Общество
12 Июня 2022, 11:41

Бөгөн икеләтә байрам - Рәсәй көнөн һәм баш ҡалабыҙ Өфөнөң тыуған көнөң билдәләйбеҙ.

Бөгөн икеләтә байрам - Рәсәй көнөн һәм баш ҡалабыҙ Өфөнөң тыуған көнөң билдәләйбеҙ.

Беҙ илебеҙ, уның тарихы менән ғорурланабыҙ, лайыҡлы киләсәгенә ышанабыҙ. Быуаттар буйы йәшәп килгән ватансылыҡ, илһөйәрлек, гражданлыҡ традициялары журналыбыҙ биттәрендә лә даими яҡтыртыла.

Ғәзиз баш ҡалабыҙҙың тыуған көнөн иһә йыл һайын көтөп алабыҙ. Өфөбөҙ көндән-көн матурлана, яңы объекттар төҙөлә, ул - илебеҙҙең иң күркәм, заманса ҡалаларының береһе. Ҙур тарихлы баш ҡалабыҙ артабан да сәскә атһын!

#народовмногородинаодна

#Россиясднемрождения

Читайте нас