Все новости
80 лет Победы
6 Мая 2025, 13:00

"Ватандаш" журналы "Улар Еңеү яуланы" флешмобын иғлан итте

Утлы һуғыш йылдарын үткән яҡындарығыҙ, олатайҙарығыҙ тураһында яҙып, фотоларын беҙгә ебәрегеҙ. Еңеү яҙын яҡынайтҡан батырҙарҙың фотоһүрәте, улар хаҡында яҙма (исем-шәрифтәре, тыуып-үҫкән ерҙәре һ.б. мәғлүмәт) төркөмөбөҙҙә урынлаштырыласаҡ, шулай уҡ журнал биттәрендә донъя күрәсәк.

"Ватандаш" журналы «Улар Еңеү яуланы» тигән флешмоб иғлан итте
"Ватандаш" журналы «Улар Еңеү яуланы» тигән флешмоб иғлан итте

Яугирҙәр тураһында мәғлүмәтте "Бәйләнештә" социаль селтәрендә #УларЕңеүЯуланы #флешмоб #9Май тигән хэштегтар аҫтында эҙләгеҙ. Төркөмөбөҙгә һылтанма

Һүрәттә: баҫмабыҙҙың бүлек мөхәррире Рәйлә Ғәлиева үҙ ғаиләһе яугиры хаҡында һөйләй:

- Атайым Урал Закир улының бер туған ағаһы Әхмәҙулла Шәкүров 1936 йылда К.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Йәш белгесте яуаплы эшкә йәлеп итәләр - партия өлкә комитетының Ленин комиссияһында тәүсығанаҡтарҙы башҡорт теленә тәржемә итә, БАССР Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратында хөкүмәт ҡарарҙарын рус теленән башҡортсаға тәржемәләү буйынса референт була. 1938 йылдың декабрендә хеҙмәткә саҡырыла. Омск ҡалаһында артиллерия полкы ҡарамағындағы мәктәптә уҡый, аҙаҡ корпуслы артиллерия полкына алына. 1941 йылдың июленән 1945 йылдың майына ҡәҙәр Көньяҡ-Көнбайыш, Брянск, Калинин, 1-се Белоруссия фронттары составында һуғыша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. Капитан Шәкүров Еңеү яҙын 1210-сы артиллерия полкы штабы начальнигы вазифаһында ҡаршылай.

Һуғыш тамамланһа ла, шунда уҡ Башҡортостанға әйләнеп ҡайта алмай – Латвия халыҡ комиссариты уны Мадона ҡалаһы мәктәбе директоры итеп тәғәйенләй. Тыуған яғына ҡайтҡандан һуң күп йылдар Октябрьский ҡалаһы мәктәбендә тарихтан уҡыта, ҡала партия комитетында лектор-консультант була. Октябрьский ҡалаһының Почетлы гражданины.
Әхмәҙулла бабайым 1983 йылдың 1 апрелендә вафат булды.


Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас