Эшкә лә, төрлө йыйылыштарға ла, хатта ҡунаҡҡа ла бер минут та һуңламауҙы ғәҙәт итеп алған, беҙҙе лә шуға өйрәткән әтей-әнейем өсөн ваҡыт төшөнсәһе ҡиммәт булды.
"Заводка" һы бөткән сәғәттең асҡысын алып бороп "заводить итеп" ебәреү иң күңелле шөғөлдәрҙең береһе була торған ине. Бармаҡтарымдың бик хәленән килмәһә лә, көс еткәнсе бора ла, аръяғын әтейем үҙе еренә еткереп ҡуйыр ине.
Сәғәт эленеп торған мөйөштөң аҫтында дүрт этажлы ыҡсым ғына боронғо китап кәштәһе ултырыр ине. "Этажерка" тип аталды ул. Һәр этажы икешәр ҡат китап теҙелгән булыр ине- артта ҙур китаптар, алда бәләкәй китаптар. Теге сәғәтте "заводить" итергә, "Мин дә мин!"- тип, ҡырталашып, шул этажерка буйлап менеп китә инем. Артымдан берәү баҫтырамы инде, алабарманланып, икенсе йә өсөнсө ҡатына ҡыйышыраҡ баҫып ҡуйһам, бөтә китаптарын минең өҫкә тау итеп өйөп этажерка ауып та китә. Ишек башындағы сыбыҡ аҫҡа төшмәҫ борон, китап кәштәһен тиҙерәк торғоҙоп ҡуя һалыу зарур. Ә иң сей елкәгә тейгәне - шул китаптарҙы яңынан кәштәгә теҙеү була торған ине. Бер китапты асып ебәрҙеңме, эсенә сумғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың бит инде, баяғы сыбыҡ алыҫта ғына әтей усында "Шыыыыйт!" иткән тауыш сығарғансы. Эйееее..., былары бала саҡ хәтирәләре булды.
🕢Һөйләйәсәк хикмәтле һүҙем, Сәғәт ғали йәнәптәре тураһында ине бит әле. Бына ошо сәғәтебеҙ әтейебеҙ һуңғы һулышын алғансы ғына эшләп торҙо ла, шып туҡтаны. Сәғәт таңғы биш тула ине, ти әнейем. Ул ауырып түшәктә ятҡан әтейемдең эргәһендә ултыра. Телдән ҡалған әтейем, рәхмәтен белдереп, әнейемдең ҡулын ысҡындырмай, һыйпап яратып-яратып ала. -Көсөргәнеп, тәрән итеп берҙе тын алды ла әтейегеҙ,- ти әней, -тып- тын булып ҡалды. Күтәрелеп ниңәлер сәғәткә ҡараным, -таңғы 5 тула 20 минуттан. Сәғәт теле лә тееек-теееек итеп көсәнеп кенә берҙе йөрөнө лә, туҡтап ҡалды... Өйҙә шомло тынлыҡ урынлашты.
Яңғыҙ ҡалғанын аңлап, илап ебәргән әнейемде эргәһенә Өфөнән ҡайтып еткән врач балалары - өлкән улы һәм ейәне тынысландырып йыуата. Шыйыҡ таң атҡан мәлдә, нәҡ үҙенең тыуған көнөндә, ысын донъяға күсә әтейебеҙ. Төрлө хикмәтле хәлдәргә юҡ-бар тип ҡараған ағайым сәғәттең заводкаһы бөткәндер тип, уны бороп ҡарай. Юҡ,- ти ул, кисә генә бороп ҡуйылғандай. Эткеләй-төрткөләй торғас, сәғәт теле йөрөп китә. Тик бер әйләнеп сыға ла, сәғәт таңғы 5 тулыр саҡта тағы туҡтай, һәм күп тапҡырҙар шулай. Әнейем, ахырҙа, ҡуй, ҡаҡшатмағыҙ сәғәтте, әтейең булмағас, уның да йәшәгеһе лә, эшләгеһе лә килмәйҙер, тип, башҡаса ул сәғәткә беребеҙҙән дә ҡағылдырманы. Иртә менән хәлде ишетеп килеп еткән башҡа балаларын һәм ауылдаштарҙы тағы бер хикмәтле хәл ҡаршы алды. Әткйем баҡсасы булды. Ауылдағы иң беренсе алмағастар ҙа, помидор,кәбеҫтә кеүек йәшелсәләр ҙә нәҡ беҙҙең ишек алдынан таралғандыр. Күнәк-күнәк итеп йыйылған емештәр ҙә, йәшелсәләр ҙә бар мохтаждарҙы ҡыуандырыр ине. Ә бер алмағасты ул бигерәк ҡәҙерләп үҫтерҙе һуңғы йылдарҙа. Сөнки уның алмаһын әнейем ярата ине. Бешкән сағында үтә күренмәле һарыға әйләнер ине был алма. Тәмеее....! Һүҙҙәр етмәй! Әнейемдең ул алмағасы ҡартайып ҡорой башлағас, әтейем уның бер бөрөһөн киҫеп алып, бер йәш алмағас үҫентеһенә йәбештереп (прививать итеү, тиҙәр) үҫтереп ебәрҙе. Ҡәҙимге ҙурайып килгән алмағас ике-өс йыл емеш тә биреп шатландырғайны инде. Шул алмағас, ел юҡ, ней юҡ, әтейемдең һулышы туҡтаған иртәлә шарт һынды ла ҡоланы. Олораҡтар "Ләхәүлә!"-нән башҡаны әйтмәй, беҙ ҙә аптырауҙың сигенә сыҡҡанбыҙ. Әтейемдең һөйөүенән башҡа ул алмағастың да йәшәгеһе килмәнеме икән инде? Алмаларын тәмләп ашаусы әнейем иҫән дә һуң, уның хаҡына үҫһә, емеш бирһә, дөрөҫөрәк тә булыр кеүек ине лә, барыһы ла Хоҙай ҡөҙрәтендә шул.
Бына шулай, йәне юҡ, теле юҡ әйберҙәр ҙә һағынып юҡһынғанды, йәне, теле, хисе булған кеше күңеле нисек һағынмаһын инде? Һағынабыҙ...
Әтейебеҙ рухына бағышлап, хәйер таратып, сәйҙәр эсереп, мәсеткә барып аяттар уҡып, рухын шатландырҙы бөгөн уның иманлы, тәүфиҡле балалары.
Фани донъяға килгән көнө, ысын донъяға киткән көнө бөгөн...
https://vk.com/milyakidrasova7