Все новости
Проза
14 Июня , 17:54

Ҡараташ. Сәлиә Ғатауллина

Етмеш бишенсе йылдың йәйендәге ҡоролоҡто күптәр иҫләйҙер. Мин ул йылды етенсе класты тамамлағайным. Ололарҙың телендә тик шул турала борсолоу. " Ҡалайтып ҡына малдарҙы ҡышлатырбыҙ? Кәртүк сәпсим булмаясаҡ... Нисек кенә ҡыш сығырбыҙ?"

Ҡараташ. Сәлиә Ғатауллина
Ҡараташ. Сәлиә Ғатауллина

Ысынлап та, ул йылды ғүмерҙә булмаған ҡоролоҡ килде. Ололар һөйләүенсә. Башҡа йылдарҙа ҡуйы, бейек үләнде салғы менән көскә сабып һалынһа, ул йәйҙә бөтә ерҙә лә үләндәр ҡып - ҡыҙыл булып көйгәйне. Хатта урман ситтәрендә лә сабып алырҙай урын юҡ. Бәрәңге тураһында һүҙ ҙә юҡ: яҡшылап үҫә генә башлаған сағында ҡапыл ҡырау һуғып, һуңынан ямғырһыҙ үтә эҫе йәй килгәс, бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

Беҙҙең Белорет районында ла бындай хәлдең мөмкин булыуы барыһын да уйға һалды ул йылда. Быға тиклемге йылдарҙа бесәнгә төшөр ваҡыт етһә, ямғыр бик йыш яуып, үҙәккә үтә, малы күп булған ауыл халҡы көс - хәл менән бесәнен эшләп алыр ине. Күпселек малын бөтөрөргә йәиһә берәй баш ҡына эре мал ҡалдырырға булды. Тик бына бесәнде нисек етерлек әҙерләргә? Бер баш һыйырға ла хәтһеҙ генә бесән әҙерләр кәрәк.

Үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы урманлы беҙҙең районда шундай хәлдәр. Ҡола яланлы булған райондарҙа эштәр уғата насар, тиҙәр. Радиола тик ошондай борсоулы яңылыҡтар. Беҙҙең ауылдан артыҡ йыраҡ булмаған урында ниндәйҙер тауҙар бар икән. Еләкле, Васильевский, Ҡараташ, тип хәтеремдә ҡалған. Ул тауҙар бик бейек булғас, ҡоролоҡ йылында ла унда үлән шәп үҫә икән. Бына бер мәл төрлө райондарҙан бесән эшләр өсөн шул урындарға машиналар ебәрә башланылар. Бесән эшләйҙәр ҙә, шунда уҡ тейәп алып ҡайтып та китәләр. Урындағы халыҡҡа ла унда бесән эшләргә рөхсәт бирҙеләр.

Әсәйемдең бер туғандары үҙ - ара кәңәшләшеп, Ҡараташта бесән эшләп ҡайтырға йыйынды. Ул тиклем алыҫ араға барыр өсөн машина кәрәк, тауҙарға артылырҙайы. Бер һеңлеһенең ире МАЗ машинаһын йөрөтә. Күмәгенә бер юлы эшләп ҡайтырға һәр ғаиләнән бер - ике кешене алырға булдылар. Беҙҙең ғаиләнән мин эләктем, салғы менән сабырға ғына түгел, тырма тоторға ла кеше кәрәк. Аш - һыу йүнәтеп, сәй ҡайнатып торорға ла.

Күмәкләп оло, оҙайлы сәфәргә йыйынабыҙ. Аҙыҡ та, һыу ҙа етерлек булһын. Эйе, һыуҙы ҙа алдыҡ күп итеп, флягаларға тултырып. Кем белә, бәлки, унда һыу бөтөнләй ҡороғандыр.

Бына бер мәл һуңғы йылдарҙа бөтөнләй бесәнгә йөрөмәгән өләсәйем үҙен дә Ҡараташҡа алып барыуҙарын үтенә башламаһынмы! Иларҙай булып, кейәүенең янынан китмәй. Өйҙә бала - сағаға, мал - тыуарға күҙ - ҡолаҡ булып гел өйҙә ҡалған өләсәйгә нимә булған һуң? Еҙнәбеҙ ризалашты бит бер заман. Өләсәйемдең шул минутта ҡыуаныуы! Унан да бигерәк, мин һөйөнәмдер яратҡан өләсәйемдең дә беҙҙең менән барғанына. Сөнки ул булған ерҙә һәр ваҡыт күңелле лә, ҡыҙыҡ та.

Бер нисә кеше кабинаға ултырҙы, МАЗ - дың кабинаһы бик ҙур бит. Ҡалғандар әйберҙәр янына, кузовҡа менеп урынлашты.

Ҡуҙғалдыҡ. Юл Торнаташ аша. Торнаташҡа быға тиклем бесәнгә йөрөгәнем бар. Ул өләсәйемдең сабынлығы. Үлән унда шул хәтлем бейек булып үҫә, ҡурай, ҡымыҙлыҡ иң оҙон кешенән дә аша торалыр. Машинаны алдан ебәреп, Торнаташҡа йәйәүләп күтәреләбеҙ, сөнки тау ныҡ текә. Өләсәй ҙә беҙҙең менән. Кәйефе үҙенең шундай шәп. Бәхет ҡошон эләктереп алғанмы ни! Торнаташҡа күтәрелеп еткәс, туҡтап тамаҡ ялғап алдыҡ та, машинаға тейәлешеп, юлыбыҙҙы дауам иттек. Әле оҙаҡ ҡына барырға, тиҙәр.

Бына бер мәл иҫ киткес, ҡабатланмаҫ тәбиғәт күренештәре башланмаһынмы! Алыҫтарҙан күренеп ятҡан иҫәпһеҙ - һанһыҙ тауҙар теҙмәһенең матурлығы һушты алды, ул тауҙар ҡатланып - ҡатланып әллә ҡайҙарғаса һуҙыла. Күккә ашҡан тауҙар зәп - зәңгәр, болоттарға терәлеп тора. Тирә - яғыбыҙҙа икһеҙ - сикһеҙ йәм - йәшел яландар. Ә һулыш алыуҙары! Үҙебеҙҙәге ҡыҙарып көйгән бесәнлектәрҙән һуң бында бөтөнләй икенсе, әкиәт донъяһы. Бындай ҙа матурлыҡты минең үҙ ғүмеремдә тәүгә күреүем. Барыһы ла гүзәллеккә хайран ҡалып, һүҙһеҙ генә килә...

Өләсәйемә әллә нимә булғансы? Тирә - яғына ниндәйҙер борсолоу ҡатыш ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йотлоғоп ҡарай, еҙнәбеҙҙән саҡ ҡына яйыраҡ барыуын үтенә. Әкиәт донъяһын гиҙеп килә торғас, ниһайәт, машинабыҙ туҡтаны. Барыбыҙ ҙа машинанан төшөп, кем аш - һыу йүнәтә, кем ҡыуыш яһарға тотондо. Юлда килгәндә нисектер уйсанланып киткән өләсәйем машинанан төшөү менән, ашығыс рәүештә ҡайҙалыр барып килергә йыйынды. "Хәҙер генә киләм, оҙаҡламайым", тине лә йүгереп тигәндәй ҡайҙалыр аҫҡа табан төшөп тә китте. Бына ул кире әйләнеп килде. Юлда килгәндә нисектер уйсанланып киткән өләсәйемде танырлыҡ түгел, ул хәҙер инде бөтөнләй икенсе кеше ине .

Йөҙө шундай нурланған, ауыҙы ҡолағына еткән, ҡыуанысынан кеткелдәп көлә:

- Таптым бит мин, таптым! Шишмәмде таптым, һыуы ла ҡоромаған, хатта! Эх, нисек һағынғайным ошо ерҙәрҙе, бүтән бер ҡасан да килеп күрә алмаҫым инде тигәйнем... - ти.

Һуңынан, тынысланғас, үҙенең йәшлегендә булған хәлдәрҙе һөйләне. Бала сағы ла бик ауыр йылдарға тура килгән өләсәйемдең йәшлеге һуғыш осорона тура килә. Ул ваҡытта ул кейәүҙә була. Яратҡан Халиғы менән матур итеп донъя ҡоралар. Бер - бер артлы балалары тыуа. Ҡәһәрле һуғыш башлана. Береһенән - береһе бәләкәй балалары булыуға ҡарамаҫтан, ҡатын - ҡыҙҙарҙы төрлө эштәрҙә эшләтәләр. Бесән мәлендә колхоз малдары өсөн бесән әҙерләтер өсөн ошо Ҡараташҡа ебәрәләр. Аҙналар буйы бесән әҙерләйҙәр. Был урындарҙа көртмәле ишелеп уңа. Рәхәтләнеп, туйғансы ашарға бригадирҙары рөхсәт итмәй шул. Бесән эшләгеҙ, илгә бесән кәрәк! - тип, түшәлеп кенә ятҡан һутланып бешкән көртмәлене тапап, иҙеп бөтә. Сәй ҡайнатырға, аш бешерергә шишмәнән һыу ташыйҙар. Өләсәйем табып бик ныҡ ҡыуанған тау шишмәһенән. Әле үҙенең үтә ауыр ҙа, бер үк ваҡытта ғәзиз йәре менән уҙған бәхетле лә йәшлек йылдары уҙған урындарҙы бер нисә тиҫтә йылдан һуң килеп күрергә насип булған өләсәйемдең күҙҙәре йәшләнде. Кейәүенә ихлас күңелдән ҡат - ҡат рәхмәттәр уҡыны.

Бесәнде ул барғанда, эй, тиҙ эшләй алдыҡ. Үлән ҡуйы, матур булып үҫкәйне. Сапҡан бесән артынса уҡ кибеп бара, тиҙ арала йыйып та алабыҙ. Малҡайҙарҙы ҡыш сығарырлыҡ бесән эшләй алдыҡ.

Тәүге тапҡыр мин шул мәлдә тәбиғәттең иҫ киткес, ҡабатланмаҫ матурлығын үҙ күҙҙәрем менән күргәнмендер. Һәр кешене тыуып - үҫкән ере, йәшлек эҙҙәре ҡалған урындар йылдар буйына һағындырып, юҡһындырып саҡырып тора икәнлеген. Сал Уралыбыҙҙың мәшһүрлеген. Атайсалдың ни икәнен… Һуңынан, бик күп йылдарҙан һуң, Ямантау, Ирәмәл тауҙарына артылғас, үҙебеҙҙең тыуып - үҫкән еребеҙҙән дә гүзәлерәк ер бер ҡайҙа ла юҡтыр, тинем... Һәр кемгә лә тыуып - үҫкән ере, Атайсалы ғәзиздер. Ысынында ла, шулайҙыр…

 

Иҙел башы яҙыусылар берләшмәһе төркөмөнән. Фото: интернеттан

Автор:Сәлиә Ғатауллина (Учалы ҡалаһы)
Читайте нас: