Все новости
Йәмғиәт
17 Апреля , 12:13

«Тормош диңгеҙен бергә кисәбеҙ»

«Бәйләнештә» төркөмөндә уҙғарылған «Беҙҙең ғаилә тарихы» конкурсының тағы бер еңеүсеһе – Ғәзизовтар ебәргән яҙма менән таныштырабыҙ. Әлфиә менән Салауаттың осрашыу тарихы бик үҙенсәлекле. «Рәсимә Ураҡсинаның мунса яратыуы ғаиләле итте», – ти улар.

«Тормош диңгеҙен бергә кисәбеҙ»
«Тормош диңгеҙен бергә кисәбеҙ»

Никах сәғәтең һуҡһа...

Башҡорт халҡында элек-электән димләү йолаһы булған. Ғүмерлек тормош юлдашын тап итә алмай йөрөгән егет һәм ҡыҙҙар шул рәүешле сәстәрен сәскә бәйләгән, матур ғаилә ҡорған. Минеңсә, димселәрҙең йәмғиәттәге роле һаман да тейешенсә баһаланып бөтмәй – улар ярҙамы менән әллә күпме яңғыҙҙар үҙ ишен осрата, бәхетле тормошҡа аяҡ баҫа бит.

Мин үҙем Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылынан. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, бер килке баш ҡалала йөрөнөм дә районыма ҡайтып эшләргә булдым. Дәүләкән ҡалаһында мәктәпкә эшкә төштөм. Апайым, Рәсимә Минибулат ҡыҙы Ураҡсина, мине йыш ҡына Өфөгә мәҙәни сараларға саҡыра торғайны. Әленән-әле: «Туғаным, кил, премьераға барырбыҙ», – тип шылтыратты.

Бер ваҡыт шулай ул Өфө янындағы Максимовка ауылына бер уҡыусыһының апаһына мунса инергә барған. Мунсанан һуң бергәләшеп сәй эсергә ултырғандар. Шул мәл хужабикәнең Салауат исемле 28 йәшлек өлкән улы эштән ҡайтып кергән. Рәсимә апайым был егеттең тормошо менән ҡыҙыҡһына башлағас, әсәһе: «Улыма һәйбәт кенә берәй кәләш кәрәк», – тигән. Апайым мине иҫенә төшөргән дә: «Булыр кәләш!» – тип ҡыуанып ҡайтып киткән.

2006 йылдың ғинуар башында ҡышҡы каникулға ауылға ҡайтып киткәйнем инде. Кисен Рәсимә апайым: «Туғаным, «Өҙөлгән туй» исемле спектаклгә билет алдым, 14 ғинуарҙа кил», – тип шылтыратҡас, Өфөгә йыйындым. Уларға барып еттем, театрға йыйына башланыҡ. Сығыр алдынан апайым, ниндәйҙер эш табып, бара тор, хәҙер килеп етәм, тип тороп ҡалды. Уның ҡиммәтле хушбуйҙарын һибеп, һары сәстәремде бөҙрәләтеп, спектаклгә киттем.

Театрға ингәс, кейемде гардеробҡа бирҙем дә фойела йөрөй башланым. Колонна янында бер егет баҫып тора. Күренеп тора инде – эш кешеһе. Эх, ошондай эшсән генә Өфө егетенә кейәүгә сығып, ҡалала йәшәргә ине ул, тип ҡарап ҡуйҙым да залға инеп ултырҙым. Урыным 13-сө һанлы ине.

Апайымды көтәм, тамаша башланыр ваҡыт та етте. Шылтыратырға булдым. «Хәҙер килеп етәм, ҡарай тор», – тине лә трубканы һалды. Шул мәл яныма теге егет килеп ултырмаһынмы! «Һеҙҙең янға ултырырға мөмкинме?» – ти бит әле. Мөмкин, тип әйтеүем булды, көләмәстәр һөйләп, мине көлдөрә лә башланы. Спектаклдең исеме моңһоу ғына булһа ла, миңә ул кис күңелле булды иллә мәгәр.

Тамаша бөткәс, кейенеп тышҡа сыҡтым. Кеше таралып бөткән. Ишек төбөндә теге егет көтөп тора икән.

– Мин Салауат булам, һинең Әлфиә икәнеңде беләм, – тип серҙе сисеп ташланы. Уның шундай асыҡ кеше булыуына ныҡ шатландым. Уны, ғүмерем буйы белгәндәй, яҡын кеше итеп тойҙом. Оҙатып ҡуйҙы. Аралашырға һүҙ бирештек.

Ике аҙнанан мин Максимовка ауылына ҡунаҡҡа барҙым. Тағы ла ике аҙнанан Салауат беҙгә килде. Һәм, ниһайәт, ике аҙнанан никах туйы үткәрҙек. Шулай итеп, ни бары өс тапҡыр күргән кешегә кейәүгә сығып та киттем. Инәйемдең тере сағында әйткән һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты: «Никах сәғәтең һуҡһа, кейәүле булғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың әле», – тиер ине ул.

«Үкенмәйһеңме, туғаным?» – тип шылтыратҡан апайыма рәхмәттәр уҡыным. «Һин мунса яратмаһаң, бәлки, һаман осрашмаған булыр инек», – тип шаяртып та алдым. Бәлки, ул шулай тиҙ кейәүгә сығырымды уйламағандыр ҙа. Никахымда ла, туйыбыҙҙа ла ихлас йөрөнө ул. Беҙҙән бәхетлерәк булығыҙ, тиер ине. Хәҙер шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөргә генә ҡала инде...

Иншалла, иптәшем менән өс бала – бер ҡыҙ, ике ул үҫтерәбеҙ. Ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла уртаҡ кисереп, тормош диңгеҙен бергә кисәбеҙ.

Әлфиә ҒӘЗИЗОВА.

«Тормош диңгеҙен бергә кисәбеҙ»
«Тормош диңгеҙен бергә кисәбеҙ»
Автор:
Читайте нас: