Общество
6 Августа 2024, 09:48

Илдең иң шәп ауыл ғаиләһе Башҡортостанда йәшәй

Благовар районынан Яҡуповтар ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» федераль конкурсында «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында еңеүсе булды.

Илдең иң шәп ауыл ғаиләһе Башҡортостанда йәшәйИлдең иң шәп ауыл ғаиләһе Башҡортостанда йәшәй
Илдең иң шәп ауыл ғаиләһе Башҡортостанда йәшәй

Благовар районынан Яҡуповтар ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» федераль конкурсында «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында еңеүсе булды.

Конкурстың быйыл федераль этабына йәмғеһе 388 ғариза ҡабул ителгән, 88 ғаилә финалға сыҡҡан.

Гөлнара һәм Альберт Яҡуповтар дүрт бала үҫтерә. Исемдәре – Әмил, Эмиль, Аллен, Микаэль.

Октябрь айында еңеүселәрҙе Мәскәү ҡалаһында тантаналы рәүештә тәбрикләйәсәктәр. Беҙ Яҡуповтар ғаиләһен еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар, именлек теләйбеҙ!

Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль селтәренән.

Автор:
Читайте нас