

2022 йыл тиҙҙән тарих биттәрендә ҡаласаҡ. Барыҫ йылы ябай булманы - шатлыҡ-һөйөнөстәр ҙә, йөрәктәрҙе өтөр борсолоуҙар ҙа рух ныҡлығына һынаны. Шулай ҙа тормош дауам итә. Иң мөһиме - киләһе йылды һау-сәләмәт, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ, юғалтыуҙарһыҙ үткәрәйәк, илебеҙгә именлек теләйек.
Күңелдәребеҙ - тыныс, көндәребеҙ - аяҙ булһын, киләһе йылдың һәр көнө бәхет-ҡыуаныс алып килһен!