

Һылыу Әхмәт ҡыҙы 1918 йылда Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1936 йылда медицина техникумын тамамлағандан һуң тыуған районының Йыланлы ауылында эшләй. Әүҙем, эшһөйәр ҡыҙҙы ни бары 20 йәшендә Ҡыйғы һайлау округынан 1-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлайҙар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, депутатлыҡ вәкәләттәре мөҙҙәте 1947 йылға тиклем оҙайтыла.
1939 йылдың мартында Һылыуҙы финдарға ҡаршы фронтҡа ебәреү өсөн Ҡыҙыл армияға саҡыралар. Ҡыҙ 170-се уҡсылар дивизияһының 154-се медицина батальонында хеҙмәт итә. 1940 йылдың майында демобилизациялана һәм сентябрҙә Башҡорт медицина институтына уҡырға инә. 1941 йылдың 23 июнендә, һуғыштың икенсе көнөндә, Һылыу Әхмәт ҡыҙы повестка ала һәм Өфөнөң 1741-се эвакогоспиталендә хәрби хеҙмәтен башлай.
Немец илбаҫарҙарына ҡаршы алышыу өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуы тураһында ишеткәс, шул часҡа күсереүҙе һорай. 1942 йылдың яҙында дивизия фронтҡа китә. Легендар дивизия Сталинградтан Берлинға тиклем ауыр һәм данлы юл үтә. Һылыу Әхмәтова санитарка була, ҡатмарлы шарттарҙа операциялар эшләргә ярҙам итә. Шанлы һуғыш йылдарын иҫкә төшөргән мәлдәрҙә ул медицина хеҙмәткәрҙәренә йыш ҡына алыҫтан һөжүм итеүсе артиллерияның көслө уты аҫтында эшләргә тура килеүе тураһында һөйләй.
Бер осраҡ хәтеренә айырыуса ныҡ уйылып ҡала. Көҙгө аяҙ көн. Краснодар тирәһендә кавалеристар ауыр алышҡа инә. Дивизия алға китә, ә Һылыу ике ҡатлы мәктәп бинаһында урынлашҡан операция бүлмәһендә сираттағы яралыларҙы ҡотҡара. Бер мәл баш осонда самолеттар геүләүе ишетелә, бомбалар шартлай башлай. Тиҙҙән билдәле була – ауылға хәрби самолеттар оҙатыуында немец мотоколоннаһы инергә маташа.
Барлыҡ медицина персоналы, ҡулдарына ҡорал тота алған яралылар оборонаға ташлана. Ҡаты яралылар янында табип Малевич менән бергә Һылыу Әхмәтова ғына ҡала. Бомба шартлауынан бина тетрәй, тәҙрәләргә ярсыҡтар оса, пулялар һыҙғыра...
Дошман яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Фашистарҙың ҡысҡырышыуы, биргән командалары ишетелә. Әммә беҙҙең яугирҙар уларға үтергә бирмәй – оло ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, мотоколоннаны юҡ итә. Госпиталь эше артабан дауам итә – сантирҙарға ла, хирургтарға ла эш етерлек була.
Бөйөк Ватан һуғышында к-рһәткән батырлыҡтары өсөн Һылыу Әхмәтова Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың июлендә ул Өфөгә ҡайта һәм медицина институтында уҡыуын дауам итә. 1947 йылда БАССР Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Табип-терапевт Һылыу Әхмәт ҡыҙы 25 йыл дауамында Өфө ҡалаһының 1-се дауаханаһының функциональ диагностика кабинеты мөдире булып эшләй.
Батыр йөрәкле табип 2002 йылда вафат була.
#ПрофсоюзЗдравоохранения
#ПрофсоюзМедработников
#медикиГерои