Общество
27 Октября 2023, 11:33

Иң лайыҡлы уҡытыусыларға - премиялар

Бөгөн Өфөлә полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форумдың икенсе көнө үтә. Сараның маҡсаты -  белем биреү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, полилингваль белем биреүҙе үҫтереүҙең иң яҡшы практикаларын өйрәнеү.

Иң лайыҡлы уҡытыусыларға  - премияларИң лайыҡлы уҡытыусыларға  - премиялар
Иң лайыҡлы уҡытыусыларға - премиялар

Кисә форумда ҡатнашыусылар юғары уҡыу йорттарында,  белем биреү ойошмаларында булды, оҫталыҡ дәрестәрен, проекттар яҡлауҙы ҡараны, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты. 

Форумдың икенсе көнө «Торатау» Конгресс-холында үтте. Тантаналы сара барышында  башҡорт, рус, туған телдәр уҡытыусылары, ике телле һәм полилингваль нигеҙҙә, күп профилле дөйөм белем биреү ойошмаларында белем биреүсе педагогтар бүләкләнде. Республиканың 100 уҡытыусыһына БР Хөкүмәтенән 50-шәр мең һум премия бирелде.

 — Балаларға белем һәм тәрбиә биреүселәрҙе бүләкләү барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға. Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт тарафынан туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, төбәктә был йәһәттән системалы эш алып барыла, - тине тантананы асып, мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. - Республикала күп төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй, уҡыусылар туған телдәрен өйрәнеп үҫһен өчөн шарттар тыуҙырыла.

Илдар Мәүлетбирҙин «Педагог һәм остаз йылы»нда туған тел уҡытыусыларына премиялар һаны ике тапҡыр арттырылыуы хаҡында ла әйтеп үтте. 

Фотола: Йылайыр районы Йомағужа урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфирә Таһированы күптәр блогер булараҡ та белә. Бөгөн ул - бүләкләнеүселәр араһында. 

 

 

 

Автор:
Читайте нас