Ҡорамал мәктәп бинаһында урынлаштырылған. Унда һәр теләгән кем килеп махсус хәрби операциялағы егеттәргә аҙыҡ-түлек киптерергә ярҙам итеп, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Әйткәндәй, Матрай ҡатын-ҡыҙҙары киптерелгән йәшелсәләрҙән аш бешереү өсөн әҙер сухпай әҙерләмәксе.
– Бар яҡлап ярҙам итергә әҙер торған һәм эшләшергә килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шуны әйтер инем, бында Матрай ауылы халҡы ғына түгел, тотошлай биләмә халҡы ярҙам итә. Кемдер ҡорот ҡайната, кемдер уны киптерә, тигәндәй. Аш бешереү өсөн йәшелсәләргә килгәндә, картуф, кишер, сөгөлдөр, һуғанды ҡатын-ҡыҙҙар өйөндә таҙалап, бешереп, еңелсә киптереп алып килә. Ә бында иһә уны киптереү аппаратында тотоп алабыҙ ҙа, әҙер була ла ҡуя, – тип һөйләй ветерандар советы рәйесе, әүҙем йәмәғәтсе Венера Бикбулатова.
Источник:https://aulut.ru/articles/common_material/2024-08-23/matray-ar-yaugir-rg-orot-kipter-3896874