Проза
31 Мая 2024, 06:28

Арыш утрауы. Хикәйә. Ғәли ВӘЛИУЛЛИН

Инеш һүҙ. Урал тауҙарынан алыҫта, Эстонияның Балтик диңгеҙе ярындаятҡан Палдиски ҡалаһында, башҡорт халҡының милли батыры СалауатЮлаевтың шәхси ҡатнашлығында 1784—1787 йылдарҙа таштантөҙөлгән изге Георгий Победоносец сиркәүе бар. Был сиркәү Палдискиҡалаһы халҡы өсөн Константинополь епархияһының бер өлөшө генә түгел,ә халыҡ-ара Салауат Юлаев исемендәге клубтың үҙәге, йыйылып һөйләшеү,кәңәшләшеү, халыҡ хәтерендә һаҡланған тарихи мәғлүмәттәрҙе еткереүурыны ла.Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы составында миндә күп тапҡырҙар Палдиски ҡалаһына сәфәр ҡылыу бәхетенә ирештем.Салауат Юлаевтың каторгала йөрөгән юл-һуҡмаҡтарын гиҙеп, ҡанлытирҙәре тамған таш карьерында булып, Балтик диңгеҙе ярында миллибатырыбыҙҙың шул ерҙәрҙә үткән тормошон күҙалланым…

Арыш утрауы. Хикәйә. Ғәли ВӘЛИУЛЛИНАрыш утрауы. Хикәйә. Ғәли ВӘЛИУЛЛИН
Арыш утрауы. Хикәйә. Ғәли ВӘЛИУЛЛИН

Салауат Юлаевтың данлы һәм аяныслы тормош юлын ентекләпөйрәнеүем, эҙләнеүем 2000—2004 йылдарҙа — уның 250 йыллығына ҡаратаБашҡортостан Республикаһы Милли музейында батырҙың балауыҙ һынынэшләүҙән башланды. 2003—2004 йылдарҙа Малаяҙ ауылында урынлашҡанСалауат Юлаев музейы бинаһына реконструкция яһауға һәм экспозицияһыняңынан ҡороуға етәкселек иттем. Яугирҙың ғүмер юлын китаптар һәмархив документтары аша эҙмә-эҙ тикшереп сыҡтым.

Шул уҡ 2004 йылда Салауат районының Әлкә ауылы мәктәбендәгеСалауат Юлаев музейында батырҙың үҫмер сағында китап уҡырғаяратҡанын күрһәткән диарама концепцияһын яҙҙым. Ул диарама тиҫтәйылдан ашыу Әлкә ауылы балаларын һәм музейға килгән һәр кешенебелем алырға саҡырыуын дауам итә. Юлай Аҙналин Польша ерҙәрендәкүрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнгән значегын (1770 йылдарҙазначег тип бәләкәй байраҡ — штандартты атағандар) Пугачев ихтилалын баҫтырырға оҙатҡанда Салауатҡа биреп ебәргән, тигәнһүҙҙәрҙе тикшерҙем һәм Салауат йыйынында шундай уҡ йәшел штандарткүтәрергә тәҡдим иттем.

2004 һәм 2014 йылдарҙа Палдиски ҡалаһындағы Салауат Юлаев музейының концепцияһын яҙҙым һәм уны яңыртыуҙа ҡатнаштым. Батырыбыҙҙың табаҡ баҡырҙан һуғып эшләнгән бюсына үҙ ҡулым менән реставрация яһаным, ул ҡырыҫ диңгеҙ яры тәбиғәтендә күп урындарҙан тишелеп бөткәйне.

Палдиски ҡалаһында йәшәүселәр башҡорт милли батыры Салауатҡа оло хөрмәт менән ҡарайҙар, уны “князь Салауат” тип ҙурлап һөйләйҙәр. Изге Георгий Победоносец сиркәүендә миңә хеҙмәткәрҙәр Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Ҡәнзәфәр Усаевтарҙың каторгала ябай ғына каторжандар булмауҙары тураһында һөйләне. Уҙған йыл ошо сиркәүҙә Париждан һәм Мәскәүҙән алып киленгән, 1774 йылдың 25 ноябрендә Салауатты ҡулға алған ваҡытта батша офицерҙары унан тартып алған һыҙма пистолетты һәм ҙур бысаҡты күрһәттеләр. Ошо мәғлүмәтте асыҡлау, тикшереү, эҙләнеү үткәреү эштәре күп әле.


Әле һеҙгә Палдиски ҡалаһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, уның атаһы Юлай Аҙналин һәм башҡа каторжандар тураһында халыҡ телендә йәшәп килгән хәтер-тарихты еткерәм.

 

* * *

…1775 йылдың 21 сентябре. Әбейҙәр сыуағының йылы, матур көнө. Өфө провинция канцелярияһының ҡарарын үтәп, ҡала магистратура бинаһы эргәһендәге майҙансыҡта Пугачевтың көрәштәштәре — ерем-һыуым, халҡым тип, үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй ихтилал яуына ингән Юлай Аҙналин һәм Салауат Юлаевты яңынан язаланылар, танау тишектәрен тимер ырғаҡ менән өҙөп алдылар, мәсхәрәләп маңлайҙарына ЗБИ (З — злодей, Б — бунтовщик, И — изменник) тигән тамға һуҡтылар.

Ун көндән һуң, 2 октябрҙең иртә таңында, Салауат менән Юлайҙы Өфөнән Балтик портына мәңгелек һөргөнгә ебәрҙеләр. Ҡояштың беренсе нурҙары офоҡта күренә генә башлаған саҡта уларҙы, аяҡ-ҡулдарын бығаулап, төрмә арбаһына ултырттылар. Ғүмерҙәре ахырынаса һөргөнгә ебәрелгән кешеләргә үҙҙәре менән йыл миҙгеленә ярашлы кейем-һалым, юлда ашарға аҙыҡ-түлек алырға рөхсәт ителде.

Конвой начальнигы И.Бушман Юлай менән Салауаттың тимер бығауҙарын тағы бер тикшереп сыҡты һәм уларҙың ныҡлы булыуына ҡәнәғәт ҡалып:

— Бына был төргәктәрҙе һеҙҙең туғандарығыҙ әҙерләгән. Унда ҡышҡы ке­йем, әҙерәк аҙыҡ-түлек. Төргәктәрҙе тикшерҙек, ярамаған нәмә юҡ. Арба эсенә һалығыҙ әйберҙәрегеҙҙе. Юл оҙон һәм оҙаҡ. Һеҙҙең өсөн, господа каторжане, кире ҡайтыу юлы юҡ. Тиҙерәк ҡыланығыҙ, — тине.

Салауат, тимер бығауҙарына иғтибар итмәйенсә, туғандары әҙерләп ебәргән дүрт төргәкте тейәне һәм ҡамсы һуҡтырыуҙан әле һаман да һыҙлаған арҡа яраларынан интеккән атаһына арбаға ултырырға ярҙам итте.

Салауат менән Юлай төрмә арбаһының рәшәткәле тәҙрәһенән иртәнге йоҡонан әле уянып өлгөрмәгән Өфөгә һәм һыҙылып киткән ап-аҡ нескә томанға төрөнгән Ағиҙел йылғаһына текәлеп, эстән генә бәхилләштеләр. Туйғансы күреп ҡалырға теләп, йәш тулы күҙҙәре менән уның текә ҡаялы ярҙарына, төрлө төҫтәге көҙгө урман-болондарға һуңғы тапҡыр ҡаранылар. Төрмә арбаһы әкрен генә сайҡала-сайҡала алға — мәңгелек каторгаға юлланды…

Ике ай буйы оҙон һәм ауыр юл үтеп, Өфө, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Мәскәү, Тверь, Псков, Дерпт, Ревель ҡалалары аша 1775 йылдың 29 ноябрендә Юлай һәм Салауат Рогервик ҡәлғәһенә көслө һаҡ аҫтында килеп еттеләр.

Рогервикка Рәсәй императоры Петр I ҡатнашлығында 1718 йылдың 19 июлендә нигеҙ ташы һалына. Был ҡәлғә Рәсәйҙең Балтик диңгеҙе хәрби флотының караптары һәм сауҙагәрҙәрҙең кәмәләре өсөн иң уңайлы, ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмаған порт булыр, тип уйлай император һәм ҙур төҙөлөш башларға указ бирә. Бында тиҙ арала эшселәр йыйыла һәм төҙөлөш материалдары килтерелә.

Рогервиктың тәүге өйҙәрен, казармаларын, Георгий Победоносец сиркәүен, ел тирмәнен, диңгеҙ кәмәләрен бушатыу өсөн ике пристань төҙөүгә Рәсәй ғәскәренең Финляндия корпусынан — 500 һалдат, Ревель гарнизонынан — бер батальон, Ревель төрмәһенән — бер нисә йөҙ тотҡон, генерал Репнин дивизияһынан 600 ат һәм арба ебәрелә. 1722 йылдың 27 октябрендә император Петр I указына ярашлы, бында каторга төрмәһе асыла һәм бөйөк Рәсәй империяһының төрлө яҡтарынан һөргөн эштәренә хөкөм ителгәндәр ҡәлғә төҙөүҙә ҡатнаша.

Нығытмалағы каторга төрмәһендә кешеләр ауыр эштән, аслыҡтан, төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан, әҙәм түҙмәҫлек көнкүрештән күпләп ҡырыла. Архив документтарына ярашлы, бында 1753—1756 йылдарҙа ғына ла 1310 каторжан һәләк була.

Голландия проекты буйынса инженер-полковник Люберас етәкселегендә һалынған биш бастионлы был ҡәлғә кеше һөйәктәре өҫтөндә төҙөлә. Һәләк булған каторжандарҙы 1770 йылдарҙа нығытманың төньяҡ һәм көньяҡ сиктәрендә ҙур дөйөм ҡәберлектәрҙә ерләйҙәр.

Рогервик швед телендә «арыш утрауы» тигәнде аңлата. Рогервик, таш тирмән кеүек, бойҙай ярмаһын түгел, ә кешеләрҙең баштарын көн дә ашап тамағы туймаған аждаһа һымаҡ күҙаллана.

Нығытма эсендә гарнизонда хеҙмәт иткән һаҡсы һалдаттар өсөн 1720—1740 йылдарҙа алтмыштан артыҡ ағас казарма төҙөлә. Бастион төрмәһендә һөргөнсөләрҙе тотоу өсөн урын етмәгәс, биш казарманың ишек-тәҙрәләренә тимер рәшәткә ҡуйып, каторга төрмәһенә әйләндерәләр.

…Яңы килтерелгән бер төркөм енәйәтселәр менән Юлай һәм Салауатты ошо ағас казармаларҙың береһенә урынлаштырҙылар. Каторжандарҙың һәр көнө бер төрлө эштән ғибарәт — иртәнән кискә тиклем Балтик диңгеҙе ярында урынлашҡан таш карьерында кәйлә менән таш аҡтарыу, блоктар яһау. Һәр береһенә эш урыны күрһәтелгән, план еткерелгән, уны үтәмәү мөмкин түгел.

Енәйәт хоҡуҡтары ҡанунына ярашлы, ғүмерлек каторгаға хөкөм ителгән дәүләт енәйәтселәре ике йыл буйы — тимер ҡул бығауын, ә инде бүтәндәр аяҡ бығауҙарын сисмәйенсә йөрөргә тейеш.

Таш карьерының бер осонда һөргөнгә яңы килгән каторжандар эшләһә, икенсе осонда төрмәлә күп йылдар ултырған бығауһыҙ енәйәтселәр таш яра ине.

Көҙҙөң һуңғы көндәре. Балтик ярына ҡар ҡатыш ямғырҙары менән ҡыш яҡынлашты. Диңгеҙҙән бер туҡтауһыҙ өргән дымлы, үҙәккә үтерлек һалҡын ел каторжандарҙың арыған тәндәрен өшөтә, ауыр таштарҙы көнө буйы күтәреп ташыуҙан бил, аяҡ-ҡулдары һыҙлай. Һырға батҡан сикә-маңлайҙарындағы тир, ауыр арбаларҙы бормалы-бормалы һуҡмаҡтарҙан арып-талып эткәндә, тамсы-тамсы булып ергә тама. Әсе тир менән һуғарылған һуҡмаҡтарҙа үлән дә, ағас та үҫмәй, шикелле, сөнки бөгөн дә, ике быуат ярым үтһә лә, ул һуҡмаҡтар һаҡланған.

Карьерҙа эш башлар алдынан һаҡсылар ҡулдағы тимер бығауҙың йоҙағын асып, уң ҡулды таш ташый торған тачканың тимер ырғағына беркетеп ҡуялар. Шулай итһәң, эргәләге таштарҙы ерҙән күтәреп, арбаға тейәргә һәм әҙер блоктарҙы, бормалы-бормалы һуҡмаҡтарҙы үтеп, яр башындағы складҡа ташырға мөмкин.

Юлай һәм Салауат һөргөнгә һуңғы айҙарҙа ебәрелгән каторжандар менән бергә эшләнеләр. Улар араһында Пугачев ихтилалында бергә ҡатнашҡан Ҡәнзәфәр Усаев, И.Я.Почиталин, А.Т.Долгополов, Е.Н.Тюленев, М.Д.Горшков, Н.И.Ульянов, Д.К.Караваев, И.С.Аристов кеүек билдәле шәхестәр ҙә бар ине.

Ауыр эш, аслы-туҡлы ашау, өҫ кейеменең туҙып йыртылып бөтөүе, ҡулдағы тимер бығау, йөрәктәрҙе быуған һары һағыш Юлайҙың йәнен, көсөн һурҙы. Беренсе ҡаты һыуыҡтар еткәс, ул ауырып аяҡтан яҙҙы. Салауат атаһын һауыҡтырыу өсөн йәнен һурып бирергә әҙер ине. Иптәштәре лә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырышты.

Бергәләп йыйылып хәл иткәс, дарыуы ла, ашарға ашы ла табылды. Өс аҙнанан һуң Юлай яйлап ҡына һауыға башланы. Тик ҡамсыларҙан умырылып бөткән арҡа һыҙлауы, үпкәләргә һыуыҡ тейеүҙән ныҡ йүткереүе генә һис тә тынғылыҡ бирмәй ине. Каторгала беренсе ҡыш ауыр, аяныслы үтте. Аслыҡтан, һыуыҡтан, йоғошло ауырыуҙарҙан, ауыр эштән байтаҡ каторжан һәләк булды. Эй Хоҙай, ниндәй генә яҙмыш көтмәй әҙәмде… Шулай ҙа донъя ни тиклем ауыр, ҡатмарлы булмаһын, ысын кеше һәр ваҡыт үҙ урынын табыр, эргәһендәге әҙәмдәргә яҡшы һүҙен әйтергә онотмаҫ. Ауыр көндәр, йоҡоһоҙ төндәр, ҡыйынлыҡтар күреп, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, кәмһетелеүҙәргә юл ҡуймай, улар каторгала икенсе ҡышты ла ҡышланылар.

 

* * *

Балтик порты нығытмаһы коменданты генерал Демарклевскийҙың улы Виктор, Санкт-Петербургта икенсе һанлы артиллерия һәм инженер кадеттар корпусын тамамлап, прапорщик званиеһында Мәскәү гарнизонына хәрби хеҙмәткә китер алдынан бала сағы уҙған, атаһы комендант булып хеҙмәт иткән Рогервик крепосына ата-әсәһен күрергә тип ялға ҡайтҡайны.

Үҫмер саҡтарын иҫкә төшөрөп, ул Балтик диңгеҙе яры буйлап атланы, көҙгө тәбиғәткә һоҡланып, тулҡындарҙың бер туҡтауһыҙ йүгерә-йүгерә тәгәрәгәнен ҡарап торҙо. Алыҫ түгел таш карьерында каторжандар ҡул арбаһында блоктарҙы ылауға тейәү өсөн әҙерләйҙәр ине. Ҡулдарындағы тимер бығау, таштарҙы күтәрергә ҡамасаулап, ҡулдар хәрәкәтендә бәүелеп саңғырҙай ҙа саңғырҙай...

Бала саҡтан каторжандарҙы күреп үҫкән Виктор һөргөнсөләр эргәһенә яҡынланы. Һаҡсы һалдат уға: “Здравия желаю, Ваше Благородие господин прапорщик! Ун кешенән торған каторжандар командаһы таш блоктарҙы ылауға тейәргә әҙерләй”, — тип рапорт биреп тә ҡуйҙы.

Әҙер таш блоктарҙы карьер эсенән өҫтәге складҡа ташырға көн һайын каторжандарҙың бер нисә төркөмө тәғәйенләнә ине. Бөгөн шулар араһында Юлай Аҙналин да бар. йәш офицерҙа ул үҫмер Викторҙы сырамытты. Йөҙө лә, буйы ла ул тиклем үҙгәрмәгән, тик һыны ғына үҫмер малайҙыҡы түгел, ә йәш егеттеке. Эйе, был генерал Демарклевскийҙың улы, тип уйланы Юлай һәм, тачкаһын алға этеп, Викторға ҡаршы һуҡмаҡ буйлап атланы. Эргәһенә еткәс, әллә таныш кешеһен осратҡанға шатланып, әллә каторгала булһаҡ та, әҙәм йөҙөн юғалтмайбыҙ, бирешмәйбеҙ, тигән күңел көрлөгөн күрһәтәйем тип:

— Господин прапорщик, сапоги с узорами еще не износились? — тип һораны ла, карьер яғына тачкаһын этеп атлауын дауам итте. Виктор тәүҙә, был ниндәй аңлайышһыҙ һорау булды әле, тип аптырап ҡалды, шунан бер нисә йыл элек ҡуныстары биҙәлгән күн итек бүләк иткән старшина Юлайҙы хәтеренә төшөрҙө. Барлыҡ ғаиләһен, атаһын, әсәһен, үҙен үлемдән алып ҡалған старшина Юлай. Фамилияһы нисек һуң әле? Аҙна… эйе, Аҙналин.

Прапорщик Виктор аптырап ҡарап торған арала мыҡты кәүҙәле тотҡон таш карьерына төшөп тә китте.

Балтик ярҙарын буйлап, үҫмер саҡтарында йөрөгән һуҡмаҡтарҙы гиҙеп, Виктор өйөнә ҡәнәғәт күңел менән ҡайтып инде һәм әсәһенән:

— Әсәй, миңә старшина Юлай бер нисә йыл элек бүләк иткән биҙәкле итек ҡайҙа әле ул? — тине.

— Старшина Юлайҙың итеге лә, миңә бүләк иткән ап-аҡ шәле лә иҫән, үҙ урынында, төпкө бәләкәй бүлмәлә. Ниңә һорайһың ул бүләктәр тураһында, улым? — тип һорау менән яуап бирҙе әсәһе.

— Бөгөн бер каторжан таш карьеры эргәһендә минән шул итек тураһында һораны, минеңсә, ул Юлай үҙе ине.

— Бына Хоҙайым, әллә атайың Юлайҙың тотҡондар араһында икәнен белмәй микән? Беҙҙе үлемдән ҡотҡарған кешегә ҡарата мәрхәмәтле булырға бурыслыбыҙ, — тип бөтөрөндө әсәһе.

Улының, күкрәгенә алтындан эшләнгән Рәсәй гербы беркетелгән көмөш офицер горжетын һәм шарфын тағып, өсмөйөш баш кейемен һәм бөхтә камзулын кейеп, ялға ҡайтыуына сикһеҙ ғорурланған генерал Демарклевский киске ашҡа күтәренке күңел менән ҡайтып инде.

Киске аш алдынан атай кеше үҙенең алтын ептәр менән семәрләп тегелгән генерал камзулын кейеп алды һәм бөтә күңеле менән шатланғанын, ғорурланғанын, хатта бер аҙ маһайыуын күрһәтеп:

— Улым, һинең офицер званиеһы алыуыңа беҙ әсәйең менән бик шатбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәтеңдә уңыштар теләйбеҙ, — тине өҫтәл артына ултырғас.

Бер аҙ һөйләшеп, күңелдәрҙе бушатып алғас, әсәле-уллы бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа, Рогервик крепосы комендантына таш карьерында булған хәлде һөйләмәксе булдылар.

Һүҙҙе Виктор башланы:

— Атай, һин биш йыл элек беҙҙең ғаилә менән булған фажиғәне иҫләйһең­ме?

— Эйе, Виктор, ул хаҡта оноторлоҡ түгел. Ғаиләбеҙҙең иҫән-имен булыуына беҙ старшина Юлайға бөтмәҫ бурыслыбыҙ. Тик ниңә был хаҡта һорайһың, әллә берәй хәл булдымы, күңелемә шом һалмағыҙ, тиҙерәк һөйләп бирегеҙ, — тине генерал.

Әсәһе улына ҡарап башын һелкте лә:

— Виктор, атайыңа таш карьерында булған хәлде һөйләп бир инде, — тине.

Виктор атаһына тура ҡарап:

— Атай, бөгөн бер каторжан минән: “Господин прапорщик, сапоги с узорами еще не износились?” — тип һораны ла, ҡул арбаһын этеп, таш карьерына төшөп китте. Минеңсә, ул — беҙҙе үлемдән алып ҡалған старшина Юлай Аҙналин. Юлайҙан башҡа кем ул итек тураһында белһен? Һин нисек уйлайһың, атай? — тине.

— Һорауың урынлы. Тик йәшерен инструкцияға ярашлы, беҙ Пугачев ихтилалы тураһындағы мәғлүмәтте — кешеләрҙе, уларҙың исем-фамилияларын, ҡылған яман эштәрен оноторға тейешбеҙ. Ул ихтилалда ҡатнашҡан кешеләрҙең кемлеген дә, ниндәй енәйәттәр өсөн беҙҙең ҡәлғәгә ебәрелгәнлектәрен белһәм дә, был мәғлүмәтте бер кемгә лә белдерергә тейеш түгелмен, императрица Екатерина II-нең приказдарын теүәл итеп үтәнем һәм үтәйәсәкмен, — тип яуапланы генерал улына.

— Атай, бөгөн мин Юлай Аҙналиндың беҙҙең нығытмала икәнлеген белдем. Ул бит һине, мине, әсәйемде үлемдән алып ҡалған кеше. Мәрхәмәтлек ерҙә ятып ҡалмай, Юлайға ярҙам күрһәтергә кәрәктер, — тине Виктор.

— Ҡәҙерлем Жозеф! Юлай Аҙналин ҡасандыр үлемесле яуға кереп, беҙҙе юлбаҫарҙарҙан ҡотҡармаһа, бөгөн ғаиләбеҙ менән ошолай байрам ҡороп ултыра алыр инекме? Юлайға ярҙам итеү — беҙҙең бурысыбыҙ, атаһы, — тине Марина Николаевна иренә.

— Ярар, ярар, һөйөклөләрем, күп өгөт-нәсихәт уҡымағыҙ, бөтәһен дә аңлап торам. Юлай мине лә үлемдән алып ҡалды бит, ғүмерем менән уға бурыслымын. Уға ярҙам күрһәтеүҙе һорауығыҙ өсөн ҙур рәхмәтлемен, ул уй минең йөрәгемде, күңелемде күптән борсой ине. Юлай алдында әйткән офицер һүҙен хәтерҙән сығарырға хаҡым юҡ. Бына бит донъя нисек үҙгәреп тора. Рәхмәт һиңә, улым. Офицер өсөн әйткән һүҙҙе тотоу, намыҫлылыҡ, дөрөҫлөк, тоғролоҡ — иң кәрәкле сифаттар, шуны һис тә онотма, — тине генерал.

Икенсе көн комендант Демарклевский, улына һәм ҡатынына биргән һүҙен тотоп, үҙенең ярҙамсыларына каторжан Юлай Аҙналин тураһындағы бөтә мәғлүмәтте тиҙ арала хәбәр итеүҙе талап итте. Офицерҙар генералға Юлайҙың документтарын килтереп бирҙеләр. Юлай Аҙналиндың һәм Салауат Юлаевтың аталы-уллы булыуын һәм Петр III өсөн дөрөҫлөк, азатлыҡ яулау хаҡына ихтилал яуҙарына ингәндәрен тикшереү документтары аша ентекләп, ашыҡмайынса уҡып белгән генерал Демарклевский оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы.

Бер нисә йыл элек Польшалағы Рәсәй экспедиция корпусы командующийы генерал-аншеф Бибиков алдында ҙур ихтирам ҡаҙанған, уның ҡулынан «За верность долгу и храбрость» тигән штандарт алған кеше икән дә Юлай Аҙналин!

Ә улын, ҡатынын, офицерҙарҙы юлбаҫарҙарҙан ҡотҡарып, үлемдән алып ҡалыуы?! Ниндәй батыр, зирәк, аҡыллы кеше! Яулаған ихтирамына таянып, тыныс ҡына донъя көтөү урынына ниңә дөрөҫлөк, азатлыҡ тип яуға күтәрелгән һуң? Хәҡиҡәтте үҙ ғаиләһенән, донъяһынан артығыраҡ күргән кешеләрҙе генерал күңеле менән аңлай алмай ине.

Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, Юлайҙың хәлен белеүҙе, уға нисек тә булһа ярҙам итеүҙе комендант үҙенең бурысы, намыҫ эше икәнен аңлап, эшлекле күрһәтмәләрҙе нисегерәк тормошҡа ашырыу хаҡында оҙаҡ ҡына уйлап ултырҙы ла, башҡорт батыры менән осрашыуҙы, юлдағы ҙур фажиғәне тағы ла күҙ алдынан үткәрҙе.

 

* * *

…Рәсәй императрицаһы Екатерина II указына ярашлы, 1771 йылдың көҙөнән 1772 йылдың һыуыҡ ғинуарына тиклем генерал-аншеф И.И.Бибиков командалыҡ иткән экспедиция корпусы ҡарамағына Ҡолой Балтасов етәкселегендә өс меңлек башҡорт һыбайлылар корпусы Польша еренә конфедераттарҙың ихтилалын баҫтырырға ебәрелде. Ошо ғәскәр эсендә старшина Юлай Аҙналин өс йөҙлөк команданы етәкләне һәм корпус башлығы Ҡолой Балтасовтың иң яҡын ярҙамсыһы булараҡ танылыу алды.

Йәмле Ағиҙел буйҙарынан Балтик диңгеҙе ярҙарына, Польша ерендәге һуғыш яландарына барып еткәнсе Юлай Аҙналин, өс йөҙ башлығы булараҡ, оҙон-оҙаҡ юлдар үтеп арыған башҡорт һалдаттары тураһында оло хәстәрлек күрҙе. Егеттәрҙе үҙ ваҡытында ашатыу, аттарға бесән, һоло табыу, бәләкәй һәм ҙур привалдар эшләү, ял, йоҡлау урындары әҙерләүгә күп ойоштороу һәм етәкселек һәләтен һалды. Юлайҙың кешеләр менән матур итеп һөйләшә белеүе, уртаҡ тел таба алыуы, беренсе танышыуҙа уҡ сит кешеләр менән дуҫлыҡ, ихтирам тойғолары булдырыуы уға хәрби хеҙмәтендә уңыштарға, еңеүҙәргә өлгәшергә ныҡлы нигеҙ булды.

1772 йылдың яҙында башҡорт һалдаттары Ревель, Балтик порты нығытмалары аша Польша еренә үтеп инеп, конфедераттар ихтилалын баҫтыра башлағас, һалдаттарға аҙыҡ-түлек һәм аттарға фураж тураһындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Юлай Аҙналин Рогервик ҡәлғәһе коменданты генерал-майор Н.И.Демарклевскийға бер нисә тапҡыр барҙы.

Хәрби тәртипте һәм башҡорт халыҡ йолаларын теүәл үтәп, Юлай генерал-майор Демарклевскийға алыҫ башҡорт еренән күстәнәстәр һәм корпус башлығы Ҡолой Балтасовтан ҡайнар сәләм тапшырҙы, Рәсәйгә, императрица Екатерина II-гә тоғро хеҙмәт итеүҙә уңыштар теләне. Тәүге тапҡыр осрашҡанда күстәнәскә башҡорт балы, көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән йүгән, ә генералдың ҡатынына кәзә мамығынан күҙ яуын алырлыҡ ап-аҡ ҙур шәл алып барҙы. Ә үҫмер улы кадет Викторға ҡуныстары нағышланған бынамын тигән күн итек бүләк итте.

Генерал Демарклевский старшина Юлайҙың мәсьәләләрҙе ысын дипломат кеүек хәл итеүенә һоҡланды һәм үҙенең абруйлы күрһәтмәләре менән башҡорт ғәскәренең һорауҙарын ҡыҫҡа ваҡытта хәл итергә ярҙам итте.

Юлай Аҙналиндың хәрби хеҙмәтте намыҫ менән үтәүен, уның тырыш, эскерһеҙ, уҡымышлы һәм зирәк булыуын, һәр мәсьәләне еренә еткереп башҡарыуын корпус башлығы Ҡолой Балтасов генерал-аншеф Бибиковҡа бер нисә тапҡыр маҡтап һөйләне.

Юлай Аҙналин булдыҡлы етәксе генә түгел, ә ҡыйыу яугир ҙа ине. Варшава һәм Вильно ҡалалары эргәһендә конфедераттар менән ҡаты бәрелештәрҙә ул һәр ваҡыт алда, үлемесле яуҙың эсендә булды, уның ҡаһарманлығына башҡорт егеттәре һәм урыҫ һалдат-офицерҙары ҙур ихтирам менән ҡаранылар.

Варшава ҡалаһы эргәһендә Рәсәй ғәскәрҙәре өсөн ваҡытлыса ойошторолған ялан лагерында Юлай Аҙналиндың өс йөҙлөк командаһы һәм урыҫ пехота һалдаттары бергә хеҙмәт иттеләр, буласаҡ яуҙарға әҙерләнделәр. Башҡорт атлылары менән бергә яуға ингән урыҫ офицерҙары араһында йәш подпоручик Герман Ильич Экбаум да бар ине.

1772 йылдың көҙөндә Юлай Аҙналиндың өс йөҙ кешенән торған командаһы, бер нисә төркөмгә бүленеп, Рәсәй-Польша сигендә дозорҙа йөрөнө. Конфедераттарға ҡушылып, яҡын-тирәлә кеше, дәүләт мөлкәтен талаған юл ҡараҡтары күбәйеп киткәйне.

Көҙҙөң матур бер көнөндә генерал Демарклевскийға Польша ерендә булған үлемесле һуғышта ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтҡан офицерҙарҙың осрашыу кисәһе үткәрәсәге хаҡында һәм Балтик порты комендантының был осрашыуға килеүен үтенеп һорауҙарын еткерҙеләр.

Генерал-майор Демарклевский был осрашыуға ҡатыны, берҙән-бер малайы Виктор һәм ике ярҙамсыһы менән барҙы. Польша ерендә имен-аман йөрөп, ихтилалсыларҙың төп көстәрен еңеп, ҡала, хуторҙарҙа тәртип урынлаштырып ҡайтҡан офицерҙарҙың Ревель гарнизонындағы осрашыуы матур, ойошҡан рәүештә үтте. Батырҙарҙы ҡотланылар, яу яланында башын һалғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар. Осрашыу кисәһе үҫмер Викторға ныҡ оҡшаны һәм ул, атаһы кеүек, кадровый офицер, генерал буласағын ата-әсәһенә ғорурлыҡ менән ҡабатланы.

Икенсе көн төштән һуң генерал Демарклевский, Ревель гарнизонындағы иптәштәре менән хушлашып, ғаиләһе менән өс һаҡсы һалдат оҙатыуында ҡайтыр юлға сыҡты.

Көҙҙөң һуңғы көндәре. Тирә-яҡтағы урман-ҡыуаҡлыҡ йәйғор төҫтәренә буялған, ҡояштың һары нурҙары офоҡтағы ҡыйғас болоттарҙы иркәләй. Яйлап ҡына көҙгө көн төнгә ҡарай тәгәрәне, эңер мәле етте. 

Ике каретанан торған ылау Балтик порты ҡәлғәһенә яҡыная барҙы. Көймә эсендә офицерҙар бер-береһе менән осрашыуҙан ҡалған тәьҫораттар менән бүлештеләр, тәҙрә аша көҙгө тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығына һоҡландылар. Ылауҙы һаҡлап барған өс һалдат көймәнең бәүелеп-бәүелеп барыуына йоҡомһорап, күңелдәре менән алыҫ тыуған яҡтарына, ата-әсәләре, ҡатындары, балалары яғына осоп киткәйнеләр инде.

Ошо ваҡыт тынлыҡты боҙоп, мылтыҡтан атыу тауышы яңғыраны, поляк һәм эстон телдәрендә һүгенеү һүҙҙәре ишетелде.

— Туҡта, һай… Эләктегеҙ!

— Беҙҙән ҡотола алмаҫһығыҙ, туҡта! — тип һөрәнләп, бер төркөм юлбаҫар­ҙар ылауға һөжүм итте.

Кареталарҙы һаҡлап барған өс һалдат, был ҡурҡыныс тауыштарҙы ишетеп, йоҡомһорап барған килеш пистолеттарынан берәр тапҡыр атып өлгөрҙөләр, әммә ҡоралдарын яңынан ҡорорға уларҙың ваҡыты юҡ ине. Юлбаҫарҙар таштар бәреп, һәнәк-суҡмарҙарын һәм ҡылыстарын тотоп, ылауға ташланды. Аттарҙы йүгәндәренән тотоп алып, баштарын шаҡарып, дилбегәләрҙе тәртәгә бәйләп тә ҡуйҙылар. Көймәләр туҡтаны, һаҡсы һалдаттар һәм ҡараҡтар араһында үлемесле көрәш башланды.

Тап ошо ваҡытта старшина Юлай Аҙналин етәкселегендәге бер төркөм башҡорт һыбайлылары дозор булып ил сигендә хеҙмәт итә ине. Мылтыҡ һәм пистолеттарҙан атыу тауышы көҙгө эңерҙең саф матурлығына ҡанлы хәнйәр ҡаҙағандай булды, кемдеңдер ярҙам һорап ҡысҡырған ауазы яңғыраны.

Юлай уң ҡулын күтәреп, ҡамсыһы менән ымлап бойороҡ бирҙе. Башҡорт егеттәре, ҡылыстарын ҡояштың һуңғы нурҙарында ялтыратып, атыу тауыштары яңғыраған яҡҡа ыласындай атылды һәм үлемесле мәхшәрҙең уртаһына барып керҙе.

Ылау эргәһендә аяныслы ҡылыс алышы, ҡул һуғышы бара ине. Өс һалдат һәм ике офицер генерал ғаиләһе ултырған көймәне йәнен-тәнен йәлләмәй юлбаҫарҙарҙан һаҡланы, әммә тегеләрҙең һаны ике-өс тапҡырға күп ине.

Бына бер ҙур кәүҙәле, ғәйрәтле, көслө ҡараҡ һаҡсы һалдаттың ҡоралын тартып алды. Каретаның ябыҡ ишеген күҙ асып йомғансы аҡтарып ташлап, эстә ултырған генералға пистолетын төбәне. Генерал ҡаушап ҡалманы, уң аяғы менән бар көсөнә ҡараҡтың маңлайына типте. Башкиҫәр тәгәрәп китте, ауыҙ-танауынан ҡан бәреп сыҡты. Сығырынан сыҡҡан юлбаҫар һикереп торҙо һәм, ҡоралын ике ҡуллап тотоп, каретаға яҡынлашты ла тағы генералға төбәп атырға маташты. Әммә пистолетты яңынан ҡорорға кәрәк ине. Ошо бер-ике секундлыҡ мәшәҡәттә һыбайлы Юлай, башкиҫәрҙе күреп ҡалып, ҡылысы менән уның пистолет тотҡан ҡулын өҙә сабырға өлгөрҙө. Икенсе тапҡыр һелтәүҙә ҡараҡтың башы тәгәрмәстәр араһына тәгәрәне. Башҡорт һалдаттары юл ҡараҡтарын тиҙ арала тар-мар иттеләр. Юлбаҫарҙар әсиргә бирелергә теләмәне, һуңғы һулыштарына тиклем ҡаршылыҡ күрһәттеләр.

Өс ҡарауылсы һалдаттың икәүһе ошо яуҙа батырҙарса һәләк булды. Офицерҙар еңелсә яраланғайны. Генерал-майор Демарклевский старшина Юлайҙы ҡосаҡлап үпте, ғаиләһен үлемдән ҡотҡарғаны өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтте һәм уның батырлығын ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем онотмаясағын белдерҙе.

— Беҙ был ҡараҡтарҙың ошо тирәлә кеше үлтереп, талап йөрөгәнен белдек, уларҙы эҙләп табып, ҡулға алыр өсөн минең өс йөҙ кешелек команданы алты төркөмгә бүлеп эҙләнек, тик өҫтәренә баҫып булманы, урманда бик һәйбәт йәшеренә белделәр, ҡәһәрҙәр, — тине Юлай. Ҡыҫҡа ғына үлемесле яу ғүмерлеккә хәтергә уйылды.

Был ваҡиғанан һуң биш йыл үткәс, 1777 йылдың көҙөндә, генерал Демарклевский менән старшина Юлай Аҙналин Рогервикта тәүгеһе — ҡәлғә хужаһы, ә икенсеһе дәүләт енәйәтсеһе — тотҡон булып осраштылар. Донъя бик ҡатмарлы шул, яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр…

Юлай Аҙналиндың Салауат етәкләгән отрядты Стәрлетамаҡҡа оҙатҡанда улына Польша ерендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үҙенә бирелгән ҙур бүләкте — «За верность долгу и храбрость» штандартын тапшырыуын, Рәсәй именлеген яҡларға өндәп, батшабикә Екатерина II-гә тоғро хеҙмәт итеүен теләп оҙатҡанын уҡығас, Демарклевский аталы-уллы батырҙарҙың алдаҡсы Петр III — Пугачевтың юха ҡармағына эләгеүен аңланы.

Салауат, атаһы биргән штандартты баш өҫтөнә күтәреп, үҙенең отряды менән дөрөҫлөк, азатлыҡ хаҡына үлемесле яуҙарға инә һәм һуңғы ҡанлы бәрелешкә тиклем Петр III-гә тоғро булып ҡала.

Эйе, башҡорттар ғәҙеллекте барыһынан да өҫтөн күрәләр, Рәсәйҙе һәм императрицаны ла ысын күңелдән яраталар. Тыуған илебеҙҙең ысын һәм ышаныслы һалдаттары — башҡорт казактары, тип уйлап ултырҙы урыҫ генералы Иосиф Иванович Демарклевский.

Икенсе көндө ул ярҙамсыларына крепость хужалығының бөтә хеҙмәттәрендә пландан тыш тикшереү үткәрергә бойороҡ бирҙе. Гарнизонда бындай хәл бик һирәк була, ошондай ҙур хужалыҡты тикшереп, ҡарап сығыу Мәскәүҙән йә Санкт-Петербургтан килгән комиссиялар алдынан ойошторола торғайны. Һәр хеҙмәт айырым рәүештә бер нисә офицерҙан торған комиссия тарафынан тикшерелде, бөтә булған етешһеҙлектәр комендантҡа еткерелде.

Бер аҙнанан һуң генерал Демарклевский ағас казармаларҙа тотолған каторжандарҙы ҡарап сығыуға әҙерләргә бойороҡ бирҙе. Ә бастион төрмәһендәге тотҡондарға ҙур етәкселәрҙең яҡын да барғаны юҡ, сөнки унда түҙгеһеҙ тормош шарттары тыуҙырылғайны, төрмәнән көн һайын бер нисә мәйет сығарыла ине. Аслыҡ, ауыр эш, төрмәләге һыуыҡлыҡ, ҙур дымлылыҡ һәм төрлө йоғошло ауырыуҙар бер кемде лә аяманы. Бастион төрмәһе крепоста иң ҡурҡыныс урынға әйләнгәйне.

Генералдың бойороғон үтәп, ағас казармаларҙа тотолған каторжандарҙы биналар алдында ике рәткә теҙеп ҡуйҙылар. Диңгеҙ яғынан һыуыҡ, дымлы ел һөйәккә үтеп, өшөтөп өрә. Ауыр эштән арып-талған, кейем-һалымдары йыртылып, йолҡош хәленә ҡалған тотҡондар һалҡын елдә өшөп дер ҡалтырай ине.

Һалдаттар каторжандарҙың аяҡ-ҡул бығауҙарын тикшереп сығып, ҡарауыл һағына алғас, комендант ярҙамсыһы И.В.Рихтер генералға рапорт бирҙе. Демарклевский ярҙамсы офицерҙары менән рәттәр буйлап яйлап ҡына атланы һәм алда торған Юлайҙы һәм эргәһендәге Салауатты күреп ҡалды.

Биш йыл элек көслө, ғәйрәтле, мыҡты кәүҙәле, мыйыҡ аҫтынан хәйләкәр генә йылмайып, урыҫса матур итеп һөйләшкән, башын юғары күтәреп, ғорурланып, урыҫ офицерҙары менән тиңдәш булып, Рәсәй, аҡ батша өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт иткән, башҡорт корпусы етәксеһенең урынбаҫары булған Юлай бөгөн тимер бығауҙарҙа, ябыҡ, ныҡ ҡартайған, маңлайында, сикәһендә һуҡтырылған хәрефтәрҙең ҡалдыҡ эҙҙәре булған кешегә әйләнгәйне. Уның барлыҡ йөрәк көсөн, ғәҙелһеҙ донъяға булған нәфрәтен, асыуын осҡон сәскән ҡара күҙҙәре генә белдерә ине. Уларҙың ҡараштары осрашты. Бер-береһен танынылар, әммә халыҡ алдында бер генә өн дә, тауыш та сығарманылар. 

Генерал-майор Демарклевский каторжандарҙың төрмәлә йәшәү шарттарын тикшергәндән һуң ҡарауылда торған һалдаттарҙың көнкүреше менән танышты, унда күргән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.

Гарнизонда аттар күп кенә, уларҙы үҙ ваҡытында ашатыу, таҙартыу мотлаҡ. Ат ҡараусыларға ярҙамсы итеп үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән, конвойҙан азат ителгән, ҡул һәм аяҡ бығауҙарынан ҡотолған каторжандар тәғәйенләнә ине. Тотҡондар өсөн мәхрүмлектә, кәмһетелеүҙә йәшәүҙе, тимер бығауҙарҙы аттар ҡарау эшенә алмаштырыу үҙе бер оло ваҡиға ине.

Генерал-майор ярҙамсыларына ат аҙбарындағы таҙалыҡ менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Баш конюх казак Потапенко:

— Генерал-майор әфәнде, һуңғы ҡарауыл ротаһы килгәндән һуң аттар һаны утыҙға артты, ә ат ҡараусылар һаны шул көйө ҡалды. Бер нисә ярҙамсы бирһәгеҙ ине! — тип үтенде.

— Ярар, һеҙҙең һорауығыҙҙы иртәгә хәл итербеҙ, — тип яуапланы Демарклевский. — Тырышып хеҙмәт итегеҙ, господин Потапенко!

— Рад стараться, Ваше Высокоблагородие! — тип, Потапенко киң яурындарын киреп, уң ҡулын баш кейеменә күтәреп, хәрби честь бирҙе һәм ауыр итектәренең үксәләрен шартлатып бергә һуҡты.

Икенсе көндө иртәнсәк генерал-майор Демарклевский үҙенең ярҙамсылары, штаб офицерҙары менән үткән тикшереүҙәргә һығымта яһаны, күрһәтмәләр бирҙе һәм беренсе урынбаҫары майор Рихтерға өндәште:

— Майор әфәнде, мин кисә ат ҡарау өсөн бер нисә кеше етмәгәнен асыҡланым. Һеҙгә минең бойороҡ — аттарҙы башҡорттар үлеп яраталар, ихтирам итәләр, улар араһынан ике-өс кеше һайлап алығыҙ ҙа, рапорт яҙып бирегеҙ. Мин раҫлармын. Эйе, шуны ла әйткем килә, майор, улар араһында Юлай Аҙналин һәм Салауат Юлаев та бар, уларға ҡарата бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ, тел төбөн аңлайһығыҙҙыр инде, — тине.

Икенсе көн майор Рихтер Юлай Аҙналин, Салауат Юлаев һәм Ҡәнзәфәр Усаевты һорау алыу бүлмәһенә килтерергә конвойға бойороҡ бирҙе.

Һөргөнгә ебәрелгән кешеләрҙе әленән-әле һорау алырға, йә булмаһа офицерҙар менән әңгәмәгә саҡырып торалар ине. Әйҙә, ҡорһондар әңгәмә, эштәре шул, улар — бындағы тәртип, тормош хужалары, ә тотҡондарҙың яҙмышы — мәңгелеккә, һуңғы һулыштарына тиклем ошо ҡәлғә эсендә йәшәү.

Салауат, Юлай, Ҡәнзәфәрҙең һәр береһе менән майор Рихтер айырым һөйләште, каторганан ҡасыусы кешеләрҙең ғаилә ағзаларының ҡулға алыныуы һәм Себергә ебәрелеүе тураһында иҫкә төшөрҙө. Ошо турала әңгәмә үткәрелеүен дәлилләп, һәр береһенән ҡултамға алынды. Майор Рихтер әңгәмәнән һуң егеттәрҙе киренән төрмәгә оҙатты һәм ҡәлғә комендантына рапорт бирергә ашыҡты.

— Генерал Ғали йәнәптәре, һеҙҙең күрһәтмәне үтәп, өс башҡорт тотҡоно менән әңгәмә үткәрҙем, яуаптары асыҡ, урыҫ телен яҡшы беләләр, тәртипте боҙмаҫҡа ант биреп, ҡултамғаларын ҡуйҙылар. Яңы килгән конвой ротаһы аттарын ҡарауға яҡшы ярҙамсылар булыр, тип ышанам, — тип көр тауыш менән Рихтер үҙ докладын тамамланы.

— Үтегеҙ, ултырығыҙ, Иван Васильевич, рапортығыҙ менән ҡәнәғәтмен, сөнки Юлай Аҙналинды мин 1771 йылдан уҡ, уның Польшала конфедераттарға ҡаршы һуғышҡан сағынан беләм, — тип йөпләне генерал. — Ҡыйыу, эскерһеҙ кеше, Рәсәйгә, императрицаға, тыуған илебеҙгә тоғро хеҙмәт иткән казак. Ҡулындағы бығауҙарын ҡамсыға алмаштырып, аттар араһында көнөн үткәрһә, дөрөҫөрәк булыр. Иртәгә үк Юлай, Салауат, Ҡәнзәфәрҙе ярҙамсы командаға күсереү тураһында бойороҡ әҙерләгеҙ, ҡул ҡуйырмын. Әйткәндәй, быйыл каторжандар һаны ике-өс йыл элекке һандарҙан унар тапҡырға артып китте, ҡарауыл ротаһында ла һалдаттар һаны йөҙгә артты, ә аҙыҡ-түлек хеҙмәте он-ярманы үҙ ваҡытында тейешле күләмдә килтереп еткермәне. Яҙға тиклем, минең уйымса, аҙыҡ-түлек етмәйәсәк. Штабҡа ошо турала рапорт ебәрергә кәрәк, әҙерләгеҙ.

Бер нисә көндән һуң Юлай, Салауат һәм Ҡәнзәфәр нығытманың ярҙамсы командаһына тәғәйенләнде. Команда айырым торған ағас йортта урынлашҡайны.

Төрмә эсенән сыҡҡас уларҙы, тимер сынйырҙарын шылтырата-шылтырата, тимерлеккә алып барҙылар һәм ҡул бығауҙарын ҡырҡтылар. Ҡулдарын азат иткәс, өсөһө лә Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт әйтеп доға ҡылдылар, оҙаҡ ҡына аяҡ-ҡулдарын ыуып, хәрәкәт итеп алдылар һәм тимерсе Петрға рәхмәттәрен еткерҙеләр.

Ярҙамсы командала каторжандар тимер бығау йөрөтмәһәләр ҙә, уларға йөкмәтелгән хужалыҡ эштәре еңелдән түгел ине. Урман ҡырҡыу, аттарҙы ҡарау, нығытманы һыу менән тәьмин итеү, утын әҙерләү, йәйен бесән сабыу һәм башҡа күҙгә күренмәгән көндәлек мәшәҡәт менән мәшғүл ине улар.

1778 йылдың яҙы һуңлап, оҙон-оҙаҡлы ямғырҙар менән килде, ауыл-ҡалалар араһындағы юлдарҙа арбаға йөк тейәп түгел, һыбай йөрөүе лә ҡыйын ине. Ә инде ҙур һәм бәләкәй йылғалар, ярҙарынан сығып, кисеп сыға алмаҫлыҡ күлдәргә әйләнделәр.

Балтик портында аҙыҡ-түлектең бөтөп барғанын каторжандар ғына түгел, ҡарауыл һалдаттары, хатта офицерҙар ҙа һиҙә башланы, сөнки ризыҡ бер төрлөләнде, күләме лә кәмей төштө. Аслыҡ ҡәлғә ишектәрен ҡаҡты.

Ашарға ризыҡ наҡыҫ ҡалғас, һалдаттарға диңгеҙгә балыҡ тоторға сығырға бойороҡ бирелде. Ҡарауылдан бушаған бер төркөм һалдат, ике баркасҡа тейәлеп, Балтик диңгеҙенә сыҡтылар һәм ау ташланылар. Көнө буйы кәсеп итеп, кәмә төбөндә бызмырлаған өс-дүрт биҙрәлек кенә балыҡ тоттолар. Балыҡ та бәхет кеүек — йә була, йә булмай шул. Ҡыҫыр ғына был табышҡа офицерҙар ҡәнәғәт булманылар һәм алыҫҡараҡ, балыҡ мул булған яҡҡа, каторжандарҙы ебәрергә кәрәк, тигән фекергә килделәр. Был хаҡта комендантҡа әйтергә кәрәк ине.

Ҡәлғә коменданты Ревелгә һәм Санкт-Петербургҡа аҙыҡ-түлек етешмәүе тураһында бер нисә рапорт ебәрҙе. Нығытманы аслыҡтан ҡотҡарыр берҙән-бер сара диңгеҙ ине.

Майор Рихтер ярҙамсы командалағы каторжандарҙы йыйып, аҙыҡ-түлек етмәүен, кешеләрҙе аслыҡтан интектермәү өсөн балыҡ тоторға кәрәклеген аңлатты. Урындағы балыҡсылар күрһәтеүенсә, иң һәйбәт, мул балыҡлы ятыу — ярҙан өс саҡрым алыҫлыҡтағы Бәләкәй һәм Ҙур Пакри утрауҙары араһындағы урын.

Ике көн эсендә әҙерлек эштәрен теүәлләп, ярҙамсы команда каторжандары Салауат Юлаев етәкселегендә Балтик диңгеҙенә ике баркаста ау менән балыҡ тоторға сыҡтылар. Һәр кәмәлә пистолет һәм ҡылыс менән ҡоралланған ике һаҡсы һалдат та бар ине.

Ике баркас араһына ау һелтәп, каторжандар иртәнән алып ҡояш байығансы балыҡ тоттолар, ауҙы тартып сығарған һайын кәмә төбө тула барҙы. Кис етеүгә баркастар балыҡ менән тулғайны. Каторжандар үҙҙәре лә беренсе тапҡыр диңгеҙгә сығып, мул ғына ризыҡ табыуҙарына ҡыуана ине.

Балыҡтарҙы ҡәлғә складына бушатыуҙа күп кенә каторжандар ҡатнашты, һәр береһе Салауат исемен ҡабатланы, уға рәхмәтен әйтте. Башҡорт тотҡондары өсөн Салауат “батыр” булһа, урыҫ һәм ҡалған милләт каторжандары уны “кенәз Салауат” тип атай башланылар. Ҡыйыулыҡ һәм намыҫлы хеҙмәт ерҙә ятып ҡалмай — Юлай һәм Салауаттың батырлығы һәм тырышып хеҙмәт итеүе ҡәлғәлә юғары баһаланды, уларға бөтәһе лә ихтирам менән ҡараны. Юлай Аҙналин ярҙамсы командала урманда утын әҙерләүсе каторжандар менән етәкселек итте. Йәй көндәрен бесән саптылар.

 

* * *

1778 йылдың июль айында Балтик портын тетрәткән ҙур фажиғә булды. Ул ваҡиғаны хатта батшабикә Екатерина II-гә лә еткерҙеләр.

Екатерина II Рәсәйҙә белем биреү, мәҙәниәтте үҫтереү, хәрби ҡораллы көстәрҙе нығытыу, күп һанлы завод-фабрикаларҙа инженерлыҡ эшен башҡарыу өсөн сит илдәрҙән, бигерәк тә Германиянан хеҙмәткә күп кенә белгестәрҙе ғаиләләре менән эшкә саҡырып килтерҙе.

Немец хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙә ҙур аҡсаға һәм киң мөмкинлектәргә бик ҡәнәғәт булып эшләнеләр. Императрица шәхсән үҙе эшкә саҡыра, ҡаршы ала, ҙур мәсьәләләр ҡуя һәм ышаныс белдерә. Ошондай ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелгәс, немец белгесе нисек насар эшләһен?!

…Матур, ҡояшлы июль айында ҙур ғына немец ғаиләһе, өс каретаға тейәлеп, Германиянан Санкт-Петербургҡа яңы эш урынына күсеп китеп бара ине. Уларҙың оҙон юлындағы туҡталыш — Рогервик крепосында, сөнки алыҫ туғандарының береһе — поручик Вильям ун йылдан ашыу ошонда хеҙмәт итә. Оло улы Генрихҡа — ун биш йәш, ҡыҙы Лизаға ун дүрт йәш тулғайны.

Теүәл төшкө ашҡа инженер-поручик Отто ҡатыны һәм өс балаһы менән ҡәлғә ҡапҡаһы эргәһенә килеп туҡтаны. Ылау эргәһенә олоһо-кесеһе йыйылып китте, юлсыларҙы тәбрикләнеләр, аттарҙы, арбаларҙы аҙбар аҫтына индерергә ярҙам иттеләр. Поручик Вильям туғандарын ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды, аш-һыу әҙерләнде, мунса яғылды.

Инженер-поручик ғаиләһе менән Рогервикта бер аҙ ял итеп алырға уйланы, сөнки ике аҙна буйына бала-сағалар ҙа, ҡатыны менән үҙе лә арып, йонсоп бөткәйнеләр. Ике-өс көн эсендә балалар гарнизонда йәшәгән тиҫтерҙәре менән танышып-дуҫлашып та өлгөрҙөләр. Үҫмер малайҙар киләсәктә үҙҙәренең офицер булыу тураһындағы хыялдары, хәрби хеҙмәттә батырлыҡ күрһәтергә бөгөндән үк әҙер булыуҙары тураһында һөйләште, үҙ-ара сер бүлеште. Улар һуғыш, атыш, ҡылыс алышыу, разведкаға йөрөү кеүек уйындар менән мауыға ине.

Ошо йәйге матур көндәрҙең береһендә комендант ярҙамсыһы Салауатҡа ике баркас менән диңгеҙгә балыҡ тоторға сығырға кәрәклеге хаҡында әйтте.

— Яҙғы аслыҡты бер ҙә оноторлоҡ түгел, балыҡты әле үк тоҙлап, ҡаҡлап ҡыш­ҡылыҡҡа әҙерләргә кәрәк, — тине майор Рихтер, Салауатҡа күрһәтмәләр биреп.

Каторжандарҙың балыҡ тоторға китеүе ҡәлғәлә йәшәгән офицерҙар ғаиләһенә билдәле ине, ә үҫмер малайҙар өсөн был — батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, сөнки ата-әсәләре: “Диңгеҙ ҡыйыу, батырҙарҙы ғына ярата, балыҡтарҙы күп, мул итеп ҡыйыу йөрәклеләр генә тота ала,” — тип өгөт-нәсихәт уҡыйҙар. Капитан Вильямдың улы Генрих, ҡыҙы Лиза, шулай уҡ поручик Оттоноң ике улы һәм бер ҡыҙы тотҡондарҙың диңгеҙҙә балыҡ тотоуҙарын үҙ күҙҙәре менән күрергә теләүҙәрен бер-береһенә белдерҙеләр һәм был уйҙан хәрби сер яһанылар. Генрих йәше менән дә, буйы менән дә оло булғас, быларға үҙ әмерен еткерҙе:

— Мин диңгеҙ ярындағы бәләкәй баркастың йоҙағынан асҡыс табам, ә һеҙ яр аҫтында йәшеренеп ултырығыҙ, йоҙаҡты асҡас, мин ҡул болғармын, һеҙ йүгереп килеп ултырырһығыҙ ҙа, бергәләп каторжандарҙың балыҡ тотҡандарын ҡарарға китербеҙ, — тине.

Хәрби сер менән бер-береһенә бәйләнгән үҫмерҙәр диңгеҙ киңлегенә үҙаллы сығып, батырлыҡ күрһәтәсәктәренә ышана инеләр. Улар Генрихтан сигнал көтөп, диңгеҙ яры ситендә ҙур-ҙур таштар араһында кешеләрҙән йәшеренеп ултырҙылар.

Генрихҡа асҡысты табыу ауыр булманы, сөнки ул асҡыстың атаһының бүлмәһендә, китаптар һаҡланған шкафтың икенсе кәштәһендә ятҡанын белә ине. Ул йүгерә-атлай өйгә инде, әсәһе был ваҡытта аш-һыу бүлмәһендә ине, ә атаһы — ҡәлғәлә хеҙмәттә. Асҡысты ҡулға төшөрөү ауыр булманы.

Бер аҙҙан Генрих, һеңлеһе Лиза һәм поручик Оттоноң балалары — 13 йәшлек Ганс, 11 йәшлек Гюнтер һәм 9 йәшлек Эльза бәләкәй баркасҡа ултырып, диңгеҙгә сыҡтылар.

Көн үтә тыныс ине, ҡояшта ялтырап ятҡан диңгеҙ өҫтөнә һырҙар һалып, бәләкәй генә йылғыр тулҡындар тәгәрәй, аҡсарлаҡтар, ҡанаттарын йәйеп, ғорур ғына кәйелеп оса, һауала ашыҡмайынса болоттар йөҙә. Тик офоҡтоң иң алыҫ мөйөшөндә, асыҡ болоттарға матурлыҡ өҫтәргә теләгәндәй, ҡара-күк болот ҡабарынып өҫкә ынтыла ине. Эй матур ҙа һуң Балтик диңгеҙе ошо ваҡытта: ҡояш нурҙарына күҙҙәр ҡамаша, үтә күренмәле һыуҙа балыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ!

Генрих ишкәккә үҙе ултырҙы һәм, каторжандарҙың кәмәһен күҙҙән ысҡындырмай, арттарынан төштө. Бер аҙ барғас, Рогервик яры күҙҙән юғалды, алда тик баркастың шәүләһе генә күренә ине.

Тотҡондар баркастар араһына ташлаған ауға мул ғына балыҡ эләкте. Салауат ваҡыты-ваҡыты менән офоҡҡа ҡарап, диңгеҙ торошон күҙләне. Бер заман ул үҙҙәренә табан йөҙгән бәләкәй кәмәне күреп ҡалды. Был яр эргәһендә генә йөрөй торған бәләкәй кәмә ине, уның менән алыҫ араға йөҙөү хәүефле. “Диңгеҙгә бәләкәй кәмә менән сығырға кем йөрьәт итте икән?” — тип уйлап ҡуйҙы Салауат.

Балтик диңгеҙендә көндөң, һауа торошоноң бик тиҙ үҙгәреүен һәр кеше белә. Бына бөгөн дә офоҡтағы ҡара болот тиҙ генә бөтә күкте ҡапланы, ел көсәйҙе, бәләкәй генә тулҡындар бер нисә минутта һырттарын ҡабарттылар һәм, йоторға теләгәндәй, юлдарында осраған кәмәләргә, караптарға ябырылдылар.

Көн боҙолғанын һиҙгән Салауат балыҡ тотоуҙы туҡтатты, табыш һәйбәт, мул ине. Ул алыҫтағы бәләкәй кәмә яғына тиҙерәк барырға бойорҙо. Каторжандар бөтә көстәре менән тулҡындарға ҡаршы иштеләр. Баркас ауыр булғас, бирешмәне, алға барыуын дауам итте.

Теге бәләкәй кәмәне тулҡындар шырпы ҡабы урынына йә тегеләй, йә былай һуғалар. Генрихтың тулҡындарға ҡаршы ишә алырлыҡ көсө ҡалмағайны. Бала-саға илашты, сыр-сыу килеп ҡысҡырышты, ә дауыл көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Бына бер ҙур тулҡын бәләкәй кәмәне ҡапланы һәм балалар диңгеҙгә сумды. Салауат ишкәктә ултырған каторжандарҙы ҡабаландырҙы, кәмәгә тиклем 50-70 аршин ара үтәһе бар ине.

Салауат һәм бер нисә тотҡон балаларҙы ҡотҡарырға һыуға ташландылар. Үкенескә ҡаршы, каторжандарҙың икәүһе, бейек тулҡындар аҫтында ҡалып, һәләк булды. Дүрт баланы ҡотҡарҙылар, тик улар араһында Лиза юҡ ине, сөнки ул, кәмә түңкәрелгәс, бөтә көсөн Эльзаны ҡотҡарыуға һалды, ҡыҙҙы һыу аҫтынан өҫкә этте. Тулҡындар менән һуңғы һулышына тиклем көрәшкән Лизаны диңгеҙ ялманы, ә Эльзаны Салауат һыуҙан сығарып өлгөрҙө.

Бер нисә тапҡыр сумып ҡараһа ла, Лизаны һыу аҫтында таба алманы. Тәбиғәттең мәрхәмәтһеҙ ҡара көсөнә нәфрәте ташты батырҙың.

— Йә Раббым, ярҙамыңды бир, бер гонаһһыҙ балаларҙың йәнен алмасы! — киң күкрәген тултырып тын алды ла Салауат тағы бер тапҡыр Лиза артынан сумды. Ниһайәт, хәрәкәтһеҙ тәндең диңгеҙ төбөндә яйлап ҡына ағып барыуын күреп ҡалды. Һуңғы көсөн биреп, ул Лизаны эләктереп алды һәм һыу өҫтөнә алып сыҡты. Үпкәһен таҙартты, ауыҙына тын өрҙө. Бер аҙҙан ҡыҙ тын ала башланы һәм күҙен асты. Әммә хәле ауыр ине, башын ғына күтәрә алды.

Каторжандар ярға килеп туҡтағанда, барса халыҡ дауыл ҡупҡан диңгеҙ ярына йыйылғайны. Баркастан дүрт баланы алып төштөләр. Салауат — Эльзаны, Ҡәнзәфәр Гюнтер менән Гансты күтәргәйне, ә Генрих, башын эйеп, арттан эйәрҙе.

Поручик Оттоноң ҡатыны Эльзаны Салауат ҡулынан алды һәм:

— Мең рәхмәт һиңә, кенәз Салауат, ғүмерҙә лә онотмабыҙ һеҙҙең батыр­лығығыҙҙы, балаларымды ҡотҡарыуығыҙҙы! — тине илай-илай.

Диңгеҙҙә дауыл туҡтағас, балаларҙы ҡотҡарыу өсөн һыуға ташланған ике тотҡондоң мәйеттәре диңгеҙ ярына һуғылды. Гарнизонда йәшәгән кешеләрҙең һорауы буйынса, уларҙы айырым ергә хөрмәтләп күмделәр.

Капитан Вильямдың ҡыҙы Лиза һыуға батыу ваҡиғаһынан һуң өс көн, өс төн тора алмай ятты, ата-әсәһе, ағаһы Генрих уның эргәһенән бер аҙым да китмәнеләр. Дүртенсе көнөнә Лиза үҙен һәйбәтерәк тойҙо, әсәһенең ҡулдарын ныҡ итеп ҡыҫып тотто һәм:

— Әсәй, ә мине кем ҡотҡарҙы үлемдән? Диңгеҙ төбөнән кем сығарҙы? Эльзаны ҡотҡарырға тырышып, үҙем һыу аҫтына киткәнемде хәтерләйем, ә ҡалғанын иҫләмәйем. Мине үлемдән алып ҡалған кешегә ҙур рәхмәт әйтеүегеҙҙе үтенеп һорайым, — тине.

— Һине, ҡыҙым, кенәз Салауат ҡотҡарған. Атайың менән мин уға рәхмәтебеҙҙе әйттек инде. Сиркәүгә барғанда, уға һаулыҡ теләп, доға уҡырбыҙ.

Кис еткәс, Отто туғаны Вильям менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы.

— Мин Юлай Аҙналинды 1771—1773 йылдарҙан алып беләм, ҡыйыу, аҡыллы казак. Беҙҙең генералды, уның улы менән ҡатынын, майор Рихтерҙы һәм мине үлемдән алып ҡалған кеше ул. Башҡорттарҙың ғәйрәтле һөжүменән бандиттар ҡойолоп төштөләр. Улар ҡотҡармаһа, беҙ һинең менән ошолай һөйләшеп ултырмаҫ инек, — тине Вильям.

— Эйе, һин генә түгел, мин дә Юлайға һәм уның улы Салауатҡа ғүмерлек бурыслымын. Әгәр ҙә һөйгән балаларымды Салауат диңгеҙ упҡынынан ҡотҡармаһа, бөгөнгө хәлемде күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Ҡыйыу атай ғына ҡыйыу ул тәрбиәләй ала. Икеһе лә, ғүмерҙәрен йәлләмәйенсә, кешеләр өсөн яҡшылыҡ эшләргә әҙерҙәр. Ысынлап та, батыр ир-егеттәр, — тип йөпләне Отто.

— Минең һеҙгә ҙур үтенесем бар. Ҡыҙым Лиза үҫеп етте, үҙегеҙгә ярҙамсы итеп алмаҫһығыҙмы? — тине Вильям. — Бында китап уҡыуҙан, музыка ҡоралдарын өйрәнеүҙән башҡа бер шөғөл дә юҡ. Уны үҙегеҙ менән Санкт-Петербургҡа алып китһәгеҙ, һеҙгә бик рәхмәтле булыр инек.

— Эйе, бәләкәй балаларҙы ғына өйҙә, ғаиләлә тәрбиәләү мөмкин, — тине Отто. — Ә үҫеп еткән ҡыҙҙы ҡәлғә эсендә, гарнизонда тәрбиәләү үҙе бер мәсьәлә. Һәйбәт кейәү ҙә табырға кәрәк бит әле. Унан һуң, һәр еткән ҡыҙ күҙ-ҡаш алдында булырға тейеш. Һеҙҙең Лиза һеңлем тураһындағы һүҙҙәрегеҙҙе хуплайым, уны Санкт-Петербургҡа алып китербеҙ, тип уйлайым. Балаларыбыҙ туғандарса бер-береһенә ярҙам итеп үҫһәләр, беҙҙең ҡартлығыбыҙ ҙа рәхмәтле, мәрхәмәтле булыр. Лизаны юлға әҙерләгеҙ.

Бер нисә көндән инженер-поручик Отто ғаиләһе менән Санкт-Петербургҡа ҡарай юл алды. Сәфәр алдынан Лиза атаһынан үҙен үлемдән ҡотҡарған Сала­уатты күрһәтеүен үтенеп һораны.

— Атай, мин бәләкәй бала түгел бит, рәхмәтемде үҙем еткергем килә, — тине ул.

— Ярар, балам, һүҙеңде кире ҡаҡмайым, тик шулай ҙа Салауаттың каторжан икәнен онотма, һүҙеңде ҡыҫҡараҡ тот, — тине атаһы.

Юлға сығырға әҙерләнгән ылау эргәһенә ҡарауыл һалдаттары Салауатты алып килделәр. Башҡорт егетенең кәүҙәһе мыҡты булһа ла, йөҙөндәге язалау эҙҙәре уңалып бөтмәгәйне, уның умырылып алған танауын, һул сикәһендәге ҡылыс эҙен һәм маңлайына һуғылған хәрефтәрҙе бер нимә менән дә ҡаплап та, йәшереп тә булмай ине. Әммә төшөнкө уй-хистәргә бирелеп торор ваҡыт түгел, ғәм халыҡ алдында, туғандары эргәһендә офицер ҡыҙы Лиза Салауатҡа өндәште:

— Мин ғүмеремдә лә каторжандар менән һөйләшкәнем булманы. Тотҡондар­ҙың енәйәтселәр булыуы хаҡында беҙгә көн һайын һөйләйҙәр. Ә мин һеҙгә, кенәз Салауат, ҙур рәхмәтемде әйткем килә. Яҡты донъяла минең дә оҙаҡ йәшәгем, бәхетле булғым килә. Диңгеҙ төбөнән алып сығып, үлем тырнағынан ҡотҡарғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, һеҙҙе бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, — тине ул һәм, нәфис бармаҡлы уң ҡулын йомоп, Салауаттың ҡулына йүнәлтте. — Ә быныһы һеҙгә иҫтәлек, тик юғалта күрмәгеҙ. Өләсәйем уңышлы юл теләп, доғалар уҡып биргән иҫке герман медальоны ул. Беҙҙең ғаилә гербы ла ошо медальон эсендә.

Хушлашҡандан һуң Оттоноң ғаиләһе ҙур ылау менән Санкт-Петербургҡа йүнәлде. Тәғәйен ергә килеп еткәс, бер нисә көндән һуң инженер-поручик Екатерина II тарафынан ҡабул ителде. Улар оҙаҡ ҡына донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырҙылар, батшабикәгә Германияла ҡалған туғандарынан күп сәләмдәр еткерелде.

Батшабикә, әҙәп һаҡлап, юл хәлдәре, бала-сағаһы тураһында һорағас, Отто Рогервикта булған ваҡиға хаҡында бәйән итте, өс балаһын да каторжан Сала­уат Юлаев үлемдән ҡотҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. Был хәбәрҙе тыңлап бөткәс, Екатерина II: “Эйе, башҡорттарҙың батырлығы тураһында Петр I һәр ваҡыт ҡабатлар булған, улар ышаныслы һәм батыр һалдаттар, тик, Пугачевҡа ышанып, күптәре харап булды”, — тине.

Оттоноң хеҙмәте инженер булараҡ төрлө бастиондар, оборона линиялары, ҡәлғәләр төҙөүгә етәкселек итеүҙән һәм ул эштәрҙең ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарылыуын тикшереүҙән тора ине. Тап ошо ваҡытта Балтик нығытмаһында каторжандар көсө менән сауҙагәрҙәр өсөн гавань төҙөү эштәренә тотонғайнылар.

 

* * *

Урал тауҙарында тыуып үҫкән, ҡара урман һауаларын һулап, ҡурай моңона ҡойоноп, зәңгәр күктәге ай-ҡояшҡа, ап-аҡ йондоҙҙарға һоҡланып, тыуған ерҙең мөғжизәле матурлығына табынған ир-егеттәр өсөн моңһоу диңгеҙ яры, сикһеҙ һыу тулҡындары, аҡсарлаҡтар ҡаңҡылдауы ауыр күренеш ине. Үҙәкте өҙөп, йөрәктәрҙе һыҡратҡан тыуған яҡтарын, Урал тауҙарын, ҡоштар һайрауын, ғәзиз кешеләрен һағынып ҡайғыға батҡан мәлдәре аҙ түгел ине башҡорт егеттәренең. Ошо ваҡытта дуҫ-иштең һине аңлауы, һүҙ менән булһа ла ярҙам итеүе, ҡеүәтләүе үҙе ҙур бәхет, йәшәү таянысы һәм ышанысы ине. Юлай Аҙналин, Салауат Юлаев, Иван Почиталин, Ҡәнзәфәр Усаевтар каторжандарҙы төшөнкө уйҙарға бирелмәҫкә, Хоҙайға ышанып, яҡшы, яҡты хыялдарға ынтылып йәшәргә өндәнеләр, иртәнге һәм киске намаҙҙарын еренә еткереп үтәргә тырыштылар. Доға ҡылыуҙан йән рәхәтлеге алып, Хоҙайҙың мәрхәмәтлелеген, алыҫ тыуған илкәйҙең, тыуған тупраҡтың йылыһын тойғандай улар. Йөрәктәре наҙлы уйҙарға тулып, ҡолаҡтарына ғәзиз йыр-моңдар салынып ҡалғандай ине шул мәлдәрҙә.

Сикһеҙ тулҡындарға ҡарап, Салауат үҙенең хистәрен көйгә һалып йырлар ине. Киң күкрәк эсенән сыҡҡан һағышлы моң бейек һауаға, күк болоттар араһына күтәрелеп, тыуған яҡтарға осоп ҡайтып киткән төҫлө:

 

Ай Уралым, Уралым, күгәреп ятҡан Уралым,

Нурға сумған түбәһе, күккә ашҡан Уралым!

Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты һайрап ҡаршылай ҡоштарың,

Тонйорап батҡан ҡояшты һайрап оҙата ҡоштарың.

Һине данлай йырҙарым, һине маҡтай йырҙарым,

Һин бит минең төйәгем, һине һөйә йөрәгем…

 

Салауаттың иҫ китмәле матур йырлауын тыңлау өсөн каторжандар тауышһыҙ ғына йыйылып ултырырҙар ине. Башҡорт йырҙарын барыһы ла яратып тыңлай, тик мәғәнәһенә төшөнөп етмәйҙәр. Бер ваҡыт Иван Почиталин:

— Салауат, һин урыҫ телен яҡшы беләһең, йырыңды беҙгә урыҫса йырла әле, — тип өндәште.

Икенсе тапҡыр йыйылғанда, Салауат тойғоларын урыҫ телендә еткерҙе, йыр каторжандар күңеленә үтеп инде, уны шунда уҡ отоп алдылар. Был йыр бөгөн дә Палдиски ҡалаһының Георгий Победоносец сиркәүендә “Салауат Юлаев” клубының гимны булып яңғырай.

 

Я гляжу на цепи гор

В нашем благостном краю,

И, вбирая их простор,

Божью милость познаю.

Песней небо раскололось,

Соловей поёт в долу,

Как азан звенит твой голос,

Богу вознося хвалу!

Не зовет ли на молитву

Славный наш родимый край?

Помни их — героев битвы,

Наш Урал — родимый стан!

Заплатили они кровью

И не дождались похвал.

Осеняет нас любовью

Древний наш седой Урал!

Солнцем небо озарилось,

Скакуны летят в опор.

Радость, счастье, Божья милость

Ждут нас на вершине гор!

...Салауат йыш ҡына төшөндә Урал тауҙарын, Йүрүҙән буйҙарын, уның матур аҡ ҡаяларын, хәтфә болондарын күрә. Аҡбуҙатҡа атланып, үткер ҡылысы менән ниндәйҙер ҡара көстәрҙе, дейеү-пәрейҙәрҙе ҡыра; тыуған ауылы, яратҡан ҡатындары, балалары йә алыҫта, йә ҡул менән тоторлоҡ яҡын арала күренеп ҡалалар; башҡорт һүҙҙәре, йырҙары, ҡурай моңо ишетелә. Ҡапыл алда үлемесле яу ҡыры хасил була, пушкалар ата, йәҙрәләр шартлай. Бына сикһеҙ диңгеҙҙең тулҡындары өҫтөндә аҡсарлаҡтар ҡаңҡылдаша ла, тулҡын тамсылары Салауаттың битенә һибелә. Салауат уянып китә…

* * *

Башҡорт каторжандары араһында ғәрәпсә генә түгел, урыҫса ла уҡый-яҙа белгән кешеләр бар ине. Китап уҡыу, уның йөкмәткеһен кешеләргә еткереү — үҙе ҙур һәм изге эш. 1779 йылдың көҙөндә, гарнизондағы офицер-һалдаттарҙың балалары мәктәпкә йөрөй башлағас, Иван Почиталин Юлайға былай тип өндәште:

— Юлай, һин комендант ярҙамсыһы майор Рихтерҙың иң ышаныслы кешеһе, беҙгә уҡырға китап һора әле, бәлки, йөрәк һыҙлауы әҙерәк баҫылыр, — тине.

— Ярар, Иван, һорармын, һин хаҡлыһың, китап уҡыу — беҙҙең өсөн йән йыуанысы, — тип яуапланы Юлай.

Иптәштәренең һорауы буйынса, ул ат аҙбарын тикшерергә килгән майор Рихтерға ял ваҡытында уҡырға китап һорап мөрәжәғәт итте.

Майор был үтенескә аптыраманы, сөнки старшинаның уҡымышлы кеше икәнлеген ул күптән белә ине һәм: “Ярар, уҡытыусы Иоганға әйтермен, һеҙгә бер нисә китап бирер”, — тине.

Тиҙҙән Иоган рус телендәге ике китапты Юлайға тапшырҙы һәм:

— Комендант бойороғон үтәп, һеҙгә китаптар алып килдем, тик һаҡлап ҡына тотоғоҙ китапты, бер айҙан кире ҡайтарырһығыҙ, — тине.

Шулай итеп, Юлай, Салауат һәм башҡа тотҡондар эштән буш ваҡыттарында рус телендә китаптар уҡып, донъя мәҙәниәтенә сәйәхәт ҡылалар ине.

...Рәсәй дәүләте Екатерина II етәкселек иткән осорҙа ҙур хәрби көс туплаған империяға әүерелде. Ошо хәрби көстө императрица ҡушыуы буйынса йыл һайын тикшереп, төрлө ғәскәри күнекмәләр үткәреп, һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың көнкүреше менән яҡындан танышыусы инспекторҙарҙың абруйы армияла бик ҙур ине. Бер аҙҙан Оттоноң ғаиләһенә ошондай инспекцияның бер генералынан Лизаны һоратып ҡоҙалар килде. Һөйләшеп килешкәндән һуң туйҙы 1780 йылдың яҙында үткәрергә ҡарар иттеләр.

1780 йылды ҡаршылап, Санкт-Петербургта инженер Отто генерал-инспекторҙың ғаиләһе менән бергәләп ҡунаҡҡа йөрөнөләр. Оҙон ҡыш кистәрендә ололар үҙҙәренең хеҙмәт юлы, күргән ҡыйынлыҡтары, төрлө ваҡиғалар хаҡында һөйләштеләр. Буласаҡ туғандар бер-береһен йотлоғоп тыңланы. Һүҙгә һүҙ ҡушылып, Отто генерал-инспекторҙың туғандарына Рогервикта булған фажиғәне, балаларының Балтик диңгеҙендә батыуҙарын, уларҙы каторжан Салауат ҡотҡарыуын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.

Генералдың яҡындары Салауаттың батырлығына, уның иҫ киткес мәрхәмәтле, тәрбиәле булыуына һоҡланыуҙарын белдерҙеләр һәм Рогервик ҡәлғәһен тикшергәндә уның хәлен һис шикһеҙ белешәсәктәре хаҡында әйттеләр. Инженер Отто ла был уйҙы хупланы һәм:

— Әгәр һеҙ Салауаттың хәлен белеп, киленегеҙ Лизаға әйтһәгеҙ, бик шатланыр ине, сөнки ул Балтик фажиғәһен һәр ваҡыт иҫендә тота, — тине.

Шулай итеп, Салауаттың батырлығы Рогервикта ғына түгел, Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Санкт-Петербургта ла билдәле булды.

 

* * *

1780 йылда генерал-майор Демарклевский отставкаға китте, уның урынына полковник де Роберти тәғәйенләнде.

Генерал яңы комендантҡа хәрби хеҙмәт документтарын тапшырып, каторжандар тураһында үҙе генә белгән байтаҡ мәғлүмәтте еткерҙе. Юлай Аҙналин, Салауат Юлаев, Ҡәнзәфәр Усаев, Иван Почиталин һәм башҡалар тураһында һөйләп, үҙенең шәхси үтенесен дә әйтте.

Улар икәүләшеп оҙон төн буйы һөйләшеп-кәңәшләшеп ултырҙылар. Генерал Демарклевский старшина Юлайға бурыслы икәнен асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе һәм уға ҡарата шәфҡәтле, кешелекле булыуҙарын һораны. Полковник де Роберти Демарклевскийға тотҡондарға ҡарата закон сиктәрендә миһырбанлы һәм мәрхәмәтле ҡараш булыр, тип вәғәҙә бирҙе.

Каторжандарҙың дини йолаларҙы тотоуҙарына, уларҙы тулыһынса үтәүҙә­ренә ҡәлғәлә хеҙмәт иткән офицерҙар ҡамасауламай ине. Ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелгән кешеләрҙең уй-хистәрен, һуңғы ышаныстарын, яҡты өмөттәрен Хоҙайҙан башҡа кем генә ишетһен?! Кешенең, ниндәй генә енәйәт ҡылыуына ҡарамаҫтан, Аллаһы Тәғәләгә бөтә күңеле менән ышанып уҡыған доғаларында — йөрәк тойғоларының осҡондары. Гарнизонда христиандар өсөн бәләкәй генә ағас сиркәү бар, ә мосолман каторжандары иртәнге һәм киске намаҙҙарын йәй көнө — сиркәү эргәһендәге майҙансыҡта, ә һыуыҡ ҡыш көндәрендә төрмә бинаһы эсендә уҡыйҙар ине.

1780 йылдың баштарында Рогервикта хеҙмәт иткән һалдаттар һәм каторжандар һаны бер нисә меңгә еткәйне. Кешеләр, сиркәү эсенә һыймай, майҙансыҡта йыйылып доға уҡыйҙар. Императрица Екатерина II ҡушыуы буйынса 1784 йылда ҡәлғәлә таштан сиркәү һала башланылар. Уны төҙөргә Германиянан архитектор Иоган Мор килде. Төҙөлөш башлар алдынан архитектор нығытма коменданты менән сиркәү төҙөүҙә ҡатнашасаҡ каторжандар исемлеген төҙөнө. Иоган Мор үҙенә ярҙамсы итеп уҡый-яҙа белгән кешеләрҙе һайланы.

— Тотҡондар араһында төҙөлөш һорауҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләр бармы? Кисә мәктәп китапханаһында сиркәү проектын тикшереп ултырҙым, унда китап уҡыусылар араһында уҡытыусылар, уҡыусылар ғына түгел, хатта тиҫтәләгән каторжан булыуына бик шатландым. Белем — киләсәгебеҙҙең ныҡлы нигеҙе, белемле кеше енәйәт яһамаҫ, — тине ул.

— Каторжандар арһында уҡымышлы, абруйлы кешеләр аҙ түгел, иң билдәлеләренән — кенәз Салауат, старшина Юлай Аҙналин, Иван Почиталин, Ҡәнзәфәр Усаевтар, — тине комендант.

Иоган Мор сиркәү һалыу өсөн өс ҙур бригада төҙөнө һәм комендант тәҡдиме менән сиркәү нигеҙенең траншеяһын ҡаҙыу төркөмөнә — Почиталинды, таш карьерынан блоктар ташыусылар башына — Ҡәнзәфәр Усаевты, ә сиркәүҙең нигеҙен һәм стеналарын һалыусылар төркөмөнә етәксе итеп Салауатты тәғәйенләне.

Каторжандар өсөн үҙ ҡулың менән сиркәү төҙөү ҙур һәм матур ваҡиға ине. Өс йыл буйы төҙөлөш ҡайнаны һәм, ниһайәт, 1787 йылдың көҙөндә Георгий Победоносец сиркәүен асыу тантанаһы үтте. Был сараға яҡын-тирәнән дин әһелдәре килде, бөтәһе лә батшабикәгә, комендантҡа һәм каторжандарға ҙур рәхмәттәрен әйтте. Ошо тантаналы көндәрҙән һуң Салауат һәм уның иптәштәренең абруйы каторжандар араһында ғына түгел, ә бөтә гарнизонда, тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәшәүселәр араһында айырыуса артты, халыҡ уларға ихтирам менән ҡараны.

 

* * *

XVIII быуат Рәсәй дәүләте өсөн ҡатмарлы булды, ҡанлы бәрелештәр, ихтилалдар уның нигеҙен ныҡ ҡына ҡаҡшатты. 1788 йылдың башында Швеция короле Генрих III-нөң мәкерле рәүештә Балтик диңгеҙе ярҙарына һөжүм яһауы тураһында хәбәр килде. Һуғыш ялҡыны Рогервикта ла һиҙелә ине.

1790 йылдың башында Балтик портында швед шымсыларының йә сауҙагәр, йә хәйерсе, йә ябай эстон кешеһе булып ҡаласыҡ эсенә инергә тырышыуҙары артты. Гарнизон коменданты полковник де Роберти, тәжрибәле хәрби кеше булараҡ, ошондай һәр осраҡты ярҙамсылары менән ентекләп тикшерҙе һәм, төрлө махсус саралар үткәреп, швед шымсыларынан ҡәлғәләге йәшерен мәғлүмәттәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышты.

1790 йылдың апрель уртаһында гарнизонға хәрби хеҙмәтен дауам итергә поручик Артур Шмидт килде. Хәрбиҙәр өсөн был ғәҙәти хәл — офицерҙар һәр ваҡыт урындан-урынға күсеп йөрөй. Әммә полковник де Роберти поручикты ниңәлер бер ҡарауҙан оҡшатманы. Артур Шмидт беренсе көндән үк үҙен ысын артиллерист итеп күрһәтергә тырышты. Пушканан атыу ҡәғиҙәләрен, алыҫлыҡты билдәләү үҙенсәлектәрен, дары күләмен үлсәү кеүек мәғлүмәттәрҙе артиллерияла күп йылдар хеҙмәт иткән кеше кеүек пушкарь-һалдаттарға өйрәтте. Гарнизондағы офицерҙар, бигерәк тә артиллерия начальнигы Сазонов менән дуҫлыҡ бәйләнештәре булдырырға тырышты.

Майор Сазонов — ғүмер буйы хәрби хеҙмәттә, ҙур тәжрибә туплаған артиллерист. Күп һөйләргә яратҡан поручик Шмидтҡа тәүҙә үк сәйер ҡараны, күңеле менән яңы офицерҙы яугир иптәше итеп ҡабул итә алманы, ниңәлер үҙһенмәне. Майор менән коменданттың йәш поручикка екһенеп ҡарауы шуға ла бәйле ине: өҫтөнә кейгән кителе тоҡос, үлсәме тап килмәй. Рәсәй армияһының хәрби корпустарын тамамлаған офицерҙар бер ваҡытта ла йолҡош хәлендә йөрөмәнеләр, әҙәм көлөрлөк ҡыҫҡа йәки оҙон китель кейеп хеҙмәт итмәнеләр һәм итмәйәсәктәр. Офицер формаһының бөхтә булыуын Строевой устав талап итә, ә офицер өсөн устав — иң мөһиме.

…1790 йылдың 1 март көнө гарнизон штабында ҙур ығы-зығы ҡупты. Штаб писарының өҫтәленән крепоста хеҙмәт иткән офицерҙар һәм һалдаттар исемлеге юғалды. Көнө буйы документтарҙы эҙләнеләр, әммә таба алманылар.

Полковник де Роберти үҙенең иң ышаныслы офицерҙарын исемлектең кемгә кәрәк булыуын асыҡлау һәм саралар күреү өсөн ябыҡ кәңәшмәгә саҡырҙы. Йыл башынан шведтарҙың караптары Балтик диңгеҙендә хужаларса ҡыланды. Төркөм-төркөм йә тегеләй, йә былай йөҙҙөләр. Ҡәлғә ярҙарына яҡын килеүҙәре йышая барҙы. Ошондай ҡатмарлы ваҡытта штабтан документ юғалыуы бер ҙә тиктән түгеллеген полковник яҡшы аңлай ине. Кәңәшмә эшлекле, ҡыҙыу үтте. Әгәр документтар шведтар ҡулына эләкһә, ҡәлғәләге йәшерен эштәрҙе үтәү өсөн ышаныслы каторжандарҙы йәлеп итергә кәрәк, тигән һығымтаға килде комендант.

Икенсе көн де Роберти Салауат Юлаев, Ҡәнзәфәр Усаев, Иван Почиталинды үҙенә саҡыртты һәм, тревога сигналы була ҡалһа, уның кабинеты эргәһенә тиҙ арала килеп етергә кәрәклеген аңлатты.

Бай хәрби тәжрибәгә эйә полковниктың аныҡ уй йөрөтөүе, алдан күрә белеүе һәм һиҙгерлеге бер нисә көндән раҫланды. 6 март көнө иртәнге сәғәт 11-ҙә порт ярына шведтарҙың “Яррамас” һәм “Улла Ферзен” тигән ике фрегаты килеп туҡтаны һәм аңғармаҫтан ҡәлғәгә һөжүм итте, 50-60 швед матросы, мылтыҡтарҙан ата-ата, нығытмаға яҡынлашты. Һаҡта торған һалдаттар был хәлде тиҙ арала комендантҡа еткерҙеләр.

Полковник де Роберти тиҙ арала Сазоновты тревога буйынса үҙенә саҡыртты һәм фрегаттарға ҡаршы бөтә пушкаларҙан ут асырға бойороҡ бирҙе. Майор ҡәлғә коридоры буйлап йүгерҙе, ләкин пушкалар эргәһенә барып етә алманы — коридорҙың һуңғы боролошонда көтмәгәндә үҙенең яңы ярҙамсыһы, баш пушкарь Артур Шмидт менән башҡа-баш бәрелеште.

Пушканы ағас түмәре кеүек кенә күтәргән, айыуҙай олпат һәм көслө Артур майор Сазоновты уң ҡулы менән бер һуҡҡанда иҫенән яҙҙырҙы һәм күрше бүлмәгә һөйрәп индерҙе. Аяҡ-ҡулын сей ҡайыш менән бәйләп, ауыҙына сепрәк тыҡты һәм бүлмәнең ишеген ҙур йоҙаҡ менән бикләп тә ҡуйҙы. Ә үҙе, килбәтһеҙ хәрби кейемен төҙәтә-төҙәтә, нығытманың өҫкө яғына, пушкалар эргәһенә йүгерә-атлай китте.

Шведтарҙың ҡәлғәгә яҡынлашҡанын күргән тупсы һалдаттар майор Сазоновты көтә ине. Тиҙ арала килеп еткән поручик Артур Шмидт: “Приказһыҙ атырға рөхсәтебеҙ юҡ”, — тине һәм тегеләй-былай йөрөй башланы. Шведтар хатта ҡәлғә эсенә үтеп ингәс тә пушкалар дошманға атманы, сөнки приказ булманы. Швед разведчигы Артур Шмидт үҙ эшен оҫта башҡарҙы, тик уның рус офицеры булмауын майор Сазоновтан башҡа берәү ҙә белмәй ине әле. Ошо ваҡытта нығытманы баҫып алған швед матростары бөтә халыҡты ҡаласыҡтың үҙәк майҙанына йыйырға бойороҡ бирҙеләр.

— Гарнизондағы 40 пушканың исмаһам береһе атһасы! Ҡайҙа йөрөй Сазонов? Ярҙамсылары йәһәт килеп етһендәр! — тип бойороҡ бирҙе полковник де Роберти. Бер нисә минуттан комендант үҙ бүлмәһендә кемдең нимә эшләргә те­йешлеге хаҡында аңлатты һәм бойороҡто тиҙ арала үтәргә ҡушты. Ярҙамсылары йүгереп сығып барған ыңғайы ул майор Рихтерҙы ҡапыл туҡтатты:

— Ә һеҙ, майор, ҡалып тороғоҙ, һеҙгә йәшерен задание бар. Тимер менән ҡоршалған ошо бәләкәй һандыҡты күрәһегеҙме? — тине һәм өҫтәл аҫтына күрһәтте.

— Эйе, полковник әфәнде, күрәм, — тип яуапланы Рихтер.

— Бында гарнизон штандарты, офицер һәм һалдаттарҙың ярты йыллыҡ хеҙмәт хаҡы. Һеҙгә ошо һандыҡты һаҡлау, шведтар ҡулына бирмәү бурысы йөкмәтелә, аңланығыҙмы?

— Эйе, полковник, аңланым, ышанысығыҙҙы аҡлармын.

— Уңыштар һеҙгә, Иван Васильевич, был һандыҡта беҙҙең намыҫыбыҙ, даныбыҙ икәнен берүк онотмағыҙ.

Майор Рихтер тиҙ арала Салауатты саҡыртты һәм, нимә генә булмаһын, тимер һандыҡты шведтар ҡулына бирмәҫкә ҡушты. Хәлде аңлатҡас, биш бастионды бергә тоташтырған йәшерен ер аҫты коридорына төшөргә бойорҙо.

Салауат менән иптәштәре был ер аҫты юлын бер нисә йыл төҙөнөләр, күбеһе шул саҡта ауыр эштән, ауырыуҙан, аслыҡтан үлеп ҡалдылар.

Тимер һандыҡты алып, Салауат ике бастион араһындағы ер аҫты коридорына төштө. Ҡомло ер иҙәндә хәнйәре менән соҡор ҡаҙып, тимер һандыҡты күмеп ҡуйҙы ла, арҡаһы менән ағас стенаға һөйәлеп ултырҙы.

“Яррамас” һәм “Улла Ферзен” фрегаттары капитандары Рогервиктағы барлыҡ аҡсаны ҡулға төшөрөргә тырышты һәм ошо маҡсатта иң әҙерлекле, ҡыйыу һалдаттарҙан ике төркөм әҙерләнеләр, уларға нығытмалағы ҡаҙна аҡсаһын ҡайҙа һәм ҡайһылайтып эҙләргә кәрәклеген аңлаттылар. Был ике төркөм, һәр бинаға инеп, ентекләп ҡаҙна аҡсаһын эҙләнеләр, әммә таба алманылар.

Ҡараңғы төн етте. “Яррамас” капитаны матростары аҙыҡ-түлек складтарын яңынан тикшереп сығырға ҡарар итте. Ә “Улла Ферзен” капитаны үҙ төркөмөнә ер аҫтынан булһа ла ҡаҙна аҡсаһын табырға ҡушты.

Эҙләнә торғас, ике матрос Салауат йәшеренеп ултырған ер аҫты юлына төштө. Күҙҙәре ҡараңғыға өйрәнгәнсе стеналарға тотона-тотона атланылар, үҙҙәре лә белмәйенсә, Салауат яғына йүнәлделәр, бер-береһенә швед телендә нимәлер һөйләнеләр. Ҙур бысаҡ менән генә ҡоралланған Салауат ҡулдарына һыҙма пистолет тотҡан ике һалдаттың яҡынлашыуын көтөп торҙо һәм етеҙ хәрәкәт менән алда килгәненә ташланды. Бысағын дошманының күкрәгенә ҡаҙаны ла, күҙ асып йомғансы икенсе матросҡа ырғыны. Тегеһе уң ҡулындағы пистолетынан атып ебәрҙе, тик, ара яҡын булғанлыҡтан, көбәге Салауаттың һул яурынына тейҙе, пуля яурын итен яндырып сыйып үтте. Шул арала Салауат уң ҡулындағы ҙур бысағын швед һалдатының маңлайына ҡаҙаны. Ер аҫтындағы алышты бер кем дә күрмәне лә, ишетмәне лә.

…Яраланған яурынын уң ҡулы менән тотоп, Салауат ергә сүгәләне — ул тимер һандыҡты ташлап китергә тейеш түгел. Ҡояш нурҙары ер аҫтындағы ҡоҙоҡ төбөнә йүнәлгәс, ул майорҙың тауышын ишетте:

— Салауат, сығырға мөмкин, әйҙә, күтәрел!

Тимер һандыҡты ҡулына алып, Салауат ер өҫтөнә сыҡты һәм ике швед һалдаты менән көрәшкәнен һөйләп бирҙе. Майор Салауатты нығытма лазаретына ебәрҙе, санитарҙар ипләп кенә уның яурынын бәйләнеләр.

Был ваҡытта шведтар, Рогервикты уңышлы баҫып алыуҙарына шатланып, ҡәлғәлә хеҙмәт иткән офицер һәм һалдаттарҙы ике төркөм итеп майҙанға теҙеп ҡуйҙылар. Тап ошо мәлдә поручик Артур Шмидт швед офицеры янына килде һәм йылмайып:

— Капитан Цедерстрем, һеҙҙе Рогервикты һис бер ҡаршылыҡһыҙ яулауығыҙ менән ҡотлайым! — тине.

Тегеһе поручикты ҡосаҡлап алды һәм:

— О, капитан Фишер, был бит һеҙҙең еңеүегеҙ, һеҙ — ысын швед разведчигы, — тип тәбрикләне.

Майҙансыҡтағы халыҡ үҙ күҙҙәренә ышанманы: тимәк, Артур Шмидт — швед разведчигы!

Коменданттың уйҙары дөрөҫ булып сыҡты — шведтар гарнизондағы байлыҡҡа, аҡсаға, дары-ҡурғашҡа күҙ һалған. Кешеләрҙе әсиргә алыу улар өсөн файҙаһыҙ — караптарҙа урын самалы, тотҡондарҙы ашатырға артыҡ аҙыҡ-түлек тә юҡ.

Полковник де Роберти офицерҙар араһында майор Сазонов күренмәгәс, ниндәйҙер фажиғә булғанына төшөндө. Сазонов — тәртипле һәм тәжрибәле офицер, күп яуҙарҙа ҡатнашҡан, күп һынауҙар үткән кеше, тере генә була күрһен, тикшерербеҙ, белербеҙ, тип уйланы комендант.

Ҡояш ҡыҙарып Балтик диңгеҙенең иң алыҫ сигенә түбәнәйҙе. Эңер етте. Швед һалдаттары нығытма буйлап хужаларса йөрөнөләр, аҡса, алтын-көмөш эҙләнеләр, әммә гарнизон штандарты ла, ҡаҙна аҡсаһы ла һыуға төшкәндәй ғәйеп ине.

Ҡояш байыр алдынан улар халыҡты тағы ла майҙанға йыйҙы. Тап ошонда полковник де Роберти поручик Артур Шмидтың шведтар менән яҡын аралашыуын күрҙе һәм поручиктың рус офицеры булмауына төшөндө. Швед һалдаттары, ҡәлғәләге бөтә өйҙәрҙе һәм складтарҙы яндырыу менән ҡурҡытып, халыҡтан аҡса талап иттеләр. Һүҙҙәренең буш булмауын дәлилләп, өс складҡа ут төрттөләр, уларҙа ат-арба ҡорамалдары, диңгеҙҙә балыҡ тотоу әйберҙәре һәм ағас мискәләр һаҡлана ине. Дөрләп янған складтарҙы күргән халыҡ, һуңғы аҡсаларын йыйып, шведтарға дүрт мең һумдан күберәк аҡса тапшырҙы. Шул
тиклем аҡса йыйылғас, швед һалдаттарының кәйефе күтәрелде. Халыҡты һәм ябай һалдаттарҙы өйҙәренә ҡайтырып ебәрҙеләр, ә офицерҙарҙы айырым казармаға ябып, ҡарауыл ҡуйҙылар. Кире киткәндә рустар арттан туптарҙан ата алмаһын өсөн ҡәлғәләге пушкаларға ҡурғаш ҡойҙолар. Аҙыҡ-түлекте ҡырып-һепереп фрегаттарына тейәнеләр, йөҙөп йөрөп шарап эстеләр һәм теүәл иртәнге 11-ҙә, якорҙарын күтәреп, китеп барҙылар...

Полковник де Роберти һуңғы көндәрҙәге башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиғаларҙы барлау һәм һығымта яһау өсөн офицерҙарҙы йыйҙы. Ил именлеге, халыҡ бәхете өсөн хеҙмәт иткән офицерҙар бындай мәсхәрәгә дусар булғаны юҡ ине әле. Ҡәлғәлә аҙыҡ-түлек ҡалмаған, дары бер нисә генә бот, пушкалар эштән сығарылған, мылтыҡтарға ҡурғаш юҡ. Өс склад яндырылған, халыҡтың аҡсаһы таланған. Шул мәлдә комендант бүлмәһенә күгәргән күҙҙәрен саҡ асып, башын аҡ сепрәккә ураған майор Сазонов килеп инде.

— Полковник әфәнде, пушкаларҙан дошманға ут асыу приказын һалдаттарға еткерә алманым, сөнки миңә поручик Артур Шмидт һөжүм итте. Башыма һуҡты, иҫһеҙ ҡолағанмын, — тине ул көскә.

— Уға ниңә шул тиклем ҙур ышаныс белдереп, бөтә артиллерияны беренсе көндән үк уның ҡарамағына күсерҙегеҙ? Яңы кешене тикшереү, һынау кәрәклеген ниңә оноттоғоҙ, майор? — тип шелтәләне комендант Сазоновты.

— Поручик Артур Шмидт хәрби енәйәтсе генә түгел, шыма телле, юха алдаҡсы ла булып сыҡты шул. Артиллерия хеҙмәтен, атыу һәм тактика ысулдарын ятҡа белә, теле татылдап тора ине. Артиллерия корпусында капитан Карл Бухгольц менән бергә уҡыныҡ тигәс, уяулығымды юғалтҡанмын. Карл Карловичты хеҙмәт буйынса яҡшы белгәс, был ҡәбәхәт әҙәмгә ышандым. Яңылыштым, — тип һуҡранды майор Сазонов.

Полковник де Роберти кәңәшмәне дауам итеп, үҙенең урынбаҫарына мөрәжә­ғәт итте:

— Майор, һеҙгә ҡәлғәнең штандартын һәм ҡаҙна аҡсаһын һаҡлап ҡалыуҙы йөкмәткәйнем, был бойороҡто нисек үтәнегеҙ?

— Полковник әфәнде, һеҙҙең бойороҡ еренә еткереп үтәлде. Аҡсаның бер тине лә дошманға эләкмәне, офицер һәм һалдаттарҙың эш хаҡы һаҡланған тимер һандыҡ ышаныслы урында. Һеҙҙең бойороҡто көтәбеҙ.

— Афарин, майор! Һандыҡты нисек йәшереп ҡалыуығыҙҙы ентекләберәк һөйләп бирегеҙ, — тине комендант.

— Шведтар һөжүм итеп, ҡәлғәгә инә башлағас, мин һандыҡты каторжандарға бирҙем һәм йәшерергә ҡуштым, сөнки, офицер һәм һалдаттарҙан айырмалы, тотҡондар бер кемгә лә кәрәкмәй. Беҙҙән башҡа, әлбиттә. Кенәз Салауатты беләһегеҙ бит, бында ул 1775 йылдан бирле, үҙе үк ер аҫты юлдарын төҙөгән кеше. Мин уға штандарт менән аҡса һаҡланған тимер һандыҡты тапшырҙым һәм ер аҫты юлына төшөрөргә ҡуштым. Салауат һандыҡты ышаныслы урында йәшергән һәм, уны һаҡлап, швед матростары менән алышҡан, — тип яуапланы майор.

— Эйе, тыуған иленә, ғәзиз еренә, императрица Екатеринаға тоғро хеҙмәт иткән шәхес кенә ошондай ҡыйыулыҡ күрһәтә ала. Бына бит, үҙе каторжан, ә иленә тоғро хеҙмәтен, батырлығын дауам итә. Салауат кеүек каторжандар күберәк булһа, беҙҙең хеҙмәтебеҙ ҙә еңелерәк булыр ине, — тине комендант, күңелендәге нескә тойғоларға ирек биреп.

Шведтарҙың Рогервикка һөжүм итеүҙәре һәм гарнизонды мәсхәрәле рәүештә талап китеүҙәре Ревелгә, Санкт-Петербургҡа, Мәскәүгә генә түгел, бөтә Рәсәйгә, Европаға тиҙ таралды. Бер нисә айҙан һуң, яҙғы һыуҙар әҙәйеп, бәләкәй йылға-күлдәр ярҙарына ҡайтҡас, Рогервиктан 20 саҡрым алыҫлыҡтағы ҙур соҡорҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, ысын поручик Артур Шмидтың, Ревель менән Рогервик араһында ямщик булып эшләгән эстон Маттиҙың мәйеттәре табылды. Ҡәһәрле швед разведкаһы Балтик порты нығытмаһын баҫып алыуға бик ентекләп әҙерләнгән икән…

Комендант де Роберти вазифаһынан бушатылды, күп кенә офицерҙар, һалдаттар, бигерәк тә тупсылар һәм гарнизон һағында торған һалдаттар
дошмандан ҡурҡыуҙа ғәйепләнделәр. Әммә полковник бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алды, дошманға ҡаршы ут асырға ваҡытында бойороҡ биреп өлгөрмәнем, тине ул тикшереү алып барған тәфтишселәргә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рогервикта хеҙмәт итеүселәрҙең яртыһы яңы командаларға алмашынды. Ҡәлғәгә күп кенә яңы офицерҙар, һалдаттар хеҙмәткә алынды.

1790 йылдың март айында нығытма коменданты итеп полковник Герман Ильич Экбаум тәғәйенләнде. Полковник де Роберти, офицер һүҙен тотоп, генерал Демарклевский биргән мәғлүмәттәрҙе Экбаумға еткерҙе. Юлай Аҙналин тураһында һүҙ сыҡҡас, полковниктың йөҙө яҡтырып китте:

— Бына Хоҙайым, Юлай старшинаның командаһы менән 1772 йылда Варшава эргәһендә бер хәрби лагерҙа хеҙмәт иттек. Күпме ваҡыт уҙған, ун һигеҙ йыл! Билдәле шәхестәргә ҡарата мәрхәмәтле булырбыҙ, офицер һүҙен боҙорға хаҡыбыҙ юҡ. Күҙ уңында тотормон, борсолмағыҙ, Франс Яковлевич, — тине яңы комендант.

 

* * *

1790 йылдың иртә көҙөндә башҡорт атлыларының беренсе полкы Ревель нығытмаһынан Рогервикка юл тотто. Һуғыш юлдарында ныҡлы сынығыу алған яугирҙарға ла, башҡорт тоҡомло аттарға ла юл ауыр түгел ине. Ҡояшлы матур көн. Һалдаттарҙың кәйефе һәйбәт. Аттар һәлмәк кенә баҫып, хужаларын эйәрҙә бәүетә-бәүетә, талғын ғына алға юрта.

Ошо ваҡытта башҡорт һалдаттарының күҙ алдына тыуған яҡ, ата-әсәләре, бала-сағалары килде. Күңел тулы моң. Ҡысҡырып йырлап ебәрһәң ине! Уларҙың тойғоларын белгән кеүек, сотник Күсәрбай Аҡсолтанов: «Һай, егеттәр, әйҙә йырлап ебәрегеҙ!» — тип бойороҡ бирҙе.

Алда Рогервиктың бейек ағас стеналары күренә ине, алыҫта Балтик диңгеҙе сайҡала. Хәрби юлдарҙа, сит ерҙәрҙә йөрөп һағышҡа батҡан аҫыл егеттәрҙең киң күкрәгенән йыр урғылды:

Ҡыр ҡаҙҙары ҡунды

Һай, туғайға,

Туратҡайым ҡунды

Һай, сағылға…

Тап ошо ваҡытта Салауат таш карьерында эшен тамамлап, атаһы эшләгән ат аҙбарына ҡарай атлай ине. Тәүҙә Салауат, башҡорт йыры ҡолағыма һағыныуҙан ишетеләлер, тип көрһөнөп кенә ҡуйҙы. Әммә йыр дауам итте һәм көсәйә барҙы. Өнмө был, әллә төшмө?! Йырҙы ишетеп, ҡәлғә халҡы ла ҙур ҡапҡа яғына ашыҡты. Һаҡсы һалдаттар иһә Рәсәй-Польша сиктәрендә дозорҙа йөрөгән башҡорт казактары хаҡында һәйбәт беләләр ине. Нығытманың ҙур ҡапҡалары асылды һәм Рогервик урамдарына башҡорт һыбайлылары йыр менән, күтәренке күңелдә килеп инделәр.

Салауаттың йөрәге ярһып типте, күҙҙәренә йәш тулды, ике ҡулын күккә күтәреп, Хоҙайға рәхмәт һүҙҙәрен эстән генә, күңеленән генә әйтә алды. Тамағына төйөр тығылды, тубыҡтары ҡалтыраны. “Туғандарым, башҡорттарым минең!” — тип ҡысҡырғыһы килде уның. Ә һағышлы моң ағылды ла ағылды...

Һыбайлылар йыр менән казармалар яғына боролдолар, йыйылған халыҡ яҡты сырай менән уларҙы тәбрикләне. Башҡорт ғәскәренең нығытмаға ингәнен күргән Салауат аттар аҙбарына йүгерә-атлай килеп етте һәм атаһына шатлыҡлы хәбәр еткерҙе. Юлай ҡарт күңел тойғоларына ирек бирҙе. Салауатты ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡланы һәм: “Эй Хоҙайым, бәхетһеҙ тормошта ла бер бәхетле көн була икән, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡас,” — тине күҙ йәштәре аша.

Рәсәй сиктәрен һаҡлаған башҡорт егеттәре казармаларға урынлашып, тамаҡ туйҙырып алғас, ҡәлғә коменданты менән осраштылар. Башлыса Рәсәй менән Польша сигендәге дөйөм хәл һәм эреле-ваҡлы бәрелештәр тураһында һөйләштеләр. Хәрби әҙерлектең, хәрби тәртиптең һәр ваҡытта ла ныҡ булырға тейешлеге тураһында әйтелде. Һөйләшеү аҙағында полковник Экбаум:

— Каторжандар араһында һеҙҙең яҡташтарығыҙ ҙа бар, һөйләшеп күрешергә теләһәгеҙ, мин ҡаршы түгел, — тип өндәште.

Шул уҡ көндө Салауат менән Юлай, Ҡәнзәфәр Усаев, башҡорт еренән һөргөнгә ебәрелгән башҡа каторжандар башҡорт егеттәре менән осраштылар. Һүҙ-хәбәрҙең сиге булманы. Ун биш йыл буйы тыуған яҡтарҙан хәбәр алмаған, башҡорт һөйләшеүен, йырын ишетмәгән, һары һағышҡа батҡан каторжандарға был осрашыу әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҙур шатлыҡ ине. Башҡорт егеттәре тотҡондарға аҡсалата, кейем һәм аҙыҡ-түлек менән дә ныҡлы ғына ярҙам күрһәттеләр. 1790—1792 йылдар арауығында бындай осрашыуҙар йыш ҡына булды, сөнки башҡорт һыбайлылары Рәсәй-Польша сигендә ике йыл тәртип һаҡланылар.

 

* * *

1796 йылдың 6 ноябрендә императрица Екатерина II оҙаҡ ҡына ауырығандан һуң вафат булды. Рәсәй тәхетенә яңы император — Гольштейн-Готторп-Романовский династияһынан Павел I ултырҙы. Ул үҙен Петр I кеүек бик һәләтле, көслө император итеп күрһәтергә тырышты.

Тиҙ арала Рәсәйҙең күп тармаҡлы тормошонда ҡыҙыу үҙгәрештәр башланды, бөтә ерҙә Европалағы кеүек тәртип урынлаштырылды. 1797 йылда Эстляндияға яңы губернатор — Андрей Андреевич Лангель тәғәйенләнде. Ревель ҡалаһына комендант булып Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа күп батырлыҡтар күрһәткән, йәне-тәне менән ихтилалдарҙы күрә алмаған генерал Кастро де ла Серда килде.

1798 йылдың башында Рогервик ҡәлғәһе коменданты Г.И.Экбаум да отставкаға китте. Уның вазифаһын полковник Тензинға йөкмәттеләр. Яңы комендант был гарнизонда оҙаҡ хеҙмәт итмәйәсәген белә ине — Санкт-Петербургта йәиһә Мәскәүҙә генерал дәрәжәһендә хеҙмәт урыны вәғәҙә ителгән, Балтик портына ваҡытлыса ғына килгәйне ул.

Полковник Генрих Экбаум яңы тәғәйенләнгән комендантҡа нығытмалағы хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәрен, каторга төрмәһендәге билдәле тотҡондар тураһында күп һөйләне. Генерал Демарклевский, полковник де Роберти әйтеп ҡалдырған шәхси офицер һүҙе тураһында ла әйтергә онотманы тәжрибәле Генрих Ильич. Яңы комендант иһә уны әҙәп өсөн генә тыңланы, әңгәмә аҙағында офицер һүҙен үтәү тураһында ла ләм-мим өндәшмәне.

Яңы комендант гарнизонда тиҫтә йылдар буйы үҙгәртелмәйенсә үтәп киленгән һалдат-офицерҙарҙың күнегелгән хәрби хеҙмәтен, таш карьерында, хужалыҡ эштәрендә тир түккән, балыҡ тотҡан каторжандарҙың көндәлек эшен — барыһын да яңы тәртипкә күсерҙе.

Бастиондар араһындағы майҙансыҡта көнө буйы һалдат һәм офицерҙар строевой әҙерлек серҙәрен өйрәнде. Каторжандар өсөн ауыр мәлдәр етте. Яңы комендант бойороғо менән һәр каторжан, һаулығына, йәшенә ҡарамайынса, таш карьерында эшләргә тейеш ине. Ярҙамсы командаларға каторжандар урынына һалдаттар ҡуйылды.

Оло йәштәге, ауырыу каторжандар таш карьерындағы ауыр эште, аслы-туҡлы йәшәүҙе, һыуыҡ елдә көнө буйы өшөп-туңып таш ташыуҙы күтәрә алманылар. Сасҡау ҡыш айҙарында тотҡондар һаны тиҫтәләгән кешегә кәмене.

1798 йылдың иртә яҙында старшина Юлайҙың һаулығы насарайҙы. Һуғыш яландарында алған яралар, Пугачев ихтилалынан һуң 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылыу һәм 23 йылға яҡын каторгала әҙәм сыҙағыһыҙ шарттарҙа аслы-туҡлы йәшәү, ҡаты ауырыуҙар, ауыр эш миктәткәйне уны. Тыуған яҡтарға ҡайтып, Урал тауҙарында таң атыуына тағы ла бер һоҡланырмын әле, туған-тыумаса менән ҡымыҙ эсеп, ҡурай уйнап һөйләшеп ултырырбыҙ, балаларымды, ейәндәремде арҡаларынан һөйөрмөн, тигән изге хыялдарының тормошҡа ашмаҫын, ғүмеренең һанаулы ғына көндәре ҡалғанын аңланы ул. Ҡаты ауырыуҙан Юлай йүнәлә алманы. Яҙғы таңда ул шып-шым, һуңғы һүҙһеҙ, ғорур ғына донъя ҡуйҙы. Уны, коменданттан күпме генә һорап ҡарамаһындар, айырым ерләргә рөхсәт булманы. Башҡорт батырын, ябай каторжан кеүек, дөйөм ҡәбергә күмделәр.

 

* * *

Балтик порты ҡәлғәһенә яңы ғына хеҙмәт итергә килгән офицерҙар араһында Александр Фрейман исемле прапорщик булыуын белгәс, Салауат ҡаты уйға ҡалды. Туҡта әле, туҡта! Ғаиләһен пыран-зыран килтергән, балаларын бүлешеп алған ҡәһәр һуҡҡандар араһында Фрейман исемлеһе лә бар ине түгелме һуң? Ике йәшлек улына хәҙер 26—27 йәш тирәһе булырға тейеш. Салауаттың күҙ алдына йәмле Йүрүҙән буйы, тыуған ауылы, Урал тауы һырттары килде. Матур йәй мәле. Ҡая таштарҙы алтын нурҙары менән иркәләп, Йүрүҙән туғайҙарына таралған нескә аҡ томандарҙы һүтә-һүтә, ҡояш ҡалҡып килә. Ошо мөғжизәле матурлыҡҡа йәм өҫтәп, ҡоштар һайрай. Ҡатын-ҡыҙ иртәнге ғәҙәти эшен башҡара: берәүҙәре һыйыр һауа, икенселәре шишмәгә һыуға бара, өсөнсөләре бейә һауа, дүртенселәре ҡымыҙ бешә — бөтәме һуң көндәлек өй мәшәҡәттәре! Аласыҡтың һул мөйөшөндәге һикелә ҡалын йылы балаҫ өҫтөндә, йомшаҡ мендәрҙә тыныс ҡына балалар йоҡлап ята. Ихаталағы һайғауға ғаиләнең, балаларҙың шатлыҡ-бәхетен ен-пәрейҙәр урламаһын өсөн айыу башының һөйәген элеп ҡуйғандар. Балаларым бәхетле, шатлыҡлы булһындар инде, Раббым!..

— Салауат! Салауат, тип әйтәм дә баһа! Ниндәй уйға баттың? Һине комендант урынбаҫары саҡыра. Тиҙерәк барып ет, — тип бүлдерҙе уның татлы хыялын Ҡәнзәфәр Усаев.

Шул көндән алып Салауаттың бар уйы прапорщик Александр Фрейман хаҡында булды. Балаларын бүлешеп алғанда, бәләкәй улын Фрейман тигәне үҙенә алғайны бит, тимәк, йәш прапорщиктың уның улы булыуы бик тә мөмкин. Улым… Ҡайһылайтып ҡына һиңә яҡын киләйем? Хоҡуғым юҡ. Мин — һинең атайың тип нисек кенә әйтәйем? Дәлилдәрем етмәй. Туҡта әле, туҡта… Һуң, бәләкәй улының уң ҡулының терһәгендә ҙур ғына миңе бар ине бит! Әгәр ҙә егеттең уң ҡулында миңе булһа, тимәк, ул — минең балам!

Улы хаҡындағы уйҙарға күмелгән Салауаттың йәшәү көсө, күңел күтәренкелеге артты, таш карьерында блоктарҙы иҫәпкә алыу, уларҙы һанап ылауҙарға тейәтеү һәм ҡалған бөтә эште лә тырышып башҡарҙы. Конвой командаһының офицерҙары менән һүҙ-хәбәр әйтешеп, бәйләнештәрҙе нығытырға тырышты.

 

* * *

Балтик диңгеҙе ярында көҙгө сыуаҡ көндәр урынлашты. Һирәк-һаяҡ ағас япраҡтары һарғая башланы, тәбиғәт төрлө төҫкә инеп, күҙ яуын алырлыҡ матурлыҡҡа әйләнде. Ниндәй саф, иркен донъя бар, азатлыҡ, матурлыҡ, мөхәббәткә ышанығыҙ, тип әйткәндәй ине тәбиғәт тотҡондарға.

көҙгө көндәр каторжандар өсөн ауыр эштә үтте, әҙерләнгән блоктар карьер эсенән көндәлеге көнгә сығарылды һәм күп һанлы ылауҙар менән төҙөлөштәргә оҙатылды. Ҡая ташты күп күләмдә емереү, ҙyp-ҙyp таштарҙы карь­ер эсенә ҡолатып төшөрөү ғәҙәти эшкә әйләнде.

Шулай бер көн ҙур таш өйөмөн ҡолатырға әҙерләнделәр. Каторжандарҙы эш урынында һаҡлау унтер-офицер Александр Фрейман һалдаттарына ҡушылғайны. Карьерҙың бер осонан икенсеһенә тиклем ун-егерме аҙым һайын поста торған һалдаттарҙы ул йүгерә-атлай бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡты, күрһәтмәләр бирҙе. Каторжандар оҙон сүс арҡандарҙы таш карьеры аша һуҙҙылар һәм бер тирәгә йыйылдылар. Бер нисә минуттан тау-таш емерелеп төшәсәк.

Салауат менән Ҡәнзәфәр каторжандар араһында иң абруйлы һәм тәжрибәле кешеләр ине. Бына сүс арҡандарҙы тотҡондар бар көстәрен һалып тарта башланылар. Карьерҙың иң бейек башындағы ҙyp таш урынынан ҡуҙғалғандай булды, каторжандар тағы ла нығыраҡ тарттылар.

Тап ошо ваҡытта унтер-офицер Александр ҡаршы поста торған һалдаттың, устав ҡағиҙәләрен боҙоп, мылтығын ташҡа һөйәгәнен һәм итеген сисә башлағанын күрҙе. Прапорщик, уйлап тормайынса, карьер аша һалдат яғына йүгерҙе. Ә каторжандар бар көстәренә арҡанды тарттылар ҙа тарттылар, бына-бына таштар аҫҡа тәгәрәйәсәк. Александр, үҙе лә һиҙмәйенсә, үлемесле ҡурҡыныс аҫтына инеп китте.

Ошонда 25 йыл ғүмерен үткәргән Салауат менән Ҡәнзәфәр килеп тыуған ваҡиғаны тиҙ генә төшөндөләр һәм, уҡтай атылып, карьерға йүгерҙеләр. Улар Александр эргәһенә килеп еткәндә, беренсе ваҡ таштар төшә башлағайны инде.

Бер нисә аҙым яһап, унтер-офицерҙы карьер ситенә этеп ебәргән Салауат егеттең ике ҡуллап таш стенаны ҡосаҡлағанын һәм уның уң ҡулындағы ҙур миңде күрҙе. “Улым, минең улым!” — тип кенә әйтеп өлгөрҙө Салауат. Ҙyp-ҙyp таштар, hayaғa саңдар күтәреп, карьер төбөнә ишелеп төштө.

Туҙан ултырыуға, каторжандар һәм һаҡсы һалдаттар алдында фажиғәле күренеш асылды: унтер-офицер Александр һәм Ҡәнзәфәр Усаев карьер стенаһына һөйәлеп, баштарын ике ҡуллап ҡаплап ултыралар, ә яндарында күкрәгенә ҙyp ғына таш төшкән Салауат ята. Ҡәнзәфәр тетрәнеп: “Салауат, дуҫым минең!” — тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм ярҙамға ашыҡты. Әммә бер аҙым атлау менән уң аяғын тотоп, ергә ҡоланы. Салауат менән Ҡәнзәфәрҙе каторга казармаһына алып ҡайттылар. Салауаттың хәле ауыр — уң ҡулбашына, күкрәгенә төшкән ауыр таш ҡабырғаһын, ҡул һөйәктәрен һындырған, ул телдән яҙғайны. Ҡәнзәфәрҙең уң аяғының тубығына таш бәрелгән, әммә һөйәктәре һынмаған. Унтер-офицер Александрҙың бер ере лә яраланмаған, тик ныҡ ҡурҡыуҙан бер кем менән һөйләшә алмай ине ул.

Салауаттың төҙәлмәҫ ауыр яраһын күреп, Ҡәнзәфәр ясин сыҡты, дуҫын матур, яғымлы һүҙҙәр менән мәңгелек донъяға күсеүгә рухи яҡтан әҙерләне. Салауат ымлап ҡына рәхмәтен әйтте, дуҫының һүҙҙәрен ҡеүәтләне, дини йолалар буйынса мәңгелеккә күсеүенә ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. 1800 йылдың 26 сентябрендә Салауат донъя ҡуйҙы.

Ҡәнзәфәр Усаев йыш ҡына Салауат һәм Юлайҙың ҡәберҙәренә килде, доғалар уҡыны. Һуңғы тапҡыр 1804 йылда, ҡаты ауырып йөрөгән сағында килде һәм, йөрәгенең һыҙлауын, тулҡынланыуын баҫып, бәхилләште. 1804 йылдың 10 июлендә ул да баҡыйлыҡҡа күсте.

Ҡәнзәфәр Усаев үлгәндән һуң башҡорт батырҙарының ҡәберҙәре яйлап ҡына онотола башланы. Бөгөн, ике быуаттан һуң, беҙ Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Ҡәнзәфәр Усаевтың ҡәберҙәре ҡайҙа икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайбыҙ.

2012 йылда Палдиски ҡалаһына сәфәр ваҡытында изге Георгий Победоносец сиркәүе руханийы Валерий Назаренко атаҡай Башҡортостан делегацияһы ағзаларына Салауаттың ҡәбере сиркәү нигеҙе эргәһендә булырға тейешлеге хаҡында әйтте, сөнки Салауат сиркәү бинаһын төҙөүгә бик күп көс һалған кеше. Ер аҫтына киткән ишекте, кешеләр аңғармаһын өсөн, таштар һалып, балсыҡ менән һылап ҡуйғандар, тине ул.

Әммә Екатерина II ваҡытындағы документтарға ярашлы, төрлө ауырыуҙар ныҡ таралыуы арҡаһында күп халыҡ һәләк булыу сәбәпле (Мәскәүҙәге чума эпидемияһында ғына ла 1771 йылда меңләп кеше ҡырыла), 1772 йылдан алып сиркәүҙәр эсенә кешеләр күмеү тыйыла. 1800 йылда сиркәү хеҙмәткәрҙәре был указды еренә еткереп үтәнеләрме икән, әллә, йола буйынса, Аллаһ йортон төҙөүгә шәхси көс түккән һәм аҡсалата ярҙам күрһәткән кешеләрҙе сиркәү эсендә ерләү дауам иткәнме? Быныһы беҙгә билдәһеҙ.

…1800 йылдың сентябрь айының һуңғы көндәре килеп етте. Ағастарҙың hapы япраҡтары ер өҫтөн алтын келәмгә төрҙө. Урал тауы һырттары күҙҙең яуын алырҙай матурлыҡҡа сумды, көньяҡҡа ынтылған ҡоштар өйөрөлөшөп-өйөрөлөшөп тыуған яҡтары менән хушлаштылар һәм, моңло итеп сутылдаша-сутылдаша, сикһеҙ күккә ынтылдылар.

Ошо мөғжизәле матур көнгә шом ташлап, Урал тауы һыртында күкһел ҡара болот ҡабарып сыҡты ла, күҙ асып йомғансы Йүрүҙән туғайҙары өҫтөнә ямғыр булып ҡойолдо. Ауыл халҡы көтмәгәндә аяҙ күктә йәшен йәшнәтеп, күк күкрәтеп йылы ямғыр яуыуына аптырап ҡалды. Аңғармаҫтан яуа башлаған ямғыр тиҙ генә туҡтаны ла, бөтә тирә-яҡты сағыу төҫтәргә буяп, Урал тауы һырттарын тоташтырған мөғжизәле йәйғорға әйләнде. Салауат батыр менән мәңгелеккә һөргөнгә киткән ир-аттарҙы һағынып көткән башҡорт халҡы был йәйғорҙы Салауат күпере, Салауат юлы тип атаны.

Эйе, кешеләр бер-береһенән ни тиклем генә алыҫ йәшәһә лә, уларҙың күңел ептәре, тойғолары, йөрәк нурҙары бер-береһен һәр ваҡыт тоя, һиҙә. Алыҫ Балтик ярында Салауаттың һуңғы һулышы, һағышлы моңо, күҙ йәше тыуған Урал тауҙарына, Йүрүҙән туғайҙарына йылы ямғыр һәм матур йәйғор булып ҡайтып етте лә, киске томан булып, ғәзиз тупрағын ҡосаҡлап иркәләне, күҙ йәштәре кеүек саф, үтә күренмәле ысыҡҡа әйләнеп, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан башҡорт еренә тып-тып тамды. Батырҙың йәне тыуған төйәгенә ҡайтты…

Фото: интернет селтәренән

 

Автор:Ғәли ВӘЛИУЛЛИН
Читайте нас