Все новости
Проза
19 Июня , 14:29

Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 2-се өлөш. Рәсүл Байгилдин

Ысын ҙур сәйәхәткә туғыҙынсы синыфта уҡығанда тәүәккәлләнем — саңғы менән Матрайҙан Баймаҡҡа барҙым. Бер йылдан һуң хәүефле был маршруттан тағы үттем. Ике осраҡта ла сәфәрем уңышлы тамамланды.

Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 2-се өлөш. Рәсүл Байгилдин
Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 2-се өлөш. Рәсүл Байгилдин

Матрай — Баймаҡ

Баймаҡ интернат-мәктәбендә, аҙаҡтан техникумда уҡығанда саңғы спорты менән шөғөлләндем. Мәктәп, техникум командаларында булып, ярыштан ярышҡа йөрөнөм, гел беренселек яулай торғайныҡ. Шәхси уңыштарға ла өлгәштем.

Өсөнсө синыфта уҡығанда әсәйемдең саңғы алып биреүе ошо спорт төрө менән мауығыуыма сәбәпсе булды. Быймаға бәйләп йөрөй торған бәләкәс кенә ябай саңғы ине ул. Кәртә тирәһендә эште бөтөрәм дә, саңғымды кейеп алып, сығып китәм. Тау шыуыуҙан да бигерәк былай йөрөүҙе өҫтөн күрҙем. Тәүҙә таяғым да булманы. Мин үҙемде башҡа малайҙарҙан шәп йөрөйөм тип уйламай инем. Дүртенсе синыфҡа күскәс, һәр фәндән төрлө уҡытыусы инә башланы дәрескә. Физкультура ла хәҙер элекке кеүек туп тибеү, уйын менән генә үтмәй — һәр дәрестең үҙ программаһы бар. Ҡышҡыһын саңғыға баҫтырҙылар. Ботинкалы ысын саңғы бирҙеләр. Ауылдан ситтә Быҙаулыҡ буйында тапатып һалынған саңғы юлынан күмәкләп шыуабыҙ. Еңел генә бөтәһен дә үтеп тик барам. Үҙем аптырайым был хәлгә. Баҡһаң, тиҫтерҙәрем саңғыла йүнләп йөрөй алмай икән, ә мин, өй тирәһендә үҙ алдыма шыуып, уппа ҡәҙәрем оҫтарып алғанмын, имеш.

Интернат мәктәбендә лә физкультура дәресендә асылды саңғыға сослоғом. Быны күргән уҡытыусыбыҙ — Сырлыбаев Рафаэль Әхмәт улы — мине шунда уҡ саңғы секцияһына яҙып ҡуйҙы. Шунан алып көн һайын күнекмәгә йөрөнөм, айырым саңғым булды, спорт формаһы бирҙеләр. Синыфыбыҙҙа ла, интернатта ла Әбйәлил малайы Урал Хәсәновтан шәп йөрөүсе булманы. Ул район ярыштарында гел призлы урынға сыҡты. Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Вәхит Әбсәләмов та етеҙ ине. Ул аҙаҡтан физкультура уҡытыусыһы булып китте. Ҡыҙҙарҙан Луиза Асҡарова, Зилә Ишкилдина, Гөлсимә Рысбаева мәктәп командаһы составында булдылар.

Каникул тамамланған көндә сыҡтым ҡышҡы сәфәргә. Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә етмеш һигеҙенсе йылдың ғинуары ине.

Был хәтәр сәйәхәтте каникулға ҡайтҡанға тиклем планлаштырып ҡуйғайным. Карта һыҙып, ҡайҙан ҡайҙа, ниндәй ориентир буйынса барырға кәрәклеген теркәп алдым, яҡынса үтәһе араны иҫәпләп сығарҙым, юлға сарыф ителәсәк ваҡытты билдәләнем. Көнө, уйлағандарҙы тормошҡа ашырыу мәле килеп еткәс, барыбер ныҡ икеләндем: араның алыҫлығы (45—50 саҡрым), ғинуар һыуығы, яңғыҙ сәйәхәтем, бүреләрҙең осрау ихтималлығы шөбһәләндерҙе. Иҫәр хыял менән ғәмәли аҙымдар, ысынбарлыҡтағы эш-хәрәкәт араһында ҙур айырма ята шул. Күрә-баға буштан-бушҡа тот та ғинуар уртаһында әллә ҡайҙа ятҡан Баймаҡҡа саңғы менән сығып китсәле. Ололар күҙлегенән был, әлбиттә, ахмаҡлыҡ. Әсәйемдең ҡырҡа ҡаршы төшәсәген белә инем, шулай булһа ла, әйтмәй ҙә булдыра алмайым. Әйттем. Эйе, ҡаршы төштө, ҡаты итеп киҫәтте, йүләрләнмәҫкә өндәне. Бәлки, ир һүҙе ишетһәм, ниәтемдән дүнер ҙә инем.

Сәйәхәткә сығыу-сыҡмауҙы һауа торошона бәйләнем. Әмәлгә килгәндәй, көн салт аяҙ, елһеҙ, һалҡыны ла еңелсә генә.

 

Юлға сыҡҡанда әсәйем өйҙә юҡ ине. Эшкә киткән булғандыр, хәҙер, дүрт тиҫтә йыл үткәс, аныҡ ҡына иҫләй алмайым. Сәғәт иртәнге 10-дарҙа ҡуҙғалдым. Апайым Хәмдиә йылғаға тиклем оҙатып барҙы. Быҙаулыҡ йылғаһы боҙо аша сығып тауға күтәрелдем дә хәтәр сәйәхәтемде башланым.

Был текә тауға байтаҡ иҫтәлектәр бәйле.

Тау биш йөҙ метр самаһына һуҙыла. Ул, Олайыр йылғаһы менән Быҙаулыҡ ҡушылған тапҡырҙан һыҙатлана башлай ҙа, аҫҡы урамдың осонан — ул заманда ситке өйҙә Арыҫланбаев Исмәғил олатайҙар йәшәй ине — тау ҡиәфәте алып, саҡ ҡына дуғаланып, Орайғошо шишмәһенең Быҙаулыҡҡа ҡойған урында һөҙәкләнә барып, ярға терәлә. Нәҡ урта тоштан тауҙы тәрән йырын ярып ята. Йырын сикәләгән һөҙәк ике яҡ биттән мал көтөүгә йөрөй, көньяҡҡа ҡарап торғанынан ҡышҡыһын малайҙар саңғы шыуыу өсөн юл һалып ала. Кемдең саңғыһы шәп, ул өс йөҙ метрҙай алыҫлыҡҡа тиклем шыуа, Байгилдин Нәжип олатайымдар йәшәгән тапҡырҙан Быҙаулыҡтың ҡаршы ярына уҡ менеп китә торғайны.

Хәҙер шыумайҙар, малайҙарҙың уйыны, шөғөлө башҡа.

Көндә ҡабатланып торған ғәҙәтилектән заман кешеһенең күңеле ҡорғаҡһый, уға ваҡыты-ваҡыты менән һелкенеп алырға, саңын ҡағырға кәрәк. Шуға бәғзеләр экстремаль ял ойоштора: парашют менән һикерә, паркур тигән хәрәкәтләнеү ысулын үҙләштерә (ҡала мөхитендә юлһыҙ-ниһеҙ, һикереп, үрмәләп ҡоймалар, канауҙар, биналар аша үтәләр), тарзанканан һикерә, кеше аяғы баҫмаған урындарға походҡа сыға һ.б. Мин ҡот алынырлыҡ экстремаль хәлде ошо тауҙа кисерҙем.

Ете-һигеҙ йәш булғандыр, «Беларусь» тракторында эшләгән атайым тауҙағы баҫыуҙа кукуруз утай (культивация үткәрә), йәй башы, каникул булғас, ҡайһы ваҡыт мин дә уға ултырып йөрөйөм. Баҫыу ауылдан сағыштырмаса яҡын, атайым төшкө ашҡа өйгә ҡайта.

Төш мәле етте, беҙ ауылға ыңғайланыҡ. Атайым юлға төшмәне, ә сиҙәм буйлап тура ауылға тартты, мин бер ни аңламай ултырам. Тау иңкеүенә килеп еттек. Тракторҙы битләү һыҙатына туралап туҡтатты ла, аҙыраҡ ултырғас, ипле генә ҡуҙғалды. Һаман бер ни аңламайым. Атайым: «Тотон нығыраҡ», — тип ҡысҡырҙы. Был мәлдә трактор тауҙан төшә башлағайны инде, үҙем дә абайламай ҡалдым — ике ҡуллап кабинаға менеү өсөн эшләнгән тимер тотҡосҡа (ул заман тракторҙарында тотҡос тимер дуға горизонталь рәүештә ҡуйыла ине, хәҙер вертикаль шикелле) йәбештем. Йәбешмәҫлек тә түгел шул — тауҙың текәлеге алтмыш градус сама, ултырған урынымдан шыуып төшөп барам. Был тиклем баҫымды тракторҙың тормозы, тиҙлек ҡумтаһы нисек күтәргәндер, иллә мәгәр, иҫән-аман төшөп еттек. Тау битләүендә тура ғына һыҙылып ҡалған трактор тәгәрмәстәре юлы, күрәһең, тормозды ныҡ баҫҡанда улар ерҙе ышырып-ышырып алған, байтаҡ йылдар беленеп ятты. Уны малайҙарға күрһәтеп: «Ана, мин атайым менән ҡайһылай бейектән тура төштөк», — тип маҡтанып йөрөнөм.

 

*  *  *

Олайыр менән Быҙаулыҡ йылғалары араһында һыу айырғыс ролен үтәгән ҡалҡыулыҡ — тигеҙ һәм асыҡ ялан йәйрәп ята. Ул төньяҡ-көнсығышҡа утыҙ градус самаһы аушайып, нәҡ минең маршрутым йүнәлеше буйлап һыҙатлана. Ошо ҡаҡ тау башын да сиҙәм күтәргән дәүерҙә һөрөп ташлағандар. Үҙәге Матрай ауылында булған «Башҡорт» совхозының баҫыуы ине ул. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башында, дөйөм хужалыҡтарҙың хәле мөшкөлләнгән мәлдә, был тау башында иген сәсеүҙе туҡтаттылар. Хәҙер дала еле, аяуһыҙ ҡояш ихтыярына бирелгән ялан, һуңғы тиҫтә йылда ямғырҙар ҙа бик һирәк яуғас, тош-тош ҡара-ғура менән ҡапланып, кеше тарафынан тәләфләнгән тәбиғәттең уңалмаҫ яраһы булып ята. Быҙаулыҡ менән Олайыр йылғалары мул һыулы булғанға фәҡәт ошо урынды төйәк иткән Матрай халҡы. Йылғаларға ҡараған үрҙәр һөрөлөп, һыу буйҙарындағы тал-тирәктәр малдан тапатылып юҡҡа сыҡҡас, ҡар һәм ямғыр һыуҙары менән ағып төшкән, ел-дауыл менән күтәрелеп яр буйҙарына барып ятҡан ҡара тупраҡ, саң, ләм булып, һыу юлдарын ҡаплаған. Мин сәйәхәткә сыҡҡан осорҙа ямғырһыҙ йәйҙәрҙә Быҙаулыҡ һыуы аҡмай торғайны инде. Ярһып үткән яҙғы ташҡындарҙы ла күрмәй башланыҡ, йылға үле хәлендә ҡалғайны.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов республика президенты булған дәүерҙә һыуһаҡлағыстар төҙөү модаға инеп китте. Был эштең ни маҡсатта атҡарылыуы бөгөн дә сер булып ҡала килә. Бөгөн Быҙаулыҡ йылғаһы ғына ла биш-алты урындан быуылған. Һаҡмар, Таналыҡ, эреле-ваҡлы башҡа йылғаларҙа тиҫтәнән ашыу һыуһаҡлағыстар төҙөлдө. Быҙаулыҡ менән Олайыр йылғалары һыуын да ике мең дә етенсе йылда Матрай ауылы үренән ҡамап ҡуйҙылар — ике ҙур күл хасил булды. Тик был һыуҙан файҙа юҡ: балыҡ та үрсетмәйҙәр, баҫыуҙарға һыу ҙа һипмәйҙәр. Киреһенсә, ошондай быуаларҙың күпләп барлыҡҡа килеүе арҡаһында Урал аръяғында климат үҙгәрҙе, ямғырҙар яумай, тигән фараз таралған халыҡ араһында. Фәҡәт быуа арҡаһында Һаҡмар йылғаһы түбәнге ағышында экологик катастрофаға юлыҡты, үҙәне ләмләнә, мүкләнә, балыҡ бөтә, тип бара уны һыулаған ауылдарҙа йәшәгән кешеләр.

Елдән һәм ғинуар һыуығынан тығыҙланып ҡатҡан ҡар менән ҡапланған ошо тигеҙлектә йылдам шыуып киттем. Сағыу ҡояшлы елһеҙ көн күңелемдәге шомдо ҡыуып ебәрҙе. Еңел, дәртләнеп елдерҙем Ирәндек тауына һыйынып ятҡан алыҫ Баймаҡ ҡалаһына.

Туҡтамай, ғәййәр шыуып, бер талай барҙым. Ҡыш тирә-йүнде үҙенсә әүәләп ҡуя, үҙгәртә, башҡаға төрләндерә. Китеп барған урындарҙы мин таныйым да, танымайым да. Уңда ятып ҡалған Һултантимер ауылы бик алыҫта һымаҡ, өйҙәр саҡ-саҡ тоҫмаллана, хатта шикләнеп ҡуям, башҡа берәй ауыл күренмәйме күҙемә. Юҡ, яңылышыу мөмкин түгел, сөнки юлымда өс кенә ауыл ята: Һултантимер, Воскресенск, Ишмырҙа (халыҡ телендә — Йүкә). Шулай ҙа, ҡағыҙға һыҙып алған картамды сығарып ҡарайым.

Сағыу ҡояш уң яҡ иңбашыма төшә, тимәк төш мәле етмәгән әле. Хәҙер иғтибарым һулға йүнәлгән — Воскресенканы шәйләп алырға кәрәк. Ҡасандыр лагерҙан ҡайтҡанда иптәш малайҙар менән аша үткән урыҫ ауылын аҡ яланда төҫмөрләй алмайым. юлымда үҙәктәр осрай башланы. Уйһыуыраҡ урында ҡар йомшаҡ, шәп китеп булмай, кире яҡҡа үрмәләү ҙә ваҡытты ала. Ҡалҡыуыраҡ урынға сығып, бер килке тын алып торам, юлға алған кәнфит менән тамаҡ ялғайым.

Тирә-яҡ ап-аҡ һәм тып-тыныс. Урыҫтарҙың «белое безмолвие» тигәне асығыраҡ һәм тапҡырыраҡ сағылдыра тәбиғәттең был хәләтен. Күҙ терәрлек бер ни юҡ әйләнә-тирәлә. Кешеләрҙән һәм цивилизациянан айырылып, саңғыма һәм аяҡ-ҡул көсөмә генә ышанып, йән эйәһе булмаған ялан уртаһында яңғыҙым баҫып торам. Ҡояш бейек һәм сағыу, маршрутым билдәле, беләгемдә арыу, талсығыу билгеһе юҡ, асыҡмағанмын да хатта. Тимәк — алға!

Ҡышҡы көндөң ғүмере ҡыҫҡа — ҡояш, артымдан баҫтырырға төшкәндәй, горизонтҡа табан бик йылдам ауыша. Эңер төҫмөрләнде. Туҡтамай барам. Нишләптер Ишмырҙа ауылын да тап итмәнем юлымда, торбалары ла күренмәне. Ҡабаланырға, аҙымды тиҙләтергә кәрәк. Уңда ниндәйҙер биналар төҫмөрләнде, арыраҡ йорттар ҙа ултырғандай. Туҡтап тормайым, ҡыҙыу шыуған ыңғай, ҡайҙа килеп сығыуымды аңларға маташам. Юлымда был ауыл булырға тейеш түгел, тимәк, яңылыш киттем! Ниндәй ауылдар бар һуң Баймаҡ тирәһендә? Мин килгән яҡтан — Мәмбәт, Богачевка, Семеновск. Аныҡ фекер йөрөткәндә, әле ҡаршыма осраған ауыл, халыҡ телендә әйткәндә, Семен ғына булыуы ихтимал. Семен менән Баймаҡ араһындағы сауҡалыҡлы тауҙарҙа мин күп тапҡырҙар булдым: ял көндәре тау шыуырға сыға инек, турслет та шул тауҙарҙың береһенең ҡуйынында үтә, интернат-мәктәптең саңғы трассаһы ошо тәңгәлгә етеп борола.

Шиңә төшкән күңелем кире күтәрелде. Киң генә яланды үткәс, өс тауҙы артылдым, дүртенсеһенә күтәрелдем. Арыуым үҙен белдерә башланы, ҡараңғы ла төшкәйне инде был мәлдә. Баймаҡ һаман күренмәй, тағы эсем бошоп, паникаға бирелеү хәленә еттем. «Аҙаштым», тигән шомло уй биләп алды күңелде.

Кирегә төшкән битләү ҡая ташлы булып сыҡты. Һуңғы кәнфитемде алып ҡаптым да, ташҡа ултырҙым. Тулы ай яҡтыһында ары киң ялан ятыуын күрҙем. Алыҫтараҡ уттар емелдәгән кеүек, нәҡ шул тапҡырҙа ергә һылашып һауала ҡара һөрөм эленеп тора. Ай яҡтыртҡан аҡ ҡар донъяһында ҡараңғы булһа ла ҡара тап айырым асыҡ күренә. Баймаҡмы икән алыҫтағы уттар, ҡара һөрөм? Талсыҡҡан тәнем, ҡурҡыуҙан тарҡалған зиһенем, ҡар ҡаплаған донъя, ҡышҡы төн — ысынбарлыҡ тойғоһо бөтөнләй юғалмаһа ла, күпкә кесерәйгән, әлеге хәлемдә бер нәмәне лә киҫеп раҫлай алмайым.

Тауҙан оҙаҡ төштөм. Саңғыны һындырып ҡуйыуҙан ҡурҡтым. Тигеҙгә еткәс, тауҙан арыраҡ киттем, йылға үҙәненә оҡшаш ерҙе абайлағас, уның буйлап барҙым. …Һәм, о, тантана — тапалған саңғы юлына тап булдым! Был — үҙем көн дә тапаған эҙҙәр. Каникулда ла кемдер йөрөгән, ахыры, шул көйө — тығыҙ, тәрән. Арығаным юҡҡа сыҡты, өйрәнелгән саңғысы хәрәкәттәре менән ары шыуып киттем. Ун биш минутта интернат мәктәбенең ишек алдында саңғыларымды һалып тора инем инде.

Мажаралы сәйәхәтем тураһында бер кемгә лә сурытып һөйләп торманым. Күптәр белмәй ҙә ҡалды шикелле. Туғандарым ғына, әмәле сыҡҡанда, иптәштәренә, туғандарға, ҡоҙа-ҡоҙасаларға бәйән иткән, күрәһең. Күп йылдар үткәс, инде алтынсы тиҫтәне ҡыуғанда, элек осрашырға тура килмәгән ҡоҙа, танышып, һөйләшеп киткәс: «Ә-ә, теге Баймаҡҡа саңғы менән йөрөгән ҡоҙа һин булаһың икән», — тип аптыратҡайны.

Унынсы синыфта уҡығанда был маршруттан тағы бер тапҡыр үттем. Был юлы, һулғараҡ тарттым, Ишмырҙаның торбаларына ҡарап дөрөҫ барыуымды белдем, Мәмбәт тапҡырында оло юлдағы машиналар күҙгә салынып, күңелде йылытты. Эңер төшкәндә Аҫыл буйындағы урман хужалығы питомнигының ағас үҫентеләре араһында бара инем.

Дөйөм алғанда, тапалмаған сиҙәм ерҙәге ҡарҙан ете сәғәт тирәһендә ҡырҡ биш саҡрымдан ашыуыраҡ ара үтеп, ике тапҡыр Матрайҙан Баймаҡҡа имен-һау барып етергә насип булды. Асылда бүреләрҙең табышы инем. Бәхетемә күрә, улар осраманы. Был йыртҡыстар ул заманда беҙҙең тирәлә булмаған, ахыры. Дөйөм хужалыҡтар күпләп һарыҡ үрсеткән төбәктә бүреләрҙе аяуһыҙ ҡырғандарҙыр, тип фараз итергә ҡала.

 

Өфө

Баймаҡ интернат-мәктәбендә беҙ туғыҙынсы синыфта уҡыған йылда (1977/1978 уҡыу йылы) кластар араһында үҙ эсенә барлыҡ өлкәләрҙе лә алған конкурсҡа старт бирҙеләр. Уҡыуҙа, ижтимағи тормошта, спортта, үҙешмәкәр сәнғәттә һәм башҡа өлкәләрҙә һөҙөмтәләр һәр сирек һайын балл менән билдәләнде. Уҡыу корпусының беренсе ҡатына ҙур стенд эшләп ҡуйҙылар һәм өстән алып бишкә тиклемге балдарҙы һынландырған төрлө төҫтәге өс, дүрт һәм биш мөйөшлө фигуралар менән һәр кластың күрһәткестәрен билдәләй барҙылар. Туғыҙынсы «б» класы тапҡырындағы ҡыҙыл йондоҙҙарҙың сыбарланып арта барыуына ҡыуанып, беҙ уҡыу йылы тамамланыуын сабырһыҙлыҡ менән көттөк. Сөнки еңеүсе класҡа приз — баш ҡалаға экскурсия ине.

Эйе, Өфөгә экскурсия беҙгә тәтене. Июль башы булды, ахыры, «ПАЗ» автобусында юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең менән класс етәксебеҙ Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова, физика уҡытыусыһы Шәһит Зәкәриә улы Исшарин барҙы.

Өфөгә кисләтеп барып индек. Баш ҡала беҙҙе неон уттары менән ҡаршы алды. Ул замандағы неон уттар башҡасараҡ яна ине кеүек — йылыраҡ һәм яғымлыраҡ, сағыуыраҡ һәм серлерәк. Бәлки, беҙгә, төрлө төҫтә емелдәгән ҙур ҡала уттарын тәүгә күргән ауыл балаларына, шулай тойолғандыр ғына.

Гоголь урамындағы бик иҫке бинала урынлашҡан ниндәйҙер балалар учреждениеһының ятағында йәшәнек. педагогия институтының (хәҙер — университет) ашханаһында туҡландыҡ. Беҙҙең менән тағы бер уҡыусылар төркөмө, Борай районынан булһа кәрәк, шул уҡ ятаҡта йәшәне һәм экскурсияларға йөрөнө.

Салауат Юлаев һәм башҡа һәйкәл-монументтарҙы ҡараныҡ, крайҙы өйрәнеү, Ленин, Нестеров музейҙарында булдыҡ, теплоходта Ағиҙел буйлап Ҡыҙыл Яр ауылына барҙыҡ. 1919 йылдың июнь айында фәҡәт ошо ауылдан Чапаев дивизияһы менән Ағиҙелде кисеп, Өфөгә уңышлы һөжүм йәйелдерә һәм уны Колчак ғәскәренән азат итеүгә хәл иткес өлөш индерә.

Үткән быуаттың етмешенсе йылдары аҙағындағы Өфө шулай уҡ тәмле кеүәҫе менән беҙҙең иҫтә уйылып ҡалды. Малайҙар менән ҡойма аша һикереп урамға сығабыҙ ҙа, алыҫ булмаған үҙәк урамдарҙың береһендә мискәнән һатылған өс тинлек кеүәҫте кинәнеп эсеп, кире ятаҡҡа ҡайтабыҙ.

Мәктәптән һуң синыфташтарымдың байтағы уҡырға Өфөгә барҙы. Һәм, әлбиттә, баш ҡала менән ошолайтып алдан танышыу улар өсөн бик фәһемле булды.

 

Мейәс

Мәктәпте тамамлағандан һуңғы ғүмер осорон үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫыу тип атайҙар ғәҙәттә. Бөҙрәләтеп, уның ни тиклем мауыҡтырғыс, көтөлмәгән хәлдәргә һәм асыштарға бай, хәүефле лә, ылыҡтырғыс та икәнен иҫкәртеү өсөн тормош буйлап сәйәхәт тип тә әйтеп ҡуялар.

Беҙ ҙә, Баймаҡ интернат-мәктәбенең бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә етмеш туғыҙынсы йылғы сығарылыш уҡыусылары, 26 июнь таңын, ҙур ҡыҙыл шар булып ҡалҡҡан ҡояшты, тормош буйлап үҙаллы сәйәхәтебеҙҙең тәүге көнөн ҡаршыланыҡ та тыуған ауылдарыбыҙға таралыштыҡ.

Иң элек һөнәр һайларға, уҡырға инергә кәрәк беҙгә.

Һәр сәйәхәттең башында маршрут, хәҙерге тел менән әйткәндә, тур һайлау ята. Йәғни, һин унан — донъя гиҙеүҙән — үҙең өсөн ни алырға теләйһең: күңелле ваҡыт үткәреүме, яңы ерҙәрҙе күреүме, асыш яһаумы, үҙеңде һынап ҡараумы, башҡаса йәшәү рәүеше менән танышыумы… Интернатты, уҡытыусыларымды ни тиклем яратһам һәм ихтирам итһәм дә бер дәғүә белдереп китмәй ҙә булмаҫ һымаҡ — беҙгә мәктәптә һөнәр һайлауҙа бик ярҙам итмәгәндәр икән, тип уйлап ҡуям. Синыфташтарым, өҫтә нимә ята, көндәлек тормошта үҙҙәре ниндәй һөнәр кешеләре менән осрашып, аҙмы-күпме уларҙың эше тураһында хәбәрҙар булһа, шул тәжрибәләренән сығып профессия һайланы. Балалыҡ дуҫтарымдың туҡһан проценты уҡытыусы, ауыл хужалығы һәм ауылда кәрәкле һөнәр эйәләре, табиптар, урмансылар. Бер кем дә Өфөләге авиация һәм нефть институтына барманы, юрист, төҙөүсе һөнәрен һайламаны. Хәйер, химия уҡытыусыһы Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина, инглиз теле уҡытыусыһы Инна Николаевна Парфенова үҙ һөнәрҙәрен әүҙем пропагандаланы. Юҡҡа беҙҙең синыфтан өс инглиз теле уҡытыусыһы сыҡманы. Улар — Бүләкова Мәймүнә, гел «бишле»гә генә уҡыған Фирҙәүес Әсәҙуллина, Рәйсә Хөснөтдинова. Гөлсара Искәндәр ҡыҙы беҙҙе Баймаҡ машиналар эшләү заводына, Сибайҙағы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатына, Сибай
карьерына экскурсияға алып барҙы. Руданы эшкәртеп, баҡыр һәм цинк концентраттары сығарған Сибай байыҡтырыу фабрикаһында ҡеүәтле техниканы һәм ҡорамалдарҙы күреп, ошонда эшләһәң ине, тип күңелем елкенеп ҡуйғайны. Экскурсияның тағы бер пункты Сибай тау техникумы булһа, бәлки, бер-ике синыфташым таусы һөнәрен һайлаған булыр ине. Күрәһең, уҡытыусыбыҙҙың маҡсаты химия процестары ярҙамында, ҡаҙылма байлыҡтан металл алыуҙы практикала күрһәтеү генә булған, ә һөнәри йүнәлеш биреү түгел.

Әллә ҡасан һөнәр һайлап ҡуйғайным инде — геолог булырға хыялландым. Быға Мәүлетдин ағайымдың өлгөһө этәрҙе. Ул үҙенең эшен бер ваҡытта ла быраулаусы тип атаманы, геолог, ти торғайны. Вертолетта осоуы, башҡа бер кемдекенә лә оҡшамаған һөнәре сәйәхәткә, асыштарға бәйле булыуы, күп аҡса эшләүе лә, ахыры, геолог һөнәренә ылыҡтырҙы. Мауығыуыма Мәхмүтйән дуҫым да эйәрҙе.

Мәктәптә саҡта уҡ Мейәс геологоразведка техникумына барыуҙың һәр детален тикшереп аныҡлап ҡуйһаҡ та, көнө етә бара, тағы бер тапҡыр һөйләшеп, юлға сығыу мәсьәләһен аныҡлау кәрәк ине. Күп уйлап торманым, Матрайҙан Баймаҡ районы Йомаш ауылына велосипед менән сыҡтым да киттем.

Шоссе юлдан Юлдыбайға тиҙ үк барып еттем. Йомаштың ҡайһы тапҡырҙа икәнен белгәнлектән, артабан, тоҫмаллап, йүнәлеш тотоп, юл һайланым. Төп ориентирым Һаҡмар йылғаһы булды. Мажараһыҙ ғына өс сәғәт тирәһендә утыҙ саҡрымдан ашыу араны үтеп, дуҫымдың ауылына яҡынлаштым.

Беҙ Мейәскә барыу көнө, ваҡыты, маршруты тураһында аныҡ килештек, киләсәк тормошобоҙ хаҡында һөйләштек. Ике малай араһында: «Ауылса йәшәмәйәсәкбеҙ, беҙҙең ғүмер юлы башҡасараҡ буласаҡ», — тигән фекер алға һөрөлдө. Һайлаған һөнәребеҙ, киләсәк уҡыуыбыҙ сығарасаҡ беҙҙе бүтән юлға!

Ҡайтыуым мажаралыраҡ килеп сыҡты. Йомашта ауыл малайҙары велосипедымдың тәгәрмәсен ҡырҡып киткәйне. Камераһын йәбештерҙек, покрышкаһының тишек урынын сүс еп менән урап бәйләнек.

Юлға иртә менән сыҡтым. Тағы йүнәлеште тоҫмаллап алдым. Уңғараҡ, турараҡ тартҡайным был юлы, таулы, урман-ағаслы тарафҡа барып сыҡтым, Һаҡмар һулдараҡ ҡалды. Мотлаҡ йылғаны кисергә кәрәк, шуға көнсығышҡа боролған тәүге юлдан ары киттем. Йорт-ҡура күренмәһә лә, һауын һыйырҙар ятҡан йәйләү тарафына юлыҡтым, ахыры, сөнки кешеһеҙ ерҙә Һаҡмар аша ныҡ итеп эшләнгән ағас баҫма бар ине. Йылғаны сығып, Һаҡмар үренә күтәрелгәс, ялан башланды. Был инде минең өсөн таныш стихия — иш тә иш сәпитте. Тик әйләнгән һайын туҡтарға, бүҫелеп сығып килгән покрышканың тишек урынын йөпләргә кәрәк ине. Көс-хәлгә Юлдыбайға барып еттем.

Хөрмәт олатайымдарҙа Урал ҡустым менән тәгәрмәсте нығыраҡ бәйләнек. Фәүзиә инәйҙең сәйен эсеп, тамаҡ ялғап алғас, артабан күңеллерәк киттем. Шулай ҙа йонсоп, төштән һуңға ғына Матрайға саҡ ҡайтып еттем.

 

*  *  *

Мейәскә Өфө аша поезд менән барҙыҡ. Тауҙар араһында ятҡан томанға сорналған таныш булмаған ҡалаға иртә таңда килеп төштөк. Боронғо бинала урынлашҡан ығы-зығыһыҙ һил вокзал, тимер юл хеҙмәтенең башҡа ҡоролмалары, йәтеш кенә тәғәмлек кибете — барыһы ла күңелгә ятты. Һатып алып ашаған эремсек бәрәмәсе лә шул тиклем тәмле тойолдо.

Был тимер юл вокзалы 1891 йылдан, Златоуст — Мейәс линияһы төҙөлөп бөткәндән алып, эшләй икән. Беҙ уҡыған дәүерҙә — 1981 йылда — яңы вокзал асылды.

Таң атып, автобустар йөрөй башлағас, алтынсы маршрутҡа ултырып, Автозаводсылар проспектындағы 43-сө йортта урынлашҡан Мейәс геологоразведка техникумына юлландыҡ.

Ҡала маршрутында ЛиАЗ-677М пассажирҙар автобусы йөрөй ине. Киң таралған ундай марка автобустарҙы 1967—1996 йылдарҙа Мәскәү өлкәһендәге Ликин автобустар заводы сығарған. Һуңғараҡ, тар урамдарҙа борола алмаясаҡ, тиһәләр ҙә, Баймаҡ кеүек бәләкәй ҡалаларҙа ла йөрөй башланы улар.

Автобус иркен, ҡулай тойолдо, кондуктор урынына тимер касса һәм үҙең өҙөп ала торған билет урамаһы ғына — үҙеңде үҙең хеҙмәтләндерәһең килеп сыға. Был беҙҙең өсөн яңылыҡ, асыш ине, һәм был йәһәттән дә Мейәс миңә оҡшаны.

Техникумда ихлас ҡабул иттеләр — күңелде хушландырған тағы бер сәбәп ине был да. Мәхмүттең аттестатында «өслө»һө булмағас, уны шунда уҡ уҡырға ҡабул итеүҙәре тураһында әйттеләр. Ә миңә имтихан бирергә кәрәк булып сыҡты. Сөнки рус теленән мәктәптә гел «өс»кә уҡыным, аттестатымда күпселек билдә — «бишле» һәм улар араһында берҙән-бер «өслө». Ул «өс»өм менән хатта ғорурлана ла инем, шикелле. Йәнәһе, башым эшләгәс, математика, физика, химиянан — «отлично», ә зубрёжка талап иткән рус теленән — «уд». Зубрила түгел, имеш. Рус теле уҡытыусыһы, класс етәксебеҙ Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова аҙаҡтан шул «өслө»нө ҡуйғаны өсөн гел үкенеп йөрөнө: «Аттестатты үҙ ҡулдарым менән тултырҙым, шунда «өс» урынына «дүрт»те яҙып ебәрһәм ни булған инде, бер кем белмәй ҙә ҡалыр ине», — ти торғайны осрашҡан һайын. Уның ҡарауы, иншаларҙың эстәлеге өсөн гел «отлично» алдым. Тормоштоң шул тиклем көтөлмәгәнсә килеп сығыуы, алдан фаразлауға бирелмәүелер инде, фәҡәт рус теле арҡылы күп йылдар икмәк таптым, ғаилә аҫыраным, рус телле гәзиттә, Сибай ҡала хакимиәтендә эшләгәндә ул һөнәр ҡоралым ролен үтәне.

Аттестатымда «бишле»ләр һәм «дүртле»ләр араһына ҡыҫылған берҙән-бер «өслө»нөң булыуы — беҙҙең заманды сағылдырған бер фәһемле күренеш тә. Ул дәүерҙә һәр кем тормошон үҙ көсө менән, Хоҙай биргән һәләтенә ярашлы ҡорҙо, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү, вазифа биләү өсөн хәҙерге кеүек төрлө шуҡлыҡтарға, алдаҡҡа барманы, ришүәт бирмәне. Һәр хәлдә эшсе-крәҫтиән ҡатламына ҡараған беҙҙең арала шулай ине. Юғарыраҡ даирәләрҙә, бәлки, хәл икенсерәк булғандыр, уныһы ҡараңғы, әлбиттә.

Ятаҡ техникумдың эргәһендә генә, аҫҡы ҡатында ашханаһы ла бар. Йәйгеһен ул эшләмәй ине, шуға проспект буйлап универмаг тәнгәлендә юлдан ҡаршы ултырған, халыҡ телендә «Стекляшка» тип аталған ашханала тамаҡ ялғап йөрөнөк.

Бихисап уҡыу йорттары, эреле-ваҡлы предприятиялары булған Мейәс ҡалаһы үҙенең һил тормошо, ихлас һәм изгелекле кешеләре, төҙөклөлөгө, тәбиғәте менән һоҡландырҙы. Баймаҡта урамдан хәүефләнмәй үтеп булмай ине, интернат малайҙарының юлын һағалап торғандай, ҡала шпаналары киҫер, сәбәп табып бәйләнер, аҡса таптырыр, көстәре етһә, туҡмарға ла күп һорамаҫ ине. Мейәстә өс йыл уҡыу дәүерендә бер генә тапҡыр ҙа урамда ундай хәлгә юлыҡманым. Ятаҡта, төрлө тарафтан йыйылған егеттәр араһында, хәл күпкә хәтәрерәк булды.

 

*  *  *

Мейәс үҙенең теләһә ҡайһы ерҙән үтергә һәләтле «Урал» автомобиле менән дан тота, унда ракета техникаһын ҡороу, электроника һәм башҡа машиналар эшләү заводтары бар. Ҡаланың «Машгородок» тигән биҫтәһенә егерменсе быуаттың 50-се йылдарында нигеҙ һалына һәм унда, ғәмәлдә, ракета эшләүселәр йәшәй.

Мейәс Илмен тау һырты буйлап тиҫтә саҡрымға һуҙылған, ә ул тау минералогик, йәғни таштар заповеднигын тәшкил итә. Ленин үҙенең дек­реты менән 1920 йылда уҡ тәбиғәттең был мөйөшөн дәүләт ҡурсалауына ала. Сәбәбе шунда: Илмен тауында, ҙур булмаған бер урында, 268 төр минерал — уларҙың 16-һы фәҡәт унда тәүләп теркәлгән һәм өйрәнелгән, 70 төр тау тоҡомо ер өҫтөнә сығып ята. Атаҡлы немец минерологы Менге И.Н., 1824 йылда тауҙа булып: «Был ғәжәйеп һыртта донъялағы барлыҡ минералдар бер урында тупланған тиерһең. Әле бында бик күп асыштар көтә», — тип яҙа.

Ҡыш башында, әле ныҡлап ҡар ятмаған осорҙа, беҙ, техникумдың саңғысылар командаһы, күнекмәләрҙе Илмен тауы башында үткәрә торғайныҡ. Унда ҡар иртәрәк ята ине.

Мейәс йылғаһының үҙәне алтынға бай. Бында алтын йыуыу 1823 йылда башлана һәм ошо үткән дәүерҙә меңәрләп килограмм алтын ҡомонан тыш алты йөҙ самородок (ҙур дәүмәлдәге ҡиммәтле металл) киҫәге табыла.
Донъяла тиңе булмаған данлыҡлы «Ҙур өсмөйөш» самородогы 1842 йылда йыуып алына, уның ауырлығы 36 килограмм тарта. Мейәс йылғаһы буйында табылған 20 килограмдан ауырыраҡ самородок исеме тарихҡа билдәһеҙ башҡорт малайы иҫәбенә яҙылған. Был байлыҡтар Мәскәүҙә дәүләт Алмас фондында һаҡлана.

Ҡала тирәләй күлдәр күп. Улар араһында тауҙы соҡоп ҡаҙылма байлыҡтар тапҡан, хәҙер һыу менән тулған эреле-ваҡлы элекке карьерҙар ҙа байтаҡ.

Был төбәктәге тау-таш, йылға-күл атамалары башҡортса яңғырай: Илмен, Тағанай тауҙары, Таткүл, Сыбаркүл, Турғаяҡ күлдәре, Һаҡйылға, Мейәс йылғалары һәм башҡалар. Рус теленә транскрипцияһы рәүешендә яҙылған һәм әйтелгән башҡорт атамаларының мәғәнәһенә күп осраҡта төшөнөп тә булмай. Мәҫәлән, Илмен тауы атамаһының башҡортса яңғырашы («Илмән», «Илмин») икенсерәктер, тип уйлайым. Ғөмүмән, Мейәс тарафтары — халҡыбыҙҙың боронғо ерҙәре. Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһына ҡараған административ биләмә төньяҡ-көнсығыштан төбәктең башҡорттар йәшәгән Арғаяш районы, көньяҡ-көнбайыштан Башҡортостан менән сиктәш.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Аҡмулланың ҡәбере — Мейәс ҡалаһында. Ул Троицкиҙан Златоустҡа китеп барғанда Мейәс заводынан алыҫ түгел Сыростан тимер юл станцияһы янында 1895 йылдың декабрендә юлбаҫарҙар ҡулынан һәләк була. Мейәс ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән.

Мейәс ҡалаһының башҡортҡа бәйле бөгөнгөһөнә килгәндә, боксер Денис Шафиҡовты күҙ уңында тоторға кәрәк. Утыҙ өс йәшлек еңел һәм ярым урта ауырлыҡтағы профессиональ спортсы (1985 йылда тыуған) IBO версияһы буйынса интерконтиненталь донъя һәм Европа (EBU) чемпионы. Барлығы ҡырҡ бер алыш үткәреп, шуның утыҙ һигеҙендә еңеүгә өлгәшкән, шуларҙың егермеһен — нокаут менән. Рингҡа башҡорт милли кейемендә — елән менән ҡамса бүрек кейеп сыға, еңеүҙәрен үҙ халҡына бағышлай.

 

Түңәрәк-Тау

Геологик эҙләнеүҙәр техникумы булғанлыҡтан һабаҡташтарым араһында ер-һыу гиҙергә яратҡан, походтарҙы үҙ иткән романтиктар байтаҡ ине. Ял һайын тигәндәй төрлө маршрут буйлап турпоходҡа сығып китәләр. Әйткәндәй, Силәбе өлкәһендә спорттың был төрө киң таралған. Тәбиғәттең хозурлығы, тау-таш, йылға-күлдәрҙең үҙенсәлекле матурлығы бындағы халыҡты ҡырға, сәхрәгә әйҙәй. Картаға һыҙып, урында махсус тамғалар менән билдәләп тиҫтәләгән турист маршруттары һалынған.

Ялдарым йә күнекмәләрҙә, йә ярыштарҙа үткәнгә күрә, уҡыу дәүерендә һабаҡташтарым менән бер нисә тапҡыр ғына походҡа сыға алдым. Беренсе курстан армияға алынғанлыҡтан, техникумда ике бүлә уҡығайным. Тәүге сәйәхәтем армияға тиклемге осорға тап килә.

Беҙҙең төркөмдә иң ҡомарлы турист Златоуст ҡалаһынан Иван Васильев булды. Гитара һуға (гитара һуҡмаһа, ниндәй турист булһын инде), йырлай, гел ҡояшҡа уңып бөткән штормовкала йөрөй торғайны. Уға Ҡалтасы ра­йонынан Николай Васильев эйәрҙе, һирәкләп Күгәрсен районы егете Ирек Әмирханов та улар менән ҡырға сыҡты. Ҡышҡы көндәрҙең береһендә турист һабаҡташтарыма ҡушылырға мин дә форсат таптым.

Атап үткән егеттәр менән ятаҡта дүртәүләп бер бүлмәлә йәшәнек.

Төркөмгә тупланған туристарҙың күпселеген эйәртеп, Иван походҡа алдан сыҡты, ә мин Николай менән төшкә ҡарай ҡуҙғалдыҡ. Килешеү буйынса, маршруттың билдәләнгән нөктәһендә осрашырға тейешбеҙ.

Магнит ҡасабаһына тиклем электричкала барҙыҡ. Магнитогорск ҡалаһынан айырмалы, Силәбе өлкәһендә тағы ла ҡала тибындағы Магнит ҡасабаһы бар, Златоустан егерме биш саҡрым тирәһе төньяҡта ята. Унда ла тимер рудаһы сығарғандар, суйын ҡойғандар.

Артабан Түңәрәк-Тауға (картала «Круглица») юл алдыҡ. Ара ун биш саҡрымдай булһа ла, тау әллә ҡайҙан күренеп ята, бейеклеге — 1178 метр, был тирәләге иң ҡалҡыу түбәләрҙең береһе. Урыҫтар уны халыҡ телендә, түңәрәк яланғас түбәле булыуына ҡарап, «Башҡорт бүреге (кәпәсе)» тип тә йөрөткәндәр.

Мин — саңғысы, Николай ҙа походтарҙа сыныҡҡан егет. Үргә булһа ла урмандағы тапалған һуҡмаҡтан йылдам киттек, тау итәге лә артыҡ текә түгел. Ташлы һәм урманһыҙ яланғас түбәгә генә үрмәләүе ауырыраҡ булды. Бына беҙ өҫтә, иң үрҙә — тирә-яҡ ус аяһындай ята. Тик хисләнеп оҙаҡ тора алманыҡ, көн кисләй, ҡабаланырға, күҙ бәйләнмәҫ элек кордонға, йәғни урмандағы өйгә барып етергә кәрәк.

Саңғы менән тауҙан төшөү өсөн дә оҫталыҡ кәрәк. Әгәр тура шыуып китһәң, мотлаҡ һәләк буласаҡһың — текәлә саңғы тиҙлекте шәбәйтә генә бара, ә тау итәгендә таштар суҡайып тора, түбәндә иһә урман, ағастар. Шуға ҡыялап шыуабыҙ, тиҙлек шәбәйеп китһә, мин, уңайын килтереп, бер яҡ ҡабырғаға ҡолайым. Саңғыны һындырып ҡуйыуҙан да ҡурҡам. «Ярышта тауҙан бер ваҡытта ла ҡоламай шыуып төшәм, тигән булаһың, үҙең әйләнгән һайын ултыра төшәһең», — тип Николай, үҙе лә минән ҡалышмай ҡарлы ерҙе ҡосһа ла, тәнҡитләп алды.

Ныҡ көсөргәнештә булғанғалыр, аяҡ мускулдары тартышып, Николай ҡарға ауҙы. Ауыртыуға түҙә алмай, ыңғырашып ботон ыуҙы, мин дә уға массаж эшләргә ярҙамлаштым.

Беҙҙең өсөн киҫкен хәл килеп тыуҙы. Күҙ бәйләнә башлаған ҡышҡы кистә, тайга уртаһында, тау башында иптәшем аяҡһыҙ булып аунап ята. Кордонға юлды ул ғына белә, был тарафтарҙа мин тәүге тапҡырмын. Аллаға шөкөр, ун-ун биш минуттан Николай аяҡҡа баҫты, еңел һулап, юлыбыҙҙы дауам иттек.

Урман уртаһында ултырған яңғыҙ йортҡа — Тағанай туҡталҡаһына булһа кәрәк — барып еткәндә ҡараңғы төшкәйне. Мейесте яғып ебәрҙек, сәй ҡайнатып эскәс, йоҡларға яттыҡ.

Урман ҡыҙырыусылар, юлсылар: һунарсылар, урман ҡараусылар, туристар, аҙашып киткән бәшмәк, еләк йыйыусылар өсөн төҙөп ултыртылған бындай өйҙә минең тәүге тапҡыр булыуым. Үлсәме — сама менән өскә дүрт метр. Ишектән ингән алғы яҡта метр ярымлыҡ ара, ә ҡалған урынды урындыҡ (һәндерә) биләй. Ингәндә уң яҡтан тимер мейес, һул яҡтан тәҙрә уйылған, өҫтә ризыҡ, кәрәк-яраҡ өсөн кәштә ҡоролған. Ҡоро утын, шырпы, тоҙ, ҡапыл бешереп ашарлыҡ ризыҡ, хатта консервалар, май шәм — бәләгә тарыған кешегә иң кәрәкле нәмәләр бар ине унда.

Йоҡо тоҡтарыбыҙҙы урындыҡҡа йәйҙек тә, әүен баҙарына киттек. Бер нәмә белмәй йоҡлағанмын, уянып китһәм — бәләкәй өй эсе яп-яҡты. Баҡһаң, ишектең өҫкө яғында ла күҙ уйылған, әле түбән торған иртәнге ҡояштың нурҙары тура битемә төшөүҙән уянғанмын.

Ғәжәп тойолдо был иртә. Кисәге мажаралар һәм кисерештәр, тайга уртаһындағы яңғыҙ йорт, бер нәмә белмәй иҙрәп йоҡлау һәм нур тулы донъяла уянып китеү — үҙе мөғжизә. Рәхәт һәм күңелле ине. Йәшлек, беләктәге көс, сәхрә, сикһеҙ иреклек, еңеү тантанаһы — барыһы бергә ҡушылып, шул мәлдә донъялыҡтың бөтөнлөгөн һәм гүзәллеген, әҙәми заттың мәңгелек тормош өсөн яратылыуын белеп тойоу бәхете бирҙе, буғай.

Иван эйәрткән төркөмдө беҙ икенсе кордонда ҡыуып еттек. Урмандағы был йорт күпкә ҙурыраҡ һәм иркенерәк ине.

Тәбиғәт ҡосағындағы йорттарҙың туристар араһында үҙ исемдәре бар, тик улар аныҡ ҡына хәтерҙә ҡалмаған. Интернеттан эҙләп ҡараһам да, тапманым. Бәлки, Ҡыялым (Киалимский) кордоны шул өйҙәрҙең һуңғыһы эргәһендә ҡоролғандыр, тип фаразлап ҡуйҙым.

Был тарафтар хәҙер «Тағанай» милли парк биләмәләре булып тора. Ул РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән 1991 йылда булдырылған.

 

Алма-Ата

Егеттәр, хәрби хеҙмәткә алынып, ил гиҙеп, ер-һыу күреп ҡайта. Беҙҙең быуын йәштәре өсөн күп осраҡта был берҙән-бер оло сәфәр, ғүмерҙәренең иң ҙур, иң сағыу ваҡиғаһы булды. Хәҙер генә йәше лә, ҡарты ла, эш эҙләп, ил буйлап һибелде, ҡайҙа ғына барып сыҡмайҙар улар — Чукотканан Калининград өлкәһенә тиклем. Элек эш ауылдың үҙендә булды, бик һирәктәр тыуған төйәгенән айырылды, ситтә төпләнде.

Сит илдәрҙә лә башҡорт байтаҡ бөгөн. Элек егеттәр Варшава договорына ингән социалистик илдәрҙә урынлашҡан хәрби частарҙа хеҙмәттә булып ҡына башҡа дәүләттәрҙәге йәшәйеште күрҙе.

Хеҙмәткә Мейәстә уҡығанда 1980 йылдың апрелендә Силәбе өлкәһенән алындым. Өлкәнең призыв пункты ул ваҡытта Копейск ҡалаһында урынлашҡайны. Беҙҙе махсус состав менән Алма-Атаға пограничниктарҙың сержанттар мәктәбенә алып киттеләр. Ул заманда Алма-Ата Ҡаҙағстан ССР-ның баш ҡалаһы ине, әле уның исеме лә башҡаса яңғырай — Алматы.

Юлда дүрт көн самаһы булдыҡ, ҡаҙаҡ далаһын төньяҡтан көньяҡҡа бу­йынан-буйына үттек. Иҫтә ике нәмә уйылып ҡалған: дала ләләләре (тюльпандары) һәм Балхаш күле. Яҙ — даланың тура мәғәнәһендә сәскә атҡан мәле. Состав мул йәшеллек һәм иҫ китмәле алһыу тюльпандар яланы аша барҙы. Урыны менән офоҡҡа тиклем күҙ күреме ер ут ялҡынындай алһыуланып ята ине. Ҡырағай ләлә сәскәһенең ошо рәүешле үҫеүе, уның иҫ китмәле күплеге минең өсөн асыш булды. Беҙҙә, Көньяҡ Уралда, яҙҙы умырзая биҙәһә, ҡаҙаҡ далаларында — алһыу тюльпандар.

Ҙур ҡалаларҙы төнөн генә үттек, ахыры, сөнки күҙгә тик ауылдар ғына ташланды. Киң далала улар етемһерәп кенә, күрмәлекһеҙ булып, йонсоу ҡиәфәттә ултыра. Балхаш күле тирәләп поезд көнө буйы барҙы. Күлдең йөҙө ҙур тулҡындар менән йыйырсыҡланғайны, һыуҙың төҫө йәшкелт күренде, нишләптер. Ярҙары яланғас, ағасһыҙ.

Бер ауыл тапҡырында состав бик оҙаҡ туҡтап торҙо. Өйҙәр тимер юлынан биш йөҙ метр тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡайны. Самандан һуғылған ине улар, күрәһең. Ҡыйыҡланмағандар, тәҙрәләре бәләкәй. Эргә-тирәләрендә баҡса, ағас-маҙар күҙгә ташланмай. Балыҡсылар ауылы тип фаразланым. Сөнки туҡтаған поезды балыҡ бәйләмдәре тотҡан ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙары һырып алды. Ҡулдарында ҡаҡланған, ыҫланған төрлө балыҡ, кемуҙарҙан тауарҙарын маҡтайҙар. Инде өсөнсө тәүлек вагондарҙа бикле барып эше иреккән призывниктарға тамаша бик ярап ҡалды. Тышҡа сығармайҙар, шуға сауҙа вагондың асыҡ тәҙрәләре аша бара. Аҡсалы ҡала егеттәре балыҡты шунда уҡ һыпырып алып бөттө. Кәсептәренең шулай уң китеүенә дәртләнгән ҡатындар яңы партия тауарға өйҙәренә ҡарай йүгерҙе. Ҡарап ултырабыҙ: өй башына менеп китәләр ҙә, махсус урҙаларға ҡаҡларға теҙеп эленгән балыҡты һыпырып алып, кире поезға уҡталалар. Шулай бер нисә тапҡыр урап әйләнде улар. Вагон ыҫланған балыҡ еҫе менән тулды. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, балыҡтың ҡайһылары өлгөрмәгән, сей ине.

Алма-Атаға таңда барып төштөк. Беҙҙе көплө һалдат машиналары көтә ине.

Йылы һәм тыныс таң. Ағастар япраҡ ярған, газондар йәшел үләнгә төрөнгән. Тәбиғәттең ошо хозурлығынан килгән һиллек тойғоһо күңелдә ярты йыл дауамында һаҡланасаҡ. Ҡаҙағстандың ул саҡтағы баш ҡалаһын мин аяҙ күк йөҙлө, тымыҡ һауалы, йәшеллеккә сумған, һил һәм бөхтә мөхитле итеп иҫләйем. Ул Иле Алатауы (Заилийский Алатау) итәгендә диңгеҙ кимәленән 600—1000 метр бейеклектә урынлашҡан, алыҫта ҡарлы аҡ түбәләр ослайып күккә олғашҡан. Климаты сағыштырмаса йомшаҡ.

Сик буйы ғәскәрҙәре өсөн сержанттар әҙерләү мәктәбе, йәғни 9792-се часть, Алма-Атаның көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡайны. Интернеттан эҙләй торғас, картала уны саҡ таптым. Мәктәп исемһеҙ урамда урынлашҡан, Фурманов менән Байжанов урамдары араһында «Самал» пансионаты ҡаршыһында ултыра икән. Бер рәттән урам буйлап пограничниктарҙың хәрби училищеһы, госпиталь ине элек, беҙҙең часть биләмәһендә Көнсығыш сик буйы округы начальнигының ял итеү урыны, резиденцияһы булды. Күрәһең, ул биҫтәлә хәҙер ҙә хәрбиҙәр төйәкләнгән һәм шуға урам исемһеҙ ҡала килә. Сер һаҡлау өсөндөр.

Спутниктан төшөрөлгән часть биләмәһе фотоһүрәтенә бағып, тулҡынланыу ҙа кисереп ҡуйҙым. Биш ҡатлы казарма, уға урта төштән ҡушарлаған уҡыу корпусы, һул ҡабырғаһынан төкәтелгән ашхана, стройҙа йөрөгән плацтың аҡ шаҡмаҡтары, физик күнекмәләр үткән стадион, парлы ике ҡоралай йөрөгән йәшел газондар һәм ағас ышыҡтары, генерал йорто — барыһы ла шул көйө һаҡланған. Утыҙ ете йыл ваҡыт үткән, шулай булһа ла гүзәл йәшлек мәлен үҙ эсенә алған ярты йыл тормошом ваҡиғалары хәтергә ныҡ уйылған. Мин, ун һигеҙ йәшлек егет, ғүмеремдә тәүге тапҡыр тыуған төйәгемдән шул тиклем алыҫҡа киттем. Араларҙың буй етмәҫлек булыуын, күҙ алдында торған географик картанан тоҫмаллауҙан да бигерәк аҫҡы аңға баҫҡан уның ауырлығы нығыраҡ иҫкәртә ине шикелле. Тауҙар һәм йылғалар, сикһеҙ дала һәм күлдәр, ауылдар һәм ҡалалар, йөҙәр мең һәм миллионлаған төрлө ҡәүем кешеләренең үҙҙәренә башҡа тормош мөхите аша ята Көньяҡ Урал, Башҡортостан, Матрай ауылы. Хәҙер ҙә иҫтә: ашханала сираттағы нарядтабыҙ, ҡашығаяҡ йыуған бүлмәнең ҡара еүеш бетон стеналарына текләп китеп, һы, әллә ҡасан, кемдәрҙер ҡул көсө һәм күңел йылыһы һалып төҙөгән ошо бинала ошолайтып Матрай башҡорто көнө буйы һалдат сеүәтәһе йыуыр, тип кемдең генә башына килһен инде, тип ғажиз булып уйлай торғайным. Уҡыу мөҙҙәтемде тултырғас, икенсе тарафтарға алып китерҙәр, бында ғүмеремдә башҡа булмаҫмын, эҙҙәрем дә ҡалмаҫ, булыу-булмауымды үҙемдән башҡа бер кем белмәҫ, иҫләмәҫ, тигән уй ғәләмдең сикһеҙ киңлеген, донъялыҡтың фанилығын, яҙмыштың ғәжәп боролоштарға һәм алдан фараз ҡылыу мөмкин булмаған ваҡиғаларға байлығын, ваҡыттың үҙен тоттормаҫ шыйғалаҡ шамбы кеүек йылғырлығын аңғартып, ошоларҙың барыһын да үҙ эсенә алған ғәләмдә кешенең бер саң бөртөгө генә икәнен йәш күңелемә һеңдерҙе. Сәйәхәтсе лә бар ғәләмде ҡоса, ваҡытты туҡтата, бер үк мәлдә бар урында ла була алмаҫын тоя, белә һәм быға бошона, әлбиттә.

Был яҙмам һалдат иҫтәлектәренә бирелеү маҡсатын тотмай, шуға сәйәхәт, ил гиҙеү темаһына кире күсәм.

Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә һикһәненсе йылда Алма-Атаның телебашняһы төҙөлөү өҫтөндә ине. Беҙҙең частан көнбайыш тарафта, тауҙа барған төҙөлөштө күҙәтеп йөрөнөк. Йөҙәр метрға ҡалҡытылған башняға оҙон трос-бауҙар ярҙамында төҙөлөш материалдары күтәрәләр һәм ошо технологияның нисек атҡарылыуы ҡыҙыҡһыныу уятты. Баҡһаң, кранды башня бейегәйә барған һайын өҫкә күтәрә баралар икән.

«Күк-Түбә» тип аталған был инженер ҡоролмаһының бейеклеге 371,5 метр, антенна мачтаһы тағы ла 114 метрға күккә олғашҡан, 10 баллы ер тетрәүҙе күтәрә ала. Ул ултырған тау диңгеҙ кимәленән 1452 метрға юғарыраҡ. 1975 йылда төҙөлә башлаған ҡоролма 1984 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Беҙ, сержанттар мәктәбе курсанттары, уның юғары өлөштәрен күтәргәнде күҙәтеп йөрөгәнбеҙ килеп сыға.

Хеҙмәт иткән ваҡытта Алма-Атаны биҙәп торған тағы бер бинаға саҡ ҡына ҡағылырға тура килде. М.О.Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театрының яңы бинаһын төҙөлөш сүп-сарынан таҙартырға алып барҙылар беҙҙе. Театрҙы тапшырыуға әҙерләгәндәр, күрәһең. Иҫ китмәле ҙур люстралары ла эленгән ине. Белешмә сығанаҡтарға ҡарағанда, яңы бинаға театр тик 1982 йылда ғына күскән. Тимәк, тағы ла йылдан ашыу унда ниндәйҙер эштәр алып барылған әле.

Алма-Ата совет заманында тауҙа урынлашҡан (1691 метр бейеклектә) «Медео» халыҡ-ара кимәлендәге боҙ шыуыу спорт комплексы менән данлыҡлы ине. Ул 1972 йылда төҙөлгән. Төрлө йылдарҙа боҙ комплексында Европа һәм донъя чемпионаттары үткәрелә. Тау шишмәләре һыуын файҙаланып туңдырылған боҙ донъяла иң сифатлыларҙан һанала. Медеола барлығы 200-ҙән ашыу донъя рекорды ҡуйылған.

Ҡаланың исеме юҡҡа ғына «алма» һүҙенән алынмаған. Иле Алатау итәгендә алма баҡсалары йәйрәп ята. Алманың, грушаның, сливаның, өрөктөң ниндәйе генә үҫмәй. Беҙҙе бер нисә тапҡыр уңыш йыйырға алып барҙылар. Иң сифатлы юғары сортлы алманы, ике бармаҡ менән суҡ йөйҙәренән тотоп ҡына өҙөп, ағас юнышҡыһы һалынған ҡумталарға йыйҙыҡ. Емеш йыйыуҙың был аяулы технологияһы уның тауар йөҙөн боҙмаҫ, бармаҡ эҙҙәре аҙаҡтан ҡарайып ҡалмаһын өсөн ҡулланыла икән. Көнө буйы алма ашап йөрөйбөҙ, үҙебеҙ менән вещмешоктарға, аҙыҡ-түлек ҡумталарына тултырып казармаға алып ҡайтабыҙ һәм тағы ашайбыҙ. Шул тиклем татлы, ашап туйғыһыҙ ине ул емештәр. Ике-өс тапҡыр булдыҡ емеш совхоздарында.

Алыҫтан булһа ла ул замандағы Совет иле етәксеһен дә Алма-Атала күрҙем. Л.И.Брежнев 1980 йылдың август айы тирәләрендә эш сәфәре менән Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Алма-Атаға килде. Ил именлеге комитеты составына ингән сик буйы ғәскәрҙәре булараҡ, сержанттар мәктәбе курсанттарын юғары ҡунаҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында аэропортты ҡамауға алған хәрбиҙәрҙең икенсе ҡуласаһына ҡуйҙылар. Алда КГБ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре торҙо. Шунда Брежневты күреп ҡалдым.

Ике йылдан һуң ул мәрхүм булды. Ноябрь айы, Мейәстә уҡыуымды дауам итеп йөрөгән саҡ ине. Мин иҫ белгәндән алып илде етәкләгән, тик уны ғына бөйөк дәүләттең етәксеһе итеп белгән һәм башҡаның ул тиклем дә юғары вазифаны биләй алыуына шикләнгән шундай даһи, берҙән-бер кешенең табутын ҡәбергә таһырлатып ташланылар ҙа ҡуйҙылар. Матәм процессияһынан тура трансляция алып барылды һәм табуттың ҡәбергә таштай төшөп китеүен бар ғәләм ишетте. Брежнев эпохаһы шулай күңелһеҙ тамамланды. Эйе, донъялыҡтағы сәйәхәттең ҡасан да ахыры була. Тик тиҙерәк ҡотолорға теләгәндәй, табутыңды таш шикелле атып бәрмәһендәр ине, берүк. Бөтә нәмәнең самаһы була, властың да.

Гүзәл Алма-Ата ҡалаһына даими янап торған ҡурҡыныс та бар, ул — шыуғын. йәғни эҫе йәйҙәрҙә тауҙағы мәңгелек ҡарҙың күпләп иреүе һөҙөмтәһендә тау араларындағы уйпаттарҙа күлдәр хасил була, һыу күбәйә бара һәм бер мәл ул йырылып китә, үҙ юлында таш һәм балсыҡты йыуып аҫҡа уҡтала. Юлында осраған барлыҡ нәмәне йыуып алып китә. Алма-Ата иң ҡурҡыныс шыуғынды (сель) 1921, 1963, 1973 һәм 1977 йылдарҙа кисерә. 1921 йылда ҡаланың күп өлөшөн таш һәм мәте баҫып китә, йорт-биналар емерелә, 500-ҙән ашыу кеше һәләк була. 1963 йылда ул Иссыҡ күлен баҫа һәм юҡ итә. Уның ярында ял иткән йөҙ илленән ашыу кеше һәләк була. 1973 йылда шыуғын ял итеүселәре менән бергә «Горельник» турбазаһын йыуып алып китә.

Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында шыуғынға ҡаршы ҡоролған плотиналар хәҙер Алма-Атаны тәбиғәттең был емергес күренешенән һаҡлап тора. Шулай ҙа ҙур булмаған шыуғындар әле лә күҙәтелә. Уларҙың һуңғылары 2015 йылда була. Үрҙә һанап үтелгән тәбиғәт һәләкәттәре фәҡәт июль айына тура килә.

Хеҙмәтте Хабаровск крайында дауам иттем. Алыҫ Көнсығышты беҙ һалҡын төбәк тип уйлайбыҙ. Асылда климат ул тарафтарҙа йомшағыраҡ, һаҙлыҡтарҙа ҡырағай виноград, һаҙанаҡ (багульник) үҫә, урмандарҙы юлбарыҫ төйәк иткән. Амур йылғаһында ҡырпа, бикре (осетр) балыҡтары бар. Үҙ ғүмеремдә күргән иң ҙур балыҡ — Амурҙан тотолған 4 метр самаһы оҙонлоҡтағы ҡырпа булды. Ул бортлы «ЗиЛ» машинаһының йөк кузовына тамам һыйып ята ине.

Благовещен ҡалаһында Амур йылғаһы аша Хэйхэ тигән Ҡытай ҡалаһы ята. Урамда йөрөгән техника, кешеләр күренеп тора. Ул заманда йылға аръяғындағы был ҡала ҙур ауыл һымаҡ ине. Хатта һуғыш ваҡытындағы «ЗиС» машинаһы күҙгә ташланды. Бөгөн Хэйхэ — уттары балҡып торған, йорттары һәм башҡа биналары күккә олғашҡан, күҙҙең яуын алған алып торған ҡала, унда 1 млн 750 мең кеше йәшәй. Теге ярҙан беҙҙең Благовещен артта ҡалыу өлгөһө булып ултыралыр инде, моғайын. Ана, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хәл нисек үҙгәрә.

Шулай итеп армияла поезд менән ҙур СССР илен тәүҙә көньяҡҡа гиҙеп үттем, унан көнсығышҡа, Хабаровск ҡалаһына, тиклем иңләп сыҡтым.

 

Мейәс — Златоуст

Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1982 йылда Мейәс техникумында уҡыуымды дауам иттем. Мәхмүт дуҫым армияға минән ярты йылға ҡалып киткәйне, ул хеҙмәттә ине әле. Уҡыуҙы бергә башлаған егет һәм ҡыҙҙар, диплом алып, илдең төрлө тарафтарына таралышып бөткән.

параллель төркөмдән Анатолий Просвернин менән дуҫлашып киттем. Ул баһадир кәүҙәле, йомшаҡ күңелле, ижади булмышлы, уҡымышлы, төрлө темаға фәлсәфәүи әңгәмә ҡорорға маһир егет һәм, әлбиттә, геологҡа уҡыған кеше булараҡ, бөткән романтик ине. Анатолий менән яңы 1983 йылды ҡырҙа, походта, ҡаршыларға булдыҡ. Ул заманда Яңы йылды бер көн генә байрам итә инек. Байрам шәмбегә тура килде, алда йәкшәмбе бар — ике ял көнө рәткә, тимәк. Йома уҡыуын ҡалдырырға булдыҡ, юлға кесе йома төштән һуң сыҡтыҡ. Ҡала яны автобус маршрутында Северные Печи ҡасабаһына тиклем барҙыҡ та, артабан саңғыға баҫтыҡ.

Аҫаба башҡорт ерҙәрендә XVIII быуатта, төбәктә тау сәнәғәте үҫешә башлаған дәүерҙә, барлыҡҡа килгән ауыл-ҡасабалар араһында шулай сәйер атама йөрөткәндәр байтаҡ. Туранан-тура «Төньяҡ Мейестәр» тип тәржемә ителгән был исем заманында, ысынлап та, есеменә тап килеп торған. Бында металлургия сәнәғәтендә «икмәк» ролен үтәгән күмер яҡҡандар. Хәҙер генә суйын иреткәндә таш күмер ҡулланыла, ә борон бының өсөн ағас күмере һүндергәндәр. Күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, күпме ағас, урман — башҡорт урманы — ҡырылған, исрафланған.

Ҡыштың иң ҡыҫҡа декабрь көндәре булғанлыҡтан, оҙаҡламай күҙ ҙә бәйләнә башланы. Алты-ете саҡрым киткәнбеҙҙер, урмандан ситтәрәк ултырған ҙур ялбыр шыршы төбөндә палатка ҡорҙоҡ, усаҡ яғып, тәғәмләнеп алдыҡ та йоҡларға яттыҡ. Ҡышҡыһын ҡырҙа, палаткала тәүге тапҡыр ҡуныуым ошо булды. Тәүҙә, руссалап әйткәндә, лапник — шыршы ботаҡтары — һындырып ҡалын итеп аҫтыбыҙға түшәнек, шуның өҫтөнә йоҡо тоҡтарын йәйҙек һәм йоҡларға яттыҡ. Тыныс, артыҡ һыуыҡ булмаған төн ине, хәүеф-хәтәрһеҙ үтте ул.

Бәләкәй Тала һыртын Ташлы (Каменка) үҙәне аша урап үттек тә, төш етеүгә Бәләкәй Урал һыртына күтәрелдек. Төшкөлөккә туҡтамаҫҡа, тауҙы төшөп, ҡулай урын һайларға һәм шунда тораҡ ҡорорға, иркенләп яңы йыл төнөн ҡаршыларға әҙерләнергә булдыҡ.

Мин палатка ҡорорға, усаҡ яғырға урын әҙерләнем, Анатолий утын хәстәрләргә тотондо. Беҙ сама менән Урал һырты теҙмәләре Ицыл һыртына тартылған тәнгәлдә туҡталдыҡ, тип уйлайым. Тамғаланған турист маршрутынан тайпылмаҫҡа тырышһаҡ та, ҡар баҫҡан, эҙҙәр күренмәгән урманда әйләнгән һайын юлдан яҙлыҡтыҡ, элек был тирәнән бер нисә тапҡыр үткән Анатолийҙың тоҫмаллауы буйынса йүнәлеш тоттоҡ. Урал һырты итәгендә ҡар уғата тәрән ине, дуҫым саңғыларын сискәйне, билдән көрткә батты ла ҡуйҙы. Тәжрибәле турист булараҡ, ул эре тешле бысҡы алғайны. Шуның менән телеграф бағанаһы йыуанлыҡтағы ҡороған аҡ шыршы (пихта) ағастарын йыға, ботаҡтарын усаҡ яғырға мин алам, ә бүрәнәләрен, ике-ике ярым метр оҙонлоғонда ҡырҡып, Анатолий палатка эргәһенә ташый. Бәһлеүән кәүҙәле дуҫыма билдән көрт кисеп бүрәнә өҫтөрәүе бер ни түгел, хатта күңелле лә уға ошолай мәз килеү. Йыр йырлап алһынмы, шиғыр һөйләһенме — кәйефе күтәренке. Сәй ҡайнатып, бутҡа бешергән арала хәтһеҙ ағас өйөп ташланы. Ниәте шулай ине: бүрәнәләрҙе түңәрәкләп баҫтырып өйөргә һәм яңы йылды пионер костеры кеүек ҙур ут янында ҡаршыларға. Совет заманы балалары күңелендә пионер усаҡтары матур иҫтәлек булып уйылып ҡалған. Йыл һайын 19 майҙа — Бөтә Рәсәй пионерия көнөндә — мотлаҡ яғыла һәм ҙур ут ҡаршыһында йәше тулғандарҙы (дүртенсе синыфта — 10 йәштә) пионер сафына ала торғайнылар:

Взвейтесь кострами,

Синие ночи!

Мы пионеры,—

Дети рабочих!

Близится эра

Светлых годов,

Клич пионеров:

«Всегда будь готов!»

— был йыр әле лә ҡолаҡта яңғырай.

Усаҡ яғыу йолаһы шулай уҡ йәйгеһен пионер лагерҙарын асҡанда һәм япҡанда мотлаҡ үтәлер ине.

Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә һикһән өсөнсө йылды мин Анатолий дуҫым менән ҙур ут ҡаршыһында, Урал тауы итәгендә тәрән ҡар баҫҡан ҡара урманда ҡаршы алдым. Ылыҫлы ҡоро ағастың ялҡыны ике-өс метрға һуға, шартлап осҡон ата, ипкене менән беҙҙе арыраҡ күсеп ултырырға мәжбүр итә. Беҙ бүрәнәгә ҡунаҡлап алғанбыҙ, аяҡтарыбыҙ аҫтына шыршы ботаҡтары түшәгәнбеҙ, шәрбәтле ҡуйы ҡара сәй һемерәбеҙ. Анатолий шиғыр уҡый, фәлсәфәүи хәбәр һата, күңелен биләп алған уй-кисерештәре менән уртаҡлаша — ул шулай философ һәм романтик егет.

Ут эргәһендә әҫәрләнеп ултырыу — хәтәр походҡа сығыуыбыҙҙы, ниндәйҙер миҡдарҙа һаулығыбыҙҙы, хатта ғүмеребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйыбыуыҙҙы аҡлаған, ошо алабарман аҙымыбыҙға тәрән мәғәнә һалған кульминация нөктәһе, апогеяһы, иң юғары күңел кисерештәре биргән ваҡиға ине. Айыҡ аҡыл менән уйлап ҡарағанда, һалҡын ҡыш уртаһында ҡара урман ҡыҙырыу, тау-ташҡа артылыу, ҡарҙа йоҡлау ни биреүе ихтимал кешегә? Рациональ фекерләгәндә, файҙаһыҙ эш-ғәләмәт был, үҙ ҡәҙерен белгән әҙәм балаһы ундай дыуамаллыҡҡа барырға тейеш түгел! Беҙҙе нимә ҡыуҙы һуң был юлға, сәфәргә? Яуап ябай: иҫәр йәшлек; кеше фиғеленә хас сәйәхәтсе ҡомары; үҙеңде һынап ҡарау теләге; белмәгәнде — белергә, күрмәгәнде күрергә тырышыу; кемдеңдер танауына сиртеү теләге; мәртәбә, дан көҫәү…

Егерме-утыҙ саҡрым радиуста, бәлки, йән эйәһе, ошо яңы йыл төнөндә бөтөн ер йөҙөндә өс метр бейеклеккә ялҡын бәргән усаҡ алдында ултырған кеше бөтөнләй булмағандыр. Тайгалағы ут көлтәһен күрһә, тик спутник аппараттарының һиҙгер приборҙары ғына теркәп, ергә сигнал биргәндер һәм, ул, аномаль сәйер күренеш сүрәтендә, космостан ерҙе тикшергән, күҙәтеп барған махсус үҙәктең отчетына ингәндер, хәҙер «совершенно секретно» грифы аҫтында архивта бер ваҡытта ла асылмаясаҡ сер булып һаҡланалыр. Ихтимал, шул уҡ мәлдә дәүләт хәүефһеҙлеге органдарына уттың барлыҡҡа килеү сәбәбен аныҡларға ҡушып ҡәтғи приказ да бирелгәндер. Был фекер, әлбиттә, уйҙырма, фантазия ғына. Шулай ҙа хәҡиҡәт тә юҡ түгел, сөнки һәр кем үҙенең уникаллеген эске аңында йөрөтә һәм уның тормошта сағылыуын теләй, иҫбатларға тырыша. Беҙҙең ҙур усаҡ ана шул иҫбатлауҙы көҫәгән ғәмәл түгелме ни?

Был төн дә тыныс үтте, маҙалаусы, шомландырыусы булманы.

Ашап, монаятты төйнәп юлға ҡуҙғалғансы, ҡояш арыуыҡ күтәрелде. Картаға ҡарап, торған урыныбыҙҙы яҡынса билдәләнек тә, йүнәлеш алып, юлға ҡуҙғалдыҡ. Тәрән ҡарҙы йырып саҡ барабыҙ. Ауыр кәүҙәле Анатолийға бигерәк тә ҡыйын. Ул минең эҙҙән килә. Өҫтәүенә, юлыбыҙ гел үргә. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — Урал һыртын артылып, Оло Тағанайға менеү, Түңәрәк-Тауҙың битләүенән һулға тартып, Ҡайтауаз (Откликной Гребень) ҡаялар теҙмәһенең төньяҡ башындағы тар ғына һуҡмаҡҡа сығыу. Ул һуҡмаҡ беҙгә Златоустҡа, цивилизацияға юл аса.

Тәрән ҡарҙа тауға үрмәләү бик ауыр бирелә, яй барабыҙ. Бейек ҡарағай, аҡ шыршы стена булып ултыра, барыр йүнәлеште дөрөҫләргә форсат бирмәй. Тоҫмаллап атлайбыҙ.

Кис булды. Ҡараңғы төштө. Баш осонда ай күренде. Шымтайып, һәр кемебеҙ үҙ уйҙарына бирелеп, шик-шөбһәһен һүҙгә һалып әйтеүҙән тыйылып килә.

— Рәсүл, абайлаңҡырап атла, бындай урманда һеләүһен була. Елкәгә ырғып ҡуймаһын, — тине Анатолий.

Өндәшмәйем. Хәүефте ҡуйыртып ебәреү, ҡурҡыуға урын ҡалдырыу беҙҙең хәлдә хата булыр ине. Быны һиҙемләйем генә, асыҡ фекер рәүешендә һүҙҙәр менән әйтергә әҙер түгелмен.

— Беҙгә уңға алырға кәрәк, — ти Анатолий бара торғас.

Алдан юл тапаған минең йүнәлеште дөрөҫләргә маташа шулай.

— Нишләп уңға? — тип һорайым аптырап.

— Ай күренгәс тә мин уға тоҫҡап йүнәлеште билдәләнем, — ти дуҫым.

— Ай бит күктә тик тормай, хәрәкәт итә, — тим.

— Хәрәкәт итһә лә, айға ориентир тоторға кәрәк. Беҙ аҙашып барабыҙ. Мин уңға алам! — дуҫым мин тапаған юлдан ситкә сыға.

— Юҡ, Толик, мин һинең артыңдан бармайым, күрә-баға Круглицаға тартаһың, ысынлап та аҙашырға уйлайһың, — дуҫыма йәнем көйөп китте.

— Дөрөҫ барғаныңды ҡайҙан беләһең, әтеү? — Анатолий икеләнә төштө.

— Ағасты йә ташты урап үткәндә уңға боролһам да, һулға алһам да, шул тиклемгә кире корректировкалайым йүнәлеште, — тим.

— Гел зигзаг һалып барабыҙ, яңылышманым, тип уйлайһыңмы?

— Яңылышманым! — тауышым ҡәтғилегендә, интонациямда тик инаныс ҡына. Икеләнгән, һайлау алдында торған дуҫыма башҡа дәлил килтерә алмайым.

Үҙ һүҙемде әйттем дә ҡар йырып алға киттем. Берауыҡ барғас, әйләнеп ҡарайым — Анатолий артымдан килә, тырышып-тырышып тауға үрмәләй!

Күпме барғанбыҙҙыр, һирәгәйгән ағастар араһынан ярым ай яҡтыртҡан төнгө күк йөҙөндә таж сағылған кеүек Ҡайтауаз ҡаяһының ослайған таш теҙмәһе күренде.

— Толя, Откликной! — эсемә һыймаған тантананы саҡ баҫып, тыныс тауыш менән яңылыҡты дуҫыма еткерәм.

— Ура-а-а! Ҡотолдоҡ, сыҡтыҡ, таптыҡ! — Анатолий кисерештәрен йәшереп торманы.

Ысынлап та, Ҡайтауаз ҡаяһы беҙҙе урмандан, ҡырағай донъянан кешеләргә сығарасаҡ. Ул — походыбыҙҙың уңышлы тамамланасағын белдергән ышаныслы билге, тамға, йылы йортҡа ҡайтыу ҡапҡаһы. Шар асыҡ ҡапҡа!

Сәйәхәт ҡылыу барыбер ҙә гел дә үҙеңде хәүеф аҫтына ҡуйыу. Хатта комфортлы автобустан самолетҡа, самолеттан тағы автобусҡа ултырып ҡына сит ил курортына сығыу ҙа шөбһәләндерә, төрлө уйҙар, икеләнеүҙәр тыуҙыра. Ят ер-һыу, бөтөнләй башҡа мәҙәниәт, аңлайышһыҙ тел, аш-һыу, климат, йәмәғәт хәүефһеҙлеге кимәле — былар барыһы ла хәүеф сығанағы булыуы ихтимал. Ҙур аҡса түләп, мажаралар көҫәп, экзотика күрәм, яңы тәьҫораттар алам, заманса ял итәм, ул барған, ә мин кемдән кәм, тип нигеҙләй кеше үҙ ниәтен турагентство ишеген тәүәккәл ҡаҡҡанда. Беҙ ҙә төрлөсә уйландыҡ, әлбиттә, походҡа сығыу тураһында ҡарарға килер алдынан. Тамғаланған туристар һуҡмағының булыуына, Анатолий — үҙенең турист тәжрибәһенә, был тирәне белеүенә, ә мин уға ышанғанлыҡтан барлыҡ шиктәрҙе ситкә алып ташланыҡ. Төнгө ошо мажара иң ҡурҡыныс фараздың тормошҡа ашыуына илткән ваҡиғаның башы булыуы ихтимал ине. Ҡышҡы ҡара урманда аҙашып китеү бер ни тормай. Һуҡмаҡтан яҙлыҡтың, йүнәлеште юғалттың икән, ҡайҙа барып сығырың ҙур һорау тыуҙыра. Беҙ һуҡмаҡты юғалтҡайныҡ, йүнәлеш буйынса ғына барҙыҡ. Анатолий шул йүнәлештән дә ситкә алып китә яҙҙы.

Эйе, кешегә хаталаныу хас. Шуға хәҡиҡәтте табыу юлында дөйөм фекерҙең әһәмиәте уғата ҙур. Анатолий менән беҙ ҙә бит ҡыҫҡа ғына диалог аша фекер алыштыҡ, үҙебеҙҙең аргументтарҙы килтерҙек һәм ахырҙа ул минең дәлилдәрҙе ҡабул итте. Бәлки, аҙағынаса риза ла булмағандыр.

Бөгөн беҙ бөтә ил менән — 144 млн әҙәми зат — бер кешенең ауыҙына ҡарап торабыҙ. Фекер алышыу юҡ. Ҡайҙа барып сығырбыҙ? Миңә ҡалһа, яңылыш, йә иһә бик урау юлдан китеп барабыҙ. Ҡайҙа сығарыр ул, быны күҙаллауы бик ауыр.

Тауға үрләй бара урман ныҡ һирәгәйҙе, ә ҡая ташы, киреһенсә, ҡалҡа, мәғрүр һынын аса барҙы. Ай батҡансы беҙгә тораҡ ҡорорға, утын хәстәрләргә кәрәк ине. Анатолий тағы бысҡыһын алды, мин усаҡ йүнәттем.

Был юлы палатканы ҡорманыҡ. Анатолий ҡышҡы урманда йоҡлауҙың икенсе ысулын һынап ҡарарға тәҡдим итте.

Палатканы ябыу рәүешендә файҙаландыҡ. Ике мөйөшөнән ағасҡа күтәреп бәйләнек, терәк ҡуйып, ябыуҙы ярым ҡыуыш рәүешенә килтерҙек тә шул ышыҡҡа шыршы ботаҡтары йәйҙек, ятырлыҡ урын әҙерләнек. Метр ярым-ике метр алыҫлыҡта буйлай өс ҡоро бүрәнә һалып уларҙы усаҡ ҡуҙы менән тоҡандырҙыҡ. Өҫкө бүрәнәлә, сабып, һауа йөрөрлөк уйымдар алдыҡ. Был усаҡты ҡороуҙың мәғәнәһе шунда: уның йылыһы ярым ҡыуыш палатҡа ябыуы эсендә даими «плюс» температураһы тота.

Беҙҙең тораҡ тамғаланған турист һуҡмағына яҡын булып сыҡты. Иртән көн боҙолоп торһа ла ҡабаланманыҡ. Тамаҡ ялғап алғас, тирә-йүнде байҡап сыҡтыҡ, үҙенә күрә разведка яһаныҡ. Нәҡ шунда тамғаларға юлыҡтыҡ.

Әйберҙәрҙе йыйып, тағы бер тамаҡланып алғансы төш яҡынланы, ҡар яуа башланы, ел сыҡты.

Һуҡмаҡта ҡар тығыҙланған, саңғыла шыуыуы еңел. Ҡайтауаз ҡаяһын төньяҡлап урап сыға башланыҡ. Буранлап торһа ла аҙашыуҙан ҡурҡмайбыҙ, сөнки тамғалар ағастарға ла, таштарға ла һуғылған.

Бына беҙ, Оло Тағанайҙы (матур башҡорт атамаһы: «Ай өсөн таған», «Ай эленеп торған таған» мәғәнәләре ярылып ята), атап әйткәндә, Ҡайтауаз ҡаяһын, урап, көнбайыш битләүгә сығабыҙ һәм ғәжәйеп күренешкә юлығабыҙ — шаулап торған буран урынына тыныс һәм аяҙ көн күрәбеҙ. Был хәл Анатолийҙы ҡуҙғытып ебәрҙе:

— Рәсүл дуҫ, мин анауында ҡая башына менеп, ҡулдарымды йәйеп, тәбиғәттең ике хәләтен айырып баҫам, ә һин мине фотоға төшөр. Мәңгелеккә иҫтәлеккә, — тип ташҡа үрмәләп тә китте.

Шыма таҡыр юлдан һарҡыуға Златоустҡа тиҙ барып еттек. Электричкаға ултырҙыҡ, сәғәт ярымдан Мейәстә инек инде. Беҙҙе ятаҡта Алла Пугачеваның 1983 йыл хиты «Миллион раузалар» йыры, бөтөнләй башҡа ғәм, тормош фәлсәфәһе, йәшәү рәүеше ҡаршы алды…

 

Яҡуттар иле

Техникумдың өсөнсө курсын тамамлағас, производство практикаһына йүнәлттеләр. Яҡутстанға эләктем. Самолет менән Силәбенән автономиялы республиканың баш ҡалаһы Якутскиға остом.

Их-х, йәшлектең илерткес һәм иҫерткес хөрриәте, тормоштоң донъяуи бурыстарҙан, бығаулап бәйләп ҡуйған шәхси мөнәсәбәттәрҙән, мал-мөлкәт табыу зарурлығынан азат мәле. Бер нисә сәғәттән мине самолет меңәр саҡрым алыҫлыҡҡа, боландар, тундра, мәргән һунарсылар иленә осороп алып китәсәк. Был — минең һәм тик үҙемдең генә иркем, теләгем, хыялым. Һәм ул тормошҡа ашасаҡ!

Республиканың баш ҡалаһы Якутск тәбиғәте менән Рәсәйҙең урта һыҙат ҡалаларынан артыҡ айырылмай һымаҡ тойолдо. Ҡайын, башҡа ҡәҙимге ағастар үҫә. Үҙ йортонда йәшәгән кешеләр ҡәҙимгесә, беҙҙең яҡтағы кеүек баҡса үҫтерә. Көҙгөһөн картуф ҡаҙғандарына шаһит булдым. Тик ер барыбер бүтән төрлө — мәңге туңлыҡ. Өйҙәр, ерҙән күтәрелеп, бетон свайҙарға ултыртылған. Беҙ күнеккән нигеҙ урыны, иңкәйеп ҡараһаң, үтәнән-үтә асыҡ, биналарҙың иҙән аҫтында ел генә уйнап тора. 1983 йылда Якутск оҙон бер урамлы ҡала булараҡ иҫемдә ҡалған. Дзержинский урамының күп ҡатлы йорттары аръяғында ҡәҙимге ағас ауыл өйҙәре ине.

Яҡут республикаһы 3 миллион квадрат км майҙанды биләп ятҡан ғәйәт ҙур республика. Башҡортостан — 143 мең 600 квадрат км, 21 тапҡырға бәләкәсерәк унан. Белоруссия 15 тапҡырға кесерәк. Был ҡырыҫ төбәккә яҡуттарҙың ата-бабалары ун дүртенсе быуат тирәләрендә Байкал аръяғынан күсеп ултырған. Аттарын, һыйырҙарын урындағы тәбиғәткә яраҡлаштыра алғандар. Тәбәнәк, ялбыр йөнлө йорт малдары унда. Яҡуттар ҡымыҙ ҙа бешә. 2014 йылда ҡымыҙ байрамы үткәреп, 11 136 кеше бер юлы батырҙар эсемлеген эсте һәм донъя рекорды ҡуйҙы. Был ваҡиға Гиннесс китабына инде. “Самый большой ритуал возлияния (кумысопития) — Алгыс Туймаады» тип аталды сара.

Әгәр 1989 йылда яҡуттар үҙ республикаһында 33 процент булһа, бөгөн — 53 процент. Республикала милли мәҙәниәт йылдам үҫешә, тел уҡытыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Дәүләт органдарында төп вазифаларҙы урындағы халыҡ биләй, милли техник интеллигенция көслө.

Үҙгәртеп ҡороу дәүере төрлө ваҡиғаларға бик бай булды. Милли нигеҙҙә тәүге низағ фәҡәт Якутскиҙа билдәләнгән. 1986 йылдың март аҙағында һәм апрель башында рус һәм яҡут йәштәре араһында низағ килеп сыға. Ул милли лозунгтар һәм талаптар ҡуйылған Якутск университеты студенттары митингыһы менән тамамлана. Аҙаҡтан 100-гә яҡын кеше ҡулға алына, 6 кеше хөкөмгә тарттырыла.

Үҙгәртеп ҡороу дәүере башында булған һәм киң билдәлелек алған икенсе бола 1986 йылдың декабрендә Ҡаҙағстанда теркәлә — Алма-Ата ваҡиғалары исеме менән тарихҡа ингән. Уның һөҙөмтәһендә 8,5 мең кеше ҡулға алына, уларҙың 99-ы енәйәт хөкөмөнә тарттырыла.

1991 йылдың 16 декабрендә Ҡаҙағстан үҙаллылыҡ иғлан итә. 2006 йылда Алма-Ата ваҡиғаларының 20 йыллығы айҡанлы, «Бойондороҡһоҙлоҡ таңы» һәйкәле асыла, иҫтәлекле аҡса сығарыла.

Яҡуттарҙың милли үҙаңы көслө икәненә мин үҙем дә шаһит булдым.

Ҡаланың буйынан буйына һуҙылған Дзержинский урамынан берҙән-бер маршрут автобусы йөрөй ине. Уның менән көн дә эшкә барғас, туҡталыштарҙы ятлап та бөттөм. Шул маршрут автобусында китеп барғанда рус ҡатыны минән киләһе туҡталыш тураһында һораны. Әлбиттә, һорауға русса аңлатма бирҙем. Баҫып бара инем. Эргәләге ултырғыстан оло яҡут бабайы миңә текләп уҫал итеп үҙ телендә ниҙер әйтте. Башҡортта яҡутты сырамытты, күрәһең. «Аңламайым, Башҡортостанданмын, башҡортмон», — тинем. «Надо разговаривать на своем языке», — тине баяғы бабай. Ҡабатлап үтәм: Советтар Союзы илендә, коммунистар партияһы бик әүҙем дөйөм совет кешеһе «әүәләгән», милләттәр дуҫлығы сәскә атҡан дәүерҙә —1983 йылда булды был хәл.

2017 йылда милли республикаларҙа урындарҙағы дәүләттәр телен уҡытыу мәсьәләһе киҫкенләшкәс, фәҡәт Яҡутстандан Дәүләт Думаһы депутаты Федот Семенович Тумусов Рәсәй Парламенты трибунаһынан залды туған телендә сәләмләне һәм милли телдәр өлкәһендә хәлдең киҫкенләшеүе тураһында сығыш яһаны. Ул үҙ халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, был турала Рәсәйҙең иң юғары трибунаһынан әйткән берҙән-бер депутат булып ҡалды.

Әгәр шулай һәр депутат иң кәмендә коллегаларын үҙ телендә сәләмләһә, ул матур йолаға әүерелһә, ысын милләт-ара ихтирамға, татыулыҡҡа бәләкәй генә бер аҙым булыр ине.

Практикаға йүнәлтмәм «Якутскгеология» производство геология берекмәһенә ине. Фәҡәт «Якутскгеология» яҙыуы һәм мисәте менән хеҙмәт кенәгәм асылған. Унда 2 июнь, 1983 йыл датаһы тора.

Хәҙерге картала был ойошма Кальвица урамында урынлашҡан. Элек ҡайҙа булғандыр, иҫемдә ҡалмаған. Беҙҙе, илдең төрлө тарафтарынан йыйылған тиҫтәнән ашыу студентты, ҡала ситендәге ял базаһына урынлаштырҙылар. Мин Үҙәк комплекслы тематик экспедицияның геохимия партияһына тәғәйенләндем. Аҙна тирәһе барған төрлө әҙерлек эштәре тамамланғас, экспедицияға сыҡтыҡ.

 

Сангар ҡасабаһы

Экспедиция составы алты кешенән тора, шуларҙың өсәүһе — студент. Етәксебеҙ — Вероника Петровна, Валерий — өлкән геолог, Анатолий — техник-геолог. Береһенең дә фамилияһын иҫләмәйем. Улар бер-береһенә тик исемләп кенә өндәште. Вероника Петровна менән Валерий бер ҡатар — 35—37 йәштәр тирәһендә, Анатолий — 25—27 йәштәрҙәге ерән бөҙрә сәсле, һипкелле егет. Тел төптәренә ҡарағанда, береһенең дә ғаиләһе юҡ ине. Ярты йыллап экспедицияла йөрөгән кешенең ғаиләһе булыуы икеле, әлбиттә. Ә беҙ, геолог һөнәрен үҙләштергән йәштәр, ошо ҡырыҫ ергә ереккән урыҫ егете Николай, Ҡазандан Ирек һәм мин, эшселәр сифатындабыҙ. Квалификацияһы булған эшсе рәүешендә теркәгәндәр беҙҙе, хеҙмәт кенәгәмә 3-сө разрядлы эшсе тип яҙғандар. Әйткәндәй, рәсми хеҙмәт юлым нәҡ шул яҙыуҙан башлана.

Геологтарҙың талымһыҙ транспорт сараһы, киң билдәле МИ-8 вертолетына тейәлеп бөткәндә көн кискә ауышҡайны. Якутск ҡалаһынан өс йөҙ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, Лена йылғаһының уң ярында ятҡан (Якутск һул яғында) Сангар ҡасабаһына тиклем остоҡ та, төнгөлөккә шунда ҡалдыҡ. Сәғәт ярым тирәһе генә ваҡытты алды юл.

Был тәнгәлдә йылға бигерәк ҡеүәтле, сөнки өҫтәрәк уға шундай уҡ мул һыулы Алдан йылғаһы ҡушыла. Дөйөм алғанда Лена йылғаһының оҙонлоғо 4400 км. Исеме эвенк теленән алынған «Елю-Енэ» — ҙур йылға йәғни. Рус транскрипцияһында йылғаны Лена атамаһы менән Пянда тигән сәйәхәтсе (уның үҙе тураһында мәғлүмәт һаҡланмаған) 1623 йылда теркәгән. Оҙонлоғо буйынса Лена донъяла — 11-се, Рәсәйҙә Енисей, Обь, Амурҙан ҡала 4-се урында тора.

Сангар ҡасабаһына нигеҙ 1928 йылда таш күмер ятҡылығын үҙләштерә башлауға бәйле һалынған. Тасуирланған ваҡиғалар заманында унда ун меңдән ашыу кеше йәшәгән. Хәҙер — дүрт мең самаһы.

Николай ошо ҡасабала тыуып үҫкән булып сыҡты. Ул ҡайтып китте лә, бер аҙ ваҡыт үткәс, беҙ урынлашҡан ҡунаҡханаға тултырып бешерелгән карась балыҡтары алып килде. «Урал» мотоциклына атланып алғайны. Юлға сығыуҙы, экспедицияның башланыуын ярайһы ғына «йыуып» ташланы өлкән коллегаларыбыҙ. Вертолет осоусылары ла ҡалышманы, Николай ҙа эскелек мәжлесендә үҙен иркен тотто. Ә беҙ Ирек менән ашап ҡына ултырҙыҡ.

Ҡунаҡхана Лена йылғаһынан алыҫ түгел ине. Ҡояш байыһа ла көн яҡты. Йылғаны ҡарап килергә булдым.

Лена йылғаһының уң яҡ яры, ғөмүмән, буйынан-буйына бейек һәм текә. Ташҡын һыуы ҡайтмаған Себерҙең бөйөк йылғаһы үҙенең иҫ китмәле киңлеге — арғы яр бөтөнләй күренмәй, диңгеҙ тиерһең — ҡеүәте менән арбай, һоҡландыра, ҡурҡыта. Буръяҡ һыуы урғылып, ҙур-ҙур өйөртмәләр әйләндереп аға, ярға ҡот осҡос ҡеүәт менән бәрелә. Ярҙан тиҙерәк ситкә китеүҙе хуп күрҙем. Ул мәшһәргә барып төшһәң, имен ҡалыуға энә остоғолай ҙа өмөт юҡ икәне бер ҡараштан аңлашыла. Ленаның ярһып ташыуы, ярға бәрелеп урғылыуы, ярының бейеклеге һәм текәлеге һаман күҙ алдында. Хатта әле лә ул иҫтәлек тәнде земберләтеп ебәрә. Ялан кешеһенә ундай шашып аҡҡан мул һыуҙы күреү ныҡ тәьҫир итте.

Иртәгеһенә иртүк вертолетҡа ултырып артабан осоп киттек.

 

Оленек йылғаһына табан

Беҙҙең сәйәхәт Төньяҡ поляр түңәрәк аръяғында ятҡан Оленек йылғаһына табан ине.

Оленек йылғаһы Ленаның аҫҡы ағымында уға йәнәш ята. Урыны менән аралары — 150—250 километрға тиклем яҡынлай. Геологик эҙләнеүҙәрҙе экспедиция йылғаның, бөгөл яһап, төньяҡ киңлектең 70-се параллеле буйлап көнбайыштан көнсығышҡа табан йүнәлгән тапҡырынан башларға тейеш. Йәй аҙағына, йөҙ саҡрым араны үтеп, Оленек Төньяҡ Боҙло океандың Лаптевтар диңгеҙенә табан ҡырҡа боролған урынына етергә тейешбеҙ. Әгәр картаға ҡараһаң, йылғаның был зигзагы — кәкерсәкле һыҙығы — айырым-асыҡ күҙгә ташлана.

Вертолет тәүҙә Лена буйлап, йылғаның өҫтөнән осто — штурманға, картанан ҡарап, ерҙәге билгеләр һәм компас ярҙамында маршрут һалаһы түгел. Өҫтән йылға ипле һәм тыныс аға төҫлө. Һауала йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар тубы күренгеләй.

Бел мәл бортмеханик, беҙҙең әйберҙәрҙе улай-былай һелтәп, вертолеттың урта тошонда торған ҙур тимер бакка, бәләкәй цистернаға, юл яра башланы. Ниндәйҙер кранды тапты һәм уны бороп асты ла: «Хәйерһеҙ, панорамаға мауығып кителгән, төп бакта кәрәсин бөтөп бара ла баһа», — тип һуҡранып алды шунан.

Сиктях ауылына етмәй вертолет, Лена үҙәнен ташлап, һулға боролдо. Тағы ла бер сәғәт тирәһе осҡандан һуң ергә төштөк.

Һауанан иғтибарҙы йәлеп иткән тағы бер күренеш тураһында яҙып үтергә кәрәктер. Лена йылғаһының ҡайһы бер урындарында, Оленектың үҙәненә сыҡҡас бигерәк тә, күпләп боронғо замок башнялары, балбал таштар шикелле айырым һерәйеп торған бағана-ҡаялар теҙмәһе осрай башланы. Тәбиғәттең ундай күренешенә тәүгә шаһит булғас, өҫтәүенә, бейектән улар бигерәк тә серле күренгәс, хайран ҡалып ҡараным. Һоро ҡомташ, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында меңәр, миллион йылдар буйы семтекләп әрселгән, елһеп ҡойолған һәм төрлө ҡиәфәттәге, ҙурлыҡтағы һәм бейеклектәге таш бағана, таш башня булып ҡалған. Тау тоҡомоноң буй-буй һыҙаттары ҡәҙимге кирбестән ҡоролған кеүек төҫ бирә уларға.

Ер беҙҙәге һымаҡ ышаныслы түгел. Тигеҙ, асыҡ булһа ла, мүк аҫтына нимә ятыуын өҫтән билдәләп булмай. Шуға вертолет тәүҙә, ергә терәлмәй, метр тирәһе бейеклектә аҫылынып тора. Борт инженер, һикереп төшә һәм йүгереп йөрөп, осло тимер таяҡ менән ерҙе төрткөләп тикшереп сыға. Әгәр хәүеф тапмаһа, төшөргә команда бирә.

Йәмғеһе мең ярым самаһы саҡрым араны үтеп, Сангар ҡасабаһынан алып алты сәғәттән ашыу осҡандан һуң, тәғәйен урынға килеп еттек. Вертолетсыларға ҡараңғы төшкәнсә Жиганск ҡасабаһы аэропортына барып етергә кәрәк булғас, беҙҙе ҡабаландырҙылар. Әйберҙәрҙе бик йәһәт бушаттыҡ.

Экспедицияның монаяты байтаҡ ине. Алты кеше дүрт ай ҡырағай тәбиғәт шарттарында эшләргә, ашарға, хәүеф-хәтәрҙән һаҡланырға, йәшәргә тейеш. Тимәк, торлаҡ, ризыҡ, кейем, эш ҡоралдары, транспорт саралары — барыһы ла кәрәк, барыһы ла яныңда булырға, үҙең менән йөрөргә тейеш.

Ризыҡ запасы шуларҙан тора ине: берәр тоҡ дөгө һәм ҡарабойҙай ярмаһы, он, бер нисә ҡап төрлө ит кәнсире, соус, галет (шәкәрһеҙ һәм майһыҙ бешерелгән сөсө печенье), бер нисә ҡағыҙ тоҡта сохари, киптерелгән картуф, киптерелгән һөт, сәй-шәкәр һәм, әлбиттә, бер йәшник эсә торған спирт.

Бер ҡумта «Дэта» тигән серәкәй-ләпәкәйгә ҡаршы мазь. Тундралар илендә шунһыҙ әмәл юҡ, сөнки серәкәй шул тиклем итеп һырып ала, бер һуҡҡанда утыҙлабын үлтерәһең. Торлағыбыҙ — ике палатка. Тағы бер бәләкәй палатка мунса ҡороу өсөн. Ҡалаҡтан алып, икмәк бешереү өсөн табаға тиклем ҡашығаяҡ. Ике ҡалай мейес, алты резина кәмә. Кәмәләр ҙур, оҙонлоғо — дүрт метр самаһы. Ике мылтыҡ, бер винтовка, хужала — пистолет, ракетница. Секретлы документтарҙы, карталарҙы, аҡсаны бикләп тотоу өсөн тимер сейф. Рация, уға ике ҙур аккумулятор. Өҫтөбөҙгә энцифалеткалар, серәкәйҙән һаҡланыу өсөн битлектәр, оҙон ҡуныслы һаҙ итектәре, бушлат алғанбыҙ. Эш ҡоралдарынан: геолог сүкештәре, проба йыуыу өсөн улаҡтар, көрәктәр, кәйлә, пробаны иләр өсөн махсус иләктәр, үлсәгестәр, төрлө ҙурлыҡтағы моҡсайҙар.

 

(Дауамы бар)

Фото: интернет селтәренән

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: