Все новости
Йәмғиәт
29 Мая , 11:00

ЙӨҘ ҘӘ БЕР ҒҮМЕРЕМ

Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәрен уҡыған кеше һис шикһеҙ уның үҙе менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Тик был автор хаҡында бер ерҙә лә тулы ғына мәғлүмәт юҡ. Кем ул Гөлсирә Ғиззәтуллина? Ҡайҙан унда бындай һағышлы, тәрән, фәлсәфәүи әҫәрҙәр тыуа? Ниндәй йәшәйеш алып бара ул? Меңәрәгән уҡыусыны арбарлыҡ күңел нағыштары ҡайҙан әҙибәлә? Ҡыҙыҡмы? Беҙ быларҙың барыһын да Гөлсирә апайҙың үҙенән һорашып белдек.

ЙӨҘ ҘӘ БЕР ҒҮМЕРЕМ
ЙӨҘ ҘӘ БЕР ҒҮМЕРЕМ

—Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙың, шағирәләрҙең ижадынан һағыш һарҡып ҡына торғандай. Мәҫәлән, Тамара Ғәниева, Зөлфиә Ханнановаларҙың шиғырҙарын уҡығас шул хистәргә йомолоп киткәндәй булаһың. Прозанан - һеҙҙеке. Һәм уҡыусы, ирекһеҙҙән, “бәхетһеҙ...” тип уйлай. Уйлап ҡына ла ҡалмайҙар, был һорауҙы уҡыусыларығыҙҙан ишетергә лә тура килә. Һәм был һорауҙы мин дә һеҙгә бирмәйсә булдыра алмайым.

 — Мостай Кәрим минең хикәйәләремде уҡығас: “Шул хәтлем дә бәхетһеҙме ни һуң ул?” – тип һораған, ти. Шулай булғас, башҡаларҙың да шундай фекер тыуыуы тәбиғилер, моғайын. Үтә нескә күңелле, йоҡа тиреле булып тыуғанға күрә лә яҙабыҙ бит инде. Мин һүҙҙәрҙәге саҡ ҡына интонация үҙгәрешен дә, ҡараштағы бер генә сағылышты ла, телефондан һөйләшкәнәдәге паузаны ла һ.б. бик ваҡ һәм һиҙелмәҫ мөнәсәбәт ньюанстарын тоям, кисерәм һәм ошолар ғына ла ғазапҡа һалыуы ихтимал. Балаларым ундай ваҡытта: “Әсәй, иғтибар итмә, көймә”, - тип ҡурсаларға тырышһа, ахырҙа: “Был минең һәләтемдең хаҡы! Мин шуның өсөн түләйем”, - тип, көлөп ҡуям. Улар ҙа быны шаярыуға бороп: “Ярай, улай булғас, көйөп ал әйҙә, үҙеңә оҡшағас”, - тип ҡуялар.

Тәүге әҫәрҙәремде бөгөнгө күҙлегемдән анализлайым һәм ул саҡта донъяға фажиғәә күҙлегенән ҡарағанмын икән, тип ҡуям. Француз философы Монтендең: «Кеше үҙе менән булған ваҡиғаларҙан түгел, ә шул ваҡиғаларға мөнәсәбәте арҡаһында ғазаплана», тигән ифрат дөрөҫ һүҙҙәре бар. Беҙ үҙебеҙҙең эске донъябыҙҙы үҙебеҙ хасил итәбеҙ. Уны нимәләр менән тултырабыҙ, кемгә инергә рөхсәт итәбеҙ, үҙебеҙгә бәйләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин быны һуңыраҡ аңланым. Хәйер, кеше ул донъялыҡтың ниндәйҙер төшөнсәләрен аңлау өсөн ергә ебәрелгән рухи зат, тип уйлайым. Шундай бер ҡисса бар: бер фәрештә Аллаһы тәғәләгә килә лә, мин кешеләрҙе бөтөнләй аңламайым, уларҙың ҡылған ҡылыҡтары мине тетрәндерә, мин уларҙы яратмай башланым, ти. Аллаһы тәғәлә уға, улайһа, бар, кеше сүрәтендә ғүмер итеп ҡара, улар тойғанды тойоп, кисергәнде кисереп кил, тип был донъяға әҙәм рәүешендә ебәрә.

Тағы ла миңә бер көнсығыш философияһындағы бер ҡараш оҡшай: беҙ, кешеләр, барыбыҙ ҙа бер океандан яралған, йәғни шул окендың бер тамсыһыбыҙ һәм шул тамсыла океанға хас бөтә сифаттар ҙа бар. Тимәк, беҙҙең барыбыҙға ла бер үк сифаттар, тойғолар хас. Был хистәр һәр беребеҙҙә төрлөсә сағылыш таба ғына. Мәҫәлән, мин уйлаған кеүек күптәр уйлай һәм фекерләй, әммә уларҙың барыһы ла минең кеүек итеп шуларҙы яҙа ғына белмәй. Йәки һәр кем үҙе йәшәгән, тап булған шарттарға ярашлы ҡыла ҡылыҡты ла. Шуға күрә: “Мин улай булмам, мин был көнгә төшмәм”, - тип әйтеү бик хәүефле. “Әҙәм балаһы хатта үҙен-үҙе лә белем етмәй, тиер ине атайым. Ул Башҡорт кавалерияһы составында хеҙмәт иткән. Һуғышҡа китеп барыуҙарын хәтерләй ине. Һуғышҡа барып эләккәндә ул сағыштырмаса оло ине, утыҙҙан үткән, донъя күргән. Ә күбеһе бөтөнләй йәштәр. Ҡарап-күҙәтеп ултыра, берәүҙәре бәһлеүән кәүҙәле, үткерҙәр, уларға ҡарайһың да, был герой булыр инде, тип уйлайһың. Бәғзеләре ҡураныс ҡына, шым, бвҫалҡы, хатта бахырыраҡ күренә. Ирекһеҙҙән: “Бынан ниндәй һуғышсы сығыр инде”, - тип тип борсолоп уйлайһың. Бер ваҡыт эшелон бомбежкаға эләгә. Өҫтөн бомбалар яуа башлай, ҡасып ҡотолор әмәл юҡ. Һәр кемдең ергә һеңгеһе, ер ҡорто булғыһы килә. Шул аяуһыҙ мәлдә һәр кемдең ысын асылы асыла. Кемдең эске рухи көсө бар,шул башын юғалтмай, кемдәрҙер паникаға бирелә, шул арҡала һәләк була. “Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә”, - тигән һүҙ шундай ваҡытта раҫҡа сыға ла инде. Ошо миҫалды һөйләй ҙә, атайым, “Бер ваҡытта ла “мин улай итмәм” тип эре һөйләшмә”, - тип әйтә торғайны.

Ә инде бәхет һәм бәхетһеҙлеккә килгәндә... Минеңсә, бәхет тойғоһо ул оҙайлы тойғо түгел, ә бер арауыҡта ғына, ниндәйҙер бер мәлдә биләп ала торған хис. Ә ижад иткән кешенең, башта әйткәнемсә, тойғолар палитраһы сағыуыраҡ, киҫкенерәктер. Был – булмыш, хатта ниндәйҙер кимәлдә күңел талабы.

Кешене бәхетле, бәхетһеҙ, тип баһалағанда беҙ йыш ҡына ниндәйҙер тышҡы атрибуттарға ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, кешенең ғаиләһе лә, балаһы ла юҡ икән, уны мотлаҡ бәхетһеҙ, тип ҡабул итәбеҙ. Бер ваҡыт, бер ижадташым тураһында материал яҙырға барҙым. Яңғыҙ, фатиры ла ялтлап тормай, инде әллә нисәмә йыл ремонтын тамамлай алмай. Ә ниндәй тулы, бай, һоҡланғыс рухи тормош менән йәшәй ул! Уның фекеренең тәрәнлегенә, яһаған һығымталарының мауыҡтырғыслығына, ҡыҙыҡһыныу даирәһенең күплегенә аҡылың етмәй китә хатта. Ә икенсе миҫал: кешенең бөтәһе лә бар: ире, балалары, фатиры, баҡсаһы. Ә ул саҡ һөйрәлеп эшкә килә, сәй эсеп, кеше сәйнәп, арлы-бирле, күңел һалмай ғына яратмаған эше менән шөғөлләнеп, иренә, балаларына, түрәһенә зарланып, йәнә тау аҡтарған кеше кеүек саҡ һөйрәлеп ҡайтып китә, һәм шулай көн һайын. Минеңсә, бына шул ул бәхетһеҙлек.

 — Гөлсирә апай, һеҙҙең кеүек тәрән яҙыусыны, һағышлы ҡатынды, төплө фекер эйәһен тыуҙырған ата-әсәләр, балалыҡ йылдарығыҙ тураһында ла белге килә?

Яуап: — Мин атайым менән әсәйемдең төпсөк балаһы. Мин тыуғанда атайыма 51, әсәйемә 41 йәш булған. Атайымдың яҙмышы бик фажиғәле. Уның йәшләй өйләнгән тәүге ҡатыны тифтан вафат була. Шул ҡатынынан тыуған улы 14 йәшендә молотилкаға ҡыҫылып үлеп ҡала. Икенсегә өйләнә. Уныһы ла һуғыш ваҡытында һаулығын ныҡ юғалтып, мандый алмай. Атайым үҙе разведканан “тел” алып ҡайтып килгән ваҡытта минаға баҫа, тәнендә шул минаның ун туғыҙ ярсығының ҡурҡыныс эҙе бар ине. Яралары серей башлағас, врачтар уға ҡоро климатта йәшәргә кәрәк тиҙәр. Ғаиләһен алып Үзбәкстанға китергә мәжбүр була. Шул яҡта икенсе ҡатыны ла мәрхүм була. Ә был ваҡытта әсәйем дә, тол ҡалған фронтовик ҡатыны, балаһы менән шул тарафтарға эшкә юлланған була. Уның да шул бер генә балаһы 3 йәшлек сағында ҡапыл ғына ауырып китеп вафат була. Әсәйем шул ваҡытта атайымдың балдыҙҙары менән эшләгән була. Шулар, апалары үлгәс, атайым менән уның әсәйһеҙ ҡалған ун йәшлек һәм дүрт йәшлек улдарын йәлләп: “Шундай шәп абзыйыбыҙ бар, фронттан ҡайтҡан”, - тип, әсәйемә атайымды димләйҙәр, тик балалары барлығын ғына әйтмәйҙәр. Әсәйем ҡартайымдың ҡаҙаҡ дуҫында фатирҙа торған була, йәғни тауыҡ кетәгендәй генә булһа ла йәшәр урыны, хатта ул ҡаҙаҡ бабай алып биргән һыйыры булған була. Атайым менән шунда йәшәй башлайҙар, бер көн үтә, ике көн. Һыйырлы тормош һыйлы бит инде. Ә балалары был ваҡытта – кешелә, ярым ас ултыра. Атайымды выжданы ғазаплай. Әсәйем һөйләй торғайны: “Эштән ҡайтып, мейес янында аш бешереп торам. Ишек асылып ябылған һымаҡ булды ла, өндәшеүсе булмағас үрелеп ҡараным. Атайың бер улын етәкләгән, икенсеһен күтәргән дә, ишек төбөндә ап-аҡ булып баҫып тора. “Ҡыуып сығарһа, нишләрбеҙ?!” – тигәндәй ҡарашында ҡурҡыу. Мин аптырап ҡарағанмын да ҡатҡанмын. Шул саҡ ҡулындағы бала миңә ынтылып: “Әсәй!” – тине. Алдым да, ҡыҙымды юғалтыу ҡайғыһынан ҡанһырап торған күкрәгемә дауа һымаҡ итеп ҡыҫҡанмын”. Шулай йәшәп китәләр. Артабан апайым, ағайым, шунан мин тыуғанмын. Әлеге сабый булып килгән ағайым, әсәйемдең үҙ әсәһе түгеллеген белмәй үҫә, был хаҡта 16 йәшендә, атайымдың тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас ҡына кешеләрҙән ишетә.

Атайым мине хәтәр яратты, шундай ныҡ иркәләтте, хатта боҙоп, ҡотортоп үҫтерҙе, тип әйтергә була. Ҡот осмалы еңмеш, илаҡ булғанымды хатта үҙем дә хәтерләйем. Өлкән ағайым (атайымдың улы) армиянан ҡайтып мине күргәс, ҡурҡып: “Атай-әсәй, һеҙ кемде үҫтерәһегеҙ ул?” - тип аптыраған. Апайым менән ағайым да мине ныҡ яратты, Аллаға шөкөр, әле лә шулай, бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ. Хәҙер уйлайым да, атайым менән әсәйем беҙҙе кеше өсөн иң мөһим булған нәмәгә – яратырға өйрәткәнен төшөнәм. Шулайтып, был донъя тик яратыуҙан тора, барыһы ла һине ярата икән тип уйлап үҫкән бала мин. Әлбиттә, яратылып үҫкән бала булыу шәхес булараҡ формалашыуға ныҡ ярҙам итте, был һөйөүҙең йылыһы менән яҡтыһы ғүмерем буйы етте, томошомдоң иң ауыр мәлдәрендә лә бирешмәҫкә ярҙам итте. Әммә кире яҡтары ла булды. Һин барыһы ла һине яратырға тейеш тип уйлап, шул һөйөүҙе башҡаларҙа эҙләп, уларға ярарға, оҡшарға тырышып ыҙалайһың икән. Кемдер ҡырын ҡараһа ла, ҡатыраҡ һүҙ әйтһә лә – трагедия. Ҡырҡ йәштәргә тиклем шул ауырыу менән ауырыным. Эргәмдәгеләрҙән, яҡындарымдан һөйөүҙең күп булғанын теләнем. Миңә йылымыс ҡына хистәр аҙ ине ине, ә ҡайнап, бешереп алып барғаны кәрәк булды. Хатта әхирәттәремдән дә оло мөхәббәт талап итер инем. Үҙем мөкиббән булам, йәнемде бүлеп һалам, башҡаларҙан да шуны көтәм... Ә бит һәр кемдең үҙ тормошо, үҙ мәшәҡәттәре, гел генә “өф” итеп йәшәп булмай. Һәм бына ошо һөйөү, йылылыҡ эҙләп өҙгөләнеү әҫәрҙәремә лә һағыш мөһөрө баҫҡандыр, моғайын. Юҡҡа ғынамы ни “Йөҙ ҙә бер ғүмерем” китабына эпиграф итеп бер Америка психологының: “Был донъя һөйөүгә сарсаған, бөтәһе лә һөйөүгә мохтаж, ләкин уны тик бик аҙҙар ғына бирә ала”, - тигән һүҙҙәрен ҡуймағанмын. Байтаҡ йәшәлде, хәҙер инде әйтә алам, мин үҙем донъяға ул һөйөүҙе бирә алдым. Улым менән ҡыҙымды ла ныҡ яратып үҫтерҙем, әле ейәнем менән ейәнсәремде иркәләтәм. Элек ҡайһы бер кеше: “Үтә иркә бала иҫәр кеүек булып китә”, - тиһә, “Ни тиклем шаштырып үҫтерелгән минән дә йүнле генә кеше сыҡҡан да инде”. – тип яуаплай торғайным. Хәйер, әлбиттә талапсанлыҡ та кәрәк, йәненән артыҡ күреп яратҡанын белһәм дә, атайымдың ҡарашынан уҡ ҡурҡып тора торғайным. Бер һирпелеп ҡарап ҡуйыуы етә, шунда уҡ артығыраҡ ҡыланғанымды аңлай инем.

Әсәйем үтә әпәүләп бармай, ҡаты ғына була белә торғайны. Ул бик уҡымышлы кешенең ҡыҙы ине. Олатай Бохарала белем алған мулла, үҙ мәхәлләһе була. Совет власы килгәс, бар милкен властарға тапшыра ла, шул хаҡта ҡағыҙ яҙҙырып алып, оҙон арбаһына бер өйөр балаһын ултырып ил буйлап сыға ла китә. Ҡайҙа ғына йәшәмәй улар: Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан ҡалмай. Шулай йөрөп-йөрөп, Октябрьский ҡалаһының төҙөлә башлаған еренә килеп төпләнә. Әсәйем салт зиһенле, эште еренә еткереп башҡара белә торған, бөтмөр, тыныс. Донъялары сынъяһау булды. Атайым умарталар тотто, әсәйем баҡса үҫтерҙе, шундай тәмле итеп бешеренде, ялтыратып таҙалыҡ тотто. Килгән кеше: “Ожмахта йәшәйһегеҙ бит”, - тип әйтә торғайны.

Атайым минең һәләттәремә ныҡ иғтибарлы булды, үҫтерергә тырышты, бөтөн күңел байлығын һалды. Апайым менән ағайыма эш нығыраҡ тейҙе, әсәйем уларға донъя көтөү серҙәрен күберәк өйрәтеп ҡалған, ә миңә теше үтмәне, сөнки атайым “бала уҡыһын, бала уҡыһын” ти торғайны. Ҡулынан килмәгән эше булмаған ағайым йыш ҡына ғорурлыҡ менән: “Нәйлә әбейҙең университетында уҡыған кеше бит әле беҙ”, - тип әйтергә ярата. Шундай саҡта үкенә биреп: “Ә мин ул дәрестәрҙән ҡасып ҡалғанмын”, - тип ҡуям. Атайым да, әсәйем дә белем алыуға бик етди ҡарай ине. Аҙаҡтан, йылдар үткәс, уларҙың: ”Беҙ һеҙгә байлыҡ ҡалдыра алмайбыҙ инде, балалар. Тик беҙ һеҙгә юғары белем бирҙек, яратҡан һөнәрҙәрегеҙҙе алдығыҙ. Ҡалғаны үҙегеҙҙән тора”, тигәндәрен хәтерләйем. Әсәйем дә, атайым да йыш ҡына мәҡәл менән һөйләшә торғайны. Әсәйем: “Ата малы менән ул тормаҫ, әсә малы менән ҡыҙ тормаҫ”, тиер ине. Үҙҙәре байлыҡҡа ҡыҙыҡманы, беҙгә лә шуны һеңдергәндәр. “Тәрбиәле ашап, уңайлы кейемең булып, гәзит-журнал алдырырға мөмкинлегең булһа, артығы кәрәкмәй инде”, - тиерҙәр ине. Китап культы булған ғаиләлә үҫкәс, уҡырға иртә өйрәндем. Беренсе класта класташтарым “а” хәрефен өйрәнгәндә, мин парта аҫтына йәшереп “Башҡортостан пионеры” гәзитен уҡый инем. Унан “Журналист булам” тигәнемде шетеп ҡалған әлеге атайым, 4 класс балаһына китап ҡалынлығындағы “Журналист” журналын яҙҙыра башланы. Мин ул журналды ошо йәшемдә лә аңлай алмайым. Уҡытыусыларым Сылу Баҡый ҡыҙы Ураҡаеванан да, Роза Ахун ҡыҙы Яубасарованан да ныҡ уңдым. Саҡ төҫмөрләнгән һәләтемде лә күрә һалып, үҫтереп ебәрҙеләр. “Башҡортостан пионеры” гәзитенә яҙыша башланым, йәш хәбәрсе булдым, шиғыр конкурсында еңеп “Артек” пионер лагерында йәш хәбәрселәр сменаһында ял итеп ҡайттым. Атайымдың вафатынан һуң уның папка-папка ҡағыҙҙары араһында бала сағымдан алып төрлө гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәләләрем, шиғырҙарымды ҡәҙерләп йыйып барғанын күреп, шул тиклем күңелем тулды.

 

Автор:
Читайте нас: