Все новости
Память
21 Июля 2023, 13:07
ОБЩЕСТВО

Йәшлек эҙҙәре буйлап...

БДУ-ның, хәҙер инде Өфө фән һәм технологиялар университетының, тарих факультеты студенттары йәшәгән 4-се дөйөм ятағын емереүҙәре тураһында ишеткәс, йәшлек йылдары үткән тарафтарға барып әйләнергә булдым әле.

Йә беҙҙең филология факультеты студенттары төйәк иткән 1-се ятаҡҡа ла сират етер... Боронғо бина ине бит!

Төп корпусты матфак һәм физфак менән тоташтырған арка аҫтынан үҙебеҙҙең общагаға табан атлайым. Ана, ул шул килеш кенә ултыра! Ятаҡ алдындағы ағастар ғына буйға тартылып,  олпатланып киткән. Шулай булмай ни?! БДУ-ны тамамлағанға ла 32 йыл үтеп киткән дә баһа! Үҙебеҙ ҙә үҙгәрешеп бөттөк бит  инде. Шау-гөр килеп, пятачокка йөрөгән дәртле егеттәр һәм ҡыҙҙар түгел, олпат ир-егеттәр һәм ханымдар...

Үҙебеҙҙәй ихлас егет-ҡыҙҙарҙы күрергә теләп, тәҙрәләргә бағам. Йөрәгем “жыу” итеп китә. Бер тәҙрәлә лә штора-фәлән күренмәй... Әллә?! Әй, йәйге каникул бит әле! Көҙгөһөн ятаҡ бинаһы тағы ла шат тауыштарға күмелер. Берәүҙәре ҡала тормошо менән танышырға ашығыр, берәүҙәре китапханаларға юл тотор. Ҡыҙыҡ, хәҙерге студенттар ҙа, беҙҙең кеүек  “кәзә һуҡмағы”нан йүгереп кенә  ҡайтып, төшкө аш ашап килә микән?..

Күпме буласаҡ уҡытыусыларҙы, журналистарҙы, яҙыусыларҙы, фән эшмәкәрҙәрен үҙенә һыйындырған, күпме  мөхәббәт тарихын  һаҡлаған дөйөм ятаҡ эсенә инеп торманым. Ни эшләптер, инһәм, сыҡҡым килмәҫ тә ҡуйыр, тип ҡурҡтым... 😃

Зөлфиә Ханнанова, шағирә, "Ватандаш" журналының бүлек мөхәррире

Читайте нас: