Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
Ул 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30-ҙан артыҡ монография, мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 40-тан артыҡ уҡыу әсбабы һәм уҡыу-методик ҡулланма авторы. Төрки донъяһы фольклористикаһында күренекле урын яулаған филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең Гуманитар фәндәр академияһы академигы Әхмәт Сөләймәнов һәр ҡайһыбыҙға өлгө булды. Яҙғандары халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлап ҡалыуға хеҙмәт итте, уны арттырыуға, байытыуға өлөш индерҙе.
Изге күңелле, ярҙамсыл, башҡорт халҡының арҙаҡлы ир уҙаманы Әхмәт Сөләймәнов тураһында иҫтәлек мәңге күңелебеҙҙә һаҡланыр. Остазыбыҙҙың урыны ожмахта булһын.