Белем биреү — донъяла иң боронғо һәм иң дәрәжәле һөнәр. Белем алыуҙы энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиңләйбеҙ, ә инде белем биреү – меңдәрсә бала күңелендә изгелеккә, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә ынтылыу уятыу. Был һәләт һәр кемгә лә бирелмәй. Һеҙ, уҡытыусылар, ошо һөнәрҙең барлыҡ серҙәрен бар камиллығында беләһегеҙ һәм үҙ белемегеҙҙе уҡыусыларығыҙ менән бүлешәһегеҙ.
Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән!