Милли кейем – сағыу кейем, үҙенсәлекле биҙәүестәр генә түгел, һәр халыҡтың милли сифатын сағылдырған, оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Башҡорт халҡында милли кейем, биҙәүестәр матурлыҡ маҡсатында, тәнде биҙәү өсөн генә ҡулланылмаған. Улар социаль паспорт булараҡ та хеҙмәт иткән. Һәр төбәктең, кейем-һалымы, биҙәүестәре үҙенә генә хас һыҙаттары менән айырыла. Уларҙы кейгән кешегә ҡарап, ниндәй ырыуҙан булыуын танырға була. Беҙҙең районда күпселекте тәшкил иткән Үҫәргән ырыуының ҡатын-ҡыҙҙарының да үҙенә генә хас биҙәүестәре булған. Уларҙы өйрәнеү, тергеҙеү – беҙҙең бурыс. Ә өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр бар. Мәҫәлән, бер-нисә йыл рәттән район мәҙәниәт йортонда «Милли биҙәүестәр» ижади студияһы эшләп килә. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Йырау» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гөлсиә Татлыбаева үҙенең белгәндәре менән ихлас бүлешә. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы, уны йәш быуынға өйрәтеүсе булараҡ, Гөлсиә Сафиулла ҡыҙы өсөн милли кейем ҙур әһәмиәткә эйә. - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме уларҙың кәүҙә матурлығын, биле нескәлеген күрһәтә бит ул. Шуға ла камзулдарҙы тоҡ һымаҡ итеп кейеп алһалар, йәнем көйә, – ти ул һәм һаҡал, ҡашмау кеүек биҙәүестәрҙе лә төрлө төҫтәгеһен ҡулланмаҫҡа саҡыра. Ысынлап, хәҙер бит ҡараһаң һаҡалдарҙың ағын да, күген дә, йәшелен дә тағалар. Баҡһаң, был дөрөҫ түгел икән. Шуға ла оҫтабикә милли асылыбыҙҙың береһе булған биҙәүестәрҙе ҡулланыр алдынан уға ҡағылышлы мәғлүмәтте өйрәнеү мөһим, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡ ҡыҙыл, йәшел, ҡара төҫтәргә өҫтөнлөк биргән. Шуға ла һаҡал һәм ҡашмау – ҡыҙыл булырға тейеш. Ә аҡ төҫтәгеләре стилләштерелгән булараҡ, тик йәш кәләшкә генә урынлы. Алмиҙеү иһә ҡыҙыл йәки ҡара булған. Гөлсиә Сафиулла ҡыҙы үҙе бынан 10 йыл элек Сибай ҡалаһындағы фольклорсы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинанан оҫталыҡ дәресе алған. Беҙҙең ырыу ҡатындары таҡҡанын һаҡалды иһә милли кейемдәрҙе тергеҙеүсе Гөлнара Вәхитованан өйрәнә.
Источник:https://ejansura.ru/articles/m-ni-t/2024-09-13/milli-keyem-k-el-bayly-y-3927695