Все новости
Проза
11 Июня 2024, 14:55

Ғөттәһеҙ. Хикәйә. Сәүиә Закирова

Ҡорбанғәле буй еткергәндә донъялар арыуланыу яғында ине.Аталы-инәле үҫте,атаһы балыҡсы ла,һунарсы ла, ғаиләгә етәрлек бал ҡорттары ла аҫырайҙар.Кәзә-һарыҡ та,һыйыр ҙа тоталар,өҫтәлдән һөт-ҡатығы ла өҙөлмәй.Заманына күрә етеш көн итәләр.Тапҡанының тамсыһын да,аҡсаһының тинен дә әрәм итмәҫкә тырышып йәшәй.Юлында ятҡанды алмай ашаҡлап үтмәҫ,хужаһыҙ малды ҡалдырып китмәҫ булғанға,Ғөттәһеҙ ҡушаматы уға ҡуша йәбешкән.

Ғөттәһеҙ. Хикәйә. Сәүиә Закирова
Ғөттәһеҙ. Хикәйә. Сәүиә Закирова
Иҫәнғәленең ғаиләһенә ир бала ғына ҡот бирмәне.Тәүҙә гел ҡыҙҙар тыуып торҙо,шалҡандай таҙа йомро ғына үҫеп торҙолар,йәштәре тулыр-тулмаҫ йүгереп тә киттеләр.Ниңәлер,малайҙары тыуһа, йәшәп китә алманылар.
— Бисәкәй,нәҙер итеп әйтәм, интеме малайым тыуһа, тәҙрә аша һатып алам, аҡ бәрәнтән ҡорбан салтырам, исемен Ҡорбанғәле тип ҡушам,-тип ниәттәр әйтеп ҡуйҙы.
Теләктәре тормошҡа ашты, теремек кенә малай ауаз һалып, яҡты донъяны сәләмләне.Иҫәнғәлеғә кендек әбей тәҙрә аша малайҙы һатты.
Кендек инәй:
--Бала һатам! Бала һатам! Кем ала?! Бала һатам! Кем ала?
Асылмалы тәҙрәне аса:
-Иҫәнғәле,малай һатам!-тип ҡысҡыра.Кем тыуыр:малаймы,ҡыҙмы тип урам тирәһендә ҡатынынң бушаныуын көтөп тапанған Иҫәнғәленең шатлыҡтан теле көрмәләнде.
---Мин алам! Мин алам!Күпме тора? -– тип йоланы атҡара башланы.-Бер бәрәсле кәзә бирәм, бирерһеңме баланы?
--Бирәм.
--Бала һатам, кем ала?
Ергә һалдым - ер алмай,
Күккә сөйҙөм – ҡош алмай,
Эткә һалдым – эт алмай,
Бала һатам, кем ала?
Бала һатам, кем ала?
--Бала һатһаң, мин алам,
Нимәһе менән һатаң?
-Ғүмере менән һатам,
Бәхете менән һатам,
Тәүфиғе менән һатам.
--Бала һатһаң, миңә һат,
Ғүмере менән бергә һат.
Бүләгенә күлмәк-яулыҡ бирәм,
Уға ҡушып мал бирәм.
Атай кеше тәҙрәнән баланы алды ла, өйгә ашыҡты.Һуҡыр шәмдең филтәһен күтәрә биреп, яҡтыһында улына һоҡланып ҡараны.
Кендекәй :
--Ҡайҙале,Иҫәнғәле,ен-шайтан мәлғүндәр һиҙмәҫ элек, йүргәк исеме ҡуша һалайыҡ,-тип өтәләнде.
--Исемһеҙ баланы бер генә сәғәткә лә сәңгелтәккә һалырға ярамай. Исеме булмаһа, бәпесте ен-бәрейҙәр алмаштыра, үҙҙәренең исемен ҡушып өлгөрә лә ҡуя, ти. Ул саҡта бала зәғиф, ауырыу була, хатта үлеп тә ҡуя икән. Шунтуҡ йүргәк исеме кәрәк.
Ҡорбанғәле тип исем атанылар.
Ҡатыны Иҫәнғәлеғә һандыҡты ымланы,ир алдан әҙерләнгән бүләк -– кендекәйҙең яурынына аҡһыл ерлеккә шау сәскә төшөрөлгән күлдәклек тауар ,башына француз яулыҡ һалды. Әбекәй ултырып теләктәр теләп,доға ҡылды.
--Уңын бир! Йүнен бир!Йүнен бир!Уңын бир!
Шулай күптән көтөлгән хыялдары бойомға ашты, малай һау-сәләмәт үҫеп китте. Артыҡ осондорғандарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар, малайҙың үҙһүҙле, еңмеш, тупаҫ, ҡаты бәғерле булыуын аңғарҙылар.Бишектәге бишкә әйләнмәне, эшкә иҫе китмәне, атаһына ярҙамсы булманы.
— Улым, мал аҫтын таҙарт!
-Ҡорбанғәле, утын яр!
--Ҡорбанғәле,атты тәрбиәлә!
Һәр эште әйттереп кенә, теләмәй илке -һалҡы ғына башҡара.Ҡармаҡ тотоп һыу буйына сығып олағырға ғына тора.
Иҫәнғәленең үкенеберәк киткеләгәне лә булды.
-Кентекәйҙән һатып алғанта бәхетен ,тәүфиғын һорамағанымтыр.Бер ялҡау,эшлекһеҙ,тупаҫ булып үҫә ләһә,- тип уйланды. —Ярҙамсы булмаҫ был бала.
Мал ишле генә булғас, эш күп.
Бер көндө Иҫәнғәле кисҡырын улы йәшендәге малай эйәртеп ҡайтты.
Ҡатынына:
--Был малай беҙҙә йәшәр. Миңә ярҙамсы кәрәк. Күрше ауылта ҡорҙашты ағас баҫып үлтергәйне. Кисә инәһе лә аурып гүр эйәһе булып ҡуйған,- тип аңлатты.
Шулайтып йорт тирәһендә тағы бер малай — аҫрау пәйҙә булды.
Аҫрау малайҙың арыҡ ҡына елкәһенә бөтә мал-тыуарҙы ҡарау. утын ярыу, урам тирәһен тәртиптә тотоу ҡамыты кейҙерелде.
Кешегә эш менән ярап булмай, халыҡ әйтмешләй,сәсе менән урам һепергәндәй булһа ла, аҫрау йылы һүҙ ишетмәне. Мәрхүм ата-әсәһе иркәләп "Тимерйәнем" тип атауҙарын хәҙер малай үҙе лә онотҡандай.
Урам тирәһендә:
-Эй,аҫрау!
--Эй,хәйерсе!
--Әрәмтамаҡ,һарайҙы йүннәп көрәмәгәнең.Үҙеңте шунта тиҙәк араһынта йоҡлатырға кәрәк!
-Никтыуҙы!Утынты нейә ныҡ уаҡланың әрәм итеп.Ыуаҡ утын тиҙ яна,йылыһы әҙ була! Юрамал ҡыйланаң!
--Малға һыу эсер, үҙеңте һыуһыҙ йонсоторға кәрәк,- тип ыжғырып ҡына торалар.
--Һыу эсер өсөн һыуһарға кәрәк, һыуһар өсөн туйғансы ашарға кәрәк.Ҡасан ултырып туйғансы йылы аш ашаным икән? -тип уйлана аҫрау әсенеп.
Ерҙән саҡ күтәрелгән бала иңенә көс еткеһеҙ йөк, арып-талып ишек төбөндәге ҡаты һикегә тәгәрләй ҙә йоҡлап китә алмай йомарланып ята. Көнө буйы ауыр эш, мал артынан йүгереү тамам хәлен ала.
Һуңғы ваҡыттарҙа Ҡорбанғәле лә этлек эшләп йонсота, юрамал, ялан кәртәнең инлеген асып китеп, малды сығарһынмы, көйәнтәләп һыу килтергәндә аяҡ салып йыҡһынмы-– бер нәмәһен табып тора. Кемдән яҡлау көтһөн Тимерйән, эстән генә һыҡрай ҙа танауын тарта.
Йәйен дә, ҡышын да бөткөһөҙ эш. Йәйен шуныһы ғына яҡшы: яйын сығарып ҡуҙғалаҡ-ҡымыҙлыҡ һымаҡ тәғәмдәр ҡапҡыларға мөмкин.
Донъяларҙың арыу сағы, һуғыш башланмаған әле. Ауыл ирҙәре урман эшендәләр,ағас йығалар,бүрәнә әҙерләйҙәр,йүкә һуялар, шул йүкәнән арҡан ишә, ат арҡаһын ябырға септә һуға, бамазуктар бәйләй, хөкүмәткә тапшырырға урмандан емеш-еләк йыялар, һунарсыылар бригадаһы ҡиммәтле тиреләр тапшыра.
Йәйҙең матур бер көнөндә ауыл геү итеп ҡалды,ҡатын-ҡыҙҙарҙың илау -һыҡтау тауыштары туҡтаманы.Ирҙәр эстән уртын сәйнәһәләр ҙә, тыштан тыныс булырға тырышты
--Ҡәбәхәт фашист .
--Әллә ҡасандан теш ҡайрай ине.
--Ниҙәр генә күрер башҡайыбыҙ?
Шунда малай бала аҡылы менән бөтәһенә лә ҡурҡыныс янауын аңланы.Ике-өс көндән ирҙәрҙе һуғышҡа тип саҡыра башланылар
Бер көндө Иҫәнғәле:
--Инәһе, ашанты әҙерлә, Ҡамышлы бригатына китәбеҙ.Ваеннай важный бригат.Малайларҙы алабыҙ, ярҙамлашырлар.Үҙең тә йыйын.
Аптырап ҡараған ҡатынына уҫал ҡарашын ташланы:
--Ваеннай уаҡыт. Дувыр атларына бесән әҙерләйбеҙ.
Дувыр тигәне артелдең ат һарайы.
-Мал һуң,- тип һөйләгән ҡатынына:
--Ана ҡыҙҙарың буй еткән,кейәүгә сығыр йәштәләр,өйрәнерләр,– тип ҡырт киҫте.
Урманда һауып эсергә бер кәзәне лә ат арбаһына һалып,бригадаға юлландылар.
-Яланда бесән эшләүе өйҙәге батраклыҡ һымаҡ булмаҫ әле,- тип эстән ҡыуанды аҫрау.Ошо китеүенән кире әйләнмәҫен белмәй ине шул бала.
Көндәр матур торҙо.Тырышып көн дә бирелгән планды тултыралар, арттырып та ебәрәләр, бесән күп кәрәк, әйткәс тә, артелдә ҡырҡлап егенке ат, уларҙың тай-тулағы, ҡолондары бар.
Урман яғында йәшәүселәр бесәнде кәбәнгә һалалар.
-Ҡорбанғәле,баҫ таған араһына!- тип бойорҙо атаһы.
--Нишләп мин.Ана,ул менһен кәбән башына,- тип эйәге менән ымланы улы.
Әсәһе лә:
-Ҡорбанғәле бәләкәй әле.Әйҙә, улым, йылғала йыуынып алайыҡ,- тип китеп барҙылар.Тимерйәндең дә һыуға сумып-сумып алғыһы килә лә бит, тик ул бәхет күктәге йондоҙға үрелгән кеүек.
Иҫәнғәле күкрәк һәнәге менән мул сәсеп кәбән башына күтәремдәрҙе елгәреп тора,кәбән башындағы Тимерйән аяҡ аҫтын тапап та өлгөрә алмай.
Үҙ алдына ярһыған ирҙең бәләкәй бесәнселә ғәме лә юҡ,ырғыта ғына. Кәбән күҙгә күренеп күкрәкләнеп ҡалҡа.
Ҡапыл салт аяҙ көндә дөбөр-шатыр күк күкрәп ебәрҙе. Урман – тау араһында шулай : ҡара болоттар ҙа , ямғыр ҙа килеп етмәйенсә күренмәй. Иҫәнғәле кәбәнен ослап өлгөрөргә тырышты,Тимерйән дә эҫенән сатнап барған тамағын ҡырғылап, кибеп йәбешкән ирендәрен саҡ ҡуптарып, бар хәленсә кәбән башында өйөрөлә. Битенән, бөтә тәненән тир йылға булып аға, күҙен томалай, бесән ҡауаҡтары битенә йәбешә, танауын ҡытыҡлай.
Сөскөрөп,аңғармаҫтан кәбән үҙәгенә йәбешеп торған ҡулын ысҡындырып ебәрҙе, кәбән осон һуҡҡылап торған ике саталы һәнәге ергә төшөп китте.Ярһыған Иҫәнғәле ос һәнәге менән һелтәнеп,кәбән башындағы Тимерйәнде бәреп төшөрҙө.Сабый башы менән эргәләге ятҡан тырма тешенә төштө,имән тештәр уның мейеһенә үк үтеп керҙе, сабый бер генә тибенде лә күҙҙәрен ҙур асып зәңгәр күккә ҡараны,тәрән итеп тын алды һәм ҡатып ҡалды.
Урман араһында асыҡлыҡта ер менән тигеҙләнгән бәләкәй генә ҡәбер барлыҡҡа килде.
Төн һайын Иҫәнғәле йоҡлап китә алмай йонсоно, инде күҙен йомһа, аҫрауының берсә бойоҡ, берсә һуңғы йылмайыу ғәләмәте күҙ алдына баҫа. Шулай бер төндө йоҡлай алмай, ҡыуыштан сығып, ут яҡтыһында ҡағыҙ ярпыһына махорка төрөп, ерҙә ятҡан кәртә өҫтөнә ултырғайны ғына,ҡәберлектән ут тубы пәйҙә булды ла Иҫәнғәлегә табан тәгәрләй башланы
--Убыр!-тигән уйҙан ирҙең ҡобараһы осто.Төнгө елгә ҡушылып буҫығып илаған бала тауышы ла ишетелгәндәй.Үкенә лә бит ир,терһәк яҡын булһа ла тешләп булмай.
Аҙна-ун көндә бесәнлекте эшләй һалып, ғаиләһен тейәп, йәһәтләп ауылға ҡайтып төштө.Урындағы артель етәксеһенә:
—Ҡалаға туғаннарым йәшәргә саҡыра .Зауытҡа эшкә керәм,һуғыштан да бронь бирәләр,-– тип аңлатты.
—Әләй икән эшләр.Әртилтә лә эш күп.Ағиҙелтең аръяғынта бер энәгә бер тана инте, алайһа,-тип ризалыһыҙлығын белгертте.
Шунан иҫенә төшөрөп:
-Ә ҡорҙашыңтың малайын кемгә ҡалдыраң? Дувыр тирәһентә эшләп торор, ат ҡарашыр,- тине.Иҫәнғәленең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
Әҙерәк тотлоғоп торғандай итте лә:
-Уны, ней ,йыраҡ ҡәрҙәшләре эҙләп килеп апҡайттылар,– тип мығырланы
Йәһәтләп мал-тыуарын осһоҙ хаҡҡа ғына һатып,төйөнсәктәрен төйнәп, ғаиләһе менән ҡалаға олаҡты.Орсоҡ тауының башына менеп еткәс, уфтанып, ултырып махоркаһын көйрәтеп алды ла гонаһ ғазабынан ҡасып барған юлын дауам итте.
Тик үҙеңдән дә,ҡарғыштан да ҡасып ҡотолоп булмай ,ҡара эш күләгә шикелле арттан ҡалмай эйәрә шул .
Һуғыш тамамланыуға Ҡорбанғәлеһе лә буй еткерҙе.Тик эшкә әллә ни иҫе китмәне,тапҡан әҙ генә аҡсаһын да кәйеф-сафаға бөтөрҙө,ата-әсәһенең аҡсаһы ла бармаҡ араһынан ҡойолған ҡом шикелле, юҡҡа сығып торҙо.
Иҫәнғәле менән Тәлиға ла әбей– бабай ҡорона етештеләр. Бер ваҡыт Иҫәнғәле:
-Улым, олоғайған һайын тыуған ер үҙенә тарта, төштәремә керә. Балам, әллә ауыл яғына ҡайтайыҡмы, тип уйлай башланым әле,— тип уйын асып һалды.
Аптырап ҡараған улына:
-Һин разветкаға ҡайт, эштең айышына төшөн. Беҙҙең турала нинтәйерәк хәбәрҙәр бар,өй нисегерәк тора, хат яҙырың та беҙ ҡайтырбыҙ,-тип улын ауылға оҙатты.
Хат оҙаҡ көттөрмәне:"Атый,иней,ауылта кешеләр матур йәшәй.Эш бар.Әртил үҫкән.Үҙенең лавкаһы ла бар.Эшселәрен ҡарай.Өйөбөҙ ҙә йәшәрлек.Берәү ҙә һүҙ тейҙермәй".
Ҡыҫҡа ғына ыңғай яуап менән хат алғас та, ҡарттарға ҡанат үҫкәндәй булды, йәһәтләп тыуған яҡтарына йыйындылар.Ҡалала бер минутҡа ла ҡалғылары килмәгәндәй,ашыҡтылар,ҡабаландылар.Ҡыҙҙары өсөн күңелдәре тыныс ҡарттарҙың,аҡыллы ғына кейәүҙәргә тап булдылар,матур ғаилә ҡорҙолар,етеш кенә йәшәп яталар.
Бик үк ҡолас йәймәһәләр ҙә, ауылда уларға насар мөнәсәбәт күрһәтеүсе булманы, тимәк, урмандағы фажиғәле серҙе һиҙмәнеләр. Һуғыш, аслыҡ, һәр кем йәшәү өсөн көрәшкәндә ситтән килгән етем бала тураһында кем иҫләп торһон?
Ара-тирә ҡайһы бер әсерәк теллеләрҙең "гаратскуйлар" тип төрттөргәндә лә,"туфлый кейеп өрәнгән аяғығыҙ сабата менән килешер микән" тиеберәк һүҙ ҡатҡанда ла, йылмайып ҡына ҡуйыр булдылар.
Ҡайтыу менән эш һорап барҙылар.Ҡорбанғәле урман ҡырҡыуҙа диләнкәлә эш башлаған.Иҫәнғәлене септә һуғырға тәғәйенләнеләр.Тәлиға ҡарсыҡ та ауыл ҡатындары менән арҡан ишә, бамазук бәйләй башланы. Күңелдәре тынысланып, донъялары түңәрәкләнеп киткәндәй.
Иҫәнғәле буш ваҡыт табып, элекке һөнәренә, балыҡсыларға, һәүәҫләнеп китте.Йылғала балыҡ мул:эреһе лә,вағы ла.Тик балыҡсылап йөрөргә халыҡтың ваҡыты юҡ ,иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе хөкүмәт эшендә,хатта сезонлы эш ваҡыттарында бер көн дә ял эләкмәй.Сосораҡтар төнгөлөккә талдан ишелгән мурҙа һала йә үҙҙәре бәйләгән ау ҡора.
Иҫәнғәле лә бер кисте һуңлатып ҡына ау һалырға барғайны,тәрән ятыуҙа,элек-электән үҙе генә балыҡсылаған урында ау күреп ҡалғас,эске ҡомары ҡуҙғалды ла китте, ауылдаштары әйтмешләй,Ғөттәһеҙ Иҫәйгә әйләнде лә ҡуйҙы.
--Дәәә,минең төйәккә хужалар табылған икән. Смәтриии, малай, Иҫәнғәленең үҙенекен биреп ҡуя торған ғәҙәте юҡ.
Ауын ауыл осона яҡын ятыуға һалды ла иртәнсәк таң атыр-атмаҫтан килергә уй төйнәп ҡайтып китте.Әҙ-мәҙ серем итеп алғас, әбейен уятып ҡуймаҫтан, шым ғына сығып китте.Төнөн һыу һыуынғандыр, кисергә өшәнес булыр тип, ҡасандыр ҡыуышланған йыуан тирәктән соҡоп эшләнгән кәмәһенә ултырып, һыуҙы тас-тос шыптырлатып, шәп-шәп ишеп ағып китте.Үҙенең ауына туҡталып торманы, ғөттәһе теге ятыуға әйҙәне. Ау көс еткеһеҙ, эре-эре суртаны ла,ҡойроғо менән саптыр-соптор һыу сәсрәткән ажауы ла,эреле-ваҡлы аҡ сабаҡтары ла--һәр төрлөһө үҙенә ылыҡтыра балыҡсыны.Бурлығы менән тамам мәшғүл ҡарт һаҡһыҙлыҡ күрһәттеме, йомро төплө кәмә янтайып китте,Иҫәнғәле ҡарт сайҡалып ҡуйҙы, башы әйләнеп, кәмәһенән осоп төштө. Кәмәһенә ултырайым тиһә, уныһы түңгәрелеп ағып китеп бара.Ярға йөҙөргә маташҡайны ла, аяҡтары ауға сырмала, сәбәләнә торғас,тәнен көҙән йыйыра башланы. Йән асыҡҡа ярҙам һорап ҡысҡырҙы,таңғы тынлыҡта тауышы һыу өҫтөнән ел менән осоп үтте, ярҙамға өмөтөн өҙҙө ҡарт.
Тәрән ятыу уны әле генә күҙен ҡыҙҙырып ятҡан ялтыр тәңкәле балыҡтар араһына тартып алды.
"Өнһөҙ балыҡтар ауҙа булһа ла,үҙ донъяларында, һыу аҫты донъяһында,тын алырға,ауҙан ысҡынып йәшәргә өмөттәре бар.Ә Иҫәнғәленең һуң?
Эй кешеләр, ер өҫтөндә күпме гонаһтар эшләйҙәр. Ер өҫтөндә генә һеҙ көслө,тәкәббер. Бына бит: әле генә бөтә донъяға хужа булып ҡыланған ир һыу аҫты донъяһында юҡҡа сыҡты.Ә ер аҫты донъяһы, әхирәт ғүмер ? Унда ул кем булыр?Ни көтә уны? "
Нисәмә быуын ваҡиғалар шаһиты булған яңғыҙ өйәңке лә,әгәр уйлай белһә, Ғөттәһеҙ Иҫәйҙең фажиғәһен күргәс, шулай фекерләр ине.
 
Сығанаҡ: Иҙел башы яҙыусылар берләшмәһе төркөмө. (https://vk.com/club104524676)
Фото: интернет селтәренән
 
 
Автор:Сәүиә Закирова (Белорет районы)
Читайте нас: