Все новости
Общество
5 Июня 2023, 19:00

Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ

Июндең беренсе йәкшәмбеһендә Көнгәк тауы итәгендә “Көнгәктән Парижға тиклем” байрамы үтте. “Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғро булырбыҙ!” тарихи мәҙәни фестиваль сиктәрендә уҙғарылған сара йылдан-йыл тулыландырыла, йөкмәткеһе байытыла.

Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ
Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ

Был көндө Аптраҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Томансы ауылы янындағы тарихи Көнгәк тауы битләүендә 1812 йылғы Ватан һуғышында Рус армияһының Европаны Наполеон яуынан азат итеүенә һәм һуғыштың 210 йыллығына арналған халыҡ байрамы тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, сит тарафтарҙан да ҡунаҡтар йыйҙы.

Сарала “Хайдельберг-Симферополь”, йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Магдалена Мелтер, Хельмут Герман, “Мәҙәни-ара үҙәк” йәмәғәт башланғыстарын үҫтереү буйынса коммерция булмаған ассоциация етәксеһе Валентина Латипова, район хактимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков, “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов һәм башҡалар ҡатнашты.

Байрам 1812-1812 йылдарҙа тыуған төйәген француз илбаҫарҙарынан һаҡлауға күтәрелгән ҡаһармандар иҫтәлегенә 2012 йылда тантаналы шарттарҙа асылған мемориаль ташҡа сәскә һалыуҙан башланды. Ошондай уҡ иҫтәлекле таш Көнгәк тауының түбәһенә лә урынлаштырылған.

Башҡорт атлыларын Ватан һуғышына оҙатыу һәм уларҙы Еңеү менән ҡаршы алыу тамашаһы байрамдың тулҡынландырғыс өлөшө булды.
“Парижға тиклем барып еттек” сәхнәләштерелгән тамашала сағыу тарихи костюмдар, башҡорт халыҡ йолалары элементтары файҙаланылды. Быларҙың барыһы ла ике быуат йыл элек булған тарихи ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә ярҙам итте.

Байрам барышында шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың нәҫелдәре шәжәрәһе конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Сәнғәт һәм һөнәрселек күргәҙмәләре, башҡорт халыҡ йолалары, милли көрәш һәм йәйәнән атыу буйынса күрһәтмә сығыштар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Байрам Көнгәк тауы түбәһенә күтәрелеү менән тамамланды. Был йоланың тарихы түбәндәгесә: француздарға ҡаршы һуғышҡа китер алдынан хәҙерге Мәләүез ҡалаһына яҡын тирә-яҡ ауылдарҙан башҡорт һыбайлылары туғандары менән Көнгәк тауы итәгендә хушлашҡан. Көнгәк һүҙе “көн” йәки “ҡояш”, «ҡояшлы» тигәнде аңлата.

Ошо уҡ урында еңеүселәрҙе ҡаршы алғандар. 200 йыл элек булған тарихи ваҡиғаларҙа яҡын-тирә ауылдарҙан күп кеше ҡатнашҡан. XVIII быуат башында башҡорттарҙың төп компактлы йәшәү территорияһы Ырымбур губернаһы составына инә, 12 өйәҙҙән тора. 1811 — 1812 йылдарҙа уларҙа 45 полк ойошторола. Еңеүгә урыҫтар, татарҙар, казактар, ҡалмыҡтар менән бергә башҡорт һыбайлылары ҙур өлөш индерә.

Полктар составына Мәләүез районы ауылдарынан 70 яугир ингән. Үрге Таш ауылынан бер туған Ихсан һәм Хөсәйен Әбүбәкеровтар үҙҙәрен ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәткән. Ихсан III дәрәжә Изге Анна ордены, VI дәрәжә Изге Владимир ордены һәм ике миҙал, Хөсәйен — ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән. Смаҡ ауылынан зауряд-хорунжий Бикҡужа Рафиҡов, Ҡотолобулаттан рядовой Буранбай Сыуашбаев, Томансынан Исчиғол Ишҡужин Изге Георгий ордены кавалерҙары була.

Сара «Ата-олатайҙар иҫтәлегенә лайыҡлы булырбыҙ!» мәҙәни-тарихи фестивале сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ
Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ
Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ
Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ
Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ
Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ
Автор:
Читайте нас: