынтылыу, күңел ашҡыныуы, эскерһеҙлек һәм башҡа, һәм башҡа гүзәл сифаттарҙы үҙ эсенә алған төшөнсә. Утҡа текләп ҡарурман эсендә йыр йырлап ултырыу хәтәр күренеш түгелме ни һуң? Тик бындай күңел хозурлығы, ғәҙәттә, кеше тормошоноң бер бәләкәй генә мәлен үҙ эсенә ала, бик һирәктәр генә, һайлам бөртөк шәхестәр генә романтикаға ғүмерлеккә тоғро ҡала. Баяғы ҡарауылсы, бәлки, шуларҙың береһелер.

Поляр түңәрәк аръяғы, урманлы тундра, төпһөҙ һәм сағыу йондоҙло Яҡут иле күге, төн ҡараңғылығы, сепрәк палатка эсе, шәм яҡтыһы, дүрт йәш кеше — киңлек һәм сикһеҙлек, ғәләм көсө ошо бәләкәй палатка ҡыуышлығында фокусҡа тупланған да ҡеүәтле энергия хасил иткән. Ул Николай сирткән гитара моңонда, ут аша төпһөҙлөккә текләгән егеттәрҙең ҡарашында, күңелдәрҙең ашҡыныуында, осона сыға алмаҫлыҡ уйҙар ағымында, палатка тышындағы серле ҡараңғылыҡта…

— Мин атайым менән Лена ҡултығына балыҡҡа барғанда… — тип һүҙ башлай Анатолий.

Шунан китә йәнле әңгәмә. Ул Татар иленең баш йорто Ҡазан, Бөйөк Башҡортостан, мәғрур Урал тауҙары аша үтә, Себер киңлектәрен айҡай, ни хикмәт менәндер инде Мәскәүгә һуғыла һәм кире палаткаға, Оленёк йылғаһы буйына ҡайта… Һәм тағы ҡайҙарғалыр оса — был юлы ҡитғаларҙы гиҙә, ҡыҙҙарҙың һылыу йөҙҙәренә, һомғол буй-һындарына ҡағыла, күңелдәрҙе ҡытыҡлатҡыс серҙәр аса. Эйе, беҙ — ер кешеләре. Әлегә…

Төн уртаһы ауышып китә. Тыйған, сикләгән кеше лә, сәбәп тә юҡ — беҙ үҙ иркебеҙҙә, йәшәү дәрте ташып торған, һау-сәләмәт, типһә тимер өҙөрҙәй егеттәрбеҙ. Беҙҙең бөтә тормошобоҙ алда, уның сиге лә, ҡырыйы ла юҡ!

Урындарыбыҙға таралышып, йоҡоға талабыҙ. Көн балыҡ тотоу, күк көртмәле (голубика еләге) йыйып ашау, көндәлек хужалыҡ эштәре менән үтә. Тағы кис етә… Һәм беҙ тағы йылы палаткала шәм яҡтыһында әңгәмә ҡорабыҙ. Шул кистәр күңелемә тормошомдоң иң сағыу ҡыҫҡа бер мәле булып уйылып ҡалған.

Якутскиға кире осҡанда Лена ярында ултырған Жиганск ҡасабаһы аэропортында ямғырлап киткән көндөң асылғанын көтөп өс көн яттыҡ. Йоҡо тоҡтарын аэропорт бинаһының бер мөйөшөнә түшәнек тә, шунда үҙебеҙгә тораҡ ҡороп алдыҡ, башҡаларҙа эшебеҙ ҙә юҡ — йоҡлайбыҙ, ултырып ашайбыҙ, ятып китап уҡыйбыҙ.

Якутскиҙа тағы аҙна самаһы булғандан һуң, сентябрь уртаһында Өфөгә остом һәм Сибай аша Матрайға ҡайтып еттем.

Яҡут иленә сәйәхәтем үҙ аллы тормош юлына сығыр алдынан оло һабаҡ булды.

 

Чукотка

1984 йылдың февраль аҙағында ҡулыма техник-геолог квалификациялы «Геология, мәғдән ҡаҙылма байлыҡтарын эҙләү һәм тикшереү» һөнәренә эйә булыу тураһында диплом алдым, Мейәс геологоразведка техникумында уҡыуым тамамланды. Бынан ары сәйәхәт ҡылғаным өсөн миңә аҡса түләйәсәктәр килеп сыға.

Совет осоронда йәш белгес эшкә йүнәлтмә буйынса ебәрелә ине. Ул комиссия тәғәйенләгән урында өс йыл хеҙмәт итергә тейеш.

Эшкә тәғәйенләү үҙенсәлекле конкурс буйынса үткәрелә, һәр хәлдә Мейәстә шулай ҡуйылғайны. Төрлө ойошмаларҙан саҡырыу килә, вакант эш урындарының ҙур исемлеге төҙөлә. Һәр кем ҡайҙа барырға үҙе хәл итә, тик шуныһы: тәғәйенләү комиссияһына, йыйған балыңа ҡарап, сиратлап индерәләр. Кемдең балы юғары, ул алданыраҡ инә, тимәк, эш урынын һайлау мөмкинселеге лә киңерәк. Техникумда «өс»һөҙ уҡыным, тәртип боҙманым, саңғы һәм йүгереү буйынса уҡыу йорто командаһы составында бихисап ярыштарҙа ҡатнаштым, еңеүҙәребеҙ күп булды. Ошоларҙан сығып, минең балым юғары ине. Шуға тәүгеләрҙән булып комиссия алдына баҫтым һәм Магадан өлкәһен — исемлектә булған иң алыҫ төбәкте һайланым.

Магадан ул заманда тау ҡуйынына һыйынып ултырған сағыштырмаса ҙур ғына ҡала ине. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 144 мең самаһы кеше йәшәгән. Хәҙер — яҡынса 92 мең.

Ҡаланың урта төшө уйһыу. Төп урамдың, Ленин проспектының осонда, ҡаланың иң бейек нөктәһендә, телебашня ултыра. Магадан тураһында ошолар иҫтә ҡалған.

Ҡалаға 1929 йылда нигеҙ һалынған. Магадан крайы Сталин репрессия­лары осоронда ҡанһыҙлыҡтың, кеше яһиллығының һуңғы сиге өлгөһө булған ГУЛАГ лагерҙары менән дан ала. Яҙыусы Варлам Шаламовтың «Колыма хикәйәләре» китабында һүрәтләнгән хәлдәр ҡот осҡос һәм ундай бәғерһеҙлектең ерҙә, кеше ҡулы менән атҡарылыуына ышаныуы бик ауыр. Был яуызлыҡтың, кешегә ҡарата дәүләт енәйәтенең, коммунизм — ғәҙеллек һәм тигеҙлек йәмғиәте — төҙөйбөҙ тип һөрән һалған партия ҡушыуы буйынса эшләнеүе уны уғата мәғәнәһеҙ итә, абсурд хәленә төшөрә.

Магадандың геология идаралығында мине Чукоткаға, «Севвостокгеология» берләшмәһенең Шмидт геологоразведка экспедицияһына йүнәлттеләр. Унда үҙ сиратында Полярный геологоразведка партияһына тәғәйенләндем.

Магадандан Ан-24 самолетында Билибино һәм Певек аша Мыс Шмидта ҡасабаһына һигеҙ сәғәт остом. Мыс Шмидтанан Полярныйға Ан-2 менән барып еттем. Өфөнән алып Магаданға тиклем билетты ҡулыма техникумда тотторғайнылар, Мыс Шмидтаға тиклем Магаданда кадрҙар бүлегендә тапшырҙылар, Полярныйға ла хөкүмәт иҫәбенә остом.

Чукоткаға «ҡапҡа» Магадан аша булһа ла, аэропорттың унан 50 саҡрым ситтә урынлашыуы сәбәпле, башҡа был ҡала буйлап йөрөргә насип булманы.

Бөгөнгө көндә полярный атамалы ҡасаба ил картаһында юҡ. 1995 йылда Рәсәй хөкүмәте указы менән ҡала тибындағы Полярный ҡасабаһы йәшәүҙән туҡтаған, баҡһаң. Быны белгәс, иҫ-аҡылым китте. Интернеттан ҡасабаның бөгөнгө хәлен һүрәтләгән фильм табып ҡараным — күңелһеҙ күренеш. Моғайын, Ер шарында кеше ҡалмаһа, ер йөҙө тағы ла меңәр йылдар Полярный кеүек емереклектәр майҙаны булып ятыр: аҡтарылған ер ҡыртышы, ярым емерек биналар, һерәйеп ултырған бағаналар, техника һөлдәләре, туҙрап ятҡан тимер-томор, элекке урамдың һыҙатын билдәләп теҙелеп киткән ҡаралты харабалары… Ахыры заман күренештәре шулай булыр, моғайын.

Бәләкәй ауыл түгел ине Полярный — биш меңгә яҡын кеше йәшәне. Ҡасаба Пильхинкууль йылғаһы буйында табылған бай алтын ятҡылығын үҙләштереү өсөн 1962 йылда (авторҙың тыуған йылы) төҙөлә башлай. Мин белгәндә тау-байыҡтырыу комбинаты, геологоразведка партияһы, төҙөлөш һәм коммуналь хужалығы ойошмалары, урта мәктәп, дауахана, клуб гөрләп эшләй ине. Туҡһан саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәге Мыс Шмидта менән йәйгеһен бәйләнеш тик самолет һәм вертолеттар менән генә булды, йә бик урау юлдан — йылға үҙәндәре буйлап йөрөнөләр. Ҡышҡыһын тундраны ҡарҙан ҡырып юл, зимник, һалалар. Барлыҡ сәнәғәт һәм тормош кәрәк-яраҡтары, техника, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек йәйгеһен материктан караптар менән килтерелде. Караптар Мыс Шмидта ҡасабаһы тапҡырында якорға тора, яр буйы һай булғанлыҡтан, причал төҙөлмәгәйне. Йөктө бушатыу бәләкәй баржалар ярҙамында атҡарылды. Артабан кәрәк-яраҡты базанан зимник буйлап башҡа тарафтарға оҙаттылар.

Әйткәндәй, бөгөн Мыс Шмидта тигән ҡасаба ла юҡ. Район да бөтөрөлгән. Тик һуңғы йылдарҙа ғына арктик хәрби база төҙөүгә бәйле унда тормош йәнләнә төшкән. Йәмғеһе 144 кеше йәшәй икән, ә заманында дүрт мең ярым самаһы ине.

Полярный геологоразведка партияһы алтын эҙләүгә махсуслашҡайны.

Чукотка алтыны тарихы егерменсе быуаттың башына барып тоташа. Америка Аляскаһында алтын биҙгәге заманында, «алтын быҙауҙың» башы Аляскала булһа, кәүҙәһе Беринг боғаҙы аша ятҡан Чукоткала, тигән фекер тыуа. Йәнәһе лә, унда болан көтөүсе чукчалар алтын төрөпкәнән тәмәке тарта. Ошо ҡотҡоға бирелеп ойошторолған экспедициялар һөҙөмтә бирмәй.

Үткән быуаттың 40-сы йылдарында совет геологтары алтынға бай пробалар йыуып алыуға өлгәшә. Был табыштарға ул осорҙа стратегик металл һаналған ҡурғаш эҙләү барышында юлығалар. Ҡурғаш ятҡылығы иһә, бөгөнгө Певек ҡалаһы тирәһендә асыла һәм уға нигеҙ һалыу өсөн сәбәп була. Ә алтынға килгәндә, Чукотка был йәһәттән перспективаһыҙ төбәк һанала, һәм махсус рәүештә алтын разведкаһы өсөн хөкүмәт аҡса бүлмәй.

1953 йылда ҡурғаштың яңы ятҡылыҡтарын эҙләүсе геологтар партияһы прорабы Алексей Власенко Ичувеем йылғаһында һәлмәк кенә тартҡан алтын тосо йыуып ала һәм Чукотка хужаһын кешеләргә үҙ байлыҡтары ишеген асырға мәжбүр итә. Певек ҡалаһы иһә шул ҡапҡаға илткән юл башы була.

Полярный комбинаты үҙ тарихында барлығы 300 тонна алтын йыуған. Уңышлы йылдарҙа күрһәткес 20 тоннаға тиклем барып етә. 1992 йылда 20 кг 336 грамм ауырлығындағы самородок табыла.

Ул йылдарҙа һибелмә алтын (россыпное золото) ятҡылыҡтарынан сығаралар ине һары металды. Хәҙер Чукоткала шахта менән башлыса руда алтынын алалар. Йылына йәмғеһе 30 тоннанан ашыу алтын сығарыла. Уның иң күп өлөшө — 60 проценты — Канада компанияһына (ОАО «Чукотская ГГК») тура килә.

Чукоткала ҡайһы йылғанан проба алһаң да, алтындың эҙенә юлығаһың — «знак» тип аталған энә осондай ғына алтын ялтырауыҡтары табаһың. Шулай бай төбәк ул.

 

Мин — геолог

Полярныйҙа Мейәс техникумында армияға тиклем бер төркөмдә уҡыған Ырымбур егете Александр Коптыгинды осраттым. Йәһәннәмдә ятҡан тундралар илендә таныш кеше менән осраҡлы күрешеү ғәжәп тойолдо. Мөғжизәгә бәрәбәр кеүек ҡабул иттем быны. Ситтә бит таныш булмаған яҡташ менән күрешеү ҙә күңелде елкендереп ебәрә. Кем армияла хеҙмәт иткән белә: «земляк-зема» — туғанға бәрәбәр кеше. Александр бындағы тормош менән таныштырҙы, эш стажировкаһын да уның ҡулы аҫтында үттем.

Полярный партияһы яңы алтын ятҡылыҡтарын эҙләү һәм тикшереү буйынса ҡулайлашҡайны. Эшкә быраулау бригадаһына техник-геолог итеп тәғәйенләнеләр. Быраулаусылар тишеп үткән тау тоҡомон тикшерәм, уны һүрәтләп яҙам. Билдәләнгән тәрәнлеккә еткәс, проба ала башлайҙар. Проба йыуыусы махсус эшсе бар. Пробаны ла һүрәтләп яҙам да, махсус пакетҡа һалып, номер һуғып, журналға теркәйем. Базаға ҡайтҡас, пробалар һәм журнал геология бүлегенә тапшырыла. Шуның менән эш тамам. Артабан инде пробаларҙы лабораторияла тикшерәләр, һөҙөмтәләре дөйөм картаға төшөрөлә, төрлө графиктарға, диаграммаларға ултыртыла, дөйөмләштерелә һәм алтын ятҡылығының перспективалы йә перспективаһыҙ булыуы тураһында һығымта яһала. Йәғни ҡырҙан алып ҡайтылған материал өҫтөндә базала бик ентекле эшләйҙәр, һәм ул артабанғы эҙләнеүҙәр өсөн асҡыс ролен үтәй.

Ун биш көн тундрала эш вахтаһында булып, ун биш көн ҡасабала ял итәбеҙ. Быраулау тәүлек әйләнәһенә бара, ике бригада алмашлап эшләй. Геологтар ҙа вахтала икәү.

Тау тоҡомон быраулау һуғыу ысулына ҡоролған БУ-20-2 станогы менән алып барылды. Ул үтә лә ябай эш принцибына ҡоролған — тимер лом менән ер ҡаҙыған шикелле. Осона үткер ҡырлы махсус баш бороп ултыртылған тоннанан ашыу ауырлыҡтағы снаряд ярты метр самаһы күтәрелә һәм бөтә массаһы менән ергә һуға. Һуҡҡан һайын бер аҙ борола бара. Быраулау барышында скважинаға һыу ҡойоп торалар һәм махсус желонка ярҙамында онталған тау тоҡомо ҡушылған шыйыҡ массаны өҫкә һоҫоп алалар. Үтә лә ябай һәм һөҙөмтәле ысул. Станоктар электр двигателе ярҙамында эшләй. Ә электрҙы дизель станцияһы бирә. Дизель двигателенең бер туҡтамай тарһылдап эшләүе, станоктарҙың минутына 40 тапҡыр ҡаты ергә гөпөлдәтә һуғыуы өҙлөкһөҙ яңғырап тора. Тәүҙә ул йонсотһа ла, аҙаҡтан тауыштарға күнегеп китәһең, ишетмәйһең дә.

Станоктар үҙйөрөшлө. Скважинаны билдәләнгән тәрәнлеккә еткереп, эш тамамланһа, икенсе урынға күсеп ултыра. Скважиналар ер өҫтөндә сетка рәүешендә урынлаштырыла. Быраулау урынын геодезистар билдәләп ҡаҙыҡ ҡағып сыға. Нишләп фәҡәт геодезистар башҡара был эште? Сөнки тәүге эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләренә ҡарап, геология бүлеге картаға артабанғы тикшереү планын төшөрә. Ә картанан ергә күсереүҙе, махсус реперҙарҙан билге алып, тик геодезистар ғына атҡара ала. Геологик эҙләнеүҙәр шулай күмәкләп, этаптарға бүлеп алып барыла.

Быраулау станоктарынан арыраҡ күсмә тораҡ ҡасабаһы урынлаша ине. Улар тимер саналарға ултыртылған будкаларҙан хасил. Балок тип йөрөтәләр был күсмә өйҙәрҙе. Улар икешәр кешегә иҫәпләнгән. Ике һәндерә, таҡталарҙан әтмәләнгән өҫтәл, шкаф, сәй, кофе ҡайнатып эсер өсөн һауыт-һаба, тимер мейес, таш күмер өсөн ҡалай ҡумта, һыу багы, йыуынғыс — ошолар барлыҡ йыһаз һәм мөлкәт. Ашау ашханала — ул да тимер санала ултырған айырым балок.

Бригадала төп транспорт — С-100 тракторҙары. 80-се йылдарҙа был тракторҙар материкта күренмәй башлағайны, ә Чукоткала улар һин дә мин эшләп йөрөй, имеш. Белешмә сығанаҡтарға ҡарағанда, тракторҙың был маркаһы 1956—1964 йылдарҙа Силәбе тракторҙар заводында сығарылған. Тулы исеме — «Сталинец-100». Тимәк, иң «йәш» С-100-гә ул саҡта егерме йыл булған. Был осраҡта совет техникаһының сыҙамлы булыуы тураһында фекер йөрөтөргә урын бар, минеңсә. Санала ултырған ҡаласыҡты ошо тракторҙар урындан-урынға йөҙәр саҡрымға күсереп йөрөтә.

Тундраға вахтаға ҡышҡыһын «Урал» машиналарында йөрөһәк, йәйгеһен — вертолеттарҙа. Сөнки иреү тундраны техника менән тапатыу тыйылған. Хәйер, күп осраҡта был тыйыуҙар менән бер кем дә иҫәпләшеп торманы — башҡа урынға станоктарҙы күсергәндә тракторҙар менән бәғерһеҙ тапаттылар, иреү өҫкө мүк ҡатламы ҡайһы саҡта трактор алдында, ковер шикелле, төргәккә уралып килер ине. Чукотка алтынын алыу барышында тундра шулай аяуһыҙ боҙолдо. Йәйгеһен вертолеттан ҡараһаң, ул, эҙҙәрҙән сыбарланып, селтәрҙе хәтерләтә ине. Тундрала техника эҙе илле йылдан ғына саҡ уңала. Тимәк, 80-се йылдар уртаһында минең шаһитлыҡта уйылған трактор юлдары, әле лә тундраны ҡанһыратып, сей яра булып ята. 

Полярныйҙа йыл ярым эшләгәс, Мыс Шмидта ҡасабаһында урынлашҡан геология-геодезик партияһына күсерҙеләр. Бында эш бөтөнләй башҡаса, эҙләнеүҙәр икенсе төрлө ысул менән алып барыла.

Ун көндәй базала баш-күҙ алғас, Ленинград егете Анатолий менән тундраға оҙаттылар. Беҙҙең алға ҡуйылған бурыс шунан ғибәрәт ине: бырауланған скважиналарҙа төрлө тәрәнлектә ер ҡатламының температураһын үлсәү. Был эш махсус гирляндалар ярҙамында атҡарыла. Ярты метр һайын температура датчигы ҡуйылған гирлянда скважинаға төшөрөлә һәм бер тәүлектән һуң махсус прибор ярҙамында күрһәткестәр алына. Улар журналға теркәлә. Эш еңел, бер ниндәй ҙә көс һалыуҙы талап итмәй, ләкин кәрәкле. Беренсенән, тундраны физик йәһәттән өйрәнеү маҡсаты ҡуйылһа, икенсенән, тау эштәрен проектлағанда был мәғлүмәттәр үтә лә мөһим.

Тундраға сыҡҡанда ноябрь аҙағы ине. Поляр төндөң үҙ хоҡуғына тулыһынса ингән мәле. Тышта бөтөнләй яҡтырмай, саҡ ҡына таң һыҙылғандай булып тора ла, кире ҡараңғы төшә. Тундра уртаһында ултырған балокта Анатолий менән икәү генәбеҙ. Электр уты юҡ. Рацияның аккумуляторы, приборҙарға батарейкалар бар, тик улар эш өсөн. Майшәм яҡтыһында көн итәбеҙ.

Скважиналарҙы ике-өс көнгә бер урап сығабыҙ, күрһәткестәрҙе яҙып алабыҙ. Башҡа ваҡытта бушбыҙ. Поляр төн, ике кеше ун квадрат метр ҙурлыҡтағы дүрт стена эсендә егерме дүрт сәғәт бергә… Тәүҙә танышыу мәле булды: ҡайҙа тыуған, ҡайҙа белем алған, кем булып эшләгән, ниндәй китаптар уҡыған, ниндәй билдәле кешеләр менән осрашҡан һәм башҡалар, һәм башҡалар. Шунан күберәк шәм яҡтыһында китап уҡыныҡ, радио тыңланыҡ. Ике-өс аҙнанан бер-беребеҙгә юҡ-барға бәйләнә башланыҡ. Анатолийҙың табала ҡыҙҙырылған колбасаға шәрбәтле ҡуйыртылған һөт (сгущенка) һалып ашауы мине сығырымдан сығара ине.

Анатолий — ҙур кәүҙәле йыуантыҡ егет. Артыҡ ҡуҙғалырға, ниҙер эшләргә яратмай. Шуға бөтә хужалыҡ эштәрен үҙ өҫтөмә алдым. Йылғанан боҙ онтап индерәм, унан һыу иретәм, етерлек күләмдә күмер ташып ҡуям, тамаҡҡа бешерәм. Ҡыймылдап йөрөү, ниҙер эшләү беҙҙең хәлдә психиканы һаҡлауҙың берҙән-бер ысулы. Ҡараңғылыҡ, сикләнгән киңлек, эшһеҙлек иң көслө кешене лә бөгөүе, уйламаған ҡылыҡтарға этәреүе, төшөнкөлөккә дусар итеүе ихтимал. 

Бер көндө тышҡа сыҡҡанда балоктан алыҫ түгел ҡара хайуан йөрөгәнен күрҙек. Бинокль менән ҡарағайныҡ — росомаха, башҡортса — ҡоно. Иртәгеһенә лә күренде баяғы. Бер үк ваҡытта йөрөй. Өсөнсө көнөнә йәнлекте атырға булдыҡ. «үлтерһәк нимә эшләтәбеҙ?» — тип үҙ-ара һөйләшәбеҙ. Анатолий ҙа, мин дә тире тунай белмәйбеҙ булып сыҡты. Шулай ҙа аттыҡ. Балоктың ишеген ҡыҫып ҡына астыҡ та аттыҡ. Әлбиттә, теймәне пуля. Берҙән, ҡараңғы, икенсенән, беребеҙ ҙә росомахаға пуляның тейеүен теләмәнек. Был хәл, мажара булып, тормошобоҙға ниндәйҙер биҙәк индереп үтте.

Бер төн машина тауышына, кешеләрҙең йөрөгәненә уянып киттек. Бына ишекте лә шаҡынылар. Өс ир килеп инде. Беҙҙең экспедиция кешеләре, тик башҡа подразделениенан икән. Сәй эсерҙек. Машиналарында яғыулыҡ бөтөп бара, бензин кәрәк икән быларға. Минең хужалыҡ юҡ, өндәшмәйем, ә Анатолий: «Бензин юҡ. Ҡайҙан булһын, бер ай ятабыҙ», — тип яуаплай. «Бензинығыҙ бар, санала снегоход ултыра, бир бензин», — тип ныҡыша тәпәш ир, тегеләрҙең хужаһы, күрәһең. «Келәтте асып күрһәтәм, юҡ бензин», — ти иптәшем, валлаһинан һалдырып. «Йәшергәнһең, бензиның бар, бир давай, әтеү хәҙер үҙебеҙ тентейбеҙ», — тип өҫкә менеп килә теге. Бер килке бәхәсләшкәс, сығып китте ҡунаҡтар.

Анатолий мохтаждарға ярҙам итмәне. Ул тундрала байтаҡтан ята. Ошолайтып үткенселәр барлыҡ бензин запасын ҡоротҡандар икән. Бер мискәне һаҡлыҡҡа, «ҡара көнгә», донъя хәлен белеп булмай, ҡарға күмеп йәшереп ҡуйған булып сыҡты. Ҡаргиҙәр менән алыҫ нөктәләге скважиналарға йөрөйбөҙ, ҡырҙа, кешеләрҙән, базанан алыҫта, башҡа көтөлмәгән киҫкен хәлдең килеп сығыуы ла ихтимал, шуға бер нисек тә яғыулыҡһыҙ булмай. Аңланым, кисерҙем иптәшемде. Тегеләр ҙә бигерәк баҫҡынсылар кеүек ҡыланды шул. Анатолийҙың мылтыҡҡа ҡарап-ҡарап ҡуйғанын да шәйләгәйнем.

Ысынлап та, бөтөнләй бензинһыҙ булһалар, сығып китмәҫтәр, рация аша ярҙам һоратып алырҙар, уның килеүен беҙҙә көтөп ятырҙар ине. Тимәк, яғыулыҡта артыҡ мохтажлыҡтары булмаған.

 

Тундра кешеләре

Себер тарафтарында кешеләр ғәҙелерәк, миһырбанлыраҡ, ярҙамсылыраҡ. Был тәбиғәттең ҡырыҫлығынан, ҙур ерҙең алыҫлығынан киләлер. Унда, кем менәндер талашып, шул урында уҡ ҡайҙалыр олағып булмай. Эш боҙоп, енәйәт ҡылып та боҫоп ятыр урын юҡ. Һин күҙ алдында, һәр йәһәттән башҡа берәүҙең ярҙамына мохтажһың. Транспортың да юҡ, йәйәүләп тә, күрше ауылға барырға сыҡҡан кеүек, сығып китә алмайһың.

Тәүҙә бер бүлмәлә Виктор менән йәшәнем. Ул — еврей милләтенән, был ҡәүемгә хас иҫәпсел, һаҡсыл холоҡло ине. Бер әйберенә лә тейергә рөхсәт юҡ, барыһы ла үлсәүле, иҫәпле. Магазиндан берәй әйбер тотоп ҡайтһаң, уны ентекләп әйләндергеләп, тартҡылап тикшереп ҡарай, хаҡын белешә. Оҙаҡ йәшәмәнем, икенсе ятаҡта урын бушағас та күсеп сыҡтым.

Яңы өйҙәшем украин, халыҡса — хохол ине. Бер аяғы саҡ ҡына зәғиф, дезилист булып эшләне. Был ҡәүем кешеләренә лә һыҡмырлыҡ мөһөрө һуғылған. Ләкин Николай башҡа ҡамырҙан баҫылған ине, буғай, бигерәк сумарт булды. Өҫтәлдә пачкалап аҡсаһы ятты: «Кәрәкһә ал, тартынма ла, һорап та торма, һеҙҙең, геологтарҙың, зарплатаһы так себе, оклад ҡына бит», — ти торғайны. Ашханаға йөрөргә яратманы, эмалле күнәкте тултырғансы борщ бешерә лә, көнөнә өс тапҡыр шуны ашай. Беҙ туҡмас ашаған кеүек инде. Мине лә һыйлай. Йылытҡан һайын ҡайнатып ала: «Борщ ултырған һайын тәмләнә», — тип кинәнеп ашай. Әллә дүрт, әллә ете класс ҡына бөткән булһа ла, ул саҡта Мәскәүҙә сыҡҡан барлыҡ ҡалын журналдарҙы алдырҙы. Бүлмәбеҙ китапхананы хәтерләтте. Әйткәндәй, мин үҙем Чукоткала «Ағиҙел» журналын алып уҡып яттым. Ятаҡта тағы бер башҡорт — Учалы егете Айрат йәшәне, ул минән журналды алып уҡый торғайны.

Украиндарға килгәндә, улар Чукоткала байтаҡ булды, йән һаны иҫәбе буйынса, урыҫтарҙан ҡалыша — икенсе. Хохландия тип тә йөрөттөләр шаяртып был төбәкте. Чукотка алтынын асҡан Алексей Власенконың да украин икәнен фамилияһы ҡысҡырып тора.

Курсташым Александр Коптыгинды сәсен яурынына тиклем еткергән, һаҡал ебәргән ҡиәфәттә осраттым Чукоткала. Ул поляр төндә ял вахтаһында тәүлекләп урынынан тормай ятыр ине. Тәмле ашарға яратты. Кеше өсөн бөтөнләй зыянһыҙ егет булды. Аҙаҡтан белеүемсә, ул пенсияға тиклем Чукоткала ҡалған, өйләнмәгән. Хәҙер уйлап ҡуям, әгәр аҡса йыйған булһа, туҡһанынсы йылдар башында янып юҡҡа сыҡты инде булған байлығы. Тимәк, Александр ҙур юғалтыу аша үткән булырға тейеш.

Бергә эшләгән геологтар араһында Юрий Копосев тигән етем егет булды. Дөйөм ятаҡта йәшәмәне, Полярныйҙың Шанхай тип аталған ҡурмышында айырым балогы булды. йәйге отпускыһында яңғыҙ үҙе Чукотка буйлап походтарға йөрөнө. Тормошҡа үҙ ҡарашлы, үҙенсәлекле егет ине.

Бригадала промывальщик, йәғни пробалар йыуыусы булып Петр эшләне. Утыҙ биш йәштәр тирәһендәге ир. Инженер-электронщик. Эштән буш ваҡытта гел триод-диодтар менән булашты, өҫтәл өҫтөнә теҙеп һалып, бер-береһенә тоташтырып, тундра уртаһында йә радио тыңланы, йә телевизор ҡараны. Өндәшмәҫ, йомоҡ кеше булыуына ҡарамаҫтан, үҙ фекере булды, тормошҡа башҡа күҙлектән ҡараны. Ҡыҫҡа ғына итеп, тос ҡына һүҙҙәр менән ҙур нәмәне аңлатып бирер ине. «Коммунистар идеологияһы нимә? Ул — дин, ә Ленин — коммунистарҙың Аллаһы», — тип шаҡ ҡатырҙы һәм был раҫлауын төшөндөрөп бирҙе. Совет власы күҙлегенән ул диссидент булып сыға. Һәм ундай ҡарашлы кешеләр бер Петр ғына түгел ине Чукоткала.

 

БИЧ

Шуны иҫкәртеп үтәм: был бүлек йәш-елкенсәк өсөн түгел. Сөнки ул алтын эҙләүселәрҙең эскелеккә ҡоролған тормошо һәм әхлаҡ нормалары хаҡында.

Хәҙер ҙә, элек тә себер тарафтарына оҙон аҡса артынан сыҡтылар һәм сығалар. Уҡыған йәштәрҙе романтика ер сигенә ҡыуалаһа, ябай эшселәр, ғәҙәттә, тик аҡса өсөн ҡырыҫ төбәккә юл ала. Чукотка алтынын асҡан тәүге осорҙа комсомол саҡырыуы ла булған, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән һалдаттарҙы ла вербовкалағандар.

Тағы ла айырым бер төркөм булды Чукотка киңлектәрендә — элекке интеллигенттар. Урыҫса: бывший интеллигентный человек — БИЧ. тормош проблемаларынан ер сигенә ҡасҡан әҙәм балалары. Мин белгәндәрҙән араларында архитектор, режиссер, журналист һәм башҡа белемле кешеләр бар ине. Улар, әлбиттә, иң элек бисә айырған ирҙәр. Байтағы — танылыу алмаған һәм төшөнкөлөккә бирелгән ижад кешеләре, биләгән вазифалы урында эш боҙған бәләкәй түрәләр, уҡып алған, ләкин һайлаған һөнәренә күңеле ҡайтҡан белгестәр. Тора-бара БИЧ төшөнсәһенең тәүге мәғәнәһе тоноҡланып, был атама-статус ғаиләһеҙ, үҙ иркенә йәшәгән һәм хөрриәт тормош алып барған барлыҡ ир-атҡа йоға. Улар бер-береһенә «сәләм, бич», «ни хәл, бичара» тип өндәшә һәм бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәй ине. Әгәр инде геолог, йә ғаиләле кеше шулай өндәшһә, быны мыҫҡыл итеү тип ҡабул иттеләр.

Быраулаусылар бригадаһында улар күпселекте тәшкил итте. Утыҙлап кеше араһында икәү-өсәүһе генә ғаиләле булғандыр. Бичтар дисциплина артыҡ ҡаты ҡуйылмаған, эште ойоштороуҙа демократик элементтарға өҫтөнлөк бирелгән геология өлкәһен хуш күрҙе.  

Күптәре зыянһыҙ, тыңлаусан, ярҙамсыл кешеләр. Бигерәк тә өлкәндәре, туғандары менән араны өҙгән кешеләр булараҡ, бер-береһенә ҡарата үтә лә ярҙамсыл, хәстәрлекле була торғайны. Эскелек, оҙайлы запойға китеү изге (благородный) ауырыу һаналды. Ял вахтаһында өҙлөкһөҙ эсеп, кеше ҡиәфәтен юғалтҡан иптәштәрен, иҫһеҙ хәлдә тундраға тейәп алып китәләр. Дарыу өсөн уға байтаҡ ҡына араҡы алалар. Эш вахтаһы мәлендә улар ауыҙына араҡы алмай — был тыйылған. Запойҙан сыға алмаған бич тере мәйет сүрәтендә: йөҙө күкшелләнгән, ризыҡ ҡабыу түгел, ҡалтыранған ҡулдары менән ауыҙына стакан да алып бара алмай (бичтар араҡыны тик ҡырлы стакан менән генә эсте).

Ауырыған иптәштәрен бригада ағзалары алмашлап баға. Ҡалаҡлап һурпа эсерәләр, аҙлап араҡы бирәләр, ҡарап ултырып йоҡлаталар. Әлбиттә, уның өсөн эшләйҙәр. Ауырыу ун биш көн буйы яйлап сирҙән арына. Шунан ул ике-өс ай араҡыны ауыҙына ла алмай, ял вахтаһына ла ҡайтмай тундрала эшләй, йә ялға ла шунда ҡала. Унан яҡшы эшсе, ирәбе кеше булмай бригадала. Билдәле бер ваҡыт үткәс, хәл яңынан ҡабатлана, быны тағы эскелек өйәнәге тота.

Бригадала эшләгән ирҙәрҙең уртаса йәше утыҙ биш тирәһе булып, иң өлкәндәре ҡырҡ биш йәштән дә уҙмағандыр. Һәр хәлдә пенсияға сығыу тураһында һүҙ йөрөтөүсе булманы. Алыҫ Төньяҡта эшләүселәрҙең илле йәштән пенсияға китеү хоҡуғы бар ине ул саҡта ла.

Эш вахтаһына сыҡҡанда, аҡса йыйып, аҙыҡ-түлекте ун биш көнгә етерлек итеп һатып алалар. Беҙҙән, геологтарҙан, ашау өсөн аҡсаны бригада ике тапҡырға аҙыраҡ ала ине. Ашнаҡсыға үҙ кеҫәләренән өҫтәп түләйҙәр, сөнки уның эш хаҡы бигерәк түбән. Шулай геологтарға ла, ашнаҡсыға ла ярҙам итеүҙәре бичтарҙың асылын сағылдырған тағы бер билге.

Бригадаға аҡса етештереү күләменә, йәғни күпме быраулауҙарына ҡарап, сыға. Чукоткала эш хаҡына йөҙ процент район коэффициенты, ярты йыл һайын унар процентҡа арта килгән өҫтәмә түләү ҡушыла. Был ҡушымталар өс йөҙ һумға тиклем суммаға ғына өҫтәлә. Әгәр, әйтәйек, эш хаҡы өс йөҙ егерме һум булһа, егерме һум ҡушымтаһыҙ килә. Биш йылдан ашыу стажы булған быраулаусы был осраҡта ҡулына туғыҙ йөҙ егерме һум аҡса ала. Шуға мастер, бригаданың үтенесе буйынса, ғәҙәттә, нарядты өс йөҙ һумдан артыҡ яҙмай, йәғни айына туғыҙ йөҙ һум эш хаҡы ҡундыра. Артып ҡалған күләмде йәшереп алып ҡала һәм киләһе айҙа күрһәтә. ул заманда ВАЗ-2101 машинаһы (копейка) 6400 һум самаһы тора ине. Быраулаусының ашап-эсеүен, кейенеүен алып ташлағанда ла, бер йылда бер машиналыҡ аҡса эшләй килеп сыға. 1987 йылда Өфөлә геолог булып эшләнем, 140 һум эш хаҡы була торғайны. Бынан сығып, совет осоронда Чукотка эшселәре бай кешеләр иҫәбендә булды, тигән һығымта эшләргә мөмкин.

Отпускыға китеү бичтар өсөн оло бер ритуал булыр ине. Алыҫ Төньяҡта өс йыллыҡ отпускыны ҡушып алырға рөхсәт ителде. Бындай ял ярты йылдан ашып китә. Өс йылға бер юл хаҡы тулыһынса түләнгәс, бигерәк тә отош­ло килеп сыға. Әҙерлек «средний»ҙы күтәреүҙән башлана. Был һүҙ ҡыш уртаһында ишетелә башлай. «Средний», йәғни уртаса эш хаҡы бригада ярҙамында күтәрелә. Отпускыға йыйынған иптәштәренә наряд өҫтәп яҙыла, юғары эш хаҡы ҡуйыла, шуның менән отпуск аҡсаһы ла арта. Был осраҡта ла бичтарҙың бер-береһенә ярҙамсыл ҡарашын күрәбеҙ.

Буровойҙағы эш үтә лә бысраҡ. Һыу даими ҡулланылғас, ул туңмаһын һәм желонканы йылы тотоу өсөн өҙлөкһөҙ солярка яғалар. Быраулаусыларҙың бите лә, ҡулы ла негрҙарҙыҡы шикелле ҡап-ҡара була. Ярты йылға яҡын быраулаусы битенә битлек, ҡулына тик йылы буҫтау бейәләй генә кейеп эшләй. Тиргә бығып, бит-ҡул таҙара, ағара.

Отпуск көнө яҡынлай төшкәс, бич иптәштәренең береһе менән һүҙ беркетеп ҡуя: әгәр телеграмма һуҡһам, күрһәтелгән ҡала почтаһына һоратып ала торған (до востребования) аҡса ебәрерһең, ти ул. Отпускыға китеү ритуалының был үтә лә мөһим пункты. Сөнки кире Чукоткаға килергә уның ғәҙәттә аҡсаһы ҡалмай.

Ниһайәт, отпускыға китә. Тик һирәктәре генә юлланған йылы яҡҡа —Ҡара диңгеҙ буйҙарына — барып етә. Район үҙәге Мыс Шмидтала аҡсаһын туҙҙырып бөтөүселәр булғыланы. Әйткәндәй, ҡул аҡсаһы менән түгел, ә чек менән сығалар ине юлға ул заманда. Чекты банкта кире аҡсаға әйләндереп була. Аҡсаһын осороп бөтөп, күптәр Магадандан, Красноярскиҙан, Мәскәүҙән кире боролоп ҡайтты. Аферистар ҡулына эләгеүселәр тураһында ла хәбәрҙәр йөрөнө.

Уларҙы аэропорттарҙа уҡ һағалап торалар. Аҡса күп, һәм ул мотлаҡ такси ала, ә банда ағзаһы булған таксист белә: бичҡа иң элек эсергә кәрәк. Шуға юл ыңғайында уҡ араҡы тәҡдим итә. Араҡыға алдан клофелин һалынған була. Байғош пассажир оҙаҡламай мәрт йоҡоһона тала. Ун-ун ике сәғәттән ҡала ситендә уянып китә. Кеҫәһендә паспорты ла, аҡса чегы ла юҡ. Милицияға, банкка барып етһә, аҡсаһын алғандар. 

Ул осорҙа Себер тарафтарында эскелек кимәлен күрһәтеү өсөн шуны өҫтәргә мөмкин. Йәйгеһен вахтанан вертолет менән ҡайтҡанда, Полярный ҡасабаһы өҫтөнән осоп үтә инек. Өҫтән үҙем йәшәгән ятаҡ бинаһын эҙләп таптым. Уның артындағы майҙансыҡтың йәп-йәшел булып ялтырағанына хайран ҡалып, был ни ғиллә, тип уйланым. Ҡыҙығыуым көслө булғандыр, ҡайтҡас, икенсе ҡаттан ҡаршы яҡ бүлмә тәҙрәһен асып баяғы майҙансыҡты ҡараным. Ятаҡтың күҙҙән йәшерен артҡы яғы араҡы шешәләре менән бер асыҡ урын ҡалдырылмай ҡалын ҡатлам булып түшәлгән, имеш. Бушаған араҡы шешәләрен халыҡ тәҙрә аша шунда бәрә икән. Чукотка романтиктар иле генә түгел, эскеселәр иле лә булып сыҡты.

Эскелек йолаларына бәйле тағы бер күҙәтеү тураһында әйтеп үтеү урынлы булыр.

Чукоткала эскелек табынында шешә өҫтәл уртаһына ҡуйыла, кеше күпме теләй, шул тиклем үҙе ҡойоп эсә. Ҡыҫтау, әрһеҙләшеп бер-береңде һыйлау, һәр кемгә тип-тигеҙ өлөш сығарыу йолаһы юҡ. Ә беҙҙең тыуған яҡта, ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙа, ул замандағы табындар ҡунаҡты иҫертеп иҫһеҙ тәгәрәтеп һалыуға ҡоролғайны. Табын артында араҡы эсмәү хужаның намыҫына тейеү, уны түбәнһетеү менән бер булды. ныҡ ҡарышҡандарға араҡыны елкәһенә ҡойҙолар. Шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла эсергә өйрәтеп алдылар. «Алтмышынсы йылдар башында ҡунаҡ йыйғанда ике кеше иҫәбенә бер ярты ала торғайныҡ, етмешенсе йылдар башында берәр шешәгә күстек, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла иҫәпкә алып», — тип һөйләй бөгөн һикһәнде ҡыуалаған олпат аҡһаҡал. Бичтар иһә, был йәһәттән мәҙәнилерәк булған икән — кеше шайтан һыуын үҙ ирке менән йота, һәр кемдең үҙ мәйеле.

Башҡорт ғаиләләрендә әшәке төҫ алған эскелек йолаһы бөгөн, Аллаға шөкөр, яйлап онотола бара. Йәштәр араһында араҡыға бөтөнләй ҡағылмағандар байтаҡ. Туйҙарҙан, юбилей мәжлестәренән халыҡ айныҡ ҡайта башланы. 

 

Тундралар иле

Ул саҡта Чукотка автономиялы округы Магадан өлкәһенә ҡарай ине. 1992 йылда округ үҙ аллы төбәк статусын ала. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙең дүрт автономиялы округы араһынан тик Чукотка ғына айырым субъект булып тора.

Чукотканы чукчалар иле тип әйтә алмайым. Сөнки аҙ һанлы был халыҡтың үҙ иленә хужалығы юҡ. Яҡуттарҙан айырмалы рәүештә, улар быға ынтылмай ҙа, теләмәй ҙә кеүек. Аҙ һанлы булараҡ, дәүләт тарафынан яҡлауға алынғандар, ләкин үҙ ерҙәрендә өйҙәш хәлендә йәшәйҙәр.

Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, крайҙың ғәжәйеп тарихына юлығырбыҙ, чукчаларҙың ғәййәр асылын белербеҙ һәм аптырауға ҡалырбыҙ. Баҡһаң, анекдоттар геройы булып киткән халыҡ үҙен ихтирам иттерерҙәй бөтөнләй башҡа сифаттарға эйә.

Чукча халҡы тураһында тәүге яҙма сығанаҡ 1641 йылға ҡарай. Колыма йылғаһы буйында йәшәгән эвен, юкагирҙарҙан яһаҡ йыйған урыҫ казактарына һөжүм итә чукчалар. Ошо мәлдән алып йөҙ илле йылға яҡын ерҙәренә үтеп инергә ынтылған баҫҡынсылар менән һуғыш алып баралар. 1730 йылда Егачи тигән йылға буйында 143 кешенән торған казак атаманы Шестаков отрядын ҡыйраталар, үҙен үлтерәләр. 1747 йылда Орлов йылғаһы буйында 97 кешенән торған майор Павлуцкий отрядын тар-мар итәләр, 51 кешене һәм майорҙың үҙен үлтерәләр. «Көсмө ни ул 143 һәм 97 кешенән торған отряд?» — тип шик белдерер кемдер. Әгәр чукча халҡының ул заманда сама менән 9 мең иҫәпләнеүен, казак отрядтарының мылтыҡ һәм хатта пушка, ә урындағы халыҡтың уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, бысаҡ менән генә ҡоралланған булыуын иҫәпкә алғанда, әлбиттә, ҙур еңеү. 1765 йылда Рәсәй Сенаты Анадырҙағы крепос­тан кешеләрҙе Түбәнге Колыма (Колыма йылғаһы чукчалар биләмәһенең көнбайыштағы сиге) нығытмаһына күсерергә, ә булған ҡаралтыларға үрт һалырға тигән ҡарар сығара. Был, асылда, Рәсәй империяһының чукчалар ерен көс менән баҫып ала алмауҙарын таныуын, еңелеүҙәрен күрһәткән факт.

Чукчалар заманында төньяҡ-көнсығыш Азияның ҡырыҫ тәбиғәте шарттарында йәшәгән халыҡтар араһында иң ғәййәре булараҡ таныла. Коряк, ительмен, юкагир, эскимос биләмәләренә даими һөжүм итеп, боландарын, ҡатын-ҡыҙҙарын баҫып алыр булғандар, күршеләрен йәшәү өсөн уңайлы биләмәләрҙән ҡыҫырыҡлап сығарғандар. Тәкәбберлек менән айырылып торғандар, күршеләрен ҡурҡытып йәшәгәндәр. Халыҡтың үҙ атамаһын тәржемә итһәң, «ысын кеше» рәүешле яңғырай. Ул сағында, башҡалар кем, тигән һорау тыуа шунда уҡ. Әгәр бөгөнгө көндән миҫал алһаҡ, ул замандағы чукчаларҙы хәҙерге Кавказдағы һәр кемгә билдәле, тынғыһыҙ һәм һуғышсан ҡәүем менән сағыштырып булыр ине, моғайын.

Чукчалар илен көс менән баҫып ала алмағас, Екатерина II маҡсатына хәйлә менән өлгәшә. Ырыу башлыҡтарын төрлө бүләктәр менән алдаштыралар, араҡы эсергә өйрәтәләр. Араҡыға Себер һәм төньяҡ халыҡтары тиҙ бирешә, уның ҡолона әүерелә. Сөнки меңәр йыл башлыса ит ризыҡтары менән генә туҡланған кешенең организмында спиртты тарҡатырлыҡ фермент юҡ. Яугир чукча тора-бара йыуаш, күндәм, битараф ҡәүем булып китә. Уйлап ҡараһаң, был тәңгәлдә башҡорт менән уртаҡлыҡ ярылып ята түгелме? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа бит үҙ иле өсөн ике йөҙ йыл һуғышҡан, һәм беҙҙе лә араҡы менән ыңҡылдатҡансы ергә һеңдерә һуҡҡандар. Һәр хәлдә Совет осоро башҡорто, бөгөнгө оло һәм урта быуын, был сиргә дусар булды һәм әле лә унан яфалана.

Үткән быуаттың 80-се йылдарында Чукоткала халыҡ һаны 150 меңгә етһә, бөгөн 50 мең самаһы. Чукчалар, иҫәп буйынса, шуның өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Йәғни илдәрендә хужалыҡты үҙ ҡулдарына алыу өсөн шарттар тыуып тора. Тик уларға был кәрәкме икән, яҙмыштарын үҙ ҡулдарына алырға әҙерме улар? Бына бит һорау нисек тора.

Ун алты мең самаһы иҫәпләнгән чукча халҡы көн итеү рәүеше буйынса күсмә тормош алып барған, болан хужалығы тотҡан һәм диңгеҙ яры буйында һунарсылыҡ менән йән аҫыраған ике ҙур төркөмгә бүленгән. Тәүгеләре үҙҙәрен «чаучу», йәғни «болан кешеләре», тип йөрөтһә, икенселәренең үҙ атамаһы — «анкалын», йәғни «ярҙағылар». Ҡасандыр чукчалар тик болан көсө менән генә йәшәгән, тик һан яғынан арта бара эскимостарҙы яр буйынан ҡыҫырыҡлап сығарғандар, уларҙың диңгеҙ кейектәренә һунар кәсептәрен үҙләштергәндәр, тип фаразлай ғалимдар.

Морж, тюлень кеүек һыуҙа туҡланып, ярҙа ял иткән хайуандарға ғына түгел, китҡа ла һунар итә улар. Донъяла күк китты аулау тыйылған. Ләкин ерҙәге иң ҙур һөтимәр хайуанды тотоу чукчаларға Халыҡ-ара кит аулау комиссияһы тарафынан рөхсәт ителә. Күк кит 10—15 тонна тарта. Ҡыйыулыҡ, таһыллыҡ талап иткән был кәсеп эйәләре, әлбиттә, бик тәүәккәл һәм ғәййәр халыҡ.

Итте бешереп кенә түгел, сейләй ҙә ашайҙар. Туңған болан итен, балыҡты йоҡа ғына итеп юнып, тоҙлап, борослап ашау материктан килгәндәр араһында ла таралған. Итте, балыҡты, айыу кеүек, бурһытып ашауҙары ла билдәле.

Болан кешеләренең һәм ярҙағыларҙың мәҙәниәте һәм йәшәйеше, әлбиттә, айырыла. Берәүҙәре болан артынан күсенеп йөрөһә, икенселәре ултыраҡ тормош алып бара. Полярный кеүек эшселәр ҡасабаһында чукчалар күренмәй торғайны.

Йәйгеһен болан көтөүе бер нисә тапҡыр буровойға яҡын килеп ятты. Шунда Чукотканың ысын байлығын күҙәтергә тура килде. Көҙгөһөн кәртәгә ингән быҙау ҙурлыҡтағы туҡтауһыҙ хәрәкәт иткән мал ул — төньяҡ боланы. Тороп ашамай, ә йүгереп барған ыңғай һәрмәй үләнде, мүкте, бәшмәкте. Йәйгеһен, бәлки, шул рәүешле серәкәйҙән һаҡланыуылыр. Көтөүсе ҡалҡыу урында тора һәм таяғы менән этенә көтөүҙе ҡайһы яҡҡа борорға кәрәклеген күрһәтеп әмер бирә. Себер лайкалары — чукчаларҙың иң тоғро дуҫтары һәм ярҙамсылары. Болан артынан йөрөгән ҙур чукча ғаиләһе бер тапҡыр бригада ашханаһында ашап сыҡты. Шунда ғына урындағы халыҡ вәкилдәрен яҡындан күрә алдым.

Бөтә донъяға билдәле чукча яҙыусыһы Юрий Рытхэу (1930—2008) үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, йәшәү рәүешен төрлө яҡлап һүрәтләй. ғүмеренең күпселек өлөшөн Ленинградта йәшәй, ҡатыны урыҫ милләтенән була. Ул — иң билдәле чукча, өс тиҫтәгә яҡын китап авторы. Анадырҙа Юрий Рытхэуға һәйкәл ҡуйылған.

Ғүмеренең аҙағында журналистарға биргән интервьюһында ул төшөнкөлөк менән: «Һуңғы ун йыл халҡым өсөн иң ауыр дәүер булды, минән һәм тағы ла бер нисә кешенән башҡа бер кем дә лайыҡлы йәшәмәй. Шешә халҡым өсөн яҡты көндө ҡапланы, элек тәүтормоштан коммунизмға һикерергә хыялланһаҡ, хәҙер билдәһеҙлек упҡынына тәгәрәйбеҙ. Туған тел онотола, уны халыҡтың тик дүрттән бер өлөшө генә белә», — ти. Яҙыусы, ҡан ҡәрҙәштәренең бөгөнгө хәленә ҡағылып, халыҡ-ара эскимостар хәрәкәте эшмәкәре Накалюк Ронканың Чукоткала булғандан һуң әйткән һүҙҙәрен килтерә: «Мин Совет власынан да аламараҡ нәмә булмайҙыр тип уйлағайным. Баҡһаң, була икән!» — тигән ул. Ҡырағай капитализмды күҙ уңында тота был осраҡта сит ил эшмәкәре. Башҡорт ауылдарына, уларҙың күҙебеҙ алдында юҡ була барыуына иғтибар итһәк, шул уҡ фекер тыумаймы ни?..

Интернет аша күпме генә эҙләһәм дә, тик тағы бер генә исем астым — чукчалар араһынан Петр Иненликей атлы филология фәндәре кандидаты, ғалим-лингвист сыҡҡан икән.

Күп милләтле бөйөк илдә йәшәйбеҙ, ә бер-беребеҙ тураһында ҡайһылай аҙ беләбеҙ. Чукча — анекдоттар геройы, ә асылда сыҙап торғоһоҙ ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында көн итеүҙең уникаль мәҙәниәтен тыуҙырған, уны бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлап алып килеп еткергән бөйөк халыҡ ул. Быны белмәйбеҙ ҙә, был турала уйламайбыҙ ҙа. Сөнки дәүләт кимәлендә ысын милли сәйәсәт алып барылмай. Тик пропаганда менән генә мауығалар.  

 

Тәбиғәт

Чукоткала яҙ тик май урталарында килә. Июндең икенсе яртыһынан алып августың беренсе яртыһына тиклемге осор ғына йәйгә оҡшаған. Ысын йәй иһә — тик июль айы. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәбиғәт гөлтләп сәскә ата ла, кире оҙайлы ҡышҡы йоҡоға тала. Тундраға бик күп ҡоштар ҡайта, бигерәк тә ҡыр ҡаҙҙары тубы күп. Ҡышҡыһын ергә тиклем туңған эреле-ваҡлы йылғалар терелә, бәрҙе балығы үрләй башлай. Тундрала ашарға яраҡлы һәр төрлө бәшмәк күп. Емештән халыҡ шаяртып Чукотка винограды тип йөрөткән күк көртмәле, шикша урыны менән түшәлеп ята. Урман да бар, тик ул кәрлә — тубыҡҡа ла етмәгән ҡайын, башҡа ағастарҙан тора.

Ҡышҡыһын поляр төн килһә, йәйгеһен поляр көн тора. Иң оҙайлы көндә ҡояш офоҡ артына бөтөнләй китмәй — түбәнләй ҙә, кире күтәрелә. Ҡышҡыһын төньяҡ балҡышы (северное сияние) күк көмбәҙен биҙәп тора. Ул төрлө төҫтәрҙе уйнатҡан гирлянда, шаршау, ҡойроҡ һәм башҡа сүрәттә булыуы ихтимал. Бер нисә минуттан алып тәүлек әйләнәһенә тиклем уйнап торған саҡтары була. Аяҙ һәм һалҡын төндә барлыҡҡа килә был күренеш.

Бер осор быраулау бригадаһын диңгеҙгә яҡын урынға күсерҙеләр. Ярҙан ике-өс саҡрым алыҫлыҡта йылға үҙәнендә торҙоҡ. Буш ваҡыт булыу менән диңгеҙгә киттем. Иң тәүҙә һыуын тәмләп ҡараным — татырлы икән. Төньяҡ Боҙло океандың бер өлөшө булған Чукот диңгеҙе йыуып ята был ярҙарҙы. Ул тик ике-өс айға ғына боҙҙан әрселә, башҡа ваҡытта туң килеш ҡала.

Ярҙан йөҙ ҡырҡ саҡрым самаһы алыҫлыҡта Врангель утрауы бар. Ул — аҡ айыуҙар төйәге, шуға ла дәүләт ҡурсаулығы статусы бирелгән. Аҡ айыуҙар яр буйында ултырған Мыс Шмидта ҡасабаһына ла килеп сыға ине. Сөнки ҡасабанан алыҫ түгел уларҙың миграция юлы үтә.

Хәҙер экология темаһы ҡайҙа ла бик актуаль булып тора. Сөнки кеше бай һәм мул йәшәү өсөн тәбиғәтте аяуһыҙ тәләфләй, бер нәмәгә ҡарамай үҙенә уңайлы йәшәү мөхите булдырырға ынтыла. Һөҙөмтәлә тау-тау ҡалдыҡтар барлыҡҡа килә, ул ерҙе генә түгел, сикһеҙ һәм төпһөҙ тойолған океандарҙы ла бысрата. Баҡһаң, хәҙер океандарҙың ҡайһы бер өлөшөндә көнкүреш ҡалдыҡтарынан йөҙөп йөрөгән ҙур-ҙур утрауҙар хасил булған икән. Ҡалалар бөгөн сәнәғәт ҡалдыҡтарынан һәм ҡыйлыҡтарҙың яныуынан тонсоға. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарына ҡараған был иҫтәлектәрҙә лә экология темаһы бик урынлы. Алтын йыуғанда йылғаларҙың тотошлай буръяҡ һыуға әүерелгәне, тундраның, йылға буйҙарының техника үткән, кеше эшләгән урындары тимер мискәләр, башҡа производство һәм көнкүреш ҡалдыҡтары менән ҡапланып ятыуы, тундраның, бите ҡутырлаған кеше шикелле, шаҙраланып сәйләнеүе ҡәҙимге күренеш Чукоткала. Бигерәк тә тимер мискәләрҙең ҡайҙа ла шул тиклем күп һибелеп ятыуы иҫ-аҡылды ала. Вәт, байлыҡ, ошо мискәләр беҙҙең яҡта булһасы, тип уйлап ҡуя инем. Үҙе күрмәгән кеше, ни тиклем мискәләрҙең күп булыуын күҙ алдына ла килтерә алмай. Күрәһең, ул заманда фәҡәт ике йөҙ литр һыйҙырышлы был тимер һауыттар яғыулыҡ ташыуҙың, һаҡлауҙың һәм йөрөтөүҙең иң отошло һәм ҡулайлы ысулы булғандыр.

Төньяҡ Боҙло океан ярында тулҡын сығарып ташлаған хәтһеҙ шешә, башҡа көнкүреш ҡалдыҡтары, хатта ҡыҙ балалар уйнатырға яратҡан ҡулһыҙ, ботһоҙ ҡурсаҡтарҙың да осрауы мине ғәжәпләндерҙе. Диңгеҙ транспорты тик ҡыҫҡа мәлдә — өс айлыҡ төньяҡ навигация осоронда ғына йөрөгән, диңгеҙгә ҡойған йылғаларҙың аҙ һыулы һәм һирәк булыуын иҫәпкә алғанда, ғәжәп күренеш ине был. «Хатта Боҙло океан ул заманда уҡ шул тиклем бысранғас, әҙәм заты менән шығырым тулған йылы яҡ диңгеҙ-океандары ни хәлдә һуң?» — тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән. Тимәк, Планетабыҙҙың хәле экологик йәһәттән, ысынлап та, бик мөшкөл, һәм Чукотка ла был афәттән ситтә түгел.

 

Тыуған төйәк

Кеше ҡайҙа йөрөһә лә тыуған ерҙең тартыу көсөн тойоп йәшәй. Күптәр һуңғы төйәгенең дә нәҡ унда булыуын теләй. Башҡортостан менән киңерәк танышыуым, уның төрлө тарафтағы ауыл-ҡырҙарына сәйәхәттәрем Чукотканан ҡайтҡас дауам итте. Һөнәрем буйынса ҡапыл-ғара эш таба алмағас, Матрайҙағы электр подстанцияһын хеҙмәтләндергән участкаға урынлаштым. Баймаҡ интернат-мәктәбендә электрик һөнәренә уҡытып, таныҡлыҡ биреп сығаралар ине элек, шуның файҙаһы тейҙе.

Матрай подстанция участкаһы Йылайыр районының «Башҡорт», «Юлдыбай» совхоздары биләмәләренә электр энергияһының өҙлөкһөҙ килеп тороуын тәьмин итте. Был төбәктә электр линиялары ҡайҙа һуҙылған, шул тарафтарҙы йәйәүләп тә, ҡышҡыһын саңғы менән дә, машинала ла, тракторҙа ла йөрөп ҡарап сыҡтым. Байғужа, Бикйән, Сидоровка, Ғәле ауылдарын тәүләп күрҙем, Һаҡмар йылғаһы аша линия буйлап йәйәүләп, бағана һанап, номерлап, Ҡашҡарға тиклем еттем.

1987 йылдың апрель айында, Өфөгә барып, «Башгипроводхоз» проект-тикшереү институтының геология бүлегенә эшкә төштөм. Ойошма гидротехник объеттарҙы проектлау менән шөғөлләнә ине. Һигеҙ ай эшләү осоронда Баҡалы, Кушнаренко, Дыуан, Күгәрсен, Баймаҡ, Ҡариҙел, Федоровка райондарында командировкаларҙа булдым. Баҡалыла керәшендәр менән аралаштым, Ҡариҙел башҡорттарының үҙенсәлекле һөйләшен кинәнеп тыңланым, Дыуан районы Әбдрәшит ауылы халҡында Урал аръяғы башҡорттары һыҙаттарын һәм телен танып хайран ҡалдым, Федоровкала йәш сыуаш ғаиләһенең ҡунаҡсыллығы һәм ябайлығы әсир итте. Кушнаренкола бейек яр башына ҡуйылған Ан-24 самолеты постаменты эргәһендәге скверҙан республикабыҙҙың төп йылғаһы, уның йөҙөк ҡашы һәм символдарының береһе булған Ағиҙелгә бағып торҙом. Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы өҫтөндәге быуа урынын тикшергәндә, өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар уңыш йыйырға ирек бирмәй колхозсыларҙы йонсотто. Шунда бойҙайҙың башаҡта шытып ултырғанын күреп аптыраным. Күгәрсен районында Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөлә башлаған мәл ине. Пионер лагеры урынлашырға тейешле урында геологик тикшереүҙәр үткәрҙек. Билдәле булыуынса, һуңынан был төҙөлөш экологтарҙың талабы буйынса туҡтатылды. Торараҡ быуа өҫтәрәк, Урал тауҙары тарлауығы башланған урында ҡоролдо.

Яҙмыш кеше тормошон уйламаған юлға ҡайырып сығара. Өйләнгәс, ҡатынымды Өфөлә теркәүгә ҡуя алмау сәбәпле, эште ташларға тура килде. Совет власы осоронда паспортта теркәү тураһында билдә булмаһа, эшкә алманылар. Шуға бәйле уйламағанда төҙөүсе булып киттем. Аҡъярҙа урынлашҡан «Башмедстрой» тресының 292-се ПМК-һына эшкә төштөм. Торлаҡ вәғәҙә иткәйнеләр, шул булды сәбәбе.

Ташсылар бригадаһы менән Әбештә, Юлбарыҫта, Таштуғайҙа, Маҡанда — мәктәп, Маҡанда — мал комплексы, Подольскиҙа — йорттар, Садовыйҙа — мәҙәниәт һарайы, Аҡъярҙың үҙендә поликлиника, СПТУ, балалар баҡсаһы, дауахана, күп ҡатлы йорттар, коттедждар, ДРСУ-ның базаһын төҙөүҙә ҡатнаштым. Һәм, әлбиттә, республиканың көньяҡтағы иң ҡырыҫ тәбиғәтле районын күреп белдем.

Төҙөүсе һөнәре менән 1996 йылда хушлаштым. Был мәлгә республиканың көньяҡ-көнсығышында төҙөлөш тармағы тамам көрсөккә килеп терәлгәйне. Күңелемдә йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырырға, яҙышыу эшенә, журналистика өлкәһенә күсергә йөрьәт иттем. Әлбиттә, был ниәтемдән, был теләгемдән бер ни ҙә сыҡмаҫ ине, әгәр Баймаҡ районының ул замандағы «Октябрь байрағы» гәзите мөхәррире Баймурзин Ғәлимйән Ситдыҡ улы, гәзит коллективы ышаныс белдермәһә. Мөхәрририәттә ул ваҡытта эшләгән яҡташтарым, Матрай ауылынан сыҡҡан зыялылар, ағалы-ҡустылы Рәшит һәм Хәйризаман Үтәевтар минең турала үҙҙәренең тос һүҙен әйткәндер, тип уйлайым. Буш ҡул менән инмәнем гәзиткә — төҙөлөштә эшләгән осорҙа республика матбуғатында мәҡәләләрем даими сығып торҙо. Бигерәк тә «Йәшлек» менән дуҫ булдым. Гәзиттә эшләү осоронда Баймаҡ районын арҡыры-буйға гиҙеп сыҡтым. Тик Ишейгә һәм Крепостной Йылайырға ғына барып етмәнем. Ауыл хужалығы бүлеге хәбәрсеһе булараҡ, был урман төпкөлдәрендә минең өсөн тема юҡ ине.

2002 йылда ғаиләм менән Сибайға күсеп килдем. Бөгөн, Урал аръяғының үҙәге һаналған ҡаланы яҡшы беләм тип әйтә алам. Редколлегияның яуаплы сәркәтибе булараҡ, «Сибай» энциклопедияһы өҫтөндә туранан-тура эшләргә тура килде. 

Баймаҡ районы Яңғаҙы ауылында Рәмил ҡустыма бесән ташыйбыҙ. Ерҙән биш-алты метр бейеккә күтәрелгән трактор арбаһындағы бесән йөгө башында, хайран ҡалып, тау-убалы, урман-яланлы башҡорт борон-борондан йәшәгән тәбиғәт мөхитен, Ирәндек тауҙары армыттарын күҙәтеп торам. Был иркенлектә, мул үләндә, ысынлап та, ата-бабаларыбыҙ өйөр-өйөр йылҡы, атар-атар ҡуй, көтөү-көтөү һыйыр көтөп, ирәйеп йәшәгән, ошо хөрриәттән яҙмаҫ өсөн ҡан ҡойған, айбарланып баҫҡынсылар менән һуғышҡан. Башҡорттоң йәшәү рәүешен, холоҡ-фиғелен, туҡтауһыҙ баш күтәреүенең сәбәптәрен аңлау өсөн ошо хозурлыҡҡа бер күҙ ташлау ҙа етә. Башҡорт та бит, бик күп ер-һыу гиҙеп, Урал тауҙары буйына килеп еткән һәм ошо ерҙең һутынан ысын башҡорт булып донъяға яңынан тыуған, танылған.

 

*  *  *

Мөстәнғойо һаҙы, Ҡарагүл ятыуы, Олайыр йылғаһы буйы… Артабан: Баймаҡ — Өфө — Мейәс — Алма-Ата — Хабаровск — Яҡутстан — Чукотка… Һәм тыуған төйәк — Башҡортостан…

Күргән ерҙәр, осрашҡан кешеләр, алған тәьҫораттар, ә аҙаҡтан инде иҫтәлектәр тормошто байыта, йәшәлгән ғүмергә мәғәнә өҫтәй. 

Әҙәм балаһы туҡтауһыҙ сәйәхәттә. Бөгөнгө мәғлүмәт йәмғиәте, интернет, һанлы технологиялар заманында Ер шарының ни тиклем бәләкәй, сикле булыуын аңлайбыҙ. Кешенең тормошо ла ус эсендәгеләй асыҡ, үтә күренмәле. Махсус программалар ярҙамында һәр кем тураһында тулы мәғлүмәт йыйырға, уның эске торошон һүрәтләгән портрет эшләргә мөмкин. Беҙ шәхсәнлегебеҙҙе, асылыбыҙҙы, берҙән-берлегебеҙҙе юғалтабыҙ. Кешегә ерҙә көн бөтә бара, тирә-яҡ мөхит тарая, сикләнә, ағыулана. Тимәк, әҙәм балаһы, һис шикһеҙ, йыһан киңлегенә юл аласаҡ. Тик Ергә, тыуған тупрағына әйләнеп ҡайтыу уның иң төп маҡсаты, хыялы, йәшәү мәғәнәһе булып ҡаласаҡ.

  2016—2018 йылдар

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: