Новости
20 Сентября , 17:01

"Маҡсатыбыҙ - кеше матур йəшəһен өсөн тормошто яҡшыртыу"

Башҡортостанда "Рəсəй экология партияһы - Йəшелдəр" сəйəси партияһының төбəк бүлексəһе рəйесе  Руфина Шаһапова:  "Партияның республикалағы эшмəкəрлегенəн сығып,  маҡсатыбыҙ ябай ғына итеп əйткəндə, кеше матур  итеп йəшəһен өсөн тормошто яҡшыртыу. 
Беҙҙең партия 39 регионда ҡатнаша. 750 - нəн артыҡ əүҙем, үҙҙəрен был тормошта тап ошо йүнəлештə тапҡан кешелəр ҡатнашалар һəм беҙ уларға ышанабыҙ. 
☀️"Барыһы ла еңеү өсөн!" девизы барыбыҙ өсөн дə маяҡ. Беҙҙең был йүнəлештə бик күп проекттарыбыҙ уңышлы эшлəп килə. Сөнки беҙ бергə!
💥Һайлауҙар тыныс үтте.  Республика буйынса һүҙ йөрөткəндə, иң мөһиме, хəүефһеҙлек юғары кимəлдə булды. Был, əлбиттə, күмəк эш һөҙөмтəһе.
🤝Партиялар араһында барыбыҙ ҙа дуҫтарса мөнəсəбəттə. Һөҙөмтəлəр ниндəй булыуына ҡарамаҫтан,  беҙ оптимистар булып ҡалабыҙ.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026

Автор:Файруза Абдулова
Читайте нас