О, ул тойғо... Ул тойғонан мәхрүм булған, һине, бүтәндәр нисек ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, идеал, иң матур, иң аҡыллы, иң батыр итеп күреүсе, бығаса барлығын да белмәгән бер йәндең һиңә һоҡланыулы, хатта ки табыныулы кисерештәренән баш әйләнеү хәсиәтен кисермәгән кеше бармы икән? Ғашиҡлыҡтың төп принцибы, уны нисек кенә мөхәббәт хаҡына үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү тип аңлатмаһындар, шулай ҙа ғашиҡтарҙың бер-береһен: “Һин, тик һин, һин берәү һәм ҡабатланмаҫ”, — тиеп инандырыуҙары ул. Ә кемдең берҙән-бер булғыһы килмәһен. Мөхәббәт ғәләмәтенә тарыр алдынан кеше ярайһы ҡаршылыҡтарға, шәхсиәтен ҡабул итмәүгә, конфликттарға осрап өлгөргән була. Имештер, ата-әсәһе уны аңламай, дуҫтары, класташтары... Ә ул!.. Бөтә шул икеләнеүҙәрҙе, әйләнә-тирәләге “ғәҙелһеҙлек”, “баһалап бөтмәүсәнлектәрҙе” инҡар итеп, “һин, һин...” тип иҫбатлай һәм эсеңә йомолған, тышҡа сығарырға ҡыймаған амбицияларыңа ҡанат ҡуя. Һинең хаҡта шундай фекерҙә булған кешенән дә яҡшыраҡ әҙәмдең булыуы мөмкинме? Юҡ, әлбиттә. Һәм һин үҙең дә уны идеаллаштыра башлайһың.
О, ул мөхәббәт тигәнең... Һин яртыаҡыл, ярым иҫәр хәлдә, күҙеңә аҡ-ҡара күренмәҫлек томанға сорналғанһың. Психикаһы ныҡлап ултырып бөтмәгән ҡайһы бер ғашиҡтар, был кисерештәр һуңғы һәм ҡабатланмаҫ тойғолор, тип уйлауҙан, мөхәббәт яуапһыҙ булып сыҡһа, үҙ-үҙенә ҡул һалыуға барып етә. Их, яңылышалар! Ярамай! Түҙергә, кисерергә, айышына төшөнөргә кәрәк. Ваҡыт хәсрәтте лә, шатлыҡты ла, айышһыҙлыҡты ла урынына ҡуйыусы төп һәм алыштырғыһыҙ дауа ул. Ваҡыт аңды уята. Тимәк, мөхәббәттә йөрәк менән аҡылдың берҙәм булыуы зарур.
Кешенең төп инстинкты — бала тыуҙырыу. Ғашиҡтарҙың никахы, шулай ҙа, ғашиҡтар, тойғолар солғанышында нисек кенә бәхетле булмаһын, уларҙың тәҡәтһеҙ яратышыуының ихтыярынан былай, Раббы тарафынан ырыуҙың ғүмерен дауам итеү хаҡына эшләнә. Эйе, йәштәр үҙҙәренең бер-береһен табышыу бәхетенә ихлас күңелдән ышана һәм ләззәт кисерә, әммә кешенең төпкө аңы шулай ҙа ғашиҡтарға тик уларҙың союзынан ғына тыуасаҡ балалар хаҡындағы маҡсатты ҡуя. Нәҡ ана шул инстинкт кешене мөхәббәт тигән серле лә, ғазаплы ла, илаһи ҙа тойғолар эсенә әйҙәй. Шул инстинкт һәм мөғжизәле мөхәббәт кисерештәре йәшәүҙе мәңгеләштерәсәк киләсәк быуынға ғүмер бирә. Юҡ, әлбиттә, тәүге осорҙағы ҡайнар хистәр улай уҡ мәңгелек түгел, йылдар ул хистәрҙе һүрелдерә биреп тә ҡуя, әммә теге бер-береңә тартылыуға килтергән аңлайышһыҙ тәҡәт ғәләмәтен икенсе тойғолар — икәүләшеп “ижад” иткән балаларға булған яратыу, наҙ, ҡурсаларға, тәрбиә бирергә тырышыу хистәре алыштыра, шул рәүешле ир менән ҡатын бер-береһенән айырылғыһыҙ бер бөтөнгә, ғаилә тип аталған берҙәмлеккә тарый. Хистәр һыуынғас айырылышыусы ғаиләләр ҙә бар. Быныһы ХХ—ХXI быуаттың, әлеге лә баяғы рухиәткә ынтылыуҙан баш тартып, ләззәткә, матдилыҡҡа күсә барыуы кеүек мәғәнәһеҙ ғәҙәттәренең сәскә атыуы, үрсей барыуына бәйле, күрәһең. Бындай айырылышыуҙарҙың төп фажиғәһе — балаларҙың йәтимлеге.
Ғүмер буйы бер-береһен идеаллаштырған бәхетле никахтар күп булмай. Мөхәббәттән бәхетле булыусылар ҙа һирәк. Киреһенсә, дауылға оҡшаш хистәр өйөрмәһенә инеп баштарын юғалтып, ғазаптарҙан ҡотола алғандары өсөн ҡыуанып бөтә алмаған кешеләрҙе осратҡаным бар.
Әммә үҙ ғүмереңде киләсәк быуындарҙа дауам итергә ынтылыу теләге үлемһеҙ. Күргәнебеҙ бар бит, ғашиҡтар бер-береһенең күҙенә шундай мөкиббәнлек менән текләүсән. Юҡтан түгел бындай табыныуға оҡшаш бирелгәнлек, улар бер-береһенең күҙенән үлемһеҙлек эҙләй. Нәҡ ошондай үлемһеҙлек, күрәһең, беҙҙең ерҙәге ғүмеребеҙҙең асылын һәм мәғәнәһен тәшкил итәлер ҙә. Мөхәббәт, тимәк, эске аңдың йәшәүгә булған ихтыяры. Шул ихтыяр көсө ир менән ҡатынды ҡауыштыра, балалар тыуҙырыу кеүек изге ғәмәлгә әйҙәй, балалар, билдәле инде, беҙҙең ҡаныбыҙҙы мираҫҡа ала, ҡан аша милли, генетик, тарихи хәтер ҙә йәшәүен дауам итә. Үлемһеҙлек идеяһы солғанышындағы кешеләрҙе танымау мөмкин түгел. Улар, йәшәүҙе мәңгеләштереүҙең серенә төшөнгән ике заговорсы кеүек, шул серҙе, йәшәүҙең төп мәғәнәһен тормошҡа ашырыу маҡсатына табан ашыға һәм ошо үтә лә тәрән миссияны мөхәббәт тип атай. Миңә ҡалһа, иҫ киткес шәп “ҡармаҡ” был. Иҫ киткес шәп! Хатта ки Аллаһтың иң гениаль табышы һәм... хәйләһелер ҙә әле...
Кешене байтаҡ гонаһтарҙан, яман аҙымдарҙан ҡурсалауҙа төп таяныстарҙың береһе булған мөхәббәт кисерештәренән бәндәләрҙең баш тарта алғаны юҡ әле. Өҫтөнлөктәр, формациялар, йәшәү шарттары үҙгәрә, ер өҫтө лә, халайыҡтар ҙа афәткә, ғазаптарға, юғалтыуҙарға тарый, әммә йәшәүгә ихтыяр һәм уны мәңгеләштереү идеяһы юғалмай. Әйтергә кәрәк, иҫ киткес тәрән һәм даими, шул уҡ ваҡытта үтә юғары динамикаға көйләнгән идея был. Беҙ уға күндәмлек, бирелгәнлек, инанғанлыҡ менән буйһонабыҙ.
Ә шиғырҙарымдағы мөхәббәт темаһының өҫтөнлөгө лә тик мөхәббәт эҙләп кенә йәшәгәнем өсөн түгел, асылда Аллаһтың ана шул Мәңгелекте һуғарыуҙағы камил һәм ҡабатланмаҫ ҡөҙрәтенә һоҡланыуҙан, был ҡөҙрәттең тәрәнлеге һәм юғарылығына мөкиббән ғашиҡлыҡтан ул.
Кеше... Эйе, беҙ һәммәбеҙ ҙә әйләнә-тирәләге шарттар, милли мөхит, әкиәттәр һәм китаптар менән тәрбиәләнәбеҙ. Бындай тәрбиә, аңға һәм күңелгә һеңгән мәғлүмәт беҙҙе кеше итеп үҫтерә, холҡобоҙҙо, ышаныстарыбыҙҙы формалаштыра. Әкиәттәребеҙ, риүәйәт-легендалар, мифология асылда ҡурҡыу белмәҫ батырҙар, ҡыйыу йөрәкле геройҙар хаҡында, китаптарҙан да беҙ ана шундай шәхестәр хаҡында уҡыйбыҙ һәм ҡыҙҙар күңелендә кино геройҙарына, китаптыҡыларға оҡшаған йәр осратыу хаҡында хыял ярала. Әммә тормош бүтәнсәрәк ул. Геройҙар күп булмай. Рыцарҙар ҙа һирәк осрай. Шуға күрә, минеңсә, ҡыҙ баланы тормошҡа айыҡ күҙ менән ҡарарға өйрәтеү зарур. Күк атҡа атланған йәиһә ал елкәндәр таҡҡан карапҡа ултырған рыцарҙы көтөргә ярамай. Кешеләр ябай ул. Ир-ат та әллә ни ҙур ҡөҙрәткә эйә түгел. Ул ҡатын-ҡыҙҙан ни бары физик яҡтан көслөрәк булыуы менән генә айырыла. Психологик һәм мораль яҡтан беҙ бер-беребеҙҙән ҡалыш түгел. Ана шундай ысынбарлыҡты баһаларға, танырға өйрәнһәк, тормошта конфликттар, аңлашылмаусанлыҡ һәм дәғүәләр, ҡыйралған яҙмыш һәм ғаиләләр ҙә әҙерәк булыр ине.
Ҡыҙҙарға рыцарь эҙләмәҫкә кәрәклекте юҡҡа ғына әйтмәйем. Ғаилә ҡорғас, ир-атҡа өҫтөнлөк биргән шарттар солғанышында йәшәргә мәжбүр буласаҡһың. Бүтән юл әлегә юҡ.
Ә асылда ир-егеткә донъя көтөү ҡатын-ҡыҙға ҡарағандан да ауырыраҡ. Беҙ улдарыбыҙҙы, аталары хыялыбыҙҙан алыҫ булыу сәбәпле, идеалдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырлыҡ итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. “Һин малай ҙа инде, ебемә!” Ә ул малай беҙҙең ҡаныбыҙ һәм йәнебеҙҙән яралған. Ул ҡыҙҙарҙан тик физик көсө менән генә айырыла, рухи көстө Аллаһ һәммәбеҙ өсөн дә ғәҙел бүлә. Ә бит физик көс, бер уйлаһаң, тормошобоҙҙа ни тиклем кәрәкле һәм ҡөҙрәтле булмаһын, рухи көстән юғарыраҡ түгел. Шулай ҙа бөгөнгө цивилизацияның яҙмышы ир-ат таһыллығы һәм аҡылына, уның көсөнә бәйле. Үтә яуаплы миссия был.
Ир-егетте мин йәлләйем. Бигерәк тә мегаполистарҙың ҡатмарлы конструкцияларын күтәргән, цивилизацияның айырылғыһыҙ өлөшө булған коммуникациялар һәм инфраструктураны тәьмин иткән ҡара һәм ауыр эштәрҙе башҡарыусы ир-егеттәр эшмәкәрлеген күргәндә, эсем өҙөлә. Кеше, уның тәбиғәте, мөхәббәте, мәңгелек алдындағы бурысы хаҡында фәлсәфә ҡорорлоҡ шарттарҙы кем тыуҙыра һуң? Крандан эҫе, һыуыҡ һыу аға, газ плитәһе яна, быларҙың барыһын да кем тәьмин итә? Мин философ-шағирмы? Йәиһә бесән әҙерләп үрсетелгән мал итенән, ир көсө менән ер ҡаҙып үҫтерелгән йәшелсәнән оҫта итеп ризыҡ рәтләгән ҡатынымы?
Ир-егетте мин йәлләйем. Ил өсөн ҡанын ҡойған фронтовиктар, илде күтәрәм тип төҙөлөштәрҙә, сик һағында көсөргәнеүселәр хаҡындағы киноларҙы, документаль кадрҙары күргәндә илайым. Ир-атҡа ҡояш аҫтындағы урын, карьера өсөн дә көрәшергә, тәбиғәттән һалынған амбицияларын тормошҡа ашырыу өсөн абруй яулап айҡашырға ла тура килә. Күптәре булдыҡһыҙ тигән мөһөрҙән ҡурҡа. Дөрөҫ, көсәнеп йәшәй-йәшәй кендеген дә ҡаната ул.
Ә унан да бигерәк ҡатын-ҡыҙҙы йәлләйем. Идеалдары тормошҡа ашмаҫ шарттарҙа йәшәргә мәжбүр, әммә Мөхәббәт тигән усаҡ һүрелгәндән һуң да балаларын тәрбиәләүгә, иренә хеҙмәт итеүгә дусар, шуны бәхет тип танырға мәжбүр ҡатын-ҡыҙҙы әйтәм.
Эйе, ҡырағай тарпанды ҡулына эйәләштергәне бирле үҙенең көслө зат булыу хоҡуғын яулаған, ғаиләнең туҡлығы өсөн яуаплылыҡты үҙ теләге менән өҫтөнә алған ир-егеткә бөгөн үҙе килтереп сығарған ҡанундар эсендә йәшәү, булдыҡлылығын иҫбатлау еңел түгелдер. Улар, үкенескә ҡаршы, Аллаһ тарафынан ҡуйылған әхлаҡи талаптар көсөргәнешен тартып бөтә алмауҙары сәбәпле, бөгөн мораль ҡыйралышҡа ла тарып ҡуя.
Ә ҡатын-ҡыҙ... Ҡатын-ҡыҙҙы мин ихлас күңелемдән хөрмәт итәм, сөнки уларҙың хәсиәте миңә аңлайышлы... Уға баш мейеһе эшмәкәрлеген егеп, Бар Ҡылыусыбыҙҙың төп маҡсатты — Мәңгелек, Мөхәббәт, инанғанлыҡ, табыныу сигендәге бирелгәнлек, теләһә ниндәй шарттарҙа ла ана шул Бөйөк идеяны төпкө аң, йәнде һуғарыусы ҡан аша бойомға ашырыу мәжбүрилеге яҙған. Асылда мәжбүрилекте ҡатын-ҡыҙ яратмай. Тормош юлына баҫыр алдынан армия сафында хеҙмәт иткән, аҙаҡ ғүмере буйы субординатив буйһоноуҙы тәбиғи тип иҫәпләргә өйрәтелгән ир-аттан айырмалы, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте баҫҡыслы буйһоноусанлыҡты яратмаһа ла, баштараҡ “һин, һин” тигән йәренең торараҡ “мин,мин!” тигән талаптарына күнеүгә риза була. Риза булмаһа — ул алйот. Иренең ихтыярын яҙмышы тип һанамаған, үҙен уның идеалдары хаҡына ҡорбан итмәгән ҡатын йүләр һанала. Ә был ысынында ла шулай, сөнки бөгөнгө беҙ йәшәгән цивилизация ирҙәр ҡанундары, уларҙың психологияһы, аҡыл һәм физик көсөнә яраҡлаштырылған. Бөгөн ғаилә мөнәсәбәттәренең бүтән формаһы юҡ тиерлек. Ә был, асығын әйткәндә, дөрөҫ түгел. Ни өсөнмө?
Ирҙәр донъя тотҡаһы тип яратылмаған да баһа.
Бала тапҡан, аш бешергән, именлек тип йәнен фиҙа ҡылған ҡатын-ҡыҙҙың һәр теләген, ымын еренә еткереп башҡарырға вазифаландырылған зат ул ир-ат. Ирҙәр донъяны ҡороуға, уның йәшәйеш ҡанундарын ижад итергә һәләтһеҙ. Сөнки улар тәбиғәте буйынса — тик башҡарыусы, русса әйткәндә — “исполнитель”. Ирҙәр тамаҡ туйҙырыу, именлек һағында тороуға бурысландырылған енес. Ирҙәргә донъя әҙәбиәте лә, дин дә үтәй алмаҫлыҡ бурыстар ҡуя: Рыцарь бул, ҡатыныңдан өҫтөн бул, сөнки һин — табыусы-туйындырыусы. Ә уға физик өҫтөнлөктәрен йышыраҡ үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу оят түгелме икән? Бала табыу, усаҡты тере тотоу, ризыҡландырыу, рухи тәрбиә биреү, мамонттымы, тарпандымы атып йығыуҙан еңелерәк түгел шикелле. Диндәрҙе, аңлашыла ки, ирҙәр формалаштырған һәм өҫтөнлөктәрҙе лә үҙ файҙаһына көйләгән булып сыға. Дөрөҫмө был юл? Йәмғиәт ни өсөн бәхетле кешеләрҙән генә тормай? Кешеләрҙең дин тотоуына, диндәрҙең барлыҡҡа килеү тарихына меңәр-меңәр йылдар ҙа баһа...
Ярай әле, ҡатын-ҡыҙҙы бөгөн бик үк көсһөҙ зат тип атап булмай. Был дөрөҫ йүнәлеш. Донъяны туҡтауһыҙ матди һәм рухи көрсөккә терәтеүсе ир-ат теләгенә ярашлы донъяла беҙ нисә мең йыл йәшәнек? Кем бәхетле булды? Әсәйебеҙме? Өләсәйебеҙме? Күпме ҡорбан килтерергә мөмкин йәшәүҙе ойошторорға һәләтһеҙ ирҙәр хаҡына? Белем, таһыллыҡ, рухи яҡтан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ярайһы ҙур үҙгәрештәр кисерә. Улар ҙа хәҙер мал табыуға, идара итеү һәләтенә эйә була бара. Нисек булыр, был ниндәйҙер өҫтөнлөктәр үҙгәрешенә этәрерме? Үҙгәрештәр конфликттар аша яуланырмы, әллә яҡтарҙы компромислы килешеүҙәргә килтерерме? Уныһы — киләсәк ҡулында. Әммә кешелек, минең тоҫмаллауымса, ғаилә институты, мөхәббәт емеше булған балаларҙы донъяға табыу кеүек изге миссияны үтәүҙән баш тартыуға уҡ барып етмәйәсәк. Һәр хәлдә, Юғары Аң бындай яман уйҙан аралау ысулы һәм юлдарын табышасаҡ.
Кеше... Йыһан эсендәге хәсрәткә-һағышҡа, һыҙланыуҙарға, юғалтыуҙарға, бәхет, шатлыҡҡа дусар, Мөхәббәт тигән серле мөғжизәне татыу бәхетенә эйә, ижади асыштар яһарға, ҡыйралыштарҙы кисерергә һәләтле Кешелеккә рәхмәтлемен. Тотош серҙәрҙе, һеҙ уйлап тапҡан тәғлимәттәрҙе үҙләштерерлек һәләтем булмаһа ла, һеҙҙең табыштар менән туҡланырға, бер аҙ булһа ла үҙемсә һығымталарға килә алырлыҡ мәғлүмәт тупларға өйрәткәнегеҙ, мөмкинлектәр асҡанығыҙ өсөн рәхмәтлемен!
Беҙ эволюцияға бирелеүсән йән эйәләре. Эволюция, күрәһең, үҙе лә сикһеҙ түгел. Байтаҡ фәнни табыштар, тормошобоҙҙо еңеләйтеүсе ғилми һәм техник асыштар менән файҙаланып ғүмер итәбеҙ беҙ бөгөн. Ә артабан?... Минеңсә, беҙ әлегә бер аҙ депрессияға бирелеберәк, киләсәкте тоҫмаллау юлдарын эҙләгән осорҙа йәшәйбеҙ. Әммә кешелек потенциалы тамамланмаған. Ҡайҙа табан йүнәлеш алырбыҙ? Ниндәй илаһи идеялар мауыҡтырыр, идеалдар маяғыбыҙ булыр? Билдәһеҙ.
Билдәле булһа, күңелһеҙ булыр, ижади ойоштороуға талап булмаһа, йәшәү үҙе лә мәғәнәһеҙлеккә дусар булыр ине. Ә бит йәшәүҙең төп мәғәнәһе — ҡыҙыҡһыныулы ижади ғүмер, танып белеүгә ынтылыш ул. Үҙ-ара ҡатмарлы, хатта ки аңлап бөтөүе бик үк еңел булмаған мөнәсәбәттәр арһындағы иң ҙур һәм илаһи тойғо — Мөхәббәттең иң төп таянысыбыҙ булыуына һоҡланырға ғына ҡала.
* * *
Бер ҡатлыраҡмы икән инде был фекерҙәрем...
Ә, бәлки, һеҙ бүтәнсәрәк уйлайһығыҙҙыр? Ә шулай ҙа... теге номинацияһы 10/90 процентҡа йүнәлтелгән матдилыҡ һәм рухиәткә килгәндә...
Дөрөҫмө икән был теорема? Кешелек яҙмышы, тарихи ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрһәң, цивилизацияның үҫеше, алға тәгәрәүе, уның ниндәйҙер эволюцион үрҙәргә өлгәшеүенең нигеҙендә рухи ҡиммәттәргә, дини талаптарға тоғролоҡ ятмай бит. Галилео Галилей, Микеланджело, Эйнштейн — атеистар. Ә беҙ, шул дини ҡалыптарҙы инҡар итеүселәрҙең асыштарын рәхәтләнеп ҡабул итеүсе һәм шуларҙан файҙаланыусылар, дини тәғлимәттәр талабынса, тик доға уҡып йәки суҡынып, ғүмеребеҙҙе рухи юғарылыҡҡа өлгәшеүгә генә бағышларға тейеш булып сығабыҙмы? Ә беҙ ергә үҙ теләгебеҙ менән киләбеҙме ни? Ярар, килдек тә ти. Хоҙай Тәғәлә аксиома тип һанаған рухиәт талабында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Нишләп ундай бурыс йөкмәтелә беҙгә? Ә бит, бая әйткәнемсә, ер өҫтөндәге интригалар тик матди талаптар арҡаһында эшләнә. Һәр бер һуғыш, ил баҫыуҙар ни бары матди етешһеҙлек, күршеләрҙең байлығын үҙләштереү йәки бүлешеү теләгенән атҡарыла. Тимәк, кешелек яҙмышы һәм тарихы матдилыҡ һәм рухиәт араһындағы көрәш ул. Ә рухиәт менән генә тамаҡ туямы? Юҡ, әлбиттә. Шулай булғас, ғәҙелме был талаптар? Юҡ, тигән фекерҙәмен. Әммә матдилыҡ идеалының да нигеҙһеҙлеге, тарих биттәренән күренеүенсә, ысынбарлыҡ.
Фажиғәме? Әлбиттә. Тимәк, йыһан дәүмәле һәм берәү ҙә айышына төшөнә алмаған Бар Ҡылыусы идеялары — ҡотолғоһоҙ, анализға бирелмәгән, кеше аҡылы аңлап бөтмәҫлек мөхит. Уйлана китһәң — фажиғә. Динле булырғамы, атеисмы? Үҙегеҙ һайлағыҙ. Әммә онотмайыҡ, аҙға ғына бирелгән ғүмеребеҙ эсендә тормошҡа ижади мөнәсәбәттән башҡа сарабыҙ бармы? Мин, күпме генә уйланһам да, таба алманым.
Артабан, минең аңлауымса, Сократ, Платон, Диоген, Пифагор, уларҙан һуң донъяны танып белергә яҫҡынған Ницше, Шопенгауер кеүек философтарҙың, Гендель, Моцарт, Чайковский, Рахманиновтарҙың шул уҡ донъяны аңларға һәм аңлатырға тырышыуындағы ижади фекерҙәре, Ғүмәр Хәйәм, Гёте, Байрон, Толстой, Достоевский, Островский, Чехов, Тургенев, Салтыков-Щедрин, Лермонтов, хатта Есенин менән Анна Ахматова кеүек әҙиптәр, Адам Смит, Ильин кеүек иҡтисадсылар, Леонардо да Винчи, Ньютон, Эйнштейн, Циалковский, Королёв кеүек физиктар, кешелек яҙмышына ниндәй генә тетрәндергес йоғонто яһамаһындар, һәр береһе кешенең ерҙәге ғүмеренең сараһыҙ һәм аяуһыҙ юҡҡа сығышлыҡ ҡанунына дусар икәнлеген тәҡрәрләй. Тимәк, беҙ — ер кешеләре — ни бары кемдеңдер ҡулындағы марионеткалар. Оҡшаймы был һеҙгә? Миңә — юҡ. Ә нишләргә? Билдәле ки, ас, ярлы кеше рухиәт хаҡында уйлана алмай, уға балаларын үҫтерергә, уларҙы ашатырға, уҡытырға кәрәк. Белемһеҙ булһаң, Мәңгелек талабынаса түгел, ерҙәге меңәр-меңәр йылдар барышында барлыҡҡа килгән ҡанундарға күрә ( ә уларҙы кем дөрөҫ түгел тип инҡар итә ала?), ҡара һарыҡ буласаҡһың. Дөрөҫ, ялҡауың килһә, үҙеңде ҡара эшкә лә, аҡыл эшенә лә егергә теләмәһәң, ҡара һарыҡ булып ғүмер итергә лә мөмкин. Шул тормошоң үҙеңә оҡшаһа инде. Мәйелең. Хоҙай Тәғәлә ауыр һәм ҡаты талаптар ҡуйған кеүек, һайлау иркенлеген дә рөхсәт итә. Ярлы, ҡол булғың киләме? Бул әйҙә. Иркеңдә. Бәлки, ергә ебәрелешеңдең бурысы шулдыр. Ә тырышып ҡараһаң? Бүтәндәрҙән кәм булмаҫ өсөн, “Капитал” хеҙмәтенең авторы Карл Маркс әйтмешләй, ерҙә йәшәгән кеше тәүҙә базис булдырырға тейеш, шул базис өҫтөнә генә рухиәткә йөҙ тотоусы “надстройка” һалырға мөмкин. Парадокс аксиома ла шунда: кешелек тәжрибәһе шулай ҙа беҙҙе руханиҙар ҡушҡанса түҙемле, күндәм булырға ғына түгел, тормошобоҙҙағы етешлекте хәләл көсөбөҙ менән булдырырға өндәй. Хаҡ Тәғәлә лә әйтә бит: “Сәбәп ҡыл, сәбәп ҡылһаң, бирермен!” Беҙгә, ергә ебәрелгән һуңғы бәйғәмбәр Мөхәммәттең ислам тәғлимәтенә инаныусыларға, Хоҙай бар булырға, бай булырға ҡуша. Әммә байлыҡты кеше хаҡына инеп туплауҙы гонаһҡа иҫәпләй, тереклек итер өсөн ергә тиребеҙ тамыуын хуплай. Ауыр талапмы? Ауыр, әлбиттә. Һеҙгә оҡшаймы? Миңә лә оҡшамай. Ә беҙҙең сарабыҙ бармы? Бар. Ошо күңелһеҙ һәм ауыр талаптарға буйһоноп, уларҙан тайпылмай, ижади файҙаланып етешлек һәм рухи камиллыҡҡа йөҙ тотоу. Был күңелһеҙ ысынбарлыҡ. Ләкин — аксиома.
"Донъялыр был..." Эссенан өҙөк.
Фото: интернет селтәренән