Проза
6 Июня 2024, 09:32

Мосолман туйы. Хикәйә. Александр Проханов

Фазлый мөғәллим — еңелсә шаҙралы, ҡуңыр йөҙлө ир-егет. Һыҙылып үҫкән ҡара мыйығы аҫтынан ап-аҡ тештәре йылтырай. Йылмайыуы — көтөлмәгәнсә оялсан, мөләйем. Тәрән, аҡыллы бурлат-ҡара таҫыр күҙҙәрендә көтөү, ышаныс, аңларға тырышыу сағыла. Һәм кинәт хәүеф тоҫмаллана: уны дөрөҫ аңланылармы? Ишеткән яуапты үҙе дөрөҫ төшөндөмө?

Мосолман туйы. Хикәйә. Александр ПрохановМосолман туйы. Хикәйә. Александр Проханов
Мосолман туйы. Хикәйә. Александр Проханов

Разведка начальнигы Березкин — аҡһыл йөҙлө, пеләшләнә төшкән сәсле, ҡубырсыҡланған ҡыҙыл танаулы, ерән һипкелле, тоноҡ зәңгәр күҙле, күҙҙәрендәге үтә күренмәле һүлпән асыҡлыҡ араһында ҡапыл зәһәр сатҡы балҡып китә. Ирендәре ярылған, ҡаты, буйһонмаусан. Ҡарлыҡҡан талапсан тауышлы, әйтерһең, боғаҙы, тауышы, күңел төбө йәрәхәтләнеп сыйылған. Шуға күрә уның менән әңгәмәләшеү ҡыйын.

Бәләкәй генә бүлмәлә ултырғандарҙың иң ябығы — ул үҙе. Ҡыҫыҡ өҫтәлдә — сәйгүн, касалар, төрлө төҫтәге кәнфиттәр, тәрилкәгә һалынған печенье. Ул — хәрби тылмас лейтенант Батурин. Уның уйҙары, һүҙҙәре, сырайы әңгәмәсеһенең уйҙарын, ым-ишараһын, һүҙҙәрен эҙмә-эҙлекле ҡабатлай. Гүйә, ул, Батурин, был уйҙарҙы бизмәнгә һала. Бер баҡыр тәрилкәнән семтемдәрҙе ала ла икенсеһенә һала һәм, үлсәм уғының сайҡала-сайҡала тирбәлеүен күҙәтеп, яңынан беренсеһенә күсерә. Үҙенең тәжрибәһенә һәм талантына таянып, һиҙҙермәй генә әңгәмәнең тигеҙ ағышын, үлсәүҙәр бәүелеүен көйләй. Әйтерһең, дукансы кибеттә ҡара пирамида итеп һалынған өйөмдән бер ус сәйҙе ағас һоҫҡоға ала ла, һатып алыусыны, тауарҙы, уҡтың һелкенеүен һиҙгер күҙәтеп, уны һары, уйынты тәрилкәгә һала.

— Әйт уға, — тип ҡабатланы Березкин, — вәғәҙә иткәнсә, Сәйфетдин әмиргә ҡорал бирербеҙ. Ике йөк машинаһы ебәрербеҙ. Ләкин әлегә ауыр ҡорал көтмәһендәр — автоматтар ғына! — Разведка начальнигы башын саҡ ҡына ситкәрәк бороп, тәржемә итмәй торғанын асыулы өҫтәне: — Ауырҙарына лайыҡ булырға кәрәк әле уларға! Юҡһа, минометтарҙы ҡулға төшөрөү менән — киренән тауҙарға, ошо уҡ минометтарҙан — беҙҙең постарға!.. Әйт уға: ике машина автомат!..

Батурин Березкиндың асыулы, тупаҫ һүҙҙәрен йомшартты. Тәржемә итте лә, Фазлый мөғәллимдең барыһын да аңларға һәм хәтерендә ҡалдырырға тырышып, күҙҙәрен дә йоммай етди тыңлауын күрҙе. Башын әкрен генә ҡағып рәхмәтен белдерә — әллә ҡорал өсөн, әллә үҙенә ышанып әйтелгән мөһим хәбәр өсөн.

Уның зәңгәрһыу пероны — теҙенә тиклем төшкән оҙон күлдәге — саңлы алыҫ юлдан оҙаҡ килеүенә ҡарамаҫтан, таҙа һәм керләнмәгән. Етен томбомы — киң салбары — еңелсә тәпәрләнгән. Лунги — башына ҡабартып уралған ҡара салмаһында көмөш ептәр емелдәй. Оҙон ҡуңыр ҡулдары ҡыҙыл епкә теҙелгән һөйәк тиҫбе тарта.

Фазлый мөғәллим — хөкүмәт менән солох төҙөп, көбәктәрен Әкрәм мулланың көслө, күп һанлы яугирҙарына ҡаршы борған Сәйфетдиндең ҡораллы отряды вәкиле. Вәкил совет разведчигы менән осрашыуға төндә йәшерен килде. Патаға — ҡояштан һәм һалҡындан ҡотҡарыусы беше бөркәнгескә уранып юл ситендәге кәкре ағас күләгәһендә ултырған еренән уны Батурин барып алды. Тәҙрәләренә пәрҙә тартылған машинала гарнизонға килтерҙеләр. Уларҙың күрешеүе — ике разведчиктың күптән түгел төҙөлгән союздың ныҡлығын һәм хаҡлығын һынап ҡарау өсөн осрашыуы ине.

— Уларға ҡоралды ҡайҙа илтергә кәрәклеген күрһәтһен! — Разведка начальнигы касалар, сәйгүнде ҡаплап, өҫтәлгә карта йәйҙе.

Фазлый мөғәллим эйелә биреп картаны ҡараны. Үҙәндәр, тарлауыҡтар, бормалы юлдар, ҡышлаҡтар һыҙатын таныны. Унда Сәйфетдин әмир юлбашсылығындағы пушту ырыуы йәшәй. Әмирҙең яугирҙары күптән түгел генә юлға засадаға сығып, хәрби йөк машиналарын һәм цистерналарҙы яндыра ине, юл ҡан таптары, ҡором, ҡыйратылған машиналарҙың ҡара һөлдәләре менән ҡаплана торғайны.

— Ҡоралды, әгәр командорға уңайлы булһа, Ҡарахәлгә килтерергә кәрәк. — Фазлый мөғәллим алһыу тырнағы менән картаға еңелсә ҡағылып алды. — Ҡоралды әмирҙең улы Мәжит ҡабул итәсәк. Атаһы Мәжиткә көслө отряд бирҙе. Ул һеҙҙең менән бергә Әкрәм муллаға ҡаршы һуғышҡа барыр. Уға ҡорал күп кәрәк. Әгәр командор минометтар ебәрһә, Мәжиткә Әкрәм муллаға ҡаршы һуғышыу еңелерәк булыр ине.

Батурин үтенестең ныҡышмалылығын тапшырырға тырышып тәржемә итте, сөнки бында тамамланмаған оҙайлы һатыулашыу ҙа, үҙ-ара хеҙмәт күрһәтеү һәм вәғәҙәләр алмашыу ҙа, хәйлә менән ихласлыҡтың ҡатмарлы ҡушылмаһы ла бар ине.

— Юҡ, ауыр ҡоралдар тураһында һуңынан! Башта минометтарға лайыҡ булһындар! Башта беҙгә эшләһендәр!..

Әмирҙең отрядтары тарлауыҡтар, артылыштар буйлап, бихисап кеше көн иткән ҡышлаҡтар һәм үҙәнлек аша һуҙылған юлдың бер өлөшөн һаҡта тотто. Юлды ҡамап, колонналарҙың хәрәкәтен ҡыйынлаштырҙы. Сәйфетдин менән солох төҙөү, уның дошманлашҡан, һуғышсан бандаһын дуҫҡа әйләндереү хәрби еңеүҙәрҙән ҡиммәтерәк. Был солохтоң хаҡы — юлда һуғышты туҡтатыу. Уның хаҡы Сәйфетдингә Ҡабул түләгән мул аҡсаға торошло булырға тейеш. Уның хаҡы — Березкин ебәргән ҡорал ҡиммәте. Бер нисә көн элек юлдан ҙур булмаған колонна үтте. Шоферҙар тарлауыҡҡа яҡынлашҡас, атыуҙар көтөп, кабиналарына һырышты, тәҙрәләргә бронежилеттар япты. Оҙатып йөрөүсе зениткалар, дошман засадаларын эҙләп, ярлауҙарҙы байҡаны. Ләкин ғәҙәттәге атыуҙар һәм засадалар урынына уларҙы юл буйында ҡораллы кешеләр йылмайып ҡаршы алды. Ҡул болғап, баш эйеп, ҡулдарын күкрәктәренә ҡуйып сәләмләнеләр. Кисәге дошмандар дуҫтарға әйләнде. Машиналарҙы һаҡланылар, оҙата барҙылар. Бер көндән юлдан икенсе, инде ҙур колонна — «наливник»тар1, снарядтар, ракеталар һәм миналар тейәлгән йөк машиналары уҙасаҡ. Уның юлдан имен үтеүе, йөктәрҙең һаҡланыуы союзды тулыһынса нығытасаҡ.

— Әйт: колонна үтеп китеү менән автоматтар тейәлгән машиналарҙы ебәрербеҙ, — тип раҫланы Березкин. — Тағы ла. «Барбухайка»ларҙы2 тикшереүҙе көсәйтһендәр. Әкрәм мулла үҙенең кешеләрен Ҡарахәлдән Фари Манғалға тиклем тотҡарлыҡһыҙ йөрөтә. Икенең бере: йә һеҙ беҙҙең менән Әкрәм муллаға ҡаршы, йә һеҙ уның менән беҙгә ҡаршы!

Батурин һөйләмде, унан янауға оҡшаш ҡәтғи төҫмөрҙәрҙе юйып, партнерҙың дөйөм дошманға ҡаршы көрәштә терәк һәм ярҙам үтенесе итеп тәржемәләне.

— Әмирҙең улы Мәжит Әкрәм мулла кешеләре өсөн юлды япты, — тип ышандырҙы Фазлый мөғәллим. — Кисә һуғыш булды, мулланың ике кешеһе Ҡарахәл янында үлтерелде. Командор автоматтарҙы ваҡытында ебәреп, Мәжит отряды ҡоралланып алһа, беҙ шуравиҙарға3 мулланың ҡышлаҡтарын ҡыйратырға ярҙам итәсәкбеҙ. Беҙҙең кешеләр Мусаҡалаға беренсе булып бәреп инеп, Әкрәм мулланы тотоп алыр!

Быға ышанырға мөмкин ине. Ике феодаль кенәз, ҡоралланған ике яугир уңдырышлы үҙәндәге ҡышлаҡтарҙа өҫтөнлөк итер өсөн үҙ-ара яғалашты. Унда, уңдырышлы ерҙәрҙә, киндер үҫә, ә унан өйҙәрҙәге бәләкәй ҡаҙандарҙа Пакистанда ныҡ баһаланған наркотик — терьяк ҡайнаталар. Терьяк тултырылған төргәктәр Пакистанға оҙатыла, феодалға аҡса, ҡорал, хакимлыҡ килтерә. Әкрәм мулла уңдырышлы ерҙә ғәйәт ҙур киндер баҫыуҙарына хужа, ә уның көндәше Сәйфетдин күршеһен шуравиҙар ғәскәре ярҙамында ҡыҫырыҡлауҙан баш тартмай.

Разведка начальнигы булараҡ, Батурин ваҡытлыса төҙөлгән союздың ысын баһаһын белә. Совет часы командиры менән дуҫлыҡ та түгел, Ҡабул властарына тоғролоҡ та түгел, уларҙан алыҫтағы ихтилалдың ят идеялары ла түгел, ғазауат — исламдың йәшел байрағы аҫтындағы изге һуғыш та түгел, ә пластилиндай йомшаҡ наркотик һағыҙы, йәшел киндер баҫыуҙары ылыҡтырҙы удел кенәзе Сәйфетдинде шуравиҙар менән союзға. Ул биләмәләрен киңәйтергә ынтылды. Разведчиктар быларҙың бөтәһен дә аңлай. Ләкин союз үҙен аҡлай. Юлдағы яуҙарҙы туҡтата. Әмирҙең ҡышлаҡтарын ҡыйралыуҙан һаҡлай. Шоферҙарҙың ғүмере ҡыйылмай. Килешеүгә бармаған төп дошманды көсһөҙләндерә.

Союздың аҫтыртын асылын аңлаған Батуринға Фазлый мөғәллим оҡшай ине. Йомшаҡлығы, әҙәплелеге, уның, Байтуриндың, дуҫтанә мөнәсәбәтенә яуап итеп, шунда уҡ мөләйем йылмайыуы оҡшай.

Березкин ҡалын, таушалып бөткән, ҡышлаҡтар атамалары, башлыҡтар һәм агенттар исемдәре менән сыбарланған блокнотына яҙырға тотондо. Уларҙың икеһен дә бер аҙға үҙ яйына ҡуйҙы. Шунан файҙаланып, тегеләр әһәмиәтһеҙ, ләкин күңелгә ятышлы нәмәләр тураһында әңгәмә ҡорҙо.

— Хөрмәтле Фазлый, һеҙҙең ҡышлаҡта күптән түгел мәктәп асылған, тип ишеттем. Һеҙ яңынан яратҡан эшегеҙгә тотона, балаларҙы уҡыта алаһығыҙ!

Батурин афғандың күҙ ҡараһының ҡыуаныстан тертләп ҡуйыуын күрҙе. Тыныс тормошта ул мөғәллим булған. Осрағандарҙан боҫоп ҡалыу, патаға ураныу, ишәктән моторикшаға күсеп ултырыу, сәғәттәр буйы эҫе ҡояш аҫтында бешеп баҫып тороу, хәрби мәғлүмәттәр йыйыу уның эше түгел ине. Уның эше — бар ғәм менән һалынған балсыҡ мәктәптең бәләкәй класында балалар уҡытыу, сәскә һәм дөйә һүрәттәре яһап, ҡулдан эшләнгән плакаттағы хәрефтәрҙе нәҙек таяҡ менән төртөп күрһәтеү. Ул Батуринға был һорауы өсөн рәхмәтле ине, уны илтифат күрһәтеү булараҡ баһаланы.

— Хөрмәтле Батурхан, ышанығыҙ миңә, мин бер ҡасан да шуравиҙарға атманым. Мин шуравиҙар менән афғандарҙың бер-береһенә атыуын һәр ваҡыт оло бәхетһеҙлек һананым. Шуравиҙар менән афғандар бер-береһен «туған» тип атаған замандар бар ине. Бындай заман тиҙҙән ҡабат ҡайтыр, тип өмөтләнәм. Мин балаларға һеҙҙең халыҡ хаҡында белгән бөтә яҡшы нәмәләрҙе һөйләрмен; уларҙа нәфрәт тыуҙырырлыҡ нәмәләр тураһында түгел, һеҙҙең менән беҙҙең танышлыҡ тураһында һөйләрмен, ҡәҙерле Батурхан!

— Мин һеҙҙең ҡустығыҙҙың яраланыуы хаҡында әйткәнегеҙҙе хәтерләйем. Һуғыш һәр ғаиләгә бәлә килтерҙе. Һәр йорт аша пуля үтте.

— Толдар һәм етемдәр бик күп. Аллаға шөкөр, ҡустым аяҡҡа баҫты, яңыраҡ өйләнде... Туй булды. Кешеләр, винтовкаларын ҡуйып, табында ултырып кәбаб ашау, әңгәмәләшеү форсатына ҡыуанды. Бик шәп туй булды. Әле ҡыш, баҫыуҙарҙа эш юҡ, йәштәр өйләнешә. Ҡышлаҡтарҙа һәр ерҙә туй. Беҙҙең союз алдараҡ төҙөлһә, ҡустым һеҙҙе туйына мотлаҡ саҡырыр ине. Мин уға һеҙҙең турала һөйләйем. Ул һеҙҙе ихтирам итә.

— Ҡустығыҙға минең ҡотлауҙарымды тапшырығыҙ! Бәхетле булһын!

Батурин ҡышлаҡтарҙа, ҡуңыр һәм һоро дувалдар, япраҡһыҙ баҡсалар, былтырғы ҡамыл ҡалдыҡтары менән ҡапланған көлһыу, үле баҫыуҙар араһында мосолман туйҙары гөрләүен күҙ алдына килтерҙе. Келәмдәр һәм мендәрҙәр күҙҙе ҡамаштыра. Байрамса кейенгән кешеләр келәмдәрҙә, быу бөрккән ашамлыҡтар янында иркенләп ултыра. Нәфис аһәңле ҡылдар сыңлай. Барабандар һәм һорнайҙар гөрөлдәй. Һәм ҡапыл боронғо пушту мылтыҡтарынан йәнгә шом һалмаған, ә күңелде күтәргән атыу. Яңы ғаилә тыуыуын, ырыуҙың дауамын, өйҙәге муллыҡты, баҫыуҙарҙағы уңышты данлайҙар. Ҡышҡы һыуыҡ күктә өҫтәренән осоп үтһәң, бөтә үҙәндәрҙә, «зеленка»ларҙа4 мосолман туйҙары гөрләй.

— Уға әйт: иртәнән һуңға тағы килһен! — Березкин блокнотын япты. — Ҡоралды Ҡарахәлгә оҙата барыр. Беҙҙең колонна нәҡ көн аша килеп етәсәк, уны Сәйфетдиндең нисек үткәреүен күрербеҙ бына. Дуҫлыҡ — дуҫлыҡ менән, әгәр алдашһа, беҙҙең артиллерия уларҙы бөтә ерҙән табыр, самолеттар уларҙы бөтә ерҙә ҡаплар!

Батурин саҡырыуҙы тапшырҙы, янау хаҡында өндәшмәне. Йылмайыуы, еңелсә баш эйеүе менән Березкиндың ҡояшҡа янған йөҙөндәге тупаҫ, асыулы сырайҙы йомшартырға тырышты.

Осрашыу тамамланды.

— Уны алып бар ҙа шунда уҡ миңә штабҡа ин! — тип бойорҙо разведка начальнигы лейтенантҡа. Ҡаты ирендәрендә йылмайыу ишараты сығарып, афғандың ҡулын ҡыҫты.

Батурин тәҙрәһе ҡорғанлы машинала Фазлый мөғәллимде юлдан гарнизон сигенә, һирәк-һаяҡ велосипедсылар һәм үткенселәр күренгән туҙанлы, шыҡһыҙ ҡышлаҡ башланып, буш һоро дала йәйрәгән урынға алып барып еткерҙе. Улар кәкре ағас аҫтында хушлашты, киткәндә Батурин афғандың ергә сүгәләп, патаға уранып, юл буйындағы таш һымаҡ ҡатып ҡалыуын күрҙе.

Ул штабҡа, туҙанлы плац янындағы һоро ағас модулгә5 әйләнеп ҡайтты. Плацта әлһерәгән рота тапана. Дежурный янынан разведка начальнигы кабинетына үтте. Унда полковник, часть командиры килгәйне. Икеһе лә, командир менән Березкин, һауанан төшөрөлгән ялтырауыҡлы фотографияларҙы ҡарай. Разведка самолеты Мусаҡала — Әкрәм мулланың ырыу биләмәһе өҫтөнән бик бейектән осоп үткәндә баҫыуҙарҙың шаҡмаҡлы биҙәктәрен, ҡышлаҡтың сатраш һыҙмаһын, тармаҡланған арыҡтарҙы, ер аҫты канауҙарының бәләкәй соҡорҙарын — кәриздәрҙе, тирә-йүндәге тауҙарҙы, ҡороған һәм тулы һыулы йырҙаларҙы, һуҡмаҡтар һәм юлдар селтәрен төшөргән. Күҙҙәрҙән йәшерелгән, балсыҡ стеналар артына ҡасҡан, тарлауыҡтарға һыйынған афған ауылдары донъяһы фоторазведка объективтары, төҙәп бомба ташлау өсөн асыҡ.

— Бына бында, уның өйөнә, ул төндә бер нәмә күрмәй йоҡлағанда бомба ташларға кәрәк. — Полковник бәләкәй генә шаҡмаҡҡа, Әкрәм мулланың торлағына, шырпы менән ҡағылды. Был шаҡмаҡ унда, ҡышлаҡта, бейек стеналар артында торған, мөйөштәрендә түңәрәк манаралар күтәрелгән, емеш-еләк баҡсаһы, һыу ятҡылығы, ат һарайы булған, бихисап төкәтмәләрендә ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән, һаҡсылар һәм хеҙмәтселәр урынлашҡан бик ҙур йорт ине. Ҡышлаҡ уртаһындағы феодаль һарай — бындағы ҡоролоштоң үҙәге һәм терәге, ә уның хужаһы үҙенә тиклемге хакимдар быуаттар буйы эшләгәнсә идара итә, хөкөм сығара һәм яза бирә. — Әгәр бомбаны сәпкә ташлаһаҡ, беҙ уны бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ теге донъяға оҙатабыҙ. — Командир ялтырауыҡлы һүрәттә Мусаҡала оборонаһы һыҙығы — траншеялар, пулемет оялары, зенит позициялары саҡ-саҡ ҡарайып беленгән урынға шырпы төрткөләне.

Батурин буласаҡ операцияның ниәтен аңлап, уларҙың һөйләшеүен тыңланы. Ул ошо һуғышта ҡатнашыусы яугир ине. Ләкин күңел төпкөлөнә йәшеренгән башҡа булмышы уның яугир булыуына, һарайҙы ҡыйратыу, усадьбаны көл-күмергә әйләндереү, фетнәселәр ҡышлағына баҫып инеү теләгенә ҡаршы. Был булмышы баҙнатһыҙ икеләнә, ярата белеүҙән, ҡыҙғаныуҙан, ҡыҙыҡһыныусанлыҡтан тора. Был булмыш күңелен ошо ғәжәйеп ергә һәм тәбиғәткә, саф һәм бай мәҙәниәткә, эскерһеҙ, ҡыйыу, хуш күңелле, бик матур һәм сәләмәт халыҡҡа тарта. Был халыҡ башына бәхетһеҙлек — үҙ-ара ыҙғыш һәм талаш ябырылды. Тотороҡло көнкүреш ҡаҡшаны, боронғо ҡоролош бөлгөнлөккә төштө. Ғаиләләр һәм ырыуҙар тырым-тырағай тарҡалды. Кешеләр аяуһыҙланды, яуызланды. Ҡышлаҡтар һәм тарлауыҡтар хәрби ҡәлғәләргә, терәк пункттарға, мина яландарына һәм ҡаршылыҡ һыҙаттарына әйләнде.

Юҡ, ул ҡышлаҡҡа яу менән инергә теләмәҫ ине. Шартлауҙан ҡутарып ташланған дувалды, снаряд үлтергән дөйәне, пулемет артында ятҡан мөжәһитте күрергә теләмәҫ ине люктан. Ул ауылда юлсы булараҡ, ҡунаҡ булараҡ, салмала һәм патала, атлағанда ел туҙҙырған киң салбарҙа күренергә теләй. Стеналарына ҡурғашҡа һәм ебәккә сигелгән Ҡөрьән аяттары эленгән еләҫ ауыл мәсетендә мәзиндең аҙан тауышын ишетер, мәсет ишеге алдына теҙелеп баҫҡан егеттәрҙең баштары бер юлы сәждәгә эйелеүен, көмрө танауҙары ергә тейеүен, ҡара һаҡалдары бөгөлөп, күҙҙәре доғаға йомолоуын күрер ине... Һарыҡ тояҡтары тауышы яңғыраған ҡыҫыҡ, эҫе дувалдар янынан үтер ине. Кәкре таяҡ тотҡан көтөүсе һарыҡтарҙы ҡыуа, һауаға туҙан, мал-тыуар, тәмле ҡарағай төтөнө еҫе тарала, шөңгөр шыңғырҙай. Бәләкәй малай үрелгән ситлектә сыбар ҡош килтерә... Кеселекле ҡулдарҙан ҡайнар сәйле каса алып, икмәккә һәм иткә хаҡтар, күрше улының туйы тураһында талғын әңгәмәне тыңлап, ҡунаҡсыл хужалар даирәһендә келәмдә ултырыр ине.

— Бына мине яҡындағы ике ҡышлаҡ борсой. — Полковник фотографияла кемдер ҡалдырған бармаҡ эҙенә оҡшаш селтәрле биҙәккә шырпы менән ҡағылды. — Юлдан броня үткәндә уны бында мотлаҡ ут менән ҡаршы аласаҡтар. уларҙың нисә штыгы булыуын, ҡайһы ерҙәргә мина ҡуйылғанын белергә кәрәк. Был ҡышлаҡта мулла яҡлы Мәхмүтхандың төп отряды урынлашҡан. Уның хаҡында күберәк белергә ине.

Березкин фотографияларҙы карта менән сағыштырҙы. Блокнотына ҡышлаҡ атамаларын яҙҙы. Яңынан һүрәттәрҙе ҡараны. Батурин һөйләшеүҙә ҡатнашманы, әммә элекке операцияларҙан, үҙенең ике йыллыҡ тәжрибәһенән ваҡиғалар барышын күҙ алдына килтерҙе.

Броня колоннаһы — «бэтээрҙар», танктар, пехотаның хәрби машиналары, оло юлдарҙы урап үтеп, ҡоро йырҙаларға инеп, мина тралын алдан ебәреп, Мусаҡалаға йүнәлер. Трал катоктары сәнскәкле ерҙе тигеҙләр. Шартлау, тимер гөрһөлдәүе, төтөнгә сорналған танк, «таблетка» уттарын тоҡандырған санитар машинаһы. Ҡорос колонна, тарлауыҡҡа тартылып, һай кисеүҙәрҙе үтеп, пушкаларҙан яҡын-тирәләге ҡышлаҡтарҙы һәм бейеклектәрҙе утҡа тотоп, Мусаҡалаға, уның тирәктәренә, кипаристарына, балсыҡ манараларына, башняларына, саман ҡаралтыларына яҡынлашыр.

Мотоуҡсылар роталары, соҡорҙарҙан әкрен генә шыуышып үтеп, ҡышлаҡты уратып алыр, бейеклектәрҙе яулар, блоктарға6 баҫыр, көбәктәрен аҡһыл ҡаралтылар яғына төбәр. Разведканың алғасҡы төркөмдәре тау битенә йүнәлер; сигенеү юлдарын ҡаплап, тау һуҡмаҡтарын миналап, засадаға баҫыр.

Команда пункты, сыбар селтәрҙәрен тағатып, фургондарҙы, элемтә станцияларын, штабсылар торлағын ҡаплар. Ҡалҡыулыҡта тәгәрмәсле гаубица, гусеницалы самоходка, ракета батареялары көмбәҙҙәр һәм дувалдарҙың тоноҡ һыҙыҡтарын, үтә күренгән тирәклектәрҙе сәпкә алыр. Һәм полковник, биноклен төбәп, әленән-әле зәңгәр күккә күҙ һалып, унда ҡасан металл геүләүе ишетелерен — самолеттар осоп килеүен көтөр.

— Беҙҙең яңы союздаштарҙы, Сәйфетдин кешеләрен, бына ошонда ҡаршы алырбыҙ. — Командир картаға төбәлде. — Уларҙы үҙебеҙҙең янға броняға ултыртып, Мусаҡалаға яҡынайырбыҙ. Артналеттан, бомба һөжүменән һуң алда барып, ҡышлаҡты ентекләп ҡарап сыҡһындар. Әкрәм мулла менән үҙҙәре аңлашһын!

Батурин быныһын да — ҡышлаҡты тентеүсе «дуҫтар бандаһы» ғәмәлдәрен дә күҙ алдына килтерҙе. Һығылма хәрәкәтле, һаҡ, сос егеттәр, иңбаштарына пата һалып, атырға, ергә ҡапланып ятырға, кәриздәргә сумырға әҙер булып, боҫоп ҡына дувалдар буйлап барыр. Ишек алдарына һәм ҡаралтыларға үтерҙәр. Нәфселе, ҡомһоҙ рәүештә өйҙәрҙә аҡтарынырҙар, тоҡтарына ебәк туҡымалар, көмөш әйберҙәр, фарфор вазалар, сәғәттәр тултырырҙар. Ҡышлаҡты төтөн еҫе баҫыр. Унда көн итеүселәр, хәрби отрядтар ҡышлаҡты ташлап китер, ҡышлаҡ талауға ҡалдырылыр. Фетнәнең тағы ла бер терәге баҫтырылыр, емерелер. Тарлауыҡтар буйлап, вертолеттарҙан йәшенеп, дөйә каруандары, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар төркөмдәре һуҙылыр. Һуғыштан ҡасып, тауҙарға китерҙәр. Салмалы һыбайлы, алыҫ шартлауҙарҙы ишетеп, нәфрәтләнеп винтовкаһын ҡыҫыр.

— Иптәш полковник, һеҙҙең менән беҙҙең план барыбер барып сыҡты! — Березкин һоро, төләгән ирендәрен ҡуҙғатып, көлөмһөрәне. Талсыҡҡан, мәңге һаҡ күҙҙәре нурланып, йылмайҙы. — Беҙ Сәйфетдинде ауыҙлыҡланыҡ. Әле уны тар-мар итергә, тарлауыҡта эләктерергә маташыр инек, ә ул, бына һиңә кәрәк булһа, иң яҡшы дуҫыбыҙ! Беҙҙең менән бергә Әкрәм муллаға ҡаршы бара! Ә бит беҙҙе кемдәрҙер дүндерергә теләне. Кемдәрҙер беҙгә ышанманы. Мин, иптәш полковник, илселектәге аҡыллы баштарҙың, «изге ислам һуғышы өсөн», «Аллаһтың йәшел әләме хаҡына» тип һөйләнеүҙәренең барыһы ла сафсата икәнлегенә ышандым. Көнсығыш көстө таный һәм уға буйһона! Кем генә бирмәһен, аҡсаны ла ала! Ә кемдең штыктары һәм афганиҙары күберәк, Аллаһы шулар яҡлы! Мин быға төшөнөргә өлгөрҙөм.

Батурин был һүҙҙәрҙе ҡурҡа биреп тыңланы. Ул — йәш офицер, тылмас — хеҙмәт буйынса өлкәндәр ҡабул иткән ҡарарҙарға ҡыҫыла алмай. Ләкин уның бөртөкләп туплаған тәжрибәһе, алдан һиҙемләүе һәм тоҫмаллауы, был ергә һәм халыҡҡа күңеле тартыуы әлеге һуғышта һәм фажиғәлә килмешәктәр төшөнә алмаған айыш барлығын дәлилләй ине. Һөйөү һәм түҙемлек, халыҡтың бәғер параһына һаҡ үтеп инеү менән генә был айышҡа төшөнөргә мөмкин. Ҡыйратырға түгел, ә һаҡларға, яуызландырмаҫҡа, ә йәлеп итергә кәрәк. Юғиһә, мәғәнәһеҙ ҡан ҡойош дауам итәсәк, һуғыш оҙаҡҡа һәм ҙурға китәсәк. Ул хеҙмәтенең икенсе йылында шулай уйланы. Әммә уйҙарын түрәләргә белдерә алмай ине.

— Мин Германияла ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт иткәндә, — тип дауам итте Березкин, — бына унда, исмаһам, эш ине! Сағыштырып буламы? Бында барыһы ла ябай, тупаҫ, бер генә һүҙ — Азия, урта быуат! Унда дошман — немец, америкалы! Ысын «театр», алымдар, цивилизация! Радио һөйләшеүҙәрҙе эләктереүҙәр, йыһан! Сығанаҡтарға ентекле анализ! Ул хәрби мәктәп булды... Ә мине, шул мәктәп менән — ҡышлаҡтарға, дөйәләргә! Көлкө!.. Ләкин беҙҙә лә барыбер яҡты минуттар була. Сәйфетдинде үҙебеҙгә әүрәттек!

Уның ҡыҙғылт тиреле, өтәләнгән аҡ сәсле пеләш башы картаға эйелде. Березкин күҙ уңында тотолған хәрәкәт маршрутын һәм Мәхмүтхандың төп отряды урынлашҡан теге ике ҡышлаҡты ҡараған арала, Батурин уны шым ғына, үҙһенмәй күҙәтте һәм был аҡыллы, арыу-талыуҙы белмәгән, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән кешелә һөнәри тәрәнлек менән бер ҡатлылыҡтың, разведка фәнен бик шәп белеү менән Көнсығыш тормошоноң нескә рухына һаңғыраулыҡтың нисек ярашыуына ғәжәпләнде.

— Сәйфетдин әмирҙең беҙҙең менән Мусаҡалаға барыуы бик мөһим, — тине командир. — Уның юлды асыуы һәм беҙҙең транспорт колонналарының юғалтыуһыҙ барыуы тағы ла мөһимерәк. Һеҙҙән һөҙөмтәләр көтәм. — Ул аэрофотоһүрәттәрҙе өҫтәлгә һалып, сығып китте.

— Барыһын да аңланыңмы? — тип һораны Березкин тылмасҡа мөрәжәғәт итеп. — Хәҙер үҙеңә ҡайт, ял итә алаһың. Ярты сәғәттән осабыҙ! Ике «вертушка»7 менән Мусаҡала районына «тел» алырға барабыҙ. Уларҙың, шайтандарҙың, унда ПВО көслө. Тура килмәһәк ярар ине! — Лейтенантты онотоп, разведка начальнигы йәнә картаға эйелде. Нәҙек, янған ирендәре менән нимәлер шыбырланы.

 

*  *  *

Уның торлағы — саман өйҙәге бәләкәй генә ярым ҡараңғы тар бүлмә — гарнизон ситенә һыйынған. Электр уты ҡабыҙмаһаң, тоноҡ быяла киҫәге ҡуйылған кескәй ҡыйыш тәҙрә аша бүлмәгә зәңгәрһыу яҡтылыҡ төшә. Ул ҡағыҙҙар ятҡан, әсәһенең фотографияһы ҡуйылған, емерелгән мәсет стенаһы эргәһендә табылған ялтыр сынаяҡ плита торған өҫтәлде саҡ-саҡ яҡтырта. Йөн одеяллы карауат, ҡулйыуғыс, баш осондағы автомат — барыһы ла ҡараңғыла ҡала.

Ул вертолеттар геүләүенә ҡолаҡ һалып, одеял өҫтөнә ятты. Тәҙрәләге нығытылмаған быяла тауыштан дерелдәргә тотондо. Гүйә, зәңгәрһыу яҡтылыҡ сыңлай һәм һелкенә, бүлмәгә яҡтылыҡ тирбәлеше тулған. Йоҡа стена аша
тауыштар ишетелә. Батурин белә: һалдаттар, яйын табып, мөйөшкә боролған да уның торлағы стенаһы янында, командирҙарҙың күҙенә салынмаҫҡа тырышып, тәмәке көйрәтә.

Ул үҙен арыған, әсенгән, хатта сирләгән һымаҡ тойҙо. Уны тән әрнеүе түгел, ә эшенә бәйле ҡәнәғәтһеҙлек ғазапланы. Афғандар менән әңгәмәләшеп, уларҙы тәржемә иткәндә һәр ваҡыт яңылышты, хаталанды; һүҙҙәрҙә түгел, ә ым-ишараларҙа, ҡараштарҙа, әйтелмәгән тойғоларҙа йәшеренгән ниндәйҙер мөһим нәмәне тота алмай ҡалды. Был яңылышлыҡтарҙа үҙе ғәйепле булғандай, белеме етмәгәндәй тойолдо. Ул, афғансы, был илде һәм уның халҡын белмәй.

Афғандарҙы күңел асҡанда, бәләгә тарығанда һәм намаҙ уҡығанда күҙәтеп, уларҙың холоҡ-фиғелен, эске донъяһын аңларға тырышты. Улар уны күберәк ҡунаҡ кеүек ҡабул итте. Иң ярлы, ябай торлаҡта, фәҡирҙең туҙанлы кейеҙендә халыҡтың наҙына, һөйөүенә солғанды. Иң һуңғы тәғәмдәрен — ҡоро көлсә, ҡаҡланған ит киҫәге, ватыҡ касала шыйыҡ сәй ҡуйҙылар. Әммә был — бөтә йөрәктән, ысын күңелдән ине. Ошо мәлдә уға ҡурҡыныс янаһа, уға дошман һөжүм итһә, хужа стенанан иҫке пушту винтовкаһын алып, уны туғаны, улы кеүек яҡларға тотонор ине.

Дукандарҙа сауҙагәрҙәр, аҡса алмаштырыусылар, мал-мөлкәт өсөн йәнен һатҡандар, еңел аҡса артынан ҡыуыусылар хәйләләшкәндә, йәшергәндә, тура яуаптан ҡасҡанда, уларҙың этләшеүен һиҙә ине. Асыҡ ауыҙ, башҡа диндәге сит кеше, тип ҡарап, әңгәмәсене төп башына ултырталар. Ә фаш иткәс, уңайһыҙланалар, йылмая, үҙ һүҙҙәренән тиҙ кире ҡайталар.

Үлгәндәрен күрҙе. Афған коммандостары фетнәселәр ҡышлағын тентеп йөрөгәндә тотолған ике әсир мөжәһиттең үлгәнен күрҙе. Икеһен дә ҡоралдары менән алдылар — винтовкаларын ҡыйыҡ аҫтына тығырға өлгөрмәнеләр. Уларҙы ошонда уҡ, балсыҡ стена буйына баҫтырҙылар. Икеһе лә өндәшмәҫ, йәштәр, һондорҙар, оҙон ҡулдары кәүҙә буйлап һалынған, үҙҙәрен үлтереүселәргә асыҡтан-асыҡ, хайран ҡалырлыҡ нәфрәт менән ҡарайҙар. Янып торған ҡара көйҙөргөс күҙҙәре ут сәсә. Иңгә-иң баҫып, автомат көбәктәре күтерелеүен ҡарап торалар. Уларҙың утлы, нәфрәтле ҡарашы төндә Батуринды әллә нисә мәртәбә ыҙаланы!..

Афғандарҙы ҡояш байып, дала ҡыҙара, бөркөлә, быялалана башлағас, намаҙ уҡыған саҡта күрҙе. Йәшел күктә алһыу тауҙар тора. Юлсы, юл буйына намаҙлығын йәйеп, киске намаҙ уҡый. Уның доғаһында, йомолған күҙҙәрендә, Аллаһҡа төбәлгән зарында — ихласлыҡ, тәрәнлек. Йәшел һауа, алыҫтағы тауҙар, иген баҫыуҙары, баҡсалар уның доғаһы менән һаҡлана һымаҡ тойола.

Стена артында һалдаттарҙың тауыштары ишетелде:

— Һуғып ебәреү генә түгел, уны атып үлтереү ҙә аҙ! Ана, миңә ротный8 суд менән янай, ә мин ҡурҡмайым! Мин сүлдә булдым. Сүлдән һуң бер ниндәй суд та миңә ҡурҡыныс түгел! — тине береһе, ҡарлыҡҡан тауыш менән ярһып, яңғыратып төкөрөп.

— Сүлгә барып ҡараһындар, каруан ҡыйратһындар, шунан хөкөм итерҙәр. Ә бармай тороп, кемдең кемде хөкөм итергә тейешлеге билдәһеҙ! — тип яуапланы икенсеһе мыҫҡыллап, тәмәкеһен һурғанда ваҡыт-ваҡыт туҡтап.

— Теге, Ленинградтан, Мәскәүҙән йыйып алынғандар, иң әшәкеләре, оятһыҙҙары! Иҫәрҙәр, етмәһә! Уларҙы пуля беренсе булып таба. Мин кемдең ҡасан йәнтәслим ҡылаһын шунда уҡ күрәм. Уларҙың йөҙөнә яҙылған.

— Ысынлап та, шулай! Мәскәүҙәр — йүнһеҙ. Ата ялҡауҙар. Түҙә белмәйҙәр.

Батурин урыҡ-һурыҡ тыңланы. Ике һалдат та сүлгә ҡорал ташыусы каруандарҙы юҡ итергә ебәрелгән десантсы ине. Бәлки, хәҙер икеһе лә «тел» эләктерергә уның менән бергә осор. Уларҙың иронияһы, ҡаты бәғерлелеге — ҡан һәм күҙ йәштәре аша алынған аҡыл менән тормошто һалдаттарса аңлау ул.

— Мин уға былай тим: «Һин фляга алдың, ул һиңә бер тәүлеккә бирелде. Һаҡла! Түҙ! Эсмә! Көндөҙ сүлдә һыу эсеү — тиктәҫкә. Эсеү менән бөтә һыу ҡултыҡ аҫтынан сығып бөтә. Һин, иҫәүән, төндө көт, шунан эс!..» Юҡ, тыңламай! Тотош фляганы эсеп бөтә лә, ултыра күшеккән күҙҙәрен таҫрайтып!.. Асыуым килә! Һин хәшәрәтте ҡомға күмеп ташлар инем, тип уйлайһың! Мәскәүҙәр — иң ҡырағайҙары, ысын!

— Ысынлап та, шулай! Ленинградтар ҙа шундай!

Өҫтәлдәге йәшел сынаяҡ плита емелдәп нур сәсә, гүйә, иҫке мәсет көмбәҙенең ялтырауыҡлы балсығы — бүлмәне йәнләндергән яҡтылыҡ сығанағы. Батурин балсыҡтың зөбәржәттәй балҡыуына ҡарап, стена артындағы тауыштарҙы тыңланы.

Уның частағы төп эше бөтә көсөн, дәрт-дарманын һура. Йоҡоһоҙлоҡҡа, төндә лә һәм көндөҙ ҙә, үтә эҫелә һәм һалҡында ла беренсе ишара, приказ буйынса вертолетҡа, «бэтээр»ға, штаб машинаһына аяғы ергә теймәй барып етергә әҙер булыуға күнектерҙе. әсирҙәрҙән яуап алыуҙар, агенттар менән йәшерен осрашыуҙар, үткәреү пункттарында эшләү. Ҡамалған фетнәселәр ҡышлаҡтарына һөжүм итер алдынан тыныс халыҡ, мегафондан саҡырылып, пункттарға килтерелә. Ҡаптар, тоҡсайҙар йөкмәп, мал ҡыуып, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ҡарт-ҡоролар килә. Ул, эсе бошоп, йәлләп һәм әрнеп, кемделер — табипҡа, кемделер — ашнаҡсыға, кемделер брезент тенттар күләгәһенә оҙата. Ул арала булмай, артиллерия гөрһөлдәргә тотона, шартлауҙарҙан ҡышлаҡтарҙа төтөн борҡой; яуап итеп, дувалдар артынан дошмандарҙың эре калибрлы пулеметтары тыҡылдай. Ул һиҙемләргә, төшөнөргә бер генә форсат бирмәгән ҡара эштә. Шулай ҙа һуғыштың ыржайыуы, үкереүе аша халыҡтың тормошон аңларға ынтылды — уныһы әлегә мөмкин булмаҫтай тойолған, һуғыш туҡтаған тыныс заманда кәрәк булыр.

Ерләүҙәрҙе лә күп күрҙе ул. Аҡҡа биләнгән мәйетте ҡояш байымаҫ борон тауға алып барып еткерергә ашығалар. Унда мәйетте ағас ҡолашанан алып, башын күҙгә күренмәгән Мәккә яғына ҡаратып, ҡәбергә төшөрәләр, ҡәберҙе саңлы, эҫе һәүерташтар менән күмеп, иң ҙур ташты баш осона ултырталар. Һәм мәйет тауға әйләнә. Киске шәфәҡ унда төрлө төҫтәге шәмдәлдәр ҡабыҙа. Арыған төркөм, кәтмәндәрен тотоп, ашыҡмай ғына тауҙан ҡышлаҡҡа төшә.

Наурузды ла күрҙе ул. Науруз — Яңы йыл, ҡыяҡлылар уянғанда, виноградтың шәрбәт бөрөләре бүрткәндә билдәләнә. Кешеләр бер-береһенә бүләктәр бирешә, әҙәпле генә һаулыҡ һораша. Ҡышлаҡтар — тәмле еҫ таратыусы, үтә күренмәле төтөндә. Шештә ҡыҙарған кәбаб шыжлай. Тәрилкәләрҙә ялтыр дөгө тауҙары быу бөркә. Касаларға анар һуты ҡойола. Һәр торлаҡта мәрхәмәтле, рәхимле, шәфҡәтле Аллаһыға маҡтау яуа. Унан именлек, ырыуҙы дауам итеүен, баҫыуҙарҙың сәскә атыуын һәм емеш биреүен үтенәләр.

Өмәлә эшләгәндәрен дә күрҙе. Кәриздәр, ер аҫты йырҙалары ҡаҙығанда бөтә ғәм менән бергә эшләйҙәр; унда ҡояштан һәм саңдан йәшеренгән һалҡын ағым ер аҫтынан йүгерә, ҡышлаҡтарҙы һәм баҫыуҙарҙы, һарыҡ һәм дөйә көтөүҙәрен һуғара. Боронғо ата-бабаларҙан ҡалған маһирлыҡ. Кәтмән менән ҡоҙоҡтар ҡаҙыйҙар, тупраҡты үрелгән кәрзиндә, еүеш балсыҡты күн турһыҡта өҫкә сығаралар. Ер аҫты туннеле ҡаҙыйҙар. Ирегән боҙҙарҙан һәм һирәк яуған ямғырҙарҙан тамсылап йыйылған һыу селәндеке кеүек оҙон муйынлы көмөш кувшиндарҙы тултыра.

Ул халыҡтың ғәжәйеп мәҙәниәтен аңларға тырышты. барлыҡ ауыр заманалар аша үҙенең сәләмәтлеген, тотороҡлолоғон һәм бөтөнлөгөн халыҡ мәҙәниәттә һаҡлаған.

Стена артында десантсылар һөйләнде:

— Мин уға, иҫәргә, былай тим: «Эсеп бөтөрмә, һаҡла!.. Каруанды бөгөн ҡыйратмаһаҡ — тағы ла бер тәүлек ҡомда ҡалырға! Һыуһыҙ үкерерһең!» Юҡ, һемереп бөтөрҙө!.. Тегеңә ҡарайым — аҡылдан яҙған, тиерһең! Ағарынған, күҙҙәрен тегеләй-былай йүгертә, күмәгәйе аҫҡа-өҫкә йөрөй! Бер ни аңламай! Эҫелектән аҡылдан шашҡан!

— Мин быны үҙемдән беләм! Башыңда бер генә нәмә — эсергә, эсергә! Сүл, ә һинең күҙеңә йылға, ҡоҙоҡ күренә... Мин быны хәтерләйем!

— Бына шул... Ҡараһам, ҡайҙалыр шылған. Автоматы бында, ә үҙе юҡ. Сүлдә бышлығыр ҙа — аяҡ һуҙыр! Уны йә «духтар» эләктерер, йә көн һуғыр. Эҙләп киттем. Ә ул, ҡәбәхәт, бархан артына барып, запас, «энзе» фляганы асҡан да һемерә генә!.. «Их һин, әшәке!.. — тим тегеңә. — Һин ниңә уртаҡ һыуҙы эсәһең? Һин кемде һыуһыҙ ҡалдыраһың? Мине һыуһыҙ ҡалдыраһыңмы? Намыҫың юҡ икән, эс, эсеп бөт, иптәштәреңдән урла!» Ул миңә ҡурҡаҡ эт һымаҡ ҡарай. Хәҙер үҙенә тондорор, һыуҙы тартып алыр, тип уйлай. Ә үҙе эсә, ашыға, бүлкелдәтә. Барыбер эсеп бөтөрҙө оятын юйған хәшәрәт! Бына һиңә Мәскәү егете! Бына һиңә баш ҡала егете!

— Эйе, улар унда, Мәскәүҙә, барыһы ла шулай! Улар һиңә бер генә йүнле һүҙ әйтмәҫ. Һин улар өсөн ауыл, провинция. Ерәнеп ҡарайҙар!

— Мин уны унда «ерәндермәк» булдым, әммә тыйылдым!

Улар тынып ҡалды. Тәмәке төтөнөнөң еңелсә еҫе тәҙрәнән үтеп инде. Батурин, был ҡарлыҡҡан тауышлы десантсы хаҡлылыр, бәлки, тип уйланы. Сүл ҡабул итмәгәндәрҙе барлыҡ ер, тәбиғәт тә кире ҡаға, ул һәләк була. Гранатанан һәм пулянан, базука һәм мина шартлауынан ғына түгел, ә һағыштан да, күңел төшөнкөлөгөнән дә.

Ул һуғышта ҡатнашыуының икенсе йылында гепатит менән сирләне, бархандарҙа сарсауҙан интеккәне булды. тауҙарҙа епшек ҡар яуып, кинәт һалҡынайтып, тау курткалары шалтырауыҡ ҡабыҡҡа әйләнгәс, аяҡтарын туңдырҙы, броняла йылы һуҡтырҙы. блокнот биттәре араларына, аҙыҡҡа, һыуға, әйтерһең, күңелдең үҙен сыйғыслап, ҡом бөртөктәре тултырған, бихисап көндәр туҡтауһыҙ иҫкән тонсоҡторғос эҫе елдән аҡылдан шаша яҙҙы. Бына шуға ла ул, Афған тауҙары һәм сүлдәре тәбиғәтен яратам, тип әйтә ала.

Шыйыҡ малахиттай йәшел йылға шаршыларҙа быяла кеүек ялтырай, ҡояшта ҡыҙған көл ярлауҙары янында бызырлай. Бөтә теләк — тиргә батҡан, бәҫәргән кейемдәрҙе, һаҫыған ботинкаларҙы сисеп ташлау, автоматты ҡомға ырғытып, һалҡын, шәрбәт, үтә күренеүсән ағымға ятыу, тәнеңдән ауыртҡан, ҡурҡыу, дошманлыҡ, ышанмаусанлыҡтан ялҡынланған ҡабыҡты йыуып төшөрөүсе саф тамсыларға сумыу. Һалҡын Азия йылғаһында шыр яланғас ятып таҙарыныу, шулай үҙең әкренләп йылғаға, алыҫтағы боҙлоҡҡа, хәрәкәтһеҙ аҡ болотҡа, ағымда үҫкән бәләкәй үлән һабағына әүерелеү.

Төҫһөҙ ҡаялар башындағы, ҡара таштар тәгәрәшкән тауҙар өҫтөндәге, барып етмәҫлек тойолған зәңгәр боҙлоҡтарҙы күрҙе. Йөрәгең дөп-дөп тибә, туҙан ултырған үпкәң елһенә, мускулдарың үҙәккә үтеп һыҙлай. Арманһыҙ булып сүгәләп ултыраһың, ҡурҡа-ҡурҡа алан-йолан ҡаранаһың — сит салма күренеп ҡалмаймы, винтовканың ялтыр ҡараһы ялтламаймы, һәм көтмәгәндә — боҙлоҡ, уның киң йәйелгән аҡ ҡанаттары. Ҡыҙған автомат та, тирле «лифчик»9 та, промедол ампулаһы һалынған шәхси пакет та бер мәлгә онотола. Күк ҡатында гиҙгән был монарлы мөғжизәгә ҡарайһың. Эсәһең, һулайһың, илаһи бүтән тормош булыуына, тау матурлығына һәм мөхәббәткә инанып, һүҙһеҙ генә доға уҡыйһың.

Шәфәҡ батҡанда тауҙарҙы күрҙе. Көн кинәт, тиҙ һүрелә. Был мәлдә йыһан нурҙары үтә күренеүсән йәйғорҙары менән ҡая ҡыуышлыҡтарына һәм тарлауыҡтарға бәреп инә. Гүйә, бейеклектәрҙә аҫыл сыраҡтар ҡабыҙып, фәрештә осоп үтә. Һәр бейеклектә ҙур, үтә күренеүсән, нур сәсеүсе шәмдәл ҡалдыра. Гәлсәр туҫтаҡтан бөркөлгәндәй, унан алтын, йәшел, алһыу нурҙар ағыла... Ҙур, күҙгә күренмәүсе бер зат, бәлки, шул уҡ фәрештәлер, был туҫтаҡтарҙы төрлөсә күсерә, төҫтәрҙе алмаштыра. Һин, һоҡланыуҙан хайран ҡалып, уның һары сите йәшел, ҡыҙыл төҫтәргә алмашыныуын күҙәтеп, алһыу-зәңгәр тауға тартылаһың. Иң аҙаҡ шәмәхә зәңгәрлектә алһыу сусаҡ балҡый. Төн, тома. Йондоҙҙар емелдәй. Уянған тау үҫемлектәренән йомшаҡ еҫ аңҡый. Пулемет көбәгендә төнгө ысыҡ ялтырай. Һөҙәк битләүҙә һил күренеш асыла. Тау кәзәһе ҡаяға сығып баҫҡан, тарлауыҡтан иҫкән елде һулай. Мөгөҙҙәре, ҡаты баҫҡан аяҡтары — барыһы ла йондоҙҙар араһында. Һәм һин алдыңа рух — ошо тауҙарҙың, ошо күккә ашып ятҡан илдең рухы килеүенә инанаһың.

Үҙен белә Батурин: тышҡы донъянан броня, төбәлгән көбәк һәм атышыуҙар менән айырылып, һуғыш-үлтереш, ҡан ҡойош менән бәйле тупланған дәһшәтле хәрби тәжрибәнән тыш, был тауҙар, бархандар тураһында, таш келәмдәргә оҡшаш зәңгәр мәсеттәр хаҡында, оҙон кейемле, ҡуңыр йөҙлө игенселәр, һыбайлылар, хәрбиҙәр тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе бөртөкләп йыя ул. Был белем һуғыш өсөн түгел, ә тыныс тормош өсөн кәрәк.

Стена артындағы десантсылар тәмәке һурҙы, төкөрөндө. Ҡарлыҡҡан, ҡалтыранған тауыш ишетелде:

— Йә, ярай, эсеп туйҙы, хәшәрәт, минең өлөштө һемерҙе, минең ҡанымды эсте, әшәке, тип уйлайым! Хәҙер тыйылыр — төн еләҫ, ҡом һыуына төшә. Бер-ике сәғәттән каруан килер, тип уйлайым, уны ҡыйратҡас, ҡайтып ял итербеҙ. Ҡараһам, теге тағы ла юҡ! Тегендә күҙ һалам, бында ҡарайым — юҡ ҡына бит! Радистан һорайым: «Күрмәнеңме?» — «Ул бархан артына китте!..» Мин уның артынан! Унда беҙҙең броня тора, «бэтээрҙар». Ә ул, ҡара йылан, ҡараңғыла радиатор пробкаһын бора, һыуын ағыҙып эсергә теләй! Тегеңә фонарь төбәнем: «Их һин, кәнтәй! Нимә, бөтәбеҙҙе лә үлтерергә теләйһеңме? Бөтәбеҙ ҙә бында ҡалып, аяҡ һуҙһын, тиһеңме? Хәҙер мин һине атып үлтерәм, әҙәм аҡтығы! Һинең кеүектәр йәшәргә тейеш түгел!..» Ә ул миңә: «Ат. Барыбер йәшәй алмам. Барыбер үләм...» Мин уны, бәлки, бөтөргән дә булыр инем, старлей10 килеп етә һалып, айырып алды. Ләкин мин уның маңлайына берҙе ҡундырып өлгөрҙөм!.. Донъяла ерәнгес кешеләр була бит!

— Төрлө кешеләр була, — тип яуапланы икенсеһе, тик ни уйлағанын аныҡ әйтмәне. Бәлки, Мәскәү егетен йәлләгәндер.

Батурин ауыр һуланы. Оҙаҡламай хеҙмәт мөҙҙәте тула, ул ҡайтып китер. Кем белә, Афған һуғышынан китеүсе һуңғы хәрби машина артынан сик ябылғас, ул бында яңынан әйләнеп килерме? Бында үҙ-ара һуғыштар оҙаҡ йылдарға һуҙылыр әле, ҡан ҡойош дауам итер, юлбашсылар һәм хакимдар алмашынып, ырыуҙар шәбәйеп йә бөлгөнлөккә төшөп, эске ыҙғыштар көсәйә барыр. Был эске ыҙғыш-талашта уға, пушту һәм дари телдәрен яҡшы белгән хәрби тылмас Батуринға, урын юҡ. Ул күп нәмәне эшләп һәм аңлап өлгөрмәне. Күп нәмәне иҫләмәй ҡалды. Күп ерҙә булырға өлгөрмәне. Фазлый мөғәллим һөйләгән теге туйҙа булманы. Әле ҡышҡы ҡышлаҡтарҙа һәм ауылдарҙа гөрләгән ысын мосолман туйын бер мәртәбә лә күрмәне.

Көтмәгәндә, бүтән арауыҡ һәм ваҡытҡа осоп үтеп, төньяҡтағы поморҙар ауылындағы урыҫ туйын иҫенә төшөрҙө.

Аптырап, ҡурҡып уйланы: «Һуғышта, ят илдә автомат менән минме?.. Төньяҡтағы теге урыҫ туйы...»

Туңып ҡатҡан үләнле йәшел тау. Тау буйлап, сал бәҫ өҫтөнән сарафандар, алһыу итәктәр, сыбар таҫмалар аға. Ҡарсыҡтар ынйы ҡайылған кокошниктарҙа, алтын йүгертелгән мөгөҙлө кикаларҙа. Йәштәр байрамса итектәрҙә. Өс гармун бер юлы ҡыҙыл, йәшел, алтын күректәрен һуҙа. Кейәү менән кәләш балаҫтар түшәлгән бричкала. Аттың ялдарына таҫмалар тағылған, дуғаһына бәрхәт уралған. Кейәүҙең йөҙө алһыу, бүрекһеҙ, күкрәге асыҡ, сәс өлтөгө ҡырын ятҡан. Кәләш кейәүен ҡосаҡлаған, ҡулында — миләш ботағы.

Тауҙан — йылғаларға, кәмәләргә. Икеһен дә күтәреп алып баралар. Ҙур кәмәгә ултырталар. Кәмәләр таҫмалар, шыршы ботаҡтары менән биҙәлгән. Ишкәктәр, ҡолғалар менән боҙҙо ваталар, быяла һымаҡ һыу тамсылары ҡояшта сыңлай. Йылға уртаһына дөбөрләп барып етәләр. Гармунды һыуға батыралар.

Ыҙбаға, ҡыҫынға инәләр. Ике рәт өҫтәлдәр теҙелгән. Мейес яҡҡандар. Тәҙрәләр шар асыҡ. Ҡара табаларҙа тәбейә алтын күҙҙәрен ҡыҫа. Ҡабан һәм быҙау ҡойҡаһы. Кетерләп торған боҙло кәбеҫтә тауҙары. Һаҙ һәм мүк еләктәре һауыттары. Табаларҙа һыйыр ите шыжлай. Араҡы шешәләре. Типтереү, сут-сут үбешеү, ҡысҡырыш...

Төнөн ыҙба ялҡындағы һымаҡ. Тәҙрәләр — ҡыҙыл. Шәүләләр сайҡалыша. Һалмыш баштан йырлашыуҙар. Йә сеңләп һәм иңрәп, ҡыҙ оҙатып, ҡатындар йырлай. Йә ирҙәрҙең ғәййәр һәм дәртле йырҙары. Йә дөйөм хор менән ат һәм бөркөт тураһындағы боронғо йыр. Бейейҙәр, тыпырлайҙар, улар менән бергә ниргәләр, урҙалар бейей. Йә яңынан: «Әсе!» Сәскәле тимер батмусҡа һумдар һәм унарлыҡтар яуа.

Төн уртаһында йылға янында усаҡ яғалар. Ике ҡороған ҡарағайҙы йығып ут төрткәндәр. Ялҡын телдәре күккә тиклем һуҙыла. Ҡыҙыл ишелмәләр һәм таҫмалар йондоҙҙарға оса. Кешеләр усаҡты уратып алған; зәңгәр күҙҙәренән осҡон сәсеп, әйлән-бәйлән уйнайҙар. Туй, ерҙән айырылып, уттың ҡыҙыл нурҙарында һауаға оса һымаҡ.

Теге йәшел, һалҡын тауға йөҙө менән ҡапланғанда, ыҙғыр зәңгәр йылғаға эйелгәндә, ҡыҙыу усаҡҡа һарыҡҡанда Батурин ошо туйҙы иҫенә төшөрҙө.

Ишек ҡаҡтылар.

— Һеҙҙең арттан ебәрҙеләр, иптәш лейтенант!.. Осорға!..

 

*  *  *

Ул автоматын алды — әйтерһең, йоҡа тимер ҡабыҡ кейҙе. Иғтибарын көсәйтте, йөҙө үҙгәрҙе, тәне тартылып, һиҙгерләнде, ҡырлашты. Яңынан яугирға әйләнде. Һуғышырға, приказдарҙы үтәргә, приказ буйынса ҡорал күтәрергә әҙер булды.

Осоу яланы эргәһендә, аэродромдың йәшел тимер өҫлөгө буйында баҫып алыу төркөмө тора. Ҡул пулеметтары, автоматтар, рациялар, тулы комплектлы «лифчиктар»ҙан ауырайған брезент курткалы десантсылар. Ҡырылған, ялтыраған, ташҡа бәрелеп йәнселгән, ҡыуан елдәрҙән ашалған ҡоралдар. Төркөм командиры әкрен генә һалдаттарға нимәлер аңлата, операцияның асылын төшөндөрә.

Ҡоралланған, автомат тотҡан разведка начальнигы Березкинды летчиктар уратып алған. Планшетҡа эйелгәндәр — маршрутты асыҡлайҙар.

— Мусаҡалаға түбәндән, урап үтеп, йылға буйлап барабыҙ. Әкрәм мулланың сәбенә юлыҡмаҫ өсөн... Бына бында уның һауа һөжүменә ҡаршы оборонаһы тора. — Березкин планшетҡа төрттө. — Тауҙар «дэшэкалар» һәм зениткалар менән туп-тулы!

Сыбар комбинезонлы летчиктар уны иғтибар менән тыңлай. Батурин, шул уҡ уяулыҡты тойоп, тиҙҙән буласаҡ эҙәрләүҙе, эҙләүҙе һиҙемләне. Улар менән бер һүҙҙә ул, эҙәрләүҙә, баҫтырыуҙа ҡатнашыусы.

— Бына бында беҙ юл өҫтөнән үтеп, уларҙы эләктерербеҙ. «Барбухайка»мы, «Тойота»мы... Алла нимә ебәрә — шуны! — Березкин, күҙҙәрен картанан алып, яҡындағы вертолеттарға, һалдаттарға, летчиктарға ҡараны, гүйә, машиналар һәм кешеләрҙең ҡатмарлы, хәүефле бурысты үтәү һәләтенә ышанғыһы килде. Дош­ман пулеметтарынан ҡасып, юлда табышты эләктереп, уның менән йәһәт кенә урап ҡайтырға кәрәк. Батурин, һалдаттар һәм летчиктар һымаҡ, ылыҡтырғыс хәүеф тойғоһо, түҙемһеҙлек кисерҙе. Ҡайышындағы автоматын һыйпаны.

— Бына ошонда, далала бутанабыҙ... Ошо ҡышлаҡтар янында һәрмәнәбеҙ, — тип дауам итте Березкин. — Бында Мәхмүтхандың төп отрядын ҡапшап ҡарарға кәрәк... Шулай уҡ һаҡ ҡына, ҡапыл түгел. Ҡышлаҡтарға инеп торма­йынса!

Батурин летчиктарҙы белә. Күптәре менән заданиеға осҡаны булды. Кистәрен уларҙың бүлмәләрендә ултырғыланы. Музыка тыңланы, ҡайһы берҙә компания өсөн спирт эскеләне, стеналарҙағы ҡатындары, әсәләре һәм балаларының фотографияларын ҡараны. Эскадрилья командиры Афғанстанда икенсе тапҡыр һуғыша. Бәреп төшөргәндәр, яраланған. Йөйҙәр, йыйырсыҡтар тулы бите ҡарттарҙыҡы һымаҡ. Шул йөҙҙә вертолет осҡан эҫе далалар һәм тау буйҙары, үртәлгән ҡышлаҡтар һәм шартлауҙар эҙе сағыла. Яңағы һәм маңлайы һөжүмдәр, разведка маршруттары үткән, тауҙарҙа десантсылар төшкән, үлгәндәрҙе һәм яралыларҙы килтергән, янған машиналар ҡолаған майҙансыҡҡа оҡшаш. Хәҙер был талсыҡҡан йөҙҙә саң һәм көйөк аша йәштәрсә көсөргәнешле ниәт — эҙәрлекләү ләззәте балҡый.

Батурин күрә: уларҙың барыһы ла — бер төптән, аусылар, һунарсылар. Әлегә күҙгә күренмәгән табыш вертолеттарҙың ялтыр кабиналарындағы һалҡын ҡояшлы һауала ултыра кеүек.

— Бөтәһе лә аңлашылдымы? — тип һораны Березкин.

— Так точно! — тип яуапланы вертолетсылар командиры.

— Улайһа, борттарға...

Ике «Ми-8» машинаһы баҫыу өҫтөнән күтәрелеп, асыҡ далаға атылды. Березкин, борттехникты ҡыҫырыҡлап, уң һәм һул яҡтағы осоусы араһына ултырҙы. Батурин иллюминаторҙан ерҙең йымылдауын күҙәтте.

Десантсылар, көбәктәрен артҡа ҡаратып, ҡоралдарын ипләп кенә иҙәнгә һалып, эскәмйәләргә ҡунаҡланы. Һалдаттар йөҙөндә, сәстәре алынған баштарҙа, ҡара көбәктәрҙә вертолетҡа осоп ингән түңәрәк ҡояш табы уйнаны.

Часть биләмәләрен — кипкән арыш буханкаларына оҡшаған саман казармаларҙы, бихисап буш консерва банкалары ялтыраған сүплекте, һаҡта тороусы, ергә иңгән «бэтээрҙарҙы», аэродромдың йәшелгә буялған тимере йәш үлән кеүек күренгән шаҡмаҡлы осоу яланын үттеләр.

Йылғаның шаҙралы туғайы өҫтөнән остолар. Ҡапыл түбәнәйеп, ҡоро үҙән эҙләп, ергә һырыштылар... Тәгәрмәстәр менән дымлы, һыу йыуған ҡырсынташтарға тейә яҙып, ярҙар менән типә-тиң елдерҙеләр. Бөтәһе лә өҙлөкһөҙ йымылдауға, геүләүгә, үкереүгә уҡмашты, гүйә машиналар, тәрән уйым киҫеп, тауҙарҙы ярҙы.

Батурин вертолеттың ҙур тиҙлеген тойҙо, хатта унан ҡурҡты. Уға уйҙары, ихтыяры менән ҡушылып, тиҙләтте, ҡабаландырҙы. Үҙе лә ошо тиҙлеккә әүерелде. Машинаның алға ынтылған өйөрмәһе ҡоторған һуғыш хәрәкәтенең дауамы ине. Әйтерһең, фани ер өҫтөнән күтәрелгән ғәләмәт ҙур торбала ҡаты ел ыжғыра. Ошо торбаның киң ауыҙынан хәрби машиналар үтә, батальондар бара. Унда ҡышлаҡтар, ауылдар дөрләп яна, кешеләр үлә, ҡолап йығыла. Күптән түгел туйҙы хәтеренә төшөргән баҙнатһыҙ, йәлләүсән, яҡтыға һәм хәҡиҡәткә ынтылыусан Батурин да ошонда — гөрһөлдәп үлем өргән торбала. Уның тауышы күкте иңләп үкерә.

Ҡапыл өҫкә ынтылдылар. Үҙәндән айырылдылар. Машина аҫтында нәҙек еп кеүек юл һәм тигеҙ, һорғолт аҡ дала пәйҙә булды.

Батурин юлды күҙәтте. Был еп, йә терәлешеп торған бер нисә бәләкәй ҡышлаҡҡа ҡағылып, йә тоҙло тупраҡ һәм йырындар араһындағы яланғас буш даланы киҫеп, Мусаҡаланан вилайәт үҙәгенә һуҙыла.

Баштарына аҡ түбәтәй кейгән ике велосипедсы, рулдәрендә ҡояш нурҙары уйнатып, күренеп ҡалды. Вертолет сайҡалып ҡуйҙы, саҡ ҡына борола бирҙе: летчик велосипедсыларға ҡарап, түбән төшөп, әллә быларҙы эләктерергәме икән, тип икеләнде булһа кәрәк.

Йәнә ҡыҙғылт көрән, сал йырҙалы, тулҡынланып торған бушлыҡ. Йә ҡылдай туп-тура булып, йә борғоланып, йә элмәккә уралып, аңлайышһыҙ ҡанун бу­йынса һалынған, таштарҙа һәм ҡомда аттар, дөйәләрҙең тояҡтарынан, арба тәгәрмәстәренән, крәҫтиәндәр һәм күскенселәрҙең аяҡтарынан уйылған юл ары һуҙылды. Ерҙә һалынған ошо боронғо юл буйлап, уны ҡабатлап, хәрби машина елдерә.

Түбәндә ике ишәк йылбырлап атлай. Алғыһында — төргәктәр, артҡыһында — һыбайлы. Юғарынан салма, һаҡал, буйлы төргәктәр күренә, барыһы ла бәләкәй генә, ап-асыҡ. Быялаға һырығып, Батурин ишәк муйынындағы баҡыр шөңгөрҙө, ҡыҙыл йөн суҡтарҙы күрергә теләне.

Десантсылар эскәмйәләрҙә ултыра. Аяҡ-ҡулдарын һуҙып, ҡайыш быуылған тәндәрен яҙғандар. Батурин, үҙе әле генә һөйләшкәнен ишеткән теге икәү ҙә ошонда, улар араһында, тип уйланы. Бәлки, өсөнсөһө лә — урлап һыу эскән Мәскәү егете лә ошондалыр. Белергә тырышты: ябыҡ, ҡара сәсле, сирләшкә, һытыҡ сырайлыһы, автоматын тимер иҙәнгә аяғы менән шылдырған, йоҡомһорап килгәне түгелме икән? Йәки бәләкәйе, сәсен ҡырҙырып алдырғаны, уйсан, тыныс йөҙөнә яҡтылыҡ дүңгәләге төшөп үткәнелер?

Вертолет һелкенде, ҡапыл ситкә боролдо. Юлдан айырылып, ҡырҡа түбәнәйергә тотондо. Иҙәндә ятҡан ҡоралдар шылып китте, десантсылар, эйелеп, уларҙы тотто. Вертолет дала өҫтөндә боролоп, яңынан юлға табан осто. Батурин иллюминаторҙан даланы күрергә тырышты. Тик яҡынлашып килгән, ҡороған үлән тулҡынланған ерҙе генә күрҙе.

Пулемет ҡапыл ҡырҡа тыҡылданы. Очередь, юл туҙанын пулялар менән һыҙып үтеп, юлда күренмәгән кемделер иҫкәртеү, туҡтарға ҡушыу командаһы булды.

Вертолет юлды киҫте. Батурин, муйынын һоноп, реактив снарядтар араһынан аҫтағы автобусты күрҙе. Төргәктәр бәйләнгән түбәһе, һүрәттәр төшөрөлгән ҡыҙыл борты күҙенә салынды.

Вертолет боролдо, урында әйләнеп, түбәнәйә башланы. Бортмеханик ишекте асты. Тышта көрән саң өйөрөлә. Десантсылар ҡоралдарын эләктерә һалып һикерҙе, саңға сумды, төрлө яҡҡа ташланды.

«Киттек!» — Березкин ҡулын һелтәп, тауышһыҙ ҡысҡырҙы. Батурин да, автоматын алып, күҙ асҡыһыҙ ҡойонға сумды, Березкин һәм десантсылар артынан йүгерҙе.

Икенсе вертолет, һауаға сөйөлгән ҡара көрән ялбыр туҙанға йәшенеп, юл өҫтөнән түбән генә осоп үтте. Батуриндың тыны ҡыҫылды, теш араларында ҡом шытырланы. Күҙ асҡыһыҙ туҙандан сыҡҡас, яҡында автобусты күрҙе. Аҡ һыҙатлы, ҡыҙыл, туҙып бөткән автобус, түбәһендәге төргәктәрҙе һерәйтеп, юл уртаһында тора. Десантсылар уны ике яҡлап урап үтеп, автомат көбәктәрен төҙәп, юл буйына һуҙылып ятты.

— Лейтенант! — Березкин төркөм командирына ҡысҡырҙы. — Автоматсылар менән алға!

Ҡомар, түҙемһеҙлек, хәүеф тойғоһо — көбәген төҙәп, юл буйына сүгәләгәс, шуларҙы кисерҙе Батурин. Һалдаттарҙың автобусҡа йүгереп барып, ишекте асыуын күрҙе. Пассажирҙарҙың тәҙрәгә һырышҡан йөҙҙәрен шәйләне. Был салмалы, һаҡаллы кешеләрҙең дошман булыуы ихтимал. Әкрәм мулла отрядылыр, бәлки. Тәҙрә аша ут асыуҙары, ишектән граната ырғытыуҙары бар. Автобус хәрби хәрәкәттәр районында йөрөй. Батурин атыуҙар көтөп, быялаларға автоматтан һыҙырырға әҙер тороп, ҡыҙыл автобус бортына ҡараны.

— Алға! — һалдаттар ишекте асып, шофер урынынан төшмәй генә нимәлер аңлатырға ынтылғанда, Березкин шулай бойорҙо.

Разведка начальнигы баҫҡысҡа һикереп менде, эскә ҡарап, асыулы һәм киҫкен тауыш менән ҡысҡырҙы:

— Сығығыҙ!.. Берегеҙ ҙә ҡалмағыҙ!.. Йәһәт, йәһәт!..

Ул артҡа сигенгәс, Батурин командирҙың хәрәкәттәрен, киҫкен, асыулы екереүен ҡабатлап, уның кеүек баҫҡысҡа һикереп менде, пассажирҙарҙы тышҡа ҡыуҙы:

— Сығығыҙ!.. Йәһәт!.. Йәһәт!..

Кешеләр ашығып ҡуҙғалды. Ҡулдары менән ултырғыстарға һарылды, итәктәре, салбарҙары эләкте. Пәрәнжәләр, ҡарттарҙың таяҡтары, ҡаптар буталды.

Ҡарттар ыһылдап, йәшле күҙҙәрен йомғолап, юлға сығып баҫты. Ҡатын-ҡыҙҙар, бөркәнсектәрен эләктерә һалып, туҙанға һикерҙе. Ҡайһылары балаларын ҡыҫҡан. Балалар әсәләренең итәктәренә йәбешеп, уларға һыйынды, түп-түңәрәк, ҡурҡынған күҙҙәрен ҡораллы кешеләргә таҫрайтты.

Ситтә, туҙандың ялбыр оҙон сәсен ҡыуып, вертолет геүләне. Икенсеһе яман шатырлап, сыбар ҡорһағын, реактив снарядтар кассеталарын күрһәтеп, юл өҫтөнән уҙҙы. Автоматсылар кешеләрҙе ҡыҫырыҡланы, уларҙы автобус янынан ҡыуҙы. Командирының һүҙҙәрен һәм хәрәкәттәрен ҡабатлаған, ҡыҙған, ҡомарлы, эшлекле Батурин да уның кеүек һунарсы, разведчик, ғәскәри хеҙмәткәр ине. Ҡатмарлы, кәрәкле эштә ҡатнаша. Тик балаларҙың ҡото осҡан, түп-түңәрәк, таҫрайған күҙҙәре, уларҙың сырайындағы ҡурҡыу ғына уны бер мәлгә тыя бирҙе, ҡамасауланы, ғазапланы.

— Автобусты ҡара! — тип бойорҙо Березкин, төркөмгә күҙ һалып, кемдәрҙе алып китергә икәнлеген ҡарашы менән һайлап.

Батурин автобусҡа инде. Тынсыу. Тир, керле кейем-һалым, ниндәйҙер үләндәр еҫе. Ғүмерҙәре көтөүлектәр, ҡуралар, усаҡ һәм мейес төтөнө араһында үткән, ҡышлаҡтарҙа һәм ауылдарҙа көн иткәндәрҙән килә ундай еҫ. Ул ултырғыстар аҫтын ҡарай-ҡарай, автобус буйлап йүгереп үтте. Запас тәгәрмәс. Ике кәтмән. Ниндәйҙер ярма һалынған буйлы тоҡ. Инглиз хәрефтәре яҙылған ҙур консерва банкаһынан яһалған биҙрә. Ташлап ҡалдырылған сепрәк ҡурсаҡ. Нимәгәлер ябылған сепрәк. Уны тартып төшөрһә — үрелгән ситлек. Ултырғыс аҫтында ҡыҙыл сафьян олтораҡлы резина сүбәк ята.

Автобустан төшкәс, Батурин, иҫкәрмәҫтән, төркөмдән кемдең сүбәге төшөп ҡалыуын, юлда яланаяҡ тороуын эҙләне.

— Һин!.. Һин!.. Һәм һин!.. Вертолетҡа! Тиҙ!.. — Березкин кешеләргә төртөп, автоматсыларға күрһәтте, тегеләр уларҙы, көбәктәре менән эткеләп, төркөмдән айырҙы.

— Өсөгөҙ ҙә — вертолетҡа! — Батурин тәржемә итте. — Беҙҙең менән осаһығыҙ! Һуңынан ебәрербеҙ!..

Березкин йәш, йүнләп ҡырынмаған, алтын ҡайылған ҡупшы түбәтәйле шоферҙы, ҙур салмалы, кәкре башлы таяҡҡа таянған ирҙе һәм һирәк һаҡаллы, осло танаулы, йыртыҡ, төймәһеҙ тужуркалы бөкрө крәҫтиәнде һайлап алды.

— Алға! — Батурин ашыҡтырҙы. — Беҙҙең менән осаһығыҙ! Иртәгә ебәрербеҙ!

— Булмай, командор! Миңә машинаны йөрөтөргә! Машинаны ташлап китә алмайым! Машина менән ҡайтыуымды хужа көтә! — тип ҡаршы төштө шофер.

— Командор, миңә барырға ярамай! Мин табипҡа, дауаханаға, аяҡтарымды дауаларға барам! Бына аяҡтарым ауырта, командор! — Аҡһаҡ ыштан балағын күтәрмәксе булды.

— Йә, Алла! — тип мығырланы өсөнсөһө, туҙанда тапанып. Батурин уның бер аяғының яланғас булыуын күрҙе; бармаҡтары оҙон, һөйәкле, бысраҡ, ҡаты тырнаҡтары ярылып бөткән.

— Алға!.. — тип ҡыуҙы уларҙы Батурин. — Тиҙ!

Автоматсылар уларҙы ҡоралдары менән төрткөләне, кейемдәренән һөйрәне. Өсөһө лә, үкереп торған вертолеттан, автомат көбәктәренән, өҫтән юлды үтекләүсе икенсе вертолеттың сыбар ҡорһағынан шөрләп, бөгөлөп, ашығып, һалдаттар әйҙәүе аҫтында бортҡа атланы.

Машина юғарыға күтерелде. Йүгереүҙән бышлыҡҡан Батурин иллюминаторҙан юлда ташлап ҡалдырылған ҡыҙыл-аҡ автобусты һәм йәмрәйгән йөҙҙәрен күккә төбәгән пассажирҙарҙы күрҙе.

Сирек сәғәттән улар часть биләмәһенә килеп төштө. Ҡаушап ҡалған, ҡолаҡтары тонған әсирҙәр бер-береһенә йылышты. Даланан, ҡәҙимге тормоштан, ырыуҙаштарынан йолҡоп алынып, һалдаттар ҡамауында атланылар.

— Уларҙы «автосервис»ҡа, — тип бойорҙо Березкин төркөм командирына. — Тамаҡ туйҙырғас, һорау алырбыҙ! — тине ул Батуринға һәм, яурынына автоматын һалып, хәлһеҙ генә штабҡа атланы.

Батурин әсирҙәр артынан китте. Уларҙы трейлерҙың ергә соҡоп ултыртылған тимер контейнерына алып барҙылар. Уны «автосервис» тип йөрөтәләр ине.

— Һин нимә? Әсир «бабайҙарҙы» күргәнең юҡмы әллә? — тип һораны бер конвоирсы икенсеһенән. — Ҡара! Һуңынан Мәскәүҙә әсәкәйеңә һөйләрһең!

Ҡарлыҡҡан, сатнаған тауышынан Батурин уның ни бары бер сәғәт элек үҙенең стенаһы артында тәмәке көйрәткән теге һалдат икәнен таныны. Һонтор, киң яурынлы һалдат, ҡоралдар тағылған кәүҙәһен еңел хәрәкәтләндереп, ауа-түнә атлай. Көмрө, күрекһеҙ икенсеһе ҡаш аҫтынан ғына әсирҙең алтын ҡаймаланған түбәтәйен, ботаҡлы таяғын, аэродром тимеренән ялан аяҡ атлауын күҙәтте.

 

*  *  *

Трейлерҙың ергә соҡоп ултыртылған ҡорос ҡабы ҡыҫыҡ бүлем-камераларға бүленгәйне. Бәләкәй «ишек алдынан» өҫкә ер баҫҡыстар алып бара. Эргәлә автомат тотҡан часовой үрә баҫҡан. Сатан аяҡлы бысраҡ бәләкәй өҫтәл, ҡаҡшаған ике ултырғыс. Батурин менән Березкин, блокноттарын алып, шул ултырғыстарға урынлашты.

Тәүҙә алтынланған түбәтәйле, яңаҡтары ҡырылмаған, бөҙрә, һирәк һаҡаллы йәш шоферҙан һорау алдылар. Ул үҙен нимә көткәнен аңларға тырышып, күҙҙәрен ҡурҡа-ҡурҡа алан-йолан йөрөттө. Стенаға һырығып, ер аҫтынан килгән һыуыҡтан, үкереүсе машинала осҡандан һуңғы тетрәнеүҙән дер ҡалтыранды.

— Ҡайҙа һәм кемдәрҙе алып барғанын һора! — Березкин һорау алыуҙың буш һәм файҙаһыҙ икәнлеген алдан белеп, әсиргә түҙемһеҙләнеп, нәфрәтләнеп ҡараны: әсирҙәр ялғанларға, борғоланырға, урынһыҙға хәйләләшергә керешер, сер йәшерер өсөн түгел, ә ни бары «Аллаһ үҙе алдарға ҡушҡан» динһеҙҙәргә мөнәсәбәттәрен күрһәтеп. — Пассажирҙарҙы ҡайҙа ултыртҡан?

— Иптәш полковник, миңә тәүҙә уның менән әҙерәк һөйләшеп алырға рөхсәт итегеҙ, — тине йомшаҡ ҡына Батурин. Был йомшаҡ ҡына ҡаршы төшөүе — Березкинды аралашыу ҡанундары нескәлектәрен белмәүҙә шелтәләү ине.

— Оҙаҡҡа һуҙма! Юҡты бушҡа ауҙарырға ваҡыт юҡ!

Әсирҙең исеме Әбделғафар ине. Батурин уға килеп тыуған хәлде һуғыш осоро зарурилығы менән аңлатып, көтмәгәндә тотҡарлауҙың шоферға күпме мәшәҡәт, ҡатмарлыҡ тыуҙырыуын төшөнөп, үкенес белдереп, ғәфү үтенде. Теге йәлләүҙе тойоп, ялбарып һыҡтарға тотондо. Ебәрегеҙ, автобус эргәһенә ҡайтарығыҙ, тип ялынды, сөнки кискә хужаһы көтә. Иртәгә машинаны ремонтҡа ҡуйырға тейештәр, ул бик иҫке, тормоздары һәм сцеплениеһы туҙған. Хужаның ҡустыһы таныш һатыусынан запас частар тапҡан, ул ремонтларға ярҙамлашасаҡ. Әсирҙең ҡурҡаҡ-хәйләле ҡара күҙҙәре Березкиндан Батуринға күскеләп, уларҙың ҡайһыһынан нығыраҡ ҡурҡырға икәнлеген, дөрөҫлөк менән ялғанды ниндәй нисбәттә бутарға ярағанын асыҡларға ынтылды.

— Хөрмәтле Әбделғафар, — тине Батурин, — һеҙ тиҙҙән өйөгөҙгә ҡайтырһығыҙ. Бәлки, иртәгә үк автобусығыҙҙы ремонтларға тотона алырһығыҙ. Һеҙ был юлдан күп йөрөйһөгөҙ, ҡышлаҡтарҙы һәм Мусаҡалала йәшәүсе кешеләрҙе һәйбәт беләһегеҙ. Минең түрәм һеҙгә бер нисә һорау бирергә теләй.

— Уның менән кәнфитләнеүеңде туҡтат! — Березкин ашыҡтырҙы. — Ҡайҙа һәм кемдәрҙе алып барғанын әйтһен!

— Мусаҡаланан килә инем, — тип яуап бирҙе шофер. Унда бойҙай алып барған, ә ҡайтышлай халыҡты ултыртҡан, кемделер — Мусаҡаланан, баҙарҙан, кемделер — юлдан. Халыҡ күп, ә машиналар аҙ. Йөрөргә ҡурҡалар. Шуға күрә автобус шығырым тулған, ҡыуып ебәреп булмай ҙа баһа. Һәр кемдең үҙ эше, үҙ хәстәре, ул кешеләргә ярҙам итергә булған, уларҙы автобусҡа ултыртҡан. Тыйылған бер нәмә лә эшләмәгән, өйөнә ҡайтып барған.

— Ҡайҙа ҡунған?

Мусаҡалала, әлбиттә. Бер кемгә лә инеп тормаған, автобусында йоҡлаған. Бойҙайҙы Сәндиәкбәргә биргән, бойҙай уныҡы, барыһы ла раҫлай ала. Ә иртән майҙанға кешеләр йыйыла башлаған. Уларҙы ултыртып алып киткән, бына шул. Башҡа бер нәмә лә белмәй.

— Әкрәм мулла менән күрешкәнме? Мәхмүтхан тураһында ни белә?

Әкрәм мулла хаҡында ишеткән, ләкин күреүен күрмәгән. Әкрәм мулланы бөтәһе лә белә. Бер ниндәй ҙә Мәхмүтханды белмәй. Мәхмүтхан кем ул? Тирмәнсе Мәхмүтте белә. Ә Мәхмүтханды белмәй. Бәлки, башҡалар беләлер?

— Мусаҡалала һаҡ бармы?

Бер тапҡыр уны Мусаҡалаға инер алдынан туҡтатҡандар. Оҙаҡҡа түгел. Аҡса алғандар, биш йөҙ афгани. Һәр ваҡыт алалар һәм расписка бирәләр. Кешеләр винтовкалы булған, ун бишме әллә егермеме. Пулемет та булған, буғай. Мәхмүтхандың кемлеген, күпме кешеһе, нисә пулеметы барлығын, уның юлдарға мина ҡуямы-юҡмы икәнлеген белмәй. Үткән айҙа уның ағаһы минала шартлаған. Ағаһы ла шофер. Ләкин мина, Аллаһ ҡөҙрәте менән, артҡы тәгәрмәс аҫтында шартлаған, ағаһы иҫән ҡалған. Ә Мәхмүтхандың кемлеген ул ысынлап белмәй.

Батурин тыңланы, ризалашып баш ҡаҡты. Бөтә ваҡ-төйәкте төшөрөп ҡалдырып, әһәмиәтлеләрен, разведка мәғлүмәттәренә ҡағылышлыларын ғына һайлап, Березкинға һаҡ ҡына тәржемә итте. Шоферҙың хәйләләшеүен, дөрөҫөн һөйләмәүен күрҙе. Тирә-яҡтағы бөтә юлдарҙы руль артында үткән, урындағы күп кешеләр менән осрашҡан шоферҙың Мусаҡаланы һәм күрше ауылдарҙы траншеялары, ут нөктәләре, мина яландары, контроль-үткәреү пункттары, дозорҙары булған нығытылған районға әйләндергән мөжәһиттәрҙе белмәүе мөмкин түгел ине.

Алтынланған түбәтәйле, йылғыр, отҡор, йүгерек күҙле шофер, моғайын, мөжәһиттәргә хеҙмәт итәлер. Бәлки, үҙе лә мөжәһиттер, машинаһы менән ҡорал, яугирҙар отрядтарын ташыйҙыр. Ул ярлы ла, крәҫтиән дә түгел, башындағы алтынланған ҡиммәтле түбәтәйе, баҡыр айылдар ҡағылған ялтыр яңы туфлиҙары ошо хаҡта һөйләй. Ул эре ҡош та түгел. Дошмандарға ҡурҡышынан һәм аҡсаға хеҙмәт итә. Был ҡурҡыу уның холоҡ-фиғелендә һәм хәрәкәттәрендә, күҙ ҡарашында сағылып тора.

Хеҙмәт итеү ваҡытында быға оҡшаштарҙы күп күреп, кешеләге беленер-беленмәҫ, һиҙелер-һиҙелмәҫ билдәләр буйынса уның ни менән шөғөлләнеүен, ниндәй ҡатламға ҡарауын, эске донъяһын, холоҡ-фиғелен айырырға өйрәнгән Батурин быларҙың барыһын да һиҙҙе һәм аңланы.

— Минеңсә, ул беҙҙе кәкре ҡайынға һөйәй, — тине Березкин. — Һин нисек уйлайһың?

— Миңә лә шулай тойола, — тип яуапланы Батурин. Шунда уҡ ғәйеп һәм үкенеүгә оҡшаш ҡатмарлы тойғо кисерҙе. Ул Көнсығышты, уның мәҙәниәтен, психологияһын, йолаларын ярата, Көнсығыш шиғырҙары, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм инаныуҙарының ылыҡтырғыс тәрәнлегенә үтеп инергә ынтыла. Шулай ҙа Батурин — хәрби тылмас, разведчик. Белемен һуғыш мәнфәғәтендә файҙалана. Был белемен алдында ҡалтырап баҫып торған кешегә ҡаршы йүнәлтә.

— Әйт уға, әгәр алдаһа, беҙ уның менән сөсөләнеп тормабыҙ. Шайтаныма олаҡһын, дәүләт именлегенә — Хәсәнгә тапшырырбыҙ. Ул иһә унан дөрөҫөн әйттерә алыр. Ысын хәлде әйтһә, аҡса бирәбеҙ ҙә — дүрт яғы ҡибла.

Батурин һуңғы вәғәҙәне — аҡса биреү тураһындағы һүҙҙе тәржемә итте. Дәүләт именлегенең өйәҙ начальнигы Хәсән — ажар, ҡыҙыу ҡанлы, бер ҡасан да йылмаймай торған кеше. “Духтар” уның ғаиләһен — ҡатынын, балаларын, ата-әсәһен һуйып сыҡҡан. Бандаларҙы эҙәрлекләп, засадала ултырып, ҡурҡыуҙың ни икәнлеген дә белмәй, ғаиләһе өсөн үс ала, әсирҙәргә аяуһыҙ. Хәсәндең исемен ишеткәс, шофер сәбәләнеп, ҡалтыранған ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫты, дөрөҫөн генә һөйләйем, тип ант итте. Ҡара башындағы түбәтәйе манара көмбәҙе кеүек ялтланы. Иртән йәнә һорау алмаҡсы булып, уны алып киттеләр.

Икенсе әсирҙең исеме Рәхимхәмәт ине. Ҡарт, мыйыҡлы, төшөнкө күңелле. Һоро, туҙан төҫөндәге таушалған сепрәктән салма ураған. Йыртыҡ, төймәләнмәгән бишмәтенән мамыҡ сығып тора. Салланған ҡара һаҡалы йыуылмаған, таралмаған. Сүбәге төшөп ҡалған яланғас аяғына ҡырын баҫып, бысраҡ, туҙанлы иҙәндә тора. Табаны ҡара, тояҡ кеүек һөйәкле, ә устары таштан юнылған һымаҡ. Инеү менән ул, эшләп хәлдән тайған крәҫтиәндәр дувал янына ултырғандай, стена эргәһенә сүкәйҙе. Был аҙаплы эштән, фәҡирлектән йонсоған крәҫтиән ине.

— Хәлегеҙ нисек, хөрмәтле Рәхимхәмәт? Бер ерегеҙ ҙә ауыртмаймы? — тип башланы Батурин.

— Ни? — әсир яңынан һораны. Ул һорауҙы аңламаны, булған хәлгә битараф ҡалып, буласаҡтарына әҙер булып, хәлен белешеүҙе төшөнмәне.

— Ҡайҙа йәшәй һәм ни менән шөғөлләнә? — тип һораны Березкин.

Батурин алдында ултырған кешенең ни менән шөғөлләнгәнен былай ҙа белә ине. Уның ҡулдары арыҡтар, кәриздәр соҡоп, ерҙе кәтмән менән ҡаҙып, саман стеналар һәм ҡоймалар яһап, тупраҡҡа иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡағылыуҙан ҡатҡайны. Ер кешегә һоро туҙан булып ултырған, уның үҙен ер иткән.

Ул һүлпән генә яуап бирҙе, йыш ҡына һорауҙы аңламаны, яңынан һораны. Гүйә, Батурин уның менән ят телдә һөйләшә, иң ябай һорауҙар ҙа уға аңлашылмай.

Ул Яңы Ланда ҡышлағында йәшәй, бәләкәй генә яланда терьяк — орлоғонан наркотик әҙерләнгән киндер үҫтерә. Әкрәм муллаға буйһонған тирә-яҡтағы бөтә ҡышлаҡтар ҙа терьяк игә. Уңыш йыйған көндәрҙә ҡораллы кешеләр килеп, киндерҙе алып китә, көн итергә — он, кәрәсин, кейем-һалым алырға бер аҙ аҡса ҡалдыра.

— Кешеләр күп киләме? — тип һораны Березкин.

— Нисек? — крәҫтиән аңламаны.

— Уңыш йыйғанда Яңы Ландаға нисә мөжәһит килә?

— Ун, ҡайһы берҙә ун ике, — тип яуап бирҙе ул.

Березкин түҙем генә, төпсөп һорашты. Ул Мусаҡалала булғанмы?
Ауылда нисә мәсет барлығын беләме?.. Әкрәм мулланы күргәне бармы? Йәш Мәхмүтхандың отряды менән осрашҡанмы?

Батурин тәржемә итте. Алдында иҙәндә ултырған, бәлтерәгән афған ҡарты бик сәйер. Уларҙың тап килгән ике тормошо, бер мәлгә киҫешкән ике яҙмышы сәйер.

Батурин — төньяҡтағы тулы һыулы йылға ярын төйәк иткән урыҫ ҡалаһынан, заводтар, караптар, төтөн борҡоған верфтәр, аҡ монастырҙар һәм ҡорамдар ҡалаһынан. Атаһы — ғүмер баҡый гарнизондан-гарнизонға күсеп йөрөгән хәрби, эскерһеҙ, ябай ғына аҡыл йөрөтөүсән. Әсәһе — ваҡытынан алда шиңгән, ғүмерен маршта йөрөүсе роталар тыпылдауы, һалдат йырҙары, хәрби оркестр уһылдауы араһында үткәргән ҡатын. Үҙенең музыка мәктәбен, скрипкаһын, ҡыҙыл дип­ломын шулар хаҡына онотҡан ул. Бер ваҡыт Батурин әсәһенең йәшенеп кенә шкафтан футляр алыуын күрҙе, унда ҡыҙыл сафьянда нәфис алтын, гәрәбәләй төҫтәге скрипкаһы ята. Ҡулына алырға ҡыйманы. Өнһөҙ ҡылдарға баҡты...

Һәм бына — күкшел тауҙар, ҡыҙғылт ерҙәр араһында, игенселәр нәҫелендә тыуған бөкрәйгән крәҫтиән. Һуңғы һулышынаса — үлеп, ташлы ҡалҡыулыҡҡа алып барып, таш түшәлгән һай ҡәбергә һалғанғаса Хоҙай тарафынан ауыр хеҙмәткә дусар ителгән ул.

Уларҙың ике тормошо, Азия һуғышының бәләкәй генә эпизоды булып, тап килде һәм, бер нәмәне лә үҙгәртмәй, яңынан айырылыр. Онотолор һәм мәңгегә юҡ булыр.

Әсир һүлпән яуап бирҙе: Мусаҡалала бер нисә мәсет бар, нисәү икәнлеген хәтерләмәй. Уның тыуған ҡышлағында мәсет бар, ләкин мулла юҡ, үлеп киткән. Әкрәм мулла тураһында, ул — һәйбәт кеше, ислам хаҡына һуғыша, тигәнде ишеткән. Әммә үҙе уны күрмәгән. Мәхмүтхан хаҡында бер нәмә лә ишетмәгән. Ҡабулда кем идара иткәнен белмәй. Ниндәйҙер әмир әллә шаһ. Өйләнмәгән. Ҡустыһы һәм әсәһе менән йәшәй. Ҡатын алырға аҡсаһы етмәгән.

Березкин ерәнеп иренен ҡымтыны. Блокнотына нимәлер яҙҙы. Мәғәнәһеҙ яуаптар уның асыуын ҡабартҡаны күренеп тора ине.

Крәҫтиән һүлпән һәм буйһоноусан ине. Өйгә ҡайтарыуҙы һораманы ла. Үҙен көткән теләһә ниндәй тәҡдир менән килешергә әҙер ине. Аллаһ уны автобустан һөйрәтеп сығартып, һауаға күтәрткән, боҙло казематҡа ташлатҡан икән, тимәк, был Уның ихтыярында. Ғүмере буйы Аллаһы Тәғәләгә, яза биреүсе шул дәһшәтле ихтыярға буйһоноп йәшәгән. Ул ризаһыҙлыҡ күрһәтеүҙе онотҡайны.

— Алдашҡанға оҡшамаған, — тине Березкин. — Яңы Ландала йәшәп, тирә-яҡта ни булғанын ни эшләп белмәй?.. Аңраның да аңраһы булырға кәрәк! Иртәгә тағы һорау алырбыҙ.

Батурин мөмкин ҡәҙәр аныҡ һәм һәйбәтерәк эшләргә тырышты. Мәғлүмәттең бөртөгөн дә үткәреп ебәрмәҫкә, төшөрөп ҡалдырмаҫҡа ынтылды. Шул уҡ ваҡытта йәшерен төпкөл аңы крәҫтиән менән йөҙгә-йөҙ килеүҙе ике донъя һәм ике тарихтың осраҡлы, кәрәкһеҙ осрашыуы булараҡ ҡабул итте.

Туҙанлы, бысраҡ иҙәндә ултырған кеше артында — билдәһеҙ афған крәҫтиәндәренең үлеме һәм тыуыуының өҙлөкһөҙ теҙмәһе. Улар ошо тауҙарҙа һәм армыттарҙа һуңғы сабыйҙы һәм ҡартты бөтөрә ҡырған баҫҡындар һәм һуғыштар, эпидемиялар һәм үләттәр араһында йәшәп, ҡояшҡа үрелгән ҡыяҡтай, ҡоҙоҡтағы һыуҙай яңынан сыҡҡан, тау ҡаяһылай яңынан күтәрелгән.

Уның, Батуриндың артында — өс океан араһындағы ҙур ил, бер ҡатлы наҙанлыҡ менән полктарын сит халыҡтарға ҡаршы оҙайлы, мәғәнәһеҙ һуғышҡа ебәргән ил.

Ике донъя, ике тарих һыҙығы емерелер өсөн киҫеште. Ғәскәрҙәр атыша-атыша, һөжүмдәрҙе кире ҡаға-ҡаға китер. Һуңғы «бэтээр» артынан сик ябылыр. Батурин броняла китер, ә крәҫтиән үҙенең ярлы ҡышлағына, баҫыуҙар, ямғырҙар, иген уңышы әйләнешенә ҡайтыр. Сер юғалыр, мәңге асылмай ҡалыр.

Ул, хәрби тылмас, пулеметтар һәм миналар тураһында мәғлүмәттәр таба ала. Ләкин үҙе өсөн ят, дошмансыл халыҡ күңеле һәм тормошоноң серен сисә алмаясаҡ.

— Ябай шөғөл! — Березкин яндырайланды. — Европанан һуң мине — ҡышлаҡҡа! Кәзә тәкәләре!.. Өсөнсөһөн килтер! — тип бойорҙо ул һалдатҡа.

Өсөнсөһөнөң, аҡһағының, исеме Сәйетҡол. Уҫлаптай кәүҙәле. Зәңгәр ебәк салма, матурлап төҙәтелгән ҡара һаҡал, негрҙарға оҡшап, сағыу, шалпы ирендәр. Ялбыр ҡаштары аҫтында, ағын таҫрайтып, осҡонло ҙур күҙҙәр әйләнә. Ҡысҡырып һөйләй, күҙҙе сағылдырырҙай тештәрен күрһәтеп йылмая.

— Ҡайҙа йәшәй? Ни менән шөғөлләнә? — Березкин ҡыҙыҡһыныу менән әсиргә зирәк, тиҙ ҡараш ташлап һораны. Уның көсөн, башҡаларҙан айырылып тороуын тойҙо, аяу һәм һаҡ булырға тырышты.

Әсир Мусаҡалала йәшәүен, дуканда сауҙа итеүен ихлас аңлатып бирҙе. Тағы ла биш ир туғаны бар, барыһы ла сауҙагәрҙәр. Пакистанға тауарға йөрөйҙәр. Элек ул да йөрөгән, ләкин аяғын ауырттырған. Дауаханала оҙаҡ ятҡан, хәҙер өйҙән алыҫҡа китергә йөрьәт итмәй. Һүҙҙәрен раҫлап, кеҫәһенән целлофан пакет сығарҙы, документтарын — паспортын, медицина белешмәһен, бер төргәк аҡса күрһәтте.

Ул быларҙың барыһын да ҡаршылашмай, дуҫтанә эшләне. Үҙен тотҡан кешеләрҙән ҡурҡманы. Уларҙың мәшәҡәтен аңлай, дошман күрмәй, үҙенә насарлыҡ көтмәй, уларға ышана. Һаҡалы һәм ҙур күҙҙәре менән ул көнсығыш риүәйәтендәге шат күңелле тылсымсыға оҡшағайны. Ҡыҙыл, һутлы ирендәрен йәйеп, шарҡылдап көлдө. Эйелгәндә зәңгәр салмаһының эсендә көмөш менән нағышланған түбәтәйе йымылдап күренеп ҡалды. Был — бәһлеүән, көнсығыштың туҡ, ҡыйыу, бай алпамышаһы ине...

— Ул Әкрәм мулланы беләме? — тип һораны Березкин. — Хәҙер алдарға, борғоланырға тотона! Мулланы белмәүе мөмкин түгел!

Ләкин теге борғоланманы. Әлбиттә, ул мулланы белә. Элек йыш күрешкәндәр. Ләкин хәҙер, һуғыш Мусаҡалаға килеп еткәс, мулланы күреүе ҡыйын. Һәр ваҡыт юлда, ҡышлаҡтарҙа. Отрядтар йыя, келәттәргә ҡорал туплай. Үткән аҙнала ул вертолеттар һөжүменә юлыҡҡан. Һаҡсыларының дүртәүһе үлгән, әммә мулла үҙе иҫән ҡалған, тик әҙерәк һаңғырауланған.

— Үткән аҙнала вертолетсылар мулланы Баһи Мухраб янында бомбаға тотҡандыр, күрәһең! — Березкин йәнләнде. — Шунда йәнен күккә осорһалар, беҙгә эш әҙерәк ҡалыр ине!.. Ә был сауҙагәр — ҡиммәтле ҡош! Зирәк эшләй! Ипләп кенә һора әле, ҡышлаҡҡа Сәйфетдин әмирҙең кешеләре киләме икән? Сәйфетдин һинең менән миңә, мулла менән араны өҙҙөм, уның менән һуғышам, тип әйтә. Миңә ҡалһа, бында ниндәйҙер ғиллә бар! Шунда уҡ һатасаҡ!.. Һора, Сәйфетдин әмирҙән илселәр киләме?

Элек килде илселәр, тип яуап бирҙе аҡһаҡ. Сәйфетдин әмирҙең улы Мәжит ҡунаҡҡа килгән. Мәхмүтхан өйөндә туҡталған. Икеһе лә йәш, матурҙар, тау тәкәләренә һунарға барғандар. Шунан Сәйфетдин әмир шуравиҙар менән татыулашҡан, Әкрәм мулла уны диндән яҙған тип атаған. Сәйфетдин әмир мулла яҡлыларға һөжүм иткән һәм Мусаҡалала тол ҡатындар барлыҡҡа килгән. Мусаҡала аҡһаҡалдары Әкрәм мулланы шуравиҙар менән килешергә, һуғышыуҙан туҡтарға өгөтләй, юҡһа, ти улар, самолеттар килеп, Мусаҡаланы емерер. Ләкин Әкрәм мулла ҡарттарҙы Аллаһыны асыуландырмаҫҡа өндәй, юғиһә, Мусаҡаланы самолеттар түгел, ә Аллаһы ҡәһәре ҡыйратасаҡ.

Быларҙың бөтәһен дә ул дәртләнеп, шапырынып, мауығып һөйләне. Йылмайҙы, оҙон ҡулдарын һелтәштерҙе. Ул ҡыҙыл балсыҡтан әүәләнгән тораташҡа оҡшағайны. Уға йән өргәндәр ҙә, тораташ телгә килгән, көлә, һаҡалын елберләтә башлаған. Ул Батуринға көтмәгәндә ярым ҡараңғы ер аҫтындағы сыбар кейемле енде хәтерләтте.

Батурин Березкиндың аҡһаҡҡа ышанмауын күрҙе. Ысынға оҡшаш
яуаптар йәшерен ялғанды йәшерә. Асыҡлыҡ, яғымлылыҡ аҫтына хәйләкәрлек ҡаса. Үҙен һатыусы тип атаған әсир сауҙагәргә оҡшамағайны. Затлы нәҫелдән, ҡолдарса баш эйеүҙән азат, иреккә күнеккән, үҙ ихтыярына ихтыярһыҙҙарҙы буйһондороусыларҙан. Батурин унда эске көсөргәнешлелекте, йылмайыуға, ишараларға төрөлгән йыртҡыс һаҡлығын һиҙҙе. Уның менән, уның сағыу сифаттары һәм һүҙҙәре менән бик ҡыҙыҡһынды, бер үк ваҡытта йәшерен булмышын да тойомлап, дошманлығын да абайланы.

— Ҡайҙа барғанын һора! — Березкин уға үткер зәңгәр күҙҙәре менән ҡаҙалды, ебәрмәне, тикшерҙе. Уның арыған, ағарынған йөҙө йәшәреп китте. Ул әсирҙә үҙенең көндәшен, көслө шәхесте, разведчик һәр ваҡыт аулаған, ләкин йыш тота алмаған табышты күрҙе. — Ҡайҙа барғанын һора!

Теге, табипҡа барҙым, тип яуапланы. Аяғы һаман һыҙлай. Ул табипҡа күренергә барған, аҡса алып барған. Бер йыл элек аяғы эренләп шешкән, уға операция яһағандар. Туғандары бик күп аҡса түләгән, ул дауаханала ятып, аяғын дауалаған. Хәҙер айына бер тапҡыр табипҡа йөрөй.

— Аяғын күрһәтһен, — тине Березкин.

Теге салбарын күтәрҙе, ялтырап торған яҡшы башмаҡ, оҙон йөн ойоҡбаш кейгән ҡуңыр аяғын асты. Ойоҡбашты һаҡ ҡына төшөрҙө. Сираҡта йөйҙәрҙән ҡалған оҙон, алһыу тишекле эҙ асылды.

Березкин эйелеп, яра эҙен иғтибарлап ҡараны. Батуринға Березкиндың ҡояшта янған ҡыҙыл тиреле аҡһыл тасай башы күренде. Әсир, башын эйеп, өҫтән Березкинға баҡты.

— Пуля яраһы, — тине шым ғына разведка начальнигы. — Пуляһы алынған. Яраны теккәндәр. Ҡайһылыр француз хирургы төп базала алған. Ике аҙна элек десантсылар артылыш аръяғындағы госпиталде ҡыйратты. Йылға буйлап капельницалар, бинттар, бандаждар аҡҡанын үҙем күрҙем... Пуля яраһы, — тип ҡабатланы ул, яра эҙен ҡарап, әйтерһең, үҙе табип ине.

Батурин аҡһаҡты хәрби кейемдә күҙ алдына килтерҙе. Автомат магазиндары тултырылған «лифчик». Биҙәкләп һырланған кобуралағы пистолет. Баҡыр айыллы күн ҡайыштағы өр-яңы «калашников». Көслө, етеҙ, таштан ташҡа һикерә, ҡаяларҙа боҫоп тора, йүгергән, йығылған, туҡталған һалдаттарға тоҫҡап очередтар ебәрә. Яуҙа арыу-талыуҙы белмәҫ ҡыйыу мөжәһит, «Аллаһ һәм дин яугиры» — уның алдында бына кем ине.

Ҡурҡыуға һалып, күҙ алдына икенсе нәмә килде: тәмәке төпсөктәре, сүп-сар сәселгән тимер ҡапта ул, Батурин, мөжәһиттән һорау алмай, ә енгә оҡшаған ошо бәһлеүән саман зинданда унан һорау ала, көлә-көлә аяуһыҙ ғазаплай, бысаҡ менән тураҡлай, таҫрайған дымлы күҙҙәре әлеге кеүек ялтырай, һаҡалы өҫтөндә шалпы ирендәре ҡыҙарып тора; уның, Батуриндың, ғазаптары ҡот осҡос, икһеҙ-сикһеҙ.

— Ул Мәхмүтхандың төп отрядында нисә кеше барлығын әйтә аламы? — тип һораны Березкин. — Ҡышлаҡта «дэшэка»лар, зениткалар бармы икән? Ул күсмә зенит-ракета комплекстарын күрмәгәнме? «Стингер»ҙар, «блоупайп»тар?

Әсир, аныҡ ҡына белмәйем, тип яуап бирҙе. Төрлө ҡоралдар бар. Йәш Мәхмүтханда ҙур пулеметтар, туп бар. Шуравиҙар ебәрһә, ул Мусаҡалаға барып, бөтәһен дә яҡшыраҡ белеп, һуңынан шуравиҙарға һөйләп бирә аласаҡ. Ул Әкрәм мулланы яратмай. Ул уны һәм уның туғандарын рәнйеткән. Ул шуравиҙарҙы ярата — хәрби доктор уны ике тапҡыр түләүһеҙ ҡарап, яраһын дауалаған. Уны ебәрһәләр, ул бер нисә көндән әйләнеп килеп, йәш Мәхмүтханда күпме ҡорал барлығын һөйләп бирәсәк.

— Беҙ уны ебәрәбеҙ, тип әйт. Ләкин әле уның йәш Мәхмүтханда зенит ракеталары күреү-күрмәүен, Мусаҡала янындағы бөтә артылыштарҙағы кисеүҙәр ҙә асыҡмы-юҡмы икәнен уйларға һәм иҫкә төшөрөргә бер төнө буласаҡ... Уны алып китегеҙ! — тип бойорҙо Березкин һалдатҡа.

Әсир таяғына таянып, мөләйем йылмайып һәм баш эйеп киткәс, Березкин Батуринға:

— Бына был ысын ҡырғауыл, исмаһам! — тине. — Иртәгә уның менән ныҡлап эшләйәсәкбеҙ... Мин уны автобуста шунда уҡ шәйләнем, хатаһыҙ айырҙым... Бына тигән ҡырғауыл!

Разведка начальнигы, күҙҙәрен йомоп, ҡәнәғәтләнеп йылмайҙы.

 

*  *  *

Талсыҡҡан, тарҡау Батурин эңерҙә бүлмәһенә йүнәлде. Бронежилеты аҫтында бөкрәйгән часовой торған аҙыҡ-түлек келәте, телефон трубкаһына дежурный ниҙер ҡысҡырған штаб, элемтәсенең аңлайышһыҙ саҡырыуҙары ишетелгән, маскировка сатыры ябылған элемтә үҙәге янынан үтте.

— Батурин, — уға өндәштеләр, — ә беҙ һиңә шаҡылдаттыҡ! Ә һин бына ҡайҙа икән! Әйҙә беҙгә, ултырырбыҙ...

Хәрби табип Ловчук менән военторг һатыусыһы Светлана уның юлын бүлде. Батуринды эҙләп табыуҙарына икеһе лә ҡыуанды. Ә ул осрашыуға шатланманы. Яңғыҙ ҡалғыһы килде, уларҙың ҡыҫыҡ бүлмәһенә барғыһы килмәне. Унда тынсыу, балта элерлек төтөн, шул уҡ таныш йөҙҙәр — табиптар, вертолетсылар, штаб офицерҙары, гарнизон ҡатын-ҡыҙҙары. Ағыулы, ҡаты спирт йотомонан һуң тоноҡ лампочкалар көтмәгәндә сағыуыраҡ яҡтырта башлай кеүек. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәре ҡараңғылыҡтан сыға. Ловчук, гитараһын эләктереп, бармаҡтарын ҡылдар буйлап ярһып-ярһып бейетергә тотона. Күҙҙәрен аҡайтып, разведка, десант, каруандар, «зеленка»лағы һуғыштар тураһындағы ҡытыршы, буталсыҡ, ярһыулы йырҙарын һуҙа башлай. Бында ултырған, бер-береһе тураһында бөтә серҙәрҙе белгән, һағыштан һарғайған, талсыҡҡан ҡыҙмаса кешеләр йырға ҡушыла. Быларҙың барыһы ла медсанбат янындағы ҡыҫыҡ саман өйҙә бара. Палатала минала шартлаған механик-водитель ыңғыраша, йоҡоһоҙлоҡтан интеккән лейтенант ҡултыҡ таяғын туҡылдата. Ултыралар, эсәләр, самаһыҙ тәмәке тарталар. Ҡайһы ҡайҙа пар-пар таралышалар: бөркөү афған далаһында ваҡытлыса — кем бер сәғәткә, кем бер йылға һөйәрҙәр була.

— Батурин, әйҙә миңә! — тип саҡырҙы Ловчук. — Ултырырбыҙ, йырлашырбыҙ!

— Әйҙә, — тип ҡыҫтаны Светлана. Батурин эңерҙә уның йылмайыуын, ҡалҡыу, тығыҙ күкрәктәрен һәм аҡ муйынын күрҙе. — Һин минән ҡурҡаһың һымаҡ!

— Юҡ, бөгөн булмай, — тип ҡаршы төштө Батурин, уларҙың тиҙерәк китеүен теләп. — Ҡағыҙҙар йыйылып китте.

— Беҙҙең Светканы алмайҙар разведкаға! — тип иһаһайланы Ловчук. Ҡыҙҙы иңбашынан ҡосаҡлап, үҙенә тартты. Улар балсыҡ казармаларҙа янған тоноҡ лампочкалар яғына, ҡара өйкөм булып һалдаттар йөрөгән, итек шаҡылдауҙары ишетелгән тарафҡа китте.

Ул үҙенә ҡайтты, буҫтау одеялға ятып, лампа аҫтына китап һалып, уҡырға тотондо.

Төҫлө миниатюралар менән биҙәлгән был китап — фарсы телендәге «Бабурнамә» поэмаһы ине. Дошман «Тойота»һы сүлдә засадаға килеп ҡапҡас, исламды пропагандалаған әҙәбиәт төргәктәре менән бергә ошо китапты ла алған десантсылар. Хужаһы кем икәне билдәһеҙ. Бәлки, уҡый-яҙа белмәгән мосолман уҡсылары, тау буйы далаларында йәшәүселәр — крәҫтиәндәр, малсылар, мал ҡыуыусылар араһында Пакистандан ҡорал каруаны менән килгән ниндәйҙер университет бакалавры, зыялы-идеолог булғандыр. Оператор бархандар буйлап килгән «Тойота»ның бәләкәй тоноҡ фараларына төҙәп атҡас, «бээмпэ» снарядтарынан өҙгөләнеп шартлаусыларҙы хатта бер-береһенән айырырлыҡ булмаған. Иртән «Тойота» төтөнләй әле. Десантсылар брошюра төргәктәрен яндыра, трофей гранатометтарҙы машиналарға тейәй. Йәш командир күн тышлы ҡупшы китапты күреп ҡалып, усаҡтан тартып алған.

Батурин ситтәре көйгән биттәрҙе аҡтарҙы. Китапта һүҙ батшаның ғәмәлдәре, уның походтары, яуҙары, ғибәҙәт ҡылыуҙары тураһында бара. Көнсығыштың шиғырға һалынған тәрән аҡылы кеше, ғүмер юлын үтеп, һөйөүҙән төңөлөп, алыштарҙан йонсоп, дуҫтарының хыянатын, яратҡандары һәм яҡындарының һәләкәтен күреп, диндарҙар һуҡмағынан мәсеттең сынаяҡ кирбес диуарындағы таң нуры кеүек, зәңгәрһыу ожмахҡа инһен өсөн, йәшәргә, Аллаһыға хеҙмәт итергә, дәрт һәм уфтаныуҙарҙан арынырға өйрәтә.

Ул нәфис ҡылҡәләм менән батшалар һунары, баһидирҙар алыштары, ҡалаларҙы ҡамау һүрәтләнгән миниатюраларҙы ҡараны. Сағыу келәмдәрҙә ҡыҙҙар бейей. Тарбағай ағас күләгәһендә аҡһаҡалдар киләсәкте юраусы мәрүәт ҡошто тыңлай. Билдәһеҙ рәссам батшалыҡтары, океандары, ерҙәре, төпкөлдәге ҙур балыҡтары, урмандағы ҡырағай йәнлектәре менән бергә бөтөн яҡты донъяны һүрәтләгән. Бар ерҙә — Герат мәсеттәрендә, Йәләлабад баҡсаларында, Ҡабулдың күләгәле сауҡалыҡтарында халыҡтарҙы һәм батшалыҡтарҙы буйһондорған яугир күңеле илаһи көстәргә ялбара, ҡурсалауын һорай.

Батурин иғтибарын уҡыуҙан ситкә йүнәлтте. Ошо китаптан уҡыған нәмәләр бында, тирә-яғында ине. Ҡышлаҡтарҙа, мәсеттәрҙә, дукансыларҙың ҡуңыр-ҡыҙыл йөҙҙәрендә, келәмдәрҙә, таш башняларҙа. Шул уҡ ҡаялар, йылғалар һәм сәсеүлектәр. Тауҙарҙа шул уҡ ҡоштар һәм йәнлектәр. Тирә-йүндә шул уҡ үҙгәрешһеҙ Көнсығыш.

Батурин уға тәрән фәлсәфә эҙләп, ер йөҙөн байҡаусы аҡыл эйәһе һәм шағир, илгизәр күҙҙәре менән ҡарарға ынтылды. Ләкин ул аҡыл эйәһе лә, шағир ҙа түгел ине. Ул — башҡа ерҙән килгән яугир. Һуғышыусы армия менән килде. Уның тауҙар һәм сүлдәр буйлап хәрәкәте йәрәхәтте хәтерләтә. Боронғо ҡоролошто емерә, ярғыслай. Уның «бэтээр»ы артында үлгән, ҡанһыраған тормош ҡайнай һәм ыңғыраша, унда ҡанлы бинттарҙа һыҙланалар, һорау алғанда ҡысҡыралар, сыбар вертолеттарға пулемет тоҫҡайҙар. Бер мәл ул ҡыйратылған ҡышлаҡта, күмерләнгән алмағастар араһында ҡабырсыҡҡа әйләнгән үле ҡош тапты...

Батурин тороп курткаһын кейҙе лә һауаға, йондоҙҙар аҫтына сыҡты. Сүлдән яҡынлашып килгән ҡыштың һалҡын еле иҫә. Күршелә движок тырылдай. Вертолетсыларҙың команда-диспетчер пункты тәҙрәһе һары май һымаҡ күренә. Ул ҡарашы менән йымылдап торған йондоҙҙар донъяһын байҡаны, юғарыға тартылды. Уға был еләҫ, саф ел йондоҙҙарҙан иҫеп, Ғаләмдән серле, асыҡ әйтелмәгән хәбәр килтерә кеүек тойолдо.

Ул көмөш томанлы төпкөлгә текәлде. Бик алыҫ башҡа тормошто, йондоҙҙар араһында күҙгә күренмәгән планеталарҙағы тормошто күҙ алдына килтерергә тырышты. Алыҫтағы күҙгә күренмәгән тормош йондоҙҙарҙы томанға төрҙө, шуға ла йыһан ҡара һәм һаңғырау түгел, ә һауалай еңел тойолдо, үҙен туҡтауһыҙ иҫкән елдәрҙә һиҙҙерҙе.

Уға бер планетала — ана, теге ҡыҫынҡы мөйөшлө йондоҙлоҡта йымылдаған планетала туй үткәрәләр һымаҡ тойолдо. Йәшел тауҙан төшәләр ҙә, ҡыуарған үләнде тапап үтеп, кейәү менән кәләште кәмәгә ултырталар, ҡупшы ҡалай батмусҡа сылтыратып аҡса һалалар.

Томанлы сыраҡтар араһындағы икенсе планетала — уның өйө. Әсәһе һәм атаһы — йәштәр, бәхетлеләр, яҙғы ҡояш нурҙарына ҡойоноп баҫып торалар. Атаһы уны ҡулдарына алып, аҡ түшәмгә сөйә, унда гәлсәр люстра быялаларының һәр береһе һоҡландырғыс төрлө төҫкә инеп, мөғжизәле емелдәп һәм дерелдәп, алтын, йәшел уттар һибә.

Ә өсөнсө планетала, һөт һымаҡ болот ҡуйырығына уралғанында, һуғыш бара. Ауылдар дөрләй, машиналарҙың гусеницалары яңы баш ҡалҡытҡан ашлыҡты тапата. Берәү ошо һуғыш уртаһында төнгө йондоҙҙар аҫтында яңғыҙы ғына баҫып тора, Ғаләмдән үҙен аңларлыҡ ҡараш эҙләй.

Батуринды көтмәгәндә шом баҫты. Ҡотон осороп, ҡатып ҡалырға мәжбүр итеп, күкрәген сәнсеп, йөрәгенә хәбәр килде. Гүйә йондоҙҙарҙың һалҡын яҡтыһы уға меңдәрсә нәҙек энә менән ҡаҙалды, һалҡын һәм үлем бөрктө. Ул ҡапыл үҙенең оҙаҡламай үлерен аңланы, белде. Ошо һуғышта ул мотлаҡ үлтереләсәк. Бөгөн үк түгел, иртәгә лә түгел, ә һуңғараҡ, әммә үлтереләсәк. Ошо хәбәр, йондоҙҙарҙан осоп килеп, унда ҡатып ҡалды. Ул ҡотҡарыу һорарға көс тапмай баҫып торҙо.

Әкренләп иҫенә килде. Бойоғоп, арып, бүлмәһенә, буҫтау одеял түшәлгән карауатына ҡайтты.

 

*  *  *

Төндә ул ишек туҡылдатыуҙан уянды. Тупһала штабтан килгән һалдат тора:

— Иптәш лейтенант!.. Полковник Березкин һеҙҙең арттан ашығыс ебәрҙе.

Һирәк сәстәрен тарап өлгөрмәгән, күптән түгел түшәктән торғоҙолған Березкин төймәләре эләктерелмәгән курткала кабинетында ултыра.

— Теге аҡһаҡ иҫәүән «автосервис»та ығы-зығы ҡуптарған! Шаҡылдата, командорҙы таптыра! Нимәлер әйтмәксе. Әйҙә әле, барайыҡ. Күрәһең, ниҙер уйлаған. Юҡҡа саҡырмаҫ!

Улар ҡорос контейнерға төштө. Шул уҡ бысраҡ өҫтәл артына, тоноҡ лампочка аҫтына ултырҙылар. Тиҙҙән уларҙың алдында, туҙанлы иҙәндә ботаҡҡа таянған, уҫлаптай кәүҙәле, бөкрө, салмаһыҙ, ҡара-күк башы түшәмгә еткән әсир пәйҙә булды. Ул әҫәренгәйне. Күптән түгелге мөләйемлеге, иркен ҡыланыуы, көлә-йылмая һөйләшеүе юғалған. Таҫыр күҙҙәре тынғыһыҙ уйнай. Ҡалын ирендәре ҡайнар һулай. Көслө, ҙур ҡулдарын әленән-әле күкрәгенә ҡыҫа.

Уның телмәре көтөлмәгәнсә ине.

Эйе, тип таныны аҡһаҡ, ул һорау алғанда дөрөҫөн әйтмәне. Сауҙагәр ҙә, дукансы ла түгел, ә Әкрәм мулланың яҡын ярҙамсыһы. Аяғындағы яраһы ла — былтыр засадала колоннаны яндырғанда шурави атҡан пулянан. «Наливниктар» шартлағас, төтөн хатта артылыштың теге яғында күренгән. Янған бензин үҙәндән йылға буйлап аҡҡан. Ул ваҡытта шуравиҙар утыҙ «наливнигын» юғалтҡан, үлеүселәр күп булған. Уның отрядындағы ҡырҡ кешенән ун ике кеше ҡалған. Үҙе, артиллерия утынан ҡотолоп, окоптан яралы аяғын һөйрәп шыуып киткән.

Эйе, ул — Сәйетҡол — муллаға тегеһе уны ҡаты үпкәләткәнсе хеҙмәт иткән. Әкрәм мулла уны отряд етәкселегенән алған, барлыҡ дәрәжәһенән, ҡаҙанған данынан мәхрүм иткән, бөтә ғәм алдында уға ябай хеҙмәтсегә ҡысҡырған кеүек екергән. Ә бөтәһе лә муллаға, Сәйфетдин кеүек, шуравиҙар менән ярашырға ваҡыт, тип әйткән өсөн. Сәйфетдин шуравиҙар менән килешкәс, ҡышлаҡтары имен, баҫыуҙары, арыҡтары имен. Ҡатын-ҡыҙҙары һәм ҡарттары, самолеттар һәм танктар килеүен көтөп, урындан ҡубып, тауҙарҙа йәшеренмәй. Сәйфетдин шуравиҙарҙан ҡорал ала, тиҙҙән Әкрәм мулланан көслөрәк буласаҡ, шуравиҙар менән бергә Мусаҡалаға килеп, уны ҡыйратасаҡ. Әкрәм мулла шуравиҙарға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнә, ләкин ҡышлаҡтарҙан ҡарттарҙы, балаларҙы ебәрмәй. Снарядтар һәм бомбалар уларҙы өйҙәрендә үлтерһен, ул ваҡытта барыһы ла шуравиҙарҙың ҡанһыҙлығын күрәсәк, ти. Ул, Сәйетҡол, мулланан ғәйепһеҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡарттарҙы ебәреүҙе талап иткән. Шунан мулла халыҡ алдында уға екереп, һуғып ебәргән. Хәҙер Сәйетҡол үҙен үпкәләтеүсенән үс аласаҡ, шуның өсөн командорҙы ете төн уртаһында саҡыртҡан.

— Ул ни әйтергә теләй? — Березкин, ҙур ялбыр шәүләһе тәпәш лампа аҫтында үрһәләнгән аҡһаҡҡа ҡараңғы сырай менән, ышанмай ҡараны. — Тиҙерәк әйтеп бөтөрһөн!

Мәхмүтхан, маңҡа малай, Әкрәм мулланың ҡәрҙәше, бушбоғаҙ һәм йүнһеҙ, сит мал-мөлкәткә хирес — Сәйетҡолдоң отрядын мулла бына кемгә тапшырған. Сәйетҡол һәр яуҙашын үҙе яугир яһаған, һәр кемдең ҡулына винтовка тотторған, яу алдынан һәр ҡайһыһына фатиха биргән, яраланған һәр береһен яу ҡырынан иңендә алып сыҡҡан, үлтерелгән һәр береһен, тиҙҙән осрашыуға ышандырып, ожмахҡа оҙатҡан. Мулла ошо кешеләрҙе унан тартып алып, маңҡа малайға биргән. Улар, Сәйетҡолдо пәйғәмбәр урынына күргән ошо кешеләр, унан йөҙ сөйөргән һәм онотҡан, Мәхмүтхандың ҡулын эт кеүек яларға тотонған, ә уның ҡулынан дары һәм мылтыҡ майы эҙҙәрен табырмын тимә, шәкәр онтағы һәм ҡына эҙҙәре генә бар. Барыһына ла ләғнәт төшһөн! Сәйетҡол командорға сер аса, командор унан файҙаланһын.

Иртәгә, тип дауам итте аҡһаҡ, Мәхмүтхан туй йыя. Кешеләр яҡын һуғышты көтөп, үлербеҙ, тип хәсрәт йотҡан Мусаҡалала түгел, ә һуғыш яҡынаймаған, вертолеттар осоп барып етә алмаған алыҫ ҡышлаҡта. Тораҡотал ҡышлағында Мәхмүтхандың туйы була, уның бөтә ҙур отряды һәм тағы ла ике бәләкәй отряд йыйыла, барлығы йөҙ егерме яугир. Әгәр командор унда вертолеттар ебәреп, һөжүм яһаһа, бер һелтәнеүҙә барыһын да ҡырып һаласаҡ. Мусаҡалалағы кешеләр, Аллаһы ғәҙел, был иҫәүәнгә яза бирҙе, тип әйтәсәк. Ә Әкрәм мулла, Аллаһы ҡәһәренән шөрләп, ҡарттарға һәм балаларға ауылды ташлап китергә рөхсәт итәсәк һәм шуравиҙарҙан солох һорарға тотонасаҡ.

Бөтә был ярһыу, тулҡынландырғыс телмәр Батуринға килеп бәрелде. Булмышына электр плазмаһылай үтеп инде. Уға эҫе, тынсыу булып китте. Березкинға тәржемә иткәндә ул ирекһеҙҙән әсирҙең хәрәкәттәрен һәм ишараһын ҡабатланы. Ирендәрен бүлтәйтте, ҡаштарын һикертте, усын күкрәгенә ҡыҫты.

— Эш ашығыс булғас, ниңә бая өндәшмәгән? — тине Березкин. Ул һаман да ҡәнәғәт түгел, һөмһөрө ҡойолған килеш ҡалды, ләкин сырайы үҙгәргәйне. Зәңгәр күҙҙәрендә, алтын яҡтылыҡ сатҡыларылай, зирәклек, фекер йүгереклеге сағылды. — Мин, ул ябай ҡырғауыл түгел, тинем бит!.. Ул ниңә бая әйтмәгән?

Ҡурҡҡанға әйтмәнем, тип яуапланы аҡһаҡ. Командор үҙен аттырыр тип ҡурҡҡан. Сәйетҡолдо барыһы ла бик һәйбәт белә. Күп һалдаттарҙы үлтергән Сәйетҡол. Уның фугастарында бик күп йөк машиналары, транспортерҙар, танк­тар шартлаған. Ул үҙен атып үлтерерҙәр йә дәүләт именлеге начальнигы Хәсән ҡулына бирерҙәр, тип ҡурҡҡан. Хәсән уны еүеш йәймәгә төрөп, электр тогы үткәртәсәк. Йәки, Аллаһы йәлләп, уның йәнен күккә алғансы, тырнаҡтарын берәмләп йолҡасаҡ. Ул ни бары ҡурҡҡан. Ләкин хәҙер ҡурҡмай. Ул үҙен ҡыйырһытыусыларҙан ҡон ҡайтарырға, ҡон ҡайтарылғанлығын белергә теләй. Һуңынан уны, әйҙә, атһындар йәки Хәсәнгә бирһендәр. Ул бөтәһен дә әйтте.

— Ҡышлаҡты күрһәтә аламы? Тораҡотал тигәне ҡайҙа?

Березкин картаны асты. Өсөһө лә уға эйелде. Батурин бәһлеүәндең ҡара-зәңгәр лепкәле ҡытыршы башын, ҡыҙыл һалынҡы ирендәрен, карта буйлап йөрөгән, тырнағы эскә бөгөлгән оло бармағын яҡындан күрҙе.

— Бына Тораҡотал! — тине әсир. — Ул бында!.. Мин картаны беләм, мин Пакистанда отряд йыйғанда карта уҡырға өйрәндем!.. Бына Мусаҡала. Бына, күрше тарлауыҡта Тораҡотал. Унда иртәгә Мәхмүтхан үҙенең кешеләре менән туй үткәрә. Командор унда вертолеттар ебәрһен дә Мәхмүтханды үлтерһен. Ул саҡта тыныслыҡ буласаҡ!

— Ярар, әйт уға... — Березкин күҙҙәрен карта буйлап йүгертте, блокнотына ҡараны, нәмәлер иҫәпләне, сағыштырҙы. — Әйт уға, иртәгә беҙ уны вертолетҡа ултыртып, Тораҡоталға осабыҙ. Әгәр беҙ унда туйҙы тапмаһаҡ йәки беҙҙе «дэшэка» һәм зениткалар уты ҡаршы алһа, мин, вертолет ишеген асып, уны йөрөп килергә ебәрәм! Күктә, бейектә — Аллаһыға яҡыныраҡ!

Тегеһе, ризалашып, башын ҡаҡты. Ҙур ҡулдарын ҡеүәтле күкрәгенә ҡыҫҡан, уҫлаптай кәүҙәле, сәстәрен ҡырҙырып алдырған ен турайҙы.

Березкин Батуринға ҡараны:

— Бына был, исмаһам, икенсе эш. Ысын эш. Әҙерлән, лейтенант, иртәгә туйҙа күңел асырһың. Кейәүгә күстәнәс алып барабыҙ!

Төн. Күктән ел иҫә. Томан, бейек йондоҙҙар. Зәңгәр йылғала таҫмалар менән биҙәлгән кәмә. Кәләштең ҡулдарында — миләш тәлгәше.

Березкин шым ғына көлдө.

Иртән вертолет майҙансығында ике пар: ике «Ми-8» һәм ике «егерме дүртле»11 осорға әҙерләнде. Бомбалар аҫылды, барабандарға снарядтар тултырылды. Яғыулыҡ ҡойоусылар бактарҙы тултырҙы. Батурин яғыулыҡ, ҡорос, шартлатҡыс тейәүҙән машиналарҙың ауырайыуын тойҙо...

Ҡайҙалыр ситтә, тауҙар артында, ошо уҡ һауала, ошо уҡ ҡояшлы донъяла мосолман туйы йыйыла. Мәсеттә, еләҫ ҡараңғылыҡта мулла Ҡөрьән биттәрен аса. Доға ишетелә. Һаҡаллы ҡуңыр йөҙҙәр намаҙлыҡтарға туңҡая. Ауыл өҫтөндә төтөн тирбәлә. Тәрилкәләрҙә былау быу бөркә. Олпат ҡарттар, матур кейенгән ирҙәр, егеттәр ҙур ишек алдарына йыйыла...

Автомат аҫҡан, күкрәгендә фотокамера бәүелгән Березкин картаны асты. Летчиктар Тораҡотал ҡышлағына маршрут һыҙҙы. Эскадрилья командирының йыйырсыҡлы, талсыҡҡан таныш йөҙө ошо картаны сағылдырғандай булды. Маңлайы, танау биле, ҡымтылған ҡоро ирендәре аша — осоу һыҙығы.

— Мин ошонан, йылға буйлап осорға кәрәк, тип уйлайым. Тауҙар аша түтәнән түгел, ә ситтән килергә кәрәк. Юҡһа, «пэвэо» аша үтергә тура киләсәк, — тине вертолетсылар командиры, ҡыштырлаған картаны ҡулында тотоп.

— Тура килмәҫ, — тип яуапланы Березкин. — Улар беҙҙе көтмәй. Бында, мәғлүмәттәр буйынса, бөтөнләй бер ниндәй ҙә оборона юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар айырым буласаҡ. Уларға бомба теймәҫ. Ә ир-аттар тотош бандалары менән бер ергә йыйылып ултырасаҡ. Шуларҙы утҡа тоторһоң. Бары ҡурҡытып өлгөрмәҫ өсөн, теүәл сығырға кәрәк!

Туй ишек алдында бара. Ағастар күләгәһендә биҙәкле келәмдәрҙә сал сәсле аҡһаҡалдар ултыра. Йәштәр, хөрмәт күрһәтеп, касаларҙа сәй килтерә. Әкрен генә һөйләшеүҙәр, мыйыҡтар, һаҡалдар ҡыбырлауы, ебәк мендәрҙәр, ҡара күҙле кейәү йөҙө. Үрелгән ситлектә — алтын ҡауырһынлы тауис...

— Һатлыҡ йәнде минең янға ултыртығыҙ! — тине эскадрилья командиры.

«Һатлыҡ йән» тип атау — мыҫҡыллы ҡушамат. Аҡса өсөн йәки ҡурҡышынан базаларға рейдтарҙа һәм һөжүмдә оҙатып йөрөүселәрҙең, вертолеттарҙы тыуған ҡышлаҡтарына йүнәлтеп, мөжәһиттәрҙең өйҙәрен күрһәтеүселәрҙең, фетнәселәрҙең исемдәрен һәм йәшерен осрашыу урындарын әйтеүселәрҙең барыһын да шулай атайҙар. Әсир төшкән бәһлеүән, ауыр ҡултыҡ таяғына таянып, сатанлап килде. Ҡыҙарған йөҙө — ҡатҡыл, тыныс. Ҡымтылған киң ирендәре таштан юнылған кеүек. Уны ике һалдат вертолеттар янына килтерҙе.

— Минең бортҡа! — тип ҡабатланы эскадрилья командиры.

Әсир килеп етте, башын эйеп сәләмләне һәм осоусыларҙың баштары өҫтөнән бөрмәле ҡупшы ебәге менән ҡалҡып, ҡатып ҡалды.

— Бында, — тине уға Батурин, сыбар машина янына килтереп, баҫҡысҡа күтәрелергә ярҙамлашып. Теге кәкре башлы таяғын ташлап күтәрелгәндә Батурин кейем аша уның тығыҙ мускулдарын тойҙо.

Ултырҙылар. Һатлыҡ йән һулдағы һәм уңдағы осоусылар араһына урынлашты. Һөйләшергә уңайлы булһын өсөн Батурин уның артынан урын алды. Березкин борттехник менән эскәмйәгә сүгәләне.

— Кем әйтмешләй, Аллаға тапшырып, киттек! — тине Березкин. — Туйҙа күңел асып, «әсе» тип ҡысҡырырға! — Ҡояшлы түңәрәк быялаға төбәп, фотокамераһын ҡорҙо.

Вертолеттар һырлы тимерҙән шығырлап үтеп, бер-бер артлы һауаға күтәрелде. Березкин блистер аша емелдәгән һоро йәшеллекте күрҙе. Шул уҡ иҫке ҡәлғәнең харабалары. Соҡор төбөндәге үртәнделә күскенсенең сатыры һәм ике дөйә торғаны күренде. Ҡышлаҡты осоп үттеләр. Һырлы кәрәҙҙәге ҡайһы бер шаҡмаҡтар алтын ҡурғаш менән көпләнгәндәй баҙлай — түбәләрҙә өрөк кибә. Сүлдең бысраҡ киндеренә сигелгән бәрхәт ҡорамаларҙай, йәшел баҫыуҙар аралаша. Ҡояшты сағылдырып, арыҡтар шарлап ағып ята.

Батурин уйланды: туй, һуғыш, төндә үлемен һиҙемләү, яҡындарын һағыныу, һөйөү көтөү, ҡурҡыуҙан һәм нәфрәттән аң томаланыу — быларҙың барыһы, бәлки, айырылғыһыҙ рәүештә бер-береһенә үрелеп, бер-береһенә күсеп, тормоштоң бөтөнлөгөн тәшкил итәлер, уны иһә аңлап булмай, нисек бар — шулай ҡабул итергә генә мөмкин. Бына ул тере, бер кемгә лә асыулы түгел, «Бабурнамә»не уҡый, бомбаға тоторға оса. Ул үҙе — тормош бөтөнлөгөн йөрөтөүсе. Шулай йәшәргә кәрәк тә, башҡаса түгел.

Улар үҙәнде үтеп, тауҙарҙың һығылмалы йыйырсаларына күтәрелде. Ҙур япма аҫтында бәһлеүәндәр йоҡлап ятҡандай тойолдо. Уларҙың кәүҙәләре, аяҡтары һәм баштары тоҫмаллана. Ярлауҙарҙы уҙып, йәнә бормалы йылғаға түбәнәйҙеләр. Һыу өҫтөнән, аҡһыл ҡамыштар өҫтөнән, ҡояштың аҡ балҡыштары өҫтөнән түбән остолар. Өйрәктәр тубы ҡыя осоп үтте.

Батурин шлем кейгән вертолетсы һәм афғандың ҡупшы салмаһы араһынан ҡараны. Йылға ҡояштың бихисап сағылышын юғарыға сөйә, гүйә, һыуҙа күҙҙәр асыла ла һүнә, кемдәрҙеңдер ҡулдары күтәрелеп, вертолетты туҡтатырға ынтыла. Батурин бер мәлгә ҡурҡып ҡалды, вертолетты туҡтатырға, кирегә борорға теләне. Ләкин летчик штурвалға ҡаты йәбешкән.

Һыуҙан айырылып, ҡырҡа өҫкә күтәрелделәр. Боролоуҙан ҡурҡып, афған ҡулдарын йәйеп ебәрҙе, артҡа, Батуринға ауышты. Вертолет юғарыға күтәрелеп боролдо, кабинаның быяла ҡабырғаһында ҡалған ике вертолет сағылды. Үтә күренмәле блистерҙа көтмәгәндә бик яҡында ҡышлаҡ пәйҙә булды. Дувалдар, баҡсалар, виноград ҡыуаҡтары. Яҫы түбәләр. Мәсет көмбәҙе. Бер-береһенә йәбешкән өйҙәр, бормалы тыҡрыҡтар. Һәм биҙәкле балсыҡ дүртмөйөштә, иркен ишек алдында, туй күренде.

Түңәрәк башнялы балсыҡ стена менән уратылған ишек алдына халыҡ тулған. Аҡ, зәңгәр, алһыу кейемдәр, түшәп һалынған ҡыҙғылт алтын келәмдәр. Тыҡрыҡтарҙа кешеләр ҡайнаша. Биҙәкле келәмдәрҙә тығыҙ булып ҡунаҡтар ултырған. Ҡоштай үткер ҡараш менән Батурин юғарынан ҡыҙыл анар һуты ҡойолған касаларҙы, быу бөрккән һарыҡ ите һәм дөгө, емеш-еләк һауыттарын, ҡуйы һаҡалдарҙы, нағышланған түбәтәйҙәрҙе, ир-аттар иңендәге иркен бөрмәле кейемдәрҙе, келәм биҙәктәрен, быяла һауыттағы ҡояш нурын, ағас күләгәһендәге атты, уның баҡыр өҙәңгеһен, аҡһыл раузалар ҡыуағын, япраҡ ышығында ятҡан ҡоралдың еңелсә ялтырауын шәйләгәндәй булды. Ул быларҙың барыһын да күреп өлгөрҙө, әйтерһең, туй ерҙән айырылып, бер генә миҙгелгә вертолетҡа яҡынлашты, үҙен күрһәтте лә кире алыҫлашты, өтәҫләнеп, төрлө төҫтәге өйөм булып ергә ятты.

— Ана улар, бында! — тип ҡысҡырҙы афған, ярһып һәм тирә-йүнде ҡыуана-ҡыуана байҡап. Еүеш ҡыҙыл ирендәр араһында тештәр йылтыраны, күҙҙәре ут сәсеп әйләнде.

Летчик вертолетты бороп, ауҙара биреп, штурвалды тартты. Туйҙы ергә ҡойоп, һепереп төшөрөргә теләгәндәй, вертолетты үрә ҡуйҙы. Сыбар, оҙон ҡойроҡло, пушкалы, ҡабарынҡы кабиналы ҡалған ике машина яңынан күҙгә салынды.

— Башла! — Березкин арттан вертолетсыға ҡысҡырып, Батурин өҫтөнә ауҙы. — Бөтөр шуларҙы!

Вертолет тау буйлап ауышып, күҙгә күренмәгән, күк аша үткән күсәр тирәләй әкрен генә боролдо. ҡалтыранып, бер мәлгә ҡатып ҡалды. Үҙенең бөтә ҡурҡыныс ҡеүәтен көсөргәндереп, сыбар йомғаҡ — келәмдәр, касалар һәм һаҡалдарҙы бомбаға тотоу сәбенә һыйҙырып, алға ынтылды.

Аҫылманан ысҡынған бомба вертолеттан алыҫлашып, әйләнә-тулғана ер өҫтөнән осоуын дауам итеп, туйға китте. Машина, аҡ бомбанан ҡотолғас, күкте винттары менән телеп, ҡапыл ситкә боролдо. Батурин, муйынын һуҙып, бәһлеүәндең иңбашы аша ҡараны. Ҡырҡа боролошта ишек алдын ҡараңғыға сорнаған ҡара, ялбыр шартлау күрҙе, сепрәк киҫәктәре өйөрөлөп һауаға осто. Бөҙрәләнеп торған төтөндә бер мәлгә әле генә сыбар келәмдәр, аҡ салмалар һәм һаҡалдар булған урында утлы соҡор күренде.

— Аллаһ акбар! — Аҡһаҡ, салмаһы менән түшәмгә бәрелеп, ҙур йоҙроҡтарын ҡыҫып, тороп баҫырға ынтылды. — Аллаһ акбар!

— Шәп! — тип ҡысҡырҙы Березкин. — Тағы бер мәртәбә әйлән!

Вертолет, ҡалған машиналар һөжүме өсөн күкте бушатып, ситкә тайпылды. Батурин «егерме дүртленең» һөжүмен алыҫтан, тауҙар яғынан күрҙе. Ҡышлаҡ һөрөмгә һәм төтөнгә бата, төтөн өҫтөндә ялтырап вертолеттар оса.

Яңынан ҡышлаҡҡа остолар, яҫы түбәләргә түбәнәйҙеләр. Тыҡрыҡта төтөн аша, винтовка тотҡан ҡулдарын өҫкә күтәреп, салмаһы һүтелеп иңбашына төшкән кеше йүгерә. Икенсе осоусы уны пулемет сәбенә тотоп, саҡмаға баҫты.

Очередтар тыҡылданы. Пулялар йүгереүсенең аяҡ аҫтындағы юл саңын алдан да, арттан да туҙҙырҙы. Теге йүгереүен белде. Летчик, тештәрен ыржайтып, эстән генә аты-юлы менән һүгенеп, уны сәп дүңгәләгенә индерҙе лә, арҡаһына очередь ебәреп, йөҙтүбән йыҡты. Машина гөрһөлдәп мәйет өҫтөнән, ағастар өҫтөнән, мәсет көмбәҙе өҫтөнән осоп уҙҙы.

— Аллаһ акбар! — бәһлеүән, ҙур йоҙроҡтарын ҡыҫып, тантана итте.

Ҡылынған үлтереште, янында ғына ҡара ҡаштар аҫтынан ут бөркөп балҡыған күҙҙәрҙе күреү Батуринға ҡурҡыныс ине.

Вертолеттар, урамдарҙы утҡа батырып, ҡышлаҡ өҫтөндә өйөрөлдө, әйтерһең, балсыҡ ҡоролмаларҙа яңы юлдар, тыҡрыҡтар ярҙылар. Пулеметтан һәм туптарҙан ат бәйләгестәргә, ағастарға, баҡсаларға аттылар, йүгереүселәрҙе ҡыуып еттеләр.

Ҡышлаҡ артындағы юлда һыбайлы елдерә. Аҡ салма, ҡанат кеүек ҡабарған пата, тояҡтар аҫтынан саң бөркөлә. Вертолет уны түбәнәйеп ҡыуып етте, винттар үкереүе ҡолаҡтарын тондорҙо. Һыбайлы боролоп ҡараны, эйелеп, арҡаһынан автоматын алды. Вертолет бөтә көсө һәм етеҙлеге менән ябырылды. Һыбайлы эйәрендә боролоп теҙгенде ысҡындырҙы, машинаға ҡаршы атты. Пуля блистерҙы тишеп үтте, кабинаға туҙан бөрсөктәре тулды. Снарядтар юлды аҡтарып ташлап, ҡара һөрөмгә әйләндерҙе. Батурин һауаға күтәрелгән төтөндө, үлтерелгән ат менән һыбайлыны күреп өлгөрҙө. аңында шул йөҙ салымдары уйылып ҡалды.

Афған иһаһайланы, тештәрен ыржайтты.

Вертолеттар ҡайтырға боролдо. Батурин күҙенә салынған ярлауҙарға ҡарап бара. Блистерҙағы тирә-яғы сатнаған тишектән үтәләй ел өрә.

Ҡайтып, ергә төштөләр.

— Әйт уға, — Березкин әсирҙең киң яурынынан ҡаҡты, — уға аҡса бирербеҙ, тип әйт. Кисен барырбыҙ, һөйләшербеҙ.

Афған баш та ҡаҡманы, яуап та бирмәне. Йөҙө тыныс ине. Таяҡҡа таянып, ике автоматсы оҙатыуында китте.

Батурин ятты. Ул ныҡ арығайны. Күҙҙәрен йомдо. Күҙ ҡабағы аҫтында ҡыҙыл һәм аҡҡа уралған төтөнлө соҡор ҡарая. Һыбайлы елдерә. Тояҡтар ялтырай. Үтә күренмәле саң борҡолдай. Аҡ салмалы борола ла, яҡынайып, ағарынған йөҙөн Батуриндың йөҙөнә уйып ҡалдыра. Был йөҙ Батуринға үлем булып уйыла. Уның булмышына сит кешенең үлеме инеп ултыра, уның үҙенең үлеменә әүерелә.

 

*  *  *

Төшкө аштан һуң ул штабта, Березкиндың кабинетында, өгөт-нәсихәт отряды өсөн әҙерләнгән фонограмма текстарын аныҡлап ултырҙы. Пропагандистар «Алла Пугачева» тип йөрөткән броневик ҡамау һыҙығына, ғәскәр алдына сығып, ҡамауҙағы ҡышлаҡҡа хәбәр тапшыра: тыныс халыҡҡа торлаҡтарын ташлап китергә, һуғыш яланынан сығырға, хәүефһеҙ урында йыйылырға тәҡдим итә. Тыныс халыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм балалар өйҙәрен ташлап киткәс, самолеттар ҡәлғәгә әйләнгән фетнәселәр ҡышлағын бомбаға тота.

«Хөрмәтле мосолмандар, Мусаҡала халҡы, — тип әйтелә текста, — Әкрәм мулла һеҙҙе дусар итергә теләгән урынһыҙ ҡорбандарҙы һәм ҡан ҡойошто булдырмау өсөн, көндөҙгө сәғәт ун икегә Чархи Дрош ауылы янындағы Ҡороған ҡоҙоҡ эргәһендә йыйылырға тәҡдим итәбеҙ, унда аҡ әләм эленгән...»

Тексты сәйәси бүлеккә индерер алдынан, Батурин ҡайһы бер һөйләмдәрҙе төҙәтте. Бәләкәй генә йәшел броневиктың блокта торған хәрби машиналарҙы урап үтеп, һоро ҡояш аҫтындағы ҡышлаҡҡа әкрен генә барыуын күҙ алдына килтерҙе. Туҡтай, ҡатып ҡала, яңынан һаҡ ҡына алға ҡуҙғала. Өҙөк-өҙөк ҡаты тауыш ел менән өйҙәргә, дувалдарға оса, һөжүмгә дусар ителгән, тынып ҡалған ҡышлаҡта йөрөп әйләнә, ҡат-ҡат шаңдаған аңлайышһыҙ ҡайтауаз булып кире ҡайта.

Иғтибарлы, теүәл Березкин шунда уҡ ҡағыҙҙарға сумды, картаға, блокнотҡа, сейфтан алынған ҡалын дәфтәргә билдәләр яһаны.

Ишек артында аяҡ тауыштары ишетелде. Шаҡып та тормай, тыны бөткән дежурный килеп инде.

— Иптәш полковник, командир үҙәккә саҡыра!.. Колоннаны утҡа тоталар!..

Разведка начальнигы артынан Батурин хәрби идара үҙәгенә инде, унда офицерҙар, радистар йыйылып өлгөргәйне. Командир трубканы ҡыҫып тотоп ҡысҡыра:

— Һинең алғасҡылар ҡайҙа?.. «Йылан», «Йылан»... Һинең алғасҡылар ҡайҙа, тип һорайым...

Тауышы асып ҡуйылған динамиктан эфирҙың ҡыштырлау-шытырлауҙары аша колонна башлығының алыҫтағы тауышы яуап бирҙе:

— «Тау»! «Тау»!.. Мин — «Йылан»!.. Алғасҡылар яна!.. Өс алғасҡы яна!.. «Нитка»12 туҡтатылды!.. Ут бик көслө!.. «Ике йөҙҙәр»13 һәм «өс йөҙҙәр»14 бар... «Йәшен»де бирегеҙ!.. Сәптәр — «йөҙ ҡырҡ өсөнсө» һәм «йөҙ ҡырҡ һигеҙенсе»!.. «Һаҡаллылар» уты бик көслө!..

Барыһы ла — артиллерист, авиатор, тыл хеҙмәткәре, штаб начальнигы, командир үҙе ҡысҡырҙы, оҡшаш команда бирҙе. Тетрәнгән, телефон һәм рациялар янында урын тапмаған Березкин Батуринға мөрәжәғәт итте:

— Сәйфетдин!.. Һатлыҡ йән!.. Ҡәбәхәт!.. Күҙҙәремә ҡараны!.. Араҡы эстек!.. Туғаным, тип атаны!.. Бер кемгә лә ышанырға ярамай!.. Бар белгәндәре — дөмбәҫләү!.. Утҡа тоторға уларҙы, утҡа!

Батурин бәлә килгәнен аңланы. Сәйфетдин төркөмө менән килешеү тураһындағы инде төҙөлгән, эшләнеп бөткән ҡатмарлы план емерелде, таралды, юҡҡа сыҡты. Бөтә йәшерен һәм асыҡтан-асыҡ осрашыуҙар, ҡорал вәғәҙә итеү, аҡса түләү — дошмансыл банданы дуҫтарға, союздаш ғәскәргә әйләндереү, ҙур районда хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу, ҡышлаҡтарҙы һәм сәсеүлектәрҙе бөлгөнлөккә төшөүҙән йолоп ҡалыу, үҙҙәренең һәм ситтәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлау хаҡына атҡарылған бөтә эш юҡҡа сыҡты. Березкин ҡыуанып бөтә алмаған, командир рапорт биргән, Ҡабулда тыныс сәйәсәт еңеүе булараҡ хуплап ҡаршыланған план уңышһыҙлыҡҡа дусар ителде. Бөтәһе лә юғалды һәм бөттө. Колонналар үткәндә Сәйфетдин һаҡларға алған юл яңынан һуғыш яланына әйләнде. Хәҙер был юлда «наливниктар» шартлай һәм төтәй, һалдаттар ҡолай; оҙата барыусы «бэтээрҙар» пулеметтарын кирегә бороп, ярлауҙарға ата. Унда окоптарҙа уҡсылар оялаған, улар яғыулыҡ цистерналарына шартлатҡыс пулялар ебәрә. Ҙур-ҙур ут шарҙары шартлай, ҡара һөрөм бағаналары күтәрелә. Шартлауҙан һуң машина һөлдәһен аҡ ут ялмай.

— «Йәшен»!.. Мин — «Тейен»!.. Мин — «Тейен»!.. — тип ҡысҡыра ҡарлыҡҡан тауыш менән артиллерия начальнигы, утты юлға йүнәлтеп. — Сәптәр — «йөҙ ҡырҡ өсөнсө» һәм «йөҙ ҡырҡ һигеҙенсе»!.. Тиҙ-тиҙ атығыҙ!..

Березкин нәфрәттән ҡарайған зәңгәр күҙҙәрен шашып әйләндерә:

— Һатлыҡ йән!.. Тереләй яндырырға уны!..

Батурин үҙәктән сыҡты. Ул үҙенең тотош һыҙланыуын, тәне ауыртыуҙы түгел, ә рухи әрнеү тойҙо. Ҙур хеҙмәт күрһәтмәһә лә, тәржемәсе булараҡ, тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашты. Сәйфетдин менән йәшерен осрашыуҙарҙа булды. Ул — Сәйфетдингә ышанған, Фазлый мөғәллимде, уның яғымлы телмәрен һәм ихлас, тәрән фекерҙәрен яратып өлгөргән Батурин — уңышһыҙлыҡ сәбәбен аңлай алманы. Үҙе йәлеп ителгән алдаҡтан, хыянаттан ҡурҡты. Татлы ышандырыуҙар, ихлас анттар араһынан оҫта йәшерелгән мәкерҙе айыра алманы. Юҡ, ул Көнсығышты белмәй, уның тәрәнлеге һәм сере алдында көсһөҙ. Сит бауырҙан булыуы менән айырыла унан.

Ситтә, казармалар артында, туҙанлы далала һауа шартланы. Көл һәм төтөн болоттары ер өҫтөнән аҡты, унда ерән шарҙар емелдәп шартланы. Артиллерия утҡа тотто. Үҙйөрөшлө гаубицалар тауҙарға снарядтар ебәрҙе, колоннаны ҡотҡарырға ынтылып, мөжәһиттәр позицияһын ҡыйратты.

*  *  *

Кискә табан колонна часҡа әйләнеп ҡайтты. Туҙанға батҡан «КамАЗ»дар, яғыулыҡтары ағып торған цистерналар, сыйылып бөткән фургондар, брезент ябылған йөк машиналары. Машиналарҙың алғы быялалары үрмәксе ауылай сатнаған, пуля тишектәренән хәлдән тайған шоферҙарҙың йөҙө күренә. Радиаторы тишелгән бер машинаны һөйрәтеп алып ҡайттылар. Икенсе «наливник»тың цистернаһындағы тишектән яғыулыҡ аға, шофер кабинанан һикереп төшөп, уға сепрәк тығып ҡуйҙы.

Бысранған, ҡоромло «бэтээр»ҙарҙан үлгәндәрҙе бушаттылар. Батурин ыржайған ауыҙлы, түңәрәк һоро йөҙҙө, һалҡын йәштәр тулы асыҡ күҙҙәрҙе күрҙе. Икенсеһен, янған, ҡыҙыл ҡутырлы тәнлеһен, носилкаға һалдылар, һәм санитар уның өҫтөнә брезент ташларға ашыҡты.

Тилбер, етеҙ хәрби табип Ловчук яралыларҙы бушатырға ярҙамлаша. Санитарҙарға ҡысҡырғылай, муйыны бәйләнгән лейтенантты ҡултыҡлап ҡыҙыл тәреле фургонға ултыртты. Лейтенант уға ярһып, ҡабаланып һөйләй:

— Мин броняла!.. Иң алдағыһында!.. Ҡараһам, яна! Мин пулеметсыға: «Һүндер!..» — тим. Ә ул аса алманы!.. Мин — люкка!.. Шунан мине өтөп алды!..

Батурин бензин һәм саң еҫе аңҡыған колонна янынан үтте. Далала артиллерия гөрһөлдәй. Күкте яндырып, реактив снарядтар һыҙғырып осоп, алыҫҡа, күҙгә күренмәгән «зеленка»ға төшә.

Байып барыусы тәпәш ҡояш яҡтыһында киске далала элекке яуҙарҙың шаһиттары — боронғо ҡәлғәләр һерәйеп тора.

Батуринды төндә тағы ла уяттылар. Агенттар менән ғәҙәттә осрашҡан бәләкәй бүлмәлә тәпәш өҫтәл артында Березкин ултыра, ә уға ҡаршы Фазлый мөғәллим. Күптән түгел, бер көн элек Батурин уның зыялы йөҙөнә, килешле ипләгән иркен кейеменә, еңел, күркәм хәрәкәттәренә һоҡланғайны. Әле Фазлый мөғәллим туҙанға батҡан, бысранған, ҡанлы йыртыҡ патала. Ҡулы сепрәк менән уралған. Тырнаҡтары аҫтында — ҡара ер һәм ҡан. Сыйылып бөткән бите әленән-әле тартыша. Ул касалағы сәйгә, тәрилкәләге тәм-томға үрелмәне.

Батурин килеп инеү менән мөғәллим, иҫәнләшеп тә тормай, таҫрайған күҙҙәрен Березкинға төбәп, ярһыулы һүҙҙәрен уға йүнәлтеп, яралы ҡулын болғай-болғай ашығып һөйләргә тотондо.

Ни өсөн уны шуравиҙар шул тиклем ныҡ алдаған? Ни өсөн шуравиҙар үҙҙәренең дуҫтарына әйләнгәндәрҙе һәм ҡомһоҙ, мәкерле кешеләргә ҡаршы көрәшергә әҙер булыусыларҙы алдай? Ни өсөн шуравиҙар мәңгелек дуҫлыҡҡа ант иткәс, вәғәҙәләрен боҙа?

— Ни һөйләй ул? — тип яуапланы Березкин, ярһып. — Мин уны нисектер эләктереп алып, күҙҙәре араһына үҙ ҡулдарым менән пуля ебәрәм, тип уйлағайным! Ә ул килде лә, башымды әйләндерә! Әйт уға, беҙ хәҙер моргҡа барабыҙ, мин уға үлтерелгән шоферҙарҙы күрһәтәм, шунда уҡ моргта алдаҡсы этте атып үлтерәм! Әгәр теге донъя була ҡалһа, үлгән егеттәргә саҡ ҡына еңелерәк булыр! Бер һатлыҡ йәнгә кәмерәк! Әгәр Сәйфетдин ҡулыма тере килеш килеп ҡапһа, уның менән дә шуны уҡ эшләйәсәкмен! Әгәр уның һөйәктәрен беҙҙең снарядтар онтап бөтөрмәһә!..

Үле шоферҙарҙың пластик тоҡтарға төрөлгән мәйеттәре моргта хәҙер нисек ятыуын, был хәлде белмәй, алыҫтағы ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа тыныс йоҡлаған һалдат әсәләрен күҙ алдына килтереп, Батурин шул уҡ ярһыу, шул уҡ ытырғаныу һәм нәфрәт менән тәржемә итте.

— Сәйфетдин ни өсөн, тыныслыҡ тураһында килешеүҙе боҙғансы, йәндәй күргән улымды ҡорбан итәм тип, Алла менән ант итте? — Березкин һүҙҙәрҙе ҡотороуҙан ағарынған ирендәре менән әкрен генә әйтте. — Һеҙ юлдан үтеүсе колонналарҙы һаҡларға вәғәҙә бирҙегеҙ, беҙ һеҙгә ышандыҡ!.. Ни өсөн һеҙҙең пулеметтар колоннаға атты?!

— Сәйфетдин йәндәй күргән улын ҡорбан итте! — тип яуапланы тауҙар улы, уның хәсрәтле, шырт үҫкән зәңгәрһыу сикәһе тартышып ҡуйҙы. — Һеҙҙең вертолеттар Сәйфетдиндең улы Мәжиттең туйын утҡа тотто. Мәжитте үлтерҙеләр, ә Сәйфетдиндең арҡаһы яраланды. Һеҙ Сәйфетдинде тыныслыҡ тураһындағы һүҙҙәр менән алданығыҙ, байрамды көтөп тороп, Сәйфетдинде, иң яҡшы мөжәһиттәрҙе бер юлы үлтерергә теләнегеҙ! Сәйфетдин, яраланыуына ҡарамаҫтан, юлдағы һуғышты үҙе алып барҙы, «дэшэканан» үҙе атты, машиналарҙы үҙе яндырҙы! Үлгәнсе шуравиҙарҙан үс аласаҡмын, тине ул! Әгәр берәй шурави уға әсир төшһә, ул үҙ ҡулдары менән уны киҫәкләп ҡырҡасаҡ! Бәлки, улы Мәжит шуравиҙың нисек сыйылдағанын ишетер!

Батурин тәржемә итте, Березкиндың йөҙө нисек ағарыуын күрҙе. Полковниктың, әйтерһең, тик һөйәктән торған йөҙөндә ҡото алынған аҡ күҙҙәр ҡатып ҡалды.

— Ниндәй туй?! Ниндәй Мәжит?! Беҙҙең вертолеттар Әкрәм мулланың төп отрядын — Мәхмүтхандың туйын бомбаға тотто!..

Мөғәллим ишетмәне. Хәле ауыр ине. Ул һушын юғалтыуҙан ҡурҡты. Йөҙөн көҙән йыйырҙы. Күрәһең, уның янында ауыр снаряд шартлаған, аңы томаланған — контузия алған. Шуравиҙар ни өсөн уны алданы? Ул шуравиҙарға ышанды, шуравиҙарҙы яратты. Мәктәбе торған ҡышлаҡтың тыныслыҡҡа тейенеүен теләне. Хәҙер унда яңынан һуғыш, яңынан снарядтар ярыла. Сәйфетдин уны эҙләй, үлтерергә теләй. Ул, Фазлый мөғәллим, туй барған урынды шуравиҙарға әйткән, Тораҡотал ҡышлағын күрһәткән, тип иҫәпләй. Хәҙер Сәйфетдин уны эҙләйәсәк, уны, ҡатынын, балаларын, ағай-апайҙарын тотасаҡ. Үлемдән ҡайҙа ҡасып ҡотолор?

— Нисек инде улай!.. — Березкин аҡ ирендәрен ҡыбырлатты. — Мәхмүтхан отряды, тине ул... Ҡабатлап тикшерергә ваҡыт булманы... Бер һелтәүҙә барыһын да... Нисек инде улай!..

Уларҙың икеһенә лә — разведка начальнигына ла, тәржемәсегә лә — ҡурҡыныс, дәһшәтле хәҡиҡәт барып етте. Зәңгәр салмалы аҡһаҡ бәһлеүән вертолетта ултырып, машинаны туйға йүнәлтте. Келәмдәрҙе һәм һаҡалдарҙы, фарфор тәрилкәләрҙе, касаларҙы һепереп түккән ҡара шартлау фетнәселәр ҡышлаҡтарын буйһондорорға ынтылған Березкиндың ҡатмарлы, ғазаплы планын селпәрәмә килтерҙе. Бомба туйҙы ҡыйратты, солохто емерҙе. Ҡара һаҡалдағы ҡыҙыл ирендәр шашып иһаһайланы, тантаналы ауаздар сығарып балҡыны.

— Киттек! — Березкин һикереп торҙо, артынан Батуринды эйәртте.

 

*  *  *

Тоноҡ ер аҫты бункеры, бысраҡ иҙән, аҡһыл лампочка. Уҫлаптай кәүҙәле, ҡырҙырып алынған ҡытыршы башлы әсир тимер стенаға һөйәлеп тора. Березкин, тыны ҡыҫылып, ғыжылдап ҡысҡырҙы. Батурин шул уҡ тауышты, шул уҡ ғыжылдауҙы ҡабатланы:

— Һин миңә, Тораҡоталда Мәхмүтхан туйы була, ул туйға уның отряды килә, тинең. Быны миңә һин әйттеңме, әллә юҡмы?!

Әсир өндәшмәне. Ҡатып ҡалған ҡара, ялтыр күҙҙәрен йомғоламай ситкә ҡараны, гүйә, һорауҙы ишетмәне. Уның ҡара һаҡал менән ҡаймаланған, ҡымтылған иренле ҡыҙыл сырайы хәрәкәтһеҙ ине.

— Һин, әшәке, һаҫыҡ һарыҡ... Һин, Әкрәм мулланы күрә алмайым, беҙгә ярҙам итәм, тинең! Вертолеттарҙы Тораҡоталға алып барам, тинең. Һин шулай тинеңме, яуап бир!!!

Әсир өндәшмәне, йөҙө оторо ҡатты, әйтерһең, күҙ алдында тауға әйләнде. Күҙ бәбәге генә емелдәне, тимер стена, һалҡын ер аша бағып, ер ҡатламы һәм металл аша нимәлер күрҙе.

— Һин мине алданың! Мине төп башына ултыртҡаныңа ҡыуана алаһың! Мин һинең әшәке ялғаныңды алдан белә алманым! Ләкин мин һине хәҙер атып үлтерәм, ошонда уҡ һаҫыҡ тәнеңде йыуынты соҡорона, эттәргә сығарып ырғытам! Ул бер ваҡытта ла ерҙе күрмәйәсәк, һинең ниндәй герой икәнлегеңде бер кем дә белмәйәсәк! Барығыҙ ҙа ашҡынған ожмахты ла бер ҡасан да күрә алмаясаҡһың! Сөнки һөйәктәрең күмелмәйәсәк, ә ас эттәргә эләгәсәк!

Березкин пистолетын алып, көбәген әсирҙең муйынына терәне. Ләкин теге күҙҙәрен йомғоламаны, ҡыбырламаны, әйтерһең, пистолет көбәге гранит һынға терәлгәйне.

— Юҡ, мин һине атмайым! Мин һине именлек хеҙмәте начальнигы Хәсәнгә ебәрәм!..

Шунда бәһлеүән ҡыбырлап ҡуйҙы. Күҙҙәрен йомғоланы. Ҡаштарын өҫкә күтәрҙе. Күкрәгенә ауыр көрһөнөү тулды. Һаҡалындағы ирендәр асылды. Ул ыңғырашыуға оҡшаш ауаз сығарҙы. Тауыш, тимер бункерҙы тултырып, геүләне, өҫкә күтәрелде. Оло кәүҙәһе сайҡалырға тотондо, шәүләһе һелкенде, кейем һырҙары ҡыбырланы. Көрһөнөү һәм геүләү күп мәртәбә әйтелгән «Аллаһу акбар!» булып ҡабатланды...

 

*  *  *

Көндөҙ Батурин туҙанлы, томанлы һауала вертолеттар әйләнеүен күҙәтте. Колонна тынсыу далаға юл алды, тарҡау оҙон ҡойроҡ булып теҙелде. Ҡом сырмап, танк гусеницалары шығырланы. Соҡор-саҡырҙарҙа бронетранспортерҙар сайҡалды. Батальондар Мусаҡалаға походҡа йыйынды.

Үләнһеҙ, тапалған урында, ергә бәләкәй башы менән һырығып, туҙан ҡойоно өйөрөлдө, төҫһөҙ һауаға төтөнлө ишелмә күтәрелде. Әкрен генә өйөрөлөп, Батуринға яҡынлашты. Ул тоноҡ өйөрмәнең яҡынлашыуын күреп, ҡыбырларға ла көс тапмай ҡатып ҡалып, ҡойонға баҡты. Өйөрөлгән саңда уҫлаптай кәүҙәле, салмалы һәм паталы кемдер ҡул болғаған һымаҡ күренде уға. Ҡойон яҡынлашып, эргәһенә килеп терәлде, ҡайнар ҡосағына алды. Бер һурыуҙа уның бөтөн ғүмерен һәм көсөн йотто. Аңынан һәм ихтыярынан яҙҙырып өттө, киптерҙе. Уны гусеницалар иҙгеләп бөтөргән балсыҡлы, көйөп янған, тураҡланған дала уртаһында ҡалдырып, артабан елдерҙе.

Ул үҙенең үлерен, һәләкәтен аңлап баҫып торҙо. Томанлы күктә вертолеттар осоуын күҙәтте.

 

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

 

1 «Наливник» — бензовоз.

2 «Барбухайка» — урындағы йөк машинаһы, автобус.

3 Шурави — шура — совет һүҙенән, Афғанстандағы совет хәрби хеҙмәткәрҙәрен шулай атайҙар.

4 «Зеленка» — йәшел үҙән, оазис.

5 Модуль — ялан шарттарында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе урынлаштырыу өсөн щиттарҙан йыйылған ҡоролма.

6 «Блок» — хәрби хәрәкәттәргә әҙерләнгәндә йәки һөжүм ваҡытында дошмандың йәшерен күсеүенә ҡамасаулаусы подразделение.

7 «Вертушка» — вертолет.

8 Ротный — рота командиры.

9 «Лифчик» — хәрби комплектта махсус жилет.

10 Старлей — өлкән лейтенант.

11 «Егерме дүртле» — «Ми-24» вертолеты.

12 «Нитка» — бронетранспортерҙар оҙатып йөрөүсе автомашиналар колоннаһы.

13 «Ике йөҙҙәр» — үлеүселәр.

14 «Өс йөҙҙәр» — яраланыусылар.

 

Автор хаҡында белешмә

Сәйәси эшмәкәр һәм яҙыусы Александр Проханов 1938 йылда Тбилиси ҡалаһында тыуып үҫкән. С.Орджоникидзе исемендәге Мәскәү авиация институтын тамамлаған. 1960—1970 йылдарҙа — «Правда» гәзите, «Литературная газета» хәбәрсеһе. Афғанстан, Никарагуа, Кампучия, Ангола, Эфиопия һәм башҡа илдәрҙең «ҡыҙыу нөктәләрендә» була. «Советская литература» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгәндән һуң, 1990 йылда «День» гәзитен ойоштора. Ул ябылғас, 1993 йылдан — «Завтра» гәзитенең баш мөхәррире.

Тиҫтәләрсә хикәйә, повесть, роман, пуб­лицистик мәҡәләләр йыйынтыҡтары авторы. Әҫәрҙәре инглиз, болгар, голланд, ирланд, испан, ҡытай, немец, поляк, чех һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡи традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға индергән өлөшө өсөн Александр Андреевичҡа былтыр Өфөлә С. Аксаков исемендәге әҙәби премия тапшырылды.

Ә һеҙ уҡыясаҡ «Мосолман туйы» хикәйәһе А.Чехов исемендәге премия менән билдәләнгән.

 

Автор:Александр Проханов
Читайте нас