

- Ауыл халҡы, бигерәк тә йәш быуын беҙҙең өлгөгә эйәрһен, гражданлыҡ бурысына етди ҡараһын, тигән теләктәбеҙ. Илебеҙҙең киләсәге хәл ителгән мәлдә битараф, вайымһыҙ булырға ярамай. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ла ойошторҙоҡ - яугирҙәргә посылка әҙерләйбеҙ. Һайлауға килгән мәлдә ауыл халҡы төрлө кәрәк-яраҡ (гигиена әйберҙәре, консервалар, ойоҡбаштар һ.б.) алып килә. Райондан киткән ылауға ҡушып, посылкаларҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатасаҡбыҙ, - ти клуб мөдире Светлана Шәкүрова.