Все новости
Проза
14 Июня , 18:01

Донъя – ҡуласа. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА

–Әссәләмәғәләйкүм, хужалар өйҙәме икән? – тигән тауышҡа төпкө бүлмәлә ултырған Фатима инәй терт итеп ҡалды.–Әстәғәфирулла кем булыр икән? Тауышы ҡалай шөҡәтһеҙ, әммә таныш. Әбейҙең хатта йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.  –Кем Сәғит улым, үҙеңә ҙур ғына йомош менән килгәйнем, – тип кеҫәһенән бер ярты килтереп сығрҙы.  –Ә-ә, юҡ, юҡ бабай, хәҙер үк алып ҡуйығыҙ ул нәмәгеҙҙе. Әйҙәгеҙ, ни йомош менән килгәйнегеҙ, һөйләп ебәрегеҙ.   –Ейәнем йорт һалырға йыйына. Арыу ғына ерҙән диләнке  бүлеп бирмәҫһеңме икән, тигәйнем.

Донъя – ҡуласа. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА
Донъя – ҡуласа. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА

Әһә, бына кем килгән икән. Сәйфи түрә үҙе бит. Ҙур ҡасабаның икеһе ике осонда йәшәгәс, уның барлығы, юҡлығы хаҡында ла белмәй ине. Хәйер, белергә теләге лә булманы.   Әллә күпме ваҡыт күргәне булмаһа ла таныны уны Фатима. Ҡалай йомшаҡ һөйләй. Ҡасандыр үҙенә яҡын да барырлыҡ түгел ине бит. Ғазраил!
–Арыу ғына ерҙән, тиһең инде, ә? Ағас кәрәк булдымы ни, Сәйфи? – тип Фатиа килеп сыҡҡас, әле генә ауыҙын йырып, ҡуштанланып ултырған ҡарт бәлтерәне лә төштө. Шунан  йәһәт кенә үҙен ҡулға алып, ике ҡулын һоноп уға ҡаршы атлағайны ла әбей әйләнеп тә ҡараманы.
–Ниңә  мине күргәс, ҡойолоп төштөң, Сәйфи? Ҡайҙа булған теге ваҡыттағы батырлығың? Ҡайһылай ҡаландың, ә? Эйе, Сәғит һине танымай. Ул саҡта ҡурҡышынан бер нәмәне лә иҫендә ҡалдырмаған. Уның ҡарауы,   һин яман герой ине-ене-ң!  Һуғыштан яраланып ҡайтҡан фронтовик, имеш.  Урман хужаһы итеп тә  ҡуйҙылар үҙеңде. Власть һинең ҡулда.
–Заманаһы шулай ине бит, кем, Фатима килен. Һуғыш ваҡыты. Закундар ҡаты ине бит бигерәк.
 Әсәһенең ҡунаҡ менән дорфа һөйләшеүенә ғәжәпләнгән Сәғит:
–Әсәй, нимә булды ул һиңә, ғүмерҙә ҡыланмағаныңды, – тип  бер әсәһенә, бер бабайға аптырап ҡараны.
–       Эй, балам, уның этлеген мәңге оноторлоҡ түгел, - тип яуапланы әсәһе.  –Теге ваҡыт һинең урмандан  йыйып алып ҡайтып килгән ҡоро-һарыңды тартып алып,бысрҡҡа һалып тапаған кеше ошо инде улым. Етмәһә, бөтә кеше алдында рисауай итте. 
Фатима әбей Сәйфигә сәнсеп ҡарап:
–       Бәйләп алған йүкәһен үткер бәкең менән ҡалай тртып ебәргәйнең, баланың ҡотон алып. Ул да бит фронтовик балаһы. Сүп-сар йыйып алып ҡайтып, ул бит урманды таҙартты ғына. Бында закундың ни ҡыҫылышы бар ине, ә?
Сәғит аптыраулы ҡарашын Сәйфиҙән ала алманы. Ә бит быға тиклем дә бит Сәғиткә күпме йомош менән мөрәжәғәт иткәне булды. Нисек баҙнат итте икән?
Бабай был ҡарашты күтәрә алманы. Тиҙерәк сығып тайыу яғын ҡараны...
      Донъя ҡуласа шул -  әйләндереп килтереп бер баҫа... Сәйфи ҙә мәңге шулай бөтә донъяға хужа булырмын, тип уйланымы икән?!

 

Иҙел башы яҙыусылар берләшмәһе төркөмөнән. Фото: интернет селтәренән

Автор:Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА
Читайте нас: