Все новости
Проза
18 Июня , 16:12

Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 1-се өлөш. Рәсүл Байгилдин

Кеше — булмышы менән сәйәхәтсе. Әҙәм менән Һауаның атайсалы Африкала, тип иҫбатлай ғалимдар. Шул тарафтан уның вариҫтары башҡа ҡитғаларға таралып ултырған. Ябай ғына кәмәләрҙә, хатта сикһеҙ һәм төпһөҙ океанды йөҙөп сығып, Австралияға, Америкаға ла барып еткәндәр.

Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 1-се өлөш. Рәсүл Байгилдин
Сәйәхәт — кеше булмышы (яҙмалар). 1-се өлөш. Рәсүл Байгилдин

Нимә этәргән кешене, тау-урмандарҙы артылып, диңгеҙ-һыуҙар кисеп, аяуһыҙ сүллек һәм мәңгелек боҙ киңлектәре аша үтеп, яңынан-яңы ерҙәр асырға, иң ҡотһоҙ һәм шыҡһыҙ урындарҙа ла тереклек өсөн шарттар табырға? Күрәһең, сәйәхәттә — кешенең асылы. Ул һәр саҡ алға ынтыла: белмәгәнен — белгеһе, күрмәгәнен — күргеһе килә.

Асылда, хәҙерге заман туриндустрияһы — әҙәми заттың ошо ынтылышынан аҡса һуғыуға ҡулайлашҡан бизнес, кәсеп.

Ә алыҫ киләсәктә кеше мотлаҡ рәүештә, Ер-әсәне ташлап, йыһан буйлап сәйәхәткә сығасаҡ. Был — уның яҙмышы, йәшәйеше мәғәнәһе, миссияһы. Кире осраҡта ошонда, Ерҙә, һуңғы кеше бер нисә йөҙ йылдан һуң йән бирер һәм шуның менән уның данлы һәм шанлы тарихы тамамланыр.

Ете миллиард әҙәми затҡа ерҙә бөгөн үк тар, бына-бына тәбиғи ресурстар — эсәр һыу, ер аҫты ҡаҙылмалары, уңдырышлы тупраҡ, һулар саф һауа өсөн талаш-тартыш, ҙур яу ҡубырға тора. Ул ысынлап башлана ҡалһа, кешелек өсөн иң аяныслы фажиғә, тарихының ахыры шул булыр. Ғалимдар һәм инженер-конструкторҙар Марсҡа осоу, Айға сәйәхәт ҡылыу ысулдарын тиҙерәк тапһын ине. Сөнки ваҡыттың кире иҫәбе башланған да инде.

Был бәйән кешенең сәйәхәтсе асылын һүрәтләй.

 

Офоҡ — сигенә, донъя киңәйә бара…

Әҙәм балаһы буйға үҫкән һайын донъя офоҡтары киңәйә, асыштары ишәйә бара.

тыуған ауылым Матрайҙан, ошоға тиклем барлыҡ донъямды, күреп-таныған мөхитемде тәшкил иткән атай йортонан, хәлемдән килгәнсе йүгереп кенә айҡап сыҡҡан урамыбыҙ буйынан айырылып, тәүге тапҡыр ҡырға, үҙенә күрә бәләкәй генә сәйәхәткә, дүрт-биш йәшемдә сыҡҡанмындыр. Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә алтмыш алтынсы йә алтмыш етенсе йылға тура килә тормошом сәхифәһенең иҫтәлекле был ваҡиғаһы.

Картуф сәсергә алыҫтағы баҫыуҙан ер биргәндәр ине беҙгә. Нишләптер мине лә алғандар. Атайым (Байгилдин Ғилметдин Райман улы) йөрөткән «Беларус» тракторы менән барҙыҡ. Был тәүге сәйәхәтемдән баҫыуҙың осо терәлеп ятҡан Мөстәнғойо һаҙлығында көйөлдө ҡоштарының ҡолаҡ тондороп ҡысҡырған тауыштары, уларҙың ерҙә йүгереп йөрөгән балалары, бейек һутлы йәшел үлән, ағаслыҡ иҫтә ҡалған. Йөнтәҫ йомғаҡтарҙың берәүһен тотоп та алғайным, тик атайымдан әрләндем.

Биш-алты йәшемдә ҙурыраҡ малайҙарға эйәреп, ауылдан өс саҡрым тирәһе алыҫлыҡтағы Быҙаулыҡ йылғаһының Ҡарағүл ятыуына балыҡҡа барҙым.

Елһеҙ сыуаҡ көн, тымыҡ һыу йөҙө ҡояшта ялтырап ята. Ҡарағүл ятыуы бер яҡтан текә балсыҡ ярға, һыу аръяғынан ташлы тау битенә барып терәлә. Үҙе түңәрәк. Бер ике ағас, унда-бында тамырынан ҡуптарылған бик күп тарбаҡлы ағас төпһәләре күренә, балыҡсылар түңәрәк һыу буйын һәр йәһәттән уратып алған. Кемдер аръяҡта ташлы битләүҙә, кемдер ағас төпһәһендә, кемдер бейек был яҡ ярҙа урын тапҡан. Балыҡ та күптер — быны бер туҡтауһыҙ йә улай, йә былай һелтәгән ҡыуалдарға, ялтырап киткән сабаҡ, ҡыҙылғанат, ажауҙарға ҡарап (ул мәлдә мин балыҡ төрҙәрен белмәй ҙә инем) самалап була ине.

Ҙур һыуҙан мин ҡурҡтым. Ул төпһөҙ һымаҡ. Уны уратып баҫҡан әҙәмдәр мәрхәмәтле кешеләрме, әллә яуыздармы? Бейек ярҙан һыуға этеп төшөрөп ебәрмәҫтәрме? Ололар, нишләптер, бала-сағаны төрлөсә ҡурҡытырға, шаяртырға ярата бит. Ҡайһы саҡ белеп тә булмай: юрамал шулай ҡыланалармы, әллә ысын теләпме? Ҡурҡыныс янаһа, был ағайҙарҙың ҡайһыһына һыйына алам?

Балыҡсыларҙың берәүһе лә бәләкәй малайға иғтибар итмәй.

Барыбер ҡурҡыныс. Дуҫым Марат (Иҫәнгилдин), Йомабай ағаһын табып, уның эргәһенә барып баҫты. Ә мин һыуға яҡынларға шөрләйем. Нуретдин ағайым да (атайымдың ҡустыһы) күренмәй. Бер килке улай-былай ҡаранып торҙом да, әйләнеп ауылға табан шыҡыйҙым.

Иҫтә ҡалған. Тимәк, тәрән тәьҫораттар алғанмын ул сәйәхәттән дә. Алыҫҡа киткәнмен, йылғаны, балыҡсыларҙы, ҙур балыҡтарҙы күргәнмен, тәрән кисерештәр солғанышында булғанмын.

Тәүге сәйәхәттәрем эҙҙәрен һаҡлаған Быҙаулыҡ буйы хәҙер һыу аҫтында. Ике мең дә етенсе йылда йылғаны быуып ҡуйҙылар. Ҡарағүл ятыуы өс-дүрт саҡрымға һуҙылған әлеге быуа алдында күләүек кенә һымаҡ булыр ине.

 

*  *  *

Матрай ауылы тапҡырында Быҙаулыҡҡа ҡойған Олайыр йылғаһы ул заманда суртаны менән дан тотто. Тәрән ятыулыҡтарға бай ине йылға, шуға был йыртҡыс балыҡ унда күпләп үрсегәндер. Бала-саға ауыл тирәһендә Быҙаулыҡ буйында ҡармаҡ сылатһа, ысын балыҡсылар Олайырға йөрөнө. Шул иҫәптән Венер дуҫымдың атаһы Әмир ағай ҙа (Лоҡманов). Ул оҫта балыҡсы ине.

Әйткәндәй, Олайыр йылғаһы ла хәҙер быуылған һәм унда — суртан балығына хөрриәт.

Венер мине Олайыр буйына, атаһы янына барырға күндерҙе. Миңә ете йәш булғандыр, ә дуҫым бер йәшкә олораҡ.

Миллион йылдар элек Быҙаулыҡтың яры рәүешендә хасил булып, хәҙер текә тауҙы хәтерләткән ташлы битләүҙән үрмәләп менгәс, ауылға әйләнеп ҡараныҡ. Ана, яңы ғына эргәһенән үтеп киткән ҡартәсәйемдең өйө. Сәбилә исемле минең ҡартәсәйем — ауылдағы иң сибәр әбей ул, тәңкәле камзул, йәрпесәкле күлдәк кейеп, яулыҡты яҙып ябынып йөрөнө гел.

Үрге урамдағы беҙҙең йорт тауға кәртә яғы менән ултырған. Һайғау ҡойма, ҡыйыҡһыҙ мал һарайы, өйҙөң ел-ямғырға ҡарайған транса япмаһы, йөҙлөкһөҙ тәҙрәләр — бигерәк ярлы йәшәйбеҙ шул. Ҡаршы яҡтан ҡыялап Венерҙарҙың шифер ябыулы, зәңгәр тәҙрә яҡлы өйҙәре яртылаш күренә, улар хәллеләр рәтендә, телевизорҙары, ике велосипедтары бар хатта.

Ҡулдарыбыҙҙы бер-беребеҙҙең иңбаштарына һалып, ары киттек. Дуҫ малайҙар фәҡәт шулай йөрөргә тейеш, беҙҙеңсә.

Төш мәле. Ҡояш көләс һәм яғымлы. Аэродром булып хеҙмәт итерҙәй ваҡ ташлы тип-тигеҙ, ҡаты ерҙә ҡылған һәм даланың башҡа әрһеҙ үләндәре генә үҫә. Улары ла ҡойто ғына. Әле йәшелдәр. Күрәһең, йәй башы булғандыр, сөнки июль урталарына ҡаҡ далала үлән көйә, төҫһөҙләнә.

Арыраҡ Олайырҙың үҙәне һутлы йәшел үлән, арғы битләүҙәге йырғанаҡтары менән һыҙатланған, яңғыҙ ҡайын күренә алыҫта.

— Яңғыҙ ҡайынды ун кеше саҡ ҡоса. Үҙем күрҙем, — ти Венер.

Ә мин әле генә күтәрелгән тау башынан ары киткәнем юҡ. Яҙғы ташҡын ҡайтҡас та, һыуҙы кисеп сығып, йыуа, әтмәкәс, ҡарғантай ашайбыҙ унда. Итек юҡ, яланаяҡланып йылғаға инәбеҙ, Быҙаулыҡтың ағымы көслө, боҙло һалҡыны үҙәккә үтә. Ҡолап ағып китеүҙән ҡурҡып, етәкләшеп алабыҙ, ҙурыраҡтар алдан төшә.

— Һин шунда тиклем барып еттеңме? — иҫем китә дуҫымдың шул хәтлем алыҫҡа китеүенә.

Күңелле атлайбыҙ. Көтмәгәндә тәрән үҙәккә барып төштөк. Сиҙәмләнгән итәктәре текә булмаһа ла, тәрән генә үҙе. Аҫта йәшеллек мулыраҡ, сәскәләр төҫлөрәк, улар тирәләй һағыҙаҡтар ихлас безелдәй. Киң яландан тирә-йүнде байҡап килә инек, үҙәккә төшкәс, донъя тарайҙы ла ҡуйҙы: офоҡ та күренмәй, артҡа әйләнеп, килгән юлды байҡап та булмай. Беҙ тар ғына мөхиткә эләктек: аңҡайып ҡараһаң — үҙәктең йәшел итәге лә зәңгәр күк йөҙө генә. Ә ҡайҙа киң ялан, күренеп ятҡан ауылымдың арғы осо, үләндә беленеп ҡалған һәм ҡайтыр юлды күрһәткән эҙҙәребеҙ? Юҡ улар!

Күңелемде шом баҫты.

— Былтыр ошонда еләк йыйҙыҡ. Күп итеп. Бер биҙрә тултырҙыҡ, — Венер мауығып сираттағы асыштары менән уртаҡлаша. Тик улар илһамландырмай — минең ҡайтҡым килә. Үлеп ҡайтҡым килә! Ауылымды, өйөмдө, яҡындарымды күргем килә. Хәҙер үк, һис кисектермәй!

— Ҡайтам! — Венерға әйләнеп өндәштем дә, уның ни әйтерен дә көтмәй, үҙәктән өҫкә үрмәләп менеп, ауыл яғына йүгерҙем.

Венерҙың атаһы унда, Олайыр буйында, ә минең бер кемем дә юҡ был ҡырағай яланда. Тиҙерәк ауылға, үҙ ышығыма, үҙ ҡыйығым аҫтына ҡайтырға кәрәк!

Быҙаулыҡҡа төшкән текә битләүгә килеп еткәс кенә туҡтаным.

Ана, Матрайым йәйрәп ята, мин ҡыҫҡа ғына сәйәхәткә сыҡҡан, уны күҙ уңынан юғалтҡан арала, ауылымды, ҙур һәм сикһеҙ был донъялағы бишегемде, бер ҡайҙа ла ҡуптарып алып китмәгәндәр. Ана, ҡартәсәйемдең өйө, ана, үҙебеҙҙең өй, ана, тегендә ҡалған Венерҙарҙың өйө. Шөкөр, барыһы ла үҙ урынында!

Күңелгә рәхәт, тыныс. Тик ауыл ғына минең кисерештәремә битараф һымаҡ, бер улының уны ташлап ситкә китеүен тоймаған да, күрмәгән дә. Матрайымдың аңлайышһыҙ был битарафлығына мин күп тапҡырҙар юлығасаҡмын әле тормошом ағышында. Алтынсы тиҫтәне ҡыуалап барғанда шундай уй төшәсәк башыма: «Беҙ бала саҡтағы оло кешеләрҙең береһе лә ҡалмаған, тотошлай баҡыйлыҡҡа күсеп бөткәндәр. Һыу төшөргә тип Ҡыҙылъярға йүгергәндә, юл ыңғайы ҡойма тишегенән ҡулды тығып ҡына ҡарағатын өҙгән Йәнбулат ҡарт та (Солтанов), урам буйында шуҡ малайҙарҙы әрләп тороп ҡалған уның уҫал Нурия ҡарсығы ла, улдары Йәнғәле лә юҡ. Ғөмүмән, ул ваҡытта тормош тотҡаһы булып торған аҫҡы урам кешеләренән бер кем дә иҫән түгел. Иҫкергән йорттары, ҡыйшайған ҡойма-ҡапҡалары ғына һерәйеп тора. Ул ихаталарҙа тереклек бармы-юҡмы икәнен дә аңлап булмай. Тотош бер быуын алмашынған, беҙ, һүрәтләнгән заман балалары, аҡһаҡалдар рәтенә сығып барабыҙ.

Тыуған ауылым быға ла битараф. Тағы ла бер-ике тиҫтә йыл үтер, беҙ ҙә булмаҫбыҙ. Үкенесле, бик аяныслы шулай был йәшәйеш… Донъялыҡтың әсе хәҡиҡәте был!»

Ашығып, ҡарһаланып ишекте асам, ҡартәсәйем сәй әҙерләп йөрөй. Матрайҙың иң һылыу әбейе. Шулай маҡтанам малайҙар араһында. Зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, тештәре лә теүәл үҙенең.

Өй эсе яҡты, таҙа, бөхтә. Әбекәйем өйгә кем ингәнен аңғарып та өлгөрмәй — йүгереп барып урындыҡтағы яҫтыҡ өҫтөнә ырғыйым.

— Кәзә бәрәсе шикелле һикрәңләмәһәң. Ҡулыңды йыу, әйҙә, сәй эсәбеҙ, — ҡартәсәйем арҡамдан тупылдатып һөйөп алырға өлгөрә мин ҡул йыуғысҡа йүнәлгән ыңғайы. Шунан ҡартәсәйем аяғын һоноп ултырып самауырҙан сәй яһай, ә мин, ирҙәрсә яҫтыҡҡа арҡа терәп, сынаяҡ аҫтынан сәй һемерәм, ыңғайына киҫәкле ҡаты шәкәрҙе сәйҙә ебетеп, бер мөйөшөн кимереп ҡабам. Рәхәт… Күңелле…

Шул мәлдә бәхетлемен. Ошо йорттоң, сағыу ҡояштың, ҡартәсәйемдең мәңгелек икәнен беләм. Был донъяға китмәҫкә, ошо мөхиттән бер ҡасан да айырылмаҫҡа килгәнмен! Кәрәкмәй миңә Олайыр буйы, уның балығы!

Бала саҡта шулай бишектән, имсәктән, әсәй итәгенән айырылыуы ауырҙыр. Ә ҙурайғас, кешене офоҡ артындағы ымһындырғыс билдәһеҙлек үҙенә магнит шикелле тарта башлай, юлға, сәфәргә әйҙәй. Был тәҡәтһеҙ өндәүгә ул ҡаршы тора алмай һәм бер мәл урынынан ҡуптарыла, юлға сығып китә.

 

*  *  *

Алыҫҡа, башҡа ауылға, тәүге сәйәхәтем мәктәпкә уҡырға барған йылдың йәйендә — бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә алтмыш туғыҙынсы йылда булды.

Атайымдың һеңлеһе Зәкиә апай Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылына кейәүгә сыҡты. Туйға мине лә алдылар.

Ишбирҙегә ГАЗ-53 машинаһында барҙыҡ. Руль артында Игликов Әмир ағай ине. Машинаның кузовына махсус эскәмйәләр ҡуйылғайны. Улар тимер элмәләрҙә ике яҡ бортҡа аҫылынып тора. Шул эскәмйәләрҙә матур ғына теҙелешеп ултырған туғандарым һаман күҙ алдында. Алда тороп барҙым. Ҡартәсәйемдең: «Был Ишбирҙе ҡайһылай алыҫ. Унан ары ла ауылдар бармы икән тағы?» — тигән һүҙҙәрен иҫләйем.

Был сәйәхәт миндә «ГАЗ» машинаһына ла, Әмир ағайға ла оло ихтирам тойғоһо уятты. Машина ҡупшы һәм ышаныслы, ә Әмир ағай тыныс, ипле һәм мөләйем булғанғалыр. Хәҙер шулай уйлайым. Ул саҡта, бәлки, кисерештәрем күңелемдә башҡаса төрлө уйылғандыр, «ихтирам» тигән төшөнсәне ҙурая биргәс кенә белдем бит. Үҙенә ышыҡ, терәк биргән, яғымлы ҡараған кешегә баланың күңелендә яҡынлыҡ тойғоһо уяналыр һәм уны үҙенең шәхсән мөхитенә ҡабул итәлер. Әмир ағайҙы мин үҙ кешеләрем араһына индерҙем, бер ваҡытта ла яҡындан аралашмаһам да, ул миңә ғүмерлеккә ышаныслы һәм яҡын зат булып ҡалды. Тормошта, бәлки, ул бөтөнләй башҡа булғандыр.

Ышанысыңды аҡлаған осраҡлы кеше лә шулай сәйәхәттә яҡын дуҫыңа әүерелә.

Ялан һәм урман аша, тәүҙә шоссенан, аҙаҡтан ағастар араһынан тапалып, йырғыланып бөткән юлдан һелкетмәй, батырмай, боҙолмай алып барып еткерҙе беҙҙе шофер ағай ер аяғы — ер башы Ишбирҙегә.

Туйҙы ҡоҙалар Йылайыр йылғаһы буйында ҡаршы алды. Юлға арҡыры ағас һалғандар ҙа, үҙҙәре яр аҫтына боҫҡандар. Беҙ туҡтағас, килеп сыҡтылар.

Бүрәнә күпер аша үттек.

Ишбирҙенең урамы Матрайҙыҡы шикелле тигеҙ һәм киң түгел. Тулҡынлы-тулҡынлы бәләкәй үҙәктәр теҙмәһенән хасил. Бүрәнәләре ҡарайып бөткән ағас магазинға шул үҙәктәр аша йөрөнөк еҙнәй аҡсаһына кәнфит, лимонад алырға. Иҫләүемсә, ҡоҙаларҙың өйөнән магазинға тиклем ете үҙәк үтергә кәрәк ине. Бәлки, яңылышамдыр ҙа.

 

*  *  *

Икенсе алыҫ сәйәхәтем шул йылдың көҙөндә булды.

Атайым «ДТ-75» тракторында Баймаҡ районындағы Крепостной Йылайыр ауылынан совхозға ағас ташый ине. Көндәрҙең береһендә мине ултыртып алды. Аҙ һүҙле, ҡырыҫыраҡ холоҡло атайымдың ниндәй һүҙҙәр менән мине юлға үҙе менән алырға ниәтләүен әйткәндер, белмәйем. Бәлки: «Әйҙә, ултыр, киттек», — тип кенә өндәшкәндер.

Ғаиләлә өлкән ир бала булараҡ (ете бала араһында өсөнсө), йорт эштәрендә бәләкәйҙән гел атайым эргәһендә йөрөй торғайным. Тракторын ремонтлағанда ла эргәһендә асҡыс биреп торғаным хәтерҙә. Ул миңә нимә һөйләгәндер инде шул мәлдәрҙә, иҫләмәйем, бөтөнләй хәтеремдә юҡ. Атайым миңә туғыҙ йәш булғанда баҡыйлыҡҡа күсте.

Был сәйәхәттең биш мәле, эпизоды, иҫемдә уйылып ҡалған.

Әсәйемдең (Гөльемеш, ҡыҙ фамилияһы — Моталлапова) тыуған ауылы Юлдыбайға һуғылдыҡ. Хисмәт ҡартатайым, мәрхүмә Хәлимә өләсәйем урынына йортҡа хужабикә булып төшкән Фатима өләсәйемдәрҙә сәй эсеп, ары юлландыҡ.

Крепостной Йылайырға кисләтеп барып еткәнбеҙҙер, моғайын. Ара ҡырҡ биш саҡрым тирәһе, сәғәтенә ете-һигеҙ километр тиҙлек менән йөрөгән трактор уны алты сәғәткә яҡын үткән булырға тейеш.

Ҡараңғы, тәмәке төтөнөнә ыҫланған урыҫ өйөндә ҡалын таҡтанан эшләнгән ябыуһыҙ өҫтәл артында ултырып ашаныҡ. Тәүге тапҡыр ят ризыҡ — тоҙланған бәшмәк тәмләп ҡараным шунда. Башҡорттоң аш-һыу, туҡланыу мәҙәниәтендә был урман ниғмәтенә нишләптер урын юҡ. Милләттең бишеге дала булғанғалыр, бәлки.

Һыйлағанда һыу булһа ла эс, тиҙәр бит. Шыйғалаҡ, ҡарап тороуға ерәнес тойолһа ла, ауыҙға алдым бәшмәкте. Тәме оҡшаны. Саҡ ҡына әскелтем, быға тиклем ғүмерҙә лә ауыҙымда тойғаным булмаған таты бар, күңелгә ятып тора, сәйнәмле.

Сәйәхәт ул — иң элек асыш. Бәшмәк ризығы минең өсөн асыш ине.

Беҙ туҡтаған йорт хужаһының минән өс-дүрт йәшкә өлкәнерәк һары сәсле мәрйә ҡыҙы мине баҡсаларына алып китте. Ерҙең дымлы, үләндең, көҙ булыуға ҡарамай, әле лә һутлы йәшел булыуы аптыратты мине. Беҙҙә, далала, йәй уртаһында уҡ үлән көйөп бөтә, ерҙә саң борхолдап ята. Матрай менән Крепостной Йылайыр ауылдары араһы ни бары илле саҡрым самаһы ғына һәм, …ниндәй тәбиғәт айырмаһы! Кишер йолҡтоҡ икәүләшеп. Ялбыр һабағынан тотоп ерҙән беләк буйы алһыу һәм татлы тамырҙы тартып сығарыу күңелле һәм мауыҡтырғыс ине. Ул кишерҙәрҙе беҙгә күстәнәскә һалдылар.

Матрай ауылы бер ваҡытта ла һыуға йәлсемәне. Бер кемдең дә ишеге алдында ҡоҙоғо булманы, бөгөн дә бик һирәктәрҙә ул. Сөнки ер аҫтындағы һыу татырлы. Уны эсеп тә, баҡсаға һибеп тә булмай. Шуға йылға буйындағы алыҫтағы ҡоҙоҡтан көйәнтәләп ташып эстек. Һыу булмағас, баҡса ла үҫтермәне кеше. Һыу торбалары үткән быуаттың етмешенсе йылдары аҙаҡтарында ғына һалынды. Уныһы ла беҙҙең үрге осҡа биш-алты йылдан һуң ғына килеп етте.

Баҡса, көҙ көнөндә лә үләндең һутлы булыуы, һары башлы ҡыҙыҡай минең өсөн тағы бер асыш ине.

Иртәнсәк ағас тейәргә урманға киттек. Атайым арбаны ҡырҡылған бүрәнәләр өйөмө янында ысҡындырып ҡалдырҙы ла, тракторҙы ситкәрәк алып китеп һүндерҙе. Мин шунда ултырып торҙом. Ололар ағас тейәргә киткәс, тракторҙан төштөм. Урманда ошолайтып тәүге тапҡыр баҫып торам. Бер аҙым эшләргә лә ҡурҡам. Аңҡайып ҡараһаң да осо күренмәгән ағас өҫкә ауып барған һымаҡ. Ысыҡ бөрсөктәре емелдәгән ҙур япраҡлы төрлө үлән үҙемдең буйымдай. Унда-бында улар бер-береһенә бөй (үрмәксе) ауы менән тартылған. Ул тиклем ҙур, оҫта итеп үрелгән, семәрҙе хәтерләткән үрмәксе ауын быға тиклем күргәнем юҡ ине. Эргәмдә генә оҙон һабаҡ осонда ҡыҙыл емеш күреп ҡалдым. Үрелеп кенә алырлыҡ. Тик тейергә ҡурҡам. Ер еләгенән башҡа бүтән ҡыр емешен белмәйем. Ә был — шыма, ялтыр, ҡыҙыл һәм ят. Кем белә, бәлки ашарға ярамайҙыр, ағыулылыр. Бер бөртөк кенә түгел, сәскә ише бишәү-алтауһы бер тажға ойошҡан. Ул емеш бөрлөгән булған икән.

Ҡайтырға сығып, Матрайға етеп килгәндә көн кисләгәйне. Яманһаҙҙы үткәс, трактор китеп барған ыңғай, атайым ниндәйҙер ым-ишарай яһаны ла, тар урынынан ҡуҙғала башланы. Бер ни ҙә аңламайым, техниканың ташлы шоссе юлда тарһылдауынан ҡолағым тонған. Атайым һөйрәп тигәндәй мине үҙ урынына ултыртты ла ҡулдарымды тракторҙың рычагтарына һалды. «Әйҙә, йөрөт, өйрән», — тине буғай. Ҡаты тимер таяҡтарҙы тартҡылап маташтым. Көсәнеүемдән нимә сыҡҡандыр, иҫләмәйем. Бәләкәй инем шул ҡеүәтле тракторҙы йөрөтөргә. Атай бурысын үтәй була, ете йәшлек улына үҙ һөнәренең серҙәрен төшөндөрә башларға булғандыр, күрәһең. Тик улының әле бала ғына икәнен иҫәпкә алмаған.

Орайғош йылғасығын кисеп, ауылдың осона еткәс, атайым тракторҙы туҡтатты ла: «Ҡайт ошонан йүгереп, мин ағасты бушатырға пилорамға киттем», — тине. Юлда йөрөткән дермантин ҡара сумкаһын тотторҙо. Унда баяғы күстәнәс кишерҙәр ята ине. Алыҫ юлдан өйгә буш ҡул менән ҡайтып инмәһен бала, тигәндер.

Ауыл осонан үҙебеҙҙең өйгә яҡыныраҡ булһа ла, ҡартәсәйемдәргә йүгерҙем. Ишектән инер-инмәҫтән: «Ҡартәсәй, мин Крепостнойға барҙым, мына күстәнәс алып ҡайттым», — тип һөрәнләнем. Ике көн буйы шымтайып йөрөүемдең хаҡын сығарҙым, сәүек үҙ өйөндә көслө, тигәндәй, яҙылып, күргәндәремде, кисергәндәремде тәтелдәп теҙеп алып киттем.

Аҙаҡтан урамда сәйәхәтем тураһында ҡупырып дуҫтарыма һөйләнем. Оҙаҡ ҡына маһайып йөрөнөм шул тиклем алыҫ ергә тракторҙа барып ҡайтыуыма.

Хәҙер ҙә бит заман байҙары, хәленән килгән башҡалар ҙа: «Төркиәлә булдым, Мысырҙа Ҡыҙыл диңгеҙ буйында ҡыҙындым», — тип ҡупыралар, ниндәй самолетта осоуҙары, нисә йондоҙло отелдә йәшәүҙәре, нисек һыйланыуҙары тураһында тәфсирләп һөйләйҙәр. Ете йәшлек баланан ни ерҙәре артыҡ уларҙың?

 

*  *  *

Марат дуҫым каникулдар мәлендә йә Юлдыбайға, йә Сибайға, йә Стәрле тарафтарына туғандарына барып ҡайта торғайны. Шунан инде китә уның сәйәхәте тураһында оҙон-оҙон хикәйәттәре. Оҫта һөйләй торғайны ул.

Һаҡмар шул тиклем ҙур һәм тәрән икән. Беҙҙең Быҙаулыҡ та, Олайыр ҙа — пустәк! Малайҙар күперҙән һыуға һикерәләр, ат йөҙҙөрәләр, йылға төбөндә балыҡ мыжғып ята, имеш. Юлдыбай урманындағы еләкте әйтәһе лә түгел — бер урында ултырып бер биҙрә тултыралар, ә муйылды һындырып алып ҡайталар ҙа, өйҙә тирәләр, уны ҡырҙа сүпләп аҙапланмайҙар.

Сибайҙа ун биш тингә футболка һатып алып кейеп була икән. Магаданда эшләгән ағаһы ялға ҡайтҡан, Ғәйнислам туғаны менән икәүһенә егерме бишәр һум аҡса биргән ул. Кафела ҡурылған бер тауыҡ һатып алып ашағандар, аҙым һайын — туңдырма, бөйөрөктәр… Ә Ғәйнисламдарҙың ишек алды шау алма икән — ҡыҙылы, һарыһы, йәшеле — бүккәнсе ашаған уларҙы. Сибай тигәндәре торғаны бер мөғжизә, ожмахтың үҙе, баҡһаң…

Стәрлегә барғанда «Семиколенка» тигән ерҙе үтәһең икән. Ул — ҡая ташлы бейек тауҙы ете тапҡыр уратып, бөгөл-бөгөл итеп һалынған юл. Аҫта — төпһөҙ упҡын, ҡараһаң, баш әйләнә. Бер машина төшөп киткән, сығарып ала алмағандар, шунда упҡын төбөндә ята, ти, һаман.

Минең дә Марат һөйләгәндәрҙе күргем килә, һәм был тормошҡа ашмаҫтай хыял түгел. Юлдыбайҙа ла, Иҫәнғолда ла (Семиколенка аръяғында ята ул) туғандарым бар. Сибайҙа ғына юҡ.

Әсәйем — Юлдыбай ауылы ҡыҙы. Унда йәшәгән Моталлаповтар — ҡабандар араһы — минең туғандарым. Тәүге тапҡыр ҡасан Юлдыбайға барғанмындыр, иҫемдә юҡ. Иллә-мәгәр ҙурайып егет булғансы йылына ике-өс тапҡыр Юлдыбайҙа ятып ҡайта торғайным. Ике туған ҡустыларым Урал менән Амур яҡын дуҫтарым булды. Ҡартатайым менән Хөрмәт олатайымдың өйҙәре Уза йылғасығы аша ғына. Беҙ ике арала мәз булабыҙ. Таҙа һыулы, ҡырсын ташлы Уза, саҡ ҡына ары китһәң — киң Һаҡмар буйында бигерәк күңелле, төбө ләмле, болғансыҡ һыулы беҙҙең Быҙаулыҡ түгел һәр хәлдә.

Атаҡ, бында барыһы ла башҡасараҡ, тормош та икенсерәк тә баһа. Ҡартатайымдың йорт хужалығы төплө итеп, ныҡ нигеҙгә ҡоролған, үҙенә күрә хатта ҡәлғә — крепосты хәтерләтә. Тимер менән ябылған өйҙөң нигеҙе бейек һәм бетон ҡойоп нығытылған. Бәләкәй саҡта тимер элмәле ҙур ҡапҡаны саҡ асып инә торғайным. Бер ҡабырғаһы урамға сыҡҡан йыуан бүрәнәләрҙән сабылған тәҙрәһеҙ келәт аласыҡҡа тоташҡан, саҡ ҡына арауыҡ аша мал кәртәһе башлана — был ҡаралты ишек алдын көн яҡтан ышаныслы япҡан. Аръяғында — ҙур картуфлыҡ. Мал кәртәһе иркен, һыйыр, ат, һарыҡ, быҙау, ҡош-ҡорт өсөн айырым-айырым аҙбарҙар артҡы яҡты уратып алған. Мунса ла шулар рәтендә. Ишек алдының төньяғы бейек таҡта ҡойма менән тартылған. Ул тарафты емеш баҡсаһы биләп тора.

Матрайҙағы беҙҙең ишек алды һайғау менән тартылған, мунсабыҙ ҙа, картуф баҡсабыҙ ҙа юҡ, һалам башлы ситән һарайҙа һыйыр ҙа, һарыҡ та, ҡош-ҡорт та бергә тора, ә өйөбөҙҙөң нигеҙе балсыҡ менән һыланған, башы транса таҡта менән ябылған.

Фәүзиә инәйемдәрҙә (Урал менән Амурҙың әсәһе) ҡаймаҡты уртаға ултыртып, аҡ икмәккә һылап ашайбыҙ. Өйҙә ҡаймаҡ улай эләкмәй, хатта икмәге лә булмай китә ҡайһы саҡ, күршеләрҙән алып торабыҙ. Шунан әсәйем өлгөртһә, индереп бирәбеҙ. Шәкәр ҙә сәй эскәндә берәр шаҡмаҡтан ғына эләгә. Бигерәк күмәкбеҙ шул — ете бала.

Сәйәхәттә шулай сит яҡтағы көнитмеште үҙеңдеке менән сағыштыраһың, һабаҡ алаһың, ҡайтҡас шулай эшләргә, былай итергә кәрәк, тип самалайһың, эйе, ҡайсаҡ көнләшеп тә ҡуяһың.

Юлдыбайҙа ҡул салғыһы менән бесән сабырға өйрәндем, кейеҙ баҫҡандарын, бейә һауып, ҡымыҙ бешкәндәрен күрҙем. Ҡойма ярығынан күрше бабайҙың бал ҡорто умарталарын тәрбиәләүен күҙәтеп, татлы балды ҡайҙан алғандарын белдем, был татлы ризыҡты ла тәү тапҡыр Юлдыбайҙа татып ҡараным.

Һаҡмар һыуы Быҙаулыҡтыҡынан мулыраҡ һәм таҙараҡ булһа ла, ул тиклем үк иҫ китерлек түгел ине. Марат дуҫым шыттырған, ундай ғәҙәте булды уның.

 

*  *  *

Ә Семиколенка, ысынлап та, хәтәр ҡурҡыныс икән.

Атайымдың ҡустыһы Мәүлетдин ағай ғүмере буйы нефть эҙләүсе геологтарҙа быраулаусы булып эшләне. Ишембай быраулау идаралыҡтарының берәүһе Иҫәнғолда торҙо, геологтарҙың ғаиләләре шунда йәшәне.

Ҡартәсәйем йәй һайын улына Иҫәнғолға барып ҡайта торғайны. Йә Фәүзиә, йә Хәмдиә апайымдарҙы эйәртә үҙе менән, үҫә төшкәс, мине лә ала башланы. «Мәүлетдиндең өгөрсәһе өлгөргәндер, барып ҡайтайыҡ», — ти торғайны ул, юлға йыйынырға ваҡыт икәненә ишаралай була.

Юлдыбайға барып өләсәйемдәрҙә йоҡлайбыҙ ҙа, таң менән Сибай — Һарыҡташ автобусына сығабыҙ. Ул заманда автобус — берҙән-бер ылау һәм ул күп осраҡта шығырым тулы. Ҡартәсәйемә урын эләкһә, мин уға терәлеү әмәлен табам. Ундай бәхет тәтемәһә, төйөнсәгебеҙгә сүгәләйбеҙ.

Йомро, ҡупшы ПАЗ автобустары йөрөй ине ул саҡта ауылдар араһында. Павлов автобустар заводы «йомро»ҡайҙарҙы бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә алтмыш етенсе йылда ғына сығара башлаған икән. Беҙ Иҫәнғолға йөрөй башлағанда иҫкеләре бөтөнләй булмаған, тимәк. Яңы булғас, бигерәк ҡупшы күренгәндәр инде. Мөғжизәләр донъяһына барып ингән кеүек тоям үҙемде автобустың баҫҡыстарынан үрмәләгәндә. Салонда миңә бөтәһе лә оҡшай: урыҫ шофер ҙа, мәрйә кондуктор ҙа, бөтөнләй ят, йөҙҙәрендә башҡорт төҫө булмаған юлаусылар ҙа, үтер арауыҡты ҡамап торған хикмәтле сумаҙан-сумкалар ҙа, йомшаҡ күн ултырғыстар ҙа, уларҙың арҡаһының мөйөшөндәге тотона торған урындары ла — бөтәһе лә, бөтәһе лә…

Ҡуҙғалып китеүе — тағы бер мөғжизә. Яңы ғына сабырһыҙланып туҡталышта тора инек. Күңелдә шом (алмай үтеп китһә), ҡыуаныс (килә бит беҙҙең көтөп торғанды белгәндәй), тулҡынланыу (мөғжизәгә ҡағылыуҙы көҫәгәндән) тойғолары уятып, тау иңкеүенән төшкән юлда алһыу буйлы ҡупшыҡай автобус күренде. Килеп туҡтаны, ишектәрен шарлан асып ебәрҙе, рәхим итегеҙ, әйҙүк, тигәндәй. Һуң, беҙҙең өсөн туҡтаны ла баһа… Әйтерһең, беҙ шундай дәрәжәле, мәртәбәле кешеләр. Анау мыйыҡлы, ҡып-ҡыҙыл йөҙлө, башҡортса бер һүҙ белмәгән урыҫ тормозға баҫты ла автобустың ишектәрен асты, камзуллы башҡорт әбейе менән малайканы шулай ҙурланы. Һай, афарин!

Автобус, сайҡала биреп, тигеҙ матур геүләп, ҡуҙғалып китте. Мине Мат­райымдан тағы ла алыҫлаштыра инде ул. Ошо уйымдан ҡапыл болоҡһоп китәм. Берҙән-бер яҡын кешемә — ҡартәсәйемә күтәрелеп ҡарайым, минең кисерештәремде аңлағандай, йылмая, арҡамдан һөйөп ала ул. Тынысланам һәм бынан ары тик юл мажараларында ғына бөтә булмышым. Ҡайҙа тау, ҡайҙа урман, ҡайҙа йылға, ҡайҙа ауыл — барыһын да иҫләп ҡалырға, хәтеремә һеңдерергә кәрәк миңә, ҡайтҡас бит әсәйемә лә, туғандарыма ла, урамдағы малайҙарға ла күргәндәремде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә тейешмен. Шунһыҙ ярамай. Теләһә ҡайһы сәйәхәттең төп мәғәнәһенең береһе — ҡайтҡас, юл сәхифәләрен һөйләп биреү. Сәйәхәтселәр элек, ҡитғалар гиҙеп ҡайтҡас, юҡҡа ғына ҡалын-ҡалын китаптар яҙмағандар бит.

«Семиколенка… Семиколенка…», — автобус эсендә ниндәйҙер йәнле ҡуҙғыуҙан, ҡолағыма эленеп ҡалған ошо һүҙҙән һиҫкәнеп киттем. Тимәк, бына ул минең дә йондоҙло минуттарым, Семиколенканы күрер мөҙҙәтем! Әле күрәшлекте белмәгән үткер күҙҙәремде асыбыраҡ (бәлки, киреһенсә, ҡыҫыбыраҡтыр, уныһын кем белә инде хәҙер) автобус ишеге быялаһы аша (тәүге барғанда урын эләкмәгәйне беҙгә) тәҙрә аша урман-тауҙарға бағам. Ысынлап та, пейзаж үҙгәргәйне. Быға тиклем юл буйынса урман аша, бейек ағастар ышығында килдек, бәләкәй яландар, һирәк ауылдар ғына осраны. Ә хәҙер алыҫҡа киткән тау теҙмәләрен күрҙем. Ослолары, ялпаҡтары, урманлыһы, ярым пеләштәре бар. Ҡарашымды юл ситенән аҫҡа төбәгәйнем — унда төпһөҙ упҡын! Ағастар араһынан уның төбөн байҡай алманым. Автобус бигерәк ситтән бара һымаҡ тойолдо. Ирекһеҙҙән ҡаршы яҡҡа боролоп ҡараным. Унда таш стена — диуар һыҙаты.

Автобус яйлай биреп һулға тартылды: «Беренсе бөгөл», — тине эргәләге ултырғыстан урын алған ағай. Янындағы ҡатын ултырғыстың тотонғосона сытырман йәбеште. «Барлығы ете тапҡыр бөгөл буласаҡ — Семиколенка!» — тине тантаналы тауыш менән ир. Ҡатынының ҡурҡыуынан кинәнес ала ине, шикелле, ул.

Мин дә шөрләй биреп ҡуйҙым. Бигерәк тәрән шул упҡын, автобус та тауға һырығып ҡына, ҡолап китеүҙән ҡурҡып ҡына бара төҫлө. Марат дуҫымдың: «Бөгөлдән үткәндә автобус ҡапыл борола, бер тәгәрмәсе упҡын өҫтөндә һауала эленеп ҡала бер мәлгә хатта», — тигәне иҫемә төштө. Быны мин һиҙмәнем, әлбиттә.

Күпмелер ваҡыт үткәс, автобус тигеҙҙән китте, пассажирҙар ҙа тағы ҡапыл йәнләнде. Тауҙан имен төшөп еттек — шуға ҡыуаналар ине. География фәне күҙлегенән ҡарағанда, беҙ, Урал тауҙарын артылып, Урал алды тигеҙлегенә сыҡтыҡ, Семиколенка иһә тау итәген уйып һалынған, ике тарафты бәйләп торған юлдың бормалы бер киҫәге генә.

Аҫта тәбиғәт бөтөнләй икенсе төҫлө. Түңәрәк һәм бейек тауҙар араһынан китте юл. Тауҙарҙың бер яғын урман ҡаплаған, ә көн бите яланғас — өрпәкәйле малай башы ишеләр. Урам буйлап шишмә ағып ятҡан ауыл аша үтәбеҙ. Бәләкәй Муйнаҡ ауылы. Йорттары ҡолас етмәҫ тирәктәр ышығында ултыра. Эй, күңеллелер инде был ауылда йәшәүе: ҡапҡанан сығаһың да, биҙрә менән һыуҙы һирпеп кенә алаһың, әллә ҡайҙа китәһе түгел — баҡсаға ҡой, һыйырға эсер, кер-иҙән йыу... Бындағы малайҙарҙың ҡайһылай әсәйҙәренә рәхәт, көйәнтәләп һыу ташымайҙар.

Матрайҙа был тиклем ҙур ағас урам буйында үҫһә, беҙ, малайҙар, уның башынан төшмәҫ инек. Ә йәйге эҫелә төбөндә күләгәлә ятырға була — хөрриәт! Э-э-эй, бигерәк ҡырыҫ, һыуһыҙ, ағасһыҙ тарафтарҙы төйәк ҡылған шул Матрай халҡы. Ни уйлағандарҙыр инде ауылға урын һайлағанда, белмәҫһең, йә Һаҡмар, йә ошолай тирәкле шишмә буйына ултырмағандар, йүләрҙәр. Их, тылсым менән уны ошондай һыулы-урманлы урынға күсерһәң ине. Бөтә өйҙәре, йәшәгән кешеләре менән. Күрше Һәҙиә әбейһеҙ, туғандай ҡатышып йәшәгән Рауза инәй менән Ғәлиәхмәт олатайһыҙ (Мараттың ата-әсәһе), ҡаршыла йәшәгән Ғизетдин олатайһыҙ (Алғошаев) һәм башҡа күрше-күләнһеҙ Матрай Матрай булмай инде ул.

Әҙәми заттың ҡот осҡос тундра шарттарында ла йәм табып йәшәп ятыуы һәм быны аңлатҡан үҙ сәбәптәре булыуын мин белмәй инем әле. Хәйер, ун туғыҙынсы быуаттың урталарында Юлдыбайҙан, ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, урман эсендәге Ишбулды ауылынан, яланға күсенеп Матрайға (тарихи исеме — Мөхәмәтрәхим) нигеҙ һалған Мөхәмәтрәхим Алғошаев та ҡаҡ даланы һайламаған төйәк итеп. Быҙаулыҡ һәм Олайыр йылғалары мул һыулы һәм ағаслы, һәр төрлө балыҡҡа бай булған, Һаҡмар һыртынан буй-буй булып Быҙаулыҡҡа тартылған үҙәктәрҙән таҙа һыулы шишмәләр аҡҡан, улар тирәләй сауҡалыҡтар үҫкән, тирә-яҡта мул үләнле көтөүлектәр йәйрәп ятҡан. Был муллыҡтың бер осмотон ғына күрергә насип булды беҙҙең быуынға — әле үҙ ыңғайына ағып ятҡан, яҙҙарын ярһып ташҡан, ҡойма ямғырҙар мәлендә ҡапыл күтәрелеп киткән Быҙаулыҡ һәм Олайыр йылғаларының тере сағын. Беләк буйы суртан балыҡтары ла бар ине әле.

Барыр юлыбыҙ йөҙ саҡрым сама, туҡталыштарҙы иҫәпкә алып, автобус өс сәғәткә яҡын юлда. Ә миңә юлдың осо ла, ҡыры ла юҡ һымаҡ, эй барабыҙ, эй барабыҙ, барып етә алмайбыҙ. Шул тиклем дә алыҫ булыр икән был Иҫәнғол. Тамам йонсоном, һыуһаным, ашағым килә, күңелем дә болғанып ҡуя. Бер урыҫ әбейе печенье һондо. Алырғамы-юҡмы, тигәндәй ҡартәсәйемә ҡарайым, ул рөхсәт иткәндәй, баш ҡаҡты.

Килеп еттек. Ни тиклем арыһам да, ҡарағат, ҡурай еләге, ҡыяр һәм тағы әллә нәмәләр һатып ултырған әбейҙәргә иғтибар итәм. Бындай сауҙа ла ят миңә, Матрайҙа улайтып урам буйында һатып ултырмайҙар.

 Иҫәнғолда Мәүлетдин ағайымдың өлкән ҡыҙы Раушания менән уйнаныҡ, бәләкәсерәк булһа ла Зөлфиә лә эйәреп йөрөнө. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр колбаса ашаным, компот эстем. Өйҙә генә ятһам, бәшмәк тә, колбаса ла, компот та тәмләп ҡарамаҫ инем ул йәшемдә, ҙурайғас ҡына тәтер ине ундай мөмкинлек. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәре шул булалыр.

Мәүлетдин ағай оҫта баҡсасы шул, ҡыяры тумарлап ята.

Оло Эйек йылғаһы Һаҡмарға ҡарағанда мул һыулыраҡ күренде миңә. Ағышы талғын, балсыҡлы ярҙары буйлап гел тирәк үҫкән. Йылға буйында унда ла, бында ла ҡармаҡлы жилка (ҡармаҡ бауы, капрон еп) талдарҙа аҫылынып тора, хатта ҡалҡыуыс бәйләнгәне лә осрай. Бындай сәйер хужаһыҙлыҡты күргәнем юҡ әле. Беҙгә ҡармаҡты Йәүҙәт дуҫымдың Ринат ағаһы Сибайҙан алып килеп күҙһеҙен (еп үткәреп бәйләп булмай торғанын) — өс тингә, сабаҡ балығына йөрөй торған күҙлеһен ун тингә һата. Магазинда ул булмай, нишләптер, ә бында аяҡ аҫтында аунап яталар. Сәйер… Моғайын, нефть эҙләүҙә эшләгән ҡасаба халҡы бай йәшәгәндер. Ана бит, Матрайҙа еҫе лә сыҡмаған колбаса ғына ашайҙар.

Иҫәнғол шулай башҡа ҡитға, икенсе төрлө кешеләр тормошо, муллыҡ төбәге булараҡ тәрән тәьҫораттар ҡалдырған. Ҡартәсәйем ҡарһүҙ оҫтаһы була торғайны, Иҫәнғол тарафтары тураһында ошондайыраҡ хикәйәт ҡылыр ине беҙ уны барып күрмәҫ элек.

Йәнәһе лә Иҫәнғолда шундай ҙур картуф үҫтерәләр, уны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алып китергә була (хәҙерге сәйәхәтселәр ананас-кокосты, бер суғым бананды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып йөрөйҙәр, тип һөйләр ине), әтәстәр унда уҫал икән — кешене баҫтырып йөрөп суҡыйҙар, яурынға осоп ҡунып талайҙар (үҙенә күрә экзотика). Уларға икмәк кенә ашаталар, ситлектә гел бикләп тоталар, баҡтиһәң. Эшкә яраплан (вертолет) менән генә йөрөйҙәр (Мәүлетдин ағайымдың һүҙенән сығып әйтеүелер быныһын) һәм башҡалар.

 

*  *  *

Өсөнсө синыфта уҡығанда дуҫ малайҙар менән Һаҡмар буйына походҡа барырға булдыҡ.

Ул заманда уҡыу йылын тамамлауҙы мотлаҡ рәүештә поход менән йомғаҡлап ҡуя торғайнылар. Башланғыс синыфтар ауыл тирәһендәге сауҡалыҡтарға сыға. Усаҡ яғып, тамаҡ бешереп, ашап-уйнап ҡайталар. Урта төркөм синыф уҡыусылары, Һаҡмар буйына барып, ҡуна ҡалалар. Өлкәндәр иһә хатта Шүлгән-Ташҡа тиклем китә, ике-өс көнгә һуҙыла уларҙың сәйәхәте.

Марат, Венер (улар бер синыфҡа алдан уҡыйҙар ине) һәм мин үҙ синыфтарыбыҙҙан айырылып, походҡа үҙ ыңғайыбыҙға барырға булдыҡ. Дүртенсене тамамлағас, улар Һаҡмарға төшөргә тейеш, ә миңә ауыл эргәһендәге йә Мөстәнғойо, йә Сатаһаҙ, йә Бесәйүҙәк тәтейәсәк.

Ҡасып походҡа сығыу уйы арабыҙҙан кемдең башына тәүләп килгәндер, әйтеүе ауыр. Алабарманыраҡ Марат уйлап сығарғандыр, бәлки. Интеллигент булмышлы, яҡшы уҡыған Венер нишләп ҡотҡоға бирелгәндер, әйтеп булмай. Уларҙың ғаиләһендә тәртип ныҡ булды. Оҙаҡлап урамда йөрөмәнеләр, ғаиләләге бөтә балалар ҙа гел яҡшы уҡыны, мотлаҡ йорт эштәрендә ҡатнаштылар, алыҫ тип тормай арба менән йылғанан һыу ташып, баҡса үҫтерҙеләр.

Ә мин — атайһыҙ малай — үҙ иркемә йөрөгән бесәй ишемен, ҡарарҙы үҙем ҡабул итәм.

Әҙерлек май айы урталарында башланды. Тамаҡ алыр өсөн берәр һумдан аҡса йыйырға булдыҡ. Нимәләр хәстәрләргә, ҡайҙа барырға һәм башҡа поход мәшәҡәттәре тураһында тәнәфестәрҙә осрашып һөйләшә инек. Өйөбөҙҙә противогаз сумкаһы була торғайны. Мин кәрәкле әйберҙәрҙе шуға төйнәргә булдым. Йәтешләп аҫып ҡараным. Нимә һалырға, күпме әйбер һыйҙырырға уйлағанмындыр инде ул бәләкәс кенә моҡсайға, әйтеүе ауыр. Ҡырҙа ҡалып йоҡларға түшәге лә, йылы кейеме лә, ашарға бешерергә һауыт-һабаһы ла кәрәк бит. Тормош күрмәгән бала уйым менән быларҙы уйлап еткермәгәнмен инде.

Тәүге ун тинде әсәйемдең янсығынан һиҙҙертмәй генә алдым. Шулай аҙлап хәмсергә булдым аҡсаны.

Тик беҙгә үҙаллы походҡа сығырға яҙманы. Билдәләнгән көн яҡынлашҡан һайын ниәтебеҙ һүрелә барҙы. Һәм бер көн ҡуна ҡалып Һаҡмар буйына сығыу тураһында бөтөнләй һөйләшмәй башланыҡ, оноттоҡ та ҡуйҙыҡ, әйтерһең, пландар ҡормағанбыҙ, һәр йәһәттән килешеп бөтмәгәнбеҙ.

Тимәк, беҙ ул йәштә үҙаллы сәйәхәт ҡылырға үҫеп етмәгән булғанбыҙ. Һәр нәмәнең үҙ мәле бит…

 

*  *  *

Шул йәйҙә, бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә етмеш икенсе йылда, пионер лагерында ял иттем. Егерме бер көн ял өсөн әсәйем һигеҙ һум түләне, шикелле.

«Башҡорт» совхозының балалар лагеры Һаҡмар буйында Аралбай ауылынан түбәндәге Фатима туғайында урынлашҡайны. Ике яҡтан да ҡая таштар ҡыҫымға алған тарлауыҡҡа төшкән юл бик текә, йәйәүләп атланыҡ тау түбәненә.

Лагерь таҡтанан эшләнгән биш бинанан ғибәрәт. Улар — хеҙмәткәрҙәр, ҡыҙҙар һәм малайҙар палаталары, ашхана, склад. Ер иҙән, ашхана — тәҙрәһеҙ, ҡабырғала уйымдар ғына ҡалдырылған. Таҡтанан эшләнгән оҙон өҫтәл артында ултырып ашайбыҙ. Көн һайын ҡымыҙ бирәләр, тик был шифалы эсемлектең ҡәҙерен белмәйбеҙ — эсмәй ҡалдырып китәбеҙ өҫтәлдә.

Ҡымыҙлыҡ — бейә бәйләгән урын — ошо уҡ туғайҙа Һаҡмар түбәнендә. Йылға буйлап күренеп ултыра. Беҙҙең лагерҙан өҫтәрәк, арғы ярҙа палатка ҡороп бер ғаилә ял итеп ятты. Ҡала кешеләре ҡымыҙҙың баһаһын белә ине. Көн һайын урыҫ ир кеше бидончик менән беҙҙең лагерь аша ҡымыҙға йөрөнө.

Ял итеүсе балаларҙың йәше төрлө. Ҙур малайҙар күберәк үҙ ыңғайҙарына йөрөнө. Әллә ҡайҙа, ҡая таш башына менеп, ҡурай еләге ашап ҡайталар, алыҫҡа балыҡҡа китәләр. Беҙ футбол типтек, пионервожатыйҙар үткәргән сараларҙа ҡатнаштыҡ, тау битләүендәге селек араһынан еләк ҡарап ашаныҡ, һыу төштөк. Һыу төшкән урында йылға эсендә ҙур-ҙур суйыр таштар аунашып ята ине. Уларҙан һыуға һикереүе уңай. Тотош лагерь менән Ҡыпсаҡ ауылына (рәсми исеме — Ҡәнзәфәр) походҡа барҙыҡ. Беҙ еңелсә атланыҡ, барлыҡ әйберҙәр, аҙыҡ-түлек атҡа тейәлде. Бер тапҡыр Матрайға мунсаға алып ҡайттылар. Һаҡмар һыуында йыуынып йөрөгәнгә, битем-ҡулым ярылып бөткәйне. Бындай ҡиәфәттә йөрөүемә иғтибар итеүсе лә булманы, шикелле. Бер малай, Рәмил, аяғын ҡайнар һыуҙа (бәлки, һөттәлер) бешерҙе, күтәрәм тип, өҫтөнә ауҙарып ебәрҙе. Бинтланған көйө лагерҙа ятты. Аҙыҡ-түлек ташыусының атына ултырып ауылға перевязкаға йөрөнө. Нишләп ҡайтарып ебәрмәгәндерҙер, билдәһеҙ.

Бергә лагерҙа булған малайҙарҙан аяғын бешергән, үҙемдән бер-ике йәшкә өлкән баяғы Рәмил, киләсәктә Баймаҡ интернат-мәктәбендә бергә уҡыясаҡ дуҫтарым Яҡуп ауылынан игеҙәктәр Хәлит менән Хәмит Исҡужиндар һәм пионервожатый Шәүрә апай ғына иҫтә ҡалған.

Егерме бер көнгә лагерға китеүем самаһыҙ оҙаҡҡа тыуған йорттан айырылыу булараҡ ҡабул ителгәйне, күрәһең. Сөнки ҡайһы бер әйберҙәремде, тейешенсә тәрбиәләп, ныҡлы һәм оҙайлы һаҡлауға һалып киттем. Оҙаҡ хыялланған һәм ни хикмәт менәндер һатып алған, яратып уйнаған тимер пистолетымды солидол менән майланым, сепрәккә төрҙөм һәм, өй ҡыйығына мендереп, ышаныслы урынға йыйып ҡуйҙым. Лагерҙан ҡайтҡас та, уйынсығымдың имен һаҡланыуына инаныу өсөн, өйгә лә инеп тормай, ҡыйыҡ башына уҡталдым. Бигерәк оҙаҡ өйҙә булманым, урламаһалар ярар ине, тип хафаландым. Урынында ятҡан пистолет! Ҡыуандым да, аптыраным да быға. Ҡыуандым — сөнки әйберем, ҡалдырып киткән мөлкәтем имен. Аптыраным — сөнки әйберҙе, мөлкәтте, оҙаҡҡа ҡалдырып китергә мөмкин икән дә баһа. Был үҙенә күрә асыш ине.

Егерме бер көн оҙаҡмы? Бала өсөн — сикһеҙ ваҡыт даръяһы ул. Сөнки бала саҡта көндөң осо ла, ҡырыйы ла юҡ, кеше ғүмере лә сикһеҙ һәм мәңгелек һымаҡ тойола.

 

Баймаҡ интернат-мәктәбендә

Тарих дәрестәрендә Мысыр пирамидаларын ентекле өйрәнәләр. Хәҙер кеше уларҙы барып та күрә, таштарын ҡапшап ҡарай. Шулай булмай һуң — экзотика, донъяның ете мөғжизәһенең береһе лә баһа!

Баймаҡ уртаһындағы ҡара тау-пирамида тураһында бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Нисек, ҡасан хасил булған ул? Һәр хәлдә интернетта мин мәғлүмәт тапманым. Баймаҡтарҙың ауыҙынан ғына ишеткәнем бар тау тураһында хикәйәтте. Алдан уҡ иҫкәртеп үтәм: уның бер ниндәй ҙә сере юҡ, тарихы ябай һәм бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел — баҡыр иретеү заводының ҡалдығы, шлак өйөмө генә ул. Халҡыбыҙ хужа булырға, үҙ мәнфәғәтенә файҙаланырға тейешле Ирәндек буйы хазинаһы — алтын-баҡыр ситкә осҡан, ә беҙгә ҡара «пирамида» ғына ҡалған. Тау булып ятҡан шлакты хәҙер Баймаҡ, Сибай ҡалалары юлдарына ҡышҡыһын һибәләр. Таймаһын өсөн. Коммуналь хеҙмәттәр уны Баймаҡ машиналар эшләү заводынан һатып ала.

Һатып ала! Фәҡәт ошо урында ғына Мысыр һәм Баймаҡ пирамидаларының оҡшашлығы төҫмөрләнә. Үткән быуындар тарафынан булдырылған, хәҙерге заманда үҙ тәғәйенләнешен юғалтҡан ҡоролма һәм сәнәғәт ҡалдығы бөгөн аҡса сығанағы булып тора. Тегендә туристарҙан аҡса алалар, бында — юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хеҙмәттәренән.

Ун ике йәшемә тиклем мин ғәжәйеп Баймаҡ «пирамида»һының барлығын белмәй ҙә инем. Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә етмеш өсөнсө йылда Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға барҙым. Август аҙағы көҙгөсә һалҡын, ел-дауыллы, болотло ине. Ҙур ҡара тауҙы тәүҙә автобус тәҙрәһенән күрҙем һәм был мөғжизә күҙҙәремә күренә икән тип уйланым. Идеаль ҡиәфәттәге ҙур һәм бейек конус — пирамида! Төҫө — ҡап-ҡара! Дөм ҡара! Ҡайҙан һәм нисек хасил булған ул Таналыҡ быуаһы буйында? Автобус эсендәге кешеләргә ҡараным — улар ҙа аптыраймы икән был күренешкә тип. Юҡ, бер кемдең дә иҫ-аҡылы китмәй. Әсәйем дә битараф. Был ни ғиллә, нишләп шундай мөғжизәгә иғтибар юҡ уларҙа?

Эйе, Баймаҡ тауына кеше тәүге күргәндә генә иғтибарын йүнәлтә, минең ише бала-саға ғәжәпкә ҡала. Уның ниҙән ғибәрәт икәнен белгәс тә ҡыҙыҡһыныу юғала. Шулай ҙа: «Ни рәүешле шлакты ул тиклем бейек итеп өйгәндәр, башына менеп буламы икән?» — тигән һорау һәр кемдең башынан үтәлер. «Менеп ҡарағанда ҡыҙыҡ булыр ине», — тип тә ҡуяларҙыр. Әҙәми заттың барыһын да тотоп, ҡапшап ҡарағыһы килә бит. Ана, Мысыр пирамидаларына ла менәләр, ә ғалимдар уларҙың төҙөлөү серҙәрен нисәмә быуат өйрәнә, тик һаман аныҡ ҡына бер фекергә килә алмай.

Ул заманда Баймаҡ ҙур ауылды хәтерләтте. Һирәкләп кенә ике ҡатлы йорттар күренә. Хәҙерге Тыныслыҡ урамының осонда яңылары һалына ине. Көнһылыу апайымдар (еҙнәйем — Булат Шәрипов) шунда иң ситтә йәшәне. Канализация юҡ, ҡала автобус маршруты ла ул яҡҡа йөрөмәй. Баймаҡ «пирамида»һын йәйәүләп быуа ситләтеп үтеп барғанда яҡыныраҡтан тағы бер тапҡыр ентекләберәк күҙҙән үткәрҙем.

«Пирамида»ның бер итәге Таналыҡ быуаһы һыуы аҫтына инеп юғала. Кире яғында ниндәйҙер бағаналар һерәйеп торғандай. Дөм ҡара йөҙөндә эҙҙәр һыҙатлана. Эҫе көндәрҙә малайҙарҙың һыу яғына ҡараған ҡара тау битләүендә ҡояшта ҡыҙынып ятҡандарын күрҙем аҙаҡ.

Ҡара «пирамида» — Баймаҡтың төп иҫтәлекле урыны! Әгәр уны ташып юлдарға һибеп бөтһәләр, был бәләкәй генә ҡаланың иҫтә һеңеп ҡалған үҙенсәлеге юғалыр, моғайын.

Үҙ ғүмеремдә күргән тәүге ҡалам Баймаҡ булды. Һәм ул минең хәтеремдә иң элек «пирамида»һы менән уйылып ҡалды. Шулай уҡ интернат-мәктәп ҡаршыһында таш башына «ҡунаҡлаған», бөтә яғы ла ҙур тәҙрәләрҙән ғибәрәт кафе («стекляшка» тиҙәр ине ундай тәғәмханаларҙы элек), ун биш тингә алып ашаған телеңде йоторлоҡ итле бөйөрөктәр, машиналар эшләү заводы тапҡырында урамда күкшел төҫтәге махсус ағас ҡумталарҙан һатылған ун ике тинлек туңдырмалар был ҡалаға бәйле бала саҡ тәьҫораттарым булды.

Шуны ла өҫтәргә кәрәк: ун биш, ун ике тинлек тәмлекәстәрҙе алып ашарлыҡ тиндәр кеҫәмдә бик һирәк сыңлар ине. Бигерәк мохтаж йәшәнек беҙ. Интернат-мәктәпкә килеп юлығыуыма ла шул мохтажлыҡ сәбәпсе булды. Хәйер, быға мин бер тапҡыр ҙа үкенмәнем, киреһенсә, ошо мәктәптә уҡырға насип иткән яҙмышыма ғүмерем буйы рәхмәтле ҡалдым.

 

*  *  *

Баймаҡ интернат-мәктәбенең айырым пионер лагеры була торғайны. Балаларҙың йәйге ял урыны Совет власы осоронда шулай аталды. Беҙҙең лагерға тағы ла «хеҙмәт» һүҙе лә өҫтәлгәйне. Сөнки унда уҡыусы балалар ял ғына итмәне, эшләне лә: картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр үҫтерҙе.

Лагерь Һаҡмар йылғаһы буйында Комсомол (хәҙер Баймаҡ районындағы Сәйғәфәр исеме менән йөрөгән ауыл) ауылынан өҫтәрәк урынлашҡайны. Ике яҡтан Һаҡмар бөгөлө һәм уның аръяғындағы тирәктәр, башҡа тарафтарҙан тал-муйыл шырлығы ҡамап алған ҙур аҡланға тар ғына арауыҡтан, бейек йылға яры буйлатып юл һалынған. Арғы остан шырлыҡ аша картуф, кәбеҫтә баҡсаһына үтеп йөрөрлөк ҡапҡа уйылған.

Юлдан ситтә ятҡан, ят кеше аяғы һирәк баҫҡан, мал-тыуар үтә алмаған ошо «утрауҙа» йәй буйы күңелле тормош ҡайнаны. Көн иртәнге физзарядканан башланып китә лә, лагерь биләмәһе, төштән һуң «тыныс сәғәт» мәлендә генә һилләнеп алғас, киске линейкаға тиклем тағы шау-гөр килеп тора. Футбол, волейбол, шашка-шахмат уйнайбыҙ, һыу инәбеҙ, вожатыйҙар төрлө конкурстар, уйындар үткәрә, кискеһен кинофильм ҡарайбыҙ һәм, әлбиттә, баҡса һәм ҡыр эштәренә йөрөйбөҙ. Буш ваҡытыбыҙ ҡалмай тиерлек.

Ситтәрәк мунса тора ине. Сылбырға теҙелеп күнәкләп һыу ташыйбыҙ ҙа, яғып ебәрәбеҙ, йыуынып-сабынғас, йылғаға сумабыҙ. Рәхәт, күңелле.

Бишенсе-һигеҙенсе синыфты тамамлаған уҡыусылар, сменалап, бер-береһен алыштырып, йәй буйы ятты лагерҙа.

Лагерь тураһында мәктәп-интернатҡа уҡырға барғас та бик күп ишеттек. Әйтерең бармы: унда тәбиғәт, унда Һаҡмар, унда балыҡ, унда муйыл-еләк, ғөмүмән, төрлө мажараларға бай иҫ китмәле лагерь тормошо. Шуға теләп, ашҡынып көтөп алдыҡ серле лагерҙа тәүге ял итер мәлебеҙе. Башҡа йылдарҙа ла теләп йөрөнөк.

Етенсе синыфты тамамлаған йылда, йәйге лагерҙан ауылға йәйәүләп ҡайтырға булдыҡ. Мин, Яҡуптан Хәлим менән Хәмит һабаҡташтарым, Ҡамышүҙәктән бер синыфҡа түбән уҡыған Әхәт Такалов. Ул заманда Матрайға Баймаҡ аша берҙән-бер «Сибай—Һамар» автобусы йөрөнө. Ул Хәйбулла районы Һамар ауылынан иртәнсәк сығып, төшкә Сибайға барып етә, төштән һуң дүрттәр тирәһендә кирегә ҡуҙғала. Баймаҡтан киске биштә үтә. Беҙ кискә тиклем автобусты көтөп тормаҫҡа булдыҡ. Юлдыбай аша Йылайырға үткән автобусҡа ултырҙыҡ та, Баймаҡ менән Йылайыр районы сигендә төшөп ҡалдыҡ. Аръяғына йәйге осорҙа Сибайға йөрөгән машиналар юлынан Матрайға тиклем туранан йәйәү атламаҡсыбыҙ. Ара егерме биш саҡрым тирәһе булыр.

Һәр кемебеҙҙең ҡулында сумаҙан. Ул заманда юлға йөрөтә торған башҡа төр төйөнсөк булманы. Әлбиттә, беҙ юлдан яҙлыҡтыҡ. Күпме барғанбыҙҙыр, бер ауыл осона килеп сыҡтыҡ (Воскресенка ауылы). Уны ситләп үтеп бара инек, алыҫтараҡ, ферма тапҡырында, бер төркөм малайҙар күренде. Улар тәүҙә беҙгә иғтибар бирмәне. Бәләкәй генә йылғаны сыҡтыҡ та иген баҫыуы аша тартылған юлдан түңгә* артыла башлағайныҡ, теге малайҙар беҙҙе шәйләп ҡалды һәм ҡыуа төштөләр. Беҙ иген баҫыуы буйлап ҡастыҡ. Әхмәттең сумаҙанының тотҡаһы өҙөлөп китте. Күмәкләп уға ярҙамлашабыҙ. Ашарға түгел хатта эсергә һыуыбыҙ ҙа юҡ. Хәлдән тайып саҡ барғанда, сумаҙан өҫтөрәтеп ҡасырға ҡайҙан көс табылғандыр. Ҡыуғынсылар етә алманы. Күрәһең, шәп йүгергәнбеҙ. Бигерәк күмәктәр ине шул — ҡасырға тура килде. 

Элек ауылда сит малай күренһә, уға мотлаҡ бәйләнеү, хатта туҡмау ғәҙәте булды. Яңғыҙ үҙең ят ерҙә йөрөмәүең хәйерле ине. Һәр замандың, һәр төбәктең үҙ ғәҙәте тигәндәй, юл йөрөгәндә быны хәҙер ҙә иҫәпкә алыу мөһим.

Кисләтеп Яманһаҙға саҡ барып ауҙыҡ. Унда Хәлит менән Хәмиттең туғандары йәшәй ине. Ҡыҙҙары Файза апай (беҙҙән дүрт-биш йәшкә өлкәнерәк) Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыны. Арыған, асыҡҡан юлаусы балаларҙы ҡунаҡсыл йортта ихлас һыйланылар. Тамаҡҡа асмәйелдәй йомолдоҡ. Ул сәйҙең тәме һаман ауыҙҙа һымаҡ.

Артабан Быҙаулыҡ буйлап Матрайға бик тиҙ ҡайтып еттек. Тыуған йортомда минең сәйәхәтем тамамланды, ә дуҫтарым туғандарында йоҡлап, иртәгеһен генә үҙ ауылдарына ҡайттылар.

Был сәйәхәткә беҙ бөтөнләй әҙерлекһеҙ сыҡтыҡ. Малайҙарса алабарманлыҡ ҡылдыҡ. Юлаусыға янсыҡ та йөк, тигән халыҡ мәҡәлен һанламағанбыҙ — сумаҙандар күтәреп егерме биш саҡрым үтергә йөрьәт иткәнбеҙ. Ашау-эсеү мохтажлығы кешегә хас икәнен белә күреп тә, юлға ҡабымлыҡ ризыҡ, һыу алмағанбыҙ. Әлдә ҡазаға юлыҡмағанбыҙ. Воскресенка ауылының урыҫ малайҙары ҡыуып етһә, ни хәлгә ҡалыр инек. Малайҙар тубы бүре өйөрөнән күпкә айырылмай. Берәүһенә башлау ғына көс, өйөрҙәре менән ташланырҙар, ә сит ҡәүемдән булыуыбыҙ тик өҫтәмә ҡуҙғытҡыс ҡына булыр ине.

Бала саҡтан ситтә уҡығас, миңә Матрайға ҡайтҡанда йыш йәйәүләргә тура килде. Элек бит автобустар һирәк йөрөнө, осраҡлы ылауға ла ышаныс булманы. Буранда ла, төндә лә тәпәйләнем Юлдыбай — Яманһаҙ — Матрай араларын.

Тормошомдоң мәктәп осорон тамамлап, ауылға һуңғы ҡайтыуым да аяҡтарға көс төшөрҙө. Сығарылыш кисәһен үткәреп, ҡояшты ҡаршыланыҡ та, интернатыбыҙ — пар ҡанатыбыҙ менән хушлашып, һәр кемебеҙ тыуған төйәгенә юл алды. Балалыҡ менән хушлашыу, дуҫтар менән айырылышыу йөрәкте өҙһә лә, алдағы ымһындырғыс билдәһеҙлек — үҙаллы тормош юлына баҫыу — күңелде елкендерә, дәрт өҫтәй, башты юғары тоторға көс бирә. Синыфташтарым, Һолтантимер ауылы ҡыҙҙары, Мәймүнә Бүләкова, Зилә Ишкилдина менән Юлдыбайҙа «Урал» машинаһына ултырҙыҡ. Ҡыҙҙар артабан китте, ә мин Яманһаҙҙа төшөп ҡалдым. Ямғыр яуғайны, кискә тартҡан көн еләҫ, һауа саф. Алты саҡрым араны ашҡынып, елкенеп үттем. Йоҡоһоҙ төн дә, ҡулымдағы төйөнсөгөм дә иркен баҫып, дәртле аҙымдар менән алға, яңы тормошҡа ҡаршы атларға мәшәҡәтләмәне. Ошо юлды икенсе, башҡа төрлө тормошҡа күсеүемә илткән һуңғы ара, барьер тип ҡабул иттем. Матрайыма барып етһәм, мөғжизәгә юлығасаҡмын, ошоғаса бикле торған ҡапҡаны асып, бүтән донъяға күсәсәкмен! Йәшлектә генә була торған оптимизм, ғәҙеллеккә һәм донъяның изгелегенә инаныу дәтләндерә ине күңелемде.

Был араны йәшлегемдә лә, арыраҡ киткәс тә күп тапҡырҙар йәйәүләйәсәкмен әле. Әҙәм яҙмышы, ай-һай, тура тартҡан юл түгел шул. Уны үҙ яйыңа ғына тап килтереп яҙып булмай.

 

*  *  *

Баймаҡ интернат-мәктәбе лагерында һуңғы тапҡыр ял иткәндә — бер мең туғыҙ йөҙ етмеш етенсе йылдың йәйендә — һал эшләп Юлдыбайға тиклем Һаҡмар буйлап йөҙөп ҡайтырға хыялландым. Эйе, хыял ғына ине ул. Сөнки уны тормошҡа ашырыу мөмкинлегем сикле икәнен белеп торам. Шулай ҙа тәүәккәлләп ҡараным.

Лагерҙан өҫтә, кәбеҫтә-картуф үҫкән баҫыу буйы урыны менән ҡойма менән кәртәләп алынған. Әрәмәлектә үҫкән ерек, уҫаҡ ағастарынан ҡуйылған бағаналар оҙаҡҡа сыҙамай, тиҙ серей. Уларҙы йыл аша тигәндәй алмаштырабыҙ. Ҡайһылары утынға китә, ҡул теймәгәндәре шунда ятып ҡала — метр ярым оҙонлоҡ ҡоро бүрәнәләр. Шул бүрәнәләрҙе Һаҡмар шаршыһына һөйрәп төшөрҙөм дә тимерсыбыҡтар менән бер-береһенә бәйләнем. Шыйтыҡ килеп сыҡты һалым: бушаҡ бәйләнгән бүрәнәләр уйнаҡлай, уларҙың өҫтөндә баҫып тороу мөмкин түгел. Бүрәнәләрҙе бер-береһенә ныҡлы беркетергә кәрәк ине. Иртәгәһенә һал ҡороу урынына таҡта ташыным. Өсөнсө көн шул таҡталарҙы бүрәнәләр өҫтөнә йәйеп һалдым да ҡаҙау менән ҡатып сыҡтым. Эш кәрәк-яраҡтарына беҙ, малайҙар, хужа булғас, балтаны һәм ҡаҙауҙарҙы ҡулға төшөрөү бер ни торманы. Ә эште төштән һуңғы «тыныс сәғәт» мәлендә атҡарҙым, бер кемгә лә белгертмәнем. Йөҙөү сараһын ҡороу серем ине.

Һал әҙер булды. Тәрән урынға төшөрөп өҫтөнә менеп баҫҡайным, тота. Оҙон һуйыл ҡырҡып алдым да, шуның менән этенеп, йөҙөп киттем. Йәй буйы Һаҡмар буйында йөрөһәк тә, уның бәләкәй бер нисә өлөшөн генә күрәбеҙ, урман менән даланы, ҡаялы тау менән йомро убалыҡтарҙы айырып торған башҡорт йылғаһы ошо икән тип уйлайбыҙ. Тирәктәр, улар араһындағы әрәмәлек менән ике яры ла ҡапланған тымыҡ ятыуҙарҙа ҡурҡыу белмәгән ажау балыҡтар йөҙөп йөрөй, имеш. Их, ҡайҙа ҡармаҡ-ҡыуалым? Ҡолас буйы берәр ялтыр балыҡты һөйрәп сығарһам, малайҙарҙың иҫ-аҡылы китер ине. Тәбиғәт үҙенең серҙәрен сисә һалып бармай шулай. Көтөлмәгән асыштарға уйламағанда юлығаһың. Һыуһыҙ сүллектә китеп барғанда оазисҡа барып сыҡҡан кеүек.

Матрайҙың беҙ йәшәгән үрге осонан, Яманһаҙ яғынан ингән яҡтан, алыҫ түгел Ереклек тип атап йөрөтөлгән сауҡалыҡ бар. Орайғошо шишмәһенең тарлауыҡҡа сыҡҡан урынында үҫкән ерек-ҡайындарҙан, тал-әрәмәлектән тора ул. Сама менән йөҙ метр ғына арауыҡҡа һуҙыла. Дала уратып алған йырынға сумған шул бәләкәй генә урындың да айырым үҙ донъяһы, үҙ серҙәре була торғайны. Хәҙер ҙә барҙыр улар. Сауҡалыҡ тере, дала ипкене тәнде яндырып барғанда ла уның ҡуйыны элеккесә еләҫ һәм һалҡынса. Сылтырап шишмәһе лә ағып ятҡас, үҙе бер хөрриәт урын.

Бер мәл, үҫмер сағымда, Ереклеккә йүгереп кенә барып килеүҙе ғәҙәт итеп алдым. Яңғыҙым ғына йөрөйөм. Сөнки тәбиғәт менән серләшкәндә шаһиттар кәрәкмәй. Бер-ике урында ҡуҙғалаҡ ашайым, еләк өҙәм дә, Орайғошо йырған тәрән үҙәндең ярына боттарымды һәлендереп ултырам. Ҡасандыр саҡ ҡына үрҙәрәк быуа бар ине. Ул ҡоролманан бетон улаҡ һәм ер өйөмө генә ятып ҡалған. Беләм, шым ғына биш-ун минут ултырһам, йә шул бетон аҫтынан аҡ түшле һоро йәтсә күренәсәк, йә, киреһенсә, үҙ ояһына юлланғанда бәләкәс кенә был йылғыр йыртҡысты абайлап ҡаласаҡмын. Әһә, ана, күренде — үҙенең ярты буйына торошло сысҡанды һөйрәп китеп бара. Именлектә икән танышым.

Хәҙер икенсе дуҫымдың хәлен белешергә сират. Ул — йомран. Ултырған урынымдан һул яҡтараҡ селекле битләүҙә өңө бар. Саҡ ҡына сабыр итһәм, килеп сығасаҡ. Эйе, башы күренде. Бер килке тирә-йүнде күҙәтте лә шул килеш, тотошлай яҡты көнгә сыҡты. Ике артҡы аяғына баҫып, тағы берауыҡ әйләнә-тирәһен байҡап торҙо. Шунан тынысланды, үҙенең көндәлек эшенә тотондо — башаҡлы үләндәрҙе йығырға кереште. Киптереп, аҙаҡтан ояһына ташып ҡуясаҡ.

Бәләкәй генә сауҡалыҡ шундай серҙәрен һаҡлай ине ошо юлдарҙы яҙған мәлдән дүрт тиҫтә йыл элек. Хәҙер нисектер, белмәйем.

Шулай һалда Һаҡмарҙың һәр бөгөлөн үтеп, кеше күҙенән йәшенеп ятҡан тейелмәгән урындарын күреп, лагерға килеп еттем. Һалымды үҙебеҙ һыу төшкән ятыуҙан саҡ ҡына өҫтәрәк яр ҡултығында ағасҡа бәйләп ҡуйҙым. Эйе, хыялымды ысын итергә бәләкәй генә аҙым эшләнем — һал ҡорҙом, йөҙөп ҡараным. Ошо тәүге уңыш эйфорияһы башымды әйләндерҙе. Үҙемде хәтәр сәйәхәтсе сүрәтендә күрҙем. Һыуҙа йөҙөп сәйәхәт ҡылған кешеләр башҡаларға үҙҙәре тураһында мәғлүмәтте нисек ебәрә? Киноларҙа күргән бар — яҙыу яҙып шешәгә һала ла, шешәне, һыу инмәҫлек итеп тығын менән көпләп, ағыҙып ебәрә.

Һаҡмар — Урал йылғаһына, Урал Каспий диңгеҙенә ҡоя. Каспий иһә Кавказ, Иран, Урта Азия, Ҡаҙағстан ярҙарын йыуа. Әгәр шешә бер тотҡарлыҡһыҙ ағып китһә, әллә ҡайһы тарафтарға барып сығасаҡ, уйламаған кешеләр ҡулына эләгәсәк. Аҙаҡтан мауыҡтырғыс хат алышыуҙар, хатта ки осрашыу ҙа сығыуы ихтимал. Ниндәй ымһындырғыс романтик мажара!

Хатҡа үҙем тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт, адресымды яҙҙым. Һалымды бәйләп ҡуйған ҡултыҡ тапҡырынан Һаҡмарға йөҙҙөрөп ебәргән шешәм алыҫ китеп өлгөрмәне. Иртәгеһенә уны синыфташ ҡыҙҙар һыу төшкәндә табып алған. Хатымды уҡып, минән бер килке көлөп, шаяртып йөрөнөләр. Ни хәл итәһең, түҙҙем, шешәне лагерҙан түбәнерәк урында йөҙҙөрөп ебәрергә башың эшләмәгәс ни. Каспий буйы халҡы түгел, күрше ауылдан берәйһе тотоп алып хат яҙһа, ҡыҙығыраҡ булыр ине. Яҙмыш ташлаған осраҡлы дуҫ табыр инем, бәлки.

Лагерь менән хушлашырға өс-дүрт көн генә ҡалғайны. Хыялымды тормошҡа ашырып булмаясағына тамам инандым. Һалым бигерәк бәләкәй, тотоуын тота һыу өҫтөндә, тик бата биреп йөҙә. Ялан аяҡ торам, ултырырға ла, әйбер һалырға ла мөмкинселек юҡ. Ҡалған көндәрҙә һалда Һаҡмар түбәненә лә, үренә лә (баһырау менән этенеп) йөҙөп кинәндем. Серемде башҡаларға ла астым — иптәш малайҙар һалымда алмашлап йөҙөп ҡараны. Ҡайтыр көндә һалды беҙгә алмашҡа үҙ сменаһына лагерға килгән Нияз (Намазов) яҡташыма тапшырып киттем.

 

*  *  *

Беҙ уҡыған дәүерҙә, бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә етмеш өсөнсө — етмеш туғыҙынсы йылдарҙа, Баймаҡ интернат-мәктәбендә йыл һайын май аҙаҡтарында туристик слет үтә ине. Мәктәп тотошлайы көнө буйына ҡырға күсеп сыға. Слет урыны Сменовск ауылына табан йүнәлештә биш-алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан тауҙың сауҡалыҡлы уйпат урынында, гүзәл тәбиғәт ҡосағында булды. Дүрт йөҙҙән ашыу бала уҡыған мәктәп коллективы, синыф-синыф тупланып, ярға һуғып ятҡан диңгеҙ тулҡыны шикелле, киң яландан тауға ҡарай ағыла. Сағыу май көнө, уҡыуҙарҙың тамамланыуға барыуы, алда торған ашҡынып көткән каникул — эй, рәхәтлеген бала саҡ яҙының!

Сәғәт ундарға тәғәйен урынға барып етәбеҙ. Слет майҙаны ярыштар, уйындар үткәреү, туҡланыу, ял итеү өсөн алдан әҙерләп ҡуйылған. Физкультура уҡытыусыһы Рафаэль Әхмәт улы Сырлыбаев етәкселегендә ир-егет уҡытыусылар, күрәһең, ҡуна ҡалып әҙерләй ине уны. Һәр синыфтың усаҡ яғып аш бешереү, тупланыу, әйберҙәрен тотоу өсөн айырым үҙ урыны билдәләнгән, табличка ҡағып сығылған. Алдан килеүселәр мәктәптең йөк машинаһынан үҙ синыфы өсөн аҙыҡ-түлек алып тора, малайҙар флягалап һыу өҫтөрәй — бала сағыбыҙҙың йыл буйы көтөп алған иң бәхетле көндәренең береһе киң ҡоласын йәйеп ҡаршылай беҙҙе.

Слеттың төп саралары: туристик маршрут буйынса бәйге, спорт ориентиры ярышы, тәүге медицина ярҙамы һәм гигиена тотоу ҡағиҙәһе буйынса конкурс­тар. Һәр команда бер төрлө форма кейә, эмблема эшләй, речевка әҙерләй. Уларҙың барыһы өсөн дә айырым балл ҡуйыла. Ҡыҙҙар хәҙерге бейсболкаларға оҡшашыраҡ башлыҡ тегә (интернат ҡыҙҙары тегенсе профессияһы алып сыға ине ул саҡта), Мәхмүтйән (яҡын дуҫым, Йомаш егете Мөхәмәтйәров) башҡалар тиңләшмәҫлек шәп эмблема эшләй ине. Аш-һыу өсөн яуаплы ҡыҙҙар усаҡ тирәһендә өтәләнә.

Ярышып, яулаған урындар өсөн бүләктәр алып, көн әйләнәһенә ике-өс тапҡыр ашап, усаҡ урынын рәткә килтереп, ҡый-ҡыпырҙы йыйып, төштән һуң өс-дүрттәрҙә кире ҡайтырға сығабыҙ.

*  *  *

Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡығанда, ҡыш булһынмы, йәйме, ял һайын тиерлек бер-ике класташ малайҙы эйәртеп, ҡырға сығып китә торғайным. Төшкә тиклем ер-һыу гиҙеп ҡайтабыҙ. Ә иң тәүге тапҡыр тауға алтынсы синыфта уҡығанда Йондоҙ апайҙың кәбеҫтәһен ашарға сыҡтыҡ.

Ял көндәре интернатта ике-өс дежур тәрбиәсе генә ҡала, бер ниндәй ҙә саралар үткәрелмәй, балалар үҙ ҡарамағына бирелгән. Бер яҡтан ҡараһаң — хөрриәт, ә икенсе яҡтан эс бошорғос күңелһеҙ. Бер нисә йәш тәрбиәсе һәм уҡытыусы, шулар иҫәбендә Йондоҙ апай ҙа, изолятор тип йөрөтөлгән айырым торған медпункт бинаһының икенсе башында ятаҡта йәшәй ине. Беҙ шунда барып тәрбиәсе апайыбыҙҙы сығарып алабыҙ ҙа, төрлө уйындар уйнайбыҙ. Шуҡ игеҙәктәр Хәлит менән Хәмит алдан йөрөнө был эштә. Был юлы апайыбыҙ: «Минең ҙу-ур кәбеҫтәм бар, шуны алайыҡ та тауға сығайыҡ», — тине. Беҙ шатланып риза булдыҡ.

Яулыҡҡа төрөлгән кәбеҫтәне икешәрләп тотоп, Аҫылдан алып Ҡуянтау юлына тиклем һуҙылған тау теҙмәһе аша ятҡан өс саҡрым алыҫлыҡтағы Подгорный тип аталған геологтар ҡасабаһы тапҡырына барҙыҡ. Тау битләүендә йүгереп уйнап булмай, ултырып кәбеҫтә ашап кире ҡайтып китеү ҙә килешмәй. Мәғәнәһеҙ йөрөү генә булыр ине. Йондоҙ апайыбыҙ, әлбиттә, был сәйәхәтебеҙгә тәрән мәғәнә һалыу сараһын тапты: «Әйҙәгеҙ, ошонда, тау битенә, таштарҙы теҙеп ҙур итеп яҙыу яҙабыҙ», — тине. Беҙгә шул ғына кәрәк — йүгереп эшкә тотондоҡ. Күҙ күремендә ятҡан, көсөбөҙ еткән барлыҡ таштарҙы йыйып теҙеп һалдыҡ, «Миру — мир!» тигән яҙыу хасил булды беҙҙең хеҙмәттән.

Эшләп ашаған аш бигерәк тәмле, һутлы кәбеҫтә иң татлы ризыҡ ине ул мәлдә.

Яҙыуыбыҙ ике йыл тирәһе ятты. 1976 йылдың яҙы булды шикелле, ятағыбыҙ тәҙрәһенән тау итәгендә ниндәйҙер сәйер эш-хәрәкәт башланыуын күрҙек — аҙна-ун көн эсендә ул ғәжәп канауҙар менән һыҙмаҡланды. Улар физик картала тауҙарҙың рельефын сағылдырған изолиниялар кеүек, киртләс-киртләс булып, тауҙың битләүе бөгөлөштәрен асыҡ сағылдырып ята. Төрлө фараздар ҡорҙоҡ та ялда барып ҡараныҡ. Баҡһаң, тау битен һөрөп, ағас ултыртҡандар икән. Бер ҡарыш сама ғына ҡарағай үҫентеләрен. Аҙаҡтан ағас сәскән урынды буйынан буйына кәртәләп алдылар.

Хәҙер Баймаҡты көнбайыштан ҡаймалап ятҡан тау ҡасандыр яп-яланғас булған тип кем уйлар. Беҙ уның ҡаҡ битләсле сағын күрҙек.

*  *  *

Турпоходтар — мәктәптә уҡыу программаһының мотлаҡ бер пункты булды. Бишенсе синыфтан һуң бер көнлөк кенә поход рөхсәт ителде. Беҙҙең бишенсе «б» синыфы Баймаҡтың телевышкаһына күтәрелде.

Көн иртәнән үк томһораланып торҙо. Интернаттың «ГАЗ» машинаһына тейәлеп, Кәкреауыл (Баймаҡтың Ирәндек тауына һуғып ятҡан биҫтәһе) аша үтеп, Ирәндек итәгенә барып төштөк. Етәксебеҙ берәү генә — яратҡан тәрбиәсебеҙ Йондоҙ Абуталип ҡыҙы Иҫәнова.

Йөктө бүлешеп алып тауға үрмәләп киттек. Текә икән Ирәндек. Телевышкаға еттек. Аҫтан ҡарағанда ул тауҙың иң осонда ултыра, аръяғында ҡая таштар, кире яҡҡа ауышҡан тау итәге, тип уйлайһың. Менеп еткәйнек, баҡтиһәң, өҫтә тип-тигеҙ үк булмаһа ла, ҡәҙимге йәйпәк иркен ер. Үҙәктәре, сауҡалыҡтары, суҡайып ятҡан суйыр таштары матур ландшафт хасил иткән. Баймаҡ үҙе дингеҙ кимәленән биш йөҙ метр бейеклектә ятһа, телевышка туғыҙ йөҙ метр тирәһендә. Асылда Баймаҡ халҡы тау башында йәшәй, әгәр өй һалып алһаң, Ирәндек өҫтөндә лә гөрләтеп тормош көтөргә булыр ине. Былайтып теманан тайпылыу барлыҡ үлсәмдәрҙең дә шартлы булыуын аңғартыр өсөн әйтелде.

Ғөмүмән, Ирәндек башынан беҙ үҙебеҙ түгел, хатта тубыбыҙ ҙа кире яҡҡа тәгәрләп төшөп китмәне, рәхәтләнеп футбол типтек, ял иттек. Тик ныҡ ирәйеп китергә ямғыр ҡамасауланы. Ул, беҙ тауға күтәрелеп, телевышканың тарбаҡланып баҫҡан ҡеүәтле терәк-тояҡтарына, тау ҡуйынына һеңдереп ҡойолған бетон нигеҙҙәргә уларҙы бороп беркеткән гайкаларҙың иҫ киткес үлсәменә, билдәле тәртиптә арҡыс-торҡос тартылып болоттарға үрмәләгән ян-яғындағы тимер һайғауҙарына һәм ошо бәһлеүәндең янында юғалып ҡалған аппарат йортоноң бахырлығына хайран ҡалып торған арала башланып китте. Ипләп кенә быҫҡаҡлап торҙо байтаҡ, артыҡ шөбһәләмәне. Һәр хәлдә ауыл балаларын ҡурҡытырлыҡ түгел ине.

Усаҡ яғып ебәрҙек, ҡыҙҙар аш-һыуға тотондо. Беҙ туп тибәбеҙ, Йондоҙ апайыбыҙ беҙҙән дә уҙҙыра. Күптәр бөршәйеп ағас төптәрендә ышыҡ эҙләгәндә лә Вәхит (Әбсәләмов, Юлдыбай ауылынан) менән икәүһе зыу килеп йүгереп йөрөнө.

Баймаҡ телевышкаһы район етәкселеге инициативаһы менән предприятиялар һәм хужалыҡтар иҫәбенә төҙөлә. Бейеклеге 80 метр сама, дөйөм ауырлығы биш йөҙ тонна була. Баймаҡ һәм уға күрше райондарҙа «зәңгәр» экрандар 1967 йылдың 7 ноябрендә Бөйөк Октябрҙың илле йыллығын байрам итеү айҡанлы тоҡана. Сигналды ул Магнитогорск ҡалаһынан ала һәм артабан тарата. Билдәле, тәүге телевизорҙар ауылдарҙа ла шул йылдарҙа ғына күренә башлай. Антеннаны ул саҡта мөмкин тиклем бейеккә күтәрергә тырыша торғайнылар. Егерме метрға тиклем күтәреүселәр булды, хатта был юҫыҡта ярышалар ҙа ине, шикелле.

Бер мең дә туғыҙ йөҙ һикһән дүртенсе йылда Баймаҡҡа 250 метр бейеклектәге заманса радио-реле линияһы мачтаһы ултыртыла, иҫке вышканы торараҡ һүтеп алалар.

Турпоходҡа килгәндә, интернат-мәктәптә уҡығанда тағы өс тапҡыр походҡа барҙыҡ — Ишбирҙе, Мерәҫ һәм Икенсе Этҡол ауылдарына. Һигеҙенсе һәм унынсы синыфтарҙа, экзамен булыу сәбәпле, ҡырға сығыу ғәҙәте юҡ ине.

 

(Дауамы бар)

 

* Түң — диал. Түмәләс.

Фото: интернеттан алынды

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: