Общество
16 Мая 2022, 15:42

Үлемһеҙлек бейеклеге

Луганск республикаһында урынлашҡан Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа арналаған мемориаль комплекс булдырылды. 

Үлемһеҙлек бейеклегеҮлемһеҙлек бейеклеге
Үлемһеҙлек бейеклеге

Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының бюсы урынлаштырылған. Халыҡ батыры командир папахаһында һынландырылған. Миңлеғәли Минһаж улы 1943 йылдың 23 февралендә Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ауылдары араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк була.

“Ул ил азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Шайморатов Башҡортостан һәм Луганск халҡы өсөн уртаҡ герой. Ул беҙҙе берләштереп тора”, - ти Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

Автор:
Читайте нас