Ведомство етәксеһе хәбәр итеүенсә, хеҙмәт баҙарындағы тотороҡлоҡҡа ойошмаларға һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшә алғандар. Һүҙ мәшғүллекте стимуллаштырыу федераль программаларында ҡатнашыу, шулай уҡ тармаҡ төбәк проекттарын әҙерләү хаҡында бара.
– Төбәктән ситтә вахта ысулы менән эшләүсе республика халҡының һанын кәметеү өсөн «Башҡортостан вахтаһы» проекты эшләй башланы. Уның маҡсаты – был кешеләргә Башҡортостанда эш табырға ярҙам итеү, – тип хәбәр итте Ленара Иванова. – Муниципалитет хакимиәттәре һәм мәшғүллек үҙәктәре менән бергә асыҡ кадрҙар һайлап алыуҙары үткәрәбеҙ. 2024 йыл башынан алып 20-нән ашыу ошондай сара үткәрелгән, унда ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Программа һөҙөмтәһендә республиканың баш ҡалаһынан ситтә йәшәгән 215 кеше «БДЭК–Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе»нә эшкә урынлашҡан.
Шулай уҡ республика субсидияланған найм федераль программаһында ҡатнаша. Был программаға ярашлы, граждандарҙың айырым категорияларын эшкә урынлаштырғанда эш биреүселәргә эш хаҡына сығымдарҙы өлөшләтә компенсациялау ҡарала. Был программа буйынса 2024 йылда йәштәрҙән 2,5 меңдән ашыу кеше 400 урынға эшкә урынлаштырылған, уларҙың 87 проценты – эшсе һөнәрҙәр буйынса.
Кәңәшмәлә Ленара Иванова республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәлдең, тотош илдәге кеүек үк, дефицит характерында булыуы хаҡында хәбәр итте. Эш биреүселәр тәҡдим иткән буш урындарҙың 67,1 проценты эшсе һөнәрҙәр буйынса вакансиялар өлөшөнә тура килә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшсе һөнәрҙәр буйынса кадрҙар етешмәү мәсьәләһенә иғтибар йүнәлтте. Республика етәксеһе төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығына урта махсус уҡыу йорттарында абитуриенттар һанын арттырыу буйынса саралар әҙерләргә ҡушты.
– Беҙҙең алда глобаль бурыс тора, һәм, предприятиеларҙы тейешле күләмдә белгестәр менән тәьмин итер өсөн, беҙ уны хәл итергә тейешбеҙ, – тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров. – Урта махсус уҡыу йорттарына эшсе һөнәрҙәр буйынса ҡабул итеүҙе арттырырға, кәрәк икән, тап эшсе һөнәрҙәргә уҡырға теләгән абитуриенттарҙы өҫтәп алырға кәрәк.
Источник:https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/181781.html