Уны клуб мөдире Ниғәмәтйәнова Зәлиә Марат ҡыҙы ойошторҙо. Был сарала ауылдың өлгөлө ғаиләләре, быйыл бергә йәшәүҙәренә түңәрәк дата тулған ғаиләләр ҡатнашты. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙың да ғаиләләре саҡырылғайны. Сараны ауыл мәсете муллаһы Марат ағай Фәхретдинов доға уҡып асып ебәрҙе. Артабан Әлибай ауылы “Изге ай” ижади төркөмө тәҙрә аша баланы һатып алыу йолаһын сәхнәләштерҙе. Шишмә районы мәҙәниәт һарайының солисы Ризида Әхмәтшина дәртле, матур йырҙары менән кешеләрҙең күңелен күтәреп торҙо. Зәлиә Марат ҡыҙы үҙе лә моңло, матур йырҙары менән һәммәһенең дә күңеленә хуш килде. Дурас ауылы “Дуҫлыҡ” фольклор коллективы бейеү менән сығыш яһаны, Урта Хәжәт ауылы “Шәрифә” фольклор коллективы йыр бүләккә алып килгән. Шишмә районы ағинәйҙәр ойошмаһының етәксеһе Сәлихова Лилиә Әнүәр ҡыҙы саҡырылған ғаиләләргә бүләктәр һәм район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Арсланов Азат Фәрит улы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара аҙағында өҫтәл әҙерләп, самауырҙар ҡайнатып бөтәһен дә сәй табынына саҡырҙылар. Ауыл кешеләре күңелле ял итеп, концерт ҡарап, аралашып алдылар.
“Ғаиләм-ҡәлғәм” байрамында ҡатнашыусылар саранан рухланып, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп таралышты.