

Сарала алтын ҡуллы оҫталар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ кәсептәре предприятиелары үҙ тауарын, үҙ эшен күрһәтә.
Фестивалдә Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарынан шәл бәйләү оҫталары ла ҡатнаша. Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ишемғолова сараға оло ихласлыҡ менән килгән.
- Районыбыҙҙың иң күркәм ауылдарының береһе – Вәзәм ауылынан оҫта ҡуллы Нурсиә Сурина менән Райхана Сурина бөгөнгө фестивалдә ҡатнаша, улар һуҡма шәлдәр алып килде. Ауылда ун йылдан ашыу «Вәзәм һуҡма шәлдәре» халыҡ клубы уңышлы эшләй. Ҡайҙа ғына бармайыҡ - Мәскәү булһынмы, Санкт-Петербург йәки Екатеринбургмы – уларһыҙ юл тотмайбыҙ. Һуҡма шәл – ҙур көс, иғтибар талап иткән шөғөл ул. Бәйләнгән шәлдәргә ҡарағанда, уларға ептәр ҡушылмай, станоктарҙа дебеттән арҡыры һәм буй йөрөп һуғыла, шуға ла улар ныҡ була, ҡойолмай. Ошо үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен белеүселәр бындай шәлде ҙур теләк менән һатып ала, - ти Миңзифа Ибраһим ҡыҙы. – Мамыҡ шәлдәр ҙә алып килдек. Улар йомшаҡ, йылы булыуы менән айырыла, матур итеп ҡабарып тора, иң ҡаты һыуыҡта ла ел үткәрмәй.
Ейәнсура районы Сәғит ауылында йәшәүсе Минлиә Бикбова ла оҫта ҡуллы шәл бәйләүсе.
-Ейәнсура шәлдәре юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора. Дебеттең иң яҡшыһын һайлап ҡына бәйләйбеҙ. Бөтә нәмә ҡул менән эшләнә – һуҡтырыу ҙа, иләү ҙә, - ти ул. – Ауылда оҫталар байтаҡ, йәштәр ҙә теләп тотона был шөғөлгә. Кис ултырырға йөрөйбөҙ, быуаттар дауамында һаҡланып килгән кәсепте дауам итеүҙе бурысыбыҙ итеп һанайбыҙ.
Сарала мастер-кластар һәм шәлдәр күргәҙмәһе үткәреү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ шәл һәм бүтән бәйләнгән әйберҙәр һатып алыу мөмкинлеге лә бар (йәрминкә сәғәт 15.00 башлана). Адресы: Өфө, Октябрь революцияһы урамы, 10.