

Республика халҡы түҙемһеҙлек менән көткән "Башҡорт аты" фестивале башланды! Уны бойомға ашырыу тураһында уй-маҡсаттары менән уртаҡлашҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров фестивалдең онотолмаҫ тамаша буласағын, башҡорт атына бағышланған фәнни йүнәлеш офоғо ла асыласағын белдергәйне.
Әле Баймаҡ районының Граф күле буйында Ылаҡ уйынының һайлап алыу туры башланды. Тантананы асыу сараһында уйынсыларҙы Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов сәләмләне.
Бында Баймаҡ, Әбйәлил, Ауырғазы, Учалы райондары һәм, ярышҡа ҙур сәм өҫтәп, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һыбайлылары ҡатнаша!
Билдәле булыуынса, Баймаҡ районы Ылаҡ уйынын тергеҙҙе һәм күп еңеүҙәр яулап, республикабыҙ намыҫын яҡлап Ҡырғыҙстанда ла сығыш яһаны. Улар ҙа, шулай уҡ башҡа ылаҡсылар ҙа уйындың үҙҙәре файҙаһына буласағына ышаныс белдерҙе. Иң беренсе ташланған йәрәбә буйынса баймаҡтар менән әбйәлилдәр көс һынашты. Уйын 5:0 иҫәбе менән тамамланды: еңеүҙе баймаҡтар яуланы. Улар командаһынан Фидан Ниәтшин, ҡатмарлыраҡ уйын алда әле, тип белдерҙе һәм әбйәлилдәргә уйын өсөн рәхмәт белдерҙе. Әле ҡаҙаҡтар менән ҡырғыҙҙар көс һынаша.
Сығанаҡ һәм фото: Гүзәл Иҫәнгилдина-Сәлихова.
Источник: bashgazet.ru