Профилле уҡытыу маҡсатында химия, биология, физика һәм генетика дәрестәрен республиканың медицина университеты уҡытыусылары дистанцион рәүештә алып барасаҡ.
«Медицина кластарының Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы һәм юғары мәктәпте ойоштороусы, Арғаяш районының Мәтәле ауылында тыуып үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры Зәйнулла Ихсановтың тыуған төйәгендә асылыуы символик мәғәнәгә эйә һәм бик мөһим. Юғары уҡыу йорто ректоры Валентин Павловҡа һәм район башлығы Игорь Ишимовҡа проектҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.