Общество
28 Октября 2023, 13:22

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!

Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә яратҡан уҡытыусыбыҙ Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы Мөхәмәҙиеваны тәбрикләнек. 

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!

 

32 йыл ғүмерен педагогик хеҙмәткә бағышлаған ветеран -уҡытыусыға Дыуан районы хакимиәте башлығы Ф. Р. Мөхәмәҙиев, мәғариф идаралығы етәксеһе Л. Т. Закирова, Алағуҙ (Ҡыйғы районы), Иҫке Хәлил (Дыуан районы) мәктәптәрендә төрлө йылдарҙа уҡытҡан уҡыусылары, коллегалары тәбрикләне һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был киң йөкмәткеле сара тураһында «Ватандаш» журналының киләһе һанында уҡырға мөмкин булыр.

Минең дә тәүге уҡытыусым ул — Нәфисә апа. Беҙ, 6 бала, 1976 йылда беренсе класҡа уҡырға килдек. Өсөнсө класс балалары менән бер класта ултырып уҡыныҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барыбыҙға ла иғтибарын тигеҙ бүлеп, төплө белем бирҙе уҡытыусыбыҙ. Һәр саҡ зауыҡ менән кейенгән, матур йөҙлө Нәфисә Мәҫәлим ҡыҙы бөгөн 83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан әле лә төҫ ташламаған. «Мине ҙурлағанығыҙ өсөн Аллаһу Тәғәлә Үҙе һеҙҙе ҙурлаһын», — тип уҡыусыларына изге доғаларын юлланы хөрмәтле ағинәй.

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Автор:Зөлфиә Ханнанова.
Читайте нас