

Бөгөн, 12 декабрҙә, Рәсәйҙә Конституция көнө билдәләнә. Илдең төп документы 1993 йылда бөтә халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде. Дәүләттең төп ҡануны һәр гражданға үҙенең хоҡуҡтарын тулыһынса тормошҡа ашырыу, дәүләт һәм йәмғиәт эштәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Күп милләтле халҡыбыҙҙы бергә туплап, уларға тиң үҫеш мөмкинлектәрен тыуҙырыуҙа, социаль гарантия һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын нығытыу йәһәтенән, шулай уҡ илдә тотороҡлолоҡто һаҡлауҙа Конституцияның әһәмиәте ҙур.
Байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет, тыуған илебеҙ мәнфәғәте өсөн изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!