

Сараға йыйылған журналистарҙы һәм матбуғат ветерандарын БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов сәләмләне.
Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы мөдире Д. Ф. Зәйнуллин музейҙа башҡорт журналистикаһы тарихын яҡтыртҡан экспозиция асылыуы тураһында хәбәр итте.
«Илле ике йыл ғүмеремде журналистика эшенә бағышлауым менән бәхетлемен. – тине ҡатын-ҡыҙ журналистар араһынан иң беренсе булып Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына эйә булыусы телевидение ветераны Шәүрә Ғилманова. – Тағы бер ҡыуанысым менән уртаҡлашам. Утыҙ йыл элек Шәһит Хоҙайбирҙиндың 100 йыллығына ҡарата фильм төшөргәйнем. Ул ошо көндәрҙә йәнә зәңгәр экрандарға сығасаҡ».
«Бөгөнгө тарихи ваҡиғала ҡатнашыуыма бик шатмын. Башҡортостан журналистары өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле ҡуйылған ер – изге урын, ә Матбуғат йорто – рухи көмбәҙебеҙ. Инде күп йылдар 9 октябрь килеп еткән һайын Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле янына йыйылып сәскәләр һалабыҙ икән, тимәк, был тарихи шәхесебеҙҙең ҡыҫҡа ғына ғүмере бушҡа үтмәгән. Шөкөр, әлеге ваҡытта республикабыҙ журналистары башҡорт журналистикаһында Шәһит Хоҙайбирҙин һалған юлды лайыҡлы дауам итә, – тип билдәләне – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, БСТ каналының Мәғлүмәт программалары баш редакцияһы баш белгесе Гөлдәриә Йосопова. Тәжрибәле ҡәләм оҫтаһы, байрам айҡанлы, эш сәфәрендә тыуған шиғыры менән дә уртаҡлашты:
Баш ҡалама ҡайтып киләм,
Алыҫ юлдарҙы урап.
Ишеткән-күргәндәремде
Яҡшыға ғына юрап.
Сәләм һиңә, баш ҡалам –
Күндерә бөтә ғаләм!
Изге хәбәр күстәнәсем,
Ҡоралым – ябай ҡәләм.
Һиндә күңелем ирекле,
Һиндә уйҙарым татыу!
Эй, Өфөм, ҡалай күңелле
Һиңә әйләнеп ҡайтыу!
Сара һуңында митингта ҡатнашыусылар башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалыусы Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалды.
Зөлфиә Ханнанова