Все новости

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Күптәрҙе һоҡландырып, башҡаларға өлгө булып йәшәгән ғаиләләребеҙ күп. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Әлфир һәм Гөлнәзирә Исҡужиндар.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Ғаилә башлығы Әлфир Иҫке Собханғол “Балалар ижады” үҙәгендә педагог булып эшләй, балаларҙы ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөрә. Оҫта ҡурайсы башҡорт халҡының мили музыка ҡоралында уйнап ҡына ҡалмай, уларҙы эшләй ҙә. Уның ҡулдары менән яһалған ҡурайҙар хатта Израилгә тиклем барып еткән!

Гөлнәзирә мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларын белем тауҙарына әйҙәй. Бынан тыш, йәмәғәт эштәрен башҡарырға ла ваҡыт таба ул. Ғаиләһен тәмле ризыҡтар менән һыйларға, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Бер һүҙ менән әйткәндә, әүҙем тормош менән йәшәй.

Йәш ғаилә сәскәләй ике ҡыҙға – Фаягөл менән Ҡәҙриәгә ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙҙар әле балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. 

Уларҙың күркәм, ҙур йорттары Баҙал биҫтәһенең Арғыҙма урамын йәмләп ултыра, өй эсен дә, йәйҙәрен ихатаһын да тырыш хужабикәнең ҡулдары үҫтергән аллы-гөллө сәскәләр биҙәй, баҡсала төрлө йәшелсә-емеш үҫә.

Автор:
Читайте нас: