Все новости
Общество
13 Октября 2023, 09:42
ОБЩЕСТВО

Радий Хабиров: пять лет «у руля»

Пять лет назад, 11 октября 2018 года, Радий Хабиров стал руководителем нашей республики. Накануне Дня Республики мы решили провести опрос и поинтересовались у жителей Башкортостана, какие изменения, на их взгляд, произошли за это время в регионе.

Гөлмира Бикбулатова, Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы: Республикабыҙға Радий Фәрит улы Хәбиров ҡайтып эш башлау менән йәшәйешебеҙҙә бик күп ыңғай үҙгәрештәр башланды: ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттары яңыртылды, ҡайһылары яңынан төҙөлдө, юлдар яңыртыла, социаль объекттар төҙөлә. Уҡытыусы булып утыҙ ике йыл эшләү тәжрибәмдән сығып шуны әйтәм: мәғариф өлкәһенә, уҡытыусы һөнәренә иғтибар артты. Республикала тәүге тапҡыр Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының форумы үтеүе генә лә күп нимә хаҡында һөйләй. Мөғәллимдәргә гранттар, аҡсалата премиялар тапшырыла, төрлө проекттар тормошҡа ашырыла. Эшемде юғары баһалап, Радий Фәрит улынан "Фиҙакәр хеҙмәт өсөн" миҙалын алыу оло мәртәбә минең өсөн!
Туған телгә генә түгел, мәҙәниәткә лә иғтибар артты. Һәр ерҙә гөрләп төрлө саралар үтә. Төньяҡ-көнбайыш төбәктә 2021 йылдың апрелендә ҙур ваҡиға булды: Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы - башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк асылды. Ул халҡыбыҙ мәнфәғәтендә бик матур итеп эш алып бара.
Радий Фәрит улына сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм илебеҙ, телебеҙ һағында уяу тороуҙа тағы ла рухлы, сәмле, көслө булыуын теләйем.

Читайте нас: