Проза
11 Июня 2024, 10:10

Хикмәтле төш. (Фантастик хикәйә). Франгил Ғәлиев

Көҙйылға  урманындағы  кеше  ашаусы  айыу  тураһында  бөтәбеҙ ҙә  ишетеп  беләбеҙ. Был  ваҡиға  яҡын - тирә  ауылдар  халҡын  ҡурҡыуға  һалды  һәм  тетрәтте.

Хикмәтле төш. (Фантастик хикәйә). Франгил ҒәлиевХикмәтле төш. (Фантастик хикәйә). Франгил Ғәлиев
Хикмәтле төш. (Фантастик хикәйә). Франгил Ғәлиев

Йәйге  селлә. Ауыл  янындағы  урманға  сыҡҡайным. Ҡояш  юғары  күтәрелгән  һайын, урман  тынлыҡҡа  сума барҙы. Әйтерһең дә,  бар  тере  йән  эйәләре  эҫенән  ҡасып-  боҫоп  бөттө. Мин дә  түҙмәнем, ҙур  ҡарағай  төбөнә, күләгәгә  инеп  яттым  һәм  тәмле  йоҡоға  сумыуымды  һиҙмәй ҙә  ҡалғанмын. Гелән бер нимә  хаҡында  уйлаһаң,  шул нәмә  төшкә   кереп  барыусан  бит.
Ҡаршылағы Ямантау  битләүендә  еләк  йыям  имеш. Уңда ла, һулда ла, алда ла, артта ла  еләк  түшәлеп  ята. Ашап  туйғас, һауытҡа йыя  башланым. Эй  ҡыуанам, эй  ашығам  имеш  тим. Башымды  күтәреп,  тирә - яҡҡа  күҙ  һалып, ошо  матурлыҡҡа  һоҡланып  торғанда, кемдер яурыныма  ауыр  ҡулын  һалды. Мин  иптәштәремдең  береһе  шаярта икән  тип  уйлап: ,,Ал  ҡулыңды, һинән  ҡурҡып  тормаһам", -тип, яурынды  һикертеп, ҡулын алайым  тинем дә, телһеҙ  ҡалдым. Ҡулдар  ҡап -ҡара  йөнлө  ине. Шунда  ғына  был  ҡулдарҙың  кемдеке  булыуын  аңлап  алдым  һәм  һушымдан  яҙғанмын.  Күҙемде  асһам, ҙур  йөнтәҫ айыу  мине  еҫкәп  тора. Тағы  иҫемде  юғалттым. Икенсе  тапҡыр  һушыма  килгәс,  һороҡай  мине  ипләп  кенә  ҡарағай  төбөнә  күсереп  ултыртты. Минең  ҡысҡырырға  теләгәнемде  күреп,  ул  телгә  килде  һәм ниңә  ҡурҡмауымды  һораны.
--Ҡурҡма,  кеше, һинән  миңә  бер  ни ҙә  кәрәк  түгел, һинең  менән  тормош  тураһында  ғына  һөйләшергә  теләйем. Миңә  күп  нәмә  аңлашылып  етмәй. Мәҫәлән, ни  өсөн  кеше  айыуҙы  үлтерә лә,  ашай ҙа  ала, ә беҙ   бахырҙарға  кешенең  малына ла, үҙенә лә  тейергә  ярамай. Беҙ ҙә  бит  улар  кеүек  йән  эйәләре. Әгәр ҙә  яңылыш  ҡына  малын  тырнаныңмы,  йә үҙен  ҡурҡыттыңмы - шунда  уҡ  үлтерергә  тигән  ҡарар  сығарып та  ҡуялар. Ә үҙҙәре  хатта  беҙҙең  кескәй  генә   балаларыбыҙҙы ла, инә  айыуҙарҙы ла  йәлләп  тормайҙар. Аталар,  шунан  бөтә  ауылға  маҡтанып,  тиреләрен  тунап,  иҙәндәренә  түшәп  ҡуялар.  Ә  айыу  атыусы  үҙен  герой  итеп, Салауат  тоҡомонанмын  тип, күкрәк  һуға,  етмәһә.  Тик  ул  ҡаты  яңылыша, кешем...
Үҙең   уйлап   ҡара. Салауат  бысаҡ  менән, үҙенең  ҡул  көсө  менән  көрәшеп, айыуҙы  еңгән. Беҙ  тик  уны  ғына  батырға  һанайбыҙ, уның  алдында  баш  эйәбеҙ. Ә  бөгөнгө   ,,батырҙар"  айыуға арттан йә  булмаһа  ағас  артына, хатта  ағас  башына  йәшенеп  ,,кәртеш" менән  тондоралар. Бына  шулай  ул, кешем,  эштәр, ғәҙеллек  юҡ  хәҙерге  заманда,  юҡ...
 --Ә ә ә, теге, ни, кешене  ашауығыҙ, дөрөҫмө  шул? — тип  һорарға  батырсылыҡ  иттем  мин  ҡалтырана - ҡалтырана.
Айыу  күҙ  ҡарашымды  күтәрә  алмай  башын  түбән  эйҙе.
  —Ээхх, булды  шул  ундай  үкенесле  хәл, булды-ы-ы.Шул  хәл  йөрәгемде  өйкәп  тик  тора  бит, шуға ла  һинең  менән  кәңәшләшергә  булдым. Әйткәндәй, минең  ике  бәләкәсем  бар.  Ана  уйнап  йөрөйҙәр.Бер  көндө  шул  ике  сабый  ҡоттары  осоп  йүгереп  килделәр. Ни  күрәйем, улар  артынан  әҙәми  зат  йүгерә. Асыуымдан  күҙем  томаланды, кешене  нисек  йыға  һуғып  ботарлап  ташлағанымды  һиҙмәй ҙә  ҡалдым. Шунан  бирле  ҡасып - боҫоп  көн  күрәбеҙ  бына. Икенсе  юлы  әллә  осрашып  була, әллә  юҡ, тағы   шуны  әйтергә  теләйем.  Ошо  Ямантау  эргәһендәге  ҡурсаулыҡ  кем  өсөн  асылған  икән?  Уның  урмандарында  ҡырағай  йәнлектәргә  ҡарағанда, эттәр  күберәк. Урман  һаҡсылары  исемен  күтәреп  йөрөүселәрҙе  әйтәйем...Ошо  эт  өйөрҙәренә лә  баш  була  алмайҙар  бит, бахырҙар. Ә бына  ҡоралай, болан  атырға, ҡондоҙ, тейен, ҡуян  һәм  башҡа  төр  йәнлектәрҙе  ҡырырға  тигәндә - улар  беренсе.  Бер башлағас   һөйләйем   инде... Ҡурсаулыҡ  тигән  урманда  рәхәтләнеп  меңйәшәр  ҡарағайҙарҙы  ҡырҡалар  бит. Һеҙ  шуны  беләһегеҙме, юҡмы?!
Был   урынды  әллә  шуның  өсөн  кәртәләп  алдылар  микән  тип тә  уйлап  ҡуям. Тиҙҙән  был  урындарҙа   йәнлек тә, ағас та, таҙа  һыу ҙа  ҡалмаясаҡ...ҡалмаясаҡ...ҡалмаясаҡ..."
Тауыш   ҡайҙалыр  алыҫҡа  китеп, шаңдау  булып  әйләнеп  ҡайтты.  Шул  мәл  урман  яңғыратып  геүләгән  бысҡы  тауышына  уянып  киттем.  Бына  һиңә  кәрәкһә, шулай ҙа  төш  була  икән... Хатта  кеше ашаусы  айыуҙан  ҡурҡыуым да  үтте  был   төштө  күргәс.
  Күңелемдән, ә бит  кеше  ашаһа ла,  минең  төшкә  ингән  айыу  бик  дөрөҫтө  һөйләй, - тип уйлап  ҡуйҙым.

 

Сығанаҡ: Иҙел башы яҙыусылар берләшмәһе төркөмө. Белорет ҡалаһы (https://vk.com/club104524676)

Фото: интернет селтәренән

Автор:Франгил Ғәлиев (Межгорье ҡалаһы)
Читайте нас