Память
15 Марта 2024, 04:54

Башҡортостандың халыҡ артисы Рамазан Йәнбәковтың тыуыуына – 90 йыл

Бөгөн   яратҡан йырсыбыҙ, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Рамазан Йәнбәковтың тыуыуына  90 йыл.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рамазан  Йәнбәковтың тыуыуына – 90 йылБашҡортостандың халыҡ артисы Рамазан  Йәнбәковтың тыуыуына – 90 йыл
Башҡортостандың халыҡ артисы Рамазан Йәнбәковтың тыуыуына – 90 йыл

Рамазан Фәтҡулла улы  Йәнбәков Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Сабый сағынан уҡ етемлек михнәттәрен күрә.

 Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы аҡһаҡалыбыҙ тере сағында уҡ легендаға әйләнә. Бай, үҙенсәлекле, йомшаҡ тауышлы йырсы   «Абдрахман кантон», «Ерəн ҡашҡа», «Ильяс», «Сəлимəкəй», “Сибай”, “Уйыл”, «Шəүрə», “Элмәлек” йырҙарын халыҡ күңеленә үтерлек итеп башҡара.

Мәшһүр йырсыбыҙ башҡарыуындағы йырҙарҙы халыҡ әле лә яратып тыңлай. Рамазан Йәнбәков башҡарыуындағы йырҙар беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

 

Автор:Наиля Насырова
Читайте нас