Новости
25 Сентября , 15:00

🔥Иван Аксаковтың идея һəм публицистик мираҫына бағышланды

***

Добавить в предпочтительные источники Google

💥Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы академияһында «Иван Аксаков һәм Рәсәйҙең евразия бурысы: XIX быуат славянсылығынан «Рәсәй — дәүләт-цивилизация» концепцияһына тиклем. Евразия фекеренең башҡорт сығанаҡтары» тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
✨Был сара ошо көндəрҙə Башҡортостанда үтəсəк, йыл һайын үткəрелеүсе халыҡ- ара Аксаков байрамы сиктəрендə ойошторолдо.
Быйылғы байрам бер юлы ике датаны: Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 235  һəм уның улы шағир, публицист Иван Сергеевич Тимофеевтың үлеүенə 140 йыллығын үҙ эсенə ала.
🤝Түңəрəк өҫтəлдə Ҡырғыҙстан, Сербия, Финляндия, Белорусия  вəкилдəре, Өфө, Мəскəү, Санкт-Петербург, Түбəнге Новгород, Ырымбур, Ҡазан ҡалаларынан тарихсылар, яҙыусылар, философтар һəм башҡалар ҡатнашты.
- Беҙ бөгөнгө һəм килəсəк тормошобоҙға туранан- тура бəйлəнеше булған тема буйынса фекер алышырға йыйылдыҡ. Иван Аксаковтың хеҙмəттəре Рəсəйҙең XlX быуаттағы хəле, славян мəсьəлəлəренə, дөйөм алғанда, Рəсəй дəүлəтенең тарихи һəм цивилизациялылыҡ миссияһын яҡтыртыуға арнала, - тип билдəлəне түңəрəк өҫтəлдең модераторы  Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының (БАГСУ) ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Баҙранов.
📍Фекер алышыуҙың төп темалары булып Иван Аксаковтың идея мираҫы һəм хәҙерге геосәйәси ваҡиғалар контексында уның роле; славянофил һәм евразиясы традицияларының үҫеше; Рәсәйҙе үҙаллы дәүләт-цивилизация булараҡ хәҙерге заман аңлауы. Ғалимдар һәм эксперттар евразиясылыҡ фекеренең башҡорт сығанаҡтарына һәм уларҙың дөйөм Рәсәй оҡшашлығын (идентилығын) формалаштырыуҙағы роленә ҙур иғтибар бүлде.

✨Рәсәй Геройы, хәрби һәм поляр летчик, запастағы авиация генерал-лейтенанты, Рәсәй ФСБ-һы авиацияһының элекке командующийы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Кавказдың ҡайнар нөктәләре буйынса шәхси летчигы, Аксаков фондының Попечителдәр советы ағзаһы Николай Гавриловтың Башҡортостан Республикаһы Башлығы Академияһы студенттары менән осрашыуы тағы бер иҫтəлекле сара булды.

Автор:Файруза Абдулова