

Һеҙҙе ихлас күңелдән изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ғәҙеллек, шәфҡәтлелек, түҙемлек һәм яуаплылыҡ кеүек ҡиммәттәр менән һуғарылған был изге байрам мосолман календарында иң әһәмиәтле көндәрҙең береһе һанала.
Башҡортостан мосолмандары барлыҡ конфессия вәкилдәре менән быуаттар дауамында татыу, дуҫ йәшәй, изгелеккә, үҙ-ара шәфҡәтле мөнәсәбәткә өндәй. Артабан да республикабыҙҙа тыныслыҡ хөкөм һөрһөн, һәр ғаилә именлектә, бәрәкәттә ғүмер кисерhен. Байрам менән, дуҫтар!