

✅Рим Мәхмүт улы Хәсәнов – милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн;
✅Илшат Мәғәфүр улы Фәхертдинов – "1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы концерт"ты ижад иткәне өсөн;
✅Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, Рөстәм Милләт улы Хәкимов – "Бер ғүмер етмәй" спектакле өсөн;
✅Владимир Геннадьевич Лобанов, Рөстәм Аэз улы Хәсәнов, Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов, Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллин – Стәрлебаш районында "41-ҙең ҡатын-ҡыҙҙары" һәйкәлен булдырған өсөн.
__________________________
Заманыбыҙҙың мәшһүр композиторы Рим Мәхмүт улы Хәсәновтың кандидатураһы, милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан тәҡдим ителгәйне. Билдәле әҙип, журналист, "Ағиҙел" журалының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин иһә - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы.
Барлыҡ еңеүселәрҙе һәм рухташтарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Бүләкләү тантанаһы 11 октябрҙә – Республика көнөндә үтә.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #СалауатЮлаев